Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Бай тарихлы Баймаҡ ереСодержание книги
Поиск на нашем сайте Китапта урын тапҡан ваҡиғаларҙың, ундағы батыр һәм эшсән шәхестәрҙең байтағы Баймаҡ ере менән туранан-тура бәйле. Алдағы бүлектәрҙә 1905 йылғы революциянан алып Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға тиклем булған ваҡиғалар бәйән ителде. Ул ата-бабалар үткән тарих юлының кескәй генә, ләкин ҡатмарлы бер өлөшө. Баймаҡ районы республиканың көнсығышында урынлашып, Башҡортостан эсенә ингән Урал аръяғының байтаҡ өлөшөн биләп тора. Башҡорт дәүләтселеген дә нигеҙ ташы ошонда һалына. Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1930 йылдың 20 авгусында Баймаҡ-Таналыҡ районы исеме аҫтында ойошторола. 1932 йылда хәҙерге исемен ала. Баймаҡ районы - республикаға күп кенә күренекле дәүләт, фән, техника, мәғариф, мәҙәниәт вәкилдәрен биргән, башҡорт халҡының мәҙәни-рухи ҡомартҡыларын теүәл һаҡлаған үҙенсәлекле һәм уникаль төбәк. Ул - башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын һаҡлап алып ҡалған һәм беҙҙең көндәргә килтереп еткергән Ғәбит сәсән Арғынбаев (1856-1921) менән Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың (1861-1923) тыуған яғы һәм йәшәү төйәге. Башҡорт ижадын йыйыусы Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) уларҙан “Урал батыр”ҙан башҡа “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Һары мулла”, “Тамъян”, “Батырша”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат” кеүек киң күләмле әҫәрҙәрҙе яҙып ала. “Буранбай”, “Сибай”, “ Юлғотло” һәм башҡа төрлө башҡорт халҡының оҙон көйҙәре, йырҙары ошо төбәктә тыуған. Был төбәк республикаға композитор Хөсәйен Әхмәтов, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов кеүек данлыҡлы музыканттарҙы, атаҡлы бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаны, йырсы Рамаҙан Йәнбәковты, баянсы Ридик Фәсхетдиновты, ҡурайсылар Юлай Ғәйнетдиновты, Ришат Рәхимовты, танылған шағир Абдулхаҡ Игебаевты, драматург Наил Ғәйетбаевты биргән. Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре З.Ш. Аҡназаров, И.А. Тажетдинов, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре Т.Х. Аслаев, Ә.З. Әсфәндийәров, Х.Ә. Барлыбаев, С.Ә. Ғәлин, А.А. Ғәлләмов, З.И. Еникеев, М.Х. Иҙелбаев, М.Н. Иҫәнбаев, Э.Ф. Ишбирҙин, Ә.Г. Мостафин һәм башҡалар республиканың ғорурлығы булып тора. Баймаҡ ере - ҡырыҫ климатлы. Ул биләгән географик урындың океан-даръяларҙан алыҫ ятыуы, территорияның төнъяҡ, көнъяҡ һәм көнсығыш елдәренә асыҡ булыуы ҡырыҫ, атап әйткәндә, аҙ ҡарлы ҡыш һәм ҡоро йәй климатын формалаштыра. Район ҡаҙылма байлыҡтары менән дә билдәле. Файҙалы ҡаҙылмалар араһында баҡыр колчеданы, пирофиллит, марганец һәм башҡа төрлө полиметалл мәғдәндәре, алтын, шулай уҡ һоро күмер, торф таралған. Ирәндек биҙәү таштарына бай. Район һыу ятҡылыҡтарына ла бай: Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ һәм Күлтабан күлдәре, Мерәҫ, Басай һаҙлыҡтары бар. Шәп ағышлы тау йылғаларында Европа бәрҙеһе килеп сыға. Һаҡмар, Таналыҡ, Йылайыр, Урғаҙа, Төйәләҫ кеүек ҙур һәм бәләкәй булған йылғалар Урал йылғаһы бассейнына ҡараған гидроселтәр барлыҡҡа килтерә. Был төбәк ҡатнаш урмандарҙан башланып һоро тупраҡлы ҡылғанлы далаларға тиклем бара. Урмандар район биләмәһенең өстән бер өлөшөн тәшкил итә, ҡалған ерҙәр башлыса Урал - Ирәндек тауҙар араһында урынлашҡан. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрлөлөгө менән айырыла. Тау-урман зонаһында мышы, ҡоралай, төлкө, бүре, һеләүһен, һоро һәм ҡырмыҫҡа айыуы осрай. Шулай уҡ тейен, ҡуян, алйырҙан, йомран күпләп осрай. Ҡоштарҙан ағуна, ҡор, һуйыр, сел, ҡыр өйрәге, ҡыр ҡаҙы, торна, өкө осрап тора. Баймаҡ ере Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә төрлө ваҡытта булған бөтә ваҡиғаларҙы ла кисергән. Хәҙерге Баймаҡ ерен кешеләр әүәлдән төйәк иткән һәм күпләп килеп ултырған, сөнки ул көнбайыш менән көнсығыш, Европа менән Азияны бәйләүсе оло транзит юл эсендә ята. Евразияның тап урталығында урынлашҡан ерҙәр булғас, бөтмәҫ-төкәнмәҫ күсмә ҡәүемдәр, ырыуҙар, ҡәбиләләр, халыҡтар үтеп китә, ҡайһылары йәшәргә ҡала. Мең йыллыҡтың башында был ерҙәр аша 4-се быуатта һундар, 8-се быуатта венгрҙар, 9-сы быуатта ҡомандар, 13-сө быуатта монгол-татарҙар, 15-се быуатта нуғайҙар үтә. Был турала бик күп археологик ҡомартҡылар, риүәйәттәр, боронғо тамырҙары булған топонимдар раҫлай. Бындағы халыҡ Арҡайым ҡаласығы, Ҡарғалы халҡы, тирә яҡтағы башҡа мосолмандар менән генетик яҡтан ҡәрҙәш. Бөрйән, Түңгәүер һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары был яҡ төбәктәрҙең төп халҡы булып иҫәпләнә. Сыңғыҙхан осоронда Бөрйән бей етәкселегендәге башҡорттар Яйыҡ һәм Һаҡмар йылғалары араһындағы ерҙәргә эйә булыуға ярлыҡ (грамота) итеп яғылбайҙы ала. Бөрйән бей Монаш, Ямаш, Янһары, Байһары, Нуғай исеме аҫтындағы башҡорт ырыуҙарын берләштереүҙе башлап ебәреүсе була. Ун бишенсе быуатта монголдарҙың Алтын Урҙа дәүләте тарҡала һәм ошо арҡала бөрйәндәр Нуғай Урҙаһына бойһонорға мәжбүр була. Районыбыҙҙың төрлө төбәктәрендә ошо 13-15 быуаттарға ҡараған ҡурғандар һаҡланған. “Ханҡала” тауы, Йомаш ауылы эргәһендәге “Хан йәйләүе” хандар хаким иткән замандар тураһында һөйләй. 1955 йылда башҡорттарҙың ете ырыу (волость йәки олоҫ) вәкилдәре Казан һәм Мәскәү ҡаларына барып, килешеү төҙөп рус подданныйлығын ҡабул итә. Ете ырыу вәкилдәре араһында Иҫкебей етәкселегендәге бөрйәндәр ҙә була. Иван IV ярлығы (грамота) менән Ағиҙел, Һаҡмар, Яйыҡ, Туҡ йылғалары тирәһендә ятҡан ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғы рәсмиләштерелә. Рус дәүләтенә ҡушылыу ике төп сәбәбе: ерҙәргә аҫабалыҡты һаҡлап алып ҡалыу һәм бер туҡтауһыҙ һөжүм иткән ҡаҙаҡ йәки ҡалмыҡ баҫҡынсыларынан ҡотолоу. Баҫҡынсылар бик оҙайлы ваҡыт дауамында башҡорттар биләгән ерҙәрҙе баҫып алырға ынтылғандар, ҡаршы торғандарҙы үлтергәндәр, ҡалғандарын әсиргә алғандар, йылҡы малдарын ҡыуып алып киткәндәр. Һуғыштар батырҙар тыуҙырған, шуларҙың береһе - Алдар батыр. Алдар тархан Иҫәнгилдин 1732 йылда рус дипломатик делегацияһы составында Кесе Урҙаның ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйергә бара һәм уны рус подданныйлығын ҡабул итергә күндерә. Ошо арҡала үҙ-ара бәрелештәр, барымта-ҡарымталар күпкә баҫылып ҡала, элек булған дәғүәләр кәмей, әммә һөжүм итеүҙәр, бәрелештәр XIX быуатҡа тиклем дауам иткәне риүәйәттәр, төрлө документтар, яҙма сығанаҡтар аша билдәле. Петр Беренсенең Азов походында батыр һуғышҡаны өсөн тархан дәрәжәһе һәм алтын һаплы ҡылыс менән бүләкләнә. Башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡаны, башлап йөрөгәне өсөн рустар тарафынан аҫыла. 1735 йылдан башлап башҡорт-ҡаҙаҡ сиге буйлап Ырымбур казак сик һыҙығы ҡәлғәләре ( крепость йәки нығытма) төҙөлә башлай. Ошо арҡала рус влас йоғонтоһо ҡырҡа көсәйә. Мәҫәлән, бөрйәндәр ерендә Крепостной Йылайыр исеме менән халыҡ хәтерендә ҡалған хәрби нығытма төҙөлә. Тағы “Нижняя казарма”, “Верхняя казарма” тип аталған нығытмалар барлыҡҡа килә. Почта бәйләнеше өсөн Юлыҡ Ямы ( станция) төҙөлә, ул хәҙерге Юлыҡ ауылында урынлашҡан була. Ям трассаһы Түбә, Юлыҡ, Бөрйән Йылға ауылдары аша үтеп, Ырымбур - Себер трассаһын хасил итә. Бөрйән олоҫо башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, уларҙан рөхсәт алмайынса Верхнеуральск, Магнит, Йәнгел, Ҡыҙыл, Уртаҙым ҡәлғәләре ҡалҡып сыға. Был ҡәлғәләргә ҡарата бөрйәндәрҙкң уй-фекерҙәре дөрөҫ йүнәлештә була: бер яҡтан улар был ерҙәрҙе ҡалмыҡ һәм ҡаҙаҡтарҙың һөжүменән һаҡлаһа, икенсе яҡтан башҡорттарҙың һәр аҙымын, хәл торошон, йәшәйешен, бөтә эшмәкәрлеген ныҡлы контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Властар тарафынан Аҡ батша менән килешкән мөнәсәбәттәрҙе ураған һайын боҙоу башҡорттарҙың баш күтәреүенә төп сәбәпсе була. XVIII быуат урталарында беҙҙең төбәктең тәбиғи байлыҡтарын күпләп үҙләштереү башлана. 1748 йылда - Преображенск, 1751 йылда Кананикольск баҡыр иретеү заводтары төҙөлә. Уларҙың хужалары килешеү шарттарын тупаҫ рәүештә боҙа, ерҙәрҙе талап ала, башҡорт урмандарын, рөхсәт биргәндән тыш, урлап ҡырҡа, урындағы халыҡты төрлөсә ҡыҫа һәм йәберләй. Тау эҙләнеү партияһы етәксеһе Брагиндың башбаштаҡлығы башҡорттарҙа ныҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм 1754 йылда сираттағы башҡорт ихтилалы тоҡаныуына сәбәпсе була. Ихтилал, әлбиттә, аяуһыҙ баҫтырыла. Баш күтәргән етәкселәр, шул эстән Әликәш Һөйөндөков язаға тарттырыла. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй Академиһы башҡорттарҙың йәшәйешен өйрәнер өсөн экспедициялар ойоштора. Баймаҡ ерендә академик И.И. Лепехин булып китә һәм башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәйешен өйрәнә. Ул үҙенең бөрйән башҡорттары араһында булыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе “Академик И.И. Лепехин сәйәхәте яҙмалары”нда баҫтырып сығара, унда тархан Төрөкмән Йәнсәйетов йәйләүендә, Бөрйән олоҫо старшинаһы Таулыҡай Сураков ауылында булыуы тураһында яҙа. Лепехин яҙмалары беҙҙең тарихыбыҙ өсөн, һис шикһеҙ, өҫтәмә сығанаҡ булып тора. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Лепехин телгә алып киткән Төрөкмән Йәнсәйетов менән Таулыҡай Сураҡов Пугачев полковниктары булып ихтилалда ҡатнашалар. Тағы Ҡаранай Моратов, Морат Ҡашҡа, Илеш Назаров, Биктимир Мотаев етәкселегендә Бөрйән һәм Түңгәүер олоҫо башҡорттары әүҙем ҡатнаша. Башҡорттарҙың ихтилалдарҙа ҡатнашыуы уларҙың көслө һәм берҙәм халыҡ булыуҙары тураһында һөйләй, был ваҡиғалар ауыҙ-тел ижадында киң сағылыш тапҡан, тәбиғәт мөйөштәре атамаларында һаҡланған. Урғаҙа, Ҡарауылтау, Яугилде, Кәртәташ һәм башҡа күп кенә атамалар бына ошо ваҡиғалар менән бәйле. Баш күтәреүселәр аяуһыҙ баҫтырылған, яза отрядтары килеп етеп ауылдарҙы тотошлайы менән яндырған, ихтилалда ҡатнашыусыларҙы атҡан, аҫҡан, һөргөнгә ебәргән, балаларын ҡол иткән. Крәҫтиәндәр һуғышы тип аталған ихтилал баҫтырылғандан һуң, башҡорттарға тимерселек менән шөғөлләнеү, йыйындар үткәреү тыйыла. Урындағы халыҡтың ир-атын халыҡтан айырып тотоу, уларҙы баш күтәреүҙән һыуындырыу маҡсатында һәм көнсығыш -көнъяҡ сиктәрҙе һаҡлау өсөн 1798 йылда бөтә Ырымбур губернаһында идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. Һөҙөмтәлә башҡорттар хәрби ҡатламға күсерелеп, Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итә башлай. Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итеүҙе һәр башҡорт үҙ аты, эйәр-өпсөнө, ҡоралы менән башҡарған. Әгәр ғаиләнең яугир өсөн аҡсаһы, аттары булмаһа, уны бөтә халыҡ менән йыйғандар. Был ваҡытта төбәк Верхнеурал өйәҙенә ҡараған була. XIX быуат башында дөйөм община ерҙәрен урыҫ күскенселәренән һәм заводчиктарынан һаҡлау өсөн һәм малсылыҡты үҫтереү маҡсатында Бөрйән олоҫо башҡорттары Ирәндек тауҙарының көнъяҡ-көнсығыш өлөшөнә күсеп ултыра башлай. Элекке утарҙар, йәйләүҙәр урынында ауылдар барлыҡҡа килә башлай. Урман-дала зонаһында йәшәүсе ҡайһы бер башҡорттар башлыса игенселек менән шөғөлләнә башлай, ә урман эсендәге Һаҡмар арты зонаһы халҡы мал үрсетә. Кантон системаһы осоронда башҡорт ерҙәренә генераль межа-ыҙанлау үткәрелә, мал көтөүҙәре йөрөгән ерҙәр, йәйләү урындары “буш ятҡан ерҙәр” тип аталып, улар батша ҡаҙнаһына күсә. Йәйләүҙәргә сығыу сикләнә, аҙаҡтан бөтөнләй тыйыла. Ерҙәр ҡыҫыңҡы ҡалғас, халыҡ ер эшкәртеү эшенә яйлап күсергә мәжбүр була. Төбәк халҡының ир-аттары 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Алтынсы кантон башҡорттарынан 15-cе кавалерия полкы ойошторола. Башҡорт батырҙары яуҙа һанатмай: 120 тирәһе яугир “Парижды алған өсөн” һәм “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” тигән көмөш миҙалдар менән бүләкләнә. Башҡорт яугирҙәренең батырлыҡтары йырҙарҙа һәм риүәйәттәрҙә мәңгеләштерелгән. 1837-1853 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйән олоҫонда һәр бер хужалыҡҡа уртаса 7-8 йылҡы малы, 6-7 һыйыр малы, 3-4 баш ваҡ мал, 1-2 дисәтинә һөрөнтө ер тура килгән. Хәҙерге район ерҙәре Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә ҡараған була. Тулыһынса ултыраҡ тормошҡа күскәс, башҡорт ауылдарында мәсеттәр төҙөлә, мәҙрәсәләр һәм мәктәптәр асыла. Әйткәндәй, 1810 йылда Юлыҡ Ямы ауылында тәүге шәхси мәктәп асыла. Шулай уҡ өйәҙҙәге тәүге земство мәктәбе Темәс ауылында асыла, шулай уҡ урыҫ- башҡорт мәктәптәре ойошторола. Крепостной хоҡуҡ ғәмәлдән сығарылғандан һуң (1861) административ һәм земство реформалары үткәрелә, шәхси азатлыҡ алған крәҫтиәндәр иркен ерле Башҡортостан ерҙәренә күсеп килә башлай һәм был төбәккә Рәсәй үҙәгенән ер эҙләп күсеп килеүселәр арта бара. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Ләкин урындағы халыҡ араһында күренекле мәғдән эҙләүселәр булһа ла, Рәсәй батшалығы уларҙың эшен сикләргә тырышҡан. Башҡорттаррға алтын эҙләү, табыу һәм һатыу эше батшалыҡ тарафынан тыйыла. Рус күскенсеһенә бындай тыйыу булмай. Шуға күрә Күсей ауылы эргәһендә ниндәйҙер А.С. Жемчужников приискыһы эш башлай һәм бер килке халыҡты эш менән тәьмин итә. Яйлап булһа ла тау һәм алтын сәнәғәте үҫешә. Алтын приискылар хужалары Андреевтар, Горяевтар, Жуковскийҙар, Рәмиевтар ҙур өлөш индерә. Таналыҡ ауылы эргәһендә К.П. Горяев Таналыҡ приискыһын ойоштора һәм буласаҡ ҡала Баймаҡ ауылына нигеҙ һалдыра. Унда алтын приискы эшселәре урынлашып йәшәй. Былар бөтәһе лә ыңғай күренештәр. Егерме быуат башында Көнъяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар йәмғиәте ер аҫты байлыҡтарын ныҡлап тикшереү һәм байлыҡтарын үҙләштереү эшен алып бара. Был эштәр менән А.Н. Заварицкий етәкселек итә. Уның тарафынан 1913 йылда Таналыҡ-Баймаҡ алтын-баҡыр заводы, 1915 йылда Семёнов циан-ләм заводы, Түбә алтын йыйыу фабрикаһы төҙөлә; 1916 йылда тимер юл һалына. Бына шулай төбәктә эшселәр синыфы барлыҡҡа килә. Билдәле булыуынса, Беренсе донъя һуғышы йылдарында армияға мобилизациялау башлыса крәҫтиәндәр иҫәбенә алып барыла. Заводтарҙа эшләүсе эшселәргә генә бронь бирелә, сөнки улар эшләгән заводтар оборона статусын ала. Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш Рәсәйҙә ике революция сығыштарына килтерә. Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, 1917 йылдың 7 ноябрендә Баймаҡ заводында революцион комитет һәм эшсе депутаттар советы һайлана. Уның рәйесе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә. Октябрь революцияһынан һуң граждандар һуғышы башланып китә. Баймаҡ сәйәси ваҡиғалар усағына, Әхмәтзәки Вәлидов етәкселегендәге милли-азатлыҡ хәрәкәте үҙәгенә әүерелә. Темәс ауылы терәк пункты була. Бында 1918 йылдың ноябренән алып 1919 йылдың мартына тиклемге ваҡыт аралығында Башҡорт хөкүмәте урынлаша. 1918 йылдың яҙында беҙҙең төбәкте А.В. Колчак, А.И. Дутов етәкләгән Аҡ армия баҫып алырға килгән ваҡытта соыет власын яҡлау өсөн 500 кешенән торған 3 ҡыҙылармеецтар отряды ойошторола. Отрядтың береһе Блюхер-Каширин отряды составында һуғыша. Муса Мортазин етәкләгән отрядта ғына 500-ҙән ашыу Баймаҡ кешеһе булған. Баймаҡ яугирҙәренән торған Башҡорт кавалерия полкы Украинаны аҡ поляктарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, Петроградты һаҡлай. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт кавалерия полктары Темәс ауылында бер фекергә килеп ҡыҙыл Армия яғына сыға. Ике көндән һуң бында Бөтә башҡорт хәрбиҙәре съезы үтә. Унда Әхмәтзәки Вәлидов етәкселегендә Башҡорт революцион комитет (ревком) ойошторола һәм ҡыҙылдар яғына күсеү хуплана. Ошо уҡ йылдың 20 мартында үҙәк совет власы менән Кесе Башҡортостан сиктәрендә РСФСР составындағы Совет автономиялы республикаһы ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ләкин башҡорттар ҡатнашлығында һайланған башревком большевиктарға оҡшамай һәм ул бөтә составы менән отставкаға ебәрелә. Уның яҡлы башҡорттарҙы йәберләү башлана. Бындай сәйәсәт башҡорттарға аңлашылмай. Шуға күрә Х.Г. Унасов менән Ғ.З. Амантаев етәкселегендә халыҡ-азатлыҡ хәрәкәте башлана. 1920 йылдың 25-28 июнендә Бөрйән-Түңгәүер кантонында үткән эщсе-крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары съезы Башҡорт ревкомы отставкаһы менән риза булмауын, уның тик рустарҙан һәм татарҙарҙан торған яңы составын танымауын белдерә һәм был турала һөйләшеп килешеүгә әҙер тороуҙарын белдерә. Большевиктар килеп сыҡҡан мәсьәләне тыныс юл менән хәл итергә уйламайҙар, хәрби юлды һайлайҙар. Был сығыштарҙы баҫтырыу өсөн В. Поленов менән М. Руденко командаһы ебәрелә. Улар кантонда хәрби хәл иғлан итәләр, советтарҙы тараталар һәм бөтә власты үҙ ҡулдарына алалар. Ғәйепһеҙ кешеләрҙе язалауҙар башлана. Баш күтәргән Башҡорт ҡыҙыл Армияһы етәксе орган итеп үҙенең революцион советын булдыра. Армия ревкомы рәйесе итеп Сөләймән Мырҙабулатов һайлана, дивизия командирҙары итеп Х.Г. Унасов, М. Рәсүлев ҡуйыла. Ғәскәрҙең һаны мең ярым тирәһе була. Ул саҡтағы сама менән был бик ҙур хәрби төркөм. Ихтилал Башҡортостандың көнъяҡ-көнсығыш өлөшөн биләп ала. Большевиктар атыу, аҫыуҙан торған ҡаты язалау сараларына күсеүгә ҡарамаҫтан, ихтилалды баҫтыра алмайҙар, килешеүгә барырға мәжбүр булалар; 1920 йылдың 26 ноябрендә Темәс ауылында ваҡытлыса килешеү төҙөлә. 1921 йылдың ғинуарында Тәкәһуҡҡан утары эргәһендә Хәжиәхмәт Унасов үлтерелә. Бындай хәлде ишеткән Ф. Мәғәсумов һәм Г.З. Амантаев, ҙур төркөм башҡорттарҙы эйәртеп, яңынан баш күтәрәләр. Төп лозунг - “Коммунистарһыҙ советтар өсөн”. 1921 йылдың 11 июнендә Темәс ауылында баш күтәреүселәр менән яңы килешеү төҙөлә, унда баш күтәргән башҡорттарға һуғышты туҡтатырға тәҡдим ителә һәм шул юҫыҡтағы өндәмә ҡабул ителә. Килешеүҙә ихтилалда ҡатнашҡандарҙы язаға тарттырмау ҡарала, ләкин тыныслыҡ урынлашҡандан һуң башланған репрессиялар арҡаһында өс мең тирәһе башҡорт юҡ ителә. Оҙайлы барған һуғыштар емереклеккә, бигерәк тә аслыҡҡа килтерә. Һуғыш 1921-1922 йылдарҙа кантондағы ҡот осҡос йоттоң төп сәбәпсеһе була, халыҡтың 90%-ы аслыҡтан интегә. Кантонда ашханалар асыла. 1922 йылда асығыусыларға ярҙам комитетынан 4,6 тонна икмәк бүленгән. Аслыҡ осоронда Америка халҡының ярҙамға килгәнен беҙ, Ватан һуғышынан һуң тыуған быуындар, оноторға тейеш түгелбеҙ. 1922 йылда БАССР-ҙа административ-территориаль реформа үткәрелә. Хәҙерге Баймаҡ районы сиктәрендә Таналыҡ һәм Темәс волостары булдырыла һәм был волостар реформа барышында эреләтелгән Йылайыр кантоны эсенә индерелә. Граждандар һуғышы тамамлана. Халыҡ бөтә илде яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн бирә, һуғыш емереклегенән һуң завод-фабрикалар, башҡа төрлө предприятиелар, тимер юлдар тергеҙелә башлай. Урындағы халыҡтың көсө арҡаһында Түбә бегун фабрикаһы 1922 йылда, Баймаҡ алтын-баҡыр заводы 1924 йылда эшләй башлай. Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа Баймаҡ төбәге республикала иң алдынғы сәнәғәт районы булып һанала: илдә сығарылған алтындың 10%-ы, баҡырҙың 12%-ы Баймаҡта алына. 1928 йылда Башгортрест составында Баймаҡ алтын-баҡыр заводы, 2 бегун фабрикаһы, 13 рудник була. Ил өсөн халыҡтың наҙанлығы, ата-әсәһеҙ етем ҡалған балаларҙың күп булыуы ҙур практик рәүештә хәл ителергә тейеш булған проблемаға әйләнә. Тағы илебенҙгә күп һанда белгестәр талап ителә. Бына ошо проблемаларҙы хәл итеү өсөн көрәш башлана; был эштәрҙә комсомол, әлбиттә, ҙур роль уйнай. Бөтә ерҙә беренсе һәм икенсе баҫҡыслы мәктәптәр асыла, уҡытыусылар өсөн курстар ойошторола. Клуб, уҡыу өйҙәре (изба-читальня), өгөт-нәсихәт (агитация) поездары һәм бригадаларының эшмәкәрлеге халыҡҡа белем биреүгә йүнәлтелә. Беренсе пионер отрядтары барлыҡҡа килә. Пионерҙар ололар менән бер рәттән уңыш йыйыуҙа, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәштә ҡатнаша, күмәкләп гәзит уҡыуҙар үткәрә, тимур командалары ойоштороп, хәлһеҙ һәм ауырыу кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа. Был осорҙа медицина системаһының юҡ кимәлендә булыуы тағы бер проблема булып тора. Шул арҡала ауырыуҙар арта, үлем осраҡтары йышая. Ауыл ерҙәрендә йыш ҡына дини ғөрөф-ғәҙәттәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына медицина ярҙамы күрһәтергә йәки уҡыуға йәлеп итергә ҡамасаулай. Алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙарҙарҙан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар советтары булдырыла, улар аң-белем таратыу эше менән мәшғүл булалар. Кантонда ауыл хужалығы артелдәре барлыҡҡа килә. Артелдәрҙең бер өлөшө утарға бүленеп сығып, иркенерәк ерҙәрҙе үҙләштереүҙе хуп күрә. Ярлылар комитеттары хужалыҡ артелдәренә ярҙам итергә тырышалар. Ошо артелдәр нигеҙендә 1928-1929 йылдарҙа беренсе колхоздар (башҡортса: күмхуж - күмәк хужалыҡтар) ойошторола. Егерменсе йылдар уртаһында Ғөбәй Дәүләтшин инициативаһы менән Һамар губернаһы башҡорттары бындағы Үҙән, Яңы Яковлевка ауылдарына нигеҙ һала. Был ерҙәрҙә ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1928 йылғы июль айындағы ҡарары арҡаһында Йылайыр игенселек совхозы ойошторола. Ул республикала иң эре хужалыҡтарҙың береһе була. 1930 йылда БАССР-ҙа тағы ла бер административ-территориаль реформа үткәрелә: кантондар урынына административ райондар булдырыла. Реформа барышында Йылайыр кантонынан Темәс һәм Таналыҡ волостары сығарыла һәм улар иҫәбенә Баймаҡ-Таналыҡ районы булдырыла, ә 1933 йылда ул Баймаҡ районы итеп үҙгәртелә. Районда 1931 йылда коллективлаштырыу эше тамамлана. Был осорҙа ике совхоз: Йылайыр игенселек совхозы, Һәүәнәк мал үрсетеү совхозы, 46-сы йылҡы заводы, 31 колхоз һәм машина-бесән сабыу станцияһы эшләй. 1933 йылда сәсеүлек майҙаны 28,8 мең га тәшкил итә; һыйыр малы ун алты мең баш, йылҡы - 10, 9 мең баш була. Сәнәғәт йүнәлешендә Баймаҡ баҡыр иретеү заводы, кирбес заводы, Юлалы һәм Баҡырүҙәк рудниктары, Түбә һәм Байҡара приисктары, Баймаҡ ит комбинаты уңышлы эшләй. Ләкин икенсе яҡтан утыҙынсы йылдар уртаһында халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән репрессиялар көсәйә: райондан 3 меңдән ашыу кеше репрессиялана, 500-ҙән ашыу кулак, йәғни хәлле крәҫтиән ғаиләһе ситкә оҙатыла. Утыҙынсы йылдар башында районда һөнәри белем биреү системаһына нигеҙ һалына: эшсе һәм колхоз йәштәре өсөн фабрика һәм завод эшенә өйрәнеү тәктәптәре (ФЗО), тау сәнәғәте училищеһы асыла. Бында ябыҡ шахталар өсөн забойщиктар һәм тау слесарҙары әҙерләнә. Улар практиканы Алғаҙы рудниғында үтә. 1932 йылда Баймаҡ тау-механика техникумы үҙ ишектәрен аса, ә 1935 йылда тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға була: Ырымбур ҡалаһынан Темәс ауылына башҡорт педагогия техникумы күсерелә. Был ваҡытта 58 беренсе баҫҡыс мәктәптәре эшләй, улар уҡытыусы кадрҙарына ҡытлыҡ кисерәләр. Уҡытыусылар әҙерләгән Темәс педтехникумы был проблеманы тиҙҙән юҡҡа сығара. 1934 йылда Баймаҡ ҡасабаһында тәүге тапҡыр кино күрһәтәләр. Ленин исемендәге кинотеатр үҙ эшен башлай. 1932 йылда Стәрлетамаҡтан күсеп килгән Баймаҡ колхоз-совхоз театры өс йыл эшләгәндән һуң, Бөтә Союз колхоз-совхоз театрҙары смотрында икенсе урын яулай. Театр коллективы район эшсәндәре исеменән И.В. Сталинға алтын ҡурай бүләк итә. Утыҙынсы йылдарҙа уҡ халыҡты медицина йәһәтенән хеҙмәтләндереү һәм уға санитар белем биреү системаһына нигеҙ һалына, совхоздарҙа, эре предприятиеләрҙә һәм ҙур ауылдарҙа тәүге участка табиб амбулаториялары асыла, Талҡаҫ ял йорто төҙөлә. Баймаҡта аэроклуб эшләй башлай. “Башзолото” тресы тарафынан мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау эше киң йәйелдерелә, 1938 йылда Сибай ятҡылығы асыла. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ баҡыр иретеү заводы йылына 3 400 тонна ҡарайтылған баҡыр иретеп сығарып, илдең иң эре баҡыр заводтары иҫәбенә инә. Заводҡа яғыулыҡ күп талап ителә, шуға күрә утындан башҡа тағы торф сығарырға тәҡдим була. Шул тәҡдимде ғәмәлгә керетеп, Урғаҙа йылғаһы үҙәнендәге торф (һоро күмер) ятҡылығын ҡуллана башлайҙар. Яғыулыҡты башта ат транспорты менән ташыйҙар, ағасты йылға буйлап ағыҙалар. Һуңынан Баймаҡтан торф сығарыу урындарына тиклем 25 км оҙонлоҡта тар колеялы тимер юл төҙөлә. Металға ҡытлыҡ булыу сәбәпле тимер юлының рельстарын ағастан эшләйҙәр. Вагондарҙы тәүге рәттә аттарҙан тарттыралар, аҙаҡтан бәләкәй паровоз эшләй башлай. Торф сығарған урындарҙа ҡасабалар барлыҡҡа килә “Оло Баймаҡ” планына ярашлы, Баймаҡты Һары һәм Белорет тимер юл станциялары менән бәйләгән тимер юл төҙөргә тәҡдим ителә, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында был план бөгөнгө көнгә тиклем тормошҡа ашмай ҡала. Ауыр һуғыш йылдарында халыҡ аслы-туҡлы йәшәй. Эш аттары, сәсеү майҙандары ҡырҡа кәмей, эшсе көстәр етешмәй. Ябай халыҡ ауырлыҡтарҙы күтәрергә тырыша, еңеү өсөн бөтә көсөн биреп, ике-өс смена рәттән эшләй. Буш ваҡыттарында һалдаттар өсөн ойоҡ, бейәләй бәйләйҙәр, дарыу үләндәре әҙерләйҙәр, аҡса йыйып тапшыралар. Фронтҡа райондан 16 324 яугир китә, 7 мең тирәһе һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала. Алтынға һәм башҡа төҫлө металға ихтияж артыу сәбәпле, һуғыш йылдарында Баймаҡ баҡыр иретеү эаводы үҙ иҫәбенә Сибай ҡасабаһында баҡыр иретеү эаводы төҙөй. 1944 йылда ул ҡарайтылған баҡырҙың беренсе партияһын бирә. Һуғыштан һуң халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса көсөргәнешле эш башлана. 1948 йылда “Башмедстрой” төҙөлөш-монтаж тресы ойошторола, ул Башҡортостандың Урал аръяғында бөтә социаль-иҡдисади объекттарҙы төҙөүҙә ҙур өлөш индерә. 1950 йылдан кино селтәре үҫешә башлай. 1952 йылда Баймаҡ ҡалаһында район мәҙәниәт йорто һәм беренсе балалар музыка мәктәбе асыла. Ауыл хужалығына килгәндә, 1953 йылда СССР-ҙа сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү компаниеһы башлана. Шул курсҡа ярашлы рәүештә комсомол юлламаһы менән Баймаҡ районына сиҙәмселәр килә, күбеһе районда эшкә ҡала. 1957 йылда “Сибай” совхозы, ә 1959 йылда “Баймаҡ”тәжрибә-производство хужалығы ойошторола. Тәжрибә хужалығы күп йылдар дауамында агротехника ысулдарын һәм технологияларын индереү базаһы булған алдынғы хужалыҡ булып ҡала. Илленсе йылдар уртаһында Баймаҡ ҡалаһында аэрапорт асыла, Магнитогорск -Сибай тимер юлын төҙөү тамамлана, һуңыраҡ Өфө-Сибай тимер юл хәрәкәте асыла. Ләкин тимер юлды Баймаҡҡа килтереп еткереү планы нишләптер онотолоп ҡуя. 1957 йылда ғинуарында Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының Баймаҡ һәм Сибай баҡыр иретеү цехтары артыҡ ябай һәм килемһеҙ тип ябыла. Улар артынан рудниктар ябыла, ә рудник ҡасабалары Әбейһаҙ, Юлалы, Ольховский, Байҡара, Күлйортау юҡҡа сыға. Эшеҙ ҡалған халыҡ икенсе урындарға күсенә. Баймаҡ тау механика техникумы ла ябыла. Баймаҡ баҡыр иретеү заводы ла ябылыу алдына килеп баҫа. Ошо уҡ йылда СССР Төҫлө металлургия министрлығы Баймаҡ баҡыр иретеү заводының нигеҙендә, уның етештереү ҡеүәтен файҙаланып, тау эшкәртеү сәнәғәте предприятиеләре өсөн ҡорал етештереүҙә махсуслашҡан Баймаҡ машиналар эщләү заводын төҙөү тураһында ҡабул итә. Шул уҡ йылда ҡом насостары, ә һуңыраҡ юғары марганецлы ҡорос етештерелә башлай. Был заводта Баймаҡ ҡалаһының күпселеге эшләй. 1960 йылда Баймаҡ промкомбинаты асыла, ул 1967 йылда Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығы (леспромхоз) итеп үҙгәртелә. Уның базаһы Ишбирҙе ауылында урынлаша. 1963 йылда Н.С. Хрущев инициативаһы менән БАССР-ҙа колхоз-совхоз идаралыҡтары булдырыла, хужалыҡтар эреләтелә, бәләкәй ауылдарҙа эш урындары бөтөү сәбәпле ундағы халыҡ күсенә башлай. Был курс иһә ауылдарҙың бер өлөшөн киләсәкһеҙ тип юҡҡа сығарыуға килтерә. Баймаҡ колхоз-совхоз административ идаралығының үҙәге Сибай ҡалаһына күсерелә һәм ул Урал аръяғының сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ тиҙерәк үҫешә башлай. 1964 йылда Сибай ҡалаһында Баймаҡ етештереү колхоз-совхоз идаралығы ауыл хужалығы һәм уны эшкәртеүселәр профсоюзы конференцияһы үтә. Шул уҡ йылда Урал аръяғы ауыл хужалығына кадрҙар әҙерләү өсөн Баймаҡ ауыл хужалығы техикумы асыла. 1973 йылда Түбә мәғдән идаралығының Семәновск алтын йыйыу фабрикаһы йыл әйләнәһенә эшләй башлай сәбәпле, Сәнкем алтын ятҡылығы файҙаланыуға тапшырыла. 1957-1986 йылдарҙа Таналыҡ, Ғәҙелша, Солтан һибелмәләрендә алтын гидравлик (ҡом йыуыу) ысул менән табыла. Был йылғаларҙың һайығыуына, тупраҡ эрозияһына килтерә. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһында һәм районында хужалыҡ иҫәбенә социаль инфроструктура төҙөү киң ҡолас ала: мәктәп, участка дауаханалары һәм амбулаторияларҙың типовой биналары файҙаланыуға тапшырыла. “Орлёнок” пионер лагеры, Баймаҡ машиналар эшләү заводының ял базаһы төҙөлә. Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (1963), Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (1975) асыла. 1979 йылда үҙәк китапхананы, балалар китапханаһын һәм 27 ауыл китапханаһын берләштергән Баймаҡ үҙләштерелгән китапханаһы системаһы булдырыла. Баймаҡ үҙәк китапханаһы эргәһендә “Атайсал”, “Ағинәйҙәр”, “Ҡобайырсылар һәм һәүәҫкәр композиторҙар” клубтары үҙ эштәрен хәҙер ҙә алып баралар. 1980-се йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң, исемдәре тыйылған күп кенә дәүләт, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәрен аҡлау (реабилитациялау) мөмкинлеге тыуа. 1989 йылда Ғата Сөләймәнов музейы ойошторола, 1993 йылда 1-cе Төркмән ауылы эргәһендәге Туғажман тауына ҡурайға һәйкәл ҡуйыла. 90-сы йылдарҙа, баҙар иғдисадына күсеү осоронда, Баймаҡ машиналар эшләү заводы акционерҙар йәмғиәтенә әйләндерелә һәм ул 2004 йылда Баймаҡ ҡойоу-механика заводы (Баймакский литейно-механический завод) итеп үҙгәртелә. Баҙар ҡоролошо системаһын индереү ауыл хужалығына ла йоғонто яһай; крәҫтиән-фермер хужалыҡтары барлыҡҡа килә, колхоз-совхоздар үҙгәртелеп ҡорола, шул саҡта банкрот ҡалғандар ҙа була. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, агрофирма, производство кооперативтары һымаҡ күмәк хужалыҡтар һаҡланып ҡала. 90-сы йылдарҙа ауылдарға тәбиғи газ үткәрелә башлауы ыңғай хәл булды. Асфальт юлдар төҙөлөүе ҡыҙыу бара. Райондың географик яҡтан ҡулайлы урынлашыуы игенселек, ит-һөт малсылығы, тау сәнәғәте, урман эшкәртеү кеүек етештереү йүнәлештәренең үҫешенә булышлыҡ итә. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғы иҡдисади үҫешенең урта мөҙҙәтле комплекслы программаһы сиктәрендә яңы инвестицион проекттар эшләй. Программаның кураторы - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов. 2012 йылда Баймаҡ ҡойоу-механизация заводында юғары марганецлы ҡорос етештереү яңыса ҡоролған ҡорос ҡойоу цехы файҙаланыуға тапшырыла, унда тимер юл тармағы өсөн дә ҡоролмалар эшләү ҡаралған. “Механизацияланған күсмә колонна - Баймаҡ” ЯСЙ (яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) тарафынан производство, социаль-мәҙәни объекттар һәм торлаҡ төҙөлә. Райондың файҙалы ҡаҙылмаларын үҙләштереү дауам итә. “Семёновск руднигы” (ЯСЙ) Көнсығыш Семёнов ятҡылығының алтын-баҡыр-цинк мәғдәндәрен сығарып, беренсел эшкәртеү менән шөғөлләнә. Темәс ауылында - заманса һөт заводы, ҡатламташ эшкәртеү буйынса таш ҡырҡыу предприятиеһы, Бетерә ауылында - ағасты тәрән эшкәртеү цехы (“Башагрофин”), Күлтабанда 1280 баш малға тәғәйенләнгән мегаферма, Икенсе Этҡолда - пеллет, йәғни бөртөклө яғыулыҡ һәм брикет етештереү предприятиеләре төҙөлә. 2007 йылда Баймаҡ ҡалаһында - “Баһадир”, 2009 йылда Урғаҙа ауылында “Байсура” физкультура-һауыҡтырыу комплекстары асыла. Баймаҡ ял йорто базаһында “Талҡаҫ” шифаханаһы асыла. 2013 йылда Баймаҡ ҡойоу-механизация заводының элекке клубын Никах һарайы итеп үҙгәртелә (35). Район территорияһында ваҡ тауар етештереүҙе арттырыу планлаштырыла: фермер хужалыҡтарын үҫтереү, һарыҡ үрсетеү, ҡошсолоҡто үҫтереү - артабанғы маҡсаттар булып тора. Был йүнәлештә районда агрохолдинг төҙөү ҡаралған. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы, элекке традицияларҙы һаҡлап һәм үҫтереп, Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы урын биләне һәм биләйәсәк. Был әйткәндәргә иманым камил. Ә хәҙер күп кенә ваҡиғаларҙы килеп сығыуын, күсәгилешлеген сағылдырған, илдең үҫеш векторына йоғонто яһаған сәйәси дәүерҙәр тураһында һүҙ йөрөтөүгә күсәйек.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 87; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.014 с.) |