Советтар менән килешеү юлында 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Советтар менән килешеү юлында

Поиск

                   2. Зәки Вәлидовтың сәйәси

                       эшмәкәрлеккә юлығыуы

Петроград. Батша заманында уҡ был ҡалала урынлашҡан Дәүләт Думаһында мосолмандар фракцияһы барлыҡҡа килгәйне. Шуларҙың береһе мосолмандар вәкиле - Әхмәтзәки Вәлиди Туған көндәрен ошо ҡалала үткәреп йөрөгән сағы.

Кис ғәҙәт иткән ваҡытта карауатҡа арҡа терәп ятып ҡарағайны - серем дә итмәне, йоҡлай ҙа алманы. Бер аҙ уйланып - борғоланып ятты ла тороп өйрәнгән эшенә - яҙыу-һыҙыуға тотондо, яҙмаларын ҡарап, төҙәтеп ултырҙы, мауығып китеп төн үткәнен дә һиҙмәй ҡалған икән. Шулай ҙа күңеле тыныс: Думаға алып бараһы ҡағыҙҙар тулыһынса әҙерләнеп бөткән.

Тәҙрә төбөнә килеп ҡалын бәрхәт ҡорғандарҙы киң итеп асып ебәрҙе, тышта ҡараңғы, февраль айында таң иртә килмәй әле. Тышта еңелтә генә ел иҫә, шикелле, ҡаршыла торған ағас остары теләр-теләмәҫ һелкенеп ала, ҡалтырағандай итә.

Петроградта тормош бигерәк тә һуңғы көндәрҙә ҡырҡа үҙгәрҙе, баш китерлек эштәр эшләнә. Ишетеүенсә, батша Дәүләт Думаһын өсөнсө тапҡыр инде ҡыуырға самалай. Думаның рәйесе Родзянканың Николай Икенсе менән һөйләшеүҙәре уңышһыҙ бөткән, батша үҙ ирке менән тәхеттән баш тартырға уйламай, тиҙәр. Ә ил эсендә эштәр бик хөрт: завод-фабрикаларҙың күбеһе эшләмәй. Халыҡ көн дә урамда. Ҡалала аслыҡ-яланғаслыҡ, аҙыҡ-түлек магазиндары алдына көн дә сират теҙелә, ләкин тәғәм ризыҡ һатҡан әҙәм юҡ. Төн булһа - йә аҙыҡ склады, йә магазин талана, осона сығыусы юҡ, булыр ине тикшереү эштәре алып барырҙай тәфтишсе көстәре бик самалы. Ҡораллы бәрелештәр көн дә тиерлек ҡабатланып тора. Ҡайҙа ҡарама - митинг, яҡынлаған полицияға таштар яуа, талаш-тартыш, йоҙороҡ һуғышы ғәҙәти хәлгә әйләнде. Урам тулы атлы һәм йәйәүле ғәскәр, полиция ҡулына пулеметтар таратылған, ә тәртипкә бер ҙә һалып булмай.

Ас кешене нисек тыяһың да нисек туҡтатаһың? Кисә генә меңгә яҡын кеше полиция кардонын өҙөп Дәүләт Думаһы бинаһына - Ҡырым һарайы майҙанына баҫып инде. Уларҙың ярһыу менән ҡысҡырыуҙары, янауҙары эскә ишетелеп тора. Ана, ҡайһылай ҡысҡыралар:

- Икмәк бирегеҙ, икмәк, ҡан эскестәр!

- Долой һуғыш! Йәшәһен демократик республика!

- Капиталист халуйҙарын хөкөмгә!

- Ер - крәҫтиәндәргә, завод - фабрикалар - эшселәргә.

Был юлы халыҡ оҙаҡ шаулаша алманы, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан атлы казактар отряды, ҡылыстарын болғай-болғай, ҡайнаған масса эсенә йомолдо һәм ҡылыстың тупаҫ яғы, ҡамсы менән ҡайыҙлай башланы. Йыйылған төркөм күҙ асып йомған арала таралды, тырым-тырағай ҡасҡандар артынан атлы казактар төштө һәм арттараҡ ҡалғандарын тумай-туҡмай оҙатты. Туҡмалыуҙан яра алғандар бихисап, ярай әле үлгәндәр юҡ. 

Ә бына бөгөн урамда нисек булыр - бер Хоҙайға ғына уныһы билдәле.

Эх, был донъя! Ҡапыл ғына аңлауы ла ҡыйын, тарихҡа күҙ ташлаһаң - тыныс тормошта, матурлыҡ өҫтәп йәшәгән дәүерҙәр һирәк булған икән дә баһа! Бигерәк тә был башҡорт халҡына ҡағыла. Тарих төпкөлөнә тәрәнерәк ингән һайын һыҙланыуҙар өҫтәлә бара. Дөйөм алғанда ла шул: донъя яратылғандан алып әҙәм балаһы йүнле итеп йәшәй алғаны юҡтыр, күрәһең. Тарихтың ҡайһы өлөшөн алһаң да тартыш-талаш, үлтереш, байлыҡ арттырыу өсөн күрше иләүҙәрҙе баҫыу, барымта - ҡарымта...

Был ысынбарлыҡтарҙы Әхмәтзәки төрки халыҡтарҙың тарихына иғтибарын арттырып, яҙышыу эсенә сумғандан һуң асты.

Ғилемгә, мәҙәниәткә ынтылыш, тарих менән ныҡлап шөғөлләнеү бабаһы Хәбибназар тәрбиәһе, уҡытыуы арҡаһында хасил булды. Хәбибназар ҡарттың Үтәк мәҙрәсәһендә биргән һабағы, тырыша- тырыша ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәтеүе бер ҙә юҡҡа булмаған икән. Рәхәтләнеп көнсығыштың бөйөк фекер эйәләренең китаптарын ҡат-ҡат уҡыны, зиһенен киңәйтте, ҡыҙығып китеп латин, шунан немец телдәрен өйрәнә башланы. Университетҡа инеү теләге менән Ҡазанға килде, китапханаларҙан сығышманы. Аҡсаһыҙ йәшәп буламы ни? Булмай, ләкин ул йәшәне, нисектер ғүмер итте, көнөн көнгә ялғаны. Асыҡҡан ваҡыттары ла бихисап булды, ләкин түҙҙе, уҡыуын ташлап ҡайтып китмәне. Ниһәйәт, ҡаланың “Ҡасимия” мәҙрәсәһенә эшкә урынлашты: ғәрәп теле, әҙәбиәте һәм төрки тарихын уҡыта башланы. Шуныһы һәйбәт иҫтә ҡалған: был мәҙрәсәлә ул ҡасандыр үҙе уҡып сыҡҡайны, белемде камил бирәләр бында. Бына ошонда дәрестәр үткәреү өсөн йыйған яҙмаларын тәртипкә килтерә башлағайны ҡыҙыҡты ла китте: төрки тарихын яҙыуҙы башланы, сығанаҡтар эҙләп тапты, өҫтәне, киңәйтте. Шулай итеп был яҙма үҫкәндән-үҫте. Яҙмаларҙың беренсе өлөшө баҫылып сығыуы булды, бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эседә йәш уҡытыусы мәшһүр шәхескә әйләнде лә ҡуйҙы. Иң тәүҙә йәш авторҙы олуғ ғалим Ризаитдин Фәхретдин өҫкә сөйҙө, уға  “төрөк тарихсыһы” тигән мөһөрҙө беренсе булып йәбештерҙе. Әллә Фәхретдиндың мөһөрө ярҙам итте, әллә тарихи яҙыу йөкмәткеле килеп сыҡты, нисек кенә булмаһын китте шул саҡ йылға йырылып: китапты Ҡырымдағы шөһрәтле Исмәғил Гаспаралы “Тәржемән” гәзитендә, Төркиәнән Йософ Аҡсура “Төрөк йорто” альманах-мәжмүгәһендә, Казандан Ашмарин, Катаев, Емельяновтар урыҫ ғилми баҫмаларында маҡтап яҙҙылар; мадъяр профессоры Вамбери, немец ғалимы Мартин Хартман ҡотлау хаттары ебәрҙе. Әлихан һәм Шәһингәрәй Бүкәйхандан, Өфөләге Сәлимгәрәй Солтан Йәнтуриндан ҡунаҡҡа саҡырыу ҡағыҙҙары килде.

Шуныһы ҡыҙыҡ: тағы бер уйламаған хәл килеп сыҡты. Университет белеме булмаған көйө уны, яңы баҫылып сыҡҡан китап авторы Әхмәтзәки Вәлидов әфәндене, Ҡазан университетының археология һәм тарих бүлеге Фирғәнә виләйәтенә ғилми экспедицияға ебәрҙе. Юлға сығыусылар унда барып етеп, әлегә фәнгә билдәле булмаған ҡулъяҙмалар китаптар йыйып алып ҡайтырға тейештәр.

Төркөстанға ғилми сәйәхәт уйлағандан да артығыраҡ һәм файҙалыраҡ килеп сыҡты. Уның һөҙөмтәләре Рәсәй археология йәмғиәтенең “Шәреҡ бүлеге яҙмаларында” баҫылды. Шул арҡала йәш тарихсы Самойлович, Радлов, Бартольд кеүек арҙаҡлы академиктар менән яҡындан танышты. Бартольд уны Петербург университетының көнсығыш факультетына уҡырға сыҡырҙы, ләкин Әхмәтзәки бер аҙ уйланып йөрөгәндән һуң икенсерәк юл һайланы: Рәсәй фәндәр академияһы тәҡдиме буйынса тағы Төркөстанға - Сәмәрҡәнд, Бохара, Фирғәнә яҡтарына икенсе ғилми сәйәхәткә сығып китте.

“Төрки тарихы”ның икенсе китабына ла етерлек материал йыйылды, шикелле. Быныһына төркиҙәрҙең милли-азатлыҡ хәрәкәтен, башҡорт ихтилалдарын, яуҙарын яҡтыртырға самаланы, шулай уҡ башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарының аҫабалыҡ тарихын, ер мәсьәләләрен, шул юҫыҡтағы батша указдарын ентекләп өйрәнде. Тарих, этнография күҙлегенән сығып башҡорт шәжәрәләрен ҡарап, сағыштырып, тикшереп сыҡты. Шулай итеп, бай ғына булған мәғлүмәт тупланды. Уға Төркөстанда йыйғандары өҫтәлде. Иркенләп ултыр ҙа - яҙ ҙа яҙ! Берәү ҙә ҡамасауламай һиңә.

Тик яҙмыш, көтөлмәгән донъя мәшәҡәттәре барыр юлыңды үҙенсә бороп ебәреүсән. Ҡапыл ғына Беренсе донъя һуғышы сығып китте. Әхмәтзәки Вәлидовҡа Өфөгә “Ғосмания” мәҙрәсәһенә ҡайтып, мөғәллимлек эшенә тотонорға тура килде.

Бына бер саҡ фронттағы уңышһыҙлыҡтар арҡаһында илдә сәйәси буталыштар башланды, милли хәрәкәттең көсәйә барыуы Дума эшенә лә тәьҫир итте. Ундағы мосолман-депутаттар бер фракция ойошторҙо. Фракция эшен даими алып барыу өсөн юғары әҙерлекле вәкил кәрәклеге беленгәс, Әлихан Бүкәйхан, Сәлимгәрәй Солтан кеүек арҙаҡлы мосолмандар яңы ҡалҡып сыҡҡан йәш ғалимдән дә уңайлыраҡ кешене тапманылар. 1915 йылдың икенсе яртыһында Өфөлә үткәрелгән бер-нисә мосолман йыйылышы Әхмәтзәки кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Бына шулай килеп эләкте ул Петербурға. Хәҙер икенсе йыл инде Думала эшләп йөрөүе.

Илдең һәләкәткә барыуы көн кеүек асыҡ: фротта уңышһыҙлыҡ артынан уңышһыҙлыҡтар, союзниктарҙан да күберәк файҙа көтөп булмай. Унда, үлемесле алыш яланында, мылтыҡтар, пулеметтар етешмәй, патрондар тураһында һөйләп тораһы да юҡ. Һалдаттар ас, ашатыу булһа - була, булмаһа - юҡ, көн-төн окопты ташламай ятҡандарҙы бет талай.       

Шул уҡ ваҡытта полиция ҡорал менән етерлек дәрәжәлә тәъмин ителә. Башҡала полицияһы биш меңгә тиклем арттырылды. Бынан тыш, йәйәүле һәм атлы ғәскәр - барыһы егерме батальондан артығыраҡ ғәскәр ҙә индерелде (5). Ни өсөн ошо тиклем ғәскәр фронтҡа ебәрелмәй ҡала эсендә тотола? Депутаттарға билдәле был хәл, Вәлидов та үтәнән - үтә күреп аңлап тора: батша власын һаҡлау өсөн, тәртип булдырыу өсөн, ас халыҡты ауыҙлыҡлап тотор өсөн.

Бик шомло ваҡыт, артабан ни булырын күҙаллауы ҡыйын, урамдағы талаш-тартыш ҙур дауға әйләнеп китмәгәйе. Һуғыш ваҡытында бер-нисә мең ғәскәрҙең фронт һыҙығында түгел, ә бында, ас-яланғас халыҡҡа ҡаршы тороуы ябай әҙәм балаһына һис тә аңлашылмай.

Фатирҙан Әхмәтзәки уңды, шикелле, тыныс урын, эшләргә лә ҡулай, иң мөһиме - берәү ҙә ҡамасауламай. Эргәлә генә Сәлимгәрәй Йәнтуриндың, ә артабаныраҡ Ҡотломөхәмәт Тевкелевтың йорто. Һуңғыһы, отставкалағы полковник, башҡортто ҡанға батырғын Алексей Тевкелевтың тыуасары. Улар икеһе лә ҡыш айҙарын башҡалалағы өйҙәрендә үткәрәләр, үҙ режимдәре менән йәшәйҙәр. Быша ошолар аша Әхмәтзәки иң абруйлы тип һаналған бик күптәр менән танышты. Таныш-тоноштоң күп булыуы насармы ни? Насар түгел, киреһенсә - яҡшы. Улар аша “ябыҡ” булған яңылыҡтарҙы беләһең, фекер алышаһың, бәхәскә керәһең...

Ә иң иҫтә ҡалған осрашыу билдәле яҙыусы Алексей Максимович Горький менән булды. Берҙән-бер көнө ул үҙе сыҡырып алды, хәл-әхеүәл һорашҡандан һуң эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды, нәшер иткән китабын ҙур иғтибар менән уҡып сығыуын әйтте һәм Рәсәй мосолман халыҡтары тарихына ныҡлап тотоноп, шуларҙы яҙырға ҡушты.

- Килеп сығырмы икән, Алексей Максимович, рус телендә яҙыу өсөн телде бик шәп белергә кәрәк бит!

- Бер ҙә борсолмағыҙ, килеп сығыр тип уйлайым, Әхмәтзәки Әхмәтшахович, яҙығыҙ! Үҙемә тапшырығыҙ! Профессор Виктор Кавалевскийҙың хеҙмәттәрен тағы бер ҡат ҡарап сығығыҙ, структураһына иғтибар итегеҙ! Һеҙгә уңыштар һәм ижади ҡомар теләйем!

Горькиҙең был һүҙҙәре ҡанат ҡуйғандай булды Әхмәтзәкигә, дәртләнеп үк китте ул. Ныҡлап тотондо ул был эшкә, ҡаланың архивтарында ҡаҙынды, экспедицияла йыйған мәғлүмәттәрҙе файҙаланды һәм 1916 йылдың көҙөнә ҡарай “Русия мосолмандары тарихы” тип аталған ҡулъяҙманы Горькийға килтереп тапшыра алды.

Бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, рус яҙыусыһы тағы саҡыртты:

- Үҙенсәлекле яҙылған, шәп килеп сыҡҡан,- тип маҡтаны ул,- берәй рус кешеһе тағы ҡарап сығыр, бер аҙ һүҙбәйләнештәрҙе камиллаштырһаҡ - бына тигән китап буласаҡ...

Уйҙарының осона сығып өлгөрмәне тышта атыш тауыштары яңғыраны, тертләп ҡуйҙы үҙе лә һиҙмәҫтән. Етмәһә өй хужаһы грузин: “Вәлидов әфәнде, тере ҡалғығыҙ килһә - урамға сыҡмағыҙ! Баш китерлек эштәр эшләнергә тора,- тип ҡат-ҡат киҫәтте. Шулай ҙа урамға сыҡты ул, ләкин тотҡарлыҡһыҙ үтеп китерлек түгел икән дә баһа! Осраҡлы осраған кешеләр аша шуны ишетеп белде: бөгөн, 26 февраль, көн дә тиерлек ҡабатланған ҡаршы торош  ҡан ҡойошҡа тиклем барып еткән: эшселәр демонстрацияһын һалдаттар утҡа тотоп, кемдәрҙелер атып үлтереп таратҡан. Петроград хәрби округы баш командующийы генерал Хабалов батшаны тынысландырырға теләп, бола баҫтырылды, тип Могилевҡа, батшаның ваҡытлы штабына, шатлыҡлы телеграф хәбәре ебәрә һалған.

27 февраль. Зәки Вәлидов тағы урамға сыҡты, тегендә -бында барып әйләнде. Ғәжәп хәл-күренеш уны аптырауға ҡалдырҙы: Петербург урамдары ҡораллы эшселәр менән тулған, һалдаттар полк-полк булып уларға ҡушыла башланы. Әлегә бер ерҙә лә атыш юҡ, тартыш бара. Ярһыған халыҡ Литейный күперен штурмлай башланы. Уны һаҡлап торған застава һәм полиция кордоны бер-нисә мең эшсенең ҡыҫымына түҙә алманы, аяҡ аҫтында ҡалды, ҡоралдары тартып алынды. Полиция начальнигы полковник Шалфеев халыҡ тулҡыны араһында ҡалды, атынан һөйрәп төшөрөлдө һәм ҡанға батып туҡмалған көйө мостовойҙа иҫһеҙ ятып ҡалды. Ҡала урам-урам булып  революцион эшселәр ҡулына күсә барҙы. Тора-бара эш атышҡа ла барып етте: Нева һәм Литейный проспекттары мөйөшөндә атлы жандармдар менән ҡаты бәрелеш башланды. Эшселәр мылтыҡтарҙан, револьверҙарҙан уларға ҡарай ут асты, өйөлгән урындарына бомбалар ырғытты. Бола күтәргән һәм халыҡ яғына күскән һалдаттар килеп етеп иҫән ҡалған жандармдарҙы уратып алды, ҡоралһыҙландырҙы.

Бына шулай итеп, Рәсәйҙә февраль революцияһы ғәмәлгә ашты.

Иртәгәһе көнө батша хөкүмәтенең булған министрҙары ҡулға алынды һәм Петоропавлов крепосына ябылып һаҡ аҫтына ултыртылды...

Күп тә үтмәне Думалағы мосолман фракцияһы йәнә бергә йыйылды. Кәңәшмәне асҡанда уҡ уның рәйесе Әхмәт Цаликов көн тәртибен аңғартты, русияның дәүләт ҡоролошо тураһында проект әҙерләргә тейешбеҙ, тип аңғартҡандан һуң бер юлы үҙ фекерен асып һалды: “Русия киләсәктә бүленмәҫ демократик дәүләт булырға тейеш! Һәм уға бөйөк держава булып ҡалыуы мотлаҡ. Русияның рус булмаған халыҡтары тик рустарға тотоноп ҡына алға, дөрөҫ юлдан бара ала”.

Цаликов үҙ телендә йүнләп һөйләшә, аралаша белмәй, шуға күрә ултырыштарҙы рус телендә алып бара, башҡалар ҙа шулай итә.

Рәйес һөйләп бөтөүгә үҙ фекерен әйтергә әйтергә ынтылып ултырған Зәки Вәлиди шунда уҡ ҡалҡты:

- Урыҫстандың бүленмәй торған дәүләт булыуынан берәүгә лә файҙа юҡ. Рус булмаған халыҡтар украиндар йәки финдәр кеүек тулы мөхтәриәтле булырға тейеш. Бөтә Русия мосолмандары съезына милләттәргә тупраҡлы мөхтәриәт талабы менән барырға тейешбеҙ.

- Һинең ундай талабың бөтөнләй аңлашылмай, фин, украин һымаҡ булырға ынтылыр алдынан халҡыңды һанап ҡара! -тип күтәрелде Иблиамин Әхтәмов,- Русия унитар дәүләт булырға тейеш, ә рус халҡы башҡаларға юл күрһәтер, кәрәк булһа - ярҙам итер.

Әхмәтзәки Вәлидов тағы ултырып сыҙаманы:

- Тарихҡа күҙ һалығыҙ! Урыҫ санауниктарының ныҡ “ярҙамы” арҡаһында күп ерҙәребеҙҙе юғалттыҡ. Минеңсә,  Урыҫстан эсендә үҙ аллы һәм ирекле ваҡ дәүләттәр йәшәргә тейеш, мәҫәлән, башҡорт иле, татар иле, ҡырғыҙ иле һәм башҡалар. Мосолмандарҙы нишләп милләттәргә айырырға? Уларҙы киреһенсә бергә ҡушыу хәйерле. Ваҡыты етһә Урыҫстан эсендә йәки эргәһендә ҙур мосолман иле ойошторорға була. Был мосолман иле Себер татарҙары менән тоташһа - урыҫ иленән бер ҙә ҡайтыш булмаясаҡ...

Йыйылыш шау-шоу менән барҙы. Вәлидовтың әйткәндәрен Сәлимгәрәй Солтан Йәнтурин һәм тағы бер-нисә кеше яҡлап сыҡты.

Сығыш яһаусыларҙан Ғаяз Исхаки, Садри Мәғсуди “Берҙәм Русия” тәғлимәтен алға этәрҙе. Башҡа халыҡтар дәүләтселек эше менән шөғөлләнерлек бейеклеккә күтәрелмәгән, шуға күрә улар Русия эсендә булырға тейеш, тигән фекерҙе тылҡынылар улар. Зәки Вәлиди һәм уны яҡлаусылар бындай фекер менән килешмәнеләр, мосолмандар иле барлыҡҡа килеүе Русияға ла файҙа буласаҡ, ул буфер ролен үтәүсе ил буласаҡ, тип үҙ фекерҙәрен алға һөрҙөләр.

Бер дөйөм һүҙгә килмәйенсә талаштылар-тартыштылар, әммә был болғаныштан бер файҙа ла булманы. Ҡысҡырыштан торған йыйылыштың осо-ҡырыйы күренмәне, бер-береһенең боғаҙына йәбешергә күп тә ҡалманы, шикелле... Кемдең тәҡдиме булғандыр, ниһәйәт, бер-береһен тыйып, тыныслана барып шундай ҡарарға килделәр:

1.Тиҙ арала мосолмандар съезы үткәрергә, шунда бөтә булған мәсьәләләрҙе ҡарап сығырға:

 2. Кәрәкле документтарҙы әҙерләү эшен Зәки әфәндегә йөкмәтергә!

Рәсәй эсендә унитаристарға ҡаршы бер ни ҡыла алмаҫын аңлап Әхмәтзәки үҙ фекерен яҡлаусыларҙы күбәйтеү маҡсатында, съезға әҙерләнеү осоронда Ташкент яҡтарына бармаҡсы булды. Алла бирһә, тәүҙә Төркистан съезын үткәрәсәк. Уларҙың ҡарары, Алла бирһә, Рәсәй мосолмандарына юл күрһәтәсәк.

Бына шулай итеп ул юлға сыҡты, юл ыңғайы электән таныш булған һәм яҙыусы тигән исеме сыҡҡан Мәжит Ғәфуригә һуғылып, уны тыуған ауылы Көҙәнгә алып барырға булды, тегенеһе оҙаҡ уйлап торманы, шунда уҡ ризалыҡ бирҙе.

Кискә ҡарай Көҙәнгә килеп еттеләр һәм сәй эскәндән һуң бер аҙ һөйләшеп ултырҙылар ҙа Вәлидиҙең тәҡдиме менән оҙаҡ ҡына ваҡыт осрашмаған туған-тумасаларҙын күреп сығырға тип өйҙән сығып киттеләр. Көҙәндә Вәлидинең туған-тумасаһы байтаҡ, хәлле йәшәйҙәр. Ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итеп булған ашамлыҡ-эсемлектәр менән ысын күңелдән һыйланылар, бындай олуғ шәхестәрҙең өйгә инеүенә ихлас шатландылар ябай ауыл кешеләре. Яңылыҡтарҙы иҫтәре китеп тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр һәм бәхәскә үҙҙәре үк инеп киттеләр. Бал эскән урында йырҙарға ла урын табылды...

                    3. Һуңғы император

Рәсәй императоры булып һуңыраҡ ултырасаҡ сабый 1868 йылдың 6 мартында донъяға килә, шул ваҡыттан башлап 1917 йылға тиклем императорҙың тыуған көнө дәүләт кимәлендәге байрам итеп үткәрелә башлай. Теләйһеңме-юҡмы, һин - байрам тантанаһында ҡатнашырға ттейешһең!

Атаһы Александр Александрович, Рәсәй ерлегендә тыуып-үҫкән дворян, әсәһе - Дания короле Христиан  IX -ң ҡыҙы принцесса Мария Федоровна Дагмар. Бала тыуғас та сабыйға Николай Чудотворец хөрмәтенә Николай исеме бирәләр, сиркәүҙә бик бай итеп, йөҙләгән ташыштарҙы саҡырып крестина үткәрәләр.

Бер йылдан һуң был ғаиләлә тағы бер малай донъяға килә, Александр тип нарыҡлайҙар уны. Ләкин ул, яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алмайынса, бер йәше тулып үткәс тә, нишләптер уйламағанда ауырып китеп, тиҙ генә  вафат булып ҡуя. Әсә кеше ныҡ ҡайғыра, әлбиттә. Ғәйебе булмаһа ла Александрҙың үлемендә үҙен ғәйепле тоя, оҙаҡ ваҡыт ауырып ята, үлем менән йәшәү араһында ҡалған ваҡыттары ла бихисап була, шулай ҙа тора-бирә йөрәкте бер туҡтауһыҙ өтөп торған ҡара ҡайғы тарала бирә, онотола бара, бер -бер артлы тыуған дүрт бала ҡайғыны ниндәйҙер миҡдарҙа баҫҡандай була. Улар: Георгий, Ксения, Михаил һәм Ольга.

Иң беренсе малай Николай теремек һәм аҡыллы бала булып үҫте, башҡалар ыңғайына шаярып ташлаһа ла, бер ваҡытта ла ата-әсә һүҙенән сыҡманы. Мария Федоровнаның тәрбиәһе арҡаһында Николай етди ҡарашлы кеше булып формалашты.

Уны уҡытыу һигеҙ йәш тулғас та башланды, уҡыуға бала бик маһир булыуы билдәле. Тиҙҙән Николай Александрович инглиз, франсуз, немец телдәрен яҡшы итеп өйрәнеп алды, русса ла грамоталы һәм матур каллиграфиялы итеп яҙып өйҙәгеләрҙе ҡыуандыра.   

Ләкин ул иркенләп уйнап алыу мөмкинлеген татыманы, башҡа балалар һыу ингән күлгә бер ваҡытта ла бара алманы, бер ваҡытта ла ҡысҡырып һөйләшергә, шаярырға яраманы уға, ябай халыҡтың балалары менән дә уҡмашып уйнағаны булманы. Уның эргәһенән бер ваҡытта ла придворныйҙар, хеҙмәтселәр китмәй һәр аҙымды ҡарап күҙәтеп, өйрәтеп торҙолар. Ә малайҙың үҙ тиҫтерҙәре менән уйнағыһы, киң урамдарҙа йүгергеһе, һыу төшкөһө, тауҙарға менеп-төшөп йөрөгөһө килә, тик барыһы ла ярамай уға. Бауға бәйләп йөөтөлгән маймыл балаһына оҡшата үҙен Николай, тик быуаттар буйына үҙ ағышы менән барған система тәртиптәрен үҙгәртеп булмаясағын ул аңлай. Батша булғыһы килмәй уның, хәрби кеше булғыһы килә. Тағы спектакль ҡарарға, музыка тыңларға ярата ул.

Һикһәненсе йылдар башында Коля көндәлек алып бара башланы, унда булып үткән хәл-ваҡиғаларҙың иң мөһимдәре генә теркәргә тырыша.

Әйткәндәй, Коляның бәләкәйҙән хәрби эшкә ынтылышы ҙур булды, бәлки бындай хис-тойғо ҡандан күскәндер, нисек кенә булмаһын ул гвардеецтар араһында булғанда үҙен хәрби кеше итеп тоя, ғорурлана, хәрби юлдан генералға тиклем үрләргә хыяллана. Нисек кенә булмаһын 1893 йылдан алып цесареевич Николай Преображенский полкының беренсе батальонында командир булып хеҙмәт итә башланы.

Хеҙмәттән бушаған ваҡыттарҙа театр ҡарарға йөрөй, бигерәк тә уны балет, музыкаль спектаклдар үҙенә тарта.

1894 йылдың октябрь айында атаһы, Рәсәй императоры Александр һыуыҡ тигеҙеүҙән ҡаты ауырып китте һәм ошо айҙың егермеһендә донъя ҡуйҙы. Шул уҡ көндө придворныйҙар, император свитаһы, хөкүмәт ағзалары яңы император Николай Икенсегә ант килтерәләр һәм ул Рәсәй батша-императоры итеп иғлан ителде. Ул ваҡытта уға 25 йәш тулған булғайны.

Атаһын һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәттәренән ҡотолғандан һуң, 14 ноябрь көнө, йәш император Ҡышҡы Һарай сиркәүендә өйләнеү церемонияһын  үткәреп ғаилә ҡорҙо. Ҡатыны немец принцессаһы Алиса Гессен-Дартштатская, инглиз королеваһы Викторияның ейәнсәре. Атаһы тере саҡта уҡ, Ливадияла (Ҡырым) дауаланып ятҡан ваҡытта, Алисаны саҡырып алып уға, Николайҙың кәләше булыуға, ризалыҡ биргәйне инде. Ҡыҙыҡай православный дингә күсеп Александра Федоровна исемен алды һәм императрица дәрәжәһен үҙ итте. Улар өлгөлө ғаилә булып бергәләп 25 йыл ғүмер иттеләр, бер ваҡытта ла икәү-ара фекер айырымлыҡтары булып талаш сыҡманы. Придворныйҙарҙың әйтеүе буйынса, Николай Икенсе ғәли йәнәптәре үҙенең ҡатынынан башҡа ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт иткән, ләкин яратмаған, юғары ҡатлам кешеләре араһында таралған флирт менән дә шөғөлләнмәгән. Бындай холҡон батшаға яҡынайып йылы урынға дәғүә итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар яратмай, әлбиттә. Шунда йөрөгән матурҙарҙы һайлап алып татып ҡарамаған батша - ниндәй батша була ул?

Николай Икенсе тәхеткә ултырғандан һуң, атаһынан айырмалы рәүештә, йомшаҡ күңелле хаким икәне асыҡланды. Ул үҙен уратып алғандар менән мөғәмәлә иткәндә ҡысҡырыу, аҡырыуҙы белмәне, һәр саҡ тыныс ҡалырға тырышты. Быныһы яҡшы һыҙат, әлбиттә, үҙеңдең һаулығыңды, нервыңды теүәл һаҡлайһың, башҡалар араһында абруйың да күтәрелә. Тыныс холоҡло етәксене кем яратмаһын инде!

Ә ул хакимлек иткән империя бик ҙур. XX быуат башында Рәсәй хәрби яҡтан да көслө илдәрҙең береһе һанала ине. Уның ҙур армияһы, булды, флоты ла көслөләрҙән һаналды.

Юғары власть органы - Министрҙар Кабинеты. Ун биш министерство араһынан киң компетенциялары менән финанс һәм эске эштәр министерствоһы башҡаларҙан айырылып торҙо. Уларҙың башында тороусылар туранан-тураға батша менән теләгән ваҡытта бәйләнешкә инә ала. Сиркәү эштәре менән Святейший Синод булыша. Административ яҡтан Россия 78 губернияға, 18 өлкәгә бүленгән.

Тәхеткә ултырғандың беренсе көндәренән үк Николай батша шуны төшөндө: һәр министерство үҙ алдына эш алып бара, берәй эш боҙолмайынса уларҙың нимә менән шөғөлләнгәндәрен берәү ҙә белә алмай, уларҙы министрҙар Кабинеты контролдә тотмай, тоторға ла тырышмай. Бындағылар әллә ҡасан уҡ үҙ ара дуҫлашып, туғанлашып, ҡоҙа-ҡоҙағый булып бөткәндәр. Кем, ҡайҙа, ниндәй миҡдарҙа аҡса тотона осона сығырмын тимә! Шуға күрә ул министрҙарҙы йыйып даими ултырыштар үткәреүҙе, уларҙың эшләнгән эштәре буйынса отчеттарын тыңлауҙы үҙ өҫтөнә алды.

Императорҙың мейеһенә Россия ҙур һәм ныҡ ил булып һеңешкән. Уның уйынса, был ил, ата-олаталар ғөрөф-ғәҙәте буйынса идара ителеп, элекке һалынған тәртип буйынса алға барырға тейеш. Әгәр ҙә батшаға берәй күрәҙәсе ошо ҙур илдең тиҙҙән һуғыш сығып китеп, Япониянан еңеләсәге йәки империяның нигеҙҙәрен ҡаҡшатырлыҡ революция тулҡындары буласағын алдан әйтһә - һис ваҡытта ла ышанмаҫ ине һәм ул күрәҙәсене иң беренсе дошман исемлегенә индерер ине. Әлегә император ғәҙәти эштәр менән шөғөлләнеп көндәрен үткәрә. Ауыр һорауҙар йәки буталсыҡ ысынбарлыҡ килеп тыуһа - һөйөклө ҡатыны менән кәңәшләшеп ала, ни сәбәптер, ләкин шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра - Алисаның кәңәше гел дөрөҫкә сығып тик тора. Күптәр уның ҡатыны менән кәңәшләшеп эш иткәнен яратмайҙар, был турала һирәк-һаяҡ булһа ла ғәйбәт һүҙҙәр ишетелеп ҡала, йәнәһе, ул - ҡатынының олторағы аҫтында көн итә, уның ҡолона әйләнгән һәм башҡалар. Ул, ҙур һәм көслө илдең императоры, бындай ваҡ-төйәк һүҙҙәргә иғтибар итмәй, ишетһә лә ишетмәмешкә һалыша, сөнки холоҡ-фиғылы шулай. Бына ошо арҡала Ҡышҡы Һарайҙы дөйөм тыныслыҡ боҙолмай, тормош һәүетемсә генә бара, кистәрен бер бал кисәләренән икенсе бал кисәләренә тоташып артабан дауам итә. Ғәҙәттә бал кисәләре иртәсәккә тиклем дауам тә һәм унда ҡатнашҡандар арып-талып төшкә тиклем йоҡо һимертәләр. Ҡайһы саҡ Николай балға бармай ҡала, бындай ваҡытта вельможалар, придворныйҙар яттан уның ҡатынын әрләйҙәр, беҙҙән ҡыҙғанып тағы ебәрмәне, тип фекер йөрөтәләр. Ысынбарлыҡта батша бер үҙе ҡалып ял итергә ярата, ауырыуҙан башы сыҡмаған ҡатынына барып әйләнә, китаптар уҡый, гәзит-журнал ҡараштырып сыға, көндәлеген тултыра, рискрипттар әҙерләй, элеккеләрен күҙ алдынан үткәрә, документтарға визалар ҡундыра, арыуын бөтөрөү өсөн шарап-хәмерҙәрҙе ауыҙ итеп ала, ләкин иҫергәнсе эсергә яратмай. Иҫереп йөрөгәндәрҙе күрә алмай ул, шайтан ҡотҡоһонда йөрөгән әҙәм балаһы тип ҡабул итә уларҙы. Россияла эскелекте бөтөрөп буламы ни? Булмай, әлбиттә, сөнки улар эскелектән тыйылырға мосолмандар түгел бит, ә христиандар. Христиандарҙа төрлө эсемлектәрҙе ҡабул итеү һәр тантананың атрибутикаһы булған, хәҙер ҙә шулай һәм артабан да шулай буласаҡ. Николай үҙе Молдавиянан, Грециянан, Италиянан, Астрахандан килгән шараптарҙы ауыҙ итеп ҡарағаны булды, ләкин береһен дә оҡшатманы уға. Һәр ашаған һәм эскән аҙығың файҙалы булырға тейеш. Уға Франциянан килтерелгән кагор ғына оҡшай. Кагорҙың нисек эшләнгәнен, составын да белә ул, был турала бер саҡ уҡығайны. Төрлө үләндәр төнәтмәһенән торған был шарап - шәп кенә дарыу, эсә белһәң - күп ауырыуҙарҙан һаҡлау мөмкинлегенә эйә. Әйтәйек, ул организм өсөн зыянлы булған паразит-микробтарҙы үлтерә, тәндән радионуклидтарҙы сығарып ташлай, шул уҡ ваҡытта микроэлементтар менән байыта һине. Тағы бронхи, астма кеүек ауырыуҙарға шәп дауа. Был осраҡта кагорҙы алоэ һәм шыйыҡ бал менән ҡушып эсергә кәрәк. Бер -ике айҙан ауырыуың һыпырып ташлағандай юҡҡа сығасаҡ.  Кагор шулай уҡ артыҡ һимереүҙән дә һаҡлай...

1895 йылдың аҙағында ҡатыны Александра Федоровнаның ауырлы икәне беленде. Бындай ҡыуаныслы яңылыҡ Николайҙың кәйефенә һис шикһеҙ ыңғай тәъҫир яһаны. Император, әлбиттә, малай тыуырын дүрт күҙ менән көттө, сөнки тәхет вариҫы булып борондан килгән йола буйынса батша улы ҡалырға тейеш.

Икенсе яҡтан, Александра Федоровнаның гемофилия менән ауырыуы бер аптырата, бер һағайта. Был ауырыу балаларға күсһә - тағы ҡыйыныраҡ буласаҡ бит, бәләкәй генә яра арҡаһында кеше был донъянан бик иртә китеүе ихтимал, сөнки, билдәле булыуынса, ҡан уҡмаша алмайынса яранан ағып бөтәсәк.

Тиҙҙән Александра Федоровна әсә булды - ҡыҙ балаға Ольга тигән исем ҡуштылар. Унан һуң Татьяна, Мария, Анастасия тыуҙы. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һау һәм ныҡ булып үҫеп киләләр, тырышып уҡыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәк һөнәрҙәргә - тегеү, сигеү, төймә тағыу кеүек эштәрҙе белеп, яратып башҡаралар.

1904 йылдың йәйендә, япондар менән һуғыштың ҡыҙған осоронда, Петергофта Александра Федоровна малай тапты. Бала беренсе ҡарамаҡҡа һау күренә. Атай кеше өсөн бынын да олораҡ ҡыуаныс бармы һуң? Алексей тип исем ҡуштылар уға. Бына хәҙер, шөкөр, тәхет вариҫы ла булды.  

Тик ҡыуаныс менән ҡайғы ҡайһы саҡ бергә килә икән! Һарай врачы Алешаның гемофилия менән ауырыу икәнен һиҙеп ҡалды, тикшерҙе, тағы тикшерҙе, баланың ауырыу икәненә тулыһына инанғандан һуң ғына был турала императорға еткерҙе. Батша ғаиләһе өсөн баланың һаулығын һаҡлау - дәүләти бурысҡа әйләнде. Бынан һуң баланың бер үҙен бер аҙымға ла ситкә ебәрмәнеләр, осло башлы уйынсыҡтар менән уйнауҙы тыйҙылар, яңылыш яра алып ҡуйыуҙан шыртланылар. Бер-нисә кеше малайҙы бер туҡтауһың күҙәтте, хатта ул йоҡлаған ваҡытта ике фройлинг эргәһендә ултырыр булды. Тормош шулай һәүетемсә генә бара ине әле, тик халыҡты болартыусылар табылды. Ярты мең йыл буйына нығынған империя сайҡала биреп ҡуйҙы. Болаларҙың йышайыуы батшаны еңелтә ҡурҡыуға һалды. Ниндәй юл менән ҡаршы торорға, ҡайһылай иткәндә дөрөҫ булыр икән? Аллам һаҡлаһын, ул , Рәсәй батшаһы, ҡан ҡойошҡа ҡырҡа ҡаршы, әлбиттә, ләкин халыҡты тынысландырыу юлын әлегә белмәй. Нишләргә?

1905 йылғы ҡуҙғыу нисек ҡапыл башланып китте - шулай тиҙ ҙурайҙы. Был ҡуҙғыш оҙайлы инҡилапҡа барып тоташыр тигән уй берәүҙең дә башында булмағандыр.

Поп Гапондың йәшерен ойошмаһында торған бер-нисә эшсене Путилов заводы директоры эштән ҡыуҙы. Эшселәр ҡыуылғандарҙы кире эшкә алырға, эш хаҡын күтәрергә тигән талаптар менән һайланған вәкилдәрен завод директорына, завод инспекторына, ҡала башлығына ебәрҙеләр, ләкин бер файҙа ла булманы, күпме йөрөһәләр ҙә йомоштары үтәлмәне, ҡайҙа барһалар ҙа ҡыуылып сыҡтылар. Ошо арҡала был заводта забастовка иғлан ителде, эш процессы туҡтап ҡалды. Путиловсыларға Судостроительный, Механический заводтар ҡушылды. Булмаған хәл булды:  7 ғинуарҙа Санкт-Петербургтың бөтә завод-фабрикаһы эшселәре эш ташланы.

Ошо ваҡытта забастовщиктар алдында поп Гапон пәйҙә булды, ул завод-фабрикаларға йөрөп сығып, эшселәрҙе батшаға барып ярҙам һорарға тип күндерә башланы. Тыңланылар, әлбиттә, батша менән иртәгә көндө осрашырға булдылар. Социаль-демократтар эшселәрҙе бармаҫҡа өндәне, батшаға барыһы ла билдәле, ләкин ул һеҙҙең турала уйламай тип тылҡынылар улар, һеҙ барыр урынға казактарҙы, һалдаттарҙы йыя башланылар. Тик уларҙы тыңлаусы булманы, халыҡ өсөн батша Аллаһы Тәғәлә менән халыҡ араһында торған берҙән-бер бәйләүсе фигура ине.

8 ғинуар. Ҡуҙғыған халыҡтың килерен ишеткән Николай Икенсе кәңәшмә йыйҙы, йыйылышта градоначальник Фулон, бөйөк кенәз Владимир Александрович, Һарай коменданты Воеков, полиция департаменты башлығы Лопухин, эске эштәр министры Святополк-Мирской ҡатнашты. Кәңәшмәне асҡан ыңғайы батша полиция департаменты Лопухинға беренсе һорауҙы бирҙе:

- Халыҡ массаһын туҡтатыу өсөн нимәләр эшләргә уйланығыҙ, Александр Александрович?

- Хөрмәтле император ғәли йәнәптәре! Был юлы полиция кардоны эске параметрға ҡуйыласаҡ, Ҡышҡы Һарайҙың үҙен һаҡ аҫтына аласаҡтар. Ҡапҡаның тышына һалдаттарҙы теҙеп ҡуясаҡбыҙ, уларға атлы казактар ярҙам итәсәк. Масса туҡтарға тигән приказды тыңламаһа бер-нисә залпты төбәп атып таратырға тура килер. Залптан һуң массаны казактар нагайлар менән ҡыуып таратыр.

- Нишләп төбәп атырға? Кеше баштары аша залп бирһәң - етмәйме ни - тип һүҙгә керҙе бөйөк кенәз Владимир Александрович - ҡан ҡойошһоҙ хәл итеп тә була бит! Аҡыллыраҡ берәй ысулын табырға кәрәк! Былай ҙа халыҡ асыулы.

- Башҡа ысул юҡ, социал-демократтар тип үҙҙәрен атаған террористарҙың ҡотортоуын тыңлаған халыҡты атмайынса еңеп булмай.  

Эске эштәр министры аяғүрә баҫып һүҙен дауам итте:   

- Император ғәли йәнәптәре хөрмәтле император Николай Александрович! Минең ҡаҡшамаҫ фекерем шул: дәүләтебеҙгә ҡаршы сыҡҡан, уның нигеҙҙәрен ҡаҡшатырға теләгән һәр кем яза алырға тейеш! Минеңсә - боласыларҙы йәлләмәй атып йығырға кәрәк! Башҡаларға, бәлки, фәһем булыр ине. Беҙ бындай яуаплы ваҡытта ҡыйыу эш итергә тейешбеҙ!

- Иван Александрович нисек уйлай ? - Батша Николай Икенсе ҡала хужаһының уйын белергә уйланы.

Фулон торҙо ла һәрт һүҙгә баҫым яһап һөйләп алып китте:

- Тормошта тейеш нәмә күп була торған, ләкин теләһә ниндәй эште берәүгә лә зыяны булмаған юл менән башҡарырға кәрәк. Минеңсә, һалдаттарҙы сығарып теҙеү кәрәкмәй, ул ғына ла түгел, һөйөклө императорыбыҙ Николай Александрович улар алдында сығыш яһаһа, уларға ирек вәғәҙә итһә - бик яҡшы булыр ине. Тәртипте һаҡлау өсөн минеңсә полициянан башҡа бер-ниндәй хәрби берәмек кәрәкмәй.

Эске эштәр министры ҡыҙып китте:

- Ни һөйләйһегеҙ һеҙ? Башығыҙ ҡайҙа һеҙҙең? Императорҙан еңел генә ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ киләме? Император ғәли йәнәптәрен халыҡ алдына сығарырға ярамай. Я-ра-май! Сөнки атып, йә шартлатып үлтереүҙәре бар! Масса араһында террористар юҡ тип уйлайһығыҙмы әллә? Улай булһа - яңылышаһығыҙ! Кем дәүләт тәртиптәренә ҡаршы сыға, шуларҙы аҫып, атып бөтөрөгә кәрәк, иң беренсе нәүбәттә үҙҙәрен “большевик” тип атаған бәндәләрҙе ҡырып бөтөрөргә кәрәк...

Йыйылыштағылар нимәгәлер риза булмай бер юлы реплика ташлап, шаулашып алып киттеләр. Берәүҙе икенсеһе тыңламай, торғаны менән бер баҙар, ситтән ҡарап күҙәтеп торһаң - батша эргәһендәге кәңәшмә тип уйламаҫһың да. Былар ни хәмер эсеп алып һуғышырға йөрөгән әҙәмдәргә оҡшағандар түгелме?

Батшаның башында тап ошондай уйҙар өйөрөлдө.

- Туҡтағыҙ әле, әфәнделәр! Шаулашмағыҙ! Эш шулай тора: һалдаттарға, казактарға, полицияға тупланырға рискрипт бирелгән, урындары тәғәйенләнгән. Улар иртә менән үҙ урындарына барып урынлашасаҡ. Ә беҙҙең ҡәҙерле императорыбыҙ бөгөн үк Царское Селоға китеүе хәйерле. Халыҡты тыйыу Николай Александровичтың функцияһына инмәй! Уныһы - беҙҙең эш. Батшаны был эшкә бутамайыҡ әле, хөрмәтле әфәнделәр.

Талашлы-тартышлы кәңәшмә оҙаҡҡа барманы. Ҡышҡы Һарайға халыҡты үткәрмәү өсөн һалдаттар саҡырырға ҡарар ҡылдылар. Халыҡ менән осрашыу теләге батшала ла булманы, шикелле, ул был турала башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Башҡа мәсьәләләр буйынса ҡәтғи бер ҡарарға килә алмайынса тартҡылаштылар-тартҡылаштылар ҙа ахыры таралыштылар. Кәңәшмәнән һуң  Николай Икенсе шунда уҡ Царское Селоға китеп юғалды.

9 ғинуар. Ҡала урамдары халыҡ менән тулды. Эшселәр иконалар, флагтар тотоп, бала-сағаларын, ҡатындарын эйәртеп Ҡышҡы Һарайға ҡарай йүнәлделәр. Бөтәһенең дә кәйефе байрамса. 140 меңлек халыҡты  һалдаттар һәм атлы казактар ҡаршы алды һәм халыҡ төркөмөнә ҡарай төбәп аяуһыҙ ут асты. Майҙан тиҙ арала ҡыҙыл ҡанға мансылды. Халыҡ тирә-яҡҡа һибелеп ҡасып ҡараһа ла пулялар ҡыуып етте, бер-нисә залптан һуң тыҡрыҡта йәшенеп торған казактар ҡылыстарын ҡындан сығарып халыҡ араһына йыртып инде. Майҙанда ҡот осҡос мәхшәр башланды, аттан тапалғандар, пулянан яраланып хәлһеҙ ятҡандар йәки үлгәндәр менән урам сыбарланды. Кемдер казактарға ҡаршы тороп маташты, ләкин ҡоралһыҙ көйө ҡаршылашыуҙар бер файҙа ла бирмәне. Ҡоралһыҙ ҡала халҡы алдына шундай хәҡиҡәт килеп баҫты: ҡоралға ҡаршы тик ҡорал менән генә ҡаршы тороп була икән! Тимәк, ҡоралға тотонорға кәрәк! Үлгәндәр өсөн үс алырға, алышырға!

  Батшаға барыу меңләгән кешенең үлеме менән тамаланды, яралыларҙың ыңғырашыуҙары йөрәккә ут булып ултырҙы.

 Ошо “Ҡанлы йәкшәмбе”нән һуң батша “Ҡанлы Николай” ҡушаматы алды. Ошо көн Беренсе рус революцияһы башланған көн булып тарих биттәренә инде. Тап ошо көндө батшаға булған бөтә ышаныстар селпәрәмә килде. Эшселәр өсөн батша яҡлаусынан ҡан дошманға әйләнде. Революцияға ынтылыш  мейеләрҙә яралды, уны өттө, алға әйҙәне, үлемесле көрәшкә саҡырҙы. Көрәш юлына баҫыу берҙән-бер ысулға әйләнә барҙы. Халыҡтың йәне көйҙө, ул ҡайнаны, үсекте, үс тотто.

Тиҙҙән революция уты бөтә Рәсәйҙе ҡаплап алды. Алты йөҙҙән ашыу хәрби завод эшләүҙән туҡтаны. Ҙур ҡалаларҙағы манифестациялар, митингтар, демонстрациялар ҡораллы ҡаршы торошҡа әйләнеп, ике яҡлап атыштар менән тамамланыуҙар йышайҙы. Күп тә үтмәне крәҫтиәндәр ҙә баш күтәрҙе, төрлө урындарҙа баярҙарҙың, алпауыттарҙың имениеларын яндырыу, уларҙың байлыҡтарын бүлеп алыу башланды. Империяның таянысы булған һалдаттарҙың һәм матростарҙың баш бирмәү осраҡтары теркәлде. Ҡара диңгеҙҙә “Князь Потемкин Таврический” броненосецы баш күтәрҙе, офицерҙарын ҡулға алып, флот флагын ҡыҙыл әләмгә алмаштырҙы ул. Уға ҡаршы ебәрелгән флот атыуҙан баш тартты һәм броненосец эргәһенән бер-ниндәй залп бирмәйенсә карабелдәр үтеп китте. Мәскәү урамдарындағы ҡораллы бәрелештәр аҙна-ун көнгә һуҙылды.

Репрессияларҙан бер ниндәй файҙа булманы. Император үҙе эргәһендәгеләрҙең ҡыҫымы арҡаһында артҡа сигенергә ҡарар ҡылды. Шул арҡала “17 октябрь манифесы” тип халыҡ тарафынан аталған ҡарар барлыҡҡа килде. Ысынбарлыҡта “Об усовершенствовании государственного порядка” тип аталған был рискриптта граждандарҙың ирке иғлан ителде, Дәүләт Думаһында һәм Дәүләт Советында эшләгәндәрҙән Европа өлгөһөндәге парламент төҙөлдө. Артабанғы ваҡиғалар ағымы Дума менән бәйле болғаныштар менән бәйле булды. Беренсе дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте. Ләкин ул бигерәк “һул” булғаны өсөн батша тарафынан таратылды. Икенсе дәүләт Думаһы ла күп эшләмәне - ҡыуып таратылды. Өсөнсө дәүләт Думаһы 1907 йылдың ноябрь айынан 1912 йылдың июненә тиклем эшләй алды. Улар ҡабул иткән иң мөһим закондар:

- ун сәғәтлек эш көнөн индереү;

- илдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғын ирҙәрҙеке менән тиңләү;
  - ярҙам кассалары булдырыу;

- эшселәр менән эш биреүселәр араһындағы бәхәстәрҙе хәл итеү өсөн завод-фабрикаларҙа конфликт комиссиялары ойоштороу;   

- аграр мәсьәлә буйынса Столыпин ер реформаһын тормошҡа ашырыу;

Ләкин Думаның ынтылыщы һәм ҡарары бушҡа булды: ер реформаһына ҡағылған закондарҙан башҡалары тормошҡа ашманы.                         

Беренсе рус революцияһы еңелде. Тынысыраҡ йәшәйеш осоро ете йыл дауам итте. Унан һуң Рәсәй алдына тағы бер етди һынау килеп баҫты: 1914 йылдың йәйендә Беренсе донъя һуғышы башланып китте. Батша һәм уның генералдары башта һуғышта ҡатнашырға теләмәнеләр, шулай ҙа быны ғәмәлгә ашырырға тура килде.

28 июнь көнө Австрия Сербияға һуғыш иғлан итте, ә 1 августа Германия Россияға һуғыш иғлан итте. Ошо көндән башлап Россия һуғышҡа инде тип һанала. Ике йыл һуғыш осоронда рус армияһының күҙгә күренерҙәй уңыштары булманы, позицияла ятып алға ла, артҡа ла китмәй һуғышыу ғәҙәткә инде, сөнки ике яҡта ла һуғышырға ынтылыщ бик һүлпән ине. 1916 йылдың майында ғына генерал Брусилов австро-венгрия армияларын Галицияла сигендереүгә өлгәшә алды һәм шуның менән бөтә еңеү вәссәләм. Артабанғы осорҙа, февраль революцияһына тиклемге арала, фронттағы яңылыҡтар әллә ни ҡыуандырырлыҡ булмай, ә ил эсендәге дөйөм кризис көсәйгәндән-көсәйә генә бара. Революцион тулҡын бөтә социаль төркөмдәрҙе ҡуҙғыта, ярһыта, күп халыҡ бөтә проблемаларҙы тыуҙырыусы император тип фекер йөрөтә. Һуғыш батшаның абруйын тағы ла аҫҡараҡ төшөрҙө, эшсе-крәҫтиәндәрҙең күпселек өлөшөнә хәҙер ул яҡлаусы түгел, ә беренсе номерлы дошманға әйләнде.

Большевиктар һалдаттар араһында киң пропагандә эшен алып барҙы, дошман һалдаттары менән “туғанлашырға” саҡырҙы, штыктарҙы кирегә бороп, үҙ хакимдарына ҡаршы йүнәлтергә һәм буласаҡ революцияға дәррәү ҡушылырға өндәне. Фронт һыҙығында “туғанлашыу” ваҡиғалары ваҡыт-ваҡыт ҡабатлана башланы, сөнки ябай һалдат өсөн был һуғыш бөтөнләйгә кәрәкмәй ине.

Шулай итеп,  Россия ҙур социаль-политик болғаныштар алдына килеп баҫа.

 

                         4. Автономия өсөн көрәш

Ваҡытлы хөкүмәт милли мәсьәлә буйынса аныҡ ҡына итеп бер-ни ҙә әйтә алмаған осорҙа большевиктар үҙ программаһы менән сыға. Үҙҙәренең 24-29 апрелдә үткәргән VII Бөтә Россия конференцияһында улар резолюция ҡабул иткән. Был резолюцияла аңлайышлы итеп түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:

“Россия эсенә ингән милләттәрҙең барыһына ла ирекле рәүештә айырылып, үҙ-аллы дәүләт хоҡуғы бирелергә тейеш. Шул хоҡуҡты кире ҡағыу һәм ғәмәлдә үтәлешен тәьмин итерлек сара күрмәү баҫҡынсылыҡ һәм аннекция политикаһын яҡлаусыға тиң  (6).

Большевиктарҙың резолюцияһы Ваҡытлы хөкүмәт белдереүҙәренән ҡырҡа айырылып торған һәм башҡорттарҙың теләгенә тулыһынса яуап биргән. Шуның өсөн башҡорттар большевиктарҙың власть өсөн көрәшеүен хуп күргән һәм уларҙың еңеүен теләгән. Большевиктарҙың апрель конференцияһында ҡабул иткән резолюцияһына таянып, башҡорттар милли-территориль үҙбилдәләнешкә ныҡлы йүнәлеш алған. Был турала 1917 йылдың майындағы Бөтә Россия мосолман съезында башҡорт делегацияһы территориаль үҙбилдәләнешкә ирешер өсөн, аграр мәсьәләне халыҡ ихтияжынан сығып хәл итер өсөн көрәшәсәктәре хаҡында ап-асыҡ итеп белдерә.

Ә башҡорттарға килгәндә, улар бик күп ҡаршылыҡтар булыу арҡаһында үҙ аллы милли һәм ерле дәүләт төҙөү тураһында хыяллана ғына алған. Татарҙар шул уҡ съезда Россия һәм Себер мосолмандарына милли-мәҙәни йүнәлешле генә автономия алыу уңайлыраҡ тип сығыш яһағандар, сөнки уларҙың ата- бабаларынан ҡалған үҙ ере булмаған, Казан ере рус дәүләтенең ере һаналған. Шулай булғас, милли-территориаль мәнфәғәттәре лә ярала алмаған уларҙың. Булмаған ерҙе ҡайҙан алаһың? Ерле башҡортҡа көнләшеү һәм үсләшеү тойғоһо ла татар зыялыларында ошо арҡала барлыҡҡа килгән.

Бөтә Россия мосолман съезындағы иллеләп кешенән торған башҡорт төркөмө автономия һәм ер хаҡында һөйләшер өсөн айырым ҡоролтай йыйырға ҡарар итеп, әҙерлек комитеты төҙөгән. Комитет ағзаһы итеп һайланған Сәғит Мерәсов менән Аллабирҙе Йәғәфәровтың ҙур тырышлығы менән 1917 йылдың 20 июлендә Ырымбурҙа беренсе Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы йыйылған. Ҡоролтайға Өфө, Һамар, Пермь, Ырымбур губерниялары башҡорттарының төрлө ҡатламдағы вәкилдәре килгән. Был ҡоролтайҙа юғарғы милли власть органы итеп Башҡорт Мәркәз шураһы һайланған һәм урындарҙа милли власть органдары ойошторорға, иң мөһиме - айырым башҡорт ғәскәре төҙөргә ҡарар ителгән.

Бер айҙан һуң, 25 август көнө, Өфөлә Икенсе Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы йыйыла, ул Бөтә Россия учредитель йыйылышына һайлауҙарға әҙерләнеү мәсьәләһен ҡараған. Учредительный йыйылыш асылмаҫ борон башҡорт автономияһын иғлан итеп, шуны йыйылыштан хуплатырға уйлашҡандар.

Шул арала көслө революцион тулҡын булып, Октябрь революцияһы башланып китә һәм еңә. Шул арҡала власть башында торған Ваҡытлы хөкүмәт төшөрөлгән. Тарихта “Бөйөк октябрь социалистик революцияһы” йәки “Октябрь түңкәрелеше” тип аталған революция 1917 йылдың 25 октябрендә ғәмәлгә ашҡан һәм властҡа большевиктар килгән.

Ноябрь башында В.И. Ленин етәкселегендәге халыҡ комиссарҙар Советы “Россия халыҡтарының хоҡуғы хаҡында декларация” ҡабул иткән һәм “Россия халыҡтарынан айырылып, үҙ аллы дәүләт төҙөр дәрәжәләге ирекле үҙбилдәләнеш хоҡуғын” дөрөҫләгән. Был декларация, әлбиттә, башҡорт күңеленә, уй-хыялдарына хуш килгән.

Совет хөкүмәте биргән хоҡуҡҡа таянып, Башҡорт мәркәз шураһы, икенсе төрлө әйткәндә, Башҡорт иленең Юғары Советы  15 ноябрь көнө Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губернияларындағы бөтә башҡорт территорияһын Россия территорияһының автономиялы өлөшө тип иғлан иткән. Шул ваҡытта уҡ совет власына ҡаршы булған оппозицияһының баш күтәрәсәген һәм ул бәрелештәргә килтерәсәген һиҙеп һәм аңлап, был Шура 11 ноябрь көнө үҙенең беренсе фарманын сығарып былай тип яҙа:

Башҡорт халҡына сәйәси төркөмдәрҙең эшенә ҡыҫылып, көстө тарҡатыу һис тә ярамай, сөнки ҡыҫылыу башҡорт халҡының милли һәм ерле автономияһын ғәмәлгә атҡарыуға тотҡарлыҡ яһар ине...Беҙ большевик та, меньнешик та түгел, беҙ - башҡорт. Беҙ кем яҡлы булырға тейеш? Бер кем яҡлы ла түгел. Беҙ үҙебеҙ яҡлы”.

1917 йылдың 8 - 20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡоростан ҡоролтайы 15 ноябрь көнө иғлан ителгән Башҡортостан автономияһын р а ҫ л а ғ а н.

Был тарихи ваҡиғаға йәше, ҡарты - һәммәһе лә бик ҡыуанған. Был юлы бөтә башҡортто, уның бөтә социаль төркөмөн уртаҡ ҡыуаныс берләштергән, күк ҡабағы асылып яҡтырып киткәндәй булған. Автономиялы булыуҙа быуаттар буйына йыйылған азатлыҡ хыялының тормошҡа ашыуын күргән башҡорт халҡы.

Ләкин башҡорт автономияһына ҡаршы татарҙар ҡалҡып сыҡҡан. Улар башҡорттарҙы милли сепаратизмда (айырылыуҙа) ғәйепләп, һөжүм башлаған, ҡоролтайҙы хәрби көс менән ҡыуып таратырға маташҡан. Ундағы эш барып сыҡмағас, башҡорт автономияһына ҡырҡа ҡаршылыҡ белдереп, Ҡоролтайға ультиматум яһаған.

Шуна әйтеп үтергә кәрәк, татар зыялылары ер мәсьәләһендә үҙенсәлекле фекер йөрөткәндәр: башҡорт ерҙәрен дөйөм фондҡа алып киренән татар, башҡорттарға тип-тигеҙ итеп бүлеп бирергә самалағандар, һәр башҡорт ауылы янына татар ауылдары урынлаштырырға ынтылғандар. Был турала улар сығарған “Юлдуз” гәзите былай тип яҙа:

“Беҙҙең башҡорт туғандарҙа ер артыҡ күп...Әгәр яңынан тигеҙләп бүлеү үткәргәндә, башҡорт ауылдарының күп кенә ере артып ҡаласаҡ, унда ҡушлап тағы ауыл төҙөргә мөмкин буласаҡ. Әгәр яңы ауыл мосолмандарҙан торһа - шәп буласаҡ, әгәр башҡа милләт килеп ултырһа -берәүгә лә күңелле булмаясаҡ” (7).

Татарҙарҙың “Вакыт” гәзите быға тиклем ҡолаҡ ишетмәгән тағы бер яңылыҡ аса. Ул, башҡорт халҡы юҡ, улар икенсе деалектта һөйләшкән, тау-урмандар араһында йәшәп ҡалған татарҙарҙың бер өлөшө, тип һанап түбәндәгеләрҙе бәйән итә:

“Беҙ башҡортто “башҡорт” тип атап әйтеү  яғында түгелбеҙ... татар, башҡорт тип бәләкәй генә деалект арҡаһында татар халҡын икегә айырыу бөтөнләйгә ярамай торған эш” (8).

Алғараҡ китеп ошо мәсьәләләргә ҡағылышлы бер эпизодты яҙып китмәйенсә булмай. Бәләкәй Башҡортостандан ситтә ҡалған башҡорт ерҙәрен үҙҙәренә ҡушып алыу теләге менән бер төркөм татар зыялылары 1920 йылдың 22 мартында В.И. Ленинға инә. Шуларҙың береһе С. Сәйедгәлиев ( тексты боҙмаҫ өсөн рус телендә бирәбеҙ) былай тип яҙа: 

Касаясь вопроса о башкирах, которые остались за пределами Малой Башкирии и, по нашему мнению, должны были войти в Татарскую республику, мы храбро старались убедить Ильича в том, что между татарами и башкирами, в сущности, разницы почти нет. На это Ильич примерно в таком смысле ставил нам ряд вопросов:

- А есть разница в языках и наречиях татар и башкир?

- Есть, но совсем незначительная и то среди крестьян,- следовал наш ответ.

Затем мы указали на то, что вражда к татарам ограничивается лишь узким кругом шовинистически настроенной башкирской интеллигенции.

Тогда Ильич задал нам примерно такой вопрос:

- Ну а кто же недавно выгонял с побоями из башкирских деревень татарских учителей и даже мулл как колонизаторский элемент, башкирская интеллигенция или сами крестьяне?

Конечно,- отвечали мы,- делали это крестьяне, но это было результатом агитации башкирской интеллигенции.

- А кто сформировал полки и бригады из башкирских крестьян и сумел их повести в бой против кого угодно?

- Тоже башкирская интеллигенция,- тихо прошептали мы упавшим голосом.

На несколько секунд беседа прервалась. Мы молчали, ибо дальше некуда было ехать. Ильич нас поставил, что называется, прямо лицом в угол. Этими тремя простыми вопросами Ильич дал нам великолепный урок в том, как одна из только что освободившихся национальностей, сравнительно более сильная, не должна брать на себя роль благодетеля по отношению к менее сильной народности, а тем более вопреки ее желаниям” (9).

Ә ысынбарлыҡта беҙ - айырым милләт, беҙ татар ҙа, нуғай ҙа, ҡарағалпаҡ та түгел, Зәки Вәлиди әйткәнсе: беҙ - башҡорттар. Шул хәҡиҡәтте аңлағанға күрә башҡорт зыялылары үлемесле көрәшкә сыҡҡандар һәм “автономия өсөн ныҡ торғандар” (10).

Иғлан итеү менән генә автономия була һалып бармай бит инде, быны башҡорт хөкүмәте бик яҡшы аңлаған. Башҡортостанда һаманда ҡатмарлы хәл һаҡланған: халыҡтың күпселеген тәшкил иткән урыҫтар һәм татарҙар автономияға ҡырҡа ҡаршы булғандар, улар уйлауынса, автономия керетелһә - башҡорт булмаған бар халыҡ был ерҙәрҙән, йәнәһе, ҡыуып сығарыла. Бындай һүҙҙәрҙе улар үҙҙәре үк юрый таратып йөрөгәндәр. Икенсенән, Башҡортостан еренең бальшевиктар менән контрреволюцион казактар ҡулы аҫтына ҡалып ике өлөшкә бүленеп тороуы - тағы өҫтәмә ҡыйынлыҡтарға килтергән. Шуға күрә башҡорттар автономияны рәсми рәүештә раҫлатыр һәм юридик яҡтан нығытыр өсөн Совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә булғандар. Шулай итеп, улар берҙән-бер булған дөрөҫ юлды һайлағандар. Совет хөкүмәте автономияны тотҡарлыҡһыҙ раҫлар тип башҡорттар ныҡ ышанған.

Мәсьәләнең анһат ҡына хәл ителеренә ышанған башҡорт хөкүмәте 1918 йылдың ғинуар башында Шәриф Манатовҡа Халыҡ комиссарҙары Советының рәйесе В.И. Ленин менән автономияны раҫлау тураһында барып һөйләшергә ҡушҡан. Манатов Ленин менән етенсе ғинуарҙа осраша алған. Шул саҡта Владимир Ильич: “Беҙ башҡорт хәрәкәтен беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән контрреволюцион хәрәкәткә һанамайбыҙ. Беҙ көнсығыш халыҡтарының милли хәрәкәтен бик тәбиғи һәм кәрәк тип һанайбыҙ. Көнсығыш халыҡтары социаль революцияға милли революция аша ғына килә ала.”- тигән. Дөрөҫ һүҙҙәр, әлбиттә. Ләкин был юлы юлбашсы “бындай мәсьәләне тәүҙә ныҡлап өйрәнергә кәрәк әле, ҡабаланыу һис тә ярамай”- тип автономияны раҫламаған. Ваҡиғаның бындай боролош алыуы башҡорт зыялыларын аптырауҙа ҡалдырған.

Башҡорт хөкүмәте  Ырымбурҙа урынлашып, ойошоп йөрөгән саҡта, йәғни Октябрь революцияһы еңгән көндән алып, ҡала атаман Дутов ҡулында була. Яңы өйөшторолған Башҡорт хөкүмәте битарафлыҡ (нейтраллыҡ) һаҡлаған һәм был турала ул, Башҡорт Мәркәз шураһы, бер-нисә тапҡыр белдереү яһаған. Хатта Ырымбурҙы Ҡыҙыл гвардия частары баҫып алып, Дутовты ҡыуып ебәргәс тә Шура ҡаланан китмәйенсә үҙ эшен дауаи иткән. Ул Совет власына ҡарата ҡат-ҡат яҡшы мөнәсәбәт белдергән һәм үҙе лә шундай уҡ мөнәсәбәтте көткән. Ләкин ҡыҙыл гвардия командованиеһы ике властлылыҡ барлыҡҡа килеүҙән ҡурҡып, башҡорт хөкүмәтенә ҡаршы киткән һәм уны “контрреволюцион хөкүмәт” тип булмаған сәбәпте йәбештереп, ҡулға алырға бойороҡ биргән. Был эштә татар зыялылары ярҙамға килгәндәр, улар башҡорттарҙы Дутов яҡлы тип яманлағандар, гәзит биттәренә яҙғандар, халыҡ араһында бысраҡ һүҙҙәр таратҡандар, Советтарға ҡаршы ҡуйыр өсөн бөтә булған ысулдарҙы ҡулланғандар.

 

                 5. Башҡорт хөкүмәте төрмәлә

1918 йылдың 4 февралендә большевиктарҙың Ырымбур губерния хәрби революцион комитеты Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәгә япҡан һәм хөкүмәт ихтияжына йыйылған 217 мең һум аҡсаһын тартып алып үҙләштергән.

Башҡорт хөкүмәтенең ҡулға алыныуын ишеткән башҡорт халҡы бигерәк ныҡ шаҡ ҡатҡан. Ябай халыҡ өсөн был башҡа һыйҙыра алмаҫлыҡ бер хәл-ваҡиға булып килеп еткән.      

...Өсөнсө февраль. Төн уртаһы.

Әхмәтзәки Вәлидов бер аҙ серем итә башлауы булды, нишләптер тертләп уянып китте, шунда уҡ йоҡоһо осто. Тороп, йыуынып алып өҫтәл артына ултырып яҙа башлағайны ғына - ишек шаҡынылар.

- Инегеҙ, инегеҙ, ишек асыҡ бит.

Өйгә ике ҡораллы һалдат менән офицер килеп инде. Һаулыҡ һорашыу юҡ.

- Һеҙме Зәки Вәлидов тигән кеше.

- Мин. Мине белмәйһегеҙме әллә?

- Беләбеҙ. Белһәк тә һорашырға һәм инанырға тейешебеҙ, инструкция шулай ҡуша.

- Шунан?

- Шунан шул, Зәки әфәнде! Кейенегеҙ! Һеҙҙе ҡулға алырға килдек.

- Бер ни ҙә аңламайым. Кем бойороғо менән килдегеҙ?- Вәлидов офицерға күҙ ташланы,- ордерығыҙ ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле?

- Бына ордер, ҡарағыҙ! Тик мыштырламағыҙ, тиҙ генә кейенегеҙ! Ваҡыт юҡ беҙҙең! Тиҙ арала килтереп еткерергә ҡуштылар?

- Кемдәр ҡушты?

- Командирҙарыбыҙ. Йәһәтләп кейенегеҙ, иркенләп һөйләшеп торорға ваҡытыбыҙ юҡ!

Мылтыҡлы кешеләргә бойһонорға тура килде. Урам буйлап туп-тура губерния төрмәһенә алып киттеләр, юлда осраған йәки арҡыры үткән бер әҙәмде күрмәҫһең, барыһы ла урамдағы тәртипһеҙлектән, мәхшәрҙән ҡурҡып-өркөп бөткән, урамда кис йәки төндә түгел, хатта көпә-көндөҙ йөрөүө лә ҡурҡыныс хәҙер. Буштан-буш атып йыға ла китәләр, берәү ҙә тикшереп тормай. Шундай ваҡыт: көслөнөкө - замана. Демократияның “д” хәрефе лә күренмәй.

Бына төрмә. Ҡараңғы оҙон залдың бер мөйөшөндә ҡулға алынған бер төркөм хөкүмәт ағзалары һаҡ аҫтында ултыра: Сәғит Мирасов, Илдархан Мутин, Аллабирҙе Йәғәфәров, Абдулла Әҙеһәмов, Ғәлиәхмәт Айытбаев, бына килеп -  Әхмәтзәки Вәлидов.

Һәр береһе борсола, ләкин хөкүмәт ағзалары быны күрһәтмәҫкә тырыша. Әлегә уларҙы төрмәгә ябырға өлгөрмәгәндәр.

Конвой башлығы булған офицер төрмә начальнигын саҡыртты. Тегеһе тиҙ килеп етте:

- Былар кемдәр?- тип һорау бирҙе төрмә начальнигы яҡынлағас та.

- Башҡорт хөкүмәт ағзалары, - тип яуап бирҙе конвой башлығы.

- Аңлашылды, бәлки, шулайҙыр ҙа, ләкин мин уларҙы ҡабул ҡылып ябып ҡуя алмайым, миндә бер-ниндәй күрһәтмә юҡ. Миңә яҙма әмер кәрәк!

- Һеҙҙеңсә уларҙы залда тоторғамы? Бына һеҙ һораған ҡағыҙҙар, алығыҙ! - Офицер ниндәйҙер ҡағыҙҙар һондо.

- Кемдән был ҡағыҙҙар? - Төрмә начальнигы конвой башлығына аптыраңҡырап ҡараны.

- Бынаһы - Мосолман хәрби шура ҡарары, быныһы - советтарҙың рөхсәт ҡағыҙы.

- Миңә Ырымбур губернияһы Хәрби-Революцион комитеты рәйесе Самуил Моисеевич Цвиллинг ҡул ҡуйған ҡарар кәрәк.

- Уныһы ла булыр! Әлегә быларҙы камераларға урынлаштырығыҙ! Йәһәт ҡыбырламаһағыҙ саботажығыҙ өсөн - үҙегеҙҙе лә камераға тығырбыҙ!

Төрмә хужаһы аңлы әҙәм, бик һәйбәт белә: ҡораллы кеше менән тел сарлаһаң -  күҙ менән ҡаш араһында башһыҙ ҙа ҡалыуың бик мөмкин. Ҡайҙа булды икән тип берәү эҙләп йөрөмәҫ был буталсыҡ заманда.

Урынлаштырҙылар, әлбиттә. Төрмәгә килтерелгән берәүҙе лә кире ҡайтарып ебәргәндәре юҡ әлегә.  

Әхмәтзәки Вәлидов баяғы икәү һөйләшкәндән шуны аңланы: үҙҙәрен ҡулға алыуҙа инициатор булып Цвиллинг түгел, ә күпселеге татар милләтселәренән торған Ырымбур мосолман хәрби шураһы тора икән. Бына һиңә мә!

Һорау алыу иртәгәһенә башланды.

Бәләкәй тәҙрәнән һаран ғына яҡтылыҡ төшкән ярым ҡараңғы бүлмәлә ике өҫтәл артында берәр хәрби ултыра. Береһе офицер - һорау алыусы, икесеһе - сәрҡәтип - яҙып ултырыусы. Офицер өҫтәл ҡаршыһындағы йыуан бүрәнән бысып алынған бүкәнгә ултырырға ҡушты.

- Исем, фамилия? Тыуған ерегеҙ? Тыуған йылығыҙ?

Вәлиди ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп яуап бирергә тырышты, үҙен айырата тыныс тотто.

- Һеҙҙең совет власына ҡарата дошманлыҡ ҡылып йөрөүегеҙ билдәле. Давай, шуларҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирегеҙ! Нишләп эшсе-крәҫтиәндәр власына ҡаршы ҡотҡо таратаһығыҙ?

- Буш һүҙ. Киреһенсә совет власына лояль икәнебеҙҙе белдереп яҙған ҡарарҙарыбыҙ бар. Шул уҡ хәбәрҙе уңлы-һуллы һөйләп йөрөйбеҙ, һәр кемгә аңғартабыҙ...

- Һеҙ һаман да эсерҙар партияһында тораһығыҙмы әле? Давай, шул турала ҡыҫҡараҡ тотоп һөйләгеҙ әле!

- Юҡ! Мин ул партияла тормайым. Эсерҙар фирҡәһендә бер ай самаһы булдым да киттем, сөнки уларҙың платформаһы миңә оҡшаманы.

- Ә был нимә? - Тәфтишсе асыу менән йомарланып бөткән бер гәзитте ырғытты. Баҡһаң, большевиктарҙың “Казачья правда” гәзите икән.

Вәлидов уҡып сығырға мәжбүр булды. Унда “Башҡорт контрреволюционерҙары” тигән ҙур мәҡәләлә башҡорт хөкүмәте ағзаларының батша тәртиптәрен яҡлауҙары, үҙҙәре эре феодалдар булыуҙары, ә Вәлиди хан - сереп бөткән милләтсе, монархист, реакционер тип яҙылған ине.

“Былар күп йүнәлештә берҙәм эш алып баралар икән,”- тип уйлап алды ла ул яуап бирҙе:

- Ялған! Бында яҙылғандар бөтәһе лә ялған! Кемдеңдер заказын үтәп яҙып сыҡҡандар. Баштан аҙағына тиклем ялған был!

- Ә урман, тауҙар араһында кемгә ҡаршы бандит отрядтары төҙөйһөгөҙ?

- Бандит отрядтары түгел - башҡорт отрядтары. Улар Башҡорт хөкүмәте ҡарары менән һәм Цвиллингтың рөхсәте менән төҙөлә, уларҙың маҡсаты башҡорт автономияһын...

- Молчать! Бандиттарығыҙҙы бола ҡуптарырға һеҙ ҡотортаһығыҙ! Төрмәнән кем аша бәйләнеш тотаһың? Әйт! Ул кешене хәрби трибуналға бирәсәкмен! Әйт, давай! Әйт!

- Ниндәй бола? - Ысынлап та тотҡон аптырай төштө. Уларҙың ҡулға алыныу хәбәре волостар буйлап йәшен тиҙлегендә таралыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине. Бер төн эсендә генә яңылыҡ-хәбәр тарала һалып, ауазы кире тиҙ килеп еткән бит әле. Бына ғәжәп! Шуларҙы башынан үткәрҙе ул. - Төрмәнән ниндәй бәйләнеш булыуы мөмкин?!

Тәфтишсе был һүҙҙәргә бөтөнләй ышанманы. Наганын сығарып алып болғай-болғай тышҡы донъя менән бәйләнеш серен әйттерергә ҡыҫтаны, ҡысҡырҙы, аҡырҙы, алға-артҡа, уңға һулға сығып әйләнде. Тотҡон бөтәһен дә кире ҡаҡты, ысынбарлыҡта ла шулай ине: шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында, бер төн эсендә, нисек инде кем менәндер бәйләнешкә инеп өлгөрәһең? Тотҡон, ғәҙәттә, артабан ни буларын уйлай, бындай буталсыҡ ваҡытта судһыҙ-ниһеҙ башҡа етеп ҡуймағайҙары тип фараз итеп һағая.

- Ярай, һин үҙең бандиттарыңдың ата-инәһен атамайынса уларға үлем хөкөмө сығарҙың! Тор! Атла!

Яҙып ултырғаны аңламаны, күрәһең, һораны:

- Не расслышал, извиняюсь, Что писать? Сразу к стенке, да?

- Не торопись, очередь еще не подошла...

Бындай ҡот осҡос хәбәрҙе тотҡон бик тиҙ арала ишетермен тип башына ла килтермәгәйне. Төптәнерәк уйлаһаң - эш һәләк бит! Бынан ҡотолоу саралары булырмы икән?! Әхмәтзәки Вәлидов камераға бикләнгәс тә бына ошо турала баш ватты. Ҡайһылай ҡурҡыныс ваҡыт, кеше ғүмере себендекенә лә торошло түгел.

Тәүҙә Әхмәтзәки Вәлидов башҡа хөкүмәт ағзалары менән бер камерала ятты. Күмәк булғас күңелһеҙ түгел, һөйләшеп-гәпләшеп үткәрәләр көндәрҙе, ураған һайын бер-береһен тынысландыралар. Тора биргәс нишләптер Әхмәтзәки Вәлидиҙе айырым бүлмәгә күсереп ҡуйҙылар. Быныһы бигерәк төптә урынлашҡан бүлмә ишараты булып сыҡты. Уға инер өсөн һаҡсылар торған йәнә ике ишекте үтергә кәрәк.

Яңғыҙы ултырыуға шатланырғамы, әллә ҡайғырырғамы? Бер яҡтан уңайлығы ла бар икән. Бер аҙ уйланып йөрөнө лә “Төрөк тарихы”ның бер өлөшө булған башҡорт тарихына тотонмаҡсы булды.

Үлем көтөп ятыуҙан ни файҙа? Яҙына башлаһаң - фекерҙәрең икенсе юҫыҡҡа китә, тағы ваҡытың да тиҙерәк үтә бит.

Тормошта ғына түгел төрмәлә лә ышаныслы кешеләрен тапты ул. Төрмә хеҙмәткәрҙәре ул һораған нәмәләрҙе йәшертен килтереп биреп тора, ҡағыҙ-ҡәләмгә ҡытлыҡ юҡ. Быныһы шәп, әлбиттә. Бындай “иркенлектең” сәбәбе бар. Төрмә башлығынан башлап надзирателенә тиклем бында кемде кем ултыртҡандарын белеп торалар. Ышанысһыҙ ваҡыт: бөгөн улар тотҡон, ә иртәгә һин, берәү ҙә алдан белә алмай, бәлки төрмә һаҡсылары камера эсендә үҙҙәре үк урын алыр. Бындай ярҙамдары өсөн надзирателдәргә ҡиммәтле бүләктәр ҙә, аҡса ла эләгеп ҡуя. Улар аша ғәскәр башлыҡтары, иректә ҡалған хөкүмәт ағзалары менән даими бәйләнеш булдырылды. Ил өҫтөндәге хәбәрҙәрҙе лә, үҙҙәренә янаған хәүефте лә алдан белеп торҙолар.

Бер көндө Вәлидов камераһына ғәскәри кейемдәге егерме биш йәштәр тирәһендәге егет килеп инде. Башта, ғәйепле кешеләй, өндәшмәй ҡарап торҙо, шунан килтергән китаптарын, ҡағыҙҙарын, ашамлыҡтарын сығарып һалды, шунан ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы:

- Һеҙ хәтерләмәйһегеҙҙер инде, мин Ҡазанда саҡта һеҙҙең шәкертегеҙ инем.

Әхмәтзәки төҫмөрләгәндәй булды:

- Хәҙер ҡыҙылдарҙа йөрөүме, мырҙа? Был яҡтарға ниндәй елдәр ташланы ?

Егет еңелерәк һулыш алды һәм тураһын ярҙы:

- Мин Ҡазандан башҡорт мөхтәриәтен юҡҡа сығарыр өсөн ебәрелгәнмен.

Хәҙер Вәлидов аптыраңҡырап китте:

- Кем тарафынан?

- Мосолман хәрби шураһы тарафынан. Улар большевиктар менән берлектә һеҙгә ҡаршы сығырға булдылар.

- Кемдәр беҙгә ҡаршы ҡотортто?

- Ғаяз Исхаки, Садри Маҡсуди...

- Кит, әй! Шулай уҡмы ни?...Әһә, аңлашылды, артабан дауам итмәһәң дә ярай. Улайһа, беҙҙе ҡулға алыу һеҙҙең эш инде ?!

- Шуны әйтергә тип килгәйнем! - Һалдат мышҡылдап ҡуйҙы, башын эйгән көйө остазы алдына килеп теҙләнде. - Бары ҡурҡытмаҡ булып ҡына был эш башланғайнылар, хәҙер был эш боҙолорға тора. Һеҙҙе ҡотҡарырға мөмкинлек тә юҡҡа сыҡты, буғай. Мин үҙем нишләргә белмәй аптырап йөрөйөм.

- Йә, әйтеп бөтөр, тағы ниндәй боҙоҡлоҡ башланырға тора?

- Баймаҡ яғында башҡорттар ҡыҙылдарҙың ҙур ғына ғәскәри төркөмөн ҡыйратып ташлаған. Үҙҙәре урман-тауҙарға йәшеренгән. Шул арҡала һеҙ, башҡорттар, ҡыҙылдар менән һуғыш хәлендә. Большевиктар һеҙҙе заложниктар итеп тотмаҡсылар. Барығыҙҙы ла юҡ итергә самалайҙар, шикелле: шул турала ҡыҙыу бәхәс бара: атырғамы әллә һаман һаҡ аҫтында тоторғамы? Шул мәсьәлә буйынса һаман бер ҡарарға килә алмайҙар, тип ишеттем. Бына шул.

Бер ҡарарға килә алмауҙарының сәбәбе һуңыраҡ аңлашылды: “ҡулға алынғандарҙы ҡотҡарырға” тигән талаптар менән көн һайын тиерлек һәр кантондан Ырымбурға  илселәр килә, Мәскәүгә бер туҡтауһыҙ телеграммалар оса икән. Башҡорт иле, таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа иләүендәй, геүләй, урғыла, ҡайнай. Тотҡондарҙың яҙмышы һаман да ҡыл өҫтөндә ҡала бирә.

Шундай көндәрҙең береһендә Әхмәтзәки Вәлидовтың камераһына хәле бөткән төрмә һаҡсыларының береһе йүгереп килеп инде:

-Тотҡон әфәнде! Артыҡ-бортоҡ нәмәләрегеҙҙе тиҙ генә йыйығыҙ әле, булмаһа -  миңә биреп тороғоҙ, аҙаҡтан кире ҡайтарырбыҙ. Тиҙ булығыҙ!

- Бында ниндәй артыҡ нәмә булһын! Ҡарағыҙ һуң!

- Ну, ҡағыҙ, китаптар, ашамлыҡ, шуларҙы әйтәм.

- Бына һиңә мә! Ни булып китте тағы?

- Хәҙер һеҙҙең янға Ырымбур хәрби ревком рәйесе үҙе киләсәк. Яңы ғына шундай хәбәр алдыҡ...

Күп ваҡыт та үтмәне төрмә начальнигын эйәрткән Цвиллинг килеп инде, тәҡдим ителгән урынға ултырманы, шунда уҡ һүҙ башланы:

- Килешеү буйынса һеҙ советтарға лояль булырға тейеш инегеҙ, ләкин һеҙҙең башҡорттар беҙгә ҡаршы ғәскәр туплай, һуғыш аса.

Вәлидов ниҙер әйтергә уйлағайны, тегеһе ҡул ишараһы менән туҡтатты:

- Аҡланыу кәрәкмәй! Һеҙ ғәскәрегеҙгә бер аҙна эсендә ҡорал ташлауҙы һәм кисекмәҫтән таралыуҙы ҡушып фарман бирергә тейешһегеҙ!  

- Башта беҙҙе төрмәнән сығарығыҙ, шунан фарман булыр! Төрмәнән бирелгән фармандың көсө бармы ни? Уны кем тыңлар? Уға кем ышаныр?

- Мин һуңғы һүҙемде әйттем, үтәү-үтәмәү һеҙҙең намыҫта.

- Әгәр үтәлмәһә - нимә була?

- Һеҙгә хөрт була, бында ултырғандар кисекмәҫтән атыласаҡ, ә башҡорт ауылдары, әлбиттә, утҡа тотоласаҡ...

Ҙур дәрәжәле совет хужаларының береһе Цвиллинг кинәт кенә сығып китте. Ошонан һуң бындағы тормош ысынлап та хөртәйҙе, аҙыҡ яғы наҡыҫланды, китаптарҙы, ҡәләм-ҡағыҙҙарҙы кире ҡайтарманылар. Валидовтың камераһы айырым күҙәтеү аҫтына алынды, төрмә һаҡсылары тулыһынса алмаштырылды, шулай тағы бер-нисә көн үтте, апрель айы башланып китте.

Төн уртаһында Әхмәтзәки Вәлидов шау-шоу, гөрһөлдәгән тауыштарға уянып китте. Рәшәткәле бәләкәй тәҙрә аша бер-ни күренмәй. Ҡараңғы күк йөҙө, һаҙағай уйнағандай, ялт-йолт итеп китә. Ниндәйҙер ҡысҡырыштар, мылтыҡтан атышҡан тауыштар, ары-бире шартлауҙар ишетелде, яҡыная башланы. Тора-бирә гөрөлдәүҙәр, гөрһөлдәүҙәр ситкә ауышҡандай булды.

- Бер ни ҙә аңлап булмай! Был ни ғәләмәт тағы? - Зәки Вәлиди нимә уйларға ла белмәне, бына шулай бер-ни тиклем ваҡыт үтте.

Ҡапыл йоҙаҡта асҡыс шығырҙап боролған тауыш ишетелде. Ишек асылып китеүгә төрмә хужаһы пәйҙә булды:

- Зәки әфәнде! Тиҙ генә йыйынығыҙ! Артҡы ҡапҡа асыҡ, хәҙер үҙем күрһәтәм, шунан тиҙ генә һыпыртырға кәрәк!

- Ни булды?

- Төрмәгә һөжүм иттеләр.

- Кемдәр?

Төрмә хужаһы ҡул ғына һелтәне, шулай ҙа әйтте:

- Һеҙҙекеләр булырға тейеш, үҙем дә йүнләп белеп бөтә алмай йөрөйөм...

Ошо ваҡиғаларҙы асығыраҡ күҙаллау өсөн, Әхмәтзәки Вәлидовтың яҙып ҡалдырған һүҙҙәрен бәйән итәйек. Ул үҙенең “Башҡорттар тарихы”нда (202-203-сө биттәр) былай тип яҙа:

 

...Шул арала 3 апрелдә бер ваҡиға булды. Беҙҙе язалауға тиклем бирелгән бер аҙна ваҡыт тамамланыуға бер көн ҡалғас, Ырымбур казактары менән бер төркөм башҡорттар ҡаланың төрмә урынлашҡан урынын төн уртаһына килеп баҫтылар. Төрмәлә ултырған рус, казак сәйәсмәндәре менән бергә беҙ ҙә ҡотолдоҡ. Мин, иреккә сыҡҡас, дөйөм камераларҙа ултырған арҡадаштарымдың һәм беҙҙе ҡотҡарырға килгән башҡорттарҙың ҡайһы тарафта булыуҙарын төрмә тирәһендәге казактарҙан һораштым, иптәштәрем ашығып киткән бер урамды күрһәттеләр. Мин шул йүнәлештә атланым, һәр яҡта атыш тауышы көсөргәнешле бәрелеш бара, большевиктар яңыраҡ юғалтҡан төрмә бинаһын киренән ҡулға төшөрөргә тырыша. Яҙ ваҡыты, ҡар ирей. Һәр тарафта шәре, ә минең аяҡтарымда йөндән баҫып эшләнгән, быйма тип аталған йөн итек, өҫтөмдә тун. Төрмәнән ҡасҡан кеше булыуым күренеп тора, ҡыҙыл һалдаттарҙың береһе мине ҡулға алды һәм кеше йөрөмәгән ергә алып китте. Был һалдат ҡасандыр минең шәкертем булыуын әйткәс, ысынлап та иҫкә төшөрҙөм. Ҡазан тарихсыһы һәм телсеһе Ямалетдин Вәлидиҙең ҡәйнеше икән. Был егет мине тура ғалим йәшәгән йортҡа алып килде, Яйыҡ күпере янында урынлашҡайны. Мин Сәғит Мираҫ, Абдулла Әҙһәмов менән бәйләнешкә инеп, тауҙарға ҡасырға уйлауымды белдерҙем. Бер ат яллап, сана ектереп шул уҡ көндә мәйет тулы урамдарҙы үтеп Ҡарғалыға, унан Туҡсоран аша Абдулла станцияһына, ә артабан Өфөгә киттем. Маҡсатым - юл яҙҙырыу ине. Өфөлә йыйылған арҡадаштар менән бәғзе кәңәшмәләр ҙә үткәрергә ниәтләнем.

Өфөлә Баймаҡта ойоштора башлаған полктың командиры Әмир Ҡарамыштың, Сәлих Аҙнағолдың һәм башҡа бер-нисә заттың бында килеүен белдем. Һаҡ булырға кәрәк ине. Бында тауҙарға сығырғамы, Мәскәүгә китергәме тигән мәсьәләне ҡараныҡ, сөнки мин Мәскәү тарафынан ғәфү ителгәйнем. Хатта был “ғәфү итеү” хаҡында Ырымбур губерна большевиктарына иғлан ителгән, имеш, ләкин улар быны иғтибарғп алырға теләмәгән. Һәм бына хәҙер мине Мәскәүгә саҡырғандар. Был иһә Совет хөкүмәтенең “Татар-башҡорт йәмһүриәте” ҡороу планы менән бәйле икән. Был мәсьәләне айырыуса ентекле тикшерегә кәрәк ине. Совет хөкүмәтенең Сталин тарафынан идара ителгән “Милләттәр эше комиссарлығы” янында бер “Үҙәк мосолман комиссарлығы”булдырылған, уның башында татарҙарҙың билдәле коммунисы Мулланур Вахитовты ҡуйғандар. 1918йылдың башында Башҡортостандан Ҡазанға киткән Шәриф Манатов Ҡазанда Совет режимы урынлаштырып, Мосолман шураһы тарҡатылғандан һуң Мәскәүгә йүнәлгән һәм унда Мулланур Вахитов менән берләшкән. Татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимов Өфөләге милли идара мәжлесе тарафынан декабрь аҙағында III башҡорт ҡоролтайына килеп, Татар-Башҡорт йөмһүриәте ҡорорға тәҡдим яһағайны. Ләкин беҙ ҡазандар менән берләшеп дәүләт ҡороу урынына Бәләкәй Башҡортостан ойоштороп, Бөйөк Төркөстанға ҡушылыу фекеренә тоғро ҡалдыҡ. (11)

Күренеүенсә, йәмһүриәттең төрлө варианттарын барлап ҡараған саҡтары. Зәки Вәлиди уйынса, Башҡортостанды индереп Рәсәй составында Бөйөк Төркөстан илен булдырыу маҡсатҡа ярашлы тип һаналған был осорҙа.                 

                       6. Утлы өйөрмә эсендә

Большекиктар менән элекке хәкимиәт яҡлы көстәр араһында ҡан ҡойошло һуғыш сығырын һиҙеп, башҡорт милли хәрәкәт етәкселәре 1917 йылдың 11 ноябрендә ҡабул ителгән беренсе фарманында уҡ башҡорттар үҙҙәренең битараф (нейтраль) булыуын иғлан иткән. Унда ошондай һүҙҙәр әйтелгән: “Башҡортостан теләһә лә, теләмәһә лә уның ере һуғыш яланына әүерелеүе мөмкин. Башҡорт ғәскәрҙәре бер-береһенә ҡаршы һуғышырға тейешме? Ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки беҙ большевиктар түгелбеҙ, беҙ - башҡорттар. Кем яҡлы булырбыҙ? Бер кем яҡлы ла түгел. Беҙ үҙебеҙ яҡлы. Беҙҙең башҡаларҙа эшебеҙ юҡ”.

Беренсе фарман автономияны иғлан итеүҙе сираттағы ҡоролтай саҡырылғанға тиклем кисектерһә лә, хәл ныҡ ҡатмарлы булыу сәбәпле, икенсе фарман менән башҡорт мөхтәриәте иғлан ителә. Декабрь башында йыйылған ҡоролтай башҡорт йөмһүриәтен раҫлай һәм тағы 20 декабрҙә йыйылып, 22 кешенән торған хөкүмәт төҙөй. Хөкүмәттең башлығы итеп Шәриф Манатов, ә хәрби эштәр буйынса урынбаҫары итеп Әхмәтзәки Вәлиди һайлана.

Башҡорт илен һаҡлар өсөн милли ғәскәр төҙөү мәсьәләһе ҡалҡа һәм уны әллә ни оҙаҡҡа һуҙмайынса ғәмәлгә ашырырға кәрәк була.

1918 йыл, 5 ғинуар.

Әмир Ҡарамышев, Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаев тап ошо эште - ғәскәр төҙөүҙе башлар өсөн Таналыҡ яғына йүнәлә. Был хөкүмәт ағзаларына атҡа егелгән ике артиллерия тубы менән бер рота һалдат беркетелә. Улар оҙон ғына юлдар үтеп Преображенский заводы (Йылайыр) аша Баймаҡҡа яҡынлашалар һәм унан көнъяҡта биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Аҫыл ауылына етеп туҡтайҙар.

Ул саҡта Баймаҡ ике өлөштән торған була: алтын-баҡыр иретеү заводы эргәһендә урынлашҡан биш урамлы  ҡасаба Таналыҡ приискыһы тип атала, төнъяҡтараҡ, ике саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан ауылдың исеме - Баймаҡ. Ун да ла биш урам.

Шуны әйтеп китеү кәрәк: Октябрь революцияһынан һуң Таналыҡ приискаһында урынлашҡан алтын-баҡыр иретеү заводы эшселәр ҡулына күсеп, ярайһы ғына ҡалҡынып эшләй башлаған ваҡыты була. 1917 йылдың ноябрендә ойошторолған ревком (революцион комитет)  бындағы бөтә эштәр менән етәкселек итә, ревком башында Леонид Азанов тора. Заводта сығарылған продукция Урал өлкәһенә, атап әйткәндә, Екатеринбургҡа китеп тора.

Ырымбурҙа, Карауанһарайҙа Башҡорт хөкүмәте төҙөлөүе хаҡындағы хәбәр был яҡтарға ла килеп еткәйне. Күп тә үтмәне “Аҫыл ауылына башҡорт ғәскәре килеп тулған”, тигән хәбәр таралды, уны ҡыҙыл ревком ағзалары ла ишетте һәм һағайып ҡалды.

Икенсе көндө иртәнсәк заводҡа бер төркөм һыбайлы яҡынлашты, ревком ағзалары уларҙы ҡаршы алырға мәжбүр булды. Өс офицер, аттарынан төшөп, аптырап ҡарап торған ҡаршы алыусылар менән ҡул биреп иҫәнләште.

Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Ғабдулла Иҙелбаев, хөкүмәттең хәрби бүлек сәркәтибе Ғимран Мағазов һәм хөкүмәт вәкиле Әмир Ҡарамышев, тип таныштырҙылар улар үҙҙәре менән. Ә ҡалғандары рота һәм взвод командирҙары икән.

Леонид Азанов уларҙы үҙе биләп ултырған бүлмәһенә саҡырып индерҙе һәм туранан тура һорау бирҙе:

- Ниндәй йөмоштар менән йөрйһөгөҙ әле, әфәнделәр? Ҡайҙа юл тотаһығыҙ? Маҡсаттарығыҙ ниндәй? - Азанов “шыртлай” биреп ултыра. Ни сығырын алдан ҡайҙан беләһең?

Беренсе булып Ғабдулла Иҙелбаев ҡалҡынды:

- Беҙҙең бында килеүҙең маҡсаты: һеҙҙән ярҙам һорау. Яңыраҡ Башҡорт хөкүмәте булдырылды, был беҙҙең халыҡтың быуаттар буйына һуҙылып килгән хыялының тормошҡа ашыуы. Ул әле Ырымбур ҡалаһында Карауанһарайҙа урынлашҡан. Беҙ бер-ниндәй ҙә дәүләткә ҡаршы, бигерәк тә урыҫ дәүләтенә ҡаршы булмаған битараф бер ил буласаҡбыҙ. Бына яңы ойошторолған башҡорт илен ҡурсылау маҡсатында, халҡыбыҙҙы яҡлау өсөн беҙ айырым ғәскәр төҙә башланыҡ. Ошо ғәскәрҙе ҡоралландырыу өсөн беҙгә ҡорал кәрәк! Аҡсалата ярҙам да кәрәк! Аҡсалата ла, ҡорал менән дә ярҙам итмәҫһегеҙме икән, тип был яҡтарға һеҙгә килеп сыҡтыҡ. Тиҙҙән һеҙҙең төбәгегеҙ беҙҙеке буласаҡ, сөнки был яҡтарҙа тик башҡорттар ғына йәшәй. Ҙур Башҡортостан ойошторасаҡбыҙ.

Һеҙ кем яҡлы? - Азанов иң тәүҙә ошо һорауға яуап көтә.

- Беҙ үҙебеҙ яҡлы. Белгегеҙ килһә, беҙ аҡ та түгел, ҡыҙыл да түгел. Беҙ - башҡорттар, бер бөтөн халыҡбыҙ.  Беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ хужа, байрағыбыҙ ҙа бар, ул йәшел төҫтә - электән ҡабул ителгән мосолмандар төҫө.

- Ҡорал һатып алырлыҡ аҡсағыҙ бармы? Ревком мәсьәләнең был яғында белеп торорға тейеш!

- Беҙҙең ун ике мең аҡсабыҙ бар. Һеҙҙән дә бер аҙ ярҙам булһа - бик шәп килеп сығыр ине был эш.

Ревком ағзалары бер-береһенә ҡарашып ултырҙылар ҙа ымлашып икенсе бүлмәгә кәңәшләшеп алырға инеп киттеләр.

Бер сәғәттәй ваҡыт уҙып китте, буғай, шунан һуң ғына ревком ағзалары килеп сыҡты. Өҫәл артына үтеп Азанов нотоҡ һөйләп алып китте:

- Беҙ һеҙҙең башҡорт хөкүмәтен танымайбыҙ һәм танырға ла теләмәйбеҙ. Һеҙ бит әле Рәсәйҙең үҙәк хөкүмәте тарафынан да танылыу алмағанһығыҙ. Шулай булһа ла ниндәйҙер бер милли-буржуаз автономия ойоштороп маташаһығыҙ.

Ошо урында Азанов туҡтап тәрән итеп тын алды һәм йылмая биреп һүҙен артабан дауам итте:

- Ҡорал һатып алырға беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ. Аҡсағыҙҙы бирһәгеҙ - бөгөн үк Ырымбурға ылау ебәрәсәкмен. Берәй аҙна-ун көндән һеҙгә ҡорал килер.

Башҡорт вәкилдәре ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй аптырашта ҡалды, үҙ-ара ҡыҙыу бәхәс башланды. “Дыуамал” ҡушаматы алған ротмистр Ҡарамышев өҙә һуҡты:

- Әйҙә, аҡсаны бирәйек. Алдаһалар - үҙҙәрен тар-мар итербеҙ. Тик ҡорал һатып алыусылар менән үҙебеҙҙән бер-ике кешене ҡуша ебәрәйек.

Һәм шулай итеп хәл ҡылдылар: аҡсаны бирҙеләр, расписка яҙҙырып алдылар. Ике кешене ҡушып ебәреү мәсьәләһе килеп сыҡҡайны Азанов үпкәләп алды:      

- Һеҙ нимә, беҙгә, ата большевиктарға ышанмайһығыҙмы әллә? Белегеҙ: беҙҙән дә намыҫлыраҡ кеше юҡ был тирәлә. Беҙ - намыҫлы революционерҙар.

Бына шулай итеп ревкомсылар башҡорт вәкилдәрен ебәрмәҫкә булдылар. Кискә табан ун сананан торған ылау тотҡарлыҡһыҙ Ырымбур яғына юлланды.

Ревком тәҡдим керетте: башҡорт һалдаттарын Баймаҡҡа күсереп урынлаштырырға. Шулай иттеләр: йәйәүле рота Аҫыл ауылынан китеп Баймаҡҡа килеп урынлашты. Һәр өйгә икешәр-өсәр һалдат эләкте.

Көтәләр, көтәләр, нишләптер ҡорал ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Түҙеме бөткән Ҡарамышев Иҙелбаевты эҙләп тапты:

- Ғабдулла ағай! Һин нисек уйлайһың? Урыҫтар беҙҙе алдап төп башына ултырттылар, шикелле. Күңел шулай тоя. Нишләптер шуны уйлап йөрәк һулҡылдап тик тора.

- Мин дә шулайыраҡ уйлай башланым әле. Ҡайһылай итәйек һуң, ҡустым?

- Әйҙә, былай итәйек: приискыны ҡамауға алайыҡ. Берәүҙе лә унда индермәйек һәм сығармайыҡ. Ярты ротаны ҡорал ҡайтыр юлға еҫбәрәйек. Бер-ни белмәйенсә һаман былай ятып булмай бит инде. Тик был эштәребеҙҙе тегеләрҙән берәү ҙә белергә тейеш түгел. Уларҙан ҡоралды талап алмайынса бирмәҫтәр ул. Ҡабатлайым: тегеләр белмәһен дә, күрмәһен дә, һиҙмәһен дә...

Тап шулай эшләнеләр ҙә. Төндә заводты блокадаға алдылар, ярты рота Йылайыр яғына ҡуҙғалды һәм Түбәнге Мәмбәт ауылына барып урынлашты.

Араҡы һемерергә яратыусы Иван Павлушкинды башҡорттар үҙҙәренә шымсы итеп алдылар. Ул заводҡа үтеп китә, кире ҡайта һәм ундағы бөтә яңылыҡты Ҡарамышевҡа еткерә. Быныһы урыҫты араҡы менән һыйлай. Эсеп алһа - урыҫты туҡтатырым тимә, һөйләй ҙә һөйләй, йырлап ебәрә, бик күңелле кеше булып сыҡты был ҡаты морон.

Павлушкин ике яҡҡа ла эшләгән кеше булып сыҡты. Бындағы бәтә хәл-әхеүәлде ревком белеп тора. Унда ла шымсыны буш итмәйҙәр, күрәһең. Эскесе Иван “Йылайыр юлында ҡорал ҡайтҡанды башҡорт отряды көтөп ята”, тип ревкомға аңғартҡан, буғай.

Таналыҡ приискыһы ҡамауҙа ҡалғас, ревком хәрби ярҙам һорап Ырымбурға мөрәжәғәт итергә була. Ҡамауҙан аша унда кешене нисек ебәрергә? Уйлашалар һәм уйҙы тормошҡа ашырыуҙы бер башҡорт кешеһе аша эшләргә булалар. Шул башҡорттоң санаһына кеше һыйырлыҡ йәшник яһайҙар, шунда Шевкоплясов фамилиялы завод эшсеһен һалалар, өҫтөнә матур итеп утын өйәләр.

Сығып китә былар Баймаҡтан. Блокада һаҡсылары туҡтатып йөктө тыштан ҡарап үткәрәләр, унда кеше ятыуы бөтөнләй һиҙелмәй.

- Был хәтлем утынды ҡайҙа алып киттең, ағай?

- Аҫылға. Таныштарыма алып барам.

- Утын аҫтында йәшерен әйберең юҡмы?

- Юҡ, туғандар! Юҡ! Ҡайҙан булһын, мин мирный кеше, сәпсим эревәлүсиәнир түгел.   

- Ярай, мирный кеше булғасың - үт әйҙә!

Юлсы башҡорт утынын Аҫылда ауҙара ла, Шепкоплясовты һауытынан сығарып алып, Ырымбурға ҡарай саба.

Теге яҡтан ҡорал тейәп сыҡҡан ылау Мәмбәт ауылы эргәһендә башҡорт отряды көтөп торғанды белгәс,  Баймаҡҡа тура тартмай Йүкәләргә борола, унан аша Багачевкаға етеп Семеновск приискыһында туҡтай. Семеновск Таналыҡ приискыһынан ун ике саҡрым алыҫлыҡта. Семеновск юлы яғында блокада юҡ иҫәбендә. Шуны файҙаланып Азанов мылтыҡтарҙы, төндә йәшерен рәүештә, заводҡа килтерә алды. Һикһән эшсенән торған отряд йыйылды, шуларҙың барыһына ла ҡорал таратып бирелде. Хәрби булмағандарын мылтыҡты нисек тоторға, тоҫҡарға өйрәттеләр...

Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алыу хәбәре ысынлап та йәшен тиҙлегендә Баймаҡ яғына, башҡорттарҙан төҙөлөп ятҡан полктарға барып етте. Айырым ҡораллы отрядтар фарман да көтмәйенсә аҙыҡ-түлек, ҡорал складтарын баҫып ала башланы. Ғәскәр ҡарамағына байтаҡ ҡына ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары тупланды, 900 ҡаҙаҡ самаһы көмөш, 300 ҡаҙаҡтай алтын рудниктарҙан алынды. Ырымбур төрмәһенә һөжүм итеп тотҡондарҙы ҡотҡарыу талабы йышыраҡ ишетелә башланы.

Ошо ваҡытта Цвиллинг төҙөлөп ятҡан милли ғәскәр закондан тыш һәм  ул һис шикһеҙ юҡ ителергә тейеш тип Баймаҡ советына фарман ебәрҙе. Баймаҡ советы рәйесе урындағы ҡыҙыл отряд командирын саҡырып алды, тегенеһе көс аҙ булыуға зарланды. Орскиҙән өҫтәмә хәрби көс саҡырырға булдылар һәм башҡорт командирҙарын Баймаҡҡа саҡыртып ҡулға алырға, оҙаҡҡа һуҙмай шунда уҡ атырға, тип кәңәш ҡорҙолар.

Баймаҡ советынан саҡырыу ҡағыҙы алыу менән Ғимран Мағазов бындағы хөкүмәт ағзаларын һәм полк офицерҙарын йыйҙы:

- Егеттәр, нишләйбеҙ? Үҙ-ара аңлашмаусылыҡты бөтөрөү өсөн ҡыҙылдар яғы беҙҙең командирҙарҙы кәңәшмәгә саҡыра.

Шау-шоу ҡупты:

- Бармаҫҡа! Уларға бер-ниндәй ышаныс юҡ!

- Ауыл һайын ғәйепһеҙҙәрҙе аталар, ышан уларға!

- Бармаҫҡа ла була, тик төрмәләгеләрҙе беҙгә үсегеп язалап ҡуйырҙар тип ҡурҡам, - тине Абдулла Иҙелбаев, - тегеләр беҙҙе Баймаҡҡа инмәҫ борон ҡаршы алырға тейештәр, барайыҡ! Ни булһа ла булыр!

Осрашыуға барырға булдылар һәм Ғимран Мағазов менән Абдулла Иҙелбаев етәкселегендәге хәрби отряд юлға сыҡты. Араларында урыҫ, татар, поляк офицерҙары ла бар, бер һүҙ менән әйткәндә - и н т е р н а ц и о н а л.

Бына Таналыҡ йылғаһының ике яҡ ярына һырынып ултырған Баймаҡ күренде. Тирә-яҡ та ниндәйҙер шомло тынлыҡ хөкөм һөрә.

- Ҡаршы алырға тейештәр ине, ниңәлер күренмәйҙәр, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә хафаланды Иҙелбаев.

- Үҙем дә шул турала уйлап килә инем, - тип һүҙ ағышын дауам итте Ғимран Мағазов, - бынау һөҙәкте үткәс - көтәйек тегеләрҙе, бер аҙ ял итеп тә алырбыҙ бер юлы.

- Ярай, шулай итербеҙ булмаһа!

Был ни ғәләмәт тағы?! Ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеүҙәре булды төркөмдөң барыр юлын киҫеп пулемет таҡылдай башланы, уға мылтыҡтар ҡушылды, пулялар ямғыры баш осонда һыҙғырып осто. Төркөмдән бер-нисә кеше ергә ауҙы. Шау-шоу ҡупты, бер-ни аңлашылмай.

- Ах, инәһеҙҙәр, засада ҡорғандар, ана. Урата башланылар...

- Туҡтағыҙ! Ни ҡыланыуығыҙ был? - Мағазовтың тауышын осҡан пулялар шыйлауы ҡапланы. Ул үҙҙәренекеләргә боролдо:

Ағай-эне! Зинһар, атмай тороғоҙ! Бында ниндәйҙер яңылышлыҡ барҙыр. Аңлашыу кәрәк ине.

Пуляляр тағы ике кешенең ғүмерен өҙҙө. Пулемет уты аҫтында баш күтәрергә лә әмәл юҡ. Шул арала тир-яҡтан илле-алтмыш һалдат йүгерешеп килеп сыҡты ла быларҙың арҡа-күкрәктәренә штыктарын терәне. Һуңыраҡ асыҡланыуынса башҡорттарҙы пуляляр менән ҡаршы алған төркөм Ырымбурҙан ярҙамға килгән ҡыҙыл гвардия отряды булып сыҡты. Командиры - Баранов.

Артабанғы юғалтыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн башҡорт отряды ҡоралын ташларға булды, уларҙың уйында һаман да һөйләшеп аңлашыу ине. Тик барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты.

Ҡулға алынған төркөмдән айырып, Иҙелбаев менән Мағазовты ҡыҙыл отряд командиры Барановҡа индерҙеләр. Ул башҡорт отрядының ҡайҙа урынлашыуы, нисә кеше булыуы, ҡоралы тураһында мәғлүмәт алырға тырышты:

- Отрядығыҙ ҡайҙа тупланған, нисә штыктан тора? Тере ҡалғығыҙ килһә - әйтегеҙ барыһында! Юҡҡа өндәшмәй тораһығыҙ. Уларҙы барыбер табып беттәй һытасаҡбыҙ! Әйтегеҙ, улар ҡайҙа?

Тотҡондар ҡурҡыу белмәҫ егеттәр булып сыҡты, үҙҙәрен ышаныслы тотто, бер-бер хәл була ҡалһа-иптәштәренең кисекмәҫтән үс алырын беләләр.

- Беҙҙең әтрәт бөтә тау-таш, урман араһына таралған. Бер туҡтауһыҙ күсеп йөрөйҙәр, шулай булғас, уларҙың ҡайҙа икәнен кем белһен?- Әтрәтте күргең килһә урмандарҙы айҡап ҡара - бәлки табылыр.

- Ирәндек түбәһенә менһәң - улар үҙҙәре һине табыр.

Ике тотҡон да Барановҡа аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәне, ҡулға алыныуҙан ҡурҡманылар ҙа. Әллә ҡасан уҡ ҡурҡыуҙы үтеп бөткәйнеләр инде улар, тағы арыҫландай дуҫ-иштәре лә етерлек.  Улар үлемдең шулай тиҙ килерен баштарына ла керетмәне, һаҡ аҫтында тоторҙар ҙа ебәрерҙәр, ҡуша алып китер булһалар - отряд барыбер ҡотҡарыр тип уйланылар.

Барановтың уйы икенсе. Башҡорт отрядын тулыһынса юҡ итергә тигән инструкция менән килһә лә уларға ҡапма-ҡаршы һуғыш асырға ҡыйыулығы етмәй тора, командирҙарын булһа ла атып үлтереп  ҡайтып китергә самалай. Ҡайтҡас, отчетты ҡупырайтып бирер әле. Уныһы бер ҙә ҡыйын эш түгел.

Завод урамындағы әсирҙәргә ҡарап, Азанов Барановҡа һорау бирҙе:

- Былар менән нимә эшләргә?

- Давай, былай итәйек: ябай һалдаттарын өйҙәренә таратайыҡ, ә башҡорт хөкүмәте ағзаларын һәм командирҙарын в расход.

- Все-таки улар хөкүмәт ағзалары. Аҙағы насар булмаҫмы?

- Уларҙың хөкүмәте законный түгел бит. Ул хөкүмәт тураһында Ленин бөтөнләй белмәй. Шуға тиҙҙән уларға барыбер каюк, - тип яуап бирҙе Баранов.

- Теге Йылайыр юлындағыларҙы ҡайһылай итәбеҙ? - тип тағы һораны Азанов.

- Ә мин уларҙы юл буйында тар-мар итеп өлгөрҙөм, улар юҡ инде хәҙер...

Әсиргә төшкәндәрҙән һорау алырға Барановҡа алмашлап керетә башланылар. Берәүҙәре сығыуға икенселәрен кереттеләр, һорау алыр-алмаҫтан туҡмайҙар. Шунан ул тышҡа сыҡты һәм әсир һалдаттарға теҙелергә ҡушты.

Теҙелделәр. Баранов һүҙ башланы:

- Башҡорт һалдаттары! Беҙ, большевиктар, һеҙгә теймәйбеҙ, сөнки һеҙҙе алдаштырып алып йөрөтәләр. Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ: башҡорт иле лә, башҡорт хөкүмәте лә юҡ ул. Тик Рәсәй хөкүмәте генә бар. Ер ҙә Рәсәйҙеке. Ярай, был юлы һеҙҙе башҡаса бында тотмайынса хәҙер ҡайтарабыҙ. Барығыҙ ҡайтығыҙ, тик ҡотҡоға бирелмәгеҙ, ҡотҡосолрҙы тыңлаһағыҙ - к стенке поставим. Белдегеҙме? Ә был командирҙарығыҙҙы яуапҡа тарттырасаҡбыҙ. Һорауҙарығыҙ бармы? Юҡ! Булмағас - разойдись!

Иртәгәһе көнө иртәнсәк Иҙелбаев менән Мағазовты, поляк Бритцты, полк муллаһын һәм ун алты эреле-ваҡлы командирҙарҙы Семеновск юлына атырға алып сыҡтылар.

Теҙҙеләр. Ҡаршыларында мылтыҡ тотҡан отделение команда көтөп тора. Баранов “халыҡ дошмандарын атырға хөкөм сығарылды”, тип хәбәр һөйләй башлаған ыңғайы Ғабдулла Иҙелбаев телгә килде һәм көслө тауыш менән:

- Йәшәһен башҡорт автономияһы! Йәшәһен башҡорт мөхтәриәте! Һеҙҙе ҡәһәр һуҡһын! Бөтә башҡорттарҙы ла атып бөтөрә алмаҫһығыҙ, - тип ҡысҡырҙы.

Көслө тауыштан Ирәндек һелкенгәндәй булды, ауаз тауҙар араһына таралды. Баранов эште тиҙ бөтөрөргә теләне, буғай, командаһына ҡарап алды ла ишаралап ҡулын күтәрҙе. Мылтыҡтар шунда уҡ тотҡондарға төбәлде. Күтәрелгән ҡулды  һелтәүе булды шунда уҡ   “залп” тауыштары бер-бер артлы яңғыраны.

Ер түңкәрелде...

Балҡып торған иртәнге ҡояш болоттар артына йәшенде һәм ҡабат күренмәне. Шул тирәлә йөрөгән ҡоштар мылтыҡтар шартлауын ишеткәндән һуң ҡурҡыштарынан пырылдашып күтәрелеп таралышып остолар. Үлемесле тынлыҡ урынлашты.

Ике тиҫтә үлектәрҙең барыһын да алдан ҡаҙып ҡуйылған ҙур соҡорға алып барып тыҡтылар һәм унан-бынан күмеп тә ҡуйҙылар...

Кәңәшмәгә киткәндәрҙең әҙәм ышанмаҫлыҡ фажиғәһе тураһында ишеткәс тә, ротмистр Ҡарамышев  үҙенә-үҙе урын тапманы, күҙҙәрен ҡан баҫты.

- Дөмөктөрөргә! Үс алырға! Асыҡ яланда һуғыша алмағас, ҡоралһыҙҙарҙы үлтереү юлын һайлағандар икән! Беҙҙе бет кеүек һытырға уйлағандармы? Һытып ҡараһындар! Егеттәребеҙҙе бушҡа ебәргәнбеҙ! Ҡайҙа икән хәҙер ҡыҙыл ҡәбәхәттәр?

Хәбәр килтереүсе тегеләрҙең завод эргәһендә булыуҙарын, бөгөндән дә ҡалмай кире ҡайтырға йыйыныуҙарын әйтте.

- Егеттәр! Аттарға! Ғимран менән Абдулла өсөн үс алырға! Ағай-эне! Тыңлағыҙ: бәрелештә береһен дә йәлләмәгеҙ, вис һуҙып һалығыҙ! Өҫтәренә ҡарсығалай ябырылығыҙ! Ҡурҡып тормағыҙ!

Әмир Ҡарамышев отрядты икегә бүлде. Подпоручик Ғәбитов бер өлөшө менән тәғәйен урынға сапты. Икенсе өлөшөн, аттарға атландырып, үҙе алып китте һәм ике төркөм Баранов отрядының сигенер юлын ҡаплап, ике яҡлап боҫто ла засадаға ятты.

Тынлыҡ. Шылт иткән тауыш та юҡ. Тәбиғәт балалары, үҙ әсәһенә һыйынғандай, үҙ еренең ҡосағына сумып һылашты.

Ғәбитов та тегеләр менән һөйләшергә бергә барырға тейеш ине, Ҡарамышев уны алып ҡалды икенсе йомош ҡушты, шул арҡала тере ҡалды ул. Шуға ҡыуанып бөтә алмай ул, ләкин ҡайғылы ҡыуаныс - ҡыуаныс буламы ни? Уның иптәштәре үлеп ята, ә ул һаман да тере.

Тынлыҡ.

Оҙаҡ көтөргә тура килмәне, офоҡта Баранов ғәскәре күренде. Теҙелешеп яй ғына шыуышалар.- Эләкте былар, эләкте! - тип үсе ҡанып шыбырланы Ҡарамышев, хатта ҡыуанып киткәндәй булды, - ҡарайыҡ әле, кем-кемде һытыр икән!

Килә ятҡан ғәскәр төркөмөнөң алдан билдәләнгән урынға етеүе булды подпоручик Ғәбитов төркөмө көслө ут асты. Мылтыҡтарын арҡаларына аҫып ғәмһеҙ генә килгән отряд буталды, алдағылар туҡтарға мәжбүр булды, арттағылар һаман алға барырға тырышты. Отряд өйөрөлөшөп йөрөгән һарыҡ көтөүенә әйләнде, тырым - тырағай атыша башланы, ҡайһылары ҡасыу яғын ҡараны. Ошо ваҡытта Ҡарамышев һыбайлылары, ҡылыстарын ҡындан сығарып, дошмандары өҫтөнә ябырылды. Салыш-алыш оҙаҡҡа барманы. Үҙ ғәйептәрен һиҙенгән урыҫ һалдаттары айбырланып һуғыша алманы. Байтаҡ ҡорбандар ҡалдырып барановсылар Орскигә сапты. 

Граждандар һуғышына килтергән ваҡ бәрелештәрҙең береһе булды был, тик тиктомалдан ғәзиз башҡорт ғүмерҙәре өҙөлдө, йәндәре үрге тарафтарға йомолдо...

Хөкүмәт төрмәгә ябылған көнө Башҡорт автономияһын ҡотҡарыу өсөн Өсөнсө Бөтә Башҡортостан ҡоролтайының делегаттары, “Тулҡын” исемле әҙәби йәштәр ойошмаһының ағзалары йыйылыш үткәреп, яңы милли власть органы - Башҡоростандың ваҡытлы революцион Советын (БВРС) төҙөй. Башына Абдулла Дәүләтшин һайланған был орган  Башҡорт Мәркәз шураһының эшен артабан шул юҫыҡта дауам итергә самалаған. Был йәштәр автономияны совет власы платформаһында ғына ғәмәлләштерергә була тип һанаған, шуға күрә йәһәтләп совет власын таныуын аңғартып белдереү яһаған. Ырымбур губревком БВРС-ҡа ҡаршы бер ниндәй ҙә һылтау таба алмағас, уны танырға мәжбүр була.

Шуны әйтеп китеү кәрәк: ул ваҡыттағы башҡорт халҡы, уның зыялылары  теләһә ниндәй демократик идара формаһын - буржуаз формамы, совет формаһымы, республика формаһымы, башҡа исемле демократик идарамы - барыһын да танырға әҙер булғандар, тик ул башҡортҡа автономиялы уҙаллылыҡ ҡына бирһен.    

БВРС “Башҡортостан автономияһы хаҡындағы ҡағиҙәләр нигеҙендә” автономия ғәмәлдә ҡала, Башҡортостан Рәсәйҙең бер өлөшө, автономиялы Башҡортостанда иң юғары власть орган булып советтар съезы булыуын билдәләгән (12, 113-114-се биттәр).

Был ваҡытта татарҙарҙың бер төркөмө Урал-Волга штаты төҙөү менән булышҡандар, икенселәре татар-башҡрот республикаһы төҙөргә тип көс һалғандар. Һуңғыларынын көсө бушҡа китмәгән: уларҙы тыңлап, Халыҡ Комиссарҙар Советы, 1918 йылдың 22 мартында Татар-башҡорт республикаһы төҙөү тураһында декрет ҡабул итә һалған.БВРС бындай аңлайышһыҙ республика төҙөүгә ҡырҡа ҡаршылығын Үҙәккә белдергән һәм башҡорт автономияһын раҫлатыр өсөн тулы вәкәләтле төркөм ебәргән. Был вәкәләтле халыҡ вәкилдәренең һүҙенә ҡолаҡ һалыусы булмаған, шулай ҙа улар барыу арҡаһында татар-башҡорт республикаһы проекты ҡағыҙҙа ғына ҡалып тиҙҙән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.

Башҡорт йәштәренең әрһеҙлеген күреп, Ырымбур губревкомы уларҙы эҙәрлекләй башлаған, ә татар зыялылары уларға яҡындан ярҙам иткән. Башҡортостанда татар зыялылары үҙҙәре хужа булырға, ә рустарҙың ревкомдары тик үҙҙәре генә хужа булырға ынтылғандан килеп сыҡҡан был көрәш. Ике ай эшләгән БВРС-ты Ырымбур губерния Советы үҙ ҡарары менән ҡыуып таратҡан. Был йәштәрҙең боронғо башҡорт ерҙәрен кире ҡайтарыу уйы уларҙың теңкәһенә тейгән һәм һағайтҡан. Үҙәк Совет хөкүмәте БВРС-ты таратыу буйынса хәбәр алғас, ни сәбәптәндер, бер һүҙ ҙә өндәшмәгән.

Хәҙер яҙылып барған ваҡиғалар ағышына ҡайтайыҡ.

Дутов менән башҡорт төркөмдәренең һөжүме арҡаһында төрмәнән ҡасҡан хөкүмәт ағзаларын, шул эстән Әхмәтзәки Вәлидовты, ҡыҙылдар эҙләүҙән туҡтамай. Вәлиди был ваҡытта Өфөгә ҡарай юл тота. Унда йыйылышып, арҡадаштар менән киҫкен мәсьәләләр буйынса кәңәшләшеп алаһы бар. Башҡорттар көслө утлы өйөрмә эсендә ҡалды, ошо уттан сығыу юлын эҙләргә кәрәк, башҡорт яҙмышы, уның мөстәҡилеге дөрөҫ ҡарар ҡылыуға бәйләнгән. Быны ул бик һәйбәт аңлай. 

7-8 апрелдә үткәрелгән Өфө кәңәшмәһендә мөхтәриәттең артабанғы яҙмышы буйынса һөйләшеү булды. Йыйылышҡа инер алдынан Әхмәтзәкигә “һине Сталин Мәскәүгә саҡыра” тигән хәбәрҙе еткерҙеләр, был турала ла һөйләшеү булды һәм Мәскәүгә барыуҙан файҙа булмаҫ, тигән ҡарарға килделәр. Кәңәшмәне алып барыусы Вәлидов артабан ауырлыҡтарға туҡталды:

- Башҡорттар көслө утлы өйөрә эсендә ҡалды. Башҡорттоң милләт булалаҡ тарих биттәрендә ҡалыуы - ҡалмауы - уның мөстәҡиллегенә бәйләнгән. Беҙҙең дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ, сөнки уларға халыҡ яҙмышы бәйләнгән. Халыҡҡа ирек биреү юлында ауырлыҡтар өҫтәлеп кенә тора, - тип һүҙен дауам итте ул, - Борайҙы алайыҡ: урындағы халыҡтың арҙаҡлы кешеләре Шәрәфи Хәмитов, Сәлим Мәхмутов беҙҙең ҡарарҙарға ярашлы “Борай башҡорт кантонлығы” иғлан итәләр. Шунан ҡыҙылдар килеп етеп, халыҡтан  йыйып алған игенде, аҡсаны кантон башлығынан талап, туҡмап тартып алалар. Ул әтрәтте урындағы башҡорт егеттәре туҙҙырып ташлай. Быларҙы баҫтырырға ҡыҙыл әтрәт ебәрелә, уларҙы ҡораллы дружина тағы тар-мар итә. Ошонан һуң Өфөнән ҙурыраҡ әтрәт килеп етеп, борайҙарҙы ҡырып ташлай. Ахырҙа ғәйепһеҙҙәрҙе лә язалау, үлтереү башлана. Өфө өйәҙенең Ҡыҙғанбаш ауылына ҙур контрибуция һалына. Халыҡ, әлбиттә, шаулаша башлаған. Тыныс юл менән һөйләшеп яйға һалаһы урынға Бөрөнән һәм Янарустан язалау әтрәттәре килеп баҫа. Ауылға элеккенән дә күберәк контрибуция һалалар - улар йөҙ мең аҡса табып түләргә тейеш була. Мәркәз шураһы ағзаһы Ниғмәтшә Хәйҙәршин атыла. Бындай миҫалдарҙы күпләп килтерергә мөмкин. Икенсенән, ысынбарлыҡта казактар менән ҡыҙылдар араһында һуғыш тоҡанып тора. Был һуғыщҡа ҡатнашмау һәйбәт булыр ине, тик улай килеп сыҡмай. Беҙ кемгәлер һыйынмайынса башҡорт автономияһын атҡара алмайбыҙ - көсөбөҙ етерлек түгел.

Был һүҙҙәрҙән кемдер һағайып ҡалды, күптәре мәғәнәһен аңламай үткәреп ебәрҙе. Кәңәшмә ҡарары ошондай булды:

1. Башҡорт халҡын ҡурсылау өсөн ғәскәри берәмектәрҙе төрлө тарафтарҙа төҙөргә. Бының өсөн алыҫ төбәктәрҙе, тау-урман төпкөлдәрен файҙаланырға;

2. Идара итеү үҙәге итеп Ҡатай кантонының Әхмәт ауылын билдәләргә;

 

Кәңәшмәнән һуң Вәлидов тура Әхмәт ауылына китергә булды, был турала ышаныслы кешеһе аша ауылға хәбәр итте, юлдаш итеп Әмир Ҡарамышевты алды.

Бер көн хәл итеп алғандан һуң юлға сыҡтылар. Таң менән Еҙем-Ҡаранға имен-һау килеп еттеләр. Ауылда ҡыҙылдар юҡ ине. Алдан хәбәр алған Сабир хәҙрәт юлсыларҙы йылы ҡабул итте, алмаш кейемдәр әҙерләп ҡуйған икән - шуларҙы бирҙе. Ул-был итеүгә Мәжит Ғәфури килеп етте. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәндәрҙе һағынып хәтерләп ултырҙылар.

Артабанғы маршрут: Хоҙайбирҙегә, артабан йәнәш ятҡан Шамов руднигына, шунан - Әхмәт ауылы.

Ни сана, ни арба ваҡыты, юлдағы бысраҡ өйөрөлөп ята, бына тағы иретә башланы. Бындай шарттарҙа артабан ат менән барыу мөмкинлеге юҡ икәне асыҡланды. Тамаҡ туйҙырып алғас, артабан йәйәү киттеләр. Аяҡ аҫты шыя, еңелтә ямғыр һибәләй, күшегә-күшегә, хәлдән тая-тая Әхмәтзәкиҙең мөғәллимлек менән шөғөлләнгән ҡәрҙәшенә барып ауҙылар. Был туғаны ла мосафирҙарҙы йылы ҡабул итте, йүгереп йөрөп сәй әҙерләне. Сәйгә ултырыуҙары булды тәҙрә аша хәрби кейемле һәм ҡораллы бер әҙәмдең өйгә яҡынлағаны күренде.

- Быныһы кем тағы? - Әхмәтзәки ҡарашын өй хужаһына йүнәлтте

- Шамов руднигы милицияһынан. Кем шул арарла ошаҡлай һалды икән? Шикле кешеләрҙе эҙләй тип ишеткәйнем инде, һеҙгә ул турала әйтергә ҡыймай торҙом.

- Әмир! Билбауҙарҙы хужаға тапшырайыҡ! Ни булырын белеп булмай.

- Мә, тот! Йәшер! Һаҡлай күр, зинһар!

Өлгөрҙөләр. Билбау эсенлдә дөйөм эш өсөн тотонорға әҙерләгән аҡса, алтын, көмөш.

- Зәки ағай! Әллә... -Ҡарамышев һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, уның нәмә әйтерен аңлаған Әхмәтзәки уның һүҙен ҡырҡа бүлде.

- Юҡ, ярамай! Сабирйән ҡустының үҙен, ғаиләһен тереләй утҡа һалыу буласаҡ! Я-ра-май! Бер кешене үлтереп һалып ҡотолоп булыр тип уйлайһыңмы? Яңылышаһың!

Милиция өйгә инде. Сәләм биреү-нитеү юҡ, ҡыҫҡа ғына итеп әйтте:

- Рудник комиссары сезләрне сүләшергә саҡырта.

- Беҙ бик йонсоноҡ, күшектек, сәй эсеп хәл йыйғас үҙебеҙ барырбыҙ.

- Юҡ! Улай булмай, хәзер үк йыйынығыз, комиссар тиз килтерергә ҡушты.

Еүеш кейемдәребеҙҙе киптерәйек, исмаһам, һып-һыу бит. Үҙең күреп тораһыңдыр, моғайын.

- Юҡ, ярамай.  

Был әҙәм саҡ-саҡ татарса һупалай, милләте кем икәнен аңлауы ла ҡыйын, әллә сыуаш, әллә сирмеш. Аяҡ һоноп сәй эсеп ултырыу килеп сыҡманы былай булғас, лыс һыу аяҡ кейемдәрен тартып кейеп, киттеләр былар ҡушарлап атлап. Ишек төбөндә торған һаҡсы һалдат уларҙы өндәшмәй генә ымлап артабан үткәреп ебәрҙе.

Комиссары урыҫ икән. Бер яҡтан, уныһы насар, улар башҡортто дошманға һанайҙар, икенсе яҡтан, һәйбәт - һинең телеңде аңламай. Һорауҙы инер-инмәҫ борон яуҙыра башланы: Кто такие? Откуда? Куда путь держим? Говорите быстро и конкретно.

- Нимә әйтәһегеҙҙер, аңламайбыҙ!

- Беҙ урыҫса һөйләшә белмәйбеҙ!

Рус телен һыу кеүек эсһәләр ҙә мосафирҙар был юлы был телде белмәмешкә һалыштылар.

Тегенеһе ярҙамға килде:

- Сиздән сорий: кем сиз, кайда бара? Может тюрьма каскан?

- Юҡ! Юҡ ! Аллам һаҡлаһын! Никак тюрьма ҡасҡан түгел. Беҙ ҡатай яғы имамдары, ҡәрҙәшебеҙгә килдек, әлхәмдулилла.

- Если вы такие представительные люди почему в грязном одевании, как нищие?  

- Был юл кейеме.  Күреп тораһығыҙ: яҙ көнө бит! Бысраҡ. Бысранмай ҡалған әйбер юҡ.

Ҡарамышев өнһөҙ-ниһеҙ һары мыйыҡлы комиссарға төбәлеп алған да үтә ҡарап тора. “Ым” булыр-булмаҫтан өҫтөнә ырғырға әҙер ул. Көсө ташып барған кешенең уйы билдәле, ҡыҫҡағыраҡ уйлай, күренеп тора: уйы - комиссарҙы ошонда уҡ һуҙып һалыу.

Вәлидов уны күҙ ҡарашы менән тыйҙы.

- До выяснения ваших личностей придется вас закрыть! - Ул ишек төбөндә торған һаҡсыһына ишара яһаны. - Уведите отсюда.

Әхмәтзәкигә был һалдат таныш тойолдо, төҫөнән башҡорт икәне күренеп тора, баҙнатһыҙ ғына йөрөгәндәй тойола. Күренеп тора: әллә ни йәш кеше түгел.

Ҡаршылағы бер бүлмәгә индереп яптылар. Көн кискә ҡарай ауышты. Комиссариаттағылар өйҙәренә таралды.

Вәлидов ял итергә тип ҡырынайып ятты, ә Әмир Ҡарамышев сыҙамай, ишекле-түрле йөрөй, бер-нисә ҡат тәҙрәнең ныҡлығын самалап ҡараны, бирешерҙәй түгел икән был тәҙрә.

Ҡараңғы төшөп бөтөүгә шағыр-шоғор ишек асылып китте. Баяғы һаҡсы, башҡорт уҙаманы, инде лә шыбырланы:

- Әхмәтзәки ағай! Тиҙерәк сығығыҙ! Һеҙҙе көтәләр!

- Кем көтә? - Әхмәтзәки тертләп китте. Быларға ышаныс юҡ, сығарыр ҙа - атырҙар һәм вәссәләм, исемеңде лә һорап тормаҫтар.

- Һеҙ төшкән өй хужаһы. Әйҙәгеҙ, минең арттан. Тиҙ булығыҙ!

Әңгәмәләшеп торор ваҡыт түгел, йыйындылар ҙа сыҡтылар. Бер ҡараңғы тыҡрыҡҡа боролоуға  Сабирйән килеп сыҡты:

- Зәки ағай! Бына билбауҙарығыҙ, һеҙҙең икегеҙгә ике егеүле ат әҙерләнек, аҙыҡ һалғанбыҙ, саналарға ултырып артабан шылығыҙ, яҡтырғансы арыуыҡ ер китеп өлгөрөрһөгөҙ. Ағиҙел буйында һеҙҙе ике егет көиөп торор, аттарҙы шуларға тапшырырһығыҙ ҙа артабан йәйәү китерһегеҙ. Боҙҙа аттар йөрөрлөк түгел, бик йоҡарған, ышанысһыҙ. Һалдатты ла үҙегеҙ менән алмайынса булмаҫ, ул бында ҡала алмай бит инде. Тағы урман аша тура юлды ла белә. Тегеләр ҡыуа сыҡһалар - оло юлдан барасаҡтар, беләм.

- Алабыҙ был һалдатты, алабыҙ! Әйҙә, минекенә ултыр, ағай.

Һалдат өндәшмәй генә дилбегәне үҙ ҡулына алды. Аттар бер-бер артлы ҡыҙыу ғына ҡуҙғалып китте. Иреккә сыҡҡас ни күңел дә күтәрелде. Тирә-яҡта ҡараңғы һәм һил донъя, осо-ҡырыйы булмаған далалар һәм юлдар. Вәлиди эргәһендәге һалдатҡа ҡарап һүҙ башланы:

- Арҡадаш, исемең кем? Ата-олаталарың кемдәр? Ҡайһы яҡтан? Былай йөҙөң таныш булғандай күренә, ләкин иҫләй алмайым ла ҡуям.

- Һеҙ танымайһығыҙҙыр инде, ә мин һеҙҙе шунда уҡ таныным. Үҙ ауылыңдың ат ҡарағын иҫләмәһеңме ни?

- Ай, әттәгенәһе, һин...һин әллә Аҫылбай ағаймы? Аҫылбай ағай! Шулаймы? Ҡайһылай уйламағанда осрашып ҡуйҙыҡ. Эйе, яңы таныным, үҙгәреп киткәнең бит.

- Донья тиҙ үҙгәртә ул, бигерәк тә хәҙерге көндәрҙә. Ҡасан бер тыныс тормошҡа ҡалып йәшәрбеҙ икән? Һуңғы ваҡытта шул һорау мине бигерәк тә ныҡ борсой.

- Уға тиклем оҙаҡ ҡына көрәшергә тура килер әле!

- Мин дә шулай тип уйлайым...

Бына Ағиҙел. Уларҙы көтөп торғандар икән, аттарҙы тапшырып боҙ аша йәйәүләп аръяҡҡа сыҡтылар. Шығай ауылына килеп еткәндә яҡтыра башлаған ине инде. Ошо ауылда ял итеп алырға тип кәңәшләштеләр. Бында Әхмәтзәкинең белеше бар.

Һуңыраҡ шуны ишеттеләр: ҡыҙылдар быларҙың урындағы төрмәнән ҡасҡандарын төн уртаһында һиҙеп ҡалғандар һәм ҡыуа төшкәндәр. Аҫылбайҙың тура юлдан тартып килеүе уларҙы ҡотҡарған.

Ә иртәнсәккә ҡарай эҙәрлекләүселәрҙең юлын Хоҙай Тәғәлә үҙе ҡырҡҡан: төндәге боҙло Иҙел мосафирҙар тороуға ҡотороп киткәндәй тойолдо, боҙ ҡуҙғалып киткән икән, шуға күрә ҡыуғынсы ҡыҙыл төркөм был яҡ ярға сыға алмай өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөп, кире әйләнергә мәжбүр булғандар.

Ҡыҙылдар алыҫлашҡас артабанғы юлды көпә-көндөҙ дауам итергә ҡарар иттеләр. Әхмәт ауылына тиклкм аралыҡты ҡатҡыл ваҡытта үтеп ҡалдылар, сана таҡҡан аттар өсөн дә ҡатҡыл еңеллек килтерҙе, буғай, бик етеҙ юртаҡланылар.

Әхмәт ауылында Зәки Вәлиди менән Әмир Ҡарамышты фельфебель Муса Мортазин ҡаршыланы һәм Юламан мулла өйөнә урынлаштырҙы. Хөкүмәт төрмәлә саҡта алпамышалай был егет Башҡортостан Ваҡытлы реввоенсовет ағзаһы булып һайланған һәм Тамъян-Ҡатайға кантон милицияһын ойоштороуға ебәрелгән. Хәҙер ул милли хәрәкәт сафында, эскадрон командиры булараҡ, полк төҙөү эше менән шөғөлләнә. Муса Мортазин бик абруйлы командир булып сыҡты, ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә, хәрби тәжрибәһе лә йәш һалдаттарҙы өйрәтерлек. Әкиәттәрҙә телгә алынған батыр-баһадирҙарҙың хас үҙе инде ул Муса: эре һөйәкле, бөркөттәй ҡарашлы, алпамыша кәүҙәле. Була бит шундай кешеләр, Хоҙай уға бөтәһен дә бирә: һәләтен, һаулығын, бәхет-шатлығын һәм ҡайғыларын да...

Шамов руднигы милицияһынан ҡасып килгән Аҫылбайға ла эш табылды: Юламан мулла тәҡдиме буйынса уға ат хужалығын йөкмәттеләр. Ул, ат яратҡан башҡорт, был эштә бөтә тырышлығын һалды, аттарҙы ас тотманы, матур итеп ҡараны. Тора биргәс башҡа хужалыҡ эштәрен дә йөкмәттеләр Аҫылбайға. Эш рәтен белә, бөтә ваҡ-төйәк эштәрҙе үҙе белеп еренә еткереп башҡара. Хәрби эштә лә хужалыҡ эштәрен үҙ ваҡытында башҡарыу кәрәк, аттар ҙа, кешеләр ҙә асығырға тейеш түгелдәр, тағы башҡа эштәр ҙә етерлек.

 

                    7. Башҡорт ғәскәрен төҙөү

 

Башҡорт партизандарының үҙәгенә әүерелеп барған Әхмәт ауылында Зәки Вәлидинең мәшәҡәте муйындан. Ә эштәр бармай тип әйтеп булмай, төрлө мәшәҡәттәре менән ҡушарлап һәүетемсә генә ыңғайлап китеүе күҙгә ташлана. Өфө кәңәшмәһендә Рәсәйгә күрше йәшәгән яҡын -  тирәләге халыҡтарға мөрәжәғәт яҙып, башҡорт милләтененең торошо менән таныштырырға тигән ҡарар ҙа булғайны, кинәйәһе шул: бәлки, рухи яҡтан, булмаһа - мәтди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙмаҫтармы икән! Бында япондарҙың Владивостоктағы вәкиллегенә, Украина, Грузияға китәсәк илселәр билдәләнде, сит ил кешеләренә тәғәйенләп мөрәжәғәттәр яҙылды, юлға сыға торғандарға етерлек сығымдар бүленде. Бар бәлә шунда: мөрәжәғәттәрҙе ташҡа баҫтырыу, ҡырҡыу, ҡушлап тегеү машинкалары юҡ. Шулай ҙа юлын таптылар: урыҫса булғандарын кантон идаралығында ултырған берҙән-бер машинкала төндәрен йәшерен баҫып күбәйттеләр, ғәрәф хәрефтәре менән яҙылғандарын ҡулдан күсерергә тура килде. Тиҫтәләгән кеше ултырып алып тик шул эш менән шөғөлләнделәр. Вәлиди был ғәскәр берәмектәре өсөн ҡорал, аҙыҡ-түлек йыйыу менән даими шөғөлләнде. Ошо яҡтан Юламан мулла ҙур ярҙам күрһәтте, бер килке арҙаҡлы байҙар менән осраштырҙы, улары һәр яҡлап ярҙам итергә һүҙ бирҙеләр. Хәҙер йыйылған ҡорал, аҙыҡ-түлектең отрядтарға ебәрелеп өлгөрмәгән өлөшө мәсет сарҙағында һаҡлана.

Ҡайһы ваҡыт Әхмәтзәки болоҡһоп китеп, бата уҡытып йәрәштерелгән ҡыҙы Нәфисәне иҫкә төшөрә, Әбйәлилгә барып ҡайтырға уҡталып-уҡталып ҡуя, ләкин бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр ебәрмәй, икенсе яҡтан бынау тиклем арҡадаштарыңды бер-нисә көнгә булһа ла нисек ташлап китәһең? Намыҫы ҡушмай. Был тиклем масса араһында йөрөгәндә шәхси эштәрең бер яҡ ситтәрәк тороп тора инде, башҡаса - хәл юҡ. Олоғара эшкә тотондолар бит! Әйтеүе ни тора!

Әхмәт ауылы ни башҡа башҡорт ауылдарына оҡшап ҡәҙимгесә йәшәй, халҡы мал-тыуар, башҡа мәшәҡәттәр менән булыша. Бындағы ауылға килгәндә отрядтыҡылар ҙа башҡортса кейенеп, атын урман ситенә ҡалдырып, йәйәү көйө килеп етеп, муллаға инеп, йомош-юлын үтәгәс, кирегә борола. Шулай һөйләштеләр: урамда бер хәрби кейемле кеше күренергә тейеш түгел. Ауыл муллаһына кем генә килеп-китмәүе мөмкин, ә ул дуҫмы-дошманмы беренсе ҡарамаҡҡа ҡайҙан беләһең? Белеп булмай, әлбиттә, бында күрәҙәсе юҡ.

Бына май айының аҙағы килеп етте. Тирә-яҡ тәбиғәттең саф һауаһы тәнгә рәхәтлек, йәнгә тыныслыҡ һәм илаһилыҡ биргән ваҡыт. Аттар ҙа күк үләндә көрәйеп баралар, быныһы бик шәп, сөнки уларһыҙ был донъяны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Талха Рәсүлевты Владивостокка оҙатыуға ике-өс көн үткәйне, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йән тетрәткес хәбәр ишетелде: чехословак корпусы һалдаттары Советтарға ҡаршы фетнә күтәргән, Силәбе менән Омск араһындағы Себер тимер юлын үҙ ҡулына төшөргән! Эш асылы шунда: Беренсе донъя һуғышы барышында Рәсәйгә ҡаршы һуғыш алып барған Австро-Венгрия армияһының алтмыш меңгә яҡын һуғышсыһы булған чехословак легионы әсиргә төшкәйне. Үҙ теләктәре менән һуғышыуҙы туҡтатҡаны өсөн батша хөкүмәте уларҙы ҡоралһыҙландырманы, һуғыш тамамланғансы тип әйтеп, Урал -Себер тимер юл хеҙмәтендә файҙаланды, һуғыш бөтөү менән ҡораллы көйө кире ҡайтарырға вәғәҙә бирҙе. Ул арала Рәсәй большевиктар ҡулына күсеп китте, немецтар менән солох төҙөлдө. Шул арҡала чехословактар үҙ илдәренә ҡайтыуҙы талап итә башланы.

Һөйләшеүҙәр оҙаҡ ҡына барҙы, ниһәйәт Советтар уларға илдәренә ҡайтырға рөхсәт бирҙе. Был килешеүгә 1918 йылдың 26 мартында өлгәшелгәйне. Ләкин ҡайтырға әҙерләнеп бөткән саҡта ғына ике өҫтәмә күрһәтмә килеп етеүе уларҙы аптырауҙа ҡалдырҙы:

а) ҡайтыу юлын Рәсәй ерҙәре аша түгел, ә Владивосток аша һыу юлы буйлап билдәләргә;

б) ҡоралдарҙы тулыһынса урындағы власть органдарына тапшырырға, корпус составында булған бөтә урыҫ офицерҙарын тотоп советтарға бирергә;

Аптырауға ҡалдырған бындай күрһәтмә иң беренсе нәүбәттә офицерҙарға бик шикле тойолдо, чех офицерҙарының бер өлөшө, ҡоралһыҙ корпус буламы тип уйлап, “ҡоралһыҙландырып алһалар - беҙҙе большевиктар теҙеп атып бөтөрәсәк” тигән хәбәрҙе ярҙы. Уларға урыҫ милләтенән булған офицерҙар ҡушылды. Антанта вәкилдәре лә шул хәбәрҙе ҡабатланы һәм бер туҡтауһыҙ тылҡыны. Һәм бына инде көтмәгәндә - фетнә.

Большевиктар өсөн уйламағанда үлемесле хәл-хәүеф килеп тыуҙы. Һуғышҡа өйрәтелгән, һуғыш яландарында кәрәкле тәжрибә туплаған тиҫтәләгән мең хәрби масса Сызрань - Силәбе - Алыҫ Көнсығыш тимер юлын ҡулға төшөрҙө, тимер юл буйындағы ғәскәри, аҙыҡ-түлек складтарын баҫып алды, һөжүмдәрен тимер юлының ике яғына киңәйтеп алып китте.  

Ошо фетнә арҡаһында япон вәкәләтлегенә үтә алмайынса Талха Рәсүлев кире әйләнеп ҡайтты. Тиҙ генә Тәңрекүл хужаһы Ғәлимйән Тағандың йортонда йыйылдылар.

Йыйылышты асҡан ыңғайы Зәки Вәлиди иң төп һорауҙы ҡуйҙы:

- Башҡорт хөкүмәте чехословактар болаһына ниндәй мөнәсәбәт белдерергә тейеш? Уй-фекерҙәрегеҙҙе тура ярып әйтегеҙ! Бындай һынылыштыр ваҡытында беҙгә һәр һүҙ мөһим, шуны аңлағыҙ һеҙ, арҡадаштар. Беҙ бөгөнгө көндә ике уртала ҡалдыҡ...

Төрлө фекерҙәр әйтелде, әлбиттә. Ахырҙа “чехословактар менән туранан-тура мөнәсәбәткә инеп ҡарарға кәрәк” тигән фекергә килделәр ҙә шуны ҡарар итеп яҙып ҡуйҙылар. Зәки Вәлидовҡа Силәбегә юлға сығыу тәҡдиме булды, штабс-капитан Тағановҡа ғәскәргә ҡағылған эштәрҙе тәртипкә килтерергә ҡушылды. Тағы бер яңылыҡ булды: Вәлидовтың тәҡдиме буйынса, урында эште өҙлөктөрмәй алып барыу өсөн, Сәғит Мирасовты ваҡытлыса хөкүмәт рәйесе, Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды - хөкүмәттең хәрби бүлеге мөдире һәм башкомандующий итеп һайланылар.

Силәбегә табан уҡталған сәфәр,  Зәки Вәлиди уйынса, был юлы, шөкөр, ыңғай ғына булды, күп ыҙалар менән барыбер барып етте ул. Тик килеп етеү ҡыуанысы бик һөрөңкө, сөнки осрашыу нисек булыр, башың яурында көйө ҡайтырһыңмы, әллә кәүҙәңдән уны айырып ташлап ҡуйырҙармы был чехтар һәм словактар - билдәһеҙ. Шуныһы күңелгә насар тәъҫир итеп тик тора.

Чехословактарҙың штабы ҡала станцияһындағы бер-нисә вагондан тора икән. Эшелонда ҡатланып теҙелгән, ят кейемдәге хәрбиҙәр унда-бында сабалар, станция ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткәндәй. 

Тиҫтәләгән урында тикшереү үтеп башҡорттар вәкиле Богдан Павло исемле хәрәкәт етәксеһенең вагонын тапты, һаҡсыларға ҡағыҙын күрһәтте, тегеләре бер офицерҙы саҡырҙы, уныһы вагонға шәхес раҫлаусы ҡағыҙҙарҙы ҡарап та тормайынса еңел генә үткәреп ебәрҙе. Эстә өс хәрби ултыра ине. Богдан Павлоны белмәгәнгә һәм танымағанға күрә Вәлидов берәүгә лә төбәлмәйенсә һүҙ башланы:

- Мин - Зәки Вәлидов, Башҡортостан хөкүмәте исеменән килдем һеҙгә!

- Ә мин - Павло Богдан - чех-словак корпусының революцион комитеты рәйесе. Бында ултырғандар- ревком ағзалары.Тыңлайым һеҙҙе. Һүҙегеҙҙе ҡыҫҡаҡ тоторға тырышығыҙ, иркенләп гәпләшеп ултыра торған ваҡыт түгел.

Башҡортостан хөкүмәт вәкиле ҡыҫҡа ғына итеп бөгөнгө хәл-торошто һөйләп бирҙе, әгәр ҙә һуғыш кәрәк-яраҡтары буйынса ярҙам булһа, йыйылып ятҡан хәрби көстәр  менән һуғышҡа инеү мөмкинлеген әйтеп бирҙе. Тынлыҡ урынлашты. Өҫтәл артында ултырыусы хәрбиҙәр аҫҡа текәлеп алғандар ҙа ҡымшанмай ҙа тик ултыралар. Былай ултырыуҙары нимәне аңлата икән, тип борсола биреп уйлап алды Зәки Вәлиди һәм тағы телгә килде:

- Әллә һеҙ минең һүҙҙәргә ышанмайһығыҙмы?

Вәлиди был тынлыҡты үҙенсә аңлағайны, шуға күрә ошо иң мөһим һорауҙы бирҙе.

- Ышанабыҙ, әлбиттә, ышанабыҙ! Үҙебеҙҙең разведка аша тау-таш араларында хәрби көс йыйып ятыуығыҙ беҙгә бик яҡшы, ҡабатлап әйтәм, бик яҡшы билдәле. Бынан тыш большевиктарҙың сығарған гәзиттәрен уҡып анализлап барабыҙ, бында килерегеҙҙе лә фараз иттек. Бына бит фараздарыбыҙ ҙа дөрөҫкә сыҡты. Әйтер һүҙебеҙ әллә ҡасан уҡ әҙер: беҙ урындағы ерле халыҡҡа ҡаршы һуғышмайбыҙ, ләкин уның тын алышын белергә тейешбеҙ. Һөйләшеп килешеү, фекер алышыу тик файҙаға ғына булыр, тип уйлайбыҙ беҙ...

Оҙаҡ ҡына итеп һөйләшеүҙән һуң чехословак корпусы башлыҡтары башҡорттарға ҡорал, аҙыҡ-түлек һәм башҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итергә ризалашты, ошо ҡалаға килеп урынлашыуҙы тәҡдим итте, шунда уҡ Силәбелә башҡорт хөкүмәте өсөн айырым бина бүлде. Зәки Вәлиди үҙ ғәскәре менән чехтар һөжүменә ҡушылырға ризалыҡ бирҙе. Чехтар Екатеринбург йүнәлешендә, башҡорттар - Арғаяш яҡтарында хәрәкәт итергә килештеләр.

Икенсе көндө ҙур бинала урынлашып алған Вәлидов янына Ғәлимйән Таған килеп етте, уның артынса Темәстән Башҡортостан Мәркәз шураһы ағзаһы Абдулла Әҙеһәмов килеп инде. Берәмләп-яйлап башҡалар ҙа йыйылды, күңеллерәк булып китте. Тағы йыйылыш үткәрҙеләр: Зәки Вәлиди үҙе бер юлы Башҡортостан хөкүмәтенең хәрби бүлеге мөдире, хәрби идара башлығы һәм бындағы Шура рәйесе итеп раҫланды.

Уның исеменән большевиктарға ҡаршы көрәш ойоштороу өсөн “төбәктәрҙә ҡораллы отрядтар төҙөү” тураһындағы фарман тирә-яҡҡа таралды, Силәбе өлкәһе башҡорт волостарында өлөшләтә мобилизация үткәреү тәртибе иғлан ителде. Хөкүмәт һәм Шура ағзалары ғәскәри кейем кейеп алдылар, хатта тәүҙә бер-береһен танымай торҙолар. Шул арҡала Шура ла тик хәрбиҙәр инеп-сығып йөрөгән ҡәҙимге хәрби штабҡа оҡшап китте.  Аҙыҡ-түлек, мануфактура һатып алыу маҡсатында Себер яҡтарына Абдулла Әҙеһәмов ебәрелде. Тамъян-Ҡатайҙа тулы йәйәүле полк ойоштороу бурысы ротмистр Әмир Карамышев менән унтер-офицер Муса Мортазинға тапшырылды. Тағы бер йәйәүле полкты прапорщик Тереғулов менән штабс-капитан Тағанов Златоуст яҡтарында ойошторорға бурыслы.

Регуляр ғәскәр төҙөү уңайы менән мәтди сығымдар мәсьәләһе хәрби шура ултырышында ҡаралды. Ярҙам алыу буйынса һөйләшеүҙәрҙе башлау өсөн Ваҡытлы Себер хөкүмәтенә һәм Көнбайыш Себер ғәскәре командующийына подпоручик Абдулхаҡ Ғабитовты ебәререргә ҡарар ителгәйне. Шуны саҡыртып алды хәрби бүлек мөдире, ҡағыҙ һондо:

- Ошо ҡағыҙҙы уҡып сыҡ әле! Теләгән урынын ҡыҫҡарт, йә өҫтә!

Тегеһе уҡып алып китте:

 

“Башҡортостан мөхтәриәтен яҡлау маҡсатында беҙ мобилизация иғлан иттек. Аҡса беренсел мәсьәләгә әйләнде. Әгәр ярҙам ҡылмаһағыҙ, күп кенә уйҙарҙы тормошҡа ашырып булмаҫтай. Әлегә беҙҙә мылтыҡтар, пулеметтар, шартлатҡыстар, патрондар етешмәй, ат, арба, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк яраҡтарҙы һатып алаһы бар...  

 

- Бында бер нәмәне лә өҫтәү, йәки ҡыҫҡартыу кәрәкмәй, Әхмәтзәки ағай!

- Бик һәйбәт! Улайһа бына тағы бер ҡағыҙҙы өҫтәп һалып ал! Ваҡытлы Себер хөкәмәте хәрби министры Гришинға яҙылған. Улар менән һөйләшеп килешеү өсөн өс шарт ҡуйылған:

а) Башҡорт ғәскәрен айырым хәрби берәмек итеп таныу, уның идараһын Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағында ҡалдырыу;

б) Башҡорт ғәскәренең баш штабын тейешле бүлектәр менән ойоштороу, уның мәтди сығымдарын Себер Ваҡытлы хөкүмәтенең хәрби министрлығына йөкмәтеү;

в) Баш штаб төҙөлгәнгә тиклем башҡорт дивизияһын - артиллирияһын, кавалерияһын, инженер һәм башҡа ярҙамсыл төр ғәскәрҙәрен тейешле кимәлдә ҡорал һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү;

Ғәбитов ҡағыҙға оҙаҡ ҡына текләп торҙо ла әйтеп һалды:

- Мин, әлбиттә, ҡушылған йомошто үтәп сығырмын, тик белгем килә, үҙең шуларға ышанаһыңмы һуң, Әхмәтзәки ағай? Шуны бик белгем килә. Мин, мәҫәлән һис тә ышанмайым.

- Ха-ха-ха! Ҡыҙыҡ кеше икәнһең икән һин, Абдулхаҡ арҡадаш. - Зәки Вәлидигә күңелле булып китте, шикелле, рәхәтләнеп көлөп алды. - Ышанып етмәйем, әлбиттә, ләкин кемгәлер һөйәлергә кәрәк бит. Үҙең уйлап ҡара: чехтарҙың күтәрелеше беҙҙең өсөн генә түгел, ә Дутов өсөн дә көтөлмәгән хәл булған икән. Улар корпустың хәрәкәтенә шатланып ҡушылып киттеләр. Ләкин большевиктарҙы улар еңә алмаясаҡ, уныһын мин бик яҡшы беләм һәм аңлайым, сөнки берҙәмлек юҡ. “Бүленмәҫ Русия” тип ҡысҡырып йөрөгән урыҫтар үҙҙәре үк ошо илде сәрпәкләп бүлгеләй башланы. Ҡарағыҙ: әллә ниндәй хөкүмәттәр, фирҡәләр ҡалҡып сыҡты; Һамарҙа - Комуч - учредительный йыйылыш ағзалары комитеты, Екатеринбургта - Урал өлкә комитеты, Омскиҙә - Себерҙең Ваҡытлы хөкүмәте, Уралда - төрлө казачий ғәскәр идаралыҡтары. Тағы Русия мосолмандары өҫтөнән идара итергә дәғүәләгән “Милл-мәҙәниәт мөхтәриәт идараһы”, Төркөстан виләйәте, ҡаҙаҡтарҙың Алаш -  Урҙаһы. Рәсәй ере ҡораманан торған иҫке юрған ишаратына әйләнде. Ә үҙебеҙгә килгәндә, беҙ тик Алаш - Урҙа һәм төркөстан етәкселәре менән генә тығыҙ бәйләнештә. Шуны бел: ураған һайын үрсей барған урыҫ “хөкүмәттәренә” минең ышанысым юҡ! Уларҙың береһе лә башҡорт хөкүмәтен танырға атлығып тормай. Ат, һалдат, аҙыҡ-түлек биреүҙән баш тартҡан ауылдарға карат әтрәттәре ебәрәләр. Полковник Галкинға баш тартыусыларҙы атыу бер-ни тормай, ул ғына етмәй артиллирия ярҙамында полковник  ауылдарҙы утҡа тота, ер менән тигеҙләп китә. Һәр мөйөш һайын ҡабат-ҡабат ҡысҡырған демократия шулай буламы? Әллә беҙ демократияның нимә икәнен аңламайбыҙмы? Юҡ! Бик һәйбәт аңлайбыҙ, тик уны атҡара алмайбыҙ. Уйлағандарыбыҙҙы атҡарыр өсөн әлегә шулар менән килешеп эшләргә, баш эйеп һоранып барырға тура килә. Шулай итмәһәң - терәкһеҙ һәм япа-яңғыҙ ултырып ҡалауың бар. Көс менән хәйләне бер юлы ҡулланмаһаң - аяҡ аҫтында ҡалыуың бар.

Әбделхаҡ Ғәбитов барыһын да аңланы, фекерҙәр тап килеүенә ҡыуаныс, йыуаныс кисерҙе һәм юлға әҙерләнер өсөн ҡабаланып сығып китте.

Әхмәтзәки бер үҙе ҡалғас та, эшләнгән эштәрҙе тағы бер күҙ алдынан үткәреп сыҡты.

Мобилизация иғлан итеүгә әле күп тә түгел, әммә беренсе, уның артынса икенсе дивизия ойошторола башланы. Эш йылдам бармаҫ та ине, бәлки, әгәр Әмир Ҡарамышев, Муса Мортазин, Ғәлимйән Таған етәкселегендә төбәктәрҙә, чехтарға тиклем үк, төҙөлөп ятҡан отрядтар нигеҙ ташы булып ятмаһа. Башҡорт офицерҙары етешмәй, шуға күрә рус, поляк, татар хәрбиҙәре йәлеп ителде. Болшевиктар хәкимиәте аҫтында ҡалған генерал Ишбулатов менән тағы бер-нисә юғары чин офицерҙарын ла килергә саҡырып телеграмма һуғылды. Етешмәгән ерҙәр күп, әлбиттә, шулай ҙа эштәр ыңғай ғына китеп бара, быныһына шөкөр итмәйенсә булмай.

Туҡта! Ваҡыт барҙа был ваҡиғаларҙы ла ҡағыҙға теркәп ҡуяйым тип “Башҡорт тарихы. (ҡаралама вариант)” тип исемләнгән икенсе папкаһына ынтылды Вәлиди һәм элегерәк яҙғанын дауам итеп былай тип яҙа башланы:

“...Тамъян - Ҡатай кантонында, шулай уҡ Верхнеуральск һәм Троицк өйәҙҙәренең Башҡортостанҡа инмәгән ауыл һәм улустарында йәшәгән башҡорттарын да хеҙмәткә саҡырҙыҡ, һәм улар беҙҙең полкка килеп ҡушылды. Ләкин был тарафта ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡ юҡ ине. Был йәһәттән уларҙы мәхәллә милицияһы төркөмдәренә бүлдек, ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡулға төшкәс тә, хәрби частарға әүерелдерергә ҡарар иттек. Тап ошо ваҡытта бер осраҡлы, әммә уңышлы хәл арҡаһында Тамъян -Ҡатай милицияһы етәксеһе Әмир Ҡарамыш менән Муса Мортазин ҡулына бик күп ҡорал эләкте. Әле булһа Советтар ҡулында булған Мейәс ҡасабаһынан большевиктар Верхнеуоальскиҙағы ҡыҙылдарға, билдәле Кашириндар идараһында булған большевик- казактарға, бик күп ҡорал ебәргәндәр. Был хаҡта белеп ҡалған Әмир Ҡарамыш менән Муртазин, ҡыҙылдарҙы баҫып, ҡоралдарын Иҙелбашына (Белорет) килтереп, унда алда булған бойороҡ буйынса, беренсе башҡорт атлы полкын ойошторҙо.   (11, 207-208).

Бер-ике сәғәттән һуң туҡтап кирелеп-һуҙылып ял итеп алды, ҡараһа - төн уртаһы, йоҡларға ла ваҡыт еткән икән, ҡайһылай көндәр тиҙ үтә, аңғармай ҙа ҡалаһың - төн етә. Бер һүҙ менән әйткәндә, таң ата ла кис була, серем итеп өлгөрмәйһең - сәғәт таңғы биш була.

Иртәгәһе көнө иртә менән ярҙамсыһы Сәйетгәрәй Мағазов менән бергәләп алғы һыҙыҡтағы башҡорт батальондарына барып ҡайтырға тип сығып киттеләр. Еңел машинаны чехтар командованиеһы биреп торҙо. Руль артында чех офицеры ултыра, уның менән һөйләшеү рус телендә алып барыла, былай тулыһынса аңлашалар, сөнки уларҙың теле рустарҙыҡына яҡын тора, тик аңлашҡанда ҡулдарҙы күберәк һелтәргә, төртөп күрһәтергә, һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатларға тура килә. Шофер алда руль бороп бара, ә артта ике башҡорт йомшаҡ ултырғысҡа ултырып алып, иҫкән елгә кинәнеп биттәрен ҡуйып, гәп һуғып баралар.

- Әхмәтзәки әфәнде! Бындай “ҡорос” атҡа ултырыуым беренсе тапҡыр, ултырғыстары йомшаҡ икән,- тип һүҙ ҡатты Сәйетгәрәй йәнәш ултырған Вәлидовҡа ҡарап.

- Беҙҙең аттарҙан шәп күренә шул, тип һүҙ ялғаны Вәлидов, - арый белмәй, тик бензиның ғына булһын.

- Былай барһаҡ төш тирәһенә Көйөштә булырбыҙ әле.

- Булырбыҙ, әлбиттә, тик машина боҙолоп ҡуймаһын! Дошмандар осрап юлды ҡырҡыу хәүефе лә бар бит әле...

Чехтар менән бер рәттән башҡорт батальондары Арғаяшта большевиктарға ҡаршы ауыр һуғыштар алып бара. Бына шул яҡҡа йүнәлгән уларҙың сәфәре.

Көн сыуаҡ һәм йылы, ҡояш та нурҙарын йәлләмәй һибә. Башы асыҡ еңел машина саң туҙҙырып, еңелтә геүелдәп, саҡрымдарҙы тәгәрмәстәренә урай-урай алға елеүен белә.

Зәки Вәлидиҙе уйлап бара: һуғыш һөнәренә йүнләп өйрәнмәгән башҡорт ғәскәре һуғышҡа индерелде, сөнки чехтар шулай талап итте, теләмәһәң дә күнергә тура килде. Нисек икән уларҙың хәлдәре, кәйефтәре?

Ниһәйәт улар был яҡтарҙағы һуғыш һыҙығына, батальондарға килеп етте.

Бындағы хәлдәрҙең ҡатмарлығын чехтарҙың хәрби идараһында уҡ төшөндө Зәки Вәлиди. Һуғыш яланын күргәс, ул тиклем үк хәлдең ҡатмарлы булыуын күҙ алдына ла килтермәгәйне. Күҙ ташланы: бында һуғыш туҡтауһыҙ бара ла баһа! Алыш яланы арҡыс-торҡос траншеялар менән телгеләнгән. Ҡыҙылдар бер-бер артлы атакаға күтәреләләр, ләкин дошманларын траншеяларҙан бәреп сығара алмай аҙапланалар. Бөтә ер ут-ялҡын, күк йөҙө ҡара төтөн менән тулған. Ҡараңғы төшкәнгә тиклем ҡыҙылдарҙың өс атакаһы саҡ-саҡ кире ҡағылды, шулай ҙа һуғыш был көнө төнгә ҡарай туҡтап торҙо. Ары-бире атҡан тауыштарға иғтибар итмәһәң, ҡәҙимге тынлыҡ урынлашты. Ҡарауылдан башҡа булған арып, һуғыш мәхшәренән алйып йөрөгән һалдаттар шунда уҡ йоҡоға талды, ә  хөкүмәттең хәрби бүлек мөдире керпек тә ҡаға алманы. Кеше барыһына ла өйрәнә икән! Берәү ҙә төнгө атышҡан тауыштарға иғтибар итмәй.

Таң менән ҡыҙылдарҙың атакаһы ҡабатланды. Бик ҡыҙыу алға атлайҙар: һуңғы резервтарын сығарғандарҙыр, бәлки, ҡайҙан беләһең. “Ур-ра” ҡысҡырып өҫкә менеп киләләр.

“Ах-ти, штык һуғышына әйләнә икән был, әллә үлемем ошондамы икән”, - тип уйлап алды ла ул, бер яҡ ситтә ҡуҙғала алмай ятҡан бер яралының мылтығын алып, атыша башланы. Хәл иткес мәл етте, шикелле, окопта һаман ятһаң - тапап үтеп китеүҙәре бар. Бына шуларҙы уйлап алып ул, үҙҙәренекеләргә әйләнеңкерәп ҡараны ла ҡысҡырып ебәрҙе:

- Егеттәр! Атакаға! Ҡул һуғышына әҙерләнегеҙ! Башҡортостан мөхтәриәте өсөн алға-а-а!

Һалдаттар окоптарынан тороп алға ынтылды. Ике аралыҡ ҡыҫҡарғандан- ҡыҫҡара, бында тиҙҙән бөйөк мәхшәр буласағы билдәле, ләкин башҡаса бер-ни ҙә ҡылып булмай. Үлемесле минуттар яҡынайғандан-яҡыная...

Был ни ғәләмәт? Бер ваҡыт ҡыҙылармеецтар дошмандарына килеп етмәйенсә кире боролоп ҡаса башланылар!

- Чехтар! Чехтар килә! Ура-а-а-! - тип кемдер ҡысҡырып ебәрҙе, - артҡа ҡарап.

Унда, сафтарға теҙелеп, ниндәйҙер сит-ят хәрби кейемдәр кейгән чехословактарҙың ҙур бер хәрби төркөмө күҙ күреме ерҙе ҡаплап барабан һуҡҡан тауфшҡа бойһоноп алға атлай, алға ҡаратып тотҡан штыктары ҡояш нурҙарын сағылдырып ялт-йолт итә.                       

- Ура-а-а-а! Ура-а-а-а!

- Ал-ға-а-а-а!

Ҡыҙылдарҙың алғы рәте тырым-тырағай артҡа табан йүгерешә башланы, тиҙҙән бөтә ғәскәре ҡасырға тотондо. Атака дауам итте. Ҡыҙыл ғәскәр, йәбешеп туҡтар ер тапмайынса, Екатеринбург йүнәлешендә сигенде, артабан Турғаяҡ станцияһына ҡарай артҡа сигеүен дауам итте...

Йәй уртаһында Зәки Вәлиди башҡорт хөкүмәтен Ырымбурға күсереү менән мәшғүл булды. Күсенеү осорон, уның сәбәбен Вәлидов ҡағыҙға төшөрөп, былай тип яҙып ҡалдырған:

 

“Июль башынан август башына ҡәҙәр Силәбелә Башҡортостан хөкүмәтенең бөтә бүлектәрен ойоштороп бөттөк. Уларҙы чехословактар менән рус ғәскәрҙәре лә урынлашҡан Силәбе кеүек бәләкәй генә ҡалала урынлаштырыу мөмкин түгел ине, беҙ бында баштан уҡ ваҡытлыса төпләндек. Төп мәркәзебеҙ булған Ырымбурға ташынасаҡбыҙ. Семипалатинскиҙа алынған ҡарарҙарыбыҙға ярашлы һәм алдан билдәләнгән ниәттәребеҙгә күрә Ырымбур Башҡортостан менән Көнбайыш Ҡаҙаҡстандың дөйөм идара мәркәзе буласаҡ. Был хосуста рус казактары менән дә аңлаша аласаҡбыҙ. Ырымбур казактары был өйәҙҙе большевиктарҙан ҡотҡарғайны инде. Беҙ ҙә Силәбелә ойошторған идара органдарыбыҙҙың бер өлөшөн Ырымбурға күсерә башланыҡ һәм унда бер хәрби бүлек (военный отдел) булдырып, офицерҙарҙан Әхмәт Биишев менән хөкүмәт ағзаһы Сәғит Мираҫты ебәрҙек. Улар Темәстә кантон ойошмалары һәм ғәскәр бүлеге астылар, һәр кантон мәркәзендә “кантон ғәскәри төркөмө”(кантонный отряд) ойошторҙолар, ғәскәргә халыҡ үҙе килеп яҙыла ине. Һәр кантон рәйесе был хәрби төркөмдөң командиры булды.

Башҡортостан хөкүмәтенең Ырымбурға күсеп ерләшеүе, ниһәйәт, башында бөтә хөкүмәт органдары торған учреждениеләр менән бергә Ырымбурға күсеп, Карауанһарайға килеп урынлашыу менән осланды.  (11, 209-210).

Ошо уҡ ваҡытта Башҡортостандың үҙаллылығы буйынса һөйләшеп килешеүҙәр алып барылды, ләкин был эштең ғәмәле һуҙылды, сөнки Ваҡытлы Себер хөкүмәте , уның хәрби министрлығы башҡорттар өсөн мөһим һаналған был эште осрашып, һөйләшеп, йәһәтләп атҡарырға тырышманылар. Был эш Әбделхаҡ Ғәбитовҡа йөкмәтелгән. Нишләп сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйына ҡабул итмәйенсә көттөрәләрҙер - шуныһы билдәһеҙ уға. Һөйләшкән ваҡытта ла аныҡ ҡына яуап бирмәйҙәр. Ғәбитов Әбделхаҡ, еңмеш кеше, кире боролоп ҡайтып китергә уйына ла индермәне, аҙналар буйы йөрөнө, ҡабул итеүҙәрен көттө лә көттө. Башҡорт хөкүмәте ышанып тапшырған йомошто нисек тә булһа үтәргә, хәл итергә кәрәк бит! Бер-ниндәй һөҙөмтәһеҙ ҡайтып китергә нисек аяҡ тартһын?

Ғәбитов бында йөрөй торғас шуны аңланы: Себер хөкүмәтенең дә хәле шәптән түгел. Әгәр ҙә хәрби әҙерлек үткән башҡорт полктарын ситкә типһәләр - ахмаҡтың да ахмағы булырҙар улар.

Башҡорттарҙың илсеһе Әбделхаҡ Ғәбитовтың тырышлығы бушҡа булманы, ахрыһы, ниһәйәт, боҙ ҡуҙғалды, ике хөкүмәт һөйләшеүҙәренә юл асылғандай булды. Ошонан һуң ғына ул, Зәки Вәлиди исеменә төбәп, Каруанһарайға телеграмма һуҡты. Себер хөкүмәте менән һөйләшер өсөн Вәлидигә Омскиға сығырға кәрәк ине. Поезд менән барырға тура киләсәк, әгәр рельстар ҡайҙалыр шартлатылып өҙөк ятһа - барып етеүе бик икеле, шулай ҙа кәрәк ҡағыҙҙарҙы, һөйләшеүгә алып барыр өсөн, әҙерләргә кәрәк. 

Омскигә ҡарай Зәки Вәлиди хөкүмәт ағзаһы Мағазов менән ҡуша юлға сыҡты. Тимер юл полотнолары имен-аман булып сыҡты, поезд бер-ниндәй тотҡарлыҡһыҙ тәғәйен урынға алып барып еткерҙе. Әбделхаҡ Ғәбитов уларҙы вокзалда шатланып ҡаршы алды, ҡыҫҡаса бындағы хәлдәр менән таныштырҙы, һөйләшеп һүҙе бөтмәне.

Башҡорт делегацияһын Себер хөкүмәте хәрби министры полковник Гришин-Алмазов ҡабул итте. Осрашыуҙан алда юғарылағы чиндәр менән полковник һөйләшеп, кәрәкле күрһәтмә алғандыр, күрәһең, үҙен был юлы бик ышаныслы тота.

Зәки Вәлиди ҡыҫҡа ғына итеп Башҡортостан хөкүмәтенең ниндәй йүнәлештә эш алып барыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе һәм артабанғы һүҙҙәргә баҫым яһап әйтте:

- Башҡортостан хөкүмәте үҙ аллылыҡ иғлан итте, шуға күрә уның армияһы тик үҙ хөкүмәтенә генә бойһонорға тейеш, уға айырым шарттар булдырыу мөһим ...

- Беләм, уҡыным. Беҙ, Себер хөкүмәте, һеҙҙең мөстәҡилеккә ҡаршы түгел, ләкин үҙебеҙ ҡоралландырған бер ғәскәргә лә айырым шарттар бирә алмайбыҙ. Башҡорт һалдаттары туранан-тура беҙҙең командованиеға бойһонорға тейеш, - тип ҡырҡ киҫте Гришин-Алмазов һәм полктар тураһында һорашып алып китте. Ҡул аҫтына килеп ингән хәрби көстө уның бер ҙә ысҡындырғыһы килмәй ине, күрәһең. Булған тәҡдимдәргә ул “хөкүмәткә еткеремен”, “ҡарарбыҙ”, “уйлашырбыҙ” тигән битараф яуап һүҙҙәр менән генә сикләнде. Әңгәмә аҙағында Зәки Вәлидовҡа полковник дәрәжәһе тәҡдим итте, ләкин башҡорт илсеһе был тәҡдимде шунда уҡ кире ҡаҡты. Бындай дәрәжә алһаң - Себер хөкүмәтенә тулыһынса бойһонорға тура киләсәк, тигән уй үтте уның башынан, ул, хәрбиҙәр тормошо менән йәшәгән кеше, былай ҙа полковник, ләкин сит генералдарға бойһонмай. Ошо яғын бик һәйбәт һиҙемләй һәм аңлай ул.

Шул уҡ көндө Вәлиди Себер хөкүмәтенән килешеү шарттарын  алды:

а) башҡорт ғәскәре хәрби министр ҡайҙа ебәрә - шунда һуғышҡа  инергә тейеш;

б) командирҙарҙы тәғәйенләү фәҡәт юғары командование аша  

башҡарыла;

в) башҡорт ғәскәренә айырым өҫтөнлөк бирелмәй, ул башҡа  

полктар менән тиң хоҡуҡлы булып ҡала.

Әгәр ошо шарттар үтәлһә генә - Ваҡытлы Себер хөкүмәт башҡорт полктарын ҡорал, кейем менән тәьмин итергә риза.

Башҡорт илселәре оҙаҡ ҡына кәңәшләнгәндән һуң был шарттар менән ризалашырға булды, аҙаҡ күҙ күрер, тигән һығымтаға килделәр улар һәм ҡултамғаларын ҡуйҙылар.

Йоҡлап торғас, 10 июль көнө, был килешеүҙе Ваҡытлы Себер хөкүмәте лә раҫланы. Оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылған һөйләшеүҙәр ошолай тиҙ тамамланып та ҡуйҙы.

Был килешеү башҡорт хөкүмәтенең, хәрби көстәренең баһаһын арттырҙы. Хәрби бүлек тарафынан башҡорттар араһында дөйөм мобилизация иғлан ителде, ғәскәрҙе күбәйтеү эше йылдам ғына башланып артабан ҡыҙыу ғына дауам итте.

Бер -ике көндән һуң Һамарҙағы Комучтан килешеү айҡанлы ҡотлау телеграммаһы килеп төштө. Зәки Вәлидов үҙен “Һамар хөкүмәте“ тип атаған Комуч (Комитет учредительного собрания) һәм большевиктар тарафынан ҡыуып таратылған эсерҙар менән дә бәйләнешкә инергә, ярҙам һорарға ҡарар итте һәм һөйләшеү өсөн Муллаян Халиковты Һамарға ебәрҙе. Һөйләшеү уңышлы килеп сыҡты: Һамар хөкүмәте башҡорт ғәскәрен төҙөү өсөн аҡса, кейем, ҡорал менән ярҙам итергә булды.

Мобилизация иғлан итеп, ошо ярҙамдарҙы алыу арҡаһында бер ыңғайҙан алты йәйәүле полк, ике атлы полк, бер запас полк һәм уҡыу командаһы төҙөлдө. Ләкин был ике хөкүмәт, полктар төҙөлөп бөтмәҫ борон уҡ, уларҙы фронтҡа ебәрергә ашыҡты һәм быны тиҙ арала тормошҡа ашышыр өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалды.   

Сентябрҙә Комуч һәм Себер хөкүмәте Өфөлә йыйылды, бында башҡорт хөкүмәте илселәре лә саҡырылғайны. Уның төп көн тәртибе бөтә көстәрҙе бер йоҙроҡҡа йыйып, бөтә ил менән идара итерҙәй хөкүмәт булдырырға. Йыйылыш ошондай ҡарар ҡабул итте: Биш кешенән торған Ваҡытлы бөтә Рәсәй хөкүмәте булдырырға. Аҙаҡтан уны Уфимская Директория тип атай башланылар.

Ул арала фронттағы хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп китте. Һамар - Златоуст тимер юлы буйында ҡаты һуғыштар башланды, аҡтар ҡаса башланы. Уларҙың командованиеһы ошо һуғышҡа башҡорт ғәскәрҙәрен индерергә ҡушты, Вәлиди хәле еткәнсе ҡаршылашты. Ультиматум алғандан һуң ғәскәрҙе барыбер көслө ут аҫтына тығырға тура килде. Ҡыҙылдар һөжүмде Өфө йүнәлешенә күсерҙе. Өфөлә урынлашҡан Өфө Директорияһы ағзалары Омскигә ҡасты.

Башҡорт полктары уҙҙәрен аямай һуғыша, ә аҡ рустар һуғыш ныҡ ҡыҙған ваҡыттарҙа тиҙерәк һырт күрһәтеү яғын ҡарай, иң ауыр участкаларҙа башҡорттар тора. Шул арҡала аҡтар менән ара һыуына башланы, Юғары башкомандующий менән үҙ-ара мөнәсәбәт артабан боҙолоуға табан барҙы.

Октябрь уртаһында  Валидов Верховный главнокомандующий телеграфы аша телеграмма алды. Унда башҡорт частары Дутовҡа бойһондоролоуы, ғәскәр өсөн аҡса бүлеү башҡа булмаясағы тураһында асыҡ итеп хәбәр ителгәйне.

Зәки Вәлиди аптырауға ҡалды, арҡадаштары менән кәңәшләшергә булды. Йыйылышып оҙаҡ ултырып кәңәшләшкәндән һуң берҙән-бер ҡарарға килделәр: 

• Юғары башкомандующий менән ҡаршылыҡҡа инмәҫкә;

• фарманды әлегә иғтибарһыҙ ҡалдырырға;

• финанс сығымдарын эске мөмкинлектәрҙән эҙләп, ғәскәр  

төҙөүҙе  дауам итергә;

Ул арала илде фәжиғаға алып бара торған тағы бер аҙым яһалды: 18 ноябрҙа адмирал Колчак Омскиҙа урынлашҡан Директорияны ҡулға алып, үҙен Рәсәйҙең “Верховный правителе” итеп иғлан итте. Шулай итеп адмирал диктатура урынлаштырҙы. Өсөнсө көн тигәндә диктаторҙың бойороғо килеп етте:

• Айырым башҡорт корпусы, штабы, хәрби шураһы һәм  

идараһы  бөтөрөлә;

• Башҡорт ғәскәре бөтә мөлкәте менән Дутов ҡарамағына

тапшырыла;

Ашығыс рәүештә хөкүмәт ултырышы йыйылды. Мстислав Кулаев, хөкүмәт рәйесе, тәүге һүҙҙе башҡорт корпусы командиры генерал Ишбулатов Хәжиәхмәт Ишбулат улына бирҙе. Генерал дөйөм хәлгә анализ яһағандан һуң, сетерекеле хәлдән сығыу юлын әйтә алмауы тураһындә хәбәр һалды һәм үҙенең өлкән йәштәрҙә булыуына һылтанып посынан бушатыуҙы үтенеп һораны:

- Мин етмешкә етеп барам инде, ағай-эне! Элекке кеүек етеҙлек юҡ, энергияһы ташып торған йәшерәк кешене ҡуйырға кәрәк был посҡа! Уйлашығыҙ, кәңәшләшегеҙ, туғандар.

- Кемде ҡуйып була һуң был иң яуаплы урынға? - тип  Кулаев генералға һорау бирҙе.

- Әхмәтзәки ҡустынан да ҡулай кеше юҡ. Мин бөтөнләйгә ҡасмайым, ярҙам итермен, ләкин политик яҡтан да, физик яҡтан да үҙемде һуңғы ваҡытта ышанысһыҙ тоям. Минең һорауҙы, зинһар, ҡәнәғәтләндерегеҙ! Был урында энергияһы ташып барған йәшерәк кеше булырға тейеш.

Барыһына ла был берҙән-бер булған тәҡдим оҡшаны, бер тауыштан уны һайлап та ҡуйҙылар.

Зәки Вәлиди был тәҡдимде кире ҡаҡманы, сөнки алдан һөйләшеүҙәр ҙә булғайны. Икенсе яҡтан, шул уҡ эштәр менән былай ҙа шөғөлләнеп йөрөй бит инде. Бына шулай итеп, Вәлидов корпус командиры булып бер тауыштан һайланды.

Башҡорт ғәскәре берәмектәрен бөтөрөп, күрһәтмәгә ярашлы рәүештә полктарҙы төрлө частарға таратып Дутов ҡарамағына күсеү тураһындағы бойороҡто өсөнсө башҡорт полкы ла алды, ләкин уны үтәү тураһында уйлап та бирмәне. Ул полк, төп көстәрҙән айырылып, Сызрань, Һамар, Бөгөлмә яғында ҡаты һуғыштар алып бара ине. Артабанғы ваҡиғалар ағышы ҡапыл боролош яһаны. Эш былай килеп сыҡты: бер ҙур булмаған отряд оҙатыуында Верховный хаким исеменән килгән хорунжий Дутовтың ҡоралдарҙы “кисекмәҫтән тапшырырға” тигән приказын тапшырҙы. Полковник Тағанов был бойороҡҡа ҡырҡа ҡаршы сыҡты, бойһонманы, полкты башҡорт хөкүмәте төҙөнө, шуға уның әмерен генә үтәйәсәген сатнатып әйтеп бирҙе. Бындай ҡаты ғына итеп һөйләшеүҙе хорунжий көтмәгән булғандыр, шунда уҡ әңгәмәләшеүҙе өҙә һуҡты:

- Һеҙгә 24 сәғәт бирелә. Бойороҡ үтәлмәгән хәлдә - һеҙгә ут асасаҡбыҙ!

- Кем ут менән килә, шул утты үҙенә лә алыр, - тип яуапланы асыуы ташҡан башҡорт полковнигы Тағанов һәм ҡырҡа боролоп китеп барҙы. Һөйләшеп аңлашыу килеп сыҡманы. Артабанғы ваҡиғалар ағышын ҙур түҙемлек менән көтөргә генә ҡалды. “Өмөтһөҙ-шайтан”, тигәндәй был талаш-тартыш һуғыш хәленә тиклем үк барып етмәҫ, тигән ышаныс сатҡыһы күңелдә һуңғы минуттарға тиклем урын алып торғайны ла ул, ләкин ышаныс аҡланманы.  

Ультиматум ваҡыты үтеү менән Дутовсыларҙың атакаға килеүе күренде. Штыктарын алға табан һуҙып марш менән атлайҙар. Нишләргә? Ҡайһылай итһәң дөрөҫ була? Һорауҙар күп, уйларға ваҡыт ҡалмаған икән. Тормош талабы алҡымға килеп терәлде, ут менән килгәндәрҙе ут менән һыйламайынса булмайҙыр инде. Бойороҡто алмаҫ элек үк хәлдең ҡырҡыулығын һиҙеп, хәрбиҙәр тәғәйен урындарын алып, атышырға әҙерләнеп, окопҡа боҫтолар.

Казактар ышаныслы аҙымлар менән яҡынлағандан-яҡынлай. Аралыҡта 100, 50, 40, 30 метр тирәһе ҡалды. Һуғыш алдынан ғына була торған тәрән тынлыҡ урынлашты, тик казактарҙың тупылдап атлаған аяҡ тауыштары ғына мейегә таяҡ менән һуҡҡандай.

 Ғәлимйән Таған ҡалҡынды, ике яҡҡа ҡарап алды ла барыһына ла ишетелерлек итеп, көслө тауыш менән бойороҡ бирҙе:

- По-о-олк! Дутовсыларға ҡарай ут асырға!

Тағы ҡан ҡойош, тағы үлтереш мәшхәре башланып китте. Бөтә ялан пулеметтар таҡылдауына, мылтыҡтар шартлауына, пуляларҙың шыжлап осоуҙарына һәм шулай уҡ ҡапма-ҡаршы тороусыларҙың ауаздары менән тулды. Көн буйы барған атыш башҡорт ғәскәре файҙаһына тамамланды: ныҡ ҡаршы торҙолар улар, сигенергә уйламанылар, окоптарын ташламаҫтан йәбешеп яттылар, шуға күрә дутовсыларға сигененергә тура килде. Иртәгәһе көндө ҙурыраҡ көстәр менән килеүҙәре көн кеүек асыҡ ине, күҙ күреме ерҙә  уларҙың үле һалдаттары ятып ҡалды. Ҡыҫҡаса әйткәндә, хәл-торош шулай: был башҡорт ғәскәре тулы ҡамау эсендә.

 Бына ошондай шарттарҙа Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре ике ут артаһында ҡалды.

Полковник Ғәлимйән Таған, кәңәш тотҡандан һуң, шундай ҡарарға килде: аҡтар ҡулсаһы аша төндә һиҙҙермәй генә һарҡып сығырға һәм Темәс тирәһендәге төп көстәргә барып ҡушылырға. Башҡаса сара юҡ. Был ҡарар һәр бер һалдатҡа еткерелде һәм уларҙың хуплауы ҡарарҙың дөрөҫ булыуына бер-ниндәй шик ҡалдырманы.

 

                      8. Комбриг Мортазин

Беренсе донъя һуғышы башланған йылы, йәй көнө, Муса Мортазин хеҙмәт иткән артбригаданы румын фронтына ташланылар. Бер большевик менән яҡындан танышып, уның менән бергәләп һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы йәшертен эш алып барҙы ул, һуғыштың империалистик асылын асып, командирҙарҙы намыҫлы һалдаттар араһынан һайларға өндәне. Шул арҡала штрафбатҡа хөкөм ителде, тик унан февраль революцияһы ҡотҡарҙы. Күп уйлап торманы ул, кире фронтҡа ынтылыу урынына ауылына ҡайтты ла төштө, әсәһе ни ҡайтырын көтмәгәс - аптырап китте, балаһын имен-һау күреү шатлығынан илап алды,  йәһәтләп йоҡлап ятҡан Мусаның ҡустылары Дауыт, Ибраһим, Искәндәрҙе, уятты. Тегеләр ни бик шат, ҡосаҡлап алдылар, “ура-а” ағай ҡайтты тип соролдоғо сыҡтылар. Атаһы менән Ғайса ағаһы өйҙә түгелдәр ине, Иҙелбашҡа киткәндәр булып сыҡты. Ғайса ағаһы айырым донъя көтә, ҡатыны балалары бар. Туған-тумасаның имен-аман булыуы тураһындағы хәбәр Мусаны бөтөнләй тынысландырҙы, сөнки япон һуғышында, тағы килеп был Беренсе донъя һуғышында, үлектәрҙе күреп өйрәнгәнгә күрә башына “тере булһалар ярар ине” тигән уй иң тәүҙә керә. Эйе, һуғыш ул - үлем яланы, әле генә “һин дә мин” йүгереп йөрөгән әҙәм балаһы икенсе ҡарауға һуҙылып ята һәм уны яңынан терелтерлек йәки бындай үлемдән ҡотҡарырлыҡ бер-ниндәй сара табып булмай. Шулай ҙа бер сара бар: һуғыштарҙы туҡтатыу һәм киләсәктә уны бөтөнләй булдырмау. Бының өсө ил етәкселәренең аҡыллыраҡ булыуҙары кәрәктер, моғайын. Был уйҙар һуңғы ваҡытта уның башынан сыҡмай, ләкин шуныһы асыҡ аңлашыла: ул үҙе генә һуғышты туҡтата алмай бит инде.

Сәй эскән ваҡытта ауыл яңылыҡтарын һорашып ултырҙы, бында революцияны бар тип тә белмәйҙәр икән, әүәлгесә йәшәп яталар, бер ниндәй үҙгәреш һиҙелмәй. Шул уҡ старосталар һәм старшиналар хакимлек ҡылалар.

Электән йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәт буйынса Мусаны күрергә ауылдаштары килә башланы. Донъя күреп ҡайтҡан Мусанан улар һорашып төрлө яңылыҡтарҙы белеп ҡалғылары килә. Ауыл кешеһ өсөн ни көн дә бер үк тормош, бер үк эш-мәшәҡәт ҡабатлана.

Ҡараңғы юҫыҡта атаһы ҡайтты, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Һөйләшеүҙең ни күберәге кем фронттан ҡайтҡан, кем ҡайта алмаған, кем ҡайҙа эш эҙләп сығып киткән, кем үле, кем тере - бына шулар тирәһендә уралды.

Мусаға ауылда ял итеп ятаһы килмәне, сөнки уға бер танышы был яҡтарҙан I Бөтә Башҡорт ҡоролтайына делегаттар һайлау бурысын йөкмәткәне. Шул бурысты үтәр өсөн ул иртәгәһе көнө ҡустыларын һәм бер килке йәштәрҙе эйәртеп олоҫ үҙәге Мулдаҡайға юлланды һәм олоҫ түрәләренең ҡаршы тороуын ҡарамай йыйылыш үткәреп делегаттар һайлауҙы ғәмәлгә ашыра алды.

1917 йылдың 20 июлендә Ырымбурҙа Ҡоролай үҙенең эшен башланы. Муса һәр һүҙҙе һеңдереп, тыңланы, “боҙ китте, шикелле,” - тип ҡыуанып ултырҙы. Ҡоролтай юғары милли власть органы - Башҡорт мәркәзе өлкә шураһы һайланды. Шунда уҡ урындағы милли власть органдарын органдарын ойоштороу ҡаралды, башҡорт ғәскәрен төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ҡоролтайҙа һөйләгән һүҙҙәр Мусаның күңеленә яҡын, үҙ халҡына ирек яулау уның күптәнге хыял ине. Хәҙер бөтәһе лә ыңғай һәм еңел китер һымаҡ тойолғайны уға, ләкин тормош үҙенсә алып китте.

16 ноябрь көнө Башҡортостан шураһы тарафынан икенсе номерлы фарман менән Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүе булды башҡа халыҡтар үҙ иректәре ҡыҫыла тип уйлап сыр-сыу килделәр, ризаһыҙлыҡ белдереп, хөсөт эштәрен дә башланылар. Бындай торош, бигерәк тә граждандар һуғышы осоронда, ҙур бәләгә килтереүе көн кеүек асыҡ ине. Ә нәмә эшләргә? 

Бына ошондай һорауҙарға яуап таба алмайынса аңҡы-тиңке булып йөрөгән ваҡытта Мусаны Зәки Вәлидов Ырымбурға саҡырып алды, асыҡ йөҙ менә ҡаршы алды:

- Әйҙә, түрҙән уҙ, арҡадаш! Ҡустым тип әйтәйемме, ағай типме- белмәй торам әле?

- Мин һеҙгә ҡусты булам, 1891 йылғы мин, Әхмәтзәки ағай. Бер йәшкә йәшерәкмен бит  (14).

- Ҡустым, “һин” тип һөйләшеүгә күсәйек, башҡорттар әүәлдән батшаға ла “һин” тип өндәшкәндәр. Ярай, уныһы инеш һүҙ, ә бына бөгөнгө хәлдәргә күскәндә шул асыҡланды: Петроградтағы урыҫ хөкүмәтенән файҙа теймәҫтәй. Национализация үткәрәбеҙ тип беҙҙең ерҙәрҙе тартып алып киренән тигеҙләп бүлмәкселәр былар. Үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрмәһәк - кем күрһен? Үҙебеҙҙе, йөмһүриәтебеҙҙе һаҡлау өсөн башҡорт ғәскәре төҙөү мотлаҡ, уларҙы ойоштороу өсөн уҡыған хәрби кешеләр, офицерҙар кәрәк! Шуларҙы ҡайҙан табырға? Һин нисек уйлайһың?

Муса тәүҙә аптырай биреп ҡуйғайны, шулай ҙа үҙ-үҙен ҡулға алып һөйләй башланы:

- Башҡорт ғәскәрен төҙөү бик дөрөҫ эш, тик бына ҡоралды ҡайҙан алырға - шуға баш етмәй тора әле.

- Ҡоралды Дутовтан алып торорбоҙ, әммә беҙ уларға һатылмаясаҡбыҙ! Ҡоралланып алһаҡ, ҡайҙа ғына булмаһын, икенсе төрлөрәк һөйләшә башларбыҙ. Һиңә ҙур йомош ҡушырға һөйләштек, ризалыҡ бирерһеңме икән?

- Башҡортарым өсөн хеҙмәт итергә мин һәр саҡ риза, Зәки ағай! Тик ниндәй эш? Көстән килерлекме һуң? Тәүҙә шул яғын белге килә.

- Тап һинең көсөң етә торған эш. Һиндәй бәһлеүәндең әллә ниҙәр аҡтарып ташларға көсө етер ул. Һине Тамъян-Ҡатай кантонына барып әтрәт ойошторорға ҡушабыҙ.

Муса шунда уҡ риза булды. Вәлидов та был һөйләшеүҙән шатланды, буғай, Муса тураһында күберәк белергә теләп һорауҙар бирҙе, үткән һәм хәҙерге тормошо менән ҡыҙыҡһынды:

- Ваҡыт барҙа үҙең тураһында һөйләп китһәң - шәп булыр ине, ҡустым! Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белергә тейешбеҙ.

- Мин ни шул Көсөк исемле ауылда тыуып үҫтем, атай-әсәй иҫән. Ағайым айырым донъя көтә, ә өйҙә тағы өс ҡустым үҫеп килә. Ауылымды уны уратып алған тәбиғәттән башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Беҙҙең яҡтың тәбиғәте иҫең китерлек, ул яҡтар йәм-йәшел урмандар менән ҡапланған, ә ауыл тауҙар менән уратып алынған: Ишеғол, Оҙонғор тауҙары, Әмәй түбәһе - беҙ уйнап, еләк-емеш йыйып үҫкән ерҙәр. Ҡара йылғала балыҡ тотоуҙар яҡты иҫтәлек булып ҡалған. Атайым - Лотфулла, ауылдаштар ҡыҫҡартып Лот тип исемләп өйрәнгәндәр, әсәйем менән бергә ғүмер буйы байҙарға эшләп тәки фәҡирлектән башы сыҡманы. Мин үҙем дә йәштән байҙарға эшләнем, беҙҙең ауыл бойһонған Күбәләк-Тиләү олоҫо старшинаһының йылҡыларын көттөм. Тәүҙә ауылдағы мәҙрәсәлә уҡып сыҡтым, унан Ҡаҙаҡҡолда мәктәптә уҡыным, шул уҡ мәктәптә түбәнге кластарҙы бер аҙ уҡытырға тура килде, уҡытыусылар етешмәй бит.          

- Һин артиллирист, буғай, армияға ҡасан алдылар һине?

- 1912 йылдың көҙөндә алындым, беҙҙе туп -тура Владивостокка оҙаттылар. Бер үҙем ҙур кәүҙәле булғанғамы шунда уҡ артиллирия подразделениеһенә тәғәйенләнеләр. Уҡыуҙы бөткәс, бомбардир тиеп ҡуйҙылар, унтер-офицер исеме бирҙеләр, йәғни фейерверкер була инде. Германия һуғыш башлағас та мине румын фронтына күсерҙеләр.

- Дә-ә-ә! Кешенең барыр юлы үҙенән генә тормай шул. - Валидов тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп ауыр көрһөндө. - Йәрәшкән ҡыҙың бармы әллә ?

- Юҡ, Зәки ағай, күҙ күрешеп кенә йөрөйбөҙ әле! Исеме - Фәтиха, Верхнеуральскийҙә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡып йөрөй. 

- Тас минең кеүек икәнһең дә баһа! Мин дә Нәфисә менән батаға барып етә алмай йөрөп ятам әле.

Икәүләшеп рәхәтләнеп көлөшөп алдылар. Ике зыялы уртаҡ тел генә түгел, күңел яҡынлыҡтарын да тойҙолар, икеһе лә уйҙар тулҡынында батып, тынып ҡалдылар.

Алда уларҙы хәүефле һәм ауыр эштәр көтә ине...

Тамъян- Ҡатай кантоны Күбәләк-тиләү олоҫона ингән Көсөк ауылына ҡайтҡас, Муса Мортазин ауылдаштарын йыйып алып, кеҫәһенән сығарып, башҡорт хөкүмәте фарманын уҡып ишеттерҙе һәм өҫтәп әйтте:

- Һеҙгә ошонда уҡ минең әтрәткә үҙ теләгегеҙ менән яҙылырға була . Кем теләй?

Тынлыҡ урынлашты. Теләүсе булмай сыҡты. Муса ярты түңәрәк булып торған халыҡ массаһыны һөҙөп ҡарап сыҡты ла өндәште:

- Һалдат кейемлеләр, алға сығығыҙ!  

Ундайҙар өсәү булып сыҡты.

- Һин ҡаршымы? - Һорау алға сығып торған иң оҙон буйлыһына бирелде.

- Ҡаршымын, әлбиттә, эшем күп минең. Икенсенән, кеше атып үлтереп йөрөргә башым икәү түгел минең.

Муса ҡустыларына боролдо:

- Ҡулға алығыҙ! Хөкүмәт ҡарарына күрә тора ҡаршы булғаны өсөн һәр береһенә унар ҡамсы тамыҙығыҙ! Үҙебеҙ менән ҡуша алып китербеҙ! Ултыртасаҡбыҙ! Бәлки, атып үлтереүгә хөкөм сығарырбыҙ!

Һуңғы һүҙҙәр атҡарыр өсөн түгел, ҡурҡытып алыу өсөн генә яңғырағайны - тегеләрҙең мейеһенә шунда уҡ барып етте.

Алдараҡ торған оҙон кәүҙәле йәш кешене ҡамсыларға тип Ибраһим менән Искәндәр гимнастеркаһын сисергә йәбешкәйнеләр, тегеһе ҡысҡырып ебәрҙе:

- Яҙығыҙ, әйҙә, яҙығыҙ! Күңелегеҙ булһын, ләкин оҙаҡ олағып йөрөмәйәсәкмен мин! Ҡулыма ҡорал алһам - нимә эшләргә белермен әле мин! Ысынын әйткәндә, мин берәүҙән дә ҡурҡмайым, һеҙҙән дә ҡурҡмайым. Кешене туҡмап нимәгәлер уны инандырып булмай. Яҙығыҙ!

Исемлеккә уны беренсе итеп теркәп ҡуйҙылар.

- Мине яҙығыҙ!

- Мине лә яҙығыҙ!

- Яҙылырға тура килер инде, тар зинданда ултырғанса...

Артабан хеҙмәт итергә теләүселәр ҡырҡа күбәйҙе, уйламағанда ике тиҫтә булып китте.

Егерме кешенән торған отрядына мылтыҡтар таратып бирҙе лә Муса артабан юлланды. Ауылдан-ауылға йөрөй торғас, кескенә отряд ҙурая барҙы, тора-бара өс йөҙҙән ашып китте. Уларҙы эскадрондарға бүлделәр, командирҙар тәғәйенләнеләр һәм һуғыш уйыны өйрәтә башланылар.

Ошондай көндәрҙең береһендә Муса Фәтихаһынан хат алды.

“Муса! Һөйөклөм!

Мине кейәүгә бирергә йөрөйҙәр, бикле тоталар. Ышаныс һиндә генә, зинһар, мөмкинлек табып, мине килеп ҡотҡар, алып кит.Әле эш уҙмаған.

С /м.  Ф.”

Бик ҡыҫҡа ғына яҙылған хат буйынса күҙ йүгертеп үткәндән һуң Муса ныҡ ярһып китте. Шул урында коноводҡа ат килтерергә ҡушты һәм уны-быны уйлап тормайынса алға, Фәтихаһына ҡарай осто.

Исправник Маликов өйөнә лә ул осоп барып инде. Ныҡ ярһыған Муса сәләм биреп торманы, өйгә инер-инмәҫтән түңәрәк һаҡаллы кешене күреп ҡысҡырып һорау бирҙе:

- Ҡайҙа Фәтихә!

- Кем һин! Ниңә ҡысҡырынаһың минең өйҙә? Нимәгә кәрәк ул һиңә? - Ҡыҙҙың атаһы оторо һөйләште.     

- Мин кемме? Белегеҙ: мин һинең кейәүең! Муса минең исемем. Фәтиха-а-а! Һин ҡайҙа? Тауыш бир!

Бик һүреңке генә тауыш ишетелгәндәй булды. Тауыш сыҡҡан яҡтағы ишекте килеп тибеп асты. Фәтихаһы илап тора.

- Кейен! Бергә китәбеҙ хәҙер үк!

- Мин күптән әҙер инде, Муса, һин килеп етмәҫ тип борсолғайным, ул ваҡытта минең эш һәләк булыр ине.

- Бында мин барҙа һәләк булмай торһон әле!

Ҡыҙ кеше юлға әҙерләнеп бөткән ине инде, төйөнсөгөн ҡулына алды ла Мусаға һыйынды һәм “мин - әҙер” тине.

Исправник йәштәрҙең юлына арҡыры төшөргә уйлауын-уйланы, ләкин ҡыйманы, ҡораллы кеше менән телләшеүҙән ни файҙа? Тегеләр офоҡҡа инеп юғалғанса арттарынан ләғнәт уҡып ҡалды. Эйе, ҡораллы кеше менән айҡалашыу - үҙеңдең ғүмереңде өҙөү бит. Кем - кем, ә исправник уныһын бик яҡшы белә инде.

Шулай итеп, отряд тағы бер кешегә өҫтәлде.

Кесе Башҡортостан автономияһы ун өс кантонға бүленеп, урындарҙа кантон, олоҫ, йорт идаралыҡтары төҙөлдө. Ләкин элекке түрәләр, власты бирергә теләмәй, бик йыш ҡына талаш ойошторҙолар. Бына шундай хәлдәр Мусаның йәнен көйҙөрҙө.

Быларҙан тыш Ваҡытлы Себер хөкүмәте лә башҡорт хөкүмәтен һанға һуҡмай башланы. “Верховный правитель” тип үҙен-үҙе күккә  сөйгән адмирал Колчак башҡорт ғәскәренең тарҡатырға, бер өлөшөн атаман Дутовҡа, икенсе өлөшөн генерал Ханжинға бойһондорорға тигән ҡара ҡабул итте. Унан һуң яңы бойороҡтар донъя күрҙе: башҡорт хөкүмәтенә бойһонған йәки теләктәшлек белдергән барлыҡ мосолман офицерҙары, һалдаттары хәрби хөкөмгә тарттырыла. Бына һиңә мә!

Ошо арҡала көсөргәнешлек арта барып ҡайнау нөктәһенә етте. Башҡа төрлө сара таба алмаған башҡорт зыялылыры совет хөкүмәте менән һөйләшеү алып барырға мәжбүр булды.

Тап ошо ваҡытта һуғыштан башы сыҡмаған полкын Мортазин ял иттерергә самалап, ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышыуҙы туҡтатып торорға булды, егеттәр бигерәк йонсоп киткәндәр ине шул. Быны ишеткән генерал Анненков сығырынан сыҡты, ғәскәрен Тамъян-Ҡатай кантонына бороп,  Мортазин полкын тар-мар итеп ҡайтырға ебәрҙе. Аҡтар аңғармаҫтан һөжүм яһап,  Беренсе башҡорт полкын ҡырҙы. Атышып торорға форсат булманы, шул арала уратып алдылар. Муса Мортазин дәрәжәһенән бушатылды, уның урынына есаул Ганача тәғәйенләнде.

Төндә йоҡлау береһенә лә эләкмәне, һәр береһе “артабан нишләргә,” тигән һорауға яуап эҙләне, төндө мортазинсылар һөйләшеп, төрлөсә кәңәш ҡороп үткәрҙеләр һәм бындай сетерекле хәлдән сығыу юлын таптылар, шикелле...

Муса Мортазин ышаныслы башҡорт егеттәре менән фетнә күтәрҙе, яңынан ҡуйылған полк һәм эскадрон командирҙарын ҡулға алды һәм уларҙың урынына үҙ кешеләрен тәғәйенләне.

Дутовҡа ҡаршы заговор планы ла эшләнгәйне, ләкин бер һатлыҡйән арҡаһында уныһын бойомға ашырып булманы. Дутовтың штабын уратып алғандан һуң уның штабта булмауы асыҡланды. Тирә-яҡты тетеп эҙләп ҡарауҙар бер файҙа ла бирмәне.  

Бына шулай итеп, полк ике ут уртаһында ҡалды.

Башҡорттар яғынан уйланған заговорҙан ҡотолған Дутов барыбер оҙаҡ йәшәмәне, һуңыраҡ, 1921 йылда, Ҡытай территорияһында булған сағында ЧК-ның кешеһе тарафынан үлтерелде ул.

 

        

1918 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт хөкүмәте йыйылып, советтарға йөҙҙө борорға ҡара итә. Килешеү нигеҙе: автономияны таныу, ғәскәр берәмектәрен һаҡлау, башҡорт хөкүмәтен таныу.  Советтар менән һөйләшеү өсөн ике кеше фронт һыҙығы аша ебәрелә, ләкин Гәрәй Ҡарамышев аҡ казактар тарафынан тотола. Икенсеһе  - Сәләх Атнағолов, эҙһеҙ юғала. Бәлки, алышып үлеп ҡалғандыр, бәлки, ҡурҡып сәфәрҙән баш тартҡандыр - билдәһеҙ.

Өсөнсө декабрҙә Бащҡорт хөкүмәте үҙ полктарына Дутовтың бойороҡтарын үтәмәҫкә әмер бирә. Ырымбурҙағы Дутов власын ҡолатҡандан һуң Зәки Вәлиди Баймаҡ төпкөлөндә урынлашҡан Темәс ауылына күсергә ҡара итә. Унда күскәс тә советтарға фронт һыҙығы аша Муллаян Халиков менән Хәйретдин Сәғитовты, икенсе төркөм вәкәләтлеген, ебәргән. Ғинуар айында ул икәү ҡыҙыл ғәскәр ҡулында булған Өфө ҡалаһына килеп еткән һәм Өфө губревкомы менән бәйләнешкә кереп, үҙҙәенең килеү маҡсатын, килешеү һәм амнистия шарттарын аңлатҡан.

Башҡорт вәкиле менән осрашыу тураһында губревком Халыҡ Комиссарҙар Советы рәйесе В.И. Ленинға телеграмма һуҡҡан. Үҙәктән яуап алынған:

 “Халиковты ситкә этмәҫкә, башҡорт полктары менән Колчакка ҡаршы берҙәм фронт булдырған хәлдә амнитистияға риза булырға тәҡдим итәбеҙ.”

Февраль уртаһында Халиков әйләнеп ҡайтҡан һәм осрашыу һөҙөмтәләрен һөйләп биргән.

Килешеү башланғысының ыңғау булыуына ҡыуанған башҡорт хөкүмәте 9 март көнө ҡыҙылдарҙың бишенсе армияһы штабына улар менән бергәләп хәрәкәт итергә әҙер булыуын белдергән һәм үҙ частарының фронт һыҙығында торған урындарын асҡан.

Ләкин егерменсе номерлы Пенза дивизияһы командованиеһы, командир Зеленков һәм комиссар Сидоров, Смоленск полкына был тәҡдимгә риза булмаҫҡа, ҡорал һалыуҙарын талап итергә, ҡорал һалмағандарын пуля менән ҡаршыларға бойороҡ биргән. Ҡыҙылдарҙың бындай ҡарашы аңлашылмаған һәм башҡорттарҙы аптырыуҙа ҡалдырған.

Шулай ҙа Темәстәге Башҡорт хөкүмәте 16 февраль көнө ошондай ҡарар ҡабул иткән:

1. Совет власы органдары менән килешеү буйынса һөйләшеүҙең аҙағын көтмәйенсә, 18 февраль сәғәт ундан башлап, Башҡорт хөкүмәтен Совет власы яғына күсте тип һанарға ;

2. Кесе Башҡортостан ерен РСФСР-ҙың бер өлөшө тип иғлан итергә һәм уны “Башҡорт Совет Республикаһы”тип атарға; (13).

Өс көндән һуң Бөтә башҡорт хәрби съезы йыйылған һәм быға тиклем эшләп килгән Башҡорт хөкүмәте урынына Башревком (Башкирский революционный комитет) булдырыу тураһында ҡарар сығарған, килешеү шарттарын раҫлаған.

Башревком составына ун ике кеше һайланып, Зәки Вәлиди рәйесе итер раҫланған. Бына улар:

Әхмәтзәки Вәлидов

Таһир Имаков

Әүхәҙи Ишмырҙин                                   

Яхъя Сәлихов

Илдәрхан Мутин                                

Муллаян Халиков

Сәйетгәрәй Мағазов                       

Ғабдулла Әҙеһәмов

Гәрәй Ҡарамышев                           

Фәтих Төхвәтуллин

Аллабирҙе Йәғәфәров

 Ильяс Алкин (15).

Шулай итеп, башҡорт ғәскәрен шатлыҡ менән ҡаршы ала торған урынға ҡыҙылдар уларҙы ҡоралһыҙландыра башлаған, ғәскәрҙең бөтә мөлкәтен талау йәйелеп киткән. Башҡорт һалдаттары һәм командирҙары хәрби тотҡонға әйләндерелгән һәм һаҡ аҫтына алынған. Уларҙы мыҫҡыл итә-итә теҙеп ҡуйып ата башлағандар. Үлгәндәрҙең кейемдәрен йолҡҡолап, һыҙырып алғандар. Сисендерелгән, ялан аяҡ ҡалған һалдаттарҙы унар саҡрымлап мал кеүек рус ауылдары аша ҡыуғандар. Ауылдарҙағы рустар уларҙы тағы туҡмаған, мыҫҡыллаған, ат тиҙәге менән бәргеләгән, ә ҡыҙылармеецтар бындай хәлдәрҙе йылмая биреп күҙәткәндәр.

Ҡыҙылдар башҡорт ауылдарын яндырғандар, кешеләрен атҡандар. Башҡортостан ерҙәрендә рус ревкомдарын төҙөгәндәр.

Ҡыҙылдар яғына күскәндән һуң, Муса Мортазин командалыҡ иткән Беренсе башҡорт атлы полкы һәм Икенсе Башҡорт атлы полкын ҡоралһыҙландырырға юғарынан фарман алған, ул был эште башҡарыуҙан баш тартҡан һәм аҡтарға ҡаршы фронт тотоп тотоуын дауам иткән. Улар ошо фронт тотоп торған саҡта айҙар буйы Ҡыҙыл ғәскәрҙән ҡорал да, аҙыҡ та алмаған, башҡорт ауылдары ярҙамы иҫәбенә көн иткән, аҡтарға ҡаршы уңышлы һуғыш алып барған. Смоленск полкын ике тапҡыр ҡыйралыштан ҡотҡарған. Был урыҫ полкы дошмандан ҡурҡып ҡасыуға өлгө күрһәтһә лә , башҡорт ауылдарын талау, ҡырыуға шәп булған, бына шул ваҡытта улар шәхси “батырлыҡтарын” тулыһынса күрһәткәндәр.

Ошо арҡала Башҡорт атлы полкы менән Смоленск полкы араһында ҡаты ҡаршылыҡ килеп сыҡҡан. Ошо талашты хәл итеү урынына Беренсе бригада командиры башҡорт полкын таратырға бойороҡ биргән. Башҡорттар ғәҙеллек эҙләп 20-се дивизия штабына 10 кешелек вәкәләт ебәргән. Ләкин Смоленск полкы һалдаттары уларҙы юлда тотоп алып, шунда уҡ атып үлтергәндәр. Шуның өсөн теләһә ҡайҙан йыйылған гел бандиттарҙан торған Смоленск полкын Муса Мортазин ҡапыл араларына баҫып инеп ҡоралһыҙландырған. Хәлде аңлатыр өсөн Мортазин Кананикольск ауылындағы Беренсе бригада штабына 35 кешелек вәкәләт ебәргән, ләкин штабта вәкәләттәрҙе, һөйләшеп тә тормаҫтан, атып йыҡҡандар. Ошо ваҡиғанан һуң ҡыҙылдарҙың бригадаһы башҡорт полкына ҡаршы һөжүм башлаған. 13 апрель көнө 1500 яусынан торғын Беренсе башҡорт полкы, аҡ казактарҙың тәҡдимен тыңлап, тағы аҡтар яғына сығып киткән. Ҡоралһыҙландырылған башҡорт ғәскәренең әҙ-мәҙ, йолҡондо ғына өлөшө был яҡта тороп ҡалған.

Был осорҙағы ваҡиғалар ағышы тураһында Зәки Вәлиди Туған былай тип яҙып ҡалдырған:

“Ниһәйәт, Мортазин ҡыҙыл полк менән Әбйәлилдә бәрелешеп, аҡтар тарафына сығып киткән. Был хәл беҙҙең Мәскәүҙә һөйләшеүебеҙгә һәм ҡоралһыҙландырылған ғәскәрҙең хәленә насар тәьҫир яһаны. Совет ғәскәре Яйыҡ буйынан сигенде. Составында Смоленск полкы ла булған өсөнсө бригада ул тирәләге башҡорттарҙы бик ныҡ йәберләне, был иһә Темәстә ҡалған ғәскәрҙе лә аҡтар яғына кире сығып, Мортазинға ҡушылырға этәрҙе. Ҡыҙылдар сигенер алдынан бер-нисә башҡорт мөнәүәрен дә үлтерҙе. Араларында Шәйхзада Бабич менән мөхәррир Абдулла Иркәбай ҙа бар ине. Улар Йылыйыр тигән ерҙә рустар ҡулына эләккән. Темәстәге хөкүмәт учреждениелары ла Стәрлетамаҡ яғына хәрәкәт итә ине. Типографияны һәм ҡағыҙҙарыбыҙҙы Шәйехзада менән Абдулла Иркәбай бер төркөм һалдат ярҙамында күсереү менән мәшғүл булдылар. Йылайыр (ул ваҡытта Преображенск) заводында, ҡыҙылдар тарафынан ҡулға алынып, икәүһе лә үлтерелде (11, 243-244-се биттәр).

Был вәхшилектәр Мәскәүгә лә ишетелгән. Башҡорттарға ҡарата тупаҫ ҡыланғандары өсөн Пенза дивизияһы командиры Воробьев менән комбриг Зеленковтың ҡаты язаға тарттырылыуы тураһында ишеткән Мортазиндың ҡыуанысының сиге булманы. Владимир Ильич ҡушыуы буйынса командарм был турала бойороҡ сығарған һәм башҡорттарҙы йәберләүҙе туҡтатырға талап иткән.

Аҡтар яғына кире сыҡҡас та Муса Мортазин генерал Бакичтың приказын алып уҡыны, унда кисекмәҫтән Стәрле яғына сигенгән ҡыҙылдарҙың юлын быуырға ҡушылған ине. Муса төрлө сәбәп тапты, ләкин полкын ҡыҙылдарға ҡаршы барыбер һуғышҡа сығарманы. Әбйәлилдән Белоретҡа күсте, полкын ҙурайтты, ҡоралландырҙы, ял иттерҙе. Полк командиры бик яҡшы аңлай, бесәй-сысҡан уйынын бик оҙаҡ уйнап булмай бит, шуға күрә аҡтарҙың генералы Беловтың һуңғы приказын үтәп, ял иткән полкты Стәрле яғына юлға сығарҙы һәм июнь башында был ҡалаға килеп етеп, аҡ корпус командиры генерал Церетелиға бойһондоролдо.

Ул тейешле позицияға урынлашып алғас та тик ятманы, яҡын-тирәләге ауылдарҙан һыбайлы башҡорттарҙы йыйҙы һәм кавалерия бригадаһы ойошторҙо һәм аҡ генералдарҙың әмерен үтәүҙән баш тартып, бригадаһын Иҙелбашҡа ҡарай алып китте. Унда барып етеүе  булды ғәскәр командующие генерал Эллерс-Усов уны Әбйәлилгә саҡыртты. Икәү - ара ҙур талаш сыҡты, револьверына йәбешкән генералға Муса беренсе булып атып өлгөрҙө һәм яраланы. Күбеһе башҡорттарҙан торған генералдың конвойы уны ташлап, үҙ ирке менән комбригтың егеттәренә ҡушылды. Бынан һуң Муса Мортазин бригадаһы урыҫтарҙың хәрби көстәре тупланған Магнит ҡаласығына һөжүм итте, аҡтар тырым-тырағай ҡаса башланы. Ике ут уртаһында ҡалған комбриг бригаданы ҡаҙаҡ далаларына алып китергә самалап та ҡуйғайны - өлгөрмәне, Зәки Вәлиди илсеһе Имаков килеп етте һәм ҡыҙылдар яғына кире сығыуға өндәй башлай.

- Һеҙҙе бында кем ебәрҙе? - Мортазин үҙен тәккәбер тотто.

- Әхмәтзәки ағай үҙе ебәрҙе! Күп сәләмдәр әйтте: “Муса Лутович ҡыҙылдар яғына сыҡһа, хөкүмәтебеҙҙең дә эше күпкә еңеләйер ине”- тине. Мин һеҙҙе күргәс: “ҡыҙылдар ебәрмәнеме икән”- тип тә уйлап ҡуйғайным. Ағайыбыҙҙың хәл-торошо нисек?

Имаков барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.

- Әхмәтзәки ағайға ышанам, тик ҡыҙылдарға ышанмайым мин, ышанмайым! Улар - ҡәбәхәттәр! Тағы Шәмиғолов кеүек татарҙар дошманлыҡ эшен алып баралар!

Имаков комбригҡа бер-нисә телеграмма уҡып ишеттерҙе:

“Көнсығыш фронт ревоенсоветына

3 июнь 1919 йыл.

...Ырымбур казактарына һәм бвшҡорттарға айырым иғтибар итегеҙ, сөнки үткән һөжүмдәрҙә беҙ яңылыштыҡ, иғтибарһыҙ булдыҡ һәм был көстәрҙе файҙаланманыҡ... Ленин.”

Тағы бер телеграмма күсермәһе:                                            

“...Булған мәғлүмәттәр буйынса, Корстылев менән Шәмиғолов Килешеүҙе тормошҡа ашырыуға ҡаршылыҡ күрһәтәләр һәм партия Үҙәк Комитеты политикаһына ҡаршы үҙҙәренең шәхси политикаһын уҙғаралар. Үҙәк Комитет партияның VIII съезы партия ағзалары Үҙәк ҡарарҙарына  һис һүҙһеҙ бойһонорға тейеш булыуы тураһындағы ҡарарын иҫкә төшөрә, һәм Үҙәк Комитетының практик линияһынан аҙ ғына ситкә тайпылыу ҙа ғәйеплеләр өсөн партиянан сығарыу менән тамамланасаҡ, тип иҫкәртә. № 122

Үҙәк комитет исеменән

И. Сталин.

Мортазиндың һөрөңкө йөҙө яҡтырып китте.

- Минең өсөн Әхмәтзәки ағайҙың һүҙе - закон. Уға үлгәнсе хеҙмәт итергә әҙермен! Тик минең ике шартым бар.

- Ниндәй шарт? Асыҡ итеп әйт! -Хәҙер инде Имаковтың йөҙөндә яҡтылыҡ күренде.

- Беренсенән, минең бригаданы ҡоралһыҙландырмаҫҡа, уларҙы язаламаҫҡа һәм атмаҫҡа! Икенсенән, һуғыштан арынған ваҡыттарҙа минең ғәскәрҙе урыҫтар йәшәгән заводтарға урынлаштырмаҫҡа!

- Килештек! Мин шарттарың менән тулыһынса риза!

Башҡа сара юҡ, комдив ҡыҙылдар яғына сығыуға  ризалыҡ бирҙе. Был ҡарар һалдаттар яғынан тик хуплау ғына тапты.

Шулай итеп, 1919 йылдың август айында Мортазин етәкселегендәге башҡорт кавалерия дивизияһы икенсе тапҡыр ҡыҙылдар яғына сыға һәм Ағиҙел буйында ялға туҡтай.

Был ваҡиғаларҙы М.Л. Мортазин һуңыраҡ үҙенең “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре” (1927 йыл) исемле китабында ентекләберәк сағылдыра.

Ниһәйәт, автономияға ынтылған юл ҡыҫҡара төшә.

1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы “Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы хаҡындағы килешеү”ҡағыҙына ҡул ҡуйған. Килешеүҙең тексы 23 мартта “Известия Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета Советов” гәзитендә, тағы “Коммунар” тигән Ырымбур гәзитендә һәм башҡа баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан.

Килешеү тексын күҙаллау өсөн иң мөһим пунктарын сағылдырып китәйек.

                         Соглашение



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 64; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.046 с.)