Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Кучка буржуазных националистовСодержание книги
Поиск на нашем сайте 14. Репрессия көсәйә Төрмә камераһында һәр ваҡыт һыуыҡ һәм ҡараңғы, көн икәнен дә, төн икәнен дә белмәҫһең. Иҫке - моҫҡо ябынып комбриг төпкөл мөйөштә ята. Көн дә туҡмалыуҙан бөтә тән һыҙлай. Уйҙары менән әллә ҡайҙарға барып әйләнә ул, үткәндәрҙе ҡат-ҡат барлай, ғаиләһен, балаларын, ҡатынын иҫкә төшөрә, бөтәһе лә әллә төштә генә булдымы икән әллә? Юҡ өндә булды, бөтәһе лә ысынбарлыҡта. Совет власын үҙ иткәйне лә баһа! Шул эшсе-крәҫтиән власы нығынһын тип күпме көс һалды. Власть нығынды, ә нигә һуң ул иң ышаныслы улдарын ыҙалата, юҡ ғәйеп тағып төрмәләргә ташлай, ике һөйләмдән торған ҡарар ҡабул иткән булып атыуға хөкөм итә. Бер нәмә лә аңлашылмай. Әллә ысын халыҡ дошмандары НКВД, ОГПУ-ларға урынлашып алып, халҡыбыбыҙҙың иң аҫыл улдарына ҡаршы ҡортотҡослоҡ эше алып барамы? Уларҙы етәкселәр нишләп һиҙмәйҙәр икән? Ай-һай, шулайҙыр. Әгәр эштәр былай барһа - совет власы оҙаҡҡа бара алмаҫ, ярты быуат та үтмәҫ - осланыр. Муса Мортазинда бәләкәй генә ышаныс йәшәй ине: тикшерерҙәр һәм ғәйепһеҙ икәнгә инанып сығарырҙар әле. Йәшәй белер ине ул бер сығып алһа! Тик хәҙер ышанысы селпәрәмә килде, сөнки аңланы: быларҙың тырнағынан ысҡынырҙай әмәл юҡ. Тағы һорау алыуға алып сығып киттеләр. Атларлыҡ та хәл ҡалмаған икән! Шулай ҙа барып етергә кәрәк. Бәлки берәй яңылыҡ барҙыр, бәлки Семен Михайлович Буденый ярҙам итер! Күпме тапҡыр ҡунаҡҡа йөрөшөп, дуҫ йәшәнеләр. Өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр. Кешене өмөт кенә был донъяла тота, йәшәтә. Минең бер-ниндәй ғәйебем юҡ, нишләп булмағанды тағалар икән? Кемгә кәрәк ул? Балалары, ҡатыны ошо мәлдә ни эштәр бөтөрәләр икән? Уйҙарының осона сығып өлгөрмәне һорау алған бүлмәгә етеп, эскә инделәр. Яңы тәфтишсе ҡаршыланы уны, ҡаршыһына ултырырға ҡушты: - Мортазин, уйланыңмы? - тәфтишсе уны тишерҙәй итеп ҡараны,- ниңә имзаңды ҡуймайһың? Нишләп үҙеңде, беҙҙе ыҙалатаһың? Ғәйепле икәнеңде нишләп һаман танымайһың? - Уйланым, әлбиттә, мин үҙемде ғәйепле һанамайым, шуға ҡағыҙығыҙға ҡултамғамды ҡуймайым! Минең тырнаҡ осондай ҙа ғәйебем юҡ! Кем яҙып биргән - шул ғәйепле, булмаған буш хәбәрҙе яҙған. Ҡабатлайым: мин ғәйепле тип үҙ-үҙемде ғәйепләй алмайым, шуға ҡултамғамды ҡуймайым. - Ҡуйырһың! Бына ручка, бына протокол, имзаңды ҡуй! Һин 58-се статья менән язяға тарттырыласаҡһың! - Ҡуймайым! - Һин халыҡ дошманы, шуға күрә был донъяла йәшәргә хаҡың юҡ, беләһеңме шуны? - Мин икенсе нәмәне беләм: бында һеҙ - халыҡ дошманы, ә мин, белгегеҙ килһә - ҡанымды ҡоя-ҡоя халыҡ бәхете өсөн көрәшкән бригада командиры, совет власын яҡлаусы. Ярай, элегерәк ҡулға килеп эләкмәнегеҙ - ләпәшкә яһап һалып ҡуйыр инем. - Элеке комбриг тиһеңме?! Сволочь һин! Совет власына ҡаршы көрәшеүсе. - Иванов фамилиялы был урыҫ ҡыҙа башланы, пистолетына йәбеште, - ошонда уҡ атып йығам һине! Тәфтишсе Мортазиндың маңлайына ҡоралын терәне. Дәү кәүҙәле комбриг буйы менән ҡултыҡ аҫтынан торған урыҫты үлтерә һуҡҡыһы килде. Кешене күпме ыҙалатырға була, тип ярһыны ул һәм үҙе лә аңғарманы, ахрыһы, сынйырлы ҡулдары менән Ивановтың үңәсенә йәбеште һәм матҡып тотоп алып һыға башланы. “Бер ысын халыҡ дошманы китһен” тигән уй мейеһенән үтеп китте. Шул ваҡытта башына нимә менәндер көслө итеп һуҡтылар һәм ул ҡараңғылыҡҡа күсә барып иҫтән яҙҙы. Иҫенә килгәндә бер кешелек камерала ине Муса Лутович, һыу эскеһе килде, һорарға кеше, алып эсергә һауыт та, һыу ҙа юҡ. Ҡуҙғалайым тиһә - бөтә тәне ауырта, күрәһең, иҫтән яҙғандан һуң да туҡмағандарҙыр. Бер-нисә көн уны һорау алыуға алып барманылар. Үлем көтөп ятыуҙары үҙе оло ғазап, үс ала алмай китәсәгенә үкенә. Ә теге ваҡытта үңәсен ҡармап тотоп алған тәфтишсе башҡа күренмәне, төрмә “телефоны” тегенең дауаханаға барып ятҡанын еткерҙе. Эх, бөтөнләй һуҙып һалырға өлгөрмәй ҡалды, шулай ҙа бер башҡорт бармағын татыны. Уйҙары Мусаны алыҫҡа тыуған яҡтарына алып китте. Болғаныштар заманында халыҡтар, шул эстән башҡорттар, икегә, хатта өскә бүленеп бөткәйнеләр шул. Ябай халыҡ түгел, уҡымышлылары ла хәл торошон аңламай күп ҡаңғырҙылар. Ана, Сөләймән Мырҙабулатов менән һөйләшеп килешкән саҡта уныһы: - Мин Совет власына ҡаршы түгелмен, ә Ғәли Шәмиғоловтың баш -баштаҡлығына ҡаршымын, -тип һөйләгәйне. Ике башҡорт икәү - ара һөйләшеп аңлаштылар, шул арҡала “халыҡ армияһы” ҡоралын һалды. Ләкин башында урыҫ офицерҙары торған ике отряд килешеүгә ризалашманы. Китте ул шуларға ҡаршы ҙур булмаған отряды менән. Тыуған ауылы Көсөк аша үтергә булды. Әсәһен күрҙе, таныш белештәрен, туғандарын һорашты, бандаларҙың ҡайҙа барлығын белеште. Отрядын ял иттереп алғандан һуң Байрамғолға йүнәлде. Кисеүгә еткәс, үҙе беренсе булып сыҡты ла теге яҡ ярҙан башҡаларҙы әйләне. Шул ваҡыт әрәмәлек араһында йәшенеп торған бер һыбайлы сығып, Муса өҫтөнә йомолдо, көтмәгәндә ике арала ҡылыс һуғышы башланды. Теге ажғыр һыбайлы башҡорт егете ине, ҡылыста шундай оҫта алыша, ситтән ҡараған кеше ҙур сәхнәлә театр күренеше бара, былар ҡылыс тотоп икәүләшен бейейҙәр, тип уйлар. Мортазин уның ҡылысын ҡулынан һуғып төшөрөп, тереләй алырға ғына уйлағайны - мылтыҡтан атҡан тауыш ишетелде. Егет ҡылыслы ҡулын күтәргән көйө “гөрҫ” итеп ергә ауып төштө: - Кем атты? - Мусаның көр тауышы әрәмәлек буйлап яңғырап китте. - Мин аттым! Ул һине үлтерә ине бит! - тип яуап бирҙе комбригтың адъютанты. - Эх, ниндәй кешене әрәм иттең бит, - тип Мортазин тегене әрләп ташланы. Беренсенән, үлтерә алмаҫ ине, сөнки мин унан ҡылысты оҫтараҡ уйнатам, икенсенән, тере булһа - үҙебеҙҙең әтрәткә алыр инек. Беҙгә тап ошондай ажғыр егеттәр кәрәк. Әрәм иттек бит бөркөттө! Тәрбиәләп алһаҡ - ҙур әтрәт башлығы булырҙай ине. Эх! Ярай! Уфтанып тороуҙан бер файҙа ла юҡ. Былай итәйек: бер аҙға туҡтайыҡ, егетте мосолманса һуңғы юлға оҙатығыҙ! Тағы ҡуҙғалып киттеләр. Ҡаршыға саң туҙҙырып бер төркөм һыбайлы казактар килгәне күренде, отряд сама менән Мусаныҡына тиң, шикелле. Комбриг адътантына тегеләрҙең артына юл ситенә пулеметты йәшерергә һәм сигенгән саҡта ут асырға ҡушып, урауҙан ебәрҙе һәм отрядына һуғышҡа әҙерләнергә, тегеләр яҡынлаһа яртылаш ҡулсаға алып өлгөрөргә әмер бирҙе. Ҡаршы төркөм килеп етмәйенсә туҡтаны. Казактар төркөмөнән бер офицер айырылды, алғараҡ килеп ҡысҡырҙы: - Кто такие? - Мы - Муртазинцы. А вы чьи? Откуда будете? - Мы выдринцы, оттуда будем, сюда направляемся. - Если так, подойди поближе познакомимся, - тип ваҡытты һуҙырға булды комбриг. Офицер ризалашманы. - С такой шантрапой и башкирской бандой у нас разговор короткий: будете сдаваться или хотите “поцеловать” казацкую саблю? Башҡорттар яйлап-яйлап ҡулсаға алыуҙарын дауам итте, тегеләр нишләптер бөтөнләйгә “шыртламаны”, әллә офицерҙарының ҡаты һәм тәккәбер һөйләшеүе ышаныс бирҙе, әллә иҫеректәр, әллә ҡулсаға алыуҙы һиҙмәнеләр!? - Мы не против сдаваться, - тип хәйләләне комбриг, - однако надо посоветоваться с командиром. Если сдадимся - что обещаете? - Будете совместно с нами вести борьбу против комунняков. - Домой нас отпустите? - Посмотрим, сказал слепой, сперва разоружайтесь! Потом видно будет... - Егеттә-ә-әр! Алға-а-а! Атакаға! Пистолетын сығып өлгөрмәй ҡалды есаул, уны Мортазин ебәргән пуля эҙләп тапты. Аяуһыҙ алыш-салыш башланды. Өс яҡлап уратылғандарын күреп, казактар сигенә башланы, сигенеү юл буйлап ҡасыуға әйләнде. Ошо ваҡытта уларҙың артына барып урынлашҡан пулемет телгә килде. Казактар юлды ташлап тирә-яҡҡа һибелде. Ошондай уҡ юл менән атаман Плашкин менән Хәжиәхмәт Унасовтың да отрядтарын ҡырып үтергә тура килде... Камераның ишеге асылып китте. Нишләптер бер һаҡсы урынына өсәү килеп баҫты. Һөйрәкләп тигәндәй хәлһеҙ комбриг кәүҙәһен алып сыҡтылар, тик тәфтишсе бүлмәһенә түгел, ә төрмәнең артҡы яғына алып киттеләр һәм стена буйына баҫтырҙылар. Муса бөтәһен дә аңланы. Аяғын айыра баҫып ныҡлап тороп алды һәм булған ғына хәлен йыйып ҡысҡырҙы: - Предатели! Сволочи! Это вы - враги народа! Стреляйте! Завтра придет ваша очередь и вас застрелят за это предательство. Да здравствует башкирский и русский народы. Смерть палачам... Пистолеттан атҡан тауыш мейе эсендә шартлау булып яңғыраны, бар донъя ҡараңғылыҡҡа сумды...
Өфө ғилми тикшеренеү институты директоры Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Табулдин-Амантай “йүкә телефон” аша Муса Мортазинды ҡулға алғандарын ишеткәс, күңел тыныслығын нығыраҡ юғалтты. Әле яңыраҡ бер машина уны саҡ бәреп китмәүен, бер-нисә көн бер дауамында ҡара плащ кейгән бер әҙәмдең өй тирәләй уранғылағанын иҫенә төшөрөп, үҙенең дә өҫтөнән болоттар ҡуйырыуын һиҙҙе. Ә унан алда ҡайһылай күңеле тыныс була торғайны. Үҙе яҡшы белгән Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Мөхтәр Байымовтар ҡулға алынғас ҡына күңеленә шик төштө, улар ниндәй “халыҡ дошмандары” булһын? Ил өсөн, халыҡ өсөн тип күпме тырышҡандарын Аманбай бик яҡшы белә. Бына фатирына ла килеп етте. Ҡатыны, Сәбихә, бешеренеп йөрөй. Уңды ул был ҡатынынан, бешеренергә ярата, өйҙә һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип. Элекке ҡатыны өйҙә ултырырға яратмай торғайны. Урам ҡыҙырыу, ресторандарҙы тапауҙы хуп күрҙе. - Ниндәй яңылыҡтар бар, Ғабдулла? - Яңылыҡтар әллә ни юҡ! Тағы бер килке кешеләрҙе ҡулға алғандар, шул эстән Муса Мортазин. Әллә ғәйептәре бар, әллә юҡ - белмәҫһең. Шундай алама хәбәрҙәрҙәр ишетһәң - күңелде өйкәй башлай, ни эшләргә лә белмәйһең, ҡулға эш бармай һағайып ҡарап тик ултыраһың. Ситтән ҡараһаң советтар өсөн йән аямай көрәшеп йөрөгән ҙур шәхестәр бит инде. Белмәйем, әллә берәй ғәйептәре бармы икән? - Кемдең ғәйебе бар тип уйлайһың? - тип һорау бирҙ лә һөйләп алып китте Сәбихә, - Мөхтәр ағайҙыҡымы, Афзал ағайҙыҡымы, Дауыт ағайҙыҡымы, Ғөбәй ағайҙыҡымы? Үс кешеләрҙең шикәйәт яҙғанын көтөп кенә торалар власть тотҡан кешеләр, ялыу булмаһа - үҙҙәре яҙҙыралар, шикелле. - Бына Мөхтәр ағайҙы Төркиәнән ҡайтҡас, ҡулға алдылар, унда Зәки Вәлидов менән осрашҡан, тиҙәр. Яҡын дуҫ булды, ҡайтҡас бер ни ҙә һөйләмәне, әллә... - Ғабдулла! Башһыҙ кеше һымаҡ булмағанды уйлап сығарма! Кем беҙгә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы? Мөхтәр ағай менән Мәрйәм еңгәй. Уға ла ышанмаһаң - кемгә ышанырға ҡала? Үҙеңде уйларға ваҡыт етте, Ғабдулла, кит бер яҡҡа! Йәшенеп, боҫоп йәшәп тор! Беҙ бында нисек булһа ла үҙебеҙсә ғүмер һөрөп торор инек әле! - Эй, Сәбихә, нисек һеҙҙе ташлап ҡасып китәйем инде! Һин бар, Альберт, Ролена, Диас бар. Тағы дүртенсебеҙ булырға тора. Әйткәндәй, балалар ҡайҙа ул? Күренмәйҙәр. - Уларҙың тамаҡтарын туйҙырып йоҡларға һалдым. - Хәлимә балдыҙ ҙа күренмәй түгелме? - Әхирәтенә киткәйне, хәҙер ҡайтыр инде. Әйҙә, беҙ ҙә тамаҡ ялғап алайыҡ! Бөгөн ҡоймаҡ ҡойҙом, иретелгән һары май менән майланым, тәмле генә килеп сыҡты, шикелле. Хәлимә ауылдан күстәнәскә баяғы майҙы килтергәйне. Ауыл майы - ауыл майы инде, шундай тәмле, ауыҙға алһаң - иреп кенә тора. Киске аштан һуң улар ғәҙәттәгесә тышҡа сығып ҡабаланмай ғына урам буйлап йөрөп килделәр. Октябрь аҙағы, көҙ үҙенекен итә, көндөҙ йылына , кис һыуына төшә. Ҡайттылар. Амантай зал уртаһындағы өҫтәл артына яҙышырға ултырҙы, башына бер уй ҙа төшмәй, ике ҡулы менән сикәләрен ҡосаҡлап уйланып тик ултыра шулай. Сәбихә стена буйындағы ағас эскәмйәгә ҡунаҡланы һәм бәйләү эшенә керешеп китте. Күҙ ҡырыйы менән иренә ҡарап-ҡарап ала. Амантайы һуңғы ваҡытта ябығып киткәндәй тойолдо уға. - Нишләп моңайып киттең, башыңа бер фекер ҙә кермәйме әллә? - Уныһы ла бар, атай мәрхүм иҫкә килеп төштө, әсәй нисек икән - күптән барған юҡ! Үткән ғүмер иҫкә төшөп торасы. - Ҡайнымдың киткәненә нисә йыл булып китте әле? Амантай ҡәләмен һалды ла бер аҙ боролоп ултырҙы: Ун йыл тулып үтте инде, ун йыл. Атайым 1920 йылдың ғинуарында туберкулездан вафат булды. Беҙ дүрт бала әсәй ҡулында ҡалдыҡ. Бирешмәнек - үҫтек. Беҙҙең Үрге Ҡунаҡбай ауылында атайымды “Сәхипгәрәй хәлфә” тип йөрөттөләр. Атайым үлгәндә ун өс йәштә инем, балаларҙы аҫрарға әсәйемә ярҙам итер өсөн, уҡыуҙы ташлап эшкә сыҡтым, ниндәйе эләгә - шуныһын башҡарҙым. Туҡ-Соран мәғариф бүлегендә курьер булып эшләнем, егерменсе йылдың йәйендә балалар йортона эшкә күсеп, хужалыҡ мөдире булып эшләй башланым... Ул арала Хәтирә ҡайтып инде, сисенде. - Хәтирә! Үт был яҡҡа, беҙ бында еҙнәң менән гәп һатып ултырабыҙ әле. Тыңла! Иҫләп ҡал! - Киләм, киләм. Тышта һыуыта башланы плащ менән дә өшөтә, тип һөйләнә-һөйләнә йәш ҡыҙ зал бүлмәһенә инеп ултырҙы. - Балалар йортонда күпме эшләп ҡалдың? - Күп эшләмәнем, октябрь айында Юлдаш мәктәбенә уҡырға барҙым, ә ике айҙан һуң, декабрь башында, комсомолдың Туҡ-Соран кантон комитетына инструктор итеп алдылар, эшләгәс - ғаилә хәле бер аҙ еңеләйә төштө беҙҙең. Унда ла оҙаҡ эшләмәнем декабрь аҙағында Ырымбур Башҡорт педагогия техникумына инеп, уҡып алып киттем. - Күскенсе һымаҡ йәшәгәнең икән еҙнәй, - тип Хәтирә көлөп ебәрҙе, - техникумды ла бөтөрә алмай берәй яҡҡа күстеңме әллә? - Тап шулай, балдыҙ. Егерме дүртенсе йылда Ырымбур губкомолына алып яуаплы эшкә ҡуйҙылар. Шунан Башобкомол юллауы буйынса бында, Башҡортостанға ҡайттым, йәштәр гәзитендә эшләнем. Ленинград институтында уҡыған саҡта, егерме туғыҙынсы йылдың яҙында әсәйемдең вафатын ишетеп ҡайттым, етеһенә генә өлгөрҙөм. Аспирантураны тамамлағанымды күрмәне әсәйем, бигерәк ҡыуаныр ине. Шуныһы йәл! Бына шул саҡ яҙған шиғырымды, ошонда ғына ята ине ҡайҙа булды әле, һеҙгә уҡып ишеттерәйем тигәйнем! Эшлекле ине минең әсәйем. - Уҡы әйҙә, уҡы! - Әлбиттә, уҡы. Амантай тамағын ҡырып алды ла уҡый башланы: Хәтер дәфтәренән
Тәнәй инем. Зарығып - Әсәй, - тинем, Һүнер шәмгә күҙем тектереп. Шомло елдәр иҫкән шомло төндә Ул айырылды, йәшем түктереп. Керпектәрем көлөп күтәрелде, Талған күҙҙән пәрҙә асылды. Тәҙрәмә бәрелә алһыу нурҙар, Ҡайғыларҙы улар ҡасырҙы. Киң донъяға сығып, күҙ ташлайым, Нур һанайым һынау ташында. Күрәм: Күкрәгемә дәрттәр өҫтәп, Һүнмәҫ нурҙар уйнай ҡаршымда. (20,163-164-се биттәр) - Бына ошо шиғырҙы Ленинградта яҙғайным. Сәпәкәй итегеҙ ҙә,әйҙәгеҙ, әүен баҙарына. Ваҡыт бик һуңлап китте. Иртәгәһенә 18 сентябрь көнө эшкә килеүе булды, шунда уҡ күрҙе: өҫтәленә кемдер “Правда” гәзитен (1937, 17 сентябрь) асып һалып ҡуйған. Бушҡа һалмағандар, тимәк. Уны тиҙ генә ҡулына алып Амантай уҡый башланы, йөрәге аша ниндәйҙер һыуыҡ үтеп киткәндәй булды.
Кучка буржуазных националистов в Башкирии не раз открыто поднимали на щит Валидова - одного из лидеров басмачей, предателя Родины. А Башкирский обком партии - его секретари Быкин и Исанчурин не только не разоблачали активных валидовцев, но даже опирались на них. Все основные руководящие посты в республике были вручены валидовцам... Заместителем председателя совнаркома и председателем Госплана Башкирии, кандидатом в члены бюро обкома долгие годы был Даутов - колчаковский офицер, активный валидовец... Деятельность Даутова была явно националистической, а обком всячески его восхвалял, его имя присваивали лучшим колхозам... Обком фактически отдал на откуп валидовцам советский аппарат, Бессменным заместителем наркома земледелия, а затем директором опытной станции сидел один из вожаков валидовского контрреволюционного движения - Тухватуллин Фатых. Директор института по повышению квалификации хозяйственных кадров Адигамов - активный валидовец, брат известного организатора валидовского и султан-галиевского отрядов. Наиболее крепко окопались буржуазные националисты в наркомземе... Научно-исследовательский институт национальной культуры и языка - в руках валидовцев. Во главе этого института стоит Амантаев, апологет буржуазно-националистической истории и литературы... Другой буржуазный националист - Насыров - подготовил к печати произведения валидовского “теоретика” Бабичева... Физиономия секретаря обкома Исанчурина, покрывавшего националистов, прятавшего от организации тревожные сигналы, затиравшего молодые башкирские кадры, совершенно ясна. Отделом партийной пропаганды и агитации обкома ведает Абубакиров, крепко связанный с националистическими элементами... Злейшие враги народа находили защиту у Быкина... Он покрывал “импортированного” с Украины троцкиста Дубенского, которого держал при себе в качестве помощника. Он покрывал и троцкиста Бучацкого... Коммунисты Башкирии, без сомнения, до конца разворошат осиное гнездо врагов и вышвырнут их из обкома, партийного и советского аппаратов. Амантай бөтәһен дә аңланы, бында уның да фамилияһын телгә алғандар, халыҡ дошманы исемлегенә керетеп өлгөргәндәр. Башы томаланып китте. Нисек кенә ҡыйын булмаһын үҙеңде тыныс тоторға тырышырға кәрәк, тип уйлап алды ул. Тимәк, уға иректә йөрөү бер-ике аҙна дауамында ғына буласаҡ. Күрәһең, бик ҙур процесс ойошторорға уйлайҙарҙыр, бигерәк күп кешенең фамилияһы гәзиттә аталған. Ҡанаты ҡайырылып ҡайтты ул эштән... Утыҙынсы октябрь таңы атты, ошо көндө ул ҡатынын бала табыу йортона алып китте. Кис тағы барғанда көткән яңылыҡ билдәле булды: Сәбихә малай табып ята! Өс көн дауамында аҙыҡ-түлек алып барып йөрөнө ул, дүртенсе көн барып өлгөрә алманы - килделәр. Өсөнән дүртенсе октябргә ҡараған төн башланды. Был төндә нишләптер йоҡлай алманы Амантай, үткән бик ҡыҫҡа ғүмерен барланы. Эйе, егерме беренсе йылда баш күтәргән Мәғәсумов отрядында штаб начальнигы булып хеҙмәт итте, Поленовҡа ҡаршы көрәште. Уларҙың лозунгыһы “коммунистарһыҙ советтар”булды, маҡсаты башҡортто террорҙан ҡурсылау ине. Йәй уртаһында килешеү булды. Шул саҡтағы ҡаршы торошто “халыҡ дошманы” итеү өсөн килтереп сығарыуҙары бар. Йөрәк буштан-бушҡа һеркелдәмәй, тиҙәр, тимәк... Төн уртаһында ҡаты итеп ишекте дөмбөрҙәтә башланылар. Иң тәүҙә балдыҙы Хәтирә уянды, ишек төбөнә килде: - Кем унда? - НКВД работниктары. Ас тиҙерәк, нимә һөйләнеп тораһың, юҡһа - ишегеңде тибеп осорам! Хәтирә ҡурҡышынан ишекте йәһәтләп аса һалды. Шул арға тотондолар. Амантай кейенә-кейенә килеп сыҡты. Өйгә ике һалдат менән НКВД формаһындағы башлыҡтары килеп инде. Берәү ишек төбөндә ҡалды, икәүһе бүлмәнән бүлмәгә күсеп әйберҙәрҙе, китаптарҙы аҡтарырға, иҙәнгә теләһә ҡалай ташларға тотондолар. Амантай ҡыҙ эргәһенә килеп тыныс ҡына итеп әйтте: - Тыныслан әле, Хәтирә балдыҙ, балалар кеүек илап тороу һиңә оҡшамай, бар, сәй ҡайната тор! Илама! Дошмандар ҡыуандырма! Сәй эсеүсе булманы ул көнө. Саҡырылмаған “ҡунаҡтар” бүлмәләрҙе бикләп мисәт һуҡтылар, өй хужаһына кейенергә ҡуштылар. - Улым, һин ҙур инде,- тип өндәште Амантай алты йәшлек улы Альбертҡа,- мин алыҫҡа китәм, мин юҡта тәпәй баҫҡан Ролена һеңлеңде ҡара, әсәйеңде көйҙөрмәй йөрө! - Ярай! Ә һин ҡайҙа китәһең ул, атай? - Алыҫҡа, тауҙар артына. - Ә мине алып бармайһыңмы, минең дә ҙур тауҙарҙы күргкм килә. - Тауҙарҙы ҙурайғас күрерһең! Белеп ҡуй, улым, иң бейек һәм матур тау, ул -белем тауы. Уҡырға тырыш, йәме! Белем ал! Белемле кеше ҡайҙа ла кәрәк ул, улым. Белемле һәм халҡы өсөн тырышҡан кешеләрҙе үргә сөйөр ваҡыт етер әле, тик беҙ булмаҫбыҙ. Шунан Хәтирәгә боролдо: - Апайыңа: ял итергә китте тип әйт, теше һыҙлай тигән, ул - аңлар. Ял итеүҙең ваҡыты сыҡҡас - ҡайтырмын. Минең ғәйепһеҙ икәнде ул яҡшы белә. Бер үк борсолмаһын, үҙен һаҡлаһын. Мин оҙаҡлап китһәм - ауылға барып торһон! Камераға ябылғас, Амантайҙы бер генә уй борсоно: кем уның өҫтөнән ялыу яҙҙы икән? Нишләп бындағыдар һәр ялыуға ышанып баралар, һәр нәмәне тикшереп сығып, дөрөҫ йомғаҡ яһарға була бит! Уның бер-ниндәй ғәйебе юҡ. Уйҙары уны йәшерәк ваҡыттағы көнкүрешкә тартты. Сәхибә уның икенсе ҡатыны. Беренсе ҡатыны Ғәтифә булды, уға 1928 йылдың йәйендә, Ленинградҡа китер алдынан өйләнгәйне. Ике йылдан һуң ир бала донъяға килде, Альберт тип исем ҡуштылар. Өфөгә күсеп ҡайтҡас, ҡыҙы Ролена тыуҙы. “Рожденная ленинцем,” тигән һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып ҡушты ҡыҙына исемде. Шәп исем килеп сыҡты. Ғаиләһен бик яратты ул, һирәкләп эштән бушаған ваҡыттарҙа балалары, ҡатыны менән бергә булырға тырышты. Бәхете шул ваҡытта тулы кеүек ине, ләкин ғаилә бәхете бер көн селпәрәмә килде. 1934 йылдың йәйендә ҡатыны Ғәтифә, уны һәм ике балаһын ташлап, бер туған еҙнәһе менән Ҡабарда-Балҡарға ҡасып китте. Балаларҙы үҙе көттө, эш менән өй араһында барыһына ла өлгөрөргә тырышып сабып йөрөнө. Мәшәҡәттәр күбәйеүе арҡаһында ижади эшенә лә тотҡарлыҡ яһалды, шикелле. Ижадҡа күңеле ятманы, бындай эшкә ҡулы барманы. Шунда тулыһынса аңланы: ижад итеү өсөн һәләтлелек кенә етмәй, тағы күңел тыныслығы ла кәрәк икән. Хәсрәтле көйө нисек ижад итәһең? Бер-нисек тә ижад итеп булмай, ижад ҡомары яралмай ҙа ҡуя... Бер йыл үтте, ҡатынын һаман көттө, тик ул кире ҡайтманы, хатта балаларын да онотто, ҡош телендәй бер хәбәр ҙә булманы. Ҡатынының кире ҡайтмаҫына инанғандан һуң, ул яңынан өйләнергә ҡарар итте һәм күңелен баҫырҙай ҡыҙыҡайҙы пединститутта тапты. Ул - уҡытыусы, ә Сәбихә Ситдиҡова - студентка. Ябай, мөләйем, оялсан ҡыҙыҡай, һәйбәт уҡый, бик йыйнаҡ. Дуҫлаштылар, уртаҡ тел таптылар, яҡынайышып киттеләр. Өйләнештеләр, Дамир тип аталған улдары тыуҙы, бына килеп, шөкөр, ҡыҙҙары булды... Камераның ишеге шығырлап асылды: - Тотҡон Амантаев! Тәфтишсе саҡырта һине... Тиҙ бул! - Мин күптән һөйләшергә әҙермен! Ҡайҙа барырға? - Юлды үҙем күрһәтермен...
Бала табыу йортонда ятҡан ваҡытта Сәбихә көн дә Ғабуллаһынан төргәк ала ине, ләкин бер-ике көн килеүсе булманы. Эштән бушай алмағандыр, тип үҙен тынысландырҙы яңы баланан ҡотолоған әсә, ләкин күңеле болоҡһоп тик тора, башында бер генә төрлө уй йүгерә, әллә...юҡ, юҡ, улай булырға тейеш түгел. 6 октябрь көнө әсәгә төргәк тотторҙолар, уныһы шунда уҡ таралып китте. Тимәк Амантайҙан түгел. Яҙыуы бар:“ Уның теше һыҙлай, һинең янға килергә ҡушты.” Бөтәһе лә аңлашылды! Быныһы - Хәтирәнең яҙыуы. Тимәк, Хәтирәне лә эскә үткәрмәгәндәр. Балнистан сыҡҡас, төрмәгә йыш бара Сәбихә, ләкин Амантай менән уны осраштырмайҙар. Осрашыуға рөхсәт алыр өсөн инстанцилар буйлап йөрөү ҙә бер файҙа ла бирмәй.
Амантайҙы алып китеүгә ике аҙна үткәс, Ғабдулланан һуң ғилми-тикшереү институтының яңы директоры Сәйфи Кудаш килеп инде, хәлдәрен һорашып тормайынса дорфа ғына көйө бөтә фатирҙы ҡарап сыҡты. Шунан Сәбихәгә өндәште: - Институттың берәй әйбере бармы? - Шкаф ҡына, Сәйфетдин Фәттәхетдинович. - Башҡа бер әйбер ҙә юҡмы ни? Китаптар, мәҫәлән... - Юҡ, юҡ, Ғабдулла китап- ҡағыҙ кеүек әйберҙәрҙе алып ҡайтманы, - тип яуапланы яңы бала табыу йортонан ҡайтҡан Сәбихә. - Беҙҙең менән ни булыр икән Сәйфетдин ағай? Белмәйем, белмәйем. Бер ни ҙә әйтә алмайым. - Һеҙ Ғабдулланы беләһегеҙ бит! Һеҙ ҙә уны ғәйепле, тип һанайһығыҙмы әллә? - Мин ғәйепле тип һанамайым, Совет власы һанай. Тимәк, уларҙа беҙ белмәгән ниндәйҙер мәғлүмәт бар. - Һеҙ, Ғабдуллаға бер-нисек ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән? - Юҡ!Юҡ! Ул турала бөтөнләй һүҙ алып бармағыҙ! Бер-нисек тә ярҙам итә алмайым. Башым икәү түгел минең. Шкафты машинаға тейәп шунда уҡ алып киттеләр. Татар телендә яҙышҡан башҡорт яҙыусыһының дорфа ҡыланыуына Сәбихә аптыраманы, сөнки 1933 йылда “Етегән” исемле антисовет ойошмаһында тора тип уны, Сәйфи Кудашты, органдар ҡат-ҡат саҡырттылар, яҙыусылар берекмәһенән дә сығарғайнылар, аҙаҡтан нисектер ҡотолдо, союзға ла кире инде. Өфөлә Кудаш сексот (секретный сотрудник НКВД) булырға ризалашҡан икән тигән имеш-мимештәр, ғәйбәт һүҙҙәр йөрөп алды. Заманы шундай ине: тере ҡалыр өсөн ниҙәр генә эшләп ҡарамайһың. Йомғаҡ һүҙ урынына ике документ килтереп китеү урынлы булыр.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 59; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.011 с.) |