Зам. Председателя цик Союза сср                                 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Зам. Председателя цик Союза сср                                

Поиск

   Зам. Председателя ЦИК Союза ССР                                

                                                                        В. Шмидт

  Управляющий делами СНК Союза ССР и СТО

                                                                 Н. Горбунов (23).

Инструкция буйынса кулактар өс төркөмгә бүленгән:

а) контрреволюционер - кулак. Был категорияға террористик эш менән шөғөлләнеүселәр, уларға ярҙам итеүселәр һәм контрреволюцион агитация таратыусылар ингән;

б) пассив йәки аҫтыртын ҡаршылыҡ күрһәтеүсе бай кулактар ҡатламы;

в) ризаһыҙлыҡ белдереүсе урта хәллеләр;

Беренсе һәм икенсе категорияға индерелгәндәрҙе ҡулға алынғандан һуң СССР-ң көнсығыш, төнъяҡ өлөшөнә һөргәндәр, өсөнсө төркөмдө Башҡортостан республикаһының урманлы зонаһына Белорет, Ҡараиҙел, Нуриман райондарына оҙатҡандар.

Башҡортостан, билдәле булыуынса, аграр край булған, күпселек халыҡ, бигерәк тә башҡорттар ауыл ерендә көн иткәндәр. Шуға күрә коллективлаштырыу һәм кулакты тамырынан ҡоротоу сәйәсәте ауырлығын ул башҡа халыҡҡа ҡарағанда күберәк татыған.

Кулактарҙың конфискацияланған әйберҙәре колхоздарға бирелгән: өй, амбар, ауыл хужалығы инветары, йорт ҡаралтылары, аҙыҡ-түлек, шәхси кейем-һалым - бөтәһе лә тартып алынған. Хатта юлда барғанда уҡ яҡшы күренгән ыштандарын, итектәрен систереп алғандар һәм уның урынына иҫке-моҫҡоно тотторғандар.

Ялыу яҙыуҙан бер файҙа ла булмаған. Мәҫәлән, Мәсәғөт кантоны крәҫтиәне Михаил Рютин Иосиф Виссарионович Сталин исеменә былай тип хат яҙа:

 

“Оҙаҡ йылдар тырышып эшләүем арҡаһында ике атлы, ике һыйырлы, биш һарыҡлы, өйлө, бесән сапҡыслы, тырмалы, сәскесле булдым. Бына хәҙер крәҫтиәндәр йыйылышы исеменән мине йәшәгән еремдән айырып, Архангельск ҡалаһына һөрҙөләр. Ауылда биш ғаилә ағзаһы, шул эстән эшкә яраҡһыҙ ҡатыным һәм дүрт бәләкәй бала ҡалды, балаларҙың иң өлкәненә ун ике йәш. Уларҙы өйҙән ҡыуып сығарғандар, ас-яланғас көйө саҡ-саҡ көн күрәләр. Ошондай әшәкелекте эшләү дөрөҫ эшме ни? (24).

Рютин үҙе яҙған хатҡа бер яуап та ала алмаған.

Һәр кулакка социаль-экономик характеристика төҙөлгән.  Унда утыҙға яҡын һорау булған. Миҫал өсөн генә бер характеристиканың ҡайһы бер пункттарына  күҙ ташлайыҡ:

 

         Социально-экономическая характеристика.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 54; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.009 с.)