Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Ат сире” ҡағылған Таип улы ТаһирСодержание книги
Поиск на нашем сайте 16. Ил саҡыра Бөйөк Ватан һуғышынан алдағы Баймаҡ үҙ тормошо менән һәүетемсә йәшәп ятҡан мәле. Бында баҡыр иретеү заводы тау техникумы, урта, башланғыс һәм ете йыллыҡ мәктәп бар, БТС (балалар техник станцияһы) эшләп килә. 1936 йылда беренсе һанлы урта мәктәптең яңы бинаһы төҙөү үҙе бер ҙур ваҡиға була. Был мәктәптә яҡын-тирә ауылдарҙан килеп белем алғандар ҙа бихисап. Күлертау, Шура ауылы балалары йәйәү йөрөп уҡыйҙар, сөнки был ауылдар Баймаҡтан әллә ни алыҫта урынлашмаған ерҙә яталар. Тағы Баймаҡ тирмәне эшләй. Бында һәр ваҡыт кеше, егеүле аттар күп, берәүҙәр килеп тора, икенселәре китеп тора. Баймаҡ балалары бигерәк тә Пушкин урамында урынлашҡан БСТ-ны (балалар техник станцияһы) ярата. Унда авиомоделсы, фотограф, радиоконструктор түңәрәктәре бар, балалар был түңәрәктәргә бик теләп йөрөйҙәр. Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан кинотеатрҙа “Чапаев”, “Сик буйында”, “Өс танкист”, “Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән тауышлы кинолар бара. Баймаҡта һәр өйгә тиерлек радиорепродуктор үткәрелгән. Тормош үҙ ыңғайы менән тыныс ҡына барғандай һымаҡ, ләкин кешеләр хәүеф менән йәшәй. 1937 йылда Баймаҡ райкомы һәм район башҡарма комитеты етәкселәре ғаиләләре менән ҡулға алынып ҡайҙалыр ебәрелгәс, халыҡ тағы аптырауға ҡала. Ниндәй “халыҡ дошманы” улар? Ҡәҙимге совет кешеләре, эш өсөн тырышып йөрөгән етәкселәр. Артабан уларҙан ҡайтышыраҡ дәрәжәле кешеләр ҡулға алына, ҡайҙалыр олаҡтырыла, “халыҡ дошмандары” менән көрәшеү шулай дауам итә. Һуғыш башланыр алдынан был яҡтарҙа ғына түгел, ә тирә-яҡта ла билдәле булған һәм даны таралған күрәҙәсе, әүлиә , табиб, хәҙрәт Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улын да ҡулға алалар. Күрәҙәсе булғас ни - үтә күреп тора, бер-нисә урында немецтәр беҙгә ҡаршы һуғыш башларға йыйына, тип ысҡындырғайны, шул һүҙ органдарға барып та еткән. Йәшертен хәбәр түгел дә бит, тик был турала һөйләргә ярамай, шулай ҙа Баймаҡтағы етәкселәргә барып аңғартырға ине тип һөйләнеп тә йөрөнө, Баймаҡҡа тиклем юлдың хөрт, өҙәрем ара булыуы ғына уны барып етеүҙән туҡтатып торҙо. Халыҡты ил башлыҡтары үҙҙәре ҡаңғырта: нахаҡ менән хаҡты, аҡ менән ҡараны айыра алмайҙар шул, тип көйҙө ул: “Әллә нишләп шул нимес мәлғүндәренә ышаналар, ҡара эсле иблис бит улар. Их, нисек кенә итеп юғары түрәләргә аңғартырға икән? Баймаҡҡа ғына барып әйләнергәме, әллә Өфөнөң үҙенә бара алырмы? Бына юл булмауы бәкәлгә һуға. Теге нимес бер-ике айҙа илебеҙҙе баҫып алып, хужа булырға йыйына - бына шуны аңғартырға ине. Бындағылар нишләп уларға ышаналарҙыр - белеп булмай. Ышанғас - ышаналар инде, бөтә кеше күрәҙәсе түгел дә баһаң! Хәҙрәт тәрән уйға сумды. Уның күҙ алдынан һуғыш әфәте, буласаҡ ҙур ҡорбандар, еңеү тантанаһы кинотаҫмалай теҙелешеп үтте. Эйе, был һуғышта Советтар еңә, тик ярты быуат ваҡыт үткәндән һуң был власть юҡҡа сығасаҡ. Хәйер, үҙ артынан райүҙәктән бөгөн килерҙәрен күңеле менән тойҙо ул, төштәр ҙә бигерәк сыбарланғайны. Шуға күрә яңы ғына намаҙҙан торған абыстайына ипле генә итеп өндәште: - Сәйеңде йәһәтлә әле, әбекәйем. Шунан миңә берәй аҙналыҡ ризыҡ йүнәт! Тиҙҙән миңә кешеләр килә, шулар менән оҙон юлға сығырға кәрәк буласаҡ. Абыстайы аптырауға ҡалһа ла өндәшмәне, бабай ни эшләрен үҙе белә, бәлки алыҫтараҡ йәшәгән берәйһе ныҡ ауырып киткәндер, тип уйланы ул һәм моҡсайға ҡорот, май, айран, икмәк һәм башҡа ваҡ-төйәк һалыуын дауам итте. Көн яҡтырыуға район үҙәгенән власть вәкилдәре килеп тә етте. - Беҙ - НКВД хеҙмәткәрҙәре, һин, Мөжәүер Сиражетдинов, немец һуғыш башлаясаҡ тигән уйҙырма таратаһың икән, ә улар - беҙҙең дуҫтар. Шулай итеп, һеҙ, олатай, совет власына ҡаршы киләһегеҙ, власта ултырғандар бер ни ҙә һиҙмәй тип яла яғаһығыҙ, шуға һеҙҙе ҡулға алырға бойороҡ булды. Әйҙә, йыйын! - Мин әҙер, - тине хәҙрәт тыныс һәм күндәм тауыш менән, - һеҙҙән алда уҡ йыйынып бөткәйнем. Әле һеҙҙе көтөп ултыра инем. - Беҙҙең килерҙе кем аңғартып өлгөрҙө? - Берәү ҙә аңғартманы, үҙем беләм. - Һеҙ күрәҙәсе булғас беләһегеҙҙер инде. Уныһына ышанмай булмай, һеҙҙең мутлыҡтарҙы беҙгә килгән-киткән кешеләр аша ишетеп йөрөйбөҙ беҙ. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ! Мөжәүер хәҙрәт һүҙ сурытып тороуҙы өнәмәне, көпөһөн, быймаһын кейеп, ҡулдан тегелгән биштәрен ҡулына алды. Гөлйемеш абыстай эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡалды, яу ҡуптарҙы: - Һеҙ, уландар, ни ҡыланаһығыҙ әле? Ҡартымдың уйында гел яҡшылыҡ эшләү, һәр кемгә ярҙам итә, тағы һеҙгә ни кәрәк? Нишләп ул сәүиткә ҡаршы булһын? Етемлектә үҫеп ыҙа сиккән кеше сәүиткә ҡаршы буламы? Ҡалдырығыҙ уны! Теймәгеҙ ҡартыма! - Гөлйемеш, ҡаңғырмай тор! Былар ни өҫтән бирелгән әмерҙе башҡарыусылар ғына бит! Мине ҡуша алып китмәһәләр - үҙҙәренә эләгәсәк. Милициянерҙарҙың икеһе лә Баймаҡ районыныҡы, хәҙрәтте яҡындан уҡ яҡшы белмәһәләр ҙә ишетеп йөрөйҙәрҙер, күрәһең. Береһе абыстайға өндәште: - Гөлйемеш инәй! Үпкәләмәгеҙ! Олатай барыр ҙа оҙаҡламай ҡайтыр. Уны был тирәлә ихтирам итмәгән кешенең үҙе юҡтыр. Гөлйемеш ҡарсыҡ бер аҙ тынысланғандай булды, әммә йөрәге барыбер урынына ултырманы. Ир-аттар күмәкләшеп сығып киттеләр. Хәҙрәт юлда төрлөсә уйланып барҙы, яҙмыш ни нисек маңлайыңа яҙылған шулай була. Хоҙай ҡушҡан яҙмышты үткәрмәйенсә булмай, тигән фекергә килде ул. Был ике милиция кешеһен теләһә - албырғата ла ала, уларҙы аҙаштырып үҙе кире ҡайтып китеү мөмкинлеге лә бар уның, тик теләмәй. Улар бәләкәй кешеләр, хужалары ҡушҡанды ғына үтәп йөрөүселәр. Уның ҡөҙрәте тик изге эштәргә генә сарыф ителергә тейеш. Хәҙрәттән һорау алыу Баймаҡҡа килеп етеү менән башланды. Милиция начальнигына индерҙеләр, уныһы бик асыулы итеп ҡарап ултыра. Инер-инмәҫтән шунда уҡ һүҙ башланы: - Аңра башың менән Совет власына, Сталинға ҡаршы сыҡҡанһың. Беҙгә дуҫ булған Германияны яманлайһың икән, провокатор икәнһең. Һин Германияның һуғыш башларын ҡайҙан беләһең, мау баш! - тип милиция начальнигы екеренде уға. - Улым, мин бит әүлиә, алдан күрәм, - тип кеселекле генә итеп яуап бирҙе хәҙрәт, - шуға күрә әйтәм: ысындан да бик ҡаты һуғыш буласаҡ. Бар донъя бер мәхшәргә әйләнеү алдында! Шуны хужаларға еткерергә уйлағайным. - Тимәк, ялыу дөрөҫ яҙылған, тимәк, әйткәндәреңде кире ҡаҡмайһың инде. - Әйттем инде, әйттем! Уныһы хаҡ. Юғарыла ултырғандарға шул хаҡта еткерһәң ине! - Әһә! Тимәк ҡотҡо таратыуыңды үҙең таныйһың инде. Аҫтан ҡырҡаһың, тимәк. Тағы һин, ҡартлас, Совет власы бөтәсәк тип әйткәнһең, шул дөрөҫмө? - Әйттем, әйттем, тик ул ярты быуат ваҡыт үткәс кенә буласаҡ, тип үҙенекен һөйләне Мөжәүер хәҙрәт. - Кемдәр һиңә ҡушылып ҡотҡо тарата, әйт ул халыҡ дошмандарының исем-фамилияларын! - Ниндәй халыҡ дошманы тағы? Аңламайым. - Молчать! - Милиция начальнигы урынынан ырғып тороп ҡысҡырып хәҙрәтте әрләне, пистолетын кабураһынан сығарып, ҡурҡытыр өсөнмө, әллә башҡа бер уй уйламы, өҫтәлдең бер ситенә сығарып һалды: - Тиҙҙән һиңә каюк! Расстрел буласаҡ! Үләсәкһең, аңланыңмы? - Юҡ, аңламаным... - Иртәгә аңларһың! -тине лә ишек төбөндә ҡарауылда торған сотруднигына өндәште, - алып сығығыҙ һәм бикләгеҙ! Ҡарағыҙ уны: биге ныҡ булһын, төндә һеҙҙе йоҡоға талдырып сығып шылмаһын тағы. Таба алмай эт булырбыҙ. Тау-таш араһында йәшеренер урындары күптер әле, моғайын, уның. Мөжәүер хәҙрәт йоҡлай алмай сыҡты был төндә. Үткән бөтә ғүмерен барланы, өйөн, ҡарсығын, балаларын иҫенә төшөрҙө. Хоҙай Тәғәлә бөйөк көстө уға тапшырған икән - нишләйһең инде, шул йөктө тартырға тура килә. Кешеләргә ярҙам итеү насар эшме ни? Ә алдан күрә белеү әҙәм балаларын күп бәләләрҙән ҡотҡара бит! Уның нимәһе насар? Ҡулдарын алға, ауылы яғына һоноп өйө менән эзотерик һәм биоэнергетик бәйләнеш булдырҙы. Өй эсе, кино ҡарағандағы кеүек, уның күҙҙәре алдына пәйҙә булды. Күрҙе: өйҙәге шәм ҡыҫылған көйө генә һүрән яҡтылыҡ бирә, бөтәһе лә йоҡларға ятҡандар, ләкин йоҡламайҙар, йоҡлағанға һалышып яталар. Хәҙрәт уларҙың күңеленә тыныслыҡ ебәрҙе лә ҡулын төшөрҙө. Бәйләнеш өҙөлдө. Үҙем дә бер аҙ ятып торайым әле, тип ул мөйөшкә һырылды. Ләкин йоҡоға китә алманы, уйҙары милиция хужаһына килеп терәлде. Милиция түрәһенә ышаныс менән килгәйне, аңлар тип уйлағайны ул, яңылышҡан булып сыҡты түгелме? Эйе, шулай булды шул, зәһәр сәсеүсе вәхши әҙәм икән! Ғүмере кешегә рәнйемәй һәм ҡәһәрләмәй торғайны хәҙрәт, был юлы үҙенән-үҙе килеп сыҡты, күңеле рәнйене. Нишләп ул үҙенән өлкән кешене йәберләй? Нишләп кешеләрсә хөрмәт менән һөйләшә белмәй? Оҙон төн оҙаҡ булһа ла үтеп китте. Таң менән хәҙрәтте Йылайыр төрмәһенә оҙатыр өсөн алып сыҡтылар. Атын егеп көтөп торған урта йәштәрҙәге кеше санаға өҫтәп бесән һалды, бер ҡыптыр тун килтереп ырғытты: - Бына кейеп ал! - Шунан яҡыныраҡ килеп былай тип шыбырланы: - Ишеттегеҙме, милиция начальнигы бөгөн иртәнсәк үлеп ҡалған. - Нисек үлеп ҡалған? - Эшкә ауырып килгән һәм атлап китеп барғанда ҡолап киткән дә йәнен биргән. Уның үлемен ҡайһы берәүҙәр һеҙҙән күрә. Тс-с! Йә, ярай, ҡуҙғалайыҡ инде! На-а, малҡай, еләйек әле, яҡтыла барып өлгөрөргә кәрәк бит миңә. Йөҙ саҡрымды ете сәғәттә үтеп юлсылар Йылайыр төрмәһенә килеп еттеләр. Тотҡондо шунда уҡ шөҡәтһеҙ, һыуыҡ камераға бикләп, ишегенә йоҙаҡ элеп ҡуйҙылар. Төрмәгә яңы тотҡондоң килеп инеүенә берәүҙең дә иҫе китмәне, ғәҙәти эш бит инде ул, берәүҙәр килә, икенселәре китә, тигәндәй бындағы тормош ағышы үҙенсә һәүетемсә генә бара. Хәҙрәт йәстү намаҙы килеп еткәнен иҫләп, тәһәрәткә сығырға уйланы. Ай. әттәгенәһе, йоҙаҡ ебәрмәй бит! Үҙ көсөн ул тағы ҡулланырға мәжбүр булды: өшкөрөп ебәргәйне - йоҙаҡ асылып китте. Камеранан сығып, һыу табып, тәһәрәт алып, намаҙын уҡып, тынысланып йоҡларға ятты. Йылайырҙа һорау алыусы урыҫтар Баймаҡтағынан да арттырып ебәрҙе. Йоҙаҡтың бер-ниһеҙ асылып китеүен ишеткән иң тәүге тәфтишсе уны бик ҡыҙған килеш ҡаршыланы: - Ага, колдун появился! Ты что, басурманская морда, нацмен, всех нас захотел заколдовать? Не выйдет! Вот этими руками застрелю и оформлю как “попытку к бегству”. Хәҙрәттең йәне көйөп китте, бәддоға уҡыны. Шунда уҡ тәфтишсенең хәле хөртәйҙе, тын алышы ауырайҙы, теле ҡатты, ике ҡулы өҫтәлгә йәбеште, артабан ҡыбырламаны ла ҡуйҙы. Мейеһе ҡаршыла ултырған ҡарттың утлы ҡарашын ғына тойҙо, күҙ алдын, тирә яғын аҡ томан ҡаплағандай булды, тик хәҙрәттең ике күҙе генә баҙлап янған көйө ҡалды, тирә-яҡ юҡҡа сыҡты. Шулай күпме ҡатып ултырғандыр аҙағыраҡ иҫенә төшөрә алмай аҙапланды был урыҫ . Ныҡ ҡурҡты тәфтишсе, көтмәгәйне ул бындай хәл булырын. Яңы ғына ҡуҡырайып ултырған урыҫ, власть вәкиле, бөтәһен дә аңланы, шуға күрә ҡарттан бер-нисек ҡотолоу сараһын күрҙе, тиҙ арала Өфөгә оҙатты. Һорау алыу протоколына 58-се статьяны сәпәп, “вышкаға”, йәғни атыуға тәҡдим итеп ҡултамға ҡуйҙы. Өфөлә лә хәҙрәт тәһәрәт алыр өсөн өшкөрөп йоҙаҡты асыр булды, быны күреп ғәжәпкә ҡалған төрмә һаҡсылары камераны башҡа бикләп торманылар, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙылар, уның ҡайҙа икәне былай ҙа биш намаҙ ваҡытында ишетелеп тора бит инде. Тағы шуны аңланылар: был ҡарт теләһә әллә ҡасан уҡ уларҙы албырғатып ҡасып китер ине - әлегә теләмәйҙер. Уларҙы шыр яланғас ҡалдырып, албырғатып, таратып сығарып ебәреүе лә бар. Хәҙрәтте Хоҙай араланы, эш олоға китмәне. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: беренсел тәҡдим төрмә менән алмаштырылды һәм срогы тулғас уға ҡайтырға рөхсәт ҡылынды. Төрмәнән тере һәм срогынан алда ҡайтыуының да үҙенә күрә “сере” бар. “Камерала имсе һәм күрәҙәсе ҡарт ултыра” тип ишеткән төрмә хужаһы бер көндө үҙе үк килеп инде. Башҡорт милләтенән икән үҙе. Мосолмандарса ололап әссәләмәғәләйкүмләп сәләмләгәндән һуң ипле генә итеп хәл-әхеүәлде һорашты. Һүҙ һөйләшергә зар-интизар булып ултырған ҡарт уның менән тартынмай һөйләште, им-том менән нисек дауалап була - шуларҙы асыҡтан-асыҡ һөйләне. Аҡыллы кеше менән гәпләшеүе үҙе бер байрам. Төрмә хужаһы ипле генә итеп һорау бирҙе: - Бына һеҙҙе күрәҙәсе тиҙәр, алдағы йәмғиәт торомошон күҙаллай алаһығыҙмы? - Күҙаллай алам, улым. Алдан ни булырын белеп әйткәнгә ултыртып ҡуйҙылар инде мине. Шулай ҙа тағы ҡабатлайым: ярты быуат тирәһе ваҡыт үткәс - совет власы ҡолаясаҡ, уның урынына демократик власть тип аталған күп партиялы ҡоролош буласаҡ. Шәхси эшҡыуарлыҡ сәскә атыр. Яңынан байҙарға һәм ярлыларға бүленерҙәр, шул арҡала киренән ҡаршы торош килеп сығасаҡ. Уныһы тағы ярты быуаттан һуң ҡолаясаҡ һәм уның урынына “ысын халыҡ власы” тигәне киләсәк, аръяғын Хоҙай үҙе генә белә. - Ярай, ул яғын ысынлап та Хоҙайға ҡалдырайыҡ һәм бөгөнгөгә ҡайтайыҡ әле. Бабай! Һин ауырыуҙы им-том менән йүнәтә тиҙәр, ысынмы шул? - Ысын, улым. Кем ауырый? Ниндәйерәк ауырыу? Миңә тәүҙә шуны белеү мотлаҡ, улым. - Ҡатыным өйәнәк ауырыуы менән ауырый, төрлө табибтарға барып ҡараныҡ, имселәрҙә лә булдыҡ - бер файҙа ла бирмәне, йәнә балаға уҙа алмай аҙаплана. - Килтер ҡатыныңды - ҡарармын, ауырыуы ныҡ үтеп китмәгән булһа, Хоҙай Тәғәлә ипкә килтерергә мөмкинлек бирер әле! Ышанысым ҙур булмаһа ла бар. - Үҙегеҙҙе өйгә алып ҡайтырмын, шунда ҡарарһығыҙ, йәме? -Ярай, улай ҙа була, тик ҡатыныңа алдан аңғартып ҡуй - ҡурҡмаһын! Ҡурҡҡан кешене дуалауы ҡыйын, ҡайһы саҡ бөтөнләй дауалап булмай. Һөйләшеп килешкән буйынса хәҙрәт төрмә хужаһының өйөндә булып, уның ҡатынын имләп дауалай башланы. Бына ғәжәп: төрмә хужаһының ҡатыны бер-ике сеанстан һуң бөтөнләй һауығып китте, балаға ла уҙҙы. Бындай ҙа ғәжәп хәл-ваҡиға була икән! Үҙ күҙең менән күрмәһәң - ышаныуы ҡыйын. Ошонан һуң Башпрокурорҙың телдән яҙған ҡыҙын имләп һөйләштерҙе хәҙрәт. Күрәҙәсенең абруйы ҡалҡты ла китте бер заман, тегенеһе-быныһы уға күренеп ҡалырға тырышты. Бына ошолар ҡарар срогын яңынан ҡарап ҡыҫҡартыуға килтерҙе, буғай. Икенсе ғәжәбе шул булды: күрәҙәсе Мөжәүер ҡарт әйткән ваҡытта һуғыш башланып китте.
1941 йылдың 22 июнь көнө. Көн шундай сыуаҡ, ҡояш иртәнән бирле үҙенең салт нурҙарын йәлләмәй һибә. Бындай матур көндәр Урал аръяғында бик һирәк була. Күп ваҡыт Ирәндек менән Урал тауҙары араһында төнъяҡтан көнъяҡҡа ҡарай көн дә иҫкән көслө ел үҫемлектәрҙе яндыра. Ҡайһы бер ямғырһыҙ йылдарҙа райондың ялан зонаһы июнь уртаһында һары төҫкә мансыла башлай. Ә быйылғы яҙ баймаҡтар өсөн бик уңышлы килде, ямғырҙар яуҙы, орлоҡтар дымлы ергә эләкте. Уныһы бигерәк шәп булды, Алла бирһә, уңыш та булыр. Баймаҡ ҡалаһының үҙендә йәшәүселәр бөгөн иртә менән тороп һабантуйға, иң яратҡан байрамға, барырға тип әҙерләнә башланы. Яҙғы сәсеү эштәренең ыңғай барыуы, уңышлы тамамланыуы, ике тапҡыр еңелтә генә ямғыр яуып үтеүе бар кешене ҡыуандырҙы, матур уңыш йыйып алыуға өмөт сатҡыһы уятты. “Байҡаразолото” конторы хисапсыһы Абдрахман Вәлиев ҡатыны Хәҙисәне ҡабаландыра, улын өйҙә ҡалдырырға ҡыҫтай, йыуата: - Камил улым! Һин ҙур малайһың инде, майҙа ун ике йәшең тулып үтте. Өйҙә ҡалып донъяны ҡарап тор! Беҙ оҙаҡламаҫбыҙ, әсәйең менән төш үткәс тә ҡайтып етербеҙ. - Мине алып барығыҙ, һабантуйҙы күргем килә, - тип Камил һаман ныҡыша. - Алып бара алмайбыҙ: беренсенән, йәйәү барырға тура килә, икенсенән, өй тирәһен ҡарарға кеше лә кәрәк бит, бөтәһе лә һыпырылып һабантуйға китеп бөттө, янғын-фәлән сыҡһа, Аллам һаҡлаһын, - бөтә урам янып бөтөр - берәү белмәҫ, сөнки был тирәлә бер кеше лә ҡалмай китеп бөтәсәк. Камил бер үҙе ҡалғас, бер килке үҙенә урын таба алмай йөрөнө лә китап уҡырға ултырҙы. Ял көнө радио һөйләмәй торғайны, был юлы ҡыштыр-мыштыр итте лә телгә килде һәм Мәскәү радиоһы дикторы Левитандың көр тауышы ишетелде: “Тыңлағыҙ! Тыңлағыҙ! Мөһим хәбәр тапшырыла! Бөгөн, иртәнге сәғәт дүрттә, немец-фашист ғәскәре беҙҙең илгә вәхшиҙәрсә баҫып инделәр... Хәҙер Молотовтың сығышын ишетерһегеҙ!”- тине. Молотов һүҙҙе ҡыҫҡа тотто һәм үҙенең телмәрен “Враг будет разбит, победа будет за нами”, - тип бөтөрҙө. Камил тышҡа сығып йүгерҙе һәм иҫке велосипедына атланып һабантуй урынына елде. Атаһы, аҫылған ҡаҙан эргәһендә, ҡала прокуроры Бикбов менән һөйләшен тора ине, улын күргәс тегеһе аптырап китте: - Нәмә булды, улым? Нишләп өйҙө ҡалдырып киттең? - Һуғыш башланған... - Кит, улым, бушты һөйләмә әле кеше ҡаңғыртып. Кем әйтә? - Ысын, ысын. Радионан тәүҙә Левитан, шунан Молотов һөйләне, “сегодня утром началась война”, - тинеләр. Был һүҙҙәрҙе тыңлап торған райондың баш прокуроры Бикбов эштең асылын шунда уҡ ҡайтып белешергә булды. “Һуғыш башланған” тип ҡысҡырып бер һыбайлының саптырып килеп етеүе икеләнергә, аптырап торорға урын ҡалдырманы. Бикбов халыҡҡа таралышып ҡайтырға һәм ҡайтҡас та оҙаҡламай стадионға йыйылырға ҡушты ла үҙе ҡала етәкселәрен эҙләп китте. Улар ҡала стадтонына киткән булып сыҡтылар. Бикбов та шул яҡҡа ашыҡты. Стадионға кеше һабантуға ҡарағанда ла күберәк йыйылғайны, радионы тыңлаусылар бихисап булған икән. Бер урында “Ватан саҡыра” тигән ҙур лозунг эленгән. Митинг башланды. Халыҡ алдында ҡыҫҡаса белдереү менән ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомы беренсе секретары Мөбәрәк Нәзиров сығыш яһаны, доброволецтарға хәҙер үк барып Азанов урамындағы хәрби комиссариатҡа барып исемлеккә яҙылырға ҡушты. Мин дә фронтҡа китергә ғариза бирәсәмен, дошмандан үс алырға, уны тыуған ерҙән ҡыуып сығарырға Ватан саҡыра, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тип һүҙен бөтөрҙө. Унан һуң сығыш яһаусылар башҡорттарҙан торған полктар, дивизиялар ойоштороу мотлаҡ, тип сығыш яһанылар, башобкомға, Иптәш Сталинға ошо теләкте белдереп мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттеләр. Был митинг бөтөүгә Баймаҡ баҡыр иретеү заводының гудогы, смена бөтмәҫ элек һыҙғырып, эшселәрен йыйҙы. Партком исеменән яңыраҡ армиянан ҡайтҡан Әхәт Дашкин сығыш яһаны, “фашистарға үлем”, - тип һүҙен осланы ул. Унан һуң торф участогы начальнигы Гавриил Арефьев, эшселәрҙән Әнүәр Йыһаншин сығыш яһаны: - Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға беҙҙе Ватан саҡыра. Яуабыбыҙ шул: дошманға ҡаршы аҫыл егеттәребеҙҙе ебәрәсәкбеҙ, уларға наказ шундай: дошманды еңмәйсә, уны дөмөктөрмәйсә һуғышты туҡтатмаҫҡа, тик еңеү менән генә ҡайтырға! Беҙҙең егеттәр бөтәһен дә булдыра алырҙай ир-арыҫландар. Беҙгә башҡорт атлы дивизияһын булдырырға, шунда фашистарҙы дөмөктөрөргә ынтылып торған егеттәрҙе алырға кәрәк, - тип һүҙен бөтөрҙө ул. Йыйылыш резолюцияһы бик ҡыҫҡаҡ булды: “Бөтә халыҡ фронт өсөн, еңеү өсөн бөтә көсөн һәм тырышлығын һалырға бурыслы.” Башҡорт атлы дивизия ойоштороу тураһындағы талаптар, тәҡдимдәр менән бик күп хаттар алғандан һуң, республика етәкселәре Дәүләт Оборона Комитетына хат яҙҙы, Башҡортостан эсендә дивизиялар төҙөүгә рөхсәт һораны. Оҙаҡламай Мәскәүҙән телеграмма килде: Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы хеҙмәтсәндәренең теләген хуплап, Дәүләт Оборона Комитеты республика территорияһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөргә рөхсәт итә. Номерҙары - 112,113. Уңыш теләйбеҙ. Ҡырҡ беренсе йылдың 18 ноябрендә ВКП(б) өлкә комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары Советының ултырышы булды. Был ултырыш башҡорт дивизияларын ойоштороу һәм уны мәтди тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡарап, был эштәр менән етәкселек итеү өсөн комиссия төҙөнө, составына Ғилман Ниғмәтйәнов, Вәли Нәбиуллин, Николай Буренкин, Рәхим Ибраһимов, Сабир Ваһапов һәм башҡа яуаплы иптәштәр керҙе. Бөтә ерҙә: республиканың ауылдарында, ҡалаларында, Дим, Өршәк, Ағиҙел, таналыҡ, Һаҡмар буйҙарында, Урал, Ирәндек, Нарыш тауҙары өҫтөндә һуғышҡа саҡырыу ораны яңғыраны: - Башҡорттар атҡа менегеҙ! - Батырҙар! Аттарға атланығыҙ! - Немец-фашистарының көндәре һынаулы ғына ҡалды! - Дошманды илдән ҡыуып сығарайыҡ! Дивизия штабына төрлө тарафтарҙан ғаризалар яҙа башланы. “Мине Башҡорт кавалерияһы дивизияһына алыуығыҙҙы һорайым, - тип яҙҙы Баймаҡ районында йәшәүсе Ибраһим Әпсәләмов. - Мин йөрәгебеҙгә ҡан биргән, ғүмеребеҙгә дан биргән Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн үҙ-үҙемде аямай, арымай-талмай һуғышырға һүҙ бирәм” (26). Бындай ғаризалар Салауаттан, Борайҙан, Хәйбулланан, Дәүләкәндән, Баймаҡтан, Урал алды, Урал аръяғы башҡорттарынан һәм башҡа райондарҙан, ҡалаларҙан, ауылдарҙан яуҙы ла яуҙы. Ил саҡыра! Бындай ялҡынлы һүҙҙәр һәр бер кешенең күңеленә инде, патриотлыҡ тойғоһон нығыраҡ уятты. Берәүҙәр тылда тырышып эшләргә һүҙ бирһә, икенселәр дошмандан үс алырға ант итте. Башҡортостан ерендә 112-се Башкавдивизия, унан башҡа интернационал булған 76-сы һәм 113-сө кавалерия дивизиялары, айырым уҡсылар бригадаһы, Салауат Юлаев исемендәге танктарға ҡаршы тороусы айырым полк ойошторолдо. Ил саҡырыуына яуап итеп 1941 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 19 авгусына тиклемге аралыҡта республиканан Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби Диңгеҙ Флотына 559 671 кеше яуға китте, шул эстән 2971 ҡатын-ҡыҙ. Республикала ойошторолған хәрби берекмәләр Мәскәү һәм Сталинград аҫтында, Украина һәм Белоруссия өсөн һуғыштарҙа, Европаны фашизмдан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, батырҙарса һуғыша, үҙҙәрен дан менән күмә. 17. Утлы өйөрмә киңәйә 1940 йылдың 18 декабрендә Адольф Гитлер “ Барбаросса” тип аталған СССР-ға һөжүм итеү планына ҡул ҡуя. Был планға ярашлы немец армияһы 2-3 ай эсендә ҡыҙыл армияны тар-мар итеп, Архангельск - Волга - Астрахан һыҙығына етергә тейеш ине. Һөжүм өс йүнәлештә: Мәскәүгә, Ленинградҡа, Украинаға табан йүнәлтелергә тейеш. Был ерҙәр Германия эсенә индерелеп, халҡының юҡҡа сығарылыуы - икенсел бурыс. “Барбаросса” планы төҙөлөрҙән алда Германия 1939 йылдың 1 сентябре көнө Польшаға баҫып инде, шулай итеп Беренсе донъя һуғышы башланып китте. Польша баҫып алынғандан һуң Германия тарафынан Норвегия, Франция, Бельгия, Голландия, Дания баҫып алынды , уларҙа аккупацион режим урынлаштырылды. Италия, Испания, Португалия, Финляндия, ә һуңыраҡ Венгрия, Румыния, Болгария фашистик Германияның союздашы булараҡ һуғышҡа инделәр. 1941 йылдың апрелендә Югославия һәм Греция немец ғәскәрҙәренең итек аҫтында тапалып ҡалды. Май, июнь айы Гитлерҙың СССР-ға ҡаршы һуғышҡа хәрби көстө әҙерләү осоро булды. Советтар Союзы сигендә Германияның һәм уның союздаштарының 190 дивизияһы тупланды. Бөтә ғәскәр өс төркөмгә бүленде: “Төнъяҡ” төркөм (командующий фон Лееб) Ленинградҡа, “Үҙәк” төркөм (фон Бок) Минск - Смоленск - Мәскәү йүнәлешендә, “Көнъяҡ” армия төркөмө (фон Рунштедт) Украинаға ынтылырға тейеш ине, шул тактик һәм стратегик планға ярашлы рәүештә улар ғәмәл атҡарҙы. 1941 йылдың 22 июнендә иртә менән фашистик Германия ғәскәре СССР сиктәрен боҙоп инде, Германия авиацияһы Киев, Минск, Львов ҡалаларын, аэрадромдарҙы, хәрби частарҙы, совет базаларын утҡа тотто. Һуғыштың беренсе көнөндә үк 1200 совет самолеты аэрадромда торған көйө сафтан сығарылды. Шул арҡала немец авиацияһына ҡаршы осоп сығыусылар берәм-һәрәм генә булды. Дошманға 170 дивизиянан торған Совет ғәскәре ҡаршы тора, әммә дивизиялар һуғыш башланыуға һалдаттар һәм техника менән кәрәкле кимәлдә тулыландырылып бөтөлмәй ҡала, мылтыҡтар, бигерәк тә автоматтар етешмәй, булған патрондар тиҙ бөтә, сик буйына яҡын урынлашҡан хәрби базалар шартлатыла йәки дошман ҡулында ҡала. Бөтә йүнәлештә лә Совет ғәскәрҙәре һуғыша-һуғыша сигенә башлай. Германия баҫып инеү менән Италия, Румыния, Венгрия, Финляндия Советтар Союзына һуғыш иғлан итте. Бына шулай итеп гигант утлы өйөрмә булып, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә һәм артабан дауам итә. Алыштың беренсе аҙналары совет ғәскәрҙәре өсөн катастрофик осор булды. Немецтәрҙең иң ҡеүәтле армия төркөмө Мәскәү йүнәлешендә тупланды. Немец-фашист ғәскәренең емергес көсөн беренсе булып Брест крепосы “татыны”, ләкин тулы ҡамауҙа ҡалһа ла патронһыҙ, аҙыҡһыҙ, эсәр һыуһыҙ көйө көрәшен артабан дауам итте. Ҡыҙыл армияның ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан дошман өс аҙна эсендә 500 - 600 саҡрым ергә үтеп инә алды. Бер-нисә урында Көнбайыш фронттың ғәскәрҙәре тулы ҡамауға эләкте. Минск эргәһендәге “ҡаҙанда” 300 мең совет хәрбиҙәре ҡамалып ҡалды. 30 июнь. Көнбайыш фронт командующийы һәм уның ҡул аҫтындағы эре чинлы бер төркөм офицерҙар ҡулға алынып, трибунал ҡарары менән атыу язаһына тарттырылды һәм шунда уҡ ҡарар ғәмәлгә ашырылды. 9 июль. Псков ҡалаһы дошман ҡулына күсте. 10 июль. Дошман Смоленск ҡалаһын баҫып алды, ләкин артабан ҡыҙыл ғәскәрҙең ҡаты ҡаршылығына осрап, ике айға яҡын артабан китә алмай, оборонаға күсергә мәжбүр булды. Украина йүнәлешендәге Көнъяҡ -көнбайыш фронтында иң көслө совет ғәскәре төркөмө тупланғайны. Улар беренсе көндән башлап немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса һуғышты. Фронт командующийы, фин һуғышында сирҡаныс алған Кирпонос, бер-нисә тапҡыр контратакаға күтәрелеп, дошмандың алға барыуын бер аҙға туҡтатыуға иреште, ләкин дөйөм хәлгә был тәьҫир итә алманы. Киев өсөн барған һуғышта 600 мең совет ғәскәре ҡамауҙа ҡалды һәм күп өлөшө пленгә эләкте, ҡамауҙы йырып сығырға тырышыу килеп сыҡманы. Утлы ҡулса эсендәге һуғыштар барышында командующий Кирпонос һәләк булды. 8 сентябрь. Немец һәм фин ғәскәрҙәре Советтарҙың Төнъяҡ-көнбайыщ фронтын сигендерә барып, Шлиссельбургты баҫып алдылар, ләкин Ленинградҡа барып етә алмайынса биләгән позицияларында туҡталырға мәжбүр булдылар. Оҙаҡҡа һуҙылған героик Ленинград блокадаһы башланды. Һуғыш башланған көнө үк хөкүмәт башлығы В.М. Молотов радио аша совет халҡына төбәлгән мөрәжәғәт менән сығыш яһаны, дошманға ҡаршы бөр көстө файҙаланырға һәм көрәшергә саҡырҙы, дошман барыбер тар-мар ителәсәк, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тигән фекерҙе әйтте. 23 июнь. Баш командование Ставкаһы булдырылды. Уға ағза булып керҙеләр: Г.К. Жуков, С.К. Тимошенко, И.В. Сталин, В.М. Молотов, К.Е. Воршилов, С. М. Буденый, Н. Г. Кузнецов. 30 июнь. И.В. Сталин етәкселегендә Дәүләт Оборона комитеты (ДОК) ойошторола, бөтә хәрби һәм гражданский власть уның ҡулына күсә. Оборона камитеты экономиканы хәрби тәртипкә күсерә, 1905-1918 йылғыларға мобилизация иғлан итә. 3 июль. И.В. Сталин радионан сығыш яһай, халыҡҡа асыҡтан-асыҡ трагик хәлде асып бирә. Халыҡ тағы әүҙемерәк һуғышҡа күтәрелә, тик әлегә стратегик хәлгә һынылыш яһарлыҡ мөмкинлек һәм көс булмай, дошман ҡыҙыу темп менән алға барыуын дауам итә. Көҙгө көндәрҙә Мәскәү йүнәлеше төп һуғыш аренаһына һәм яланына әүерелә. Бында өс фронт, Көнбайыш, Брянский, Резервный, илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыш алып бара. Сентябрҙә Резервный (Буденный), Көнбайыш (И.С. Конев) фронттары ҡамауға эләгә. Уларҙың ҡамалған көйө Вязьма, Ельня, Брянск тирһендә ҡаты һуғыштар алып барыуы арҡаһында Мәскәүҙе алыу планы кисектерелә бара, ахыры Гитлерҙың “Тайфун” планы бөтөнләй ғәмәлгә ашмай ҡуя. Мәскәүҙә ашығыс рәүештә ополченец отрядтары төҙөлөп, фронтҡа ташлана, НКВД отрядтары, хәрби училище курсанттары алғы позицияла урын биләп һуғышҡа инә, башҡала тирәһендәге партизан отрядтары әүҙем эшкә күсә. Алыҫ Көнсығыштан күп һанлы хәрби берәмектәр ашығыс рәүештә Мәскәү аҫтына күсерелә башлай. Разведчик Рихард Зоргеның “Япония быйыл СССР-ға һуғыш башлауҙан тыйылып торасаҡ”, - тигән шифровкаһы ҙур әһәмиәткә эйә була, сөнки был мәғлүмәт Алыҫ Көнсығыштағы хәрби көстәрҙең бик күп өлөшөн, япондарҙың һөжүм итеүенән ҡурҡмайынса, Мәскәүгә ҡарай ҡуҙғатырға мөмкинлек бирә. Мәскәү аҫтында, ситендә һәм ҡала эсендә бер-нисә оборона һыҙығы төҙөү алып барыла. 16 октябрь көнө уйламаған бер ғәжәп хәл күҙәтелеп ала. Кремлдән 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Мәскәү ситендәге урамдарҙың береһендә аҙашып башы әйләнгән немец мотопехотаһының урамдарҙы иңләп, был ҡаланың Мәскәү икәнен һорашып белгәндән һуң, кире яҡҡа юл таба алмай ҡурҡышынан ҡаңғырып йөрөгәне билдәле була. Ҡалала паника башлана. Уға ҡаршы ебәрелгән хәрби көс мотопехотаның эҙенә генә тап була. Ул нисек килеп уйламаҫтан ингән, шулай, бер-ниндәй атышһыҙ-ниһеҙ тауыш-ҡауға сығармайынса, ҡапыл юғалып та ҡуя. Был Мәскәүгә илткән ҡайһы-бер ауыл юлдарында хәрби дозор булмауын иҫбат итә. 8 октябрь көнө Конев, приказды тулыһынса үтәмәүҙә ғәйепләнеп, вазифаһынан бушатыла, уның урынына Көнбайыш фронт командующийы итеп, үҙен ыңғай яҡтан күрһәтеп өлгөргән билдәле хәрби стратег Г.К. Жуков тәғәйенләнә. Жуков Коневтың эшен хәрби трибуналға еткермәү өсөн тырышлыҡ һалыу арҡаһында элекке фронт командующийы үлем язаһынан ҡотолоп ҡала һәм уны Георгий Константинович үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Ғәскәрҙең, ополченецтарҙың, партизандарҙың, Мәскәү халҡының массовый батырлығы арҡаһында башҡалаға фашистар морон тыға алмай бик оҙаҡ этләнәләр. 7 ноябрь көнө Мәскәүҙә ғәҙәттәге хәрби парад үткәрелә. Бында сығыш яһаған Сталиндың: “Наше дело правое! Враг будет разбит! Победа будет за нами! - тигән һүҙҙәре Мәскәүлеләрҙә һәм бөтә совет халҡында еңеүгә ышаныс бирә, фронттағы яугирҙәргә ҡанат ҡуя, рухтарын нығыта. Мәскәүгә ынтылған фашист илбаҫарҙарының декабрь уртаһында башланған һөжүме 5 декабрҙә хәлһеҙләнә барып, совет һалдатының ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында, бөтөнләй туҡтарға мәжбүр була. Иң ҡеүәтле немец дивизиялары һәм полктары бер-бер артлы яҙғы боҙ-ҡарҙай ирей, юҡҡа сыға тора, улар урынына яңылары килә тора, ләкин Мәскәү ныҡ тора. Тап ошо ваҡытта Мәскәү өлкәһендә йөҙәр йыл буйы күҙәтелмәгән һәм көтмәгән, урыны-урыны менән утыҙ-утыҙ биш градустан артҡан һыуыҡтар башлана. Был юлы Ҡыш бабай Ҡыҙыл Армияға ярҙам итә, йәйге кейем менән йөрөгән немец һалдаттарын туңдырып һалыуҙа әүҙемләшә. 6 декабрь көнө Ҡыҙыл армияның контрһөжүмгә күсеүе немец-фашистары өсөн көтөлмәгән хәл-ваҡиға була. Был утлы өйөрмә дошманды хәрби техникаһын ташлап, үлек һәм яралыларын ҡалдырып, ҡасырға мәжбүр итә һәм ул 200-250 саҡрым сигенеп барып, оборона тактикаһына күсә. Мәскәү аҫтында дошмандың “Блицкриг” (тиҙ баҫып алыу) планы селпәрәмә килә, бөтөнләйе менән юҡҡа сыға. СССР-ҙың үлемесле көрәше союзниктар барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. Бөйөк Британия менән Германияға ҡаршы бергәләп һуғыш алып барыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Америка СССР-ға ярҙам итергә була. Ноябрь айынан башлап Америка Ҡушма штаттары ленд-лиз (бурысҡа биреп тороу буйынса килешеү) системаһы буйынса һуғыш ҡорамалдары, аҙыҡ-түлек, төрлө техника һәм уға кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итә башланы һәм бер млрд. доллар күләмендә процентһыҙ заём (үтескә биреү) бүлде. Черчиль һүҙҙәре менән әйткәндә, “Сталин империалистарҙы империалистарға ҡаршы һуғышырға мәжбүр итте” (27). Шулай итеп, Гитлер фашизмына ҡаршы булған 26 дәүләт килешеүенә ҡул ҡуйыу арҡаһында антифашистик коалиция барлыҡҡа килде, ул артабан “Милләттәр берләшмәһе ойошмаһы” (ООН) тип атала башланы. Беренсенән, СССР бер үҙе һуғышыуҙан ҡотолдо, икенсенән кәрәкле ярҙам ала башланы, өсөнсөнән, коалиция төҙөп, бергәләп һуғышты бергәләп алып барыуға өлгәште. Ә иң мөһиме шул: Америка, Англия, Советтар Союзынын хәрби потенциалы Германия һәм уның союзниктарыныҡы менән сағыштырғанда күпкә юғары булып, булсаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һала. Икенсе фронтты асыу дөйөм һуғыш йүнәлешенә, һис шикһеҙ, ыңғай эффект бирә, әлбиттә. Был күренеш совет халҡында еңеүгә булған ышанысты тағы ла арттыра. Батырҙарса көрәш артабан дауам итә.
18. Башҡорт атлылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың аҙағында Башҡортостанда ойошторола башлай. Дәүләт Оборона Комитеты директиваһын алғандан һуң бөтә райондарға, ауылдарға телеграф оса: “Башҡорттар! Аттарға атланығыҙ! Беҙ- башҡорттар - һуғышсан халыҡ, шуға ла беренселәрҙән булып илебеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ”, - тигән оран һала һәм был һүҙҙәр һәр кемдең күңеленә сатҡы булып инеп ята, ватанды һаҡлауға этәрә. Был саҡырыу бөтә ҡалаларға, төпкөл ауылдарға тиклем барып етеп, йәшен тиҙлегендә тарала. Бер-нисә көн эсендә генә партияның район һәм ҡала комитеттарына, хәрби комиссариаттарға меңәрләгән ғариза яуа. Асылда атлы дивизия тулыһынса үҙҙәре теләп килгән доброволецтарҙан торҙо. Бирелгән ғаризаларҙы тормошҡа ашырғанда, бәлки ҙурыраҡ хәрби берекмә - корпус ойошторорға ла булыр ине, тик кавдивизия штатында дүрт мең яугир булырға тейеш. Шулай күрә штатта күрһәтелгән миҡдарҙа яугир алынды һәм колхоз, совхоздарҙан 5650 ат йыйылды. Дивизияға бөтә республика ярҙам итә. Стәрлетамаҡ аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһы атлыларға итек тегә, аттар өсөн йүгән, дилбегә, эйәр-өпсөн әҙерләй, пушкалар тартырға һәм ылауҙарға егеү өсөн ҡамыт-ыңғырсаҡ етештерә. Һигеҙенсе март исемендәге тегеү фабрикаһы шинель, гимнастерка, салбар, йәйге, ҡышҡы баш кейемдәре тегә. Белорет металлургия комбинаты бричкалар, тачанкалар эшләй, Өфө моторҙар заводы йүгәндәр өсөн ауыҙлыҡтар, шпор һәм башҡа ваҡ кәрәк-яраҡтар әҙерләүгә тотондо. Осовиахим органдары үҙҙәрендә булған пулеметтарҙы, винтовкаларҙы, противогаздарҙы дивизияға тапшырҙы. Төрлө уҡыу йорттарынан телефон, радиоаппаратура килде. Республика типографияһы “Ҡыҙыл атлылыр” гәзите өсөн үҙ ҡорамалдаррын бүлде, оҫтарған хәреф йыйыусыларын, гәзит сығарыусыларын, башҡа техник работниктарын ебәрҙе. Ирҙәрен һуышҡа оҙатҡан ҡатындар ауылдарҙа ҡыуыҡһыҙ шәм яҡтыһында нағышлап тәмәке янсыҡтары, ҡулъяулыҡ сикте, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләне, ҡарттар, элекке һөнәрҙәрен яңынан иҫкә төшөрөп, башҡорт яугирҙәренә быйма баҫты. Дивизия штабы урынлашҡан Дим станцияһына, шулай уҡ яҡын ауыл биләмәләрендә торған башҡа подразделениялар өсөн төрлө яҡтан бесән, һоло, шулай уҡ аҙыҡ-түлек тейәгән ылауҙар ағылды. Дивизияға ебәрелгән байтаҡ һуғышсылар һәм командирҙар үҙҙәренең аттарына атланып килде. Бындай халыҡты кем еңә алһын! 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһында башҡорттар - 84,4 %, татарҙар - 14,5%, урыҫтар - 3,3%, башҡа милләт кешеләре - 0,8% тәшкил итте. Бында Мәскәү аҫтында генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия корпусында кавалерия полкы командиры вазифаһында һуғыш алып барған Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов дивизия командиры итеп ебәрелә. 1941 йыл, 25 декабрь. Башҡорт кавалерия дивизияһы штабына штабына мыҡты кәүҙәле, урта буйҙан бер аҙ юғарыраҡ буйлы хәрби кеше килеп инде. Эстә ултырған капитан күтәрелеп ҡараны. Өҫтөнә кавалерист шинелы, башына һоро кубанка кейгән полковникты күргәс, ырғып тороп честь бирҙе, таныны һәм ҡыуаныслы тауыш менән: - Иптәш полковник! Рәхим итегеҙ! Беҙ һеҙҙе күптәнән көтә инек, - тип өҫтәл артынан сыҡты һәм ҡушҡуллап күреште. Шайморатов алғараҡ, өҫтәл эргәһенә үк үтте. - Ярай, һәйбәт. Танышайыҡ, һеҙ кем? Исем-шәрифтәрегеҙҙе атағыҙ тип әйтеүем инде, капитан. - Ғилметдин Ғәлиев, ваҡытлыса штаб начальнигы йөгөн тартып йөрөйөм. Полковник бер аҙ йылмая биреп һөйләшеүҙе дауам итте: - Ваҡытлыса штаб начальнигы тиһегеҙ инде... Ә һеҙ беләһегеҙме, капитан, был доньяла бөтәһе лә ваҡытлыса, хатта беҙ, кешеләр, тыуабыҙ һәм ваҡытлыса йәшәп, шунан һуң китеп барабыҙ. Айырма шунда ғына: үлгәндән һуң берәүҙәр онотола, икенселәре халыҡ күңелендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланып ҡала. - Дөрөҫ әйтәһегеҙ, иптәш полковник! Әммә беҙ, халҡыбыҙҙың иркен, илен яҡлаусылар һәм ҡурсылаусылар, йәш быуын күңелендә ҡалырбыҙ ул! - Бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйын, күп йылдар үтһә - батырҙар онотолоуы ла мөмкин. Беҙ кемдеңдер күңелендә оҙаҡ ваҡытҡа һаҡланып ҡалыр өсөн түгел, ә дошманды ҡыуып сығарыу өсөн тырышабыҙ. Йә, ярай, фәлсәфә эшһеҙ ултырған ваҡытта файҙалы, ә беҙҙең эшләйһе эштәребеҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, муйындан. Дошманға ҡаршы күтәрелергә ил саҡырған икән - был бурысты намыҫ менән үтәргә тейешбеҙ һәм үтәрбеҙ. Ә һуғыш ялҡынан тере сығыр өсөн һәр атсыға хәрби эш алымдарын ныҡлап белергә кәрәк, уның өсөн кавалеристар төплө өйрәтелергә тейеш... Тимәк, ошонда дивизия штабы буламы? - Так точно, иптәш полковник. Ишектә бер хәрби пәйҙә булды һәм ингәс тә эстәгеләрҙе хәрби устав буйынса сәләмләне, полковникты күргәс - аптыраңҡырап ҡалды, шикелле, ишек төбөндә тапанды. Быны һиҙгән Шайморатов уға өндәште: - Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, ултырығыҙ, - тип алға үтергә ымланы, - һеҙҙең менән һөйләшеүҙе танышыуҙан башлайыҡ. Кем булаһығыҙ? - Батальон комиссары Дәүләт Аритҡолов. Өсәүләшеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Батальон комиссары бында тәүгеләрҙән булып килгәнгә хәл-торошто, ойоштороу кимәлен, ыңғай һәм етешһеҙ яҡтарҙы бик яҡшы белә ине. Шайморатов уға һорау артынан һорау яуҙырҙы: - Бөгөнгө көндә личный состав планда ҡаралғанса тулыланып бөттөмө? - Бөттө тиерлек, Миңлеғәли Минһажович. Рядовойҙар артығы менән килде, шуға уларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарып торҙоҡ. Ә бына офицерҙар етешмәй әле. - Рядовой составтың өйрәтелеүе, хәрби белем кимәле ни хәлдә? - Дөрөҫөн әйткәндә, 35% кәрәкле кимәлдә өйрәтелгән, ҡалғаны, йәшереп торғом килмәй, насар өйрәтелгән йәки бөтөнләй өйрәтелмәгән. Бөтөнләй өйрәтелмәгәндәр дивизияның өстән берен тәшкил итә, ләкин беҙ уларҙы өйрәтергә тырышабыҙ, үҙҙәре лә тырышлыҡ һәм сабырлыҡ күрһәтә. Ҡасан һуғышҡа ебәрәрҙәр икән тигән һорау менән көндә йөҙәтәләр. Башҡорт тәбиғәтен һәм холҡон яҡындан белгән полковник көлөп ебәрҙе. Аңлашылды: тимәк, егеттәрҙең ҡулы ҡысып тора! Бик һәйбәт, бик һәйбәт улай булғас. Тышта ниндәйҙер эскандрондың башҡортса йырлап үтеп барғаны ишетелде. Полковник йүгереп барып тәҙрәгә ҡапланды: - Был ниндәй эскадрон, капитан? - Әнүәр Насировтың атлы эскадроны хәрби әҙерлек яланынан ҡайтып бара. - Шәп йырлайҙар былар, әллә гел йырсыларҙы бер эскадронға йыйыҙығыҙмы? - Эскадрондарға бүлгәндә берәүҙе лә йырлатып бүлмәнек, тик инструкция буйынса эш алып барҙыҡ. Ә йырға килгәндә, мин ошоға тиклем йырлай белмәгән башҡортто күргәнем юҡ. Икеһе лә көлөшөп алдылар, ниңәлер күңелдәре күтәрелеп китте. - Әйткәндәй, дивизияның милли составы нисек? Штаб начальнигы тулы итеп яуап бирҙе: - Дивизия нигеҙҙә башҡорттарҙан тора, улар дөйөм һандың 85% тәшкил итә, яугирҙәрҙең күбеһе башҡорт ауылдарынан килгән. Шуға күрә команда биреү - урыҫса, үҙ-ара аралашыу - башҡортса бара. Шайморатовты был һүҙҙәр тағы күңелләндереп ебәрҙе, йылмыйҙы ла “яҡшы, бик яҡшы, бик яҡшы” тип ҡат-ҡат ҡабатланы. - Иптәш полковник! Үҙегеҙ тураһынла әйтеп китегеҙ әле, һеҙ бит, әгәр ҙә сер булмаһа, әллә ҡасан уҡ сирҡаныс алып, һуғыштың иң ҡаты барған урындарында ҡатнашҡан хәрби командир. - Сер түгел, әлбиттә, - тип һүҙ башлап полковник үҙенең генерал Лев Михайлович Доваторҙың ҡул аҫтында полк командиры булып һуғышып йөрөүен һөйләне һәм һуғыш хәлдәренә күсеп, дивизияның ике айҙан да ҡалмайынса һуғышҡа ебәрелеү ихтималлығын аңғартты. Дивизияны ҡабул итеп алғандың икенсе көнөндә үк полковник Шайморатов дивизия һәм полк командирҙарын, политработниктарын йыйҙы һәм сығыш яһап төп бурыстарға туҡталды:
- Ҡайһы берәүҙәр дошманды ат менән тапатһам да еңермен тип уйлай. Тик белегеҙ һан яғынан да, хәрби тәжрибә яғынан да дошман көслө һәм беҙгә ҡарағанда ла мәкерлерәк. Уны еңеү өсөн һуғышыу оҫталығы буйынса беҙ немец-фашистарынан ҡыҫҡа ғына срокта үтеп китергә тейешбеҙ. Шуға ҡыҙылармеецтарҙы хәрби күнекмәләргә ныҡлап өйрәтергә тейешбеҙ. Бының өсөн һәр политработник, һәр командир һуғыш һөнәрен үҙе бик яҡшы белергә тейеш. Белмәһәң - өйрән, өйрәнеүҙең ояты юҡ. Кемдән өйрәнһәң дә ярай. Рядовой оҫта ҡылыссы икән - унан өйрән, кем мәргән ата - эргәһенә бар, атыу серҙәренә төшөн! Шунһыҙ фронт шарттарында еңеүгә иҫәп тотоп булмаясаҡ. Дивизияла төп һуғышсылар - ҡылыссылар, әлбиттә. Шулай уҡ минометсылар һәм артиллиристар. Уларҙан башҡа атлы дивизияға бик күп башҡа төр һөнәр кешеләре лә кәрәк булды. Ат докторҙары, врачтар, ветеринар фельдшерҙар кәрәк булды. Тағы даға сөйө эшләүселәр, ат дағалаусылар, тиҫтәләгән оҫта тимерселәр. Был йүнәлеш буйынса айырым бүлек ойошторолдо һәм уның етәксеһе итеп Казан ветеренария институтын тамалаған эполог ( ат һөлдәһен, эске төҙөлөшөн өйрәнгән белгес) Мансур Баһаүетдинов тәғәйенләнде һәм ул ветеренария буйынса дивизия командирының урынбаҫары булып иҫәпләнде. Быларҙан башҡа аш бешереүселәр, писарҙар, штаб хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ярҙамсылары, телефонистар, радистар менән дивизия тулылана барҙы. 1942 йыл башы. Полковник Шайморатов телефондан һөйләшеп тора. Комдив бүлмәһен кемдер асты ла инергә рөхсәт һораны. - Инегеҙ! Ишектә майор күренде. Ул ингән ыңғайы тарайҙы ла доклад яһаны: - Иптәш полковник! Майор Кусимов артабанғы хәрби хеҙмәтен дауам итер өсөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа килде. Бына пакет. - Бик яҡшы, бик яҡшы! - Полковник телефонын һалды һәм өҫтәл артынан тороп Кусимовтың ҡулын ҡыҫты. - Беҙгә тап һеҙҙең кеүек мәғлүмәтле штаб начальнигы кәрәк. Рәхим итегеҙ! Ғүмер буйы атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һәм оҫта ҡылыссы булған “текәрәк” холоҡло булып танылған, бөтә армия күләмендә атлы ярыштарҙа ҡатнашып, ҡиммәтле приздар алған Кусимов тураһында Шайморатов байтаҡ нәмәләр ишеткәйне инде. Бына уның алдында битләс, эре һөйәкле башҡорт баһадиры үҙе баҫып тора. Ике баһадир бер-береһен күҙ менән байҡай. Майор утыҙ ике йәш менән барһа - полковникка ҡырҡ ике йәш. Тынлыҡты Кусимов боҙҙо: - Иптәш полковник! Мөрәжәғәт итергә мөмкинме? - Әлбиттә, мөмкин, иптәш майор. - Иптәш комдив! Мине ниндәй күҙлектән сығып штаб начальнигы итеп тәғәйенләгәндәрҙер, белмәйем. Ләкин мин һеҙҙән полк һорайым! Штабҡа кеше табылыр әле, мин ул эште белеп тә етмәйем һәм өнәмәйем дә. Мин ҡағыҙ менән түгел, ә тере кешеләр менән эшләргә яратам. Миңә полк тапшырһағыҙ - ышанысығыҙҙы көсөмдән килгәнсә аҡларға тырышасаҡмын. Шайморатов бындай һорауҙы көтмәгән булғандыр, күрәһең, ғәжәпләнеп ҡараны һәм тыныс ҡына тауыш менән: - Ярай, ярай, аңлашылды. Һинең был үтенесеңде тиҙ арала Буденныйға еткерермен, - тип яуапланы ул, - әлегә быны мин үҙ яуаплылығыма алып һеҙҙең үтенесте үтәргә торам. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - беренсе полкты ҡабул ит! Дивизия командиры беренсе полк комиссарын саҡыртты. Аяғына аҡ быйма, өҫтөнә тире тун кейгән мөләйем йөҙлө кеше пәйҙә булды. - Бына, иптәш комиссар, һинең алда яңы полк командиры майор Кусимов тора. Ҡабул итеп ал, урынлаштыр, личный состав һәм эш барышы менән таныштыр! Кусимов әле хәрбиҙәрсә йөрөргә өйрәнеп етмәгән быймалы комиссарға эйәреп китте, буласаҡ үҙ штабына килеп етте һәм баҫҡыс буйлап төштө. Быймалы иптәш Башҡорт республикаһы мәғариф комиссары, СССР Юғары Советы рәйесе, тора-бирә иң ышаныслы таянысҡа әйләнәсәк Сәғит Рәхмәт уғлы Әлибаев ине. Беренсе минуттан уҡ саф башҡортса һөйләшеп, ябайлығы менән арбаған киң мәғлүмәтле был иптәшкә ҡарата Кусимовта хөрмәт сатҡыһы уянды. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы өс атлы полктан тора. Беренсе полкта штаб начальнигы булып хеҙмәт иткән капитан Ю. Назаровтан башҡа рус кешеһе юҡ. Кусимов башҡортсаһын “тоҙлап” өлгөргән, шуға күрә уйлап ҡуйҙы: башҡорт егеттәре менән русса һөйләшеп йөрөп булмай бит инде, башҡортса һөйләшергә өйрәнеү эшен беренсе минуттан уҡ башлап ебәрҙе. Уға был юҫыҡта Әлибаев ныҡ ярҙам итә. Бер - ике аҙна эсендә майор үҙ теле һуҡмағына төшөп арыуыҡ асыҡ һөйләшә башланы, тәүҙә үҙ полкы, шунан дивизия һәм башҡа полктар менән яҡынданыраҡ танышты. Танышыу, әлбиттә, хәрби етәкселәрҙән башлана, шуларҙың формулярҙарын ҡарап сыҡты. Икенсе полк командиры - Гәрәй Абдулла улы Нафиков. Уның комиссары элекке Маҡар районы райкомының беренсе секретары Хәйрулла Нурғәли уғлы Әхмәтов. Өсөнсө полкта командир булып майор Ғәриф Дәүләт улы Макаев хеҙмәт итә. Уның комиссары - Башҡортостан өлкә комитетының элекке урман хужалығы бүлеге мөдире Байғужа Сәйетғәлин. Дивизия комиссары - партияның Баймаҡ район комитетының элекке беренсе секретары Мөбәрәк Йыһанша уғлы Нәзиров. Дивизияның политбүлек начальнигы - комсомолдың өлкә комитеты беренсе секретары булып эшләп киткән Әхмәт Абдуллин, дивизия штабы комиссары - Осоавиахим республика комитетының элекке рәйесе Дәүләт Аритҡулов, дивизияның “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең редакторы Али Карнай. Дивизия штаб начальнигы итеп полковник И. Голенев, оператив бүлек начальнигы итеп майор М. Ғәлиев ебәрелә. Партия комиссия ағзалары: Өфө ҡала комитеты секретары Х. Хәйруллин, Нуриман райкомы секретары Н. Камалетдинов, институт уҡытыусыһы К. Мельников. Башҡорт атлы дивизияның үҙенсәлеге шунда: уның личный сотавын кейендереүен һәм ашатыуын республика үҙ өҫтөнә алды, яраҡлы аттарҙы, эйәр-өпсөндө, колхоз-совхоздарҙан үҙе йыйҙы. Шайморатов килгәндән һуң дивизияла хәрби әҙерлек тағы ла ҡыҙыуыраҡ китте. Бында Кусимовтың да өлөшө һиҙелерлек, сөнки ул үҙ эштәре, уңыштары менән башҡаларға өлгө күрһәтә. Дивизия командиры Шайморатовтың күңелендә яңы килгән Кусимовтың һалдаттарҙа атҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт тыуҙырырға тырышыуы һәйбәт эҙ ҡалдыра. Шайморатов үҙе яҡшы кавалерист, һәр атты тигәндәй танып белә, уның буй-һынына ҡарап, малдың физик мөмкинлеген, атап әйткәндә, уны пушкаға егергәме, әллә арба-санағамы, әллә яүгир ултыртырғамы яңылышмай әйтеп бирә ала. Кусимовтың да тап ошондай һәләте бар. Нисек кенә булмаһын ике командир бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап эш итәләр. Көҙ һәм ҡыш айҙарында Дим, Жуково, Авдон яландарында ат аяғы баҫмаған, яугир тапамаған ер ҡалмағандыр, күрәһең. Берәүҙәр “дошманды” тураҡланы, икенселәре “ура” ҡысҡырып “атакаға” күсте. Артеллиристар һәм минометсылар снарядтарҙы күрһәтелгән квадратҡа ҡарап “аттылар”. Ләкин ҡылыстар, мылтыҡтар, хатта пушка-минометтар ағастан эшләнгән ине, шуға күрә “ҡылыстарҙы” болғап, “мылтыҡтарҙы” алға һоноп йүгереү күпкә еңелерәк булды. Ағас мылтыҡ менән ысын мылтыҡты нисек итеп сағыштыраһың инде? Һуғышҡа әҙерлек мәшәҡәттәре менән шулай ғинуар үтте, февраль айы башланды. Егерменсе февралдә Көнъяҡ Урал хәрби округы вәкилдәре тикшереү менән килеп төштө, хәрби уйындар ойошторҙо һәм комиссия “ҡәнәғәтләнерлек” билдәһе ҡуйып, атлы дивизия һуғышҡа барырға әҙер, тигән һығымта яһап ҡайтып китте. Март башында Дәүләт Оборона ағзаһы маршал Ворошилов дивизияға килә, уның һуғышҡа әҙерлеген һәр яҡлап тикшерә һәм тик ыңғай яҡтан билдәләй. 1942 йылдың 22 марты. Башҡортостан республикаһы барлыҡҡа килеүгә 23 йыл иртәгә тула тигән көндө дивизияла тантаналы смотр үткәрелде. БАССР Верховный Советы Президиумы рәйесе Ибраһимов Рәхим Кирәевич дивизия атлыларын байрам менән тәбрик итте һәм Верховный Советтың дивизияға байраҡ тапшырыу тураһындағы указын уҡып ишеттергәндән һуң, байраҡты дивизия командирына тапшырҙы. Полковник Шайморатов байраҡты ҡулына алды, ергә теҙләнде һәм бер ситенән үбеп алды. Шунан һуң һүҙ алды: - Хөрмәтле ҡунаҡтар! Яугирҙар! 112 Башҡорт кавалерияһы дивизияһына башҡорт халҡы исеменән байраҡ тапшырылды. Дивизия көрәш майҙанында көсөн йәлләмәй, оҫталыҡ һәм таҫыллыҡ менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшер, хөкүмәтебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың ышанысын аҡлар тип ышанам һәм ышандырам. Бөтә Башҡортостан исеменән тапшырылған был Ҡыҙыл байраҡ Берлинға тиклем барып етер тигән ышаныста ҡалам. Немец аккупанттарына үлем! Йәшәһен Башҡортостан! Йәшәһен СССР! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! “Ура” тауыштары тирә-яҡҡа таралып яңғыраны. 1942 йылдың 25 мартында Верховный Совет президиумы, Халыҡ Комиссарҙар Советы фронтҡа йыйынып бөткән 112-се Башҡорт атлы дивизияһы менән хушлашыу тантанаһы ойошторҙо. Бында дивизияның командирҙары, комиссарҙары, шулай уҡ дивизияны төҙөүҙә ҡатнашҡандар булды. Тантаналы мәжлесте БАССР Юғары Советы президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов асты: - Туғандар! Дуҫтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Башҡорт атлы дивизия республика хеҙмәтсәндәренең наказдарын тайпылышһыҙ үтәр тип ышанам. Беренсе тосты фашист илбаҫарҙарын тиҙерәк тар-мар итеп яугирҙәрҙең имен-һау ҡәйләнеп ҡайтыуы өсөн тәҡдим итәм. Дивизия яугирҙәре исеменән беренсе һүҙ майор Кусимовҡа бирелә, унан һуң башҡа полк командирҙары сығыш яһай. Йомғаҡлау һүҙен дивизия командиры әйтә: “Башҡорт халҡы үҙенең яугирҙәренә тулыһынса ышана ала, фашистарҙы ҡырып-һепереп ҡыуыуға әҙербеҙ инде. Беҙ республика тапшырған байраҡҡа тап төшөрмәй еңеп ҡайтырбыҙ! Иртәгәһе көнөнә эшелон әҙер ине, аттарҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы вагонға тейәү башланды. Шул арала станцияға халыҡ йыйыла башланы, эшелон тирәләй ата-әсәләр, ҡыҙ-ҡырҡын, ир-ат йыйылды, яугирҙәргә күстәнәстәр тапшырыу башланып китте бер саҡ, перрон шунда уҡ байрам төҫө алды. Оҙатыу оҙаҡҡа һуҙылманы. Паровоз составты эләктергәс тә борғосо сигнал биреп, яугирҙәрҙе вагондарға саҡырҙы. Оркестр марш уйнап ебәрҙе, паровоз гудок бирҙе һәм беренсе эшелон яй ғына ҡуҙғалып китте. Беренсе эшелонды оҙатҡас та Миңлеғәли Шайморатов штабҡа керҙе. Батальон комиссары Әхмәт Абдуллин уны йылмайып ҡаршы алды: - Бер килке шатлыҡлы телеграммалар һеҙҙе көтә, Миңлеғәли Минһажович! - Уҡып ебәр әйҙә, комиссар, бергәләп шатланайыҡ! - ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкө комитеты йәштәр исеменән беҙгә бүләк итеп ун мең пар ойоҡбаш, ете мең пар бейәләй, унар меңләгән ҡулъяулыҡ , кисет ебәргән. Шокалад та бар! - Ай, әттәгенәһе, уныһы нимәгә инде! Артабан ниҙәр яҙғандар? - Баймаҡтар аттар ебәргән, уларға ҡушып биш йөҙ тун тегеп һалғандар. - Дә-ә-ә! Халҡыбыҙ йомарт шул! - Полковник тауышын көсәйтә биреп һүҙен дауам итте, - үҙенә булмаһа - булмай, еңеү өсөн һуңғы әйберен илтеп һала. Һеҙ комиссар, беҙҙең исемдән ВЛКСМ өлкә комитетына, Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе иптәш Назиров Һиҙиәткә, телеграмма ебәргән башҡа иптәштәргә рәхмәт хаттары яҙығыҙ инде! Дивизия 1942 йылдың 1 майынан Брянск фронты эсендә булған өсөнсө армияның һигеҙенсе кавалерия корпусы составына индерелде һәм кәрәкле хәрби ҡорамалдарҙы алды: танкка ҡаршы ата торған ПТР, ПТО, минометтар, автоматтар, пулеметтар, ҡылыстар яугирҙәргә хуш килде, улар бөтәһе лә үҙ ҡеүәтен үҫтерә барған сәнәғәтебеҙ етештергән юғары сифатлы ҡоралдар ине. Был ҡоралдарҙы ағастан эшләнгән менән сағыштырып булмай, дошманды юҡ итеү өсөн эшләнгән. Атлыларға яңы ҡоралдарҙы ныҡлап белеү һәм оҫта итеп һуғышырға өйрәнеү бурысы беренсел булып ҡалҡты. Һуғыш ҡағиҙәһе ҡаты: үҙең тере ҡалыр өсөн дошманды дөмөктөрөп өлгөрөргә кәрәк.
19. Шайморатов генерал Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал; Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал.
Миңлеғәли Минһаж уғлы Шайморатов Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә (хәҙер Шайморатов) ауылында 1899 йылдың 15 авгусында яҡты донъяға килә. Ғаиләлә ике ҡыҙ, бер малай. Әсәһе байҙарға кер йыуып, башҡа эштәрен эшләп балаларының тамағын туйҙырырға тырышты, тик ғүмере ҡыҫҡа булды. Миңлеғәлигә туғыҙ йәш тулып үткән саҡта донъя ҡуйҙы. Атаһы Минһаж ҡарт ғүмер буйы батрак булып ғүмер һөрҙө. Хужалығында ҡыйшайып, бер яҡҡа ауышҡан өйөнән башҡа бер нәмәһе лә булмаған атай кеше эшләп-эшләп бер һыйыр ҙа һатып алырлыҡ аҡсаһы булманы. Ярлы Минһаж ҡатыны үлгәс, өс етемде тәрбиәләрлек рәт тапманы, ҡыҙҙарын аҫыраулыҡҡа бирҙе, ә улын, Миңлеғәлине, байға батраклыҡҡа тапшырҙы. Үҙе бурлак булып эшләргә Волга, Ағиҙел буйҙарына йүнәлде, Өфөлә төрлө эштәр табып тамаҡ туйҙырҙы. Ҡаты ҡуллы хужа малайҙы туҡмап эшләтте, ҡолағынан һөйрәп алып йөрөр булды, һәр саҡ һылтау табып битәрләр ине. Малай бөтә йомош-юлды башҡара: малдарын ҡарай, кәртә таҙарта, һыу ташый, иҙән йыуа, утын бысып-яра, әрҙәнәгә һәм өйгә ташый. Йәйгеһен көтөүсе булып ҡырҙан ҡайтып инмәҫ ине. Ҡыш көндәре мәҙрәсәгә барған үҫмерҙәргә ҡарап бойоғор булды, сөнки бик уҡығыһы килә, ә мөмкинлек юҡ. Бер мәртәбә хужаһына был турала әйтеп тә ҡарағайны, яуап урынына йоҙроҡ туҡмағы татыны. Яҙ көнө атаһы ҡайтып төштө, Миңлеғәли быға бик шатланды һәм батраклыҡтан ҡотолдороуын үтенеп йәбер-золомдарын һөйләп бирҙе. Атаһы шунда уҡ барыһын да аңланы һәм әйтте: - Улым! Ни булһа булыр - киттек Өфөгә бергәләп. Берәй яйын табырбыҙ әле! Әйҙә, кейен! Бында мин һине бер көнгә лә ҡалдырмайым. Өфөлә Минһажетдин туп-тура Якимов пароходствоһының контораһына йүнәлде, бында уны таныйҙар, сөнки йәй көндәре бында, пароходствола, эшләп киткәйне. Кадрҙар бүлегенә инделәр. Хеҙмәткәр бында беренсе тапҡыр күренгән малайға иғибар менән ҡараны. Уның алдында бәйләнгән ойоҡ менән сабата кейгән, тубыҡтары ямалып бөткән киндер ыштан кейгән киң күкрәкле, мыҡты кәүҙәле үҫмер баҫып тора ине. Бүлек хужаһы яңынан аныҡлап һораны: - Икегеҙгә лә эш кәрәкме? - Эйе, - тип тиҙ генә яуап бирҙе Минһажетдин, - минең малайка ул, эшкә шәп кенә, теләһә-ниндәй йомош-юлға ярарлыҡ. - Улайһа “Урал” пароходына барығыҙ! Күрһәтелгән пароходҡа оҙаҡламай барып еттеләр һәм шунда уҡ эшкә егелделәр. Матростар малайға яңы исем бирҙеләр, Мишка, Мишутка булып китте ул. Шулар эш араһында уҡырға, яҙырға өйрәттеләр, рус грамматикаһы менән таныштырҙылар. Бындай “университеттың” файҙаһы ҙур булды, грамматика уҡыуҙы артабан дауам иткәндә таяныс-терәк һәм нигеҙ ине. Йәш Миңлеғәли атаһы менән ҡышын пароходта эшләп, йәйен ауылда эшләп үткәрҙеләр. Ауылда ла эш күп ине, Беренсе донъя һуғышы барған саҡта ауылда эшкә ярарҙай ирҙәр юҡ тиерлек. Тамаҡ хаҡына йә быныһына, йә тегенеһенә барып, донъяларын төҙәтештереп, йүнәткәндәйен йүнәтеп көн үткәрҙеләр. Һуғыш йылдары үтә торҙо, тылдағы тормош үҙенсә тәгәрәне. Ниһәйәт, 1917 йылдың шаулы һәм дауыллы март айы килеп етте. Айҙың аҙағында сәйер хәбәр таралды: “Батша төшөрөлгән”! Тәүҙә ышанмағайнылар - ышанырға тура килде, Ваҡытлы хөкүмәт тигән яңы власть үҙенең әмерҙәрен яуҙыра башланы. Ә Өфөлә, Якимов пароходствоһында, бер-ниндәй үҙгәреш беленмәй. Контора ла шул уҡ кешеләр ҡуҡырайып ултыра, шул уҡ бухгалтерҙар счетын тарта, шул уҡ хужалар векселдәргә ҡул ҡуя. Шулай ҙа матростар араһында ниндәйҙер яңы һулыш һиҙелгәндәй. Улар үҙҙәрен иркенерәк тота, эштә күберәк ял итә, донъя хәлдәре тураһында гәпләшә, күберәк ҡарт матростың ялҡынлы һүҙен тыңлайҙар. Ҡарт матрос “дядя Леша” Керенскийҙы яратмай һүгә, йыш ҡына Ленинды телгә ала. Йәш матрос Миңлеғәли-Миша кеше ыңғайына тыңлап ултыра, күп нәмә аңлашылып етмәй уға, ә шулай ҙа ҡыҙыҡ бит - тыңлай. Бер көнө ҡарт матрос Миңлеғәлине үҙе эҙләп тапты, оҙаҡ ҡына ваҡыт ғаилә хәлдәрен белеште, егеттең ауыр көнкүрешен тыңлағанда бер туҡтауһыҙ башын ҡағып ултырҙы һәм уйламағанда һүҙҙе икенсе яҡҡа бороп ебәрҙе: - Һин, Мишутка, булдыҡлы егетһең, эшкә лә шәп булып сыҡтың. Күптәнән күреп-ҡарап йөрөйөм һине, күреп йөрөйөм, көндә инанысым арта бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, һин - беҙҙең кеше, полупролетариат. Беҙ һине үҙебеҙгә ылыҡтырайыҡ тип һөйләштек. Намыҫлы һәм үҙең кеүек булдыҡлы кешеләр менән ҡатнашырға саҡырам. Ризаһыңмы? - Ризамын! Ә һеҙ кемдәр булаһығыҙ? - Беҙ - большевиктар. Был февраль революцияһы менән мөһәтһенмәйбеҙ, шуға күрә яңы революция әҙерләйбеҙ. Хөкүмәт башында булдыҡһыҙ капиталистар ултырырға тейеш түгел, ә тормошто үтә күреп торған ябай кешеләр ултырырға тейеш. Беҙ, Ленин партияһы, шуның өсөн көрәште дауам итәбеҙ. Һин дә беҙгә ярҙам итә алаһың! Ундай теләгең бармы? Нисек уйлайһың? - Эйе, дядя Леша, мин ярҙам итәсәкмен, әлбиттә, ә нисек ярҙам итергә һуң? Нимә эшләргә кәрәк? Ҡарт большевик бер төргәк тотторҙо: - Бына ошоларҙы ҡоймаларға йәбештереп сыҡһаң - ҙур ярҙам буласаҡ, ҙур эш башҡарыласаҡ! Тик һаҡ бул! Ҡабатлайым: бик һаҡлыҡ менән генә йөрө! Ҡағыҙҙарҙы кемдән, ҡайҙан алғаныңды онот! Тотолоп ҡуйһаң - урамдан табып алдым, тип тик тор. Еңел башҡарҙы был эштәрҙе йылғыр үҫмер, бер ваҡытта ла тотолманы. Үҫмерҙең абруйы большевиктар араһында бермә-бер күтәрелеп китте. Йәй еткәс, Миңлеғәли ауылға ҡайтты. Булған аҡсаның бер өлөшөнә гармун һатып алды, үҙ-аллы уйнарға өйрәнә башланы, егет-елкенсәк ни уның тирәһендә, кистәрен гармун тартып бейешеп-йырлашып алалар. 1918 йылдың яҙында ер бүлеү башланды. Ер эләккәс, атаһы ауылда ҡалды, хәҙер уның эше күбәйҙе, ә егет кире Өфөгә китте һәм пароходствола эшен дауам итте. Декабрҙә Өфөгә ҡыҙыл ғәскәр килеп тулды. Ҡарт большевик дядя Леша Миңлеғәлине ауылға ҡайтырға димләне, шунда өгөт-нәсихәт эштәрен алып барырға ҡушты. Егет большевиктар агитаторы рәүешендә ауылда эште башланы. Башта мәктәп ҡыйығына ҡыҙыл байраҡ элделәр, матрос Шайморатов ер тураһындағы декретты аңлатты, ярлы-ябағаны үҙ янына йыйҙы, донъя хәлдәрен аңлатты, кәрәк ваҡытта уларҙы яҡлашты. Был эштәре өсөн кулактар, байҙар уны яратманы, ләкин унан еңел генә ҡотолоп та булмай ине, сөнки был үҫмер яҡлылар бермә-бер арта барып бигерәк күбәйеп китте. Март айында ауылға аҡтар бәреп инде, шунда уҡ мобилизация иғлан итеп армияға яраҡлылырҙы йыйып Өфөгә ҡыуҙылар. Араларында Миңлеғәли лә бар ине. Ауылда саҡта ҡасып ҡотолорҙай форсат булманы. Ҡайһылай итергә? Аҡтар менән бергәләп үҙ власыңа ҡаршы һуғышып йөрөп булмай бит инде! Ул ике иптәше менән кәңәшләшеп, тегеләрҙе эйәртеп хәрби барактан ҡаса, бер килке ваҡыт Затон, Чесноковка урмандарында аслы-туҡлы йәшеренеп йәшәйҙәр һәм ҡыҙылдарҙы эҙләп табып, Ҡыҙыл Армия сафына баҫалар. Граждандар һуғышы бөтөүгә сыныҡҡан егетте Фрунзе исемендәге хәрби академияға алалар. Артабан хәрби эш төп шөғөлгә әйләнә, утыҙ дүртенсе йылдан алып Ҡыҙыл Армияның Разведка идаралығы бүлеге начальнигының ярҙамсыһы, РККА-ның генеральный штабында хеҙмәт итеү, Ватан һуғышы башланыу менән атлы полк командиры булып Мәскәү янында немец-фашистарына ҡаршы тороу һәм, ниһәйәт, 112-се атлы дивизия командиры булып Башҡортостанға кире ҡайтыу. Уйлап ҡараһаң - күпме юлдар үтелгән, ә күпмеһен үтергә тура киләсәк - уныһын берәү ҙә белмәй. Был тормошта берәүҙең юлы ыңғай, икенсенеке уңышһыҙлыҡтарҙан тора, кемдер данға күмелә, кемдер данһыҙ-ниһеҙ ергә күмелә. Сөнки тормош һәр ваҡыт һин теләгәнсә, һин тырышып ынтылған юҫыҡта ғына бармай, ә дөйөм ил йүнәлеше менән дауам итә. Күп ваҡыт һинең яҙмышың башҡалар ҡулында була. Барыр юлың, батыр күлең ниндәй, кемгә нимә нисек эләгә - ҡайһы саҡ һинең генә теләгеңдән тормай икән, сөнки тормоштоң үҙ закондары ла бар. Һайлаған юлың дөрөҫ һәм ыңғай, йә эшкинмәҫ булыуы мөмкин. Үҫмер Миңлеғәли һайлаған юл дөрөҫ булғандыр, күрәһең, сөнки ул, ябай ауыл малайы, ҙур бейеклектәргә күтәрелеп, халҡына хеҙмәт итеп йәшнәп йәшәп үлемһеҙ булып ҡалды һәм ҡала бирә. Беҙ, артабанғы быуын кешеләре, ҡайһы замандарҙа йәшәһәк тә үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, быуындарыбыҙҙы, батырҙарыбыҙҙы, алдынғы кешеләребеҙҙе яҡшы белеп, уларҙан өлгө алып йәшәргә тейешбеҙ.
Армыт-армыт булып һуҙылып ятҡан мәғрүр Урал һырттарының береһе булған Ҡырҡты тауының аҫтына урынлашҡан Күсем ауылы әллә ни ҙур ауылдарҙан һаналмай. Әммә ул тәбиғәттең иң матур мөйөшөнә урынлашҡан, ә бындағы тауҙар теҙмәһе саҡыштырмаса түбәндә ултырған ауылды һәм уның халҡын ыжғыр елдәрҙән һаҡлай. Күрәһең, ауылдың тәүге нигеҙ ташын һалған Күсем ҡарт ҡышын ыжғыр бурандар үтмәҫ, йәйен саңлы елдәр иҫмәҫ ерҙе бушҡа ғына һайламағандыр. Хәҙерге заманда Башҡортостандың Әбйәлил районы ере ул. Ауыл эргәһендә, бер-ике саҡрым алыҫлыҡтағы көнсығыш яҡта Мауыҙлы күле йәйелеп ята, уның тағы бер яңы исеме Яҡты күл. Урыҫтар уны “Банное“ тип атайҙар. Бер риүәйәт буйынса бында Емельян Пугачевтың армияһы йыуынып киткән, икенсеһе буйынса Иван Грозный ваҡытында халыҡтың теңкәһенә ныҡ тейгән шымсы сыуаш байынан үс алып, күл эргәһендәге үҙ мунсаһында башҡорттар уны яндырып үлтерәләр тип раҫлана. Көнъяҡта Ҡарабалыҡлы күле йылтырай. Уның ярында бынан 200-100 мең йыл элек йәшәп киткән тәүтормош кешеләренең торлаҡ ҡалдыҡтарын, усаҡлығын табалар. Ҡарабалыҡлы күле янында “Урта Түбә” тип йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ тәүге кешеләр төйәге һанала һәм иң боронғо археологик ҡомартҡы булып танылған. Ҡаҙып тикшеренеү эштәре алып барған ваҡытта саҡматаштан яһалған ҡырҡҡыстар, ҡырғыстар, уҡ башаҡтар табылған. Йәнәшәлә Бикембәт йылғаһы, шунда уҡ Бикембәт тауы, йылғаның һул яҡ ярында Сусаҡтау урынлашҡан. Артабан Арҡырығыр, Ҡарағас түбә, уның эргәһендә Үлектау түбәләре ҡояшлы көндәрҙә ялтырай. Бында “Айыу үлтергән таш”, “Айыу талаған таш” исемле ҡаялар бар. Ҡырҡты тауының дәү дөйә үркәсенә оҡшаған ике түбәһе әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора, бейегерәге “Өлкән Ҡарауыл таш”, ҡайтышырағы “Бәләкәй ҡарауыл таш” тип атала. Ярты түңәрәк яланға тартым яҡта “Бағыш батыр тауы” ята. Һәр береһенең үҙ тарихы йәки риүәйәте бар. Миҫал итеп “Бағыш батыр тауы”н иҫкә алайыҡ. Ҡасандыр бер ваҡыт, барымта-ҡарымталар осоронда, ҡаҙаҡтарҙың яу башлығын ошо ауылдың батыры Яйыҡҡол үлтереп ҡуя. Япа-яңғыҙ улының ниндәйҙер сит ерҙә һәләк булғанын ишетеп, Бағыш батырҙың әсәһе улын хөрмәтләп күмер өсөн һәм башҡорттар менән дуҫлыҡ ебен булдырыу маҡсатында бында юллана һәм килеп етә. Әсәнең тойғоларын аңлап, күҙ йәштәрен иҫәпкә алып, улы баҫҡынсы булыуынан ҡарамаҫтан, ауыл халҡы Бағыш батырҙы дөйөм зыяраттан алып, бик ҡәҙерләп тау итәгенә ерләй һәм был тауҙы “Бағыш батыр тауы” тигән исем менән атай башлайҙар. Ошо ваҡиғанан һуң башҡорт-ҡаҙаҡ араһындағы барымта-ҡарымта арыуыҡ ваҡытҡа туҡтап ҡала. Ошондай риүәйәттәр менән һуғарылған Верхнеуральск өйәҙенә ҡараған Күсем исемле иң боронғо ауылдарҙың береһендә, Таип һәм Сәхипъямал ғаиләһендә Таһир, тәүге бала булып, яҡты донъяға килә. Был көн - 1919 йылдың 14 феврале. Атаһы Таип урта кәүҙәле, эшкә маһир, яҡты сырайлы һөнәрмән булараҡ ауыл халҡы күңелендә ҡалған: күмер яҡҡан, дегет ҡайнатҡан, тәгәрмәс һуҡҡан, арба-сана эшләгән, ҡул бысҡыһы менән таҡта бысҡан. Әсәһе хәҙерге Әбйәлил районына ҡараған Әүмеш ауылынан була, атаһы - офицер Әсфәндийәров яҡын-тирәлә билдәле кеше. Сәхипъямал офицер атаһына оҡшап мөһабәт кәүҙәле була, Таһир әсәһенә оҡшап тыуа. Ләкин яҙмыш уҙмыш юҡ, тигәндәй, әсәләре, өс сабыйын ҡалдырып, егерме өс йәше тулыуға вафат булып ҡуя. Был ғаилә ғазабының башы булған икән: әсәһе артынса Таһирҙың кесе ҡустыһы Алпамыша исемле сабый донъя ҡуя. Шул арала өй эсендә ҡараусыһыҙ ҡалған Таһир, сыуал эсендә ятҡан торонбаш менән уйнап ут сығара. Ошо арҡала һеңлеһе Хәсибә янып үлеп ҡуя. Күпмелер ваҡыт үткәс, Таип ҡарт, ә был ваҡытта уға, “ҡартҡа”, 26-27 йәштәр тирәһе була, өйләнә. Атаһы Таип, Беренсе донъя һуғышы башланыу менән, армияға алына, үгәй әсәй, Таһирҙы ҡалдырып, үҙ ауылына китеп юғала. Биш-алты йәшлек малайҙы атаһының бер туған ағаһы Йәнегет олатаһы алып ҡайтып тәрбиәгә ала, ә бер йыл үҙ ҡарамағында тотҡандан һуң ул Таһирҙы Айыуһаҙы ауылының байы Әхмәтгәрәйгә көнлөккә тапшыра. Отҡор, зирәк, һәр йомошто еренә еткереп үтәгән бала байға бик оҡшай. Был малай аттарҙы бигерәк яратҡанын хужа һиҙеп ҡала, сөнки ул йомоштарҙан буш ваҡытында әйтеүҙе көтмәйенсә лә аттарҙы йә һуғарып, йә тышап ҡайта. Тап ошо ваҡытта “ат сире” малайға ҡағыла һәм ул “сир” ғүмерлек булып ҡаласағын үҙе лә һиҙмәй ҡала, күрәһең. Атҡа атланып алып йылҡы өйөрөн көтөү теләге ҡалҡа малайҙа, шул теләген байға еткерә. Хужа кеше ни ҡаршы булмай, ҡыуана ғына, үҙ малайы менән ҡушлап ебәреп, Таһирға дүрт өйөр йылҡыны көтөргә тапшыра. Ҡыуана малай, ҡыуана, теләге тиҙ тормошҡа ашҡанға ҡыуана һәм тора -бара ышаныслы, ысын көтөүсегә әйләнә был. Аттар уға ҡыуаныс та, йыуаныс та була. Ниһәйәт, 1920 йылдың йәйендә атаһы имен-һау көйө һуғыштан ҡайтып төшә, малайын ауылға алып ҡайта һәм “ат сире” менән ағыуланған малайҙы үҙе менән урман эштәренә алып йөрөй башлай. Эшләп, бер аҙ аҡса йыйғас, йыуаш ҡына холоҡло ат һатып алалар, ләкин был атҡа Таһир мөһәтһенмәй, күңеле менән дөл-дөл аттарҙа киң яландар буйлап елә. Ярлы тормоштан да ҡыҙыҡ тапмай малай, ошо фәҡирлек арҡаһындалыр, атаһы алған ҡатын-ҡыҙҙар был өйҙә оҙаҡ тормай тиҙерәк шылыу яғын ҡарайҙар. Атай кеше шуҡ малайҙы мәҙрәсәгә бирә, сөнки урамдағы шуҡлыҡтары, малайҙар менән командаларға бүленеп һуғышыу йышайып китә. Мәҙрәсәләге шуҡлыҡтары өсөн мулла малайҙы ҡыуып ҡайтара. Шул арала егерме беренсе йылғы аслыҡ Урал аръяғына үрмәләй, көҙгә ҡарай ауылға килеп тә етә. Йәй буйы бер тамсы ямғыр яумағанлыҡтан сәселгән игендәр сыҡмай, ҡалҡынып килгән йәшел үлән йәй башында уҡ ҡыуара, йәйләүҙәр саң борҡоп ятҡан яландарға әйләнә, күпләп мал үлә башлай. Көҙгә ҡарай Таһирҙарҙың өйөндә бер тәғәм ризыҡ ҡалмай. Атаһы бындай аслыҡтан ҡотолоу юлын үҙенсә хәл итә. Урамда торған дүрт тәгәрмәсле эш арбаһынан бер күсәрле еңел арбаға әйләндереп эшләй. Шунан һуң яңғыҙ ҡола атын егеп, малайын ултыртып алып, Урта Азия яғына юл тота, Троицк, Силәбе ҡалалары аша үтеп, аслы-туҡлы көйө күп михнәттәр күреп барып етәләр улар Урта Азияға. Тик ҡайҙа баш төртөргә?. Әмәлгә ҡалғандай бер бай ҡаҙаҡҡа мал ҡараусы кәрәк була, шунда туҡтап ҡыш сығалар. Бай, ашатҡан өсөн тип, быларҙың ат-арбаһын тартып ала. Ике мосафир яҙ етеү менән артабан ҡуҙғалалар. Ҡайһы бер сүрәләрҙе яттан белгәнгә күрә юлдағы ауылдарҙа Таипты “мүлдәкә” (мөғәллим) тип ҡабул итәләр, аят, сүрәләрҙе уҡыу арҡаһында ике юлсының тамаҡтары ла туя башлай. Унда-бында һуғылып йөрөй торғас, оазис яғына күсенгән ҡаҙаҡтарға эйәреп, Төркөстанға килеп етәләр, ҙур бер тимер юл станцияһына юлығалар. Ә бында станция аслыҡтан ҡасып килгән төрлө милләтле халыҡ менән мыжғып тора икән, һәр береһе эшкә алып ҡайтыусыны көтә-көтә көн уҙғара. Бәхеттәренә күрә мулла сапаны кейгән бер ҡаҙаҡ быларға иғтибарын йүнәлтә, яҡынайып килеп һорау бирә: - Жолдас, ҡандай жомыс белесең? - Барсын да булдырмыш, - тип яуап бирә ата кеше. - Дәү бала шырағың ғой? - Эйе, эйе, ширағым, бай. - Ширағың атты белмес ба ? - Атҡа менә белә, ярата ул йылҡыны, уға “ат сире” ҡағылған, - тип яуап бирә Таип, - эшкә лә шәп малай ул, бөтәһен дә булдыра. - Жаҡсы, жаҡсы. Миңә кәрәксез, ғой, киттек! Йәй буйы малдары менән күсеп ғүмер итеүсе Ашыҡбай атлы ҡаҙаҡ байы быларҙы эйәртеп алып ҡайтып китә, иртәгәһенә үк йәйләүенә килтереп еткереп, Таһирҙы һарыҡ көтөргә ҡуша, ә атаһы бай ниндәй йомош ҡуша - шуны үтәп йөрөй. Бай ҙа, байбисә лә һәйбәт мөғәмәле әҙәмдәр булалар, хеҙмәттәре өсөн мал менән түләп баралар, ләкин бында ике йәй үткәс, атаһы Таип, әллә ошонда ҡол булып “батып” ҡалыуҙан ҡурҡыпмы, әллә ҙурыраҡ аҡса эшләп алыу маҡсаты менәнме үҫмер улын эйәртеп Ташкентҡа ҡарай юл тота, арыуыҡ ваҡыт вокзалда носильщик булып эшләйҙәр улар. Тик Таһирҙың бурҙар шайкаһына эләгеп китеүе Таипты тағы икенсе тарафтарға сығып китергә мәжбүр итә. Артабан ҡуҙғалып Сырдаръяға килеп етәләр һәм мамыҡ йыйыу эшенә керешәләр. Шәхси хужалыҡ асҡан, мамыҡ сәсеп үҫтереп килем алған Фоменко исемле хәлле кешелә ялланып эшләй башлайҙар былар. Бына ошо рәүешле 1923 йылдың көҙө килеп етә. Хужа кеше ун биш йәшкә ҡараған йылғыр үҫмерҙе мәктәпкә алып бара, тап ошо НЭП осоронда Совет хөкүмәте барыһына ла, йәғни ете йәштән алып илле йәшкә тиклемдәргә уҡырға ҡуша. Шулай итеп, үҫмер Таһир бер уҡыу йылында дүрт класты бөтөрә, артабан ете класты ла тамамлап ҡуя. Шул арала ер бүлешеү башлана. Атаһы менән Таһир өлөшөнә дүрт дисәтинә ер эләгә. Таип ҡарт хәҙер инде үҙ еренә мамыҡ сәсеп ебәрә, өй һалыу өсөн балсыҡ баҫып, формаларға һалып кирбес әҙерләй. Көҙгә ҡарай уңыш аҡсаһына ат һатып алалар, башын ҡамыш менән ябып, ер иҙәнле бер өй әтмәләп керәләр. Бөтәһе лә рәтләнгәндәй була. Таһир яңы ғына ойошторолған, күл исеменән алынған “Сырдава” тип аталған колхозға ағза булып инә, атаһы Таип “Воскресенск” колхозында ҡамыт-сбруй, арба эшләүсе берҙән-бер оҫта булып эш башлай. Аслы-туҡлы йөрөгән ваҡытта төшөнә лә кермәгән тыуған иле Таиптың иҫенә йышыраҡ төшә башлай, илен һағыныу тойғоһо үҫкәндән-үҫә. Тыуған яғын һағыныуы тураһында атаһына ла бер-нисә тапҡыр аңғарта, тик тегенеһе тамаҡ ҡырыу менән генә сикләнә. Бер көнө атаһы улына: - Балам, уңышты йыйҙыҡ, әлегә эш тә әллә ни юҡ, тыуған яҡтарға ҡайтып ҡарап кил әле, - тип әйтеп һалмаһынмы? - Бәлки, беҙҙең яҡтарҙа ла тормош рәтләнгәндер, хат яҙ, теләгең булһа - шунда ҡал! Ҡайтырға теләгең бармы? - Бар, атай,бар! Көн дә тыуған яҡтарҙы уйлайым, был уйҙар баштан сыҡмай ҙа ҡуя. Ҡайһылай итергә белмәй йөрөй инем әле былай ҙа. Уйламағанда атаһы “ҡайт”, тине. Был һүҙҙәрҙән дә артыҡ һүҙҙәр бармы ул донъяла! Ниндәй ҙур шатлыҡ килеп төртөлдө Таһирға! Ҡыуанды егет, ныҡ ҡыуанды! Йәш егет йәһәтләп юлға сыға, тыуған яҡтарын һағыныу тойғоһо уны алға әйҙәй, ауыл яғына тарта. Күп кенә этлектәр, юл ғазабы аша ун биш көн тигәнлә Белоретҡа килеп етә, артабан йәйәүләп туранан-тура Күсемгә ынтыла. Бындағы тормош, тыш яҡтан ҡарағанда, үҙгәрмәгәндәй күренә Таһирға, шул уҡ өйҙәр, шул уҡ фәҡирлек. Таһир туп-тура атаһының ағаһы Йәнегет ҡартҡа килеп инә. Өйҙәгеләр дәү кәүҙәле егетте күреү менән ғәжәпкә ҡала, уны ла, атаһын да үлгәнгә хисаплағандар икән бында. Өй эсендә бер-ниндәй үҙгәреш юҡ, тиҫтә йыл элек нисек фәҡир йәшәгәндәр - шулай йәшәйҙәр. Арыған юл кешеһе шунда уҡ “әүен баҙарына” китте. Иртәнге сәй ваҡытында Йәнйегет ҡарт: - Ауылда торған йөҙләгән йән эйәһенең ҡырҡлабы аслыҡтан китте, тип һөйләй башланы. - Беҙҙең өйҙө йот урап үтте, сөнки йылға бөгөлдәренән салғыға эләкмәгән үләнде услап йолҡа торғас, бер һыйырҙы көтөргә хәл етте. Ә башҡаларҙың тәүҙә малы бөттө, шунан инде үҙҙәре үлә башланы. Шулай бөлгөнлөктә йәшәйбеҙ әле. Бына халыҡтың игенселек менән шөғөлләнмәүе бәкәлгә һуға. Хөкүмәт эш ҡорамалдары, кредит биреп ауыл кешеләрен иген сәсергә күндереп ҡараны - бер ни ҙә килеп сыҡманы, рәтен дә белмәйҙәр, теләмәйҙәр ҙә.... Бер-ике көндән һуң киң мәғлүмәтле Таип малайын “ай вай”ына ҡарамайынса ауыл Советына сәрҡәтип һайлап ҡуялар. Бына ошо ваҡытта совет эшен ҡарап китергә тип, Тамъян-Түңгәүер волосының хәрби комиссары килеп төшә. “Лыс” башҡорттарҙан торған ауылда сатнатып русса һөйләшеп торған баһадирға ҡарап был бик ныҡ аптырай, сөнки ул ваҡытта урыҫсаны белгән башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған. Егет менән һөйләшеп, хәл-әхәүәлен һорашып алып китә, шунан килеп тура һорау бирә: - Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итергә теләйһеңме? - Конечно, желаю! Только в кавалерийских частях, я люблю возиться с лошадьми, - тип сатнатып русса яуап ҡайтара егет. - О-һо-о-о! Һиңә лә “ат сире”ҡағылған икән, тип ғәжәпкә ҡала хәрби комиссар. Ошо һөйләшеү Таһирҙың тормош юлын ҡырҡа үҙгәртә, яңы юҫыҡҡа бора. Асҡарҙа комиссия үткәндән һуң, Белорет аша Казанға имтихандар бирергә юллана егет. Теләгенә ирешә ул, кавалеристар әҙерләүсе курсҡа эләгеп уҡый башлай. Артабан китә әҙерлек курстары, командирҙар мәктәбененең төп курстары. Физик көс, таһыллыҡ талап ителгән фәндәр бик еңел бирелһә лә, математика, физика, инженерия, эпология (аттың эске төҙөлөшөн, ауырыуҙарын белеү йүнәлеше) фәндәрен өйрәнеү ауырлыҡ тыуҙыра уға. Бер тапҡыр Урта Азияға ҡайтырға уҡталып рапорт та яҙып тапшыра - ҡайтармайҙар! Шулай итеп, шаулап-гөрләп торған өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китә, 1932 йылдың көҙөндә курсанттарға звание биреп, төрлө урындарға тараталар, ә Күсимовты бында, командирҙар мәктәбендә, взвод командиры ярҙамсыһы итеп ҡалдыралар. Тағы бер-нисә йыл үтә. Шул йылдар эсендә Сәйҙә исемле татар ҡыҙы менән таныша, тиҙҙән ҡыҙҙың ата-әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамай өйләнә һәм ғаилә тормошо менән йәшәй башлай. 1938 йылдың көҙөндә Кусимовҡа Казанды ташлап китергә тура килә, уны 77-се Азербайжан тау-уҡсы дивизияһының кавалерия эскадроны командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Артта һөйрәлеп барған эскадронда командир тәүҙә ныҡлы тәртип урынлаштыра, шунан һуң ең һыҙғанып эшкә тотона. Программа һәм устав буйынса ҡаралған барлыҡ күнекмәләрҙе үҙе башҡарып күрһәтә һәм барыһынан да “тап ошолай эшләргә!”- тип талап итә. Контроль инспекция тикшереү һөҙөмтәһендә Кусимов эскадроны дивизияла беренсе урынға сыға һәм уға Күсмә Ҡыҙыл байраҡ тапшырыла. Октябрь байрамында эскадрон, алдынғы хәрби берекмә булараҡ, хәрби парадта ҡатнаша. Парадтан һуң дивизия командиры шылтырата һәм “хәҙер һиңә “эмка”лар барыр, йыйынып тор”, тип яңы хәбәр һала. Нисек кенә йөрәкле булмаһын Кусимов хафаланып ала: “Бөтәһе лә ыңғай барғандай ине лә баһа, тағы ни килеп сыҡты икән? Әллә берәй ялыу өҫкә киттеме икән?” Күп тә үтмәй өй эргәһенә ике “эмка” килеп туҡтай, машинан сығып өйгә ингән НКВД офицерҙары “һеҙҙе алып китергә килдек, ҡабаланығыҙ”, тип хәрбиҙәрсә мөрәжәғәт итә. Машиналар Азербайжан Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты бинаһының алдына барып туҡтағас ҡына Кусимовтың йөрәге тыныслана бирә, шулай ҙа уйлап ҡуя: “Бында минең ни кәрәгем бар икән һуң?” Уны КП Үҙәк Комитеты беренсе секретары Багировтың кабинетына индереп алып китәләр, ҡабул итеү бүлмәһе аша үткәндә пистолетын алып ҡалалар. Бында бюро ултырышы бара икән. Кабинеттың иң түрендә ултырған Багиров өҫтәл артынан сығып күрешә лә: - Һине тағы ла күреүегебеҙгә бик шатбыҙ, бындараҡ үтеп ултыр! Бөгөнгө парадта беҙ һинең маҡтаулы эскадроныңды күрҙек. Бөтәһе лә һәйбәт, тик һинең менгән атың беҙгә оҡшаманы”, - тип урынына барып ултыра, бюро ағзаларына ҡарап һүҙен артабан дауам итә, - һине Үҙәк Комитет һәм Азербайжан хөкүмәте исеменән “Лондон” исемле шәп ат менән бүләкләргә булдыҡ!” - Советтар Союзына хеҙмәт итәм! - тип яуап бирә Кусимов. Ажғырып торған биш йәшлек айғыр эләгә Кусимовҡа. Эйәр күрмәгән айғырҙы ике ай эсендә бына тигән кавалерия аты итеп өйрәтеп ала ул. Һуғыш башланырға ике ай ҡалғас, майор Кусимовты 11-се атлы дивизияға полк командиры итеп ҡуялар. Европала барған һуғыш еле, Кавказ тауҙары аша үтеп, Кировобадҡа ла килеп етә. Тап ошо ваҡытта “23-сө атлы дивизия составында кисекмәҫтән Иран дәүләте сигенә сығырға,” тигән приказды ала һәм юлға сыға. Хәҙер инде полк командиры булып хеҙмәт иткән майор Кусимовтың хәрби хеҙмәт юлында, бәлки, ҡатмарлыраҡ һәм хәүефлерәк тә булған яңы боролош башлана. 1941 йыл. Июль башы. Егерме өсөнсө атлы дивизия Иранға ҡарай юлға сыға. Дивизия командиры быға тиклем Иранда хәрби атташе булып торған иптәш Селиванов һыбайлылырҙы беренсе сиратҡа ҡуйып юлға оҙата. Әллә нисәмә саҡрымдарға һуҙылған атлы дивизия сик буйына килеп етеп, ошо урында СССР сиген ҡаплау маҡсатында урынлашыу өсөн Ирандың Джульфа ҡалаһы янындағы тауҙарға туплана башлай. Тәүҙә һыбайлы ғәскәр килеп етә. Ике-өс көндән һуң бер-бер артлы артта ҡалған штаб коллективы, хужалыҡ һәм санитар эскадрондары күренә. Арыған аттарға, талсыҡҡан ғәскәргә оҙайлы ял бирелә. Аракс йылғаһы ике илдең сиген айырып тора. Йылға аша көн асыҡ ваҡытта иранлылырҙың ары-бире йөрөүен күҙәтергә мөмкинлек бар. Ике көн ял иткәндән һуң, авангардта килгән Кусимов полкына приказ тапшырылды: төндә сик аша үтергә! Мөмкин булһа - Ирандың сик буйы ғәскәре менән һуғыш хәленә инмәҫкә! Әгәр ҡаршылыҡ күрһәтһәләр - юҡ итергә! Эш шунда: Владимир Ильич тере саҡта уҡ Иран менән хеҙмәттәшлек һәм тыныс йәшәү сәйәсәте буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Әгәр Иранға йәки Иран аша Советтар Союзына ниндәйҙер бер ил тарафынан ҡурҡыныс тыуһа, Совет дәүләте аңғартып тормайынса ла был илгә ғәскәр индерә ала, тип яҙылған урыны була килешеүҙә. Һуғыш башланыу менән был яҡтан фашистик Германия, йә булмаһа Төркиә сик боҙоп кермәһен өсөн Совет хөкүмәте бында утыҙ дивизия индерергә ҡарар итә. Был ваҡытта инглиз ғәскәре Ирандың көнъяғын биләй башлаған була. Һәр ике яҡ күберәк ер биләп ҡалғыһы килә, ике яҡ та Тегеранға ынтыла. Тик Тегеран совет ғәскәре ҡулы аҫтында ҡала. Бойороҡ алыу менән Кусимов полкы йылға аша йөҙөп сыҡты, артабан китеп Ҡыҙыл Кент ауылына инде - ҡаршылыҡ күрһәтеүсе бер ниндәй ҙә хәрби көс осраманы. Ҡыҙыл Армияның килерен алдан белгән Иран һалдаттары һәм офицерҙары ҡоралдарын һалып, өйҙәренә таралыу яғын ҡаранылар йәки әсирлеккә бирелделәр. Әсирҙәрҙе лә өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр, сөнки меңәрләгән әсирҙәрҙе урынлаштырыу һәм даими ашатыу үҙе бер оло бәлә бит. Артабан дивизия һуғышһыҙ-ниһеҙ Резаи ҡалаһына инә, бойороҡто үтәп, Урмия ҡалаһын ала. Бында урынлашҡан батальон ҡаршылыҡ күрһәтмәй ҡоралын һала. Ләкин Урмия аръяғында бейек һәм текә тауҙарҙа йәшәгән курдтар ҡорал һалырға уйламайҙар, уй - фекерҙәре: партизан һуғышы асып оҙайлы ваҡыт дауамында ҡаршылыҡ күрһәтергә! Нишләргә? Был осраҡта Совет хөкүмәте берҙән-бер дөрөҫ юлды һайлай, курд башлыҡтарын Бакуға йыйып һөйләшә, кәңәшләшә, дуҫлыҡ сәйәсәтен алға сөйә. Советтарҙың сәйәсәте яҙылған китаптар тараталар, ҡиммәтле бүләктәр бирәләр, дуҫлыҡ мөнәсәбәтен күрһәтәләр. Былар бөтәһе лә ыңғай эффект бирә, курдтар оҙаҡ ҡына уйлашып алғандан һуң, күрәһең, “ирейҙәр”. Тағы бер сәбәп бар: курдтар Кусимовтың милләте башҡорт булғанын, шуға күрә мосолман икәнен ишетеп белеп ҡалалар. Артабанғы ваҡиғаларҙы, аҙаҡтан, бер-ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, Таһир Таипович билдәле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев менән осрашып былай тип һөйләп ҡалдыра:
- Бер көн штабта ултырһам, беҙҙең егеттәр кемделер алып килә. Иң уртала - таҙа ҡанлы дөм-ҡара һомғол ғәрәп атында башына йәшел сәллә ураған, ике тотам биленә яҡут-гәүһәр таштар менән биҙәлгән яҫы ҡайыш быуған, һаҡаллы, цирктарҙа уйнаған һыбайлыға оҡшаған, йәтеш кенә кәүҙәле, киң яурынлы бер курд.Уны ҡораллы өс һыбайлы оҙата килгән. Был кеше аттан сос ҡына һикереп төштө лә, ялтырап торған ҡашы булған балдаҡлы ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, сәләм бирҙе: “Әссәләмәғәләйкүм, мосолман әфәнде!”-тине. Мин сәләм алдым да уны штабҡа саҡырҙым.Ул ултырып доға ҡылды ла, үткер күҙҙәре менән штабты байҡап сыҡты һәм ҡарашын минең пистолетҡа туҡтатты. Мин тиҙ генә ҡоралымды сейфҡа тыҡтым. Ул әҙәпле генә йылмайҙы ла хәнйәренең буш ҡынын күрһәтте.”Ҡунаҡҡа хәнйәр һалып йөрөмәйҙәр”, -тигәнде аңлатты, шикелле. Курд ҡапыл урынынан торҙо ла үҙҙәренсә нимәлер әйтте. Уның һүҙҙәренән “йомға”,”ҡунаҡ” тигәнен шәйләнем. Минең өҫтәлдә ятҡан ҡәләмде алып, нисек барырға икәнен һыҙып күрһәтте. Мин уны төшкө ашҡа саҡырҙым, ләкин ул ҡәтғи баш тартты.Уның беҙҙең ашты ашамаҫын белһәм дә, башҡортса асыҡ сырай күрһәтергә тырыштым. Оҙатып килгән һыбайлылыарҙың юҡлығын күргәс, курд ынйылай тештәрен күрһәтеп йылмайҙы, өҙәңгегә баҫмай-нитмәй, эйәр ҡашағаһына йәбешеп, тик тороп сыҙамаған атына күҙ асып йомғансы атланды ла, миңә эйәк ҡағып, күҙҙән юғалды. Ҡунаҡҡа саҡырҙы ла, бараһыңмы, бармайһыңмы, тип һорап та тормай, атына менде лә осҡан ҡоштай китеп тә барҙы. Комиссар Ковавльчукты кәңәшкә саҡырҙым. Уның күҙҙәре аҡайып китте, төҫө ҡасты. Беҙгә курдтар менән аралашыу ҡәтғи тыйылғайны. Шуға комиссар ҡырҡа ҡаршы төштө. Мин сат йәбешкәс, политбүлек менән кәңәш итәйек, тине. Мин түҙмәнем: “Ул саҡта беҙ курдтарға бармаған көйөнсә лә яза аласаҡбыҙ”, - тинем. “Ярай, уйлашайыҡ әле”. Комиссар сығып китте. Әммә аҙаҡтан да ул бер нәмә әйтә алманы. Бына йома көн дә килеп етте. Көнсығыштағы тау теҙмәләре артынан алһыуланып көҙгө ҡояш ҡалҡты. Ул бөтә ер өҫтөндә, һәр тер йәнгә һәм барлыҡ ғәләмгә йылылыҡ өләшә. “Курд батшаһы”бөтә мосолманын иртәнге намаҙға саҡырҙы инде”, - тип уйландым мин. Шоферҙы саҡырып, “эмка”ны юлға әҙерләргә ҡуштым. Курд башлығы ҡалдырған ҡағыҙға ҡарап, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙым. Унда: “Имам мөхтәсиб, хәҙрәт Әбдәл-Вәһид”, тип яҙылғайны. “Әһә, бының исеме беҙҙеңсә Әбделвәхит икән”, - тинем. “Ярай, ахыры хәйерле булһын”, - тинем дә Әбделвәхиткә ҡунаҡҡа китергә машинаға ултырҙым. Бөтә ҡоралдарҙы ла сейфта ҡалдырҙым. Шул саҡ артта таптыр-топтор сапҡан ат тояҡтары тауышын ишеттем. Комиссар Ковальчук икән. Ул тулҡынланыуҙан атылып сыҡҡан тирен ҡулының һырты менән битенән һөрттө лә: “Хәл иттек, майор. Әйҙә, ҡуҙғал. Ете ҡаза - бер яза. Аҫып ҡуймаҫтар әле”, - тине лә машинаның артҡы ултырғысына инеп ултырҙы. Тау араһынан текә йырғанаҡ яры буйлап һалынған тар ғына таш юлдан бер сәғәт самаһы барғас, рәт-рәт булып сафҡа торған ғәскәр күренде. Ай, ҡояш төшөрөлгән йәшел байраҡ елдә елберҙәй. Машина күренеү менән, эскадрондан ашыуыраҡ һыбайлы, ҡылыстарын ҡояшҡа ялтлатып, ер ярырҙай оран һалып, беҙгә ҡаршы сапты. Беҙ ҡойолоп төштөк. Икебеҙ ҙә ҡоралһыҙ бит. “Бөттө баш, хәҙер беҙҙе тураҡлайҙар, козыреклы фуражкалар кейгән ғәзиз башҡайҙарыбыҙҙы Әбделвәхит алдына килтереп һалалар инде”, - тип уйлап алдым. Иң алдан Ковальчук телгә килде: Һуң булмаҫ элек боролайыҡ, ҡасайыҡ. Хәҙер беҙҙе шашлыкка әйләндерәләр”, - ти. “Һуң инде, тураҡлаһалар, үлемебеҙ ошондалыр, тик ултыр”, - тинем. Машинаға йөҙләп аҙым ҡалғас, арттағы һыбайлылар атыш башланы. Тик улар һауаға ата булып сыҡты. Был тантана курдтарҙың ҙур, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, хөрмәт күрһәтеү тантанаһы икән дә баһа. Тау башында туҡтаған машинаны ҡораллы һыбайлылар бер-нисә тапҡыр урап сыҡты ла ай эсендә йондоҙ төшөрөлгән йәшел байраҡты кирегә һелтәп, тау түбәненә әйләнеп сапты. Хәҙрәт кейеме кейеп, ҡулына тиҫбе тотҡан Әбделвәхит беҙҙе үҙенең таш һарайы болдоронда ҡаршы алды. Һый иҙәнгә йәйелгән фарсы келәме өҫтөндә башланды. Беҙҙе иң төпкө ҡәҙерле ҡунаҡ урынына ултырттылар. Яныбыыҙҙан ауылдың иң оло аҡһаҡалдары урын алды. Ситек кейгән йәп-йәш егеттәр, еҙ тас менән ҡомған тотоп, ҡунаҡтарҙың ҡулдарын сайҡаттырҙы. Ит мәжлесе башланды. Курдтар башлығы Әбд-әл-Вәһид имам ҡулы менән ишара яһаны. Семәрле батмустарға ултыртып, инглиз вискиҙары, куба ромдары, гавай араҡылары килтерелде. Имам яртылаш төркисә, яртылаш азербайжанса тос әйтте. Һүҙ аҙағын “амин” тип бөтөрҙө. “Аңлашыла. Быныһы тамам тигән мәғәнәлә”, - тип уйлап ҡуйҙым. “ Йәнегеҙ ни теләй, шуны рәхим итегеҙ, һиммәтле вә зиннәтле ҡунаҡтар”, - тип имам, бисмиллаһын әйтеп, икмәккә тотондо. Беҙҙең дә икмәккә ынтылғанды күреп, йөҙөнән нур бөркөлөп торған хужа “тахил эсергә”кәрәклекте аңлатты. Беҙ алдыбыҙға ҡуйылған биҙәкле сеүәтәләргә һалынған араҡыны күтәрҙек тә ашъяулыҡтағы ашҡа етештек. Башҡаса туҫтаҡҡа араҡы һалыусы булманы. “Үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ” тигән мәғәнә икәнен аңлап, беҙ әҙәпле генә бөтә төр араҡыны тәмләп сыҡтыҡ. Аш мәжлесе ваҡытында минең ҡулға оло һарыҡ башы килтереп тотторҙолар. Исемемдең Таһир икәнлеген белеп ҡалғас, мәжлес йәнләнә төштө. “Таһир, мосолман, афарин мосолман”, - тиҙәр Мин еңде беләккә тиклем төрөп, ҡулдағы баш ҡойҡаһын турап, өләшергә тотондом. Азербайжанда хеҙмәт итеп, әҙ-мәҙ уларса аңлашырға өйрәнгәйнем. Һарыҡтың уң ҡолағын ҡырҡып, имамға һуҙҙым. “Һеҙҙең ырыуҙа кем күп хәбәр тыңлай, шуға тоттор”, - тип өҫтәп ҡуйҙым. Мәжлес шау килеп ҡул саба. Имам ҡарап-ҡарап ултырҙы ла, лайыҡ кешене табып, ҡолаҡты уға һондо. Мәжлес тағы шаулап алды. “Ә бына быныһын кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә күреүсән мосолманға бир”, - тип имамға һарыҡ күҙен һуҙҙым. “Ә быныһын буштан-бушҡа тел сарлаусыға, теле менән тирмән тартыусыға бир. Тел биҫтәләре , моғайын, беҙҙә генә түгел, һеҙҙә лә барҙыр?”, - тип мәжлескә мөрәжәғәт иттем. Бөтә кеше: “Бар,бар, даръя”, - тип ҡысҡыра. Һарыҡ мейеһенә сират еткәс: “Быныһын беҙҙең яҡтарҙа аҡылы камил булмағандарға тотторалар. Ә бында барыһы ла бик аҡыллы, күркәм ҡунаҡтар йыйылған, шуға күрә был өлөшөн ашамай кире табаҡҡа һалайыҡ”, - тинем дә эргәмдәге семәрле батмусҡа ҡуйҙым. Тағы ла дәррәү ҡул саптылар. Шулай итеп, Әбделвәхиттең мәжлесе лә тамамланды. Хужа нисек кенә ҡалдырырға тырышмаһын, ҡуна ҡалырға баҙнат итмәнек, ҡайтырға йыйына башланыҡ. Имам һәр беребеҙгә берәр келәм бүләк итте. Машинаға аҙыҡ-әүҡәт тултырҙылар. Бер-нисә йәшник эсемлек тә ултыртылды. Оҙатыу бигерәк тә йылы, ихлас күңелдән булды (28). Бер-нисә көндән имам Кусимов полкында ҡунаҡ була, уға ҡылыс бүләк итәләр. Был хәбәр дивизияның парткомиссияһына ишетелеп, улар тикшерергә килеп төшә, ләкин эш боҙолмағанына инанып, берәүҙе лә язаға тарттырмайҙар. Ноябрь айының һуңғы көндәрендә майор Кусимовҡа пакет тотторалар. Унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған була: “Пакетты алып асыу менән күрһәтелгән маршрут буйынса юлға сығырға! Буденный. Бына шулай итеп, ун дүртенсе полк командиры майор Кусимов үҙ вазифаһынан бушатылып, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына килеп эләгә һәм артабанғы хеҙмәтен ошонда дауам итә башлай.
* * *
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 62; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.035 с.) |