Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Икенсе йүнәлеш: индустриализациялаштырыуғаСодержание книги
Поиск на нашем сайте Икенсе йүнәлеш: индустриализациялаштырыуға ҡарай юл тотоу Граждандар һуғышынан һуң бөтә промышленностың хәле республикала бик насар торошта ине. Һуғыш осоронда Таналыҡ-Баймаҡ, Өфөләге Гутман , Сим, Сатҡы, Белорет заводтары ватып-емереп ташланған. Өфө затонында булған бер пароход та эшкинмәй, тимер юл станцияларында 22 паровоз, 226 вагон эшлектән сығарылған. Түбә бегун фабрикаһынан өс бот таҙа алтын, Баймаҡ еҙ иретеү заводынан 5561 бот еҙ аҡтар тарафынан алып кителгән. Промышленносты аяҡҡа баҫтырыу процессы бик яй барҙы, сөнки ул ҙур капитал сығымдар талап итте. Дәүләт бүлгән аҡса етерлек булманы, шуға күрә ул заем системаһын керетте, аҡса реформаһын үткәрҙе. Промышленностың үҫеше өс йүнәлеш буйынса бара: кустарь, кооператив һәм дәүләт сәнәғәт берәмектәре, атап әйткәндә, ҙур заводтар һәм фабрикалар. 1926/1927 йылдарҙа Башҡортостанда бөтә фабрика, заводтар тулыһынса тиерлек аяҡҡа баҫтырылып бөтә һәм продукция сығарыу эшенә ең һыҙғанып тотона. Белорет металлургия, Благовещенск машиналар эшләү заводтарында тулыһынса реконструкциялана, Стәрлетамаҡ, Топорнино электростанциялары эшкә ҡушыла, Кандра, Бүздәк , Яңауыл элеваторҙары төҙөлөп бөтә. Рәсәйҙәге кеүек Башҡортостанда промышленносты киңәйтеп үҫтереү өсөн аҡса тура һәм ситләтелгән һалымдар аша килә. Икенсе килем юлы булып заемдар системаһы һаҡланып ҡала. Өсөнсө килем юлы - сит илгә иген, ағас, нефть, ҡиммәтле йәнлек тиреләре һатыу аша йыйылған аҡса. Социализм фундаментын төҙөү маҡсатында беренсе биш йыллыҡ (1928/ 1929 - 1932/1933 йй.) план ҡабул ителә. Энергетик базаны артабан үҫтереү өсөн утыҙынсы йылдарҙа Өфө, Ишембай ЦЭС-ы, башҡалала - ТЭС № 1, № 2 файҙаланыуға тапшырыла. Бынан тыш Белоретта өҫтәмә ике домна мейесе төҙөлә, Баймаҡ еҙ иретеү заводында, Сибай руднигында, Өфө паровоз-вагон ремонтлау заводында, Красноусольск быяла заводында тулы реконструкциялар үтә. Өфө шырпы, фанера фабрикаларын, ағас, тире эшкәртеү заводтарын үҙ эсенә алған Өфө промкомбинаты сафҡа инә, 1931 йылда Өфө моторҙар эшләү заводы (УМЗ) төҙөлә башлай һәм ул алты йылдан һуң сафҡа инеп, эшен У-2 маркалы комбайн моторҙары эшләүҙән башлай. Ишембай районында нефть ятҡылыҡтары табылыу сәбәпле нефть промышленносы аяҡҡа баҫа, Ишембай һәм Өфө нефть ҡыуыу заводтары төҙөлөп бөтөп, сафҡа керә. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте буйынса Өфөлә һигеҙенсе март исемле тегеү фабрикаһы, икмәк заводы төҙөлөп бөтә, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларында, Раевск ҡасабаһында икмәк заводтары, ит комбинаттары төҙөлөп бөтөп тапшырыла. Промышленность үҫеш кимәле 1928 йылда ғына 1913 йыл менән тиңләшә. Ҙур тиҙлек менән индустриализациалаштырыуҙың кире яҡтары ла булған: урмандар күпләп ҡырҡылған, шахта соҡорҙары барлыҡҡа килгән, нефть арҡаһында тәбиғәткә ҙур зыян килгән. Нисек кенә булмаһын утыҙынсы йылдарҙа аграр ил булған Башҡортостан индустриаль-аграр республикаға әйләнә, ҡара һәм төҫлө металлургия ныҡ үҫеш ала. Индустриализация тулҡыны күпләп һөнәрле белгестәрҙе талап итә. Шул эстән башҡорттарҙың үҙҙәренән милли кадрҙарҙар әҙерләп сығарыу кәрәк ине. Йәш эшселәрҙе әҙерләүҙең төп формаһы булып ФЗО - фабрика-завод уҡыуҙары алға сыға. Һәр завод йәки фабрика бер төркөм йәштәрҙе уҡыға ала, көндөң бер өлөшө уҡыу менән, икенсе өлөшө эш урынында мастер ярҙамсыһы булып эшләп үтә. Эш, билдәле, тәжрибәле эшсе - өйрәтеүсе (наставник) күҙәтеүе аҫтында алып барылған, эш ғәмәле өсөн аҡсаһы ла түләнгән. Шулай итеп йәштәрҙе эш урынында эшкә өйрәтеү киң таралған, сөнки бындай ысул менән уҡығандар эшкә һәм коллективҡа тиҙ өйрәнеп киткәндәр. Техник минимум тапшырғандан һуң йәш кеше үҙ-аллы эшләү хоҡуғын алған. Промышленностың тиҙ үҫеүе арҡаһында эшселәр етешмәй, шуға күрә крәҫтиәндәрҙе йәлеп итеү киң ҡолас ала. Тик улар, эшсе белгесе булмағанға күрә, “ҡара” эштәргә тулыһынса йәлеп ителәләр. Эшсе көстәре етешмәгән завод-фабрикалар туранан-тура колхоз-совхозлар менән килешеү төҙөшөп, ҡышҡы сезонға колхозсыларҙы, совхоз эшселәрен эшкә йәлеп иткән. Башҡортостандың халыҡ хужалығында репрессияға тартылғандар ҙа эшләгән. 1938 йылдың аҙағында бөтә предприятияларҙа хеҙмәт кенәгәләре индерелгән. Хеҙмәт кенәгәһе хеҙмәт тәртибен нығытыу өсөн ҡулланылған. Урындағы партия һәм профсоюз органдары өҫтән төшөрөлгән пландарҙы алдан һәм арттырып үтәү өсөн социалистик ярыштар ойошторған. Ләкин улар формаль рәүештә башҡарылған. Бер-ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ көйө үҙ-үҙен аямай эшләгәндәр ҙә күп булған. Бына шундайҙарҙан стахановсылар килеп сыҡҡан да инде. Башҡортостан өсөн промышленностың йылдам үҫеше дөйөм алғанда ыңғай роль уйнаған, ҡала тибындағы ҡасабалар барлыҡҡа килгән, Ишембай ҡалаһы хасил була. Ләкин торлаҡ етешмәүе бәкәлгә һуға. Күп урында бер-нисә ғаилә бер ҡыҫыңҡы квартирала, баракта, булмаһа ергә ҡаҙылған өйҙә (землянка), палаткаларҙа йәшәргә мәжбүр булған. Ваҡытлыса тип бер-береһенә йәбештереп төҙөлгән барактар ҙа етешмәгән, сөнки булған төҙөлөш материалдары, аҡса иң тәүҙә завод һәм фабрикаларҙың биналарын төҙөргә, киңәйтергә, реконструкцияларға ебәрелгән. Магнитогорск һәм башҡа ҡалаларҙы төҙөгәндә лә ошо уҡ ауырлыҡтар ҡабатланған. Эшселәргә аҙыҡ-түлек һатып алыр өсөн карточка системаһы иң тәүҙә икмәккә, шунан башҡа аҙыҡ-түлеккә керетелә. Маҡсаты: булған аҙыҡ-түлекте тигеҙ итеп бүлеү һәм спекуляцияны тамырынан ҡырҡыу. Аҙыҡ-түлек наҡыҫ осорҙа карточка системаһы ыңғай роль уйнай, әлбиттә, ләкин тәүҙә бай ғына итеп бүленгән аҙыҡ-түлек тора-бирә наҡыҫлана башлай, май, һөт, йомортҡа, ит һирәгерәк күренә. Мәҫәлән, 1930 йылда Өфө завод-фабрикаларының эшселәре көнөнә 600 г икмәк йәки 1,4 кг он алырға хаҡлы булғандар, ғаилә ағзаларына ике тапҡыр аҙыраҡ биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта дин әһелдәренә, алыпһатарҙарға, административ күҙәтеү аҫтында булғандарға карточка бөтөнләйгә бирелмәгән. Етешмәгән аҙыҡ-түлекте халыҡ рыноктан ныҡ ҡиммәт хаҡҡа һатып алырға мәжбүр була. Карточка системаһы тик 1935 йылда ғына ғәмәлдән сығарыла.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 53; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.006 с.) |