Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Башҡортостандың һуғыш һәм хеҙмәт батырҙарыСодержание книги
Поиск на нашем сайте Башҡортостандан фронтҡа саҡырылған 250 һуғышсы Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була, шуларҙың биштән бер өлөшө Башкавдивизия яугирҙәре. Генерал Шайморатов батырҙарса һәләк булғандан һуң Башкавдивизия командиры булған Г.А. Беловҡа һәм полк командиры Т.Т. Кусимовҡа Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Ошондай уҡ орден Башкавдивизия офицеры, лейтенант А. Атаевҡа батырҙарса үлгәндән һуң тапшырыла. Александр Матросов, Миңлеғәли Гөбәйҙуллиндың ла батырлыҡтары халҡыбыҙға киң билдәле. Улар, амбразураға ташланып, үҙ кәүҙәләре менән ут көбәген ҡаплап, полкташтарына алға барырға мөмкинлек биреп һәләк булалар. Бына шулай еңеү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә. “Алтын йондоҙ”ға шулай уҡ батырҙарса һуғышып һәләк булған уҡытыусы Зөбәй Үтәғолов лайыҡ була. Илеш районынан сыҡҡан осоусы Муса Гәрәев герой исеменә ике тапҡыр лайыҡ була. Ул Ил-2 самолетында 207 тапҡыр осош яһып күп кенә дошман техникаһын, тере көсөн юҡ итә, шартлата һәм, ғәжәп хәл, үҙе һәр саҡ тере көйө осоп ҡайта. Баҡалы районынан Даян Мурзин Рәсәй һәм Чехословакия ордендары менән наградлана. Ул 1942 йылдан башлап Украинала дошман тылында партизандар командиры булып, үлемесле һәм оҙайлы һуғыштар алып бара. 1944 йылда Партизандар хәрәкәте Үҙәге Даян Мурзинды бер төркөм милләттәш-яуҙаштары менән бергә Чехословакияға ташлай. Мурзин унда Ян Жижка исемендәге партизан бригадаһы ойоштороп алып, немец-фашистарына ҡаршы ҡыйыу көрәшә, уларға тынғылыҡ бирмәй. 1944-1945 йылдарҙа 35 һалдат, сержант, старшинаға батырлыҡтары өсөн Дан ордендары өс дәрәжәһе лә тапшырыла. Улар араһында Баймаҡтан Әҙеһәм Әлибаев та бар. Ул фронттан тере ҡайтып, бер-нисә йыл мәктәп директоры булып эшләп йөрөп 1951 йылда донъя ҡуя. Ә бына Баймаҡ районың Таһир ауылында тыуып-үҫкән шағир Хөсәйен Ҡунаҡбай фронттан тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Ул һөжүм барышында, 1943 йылдың февраль уртаһында, Курск ерендәге Ольховатки ауылы янында батырҙарса һәләк була. Бергә хеҙмәт иткән полкташы һәм дуҫы Мәскәү шағиры Виктор Кочетков, Ҡунаҡбайҙы һәм башҡа мәңгелеккә тынып ҡалған батырҙарҙы тәрбиәләп ҡуйғандан, һуң уға арнап шунда уҡ шиғыр сығарып яҙа:
Была мимолетной, но яростной схватка, И дело едва не дошло до штыка. Под утро вошли мы в село Ольховатку, Под вечер хороним здесь политрука. А день после боя доверчиво мирен Морозная роспись цветет на стекле. Последний покой обретает башкирин Под сердцем России, на курской земле. Печаль, как дворнягу сажаю я на цепь, Комсоргу ли плакать у всех на виду. Хотя не исполнилось мне восемьнадцать, Четвертого друга в могилу кладу. Церквушка от пуль и осколков рябая. Осинник. Окрашенных изб череда. Песчаный пригорок. Звезда Кунакбая, Мне надо запомнить ее навсегда. Запомнить и это февральское небо, И стылые камни разбитой стены. Поскольку нужнее насущного хлеба Ты станешь, бессонная память войны. В бою поседею и выйду из боя И сотни дорог исхожу по земле. Все будет светить над моею судьбою Звезда Кунакбая в далеком селе. Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғолов Баймаҡ районы Күсей ауылынан һуғышҡа китә. 1943 йылдың сентябрь айында Гомель өлкәһе Усохи ауылы эргәһендәге һуғышта автоматтан 18 фашисты юҡ итеп, дошмандың миномет расчетын һәм танкыһын шартлатып үҙе лә һәләк була. Баймаҡтан Советтар Союзы геройҙары Павел Кудимов, Иван Пименев һуғышта батырҙарса һәләк булалар, ә герой-разведчик Василий Копылов еңеүсе булып ҡайтып килә. Фашист рейхканцелярияһына тура наводка менән атып шартлатып, автоматчиктары менән һөжүм итеп баҫып алыусы полк командиры полковник Исхаҡ Ғөмәров фронттан имен-һау ҡайта, ә 1993 йылдың 9 май көнө батырҙың йөрәге эшләүҙән туҡтай. Шағир Назар Нәжми уға арнап яҙған шиғырында батырҙың ғүмеренә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтә: Свастикаһын тырнағына ҡыҫып, Ҡанаттарын йәйгән ыласын, Хыял итеп Берлин түбәһенән Башҡа түбәләргә ҡунаһың. Ғорур торҙо - айҙар, йылдар торҙо Һыны булып рейх - баш йорттоң. Килде бына утлы ғәскәр менән Уралдың йор Баймаҡ башҡорто. Тешен ҡыҫып бер аҙ ҡарап торғас, “Алырға” тип бирҙе бойороҡ. Ә ыласын, селпәрәмә килеп, Ҡолап төштө шул саҡ ҡойолоп.
Уйлаһаң бит уйылып китерлек тә: Килеп етеп Гитлер өңөнә, Империяның һынын ҡолатырға Тура килгән кемдең кеменә? Уның туған ата-әсәһе бар, Тыуған ере, эскән һыуы бар. Дүрт йыл түгел, һалдат шинелендә Ете лә йыл үткән юлы бар. Юл башында Халхин-Гол һәм Жуков Чуйков менән уның дауамы. Һуғышта ла яҡшылыҡтар күп ул Һәм етерлек уның яманы. Юлдар оҙон, юлдар утлы, ҡанлы. Алғы һыҙыҡ - үлем араһы. Шул үлемде йырып алға барҙы Рустар менән башҡорт балаһы...
Башҡорт батырҙары тураһында һүҙ алып барған ваҡытта Башкавдивизияның эскадрон командиры Бәҙри Мөжәүер улы Мәмбәтҡоловты иҫкә алмау яҙыҡ эш булыр ине. Ул һуғыштан имен-аман ҡайтып, Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында оҙайлы йылдар эшләп, ике ҡаланың да почетлы гражданины исемен йөрөттө. Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүер улы Баймаҡ районы Темәс ауылында 1911 йылда доньяға килә. Юғары белемле уҡытыусы булараҡ Беренсе Этҡол, Темәс мәктәптәрендә директор булып эшләй. 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, кесе командирҙар составын әҙерләү курсында уҡый. Фин фронтында ҡатнашып сынығыу ала һәм шунда тиҙҙән бик кәрәк буласаҡ хәрби тәжрибә туплай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хәрби тәжрибәһе булған командирҙы яңы формалаша башлаған Башкавдивизияға ебәрәләр. Бында ул Таһир Кусимовтың полкына эләгә һәм беренсе көндән үк эскадрон командиры итеп билдәләнә. Уның артынса Башҡорт кавалерия дивизияһына ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомы беренсе секретары Мөбәрәк Назыров килеп төшә. Уны, Мөбәрәк Йыһанша улын, шунда уҡ дивизияның комиссары итеп билдәләйҙәр. Мәмбәтҡолов уны һәйбәт белә: үҙенән биш йәшкә өлкәнерәк булған Назыров 1906 йылда Киров өлкәһендә тыуып үҫкән. Урындағы леспромхозда эшсе булып эшләп алғандан һуң педагогик техникумды тамамлай, комсорг булып йөрөй. Ҡыҙыл Армия сафына алына, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң Себер тау институтын тамамлай һәм Башҡортостанға ебәрелә. Һуңғы эш урыны - партияның Баймаҡ райкомы. Баймаҡтан килгән биш йөҙ яугир араһынан Шайморатов та, Кусимов та йәш командир Мәмбәтҡоловҡа айырым иғтибар итәләр, сөнки һуғыш яланында булған командирҙар дивизияла әлегә бик аҙ була. Эскадрон командиры һанатмай, үҙенең кавалеристары менән бергәләп батырҙарса һуғыша. Олым йылғаһы буйындағы беренсе алышта уҡ Кусимов полкына һөжүм иткән дошмандың юлын быуа уның егеттәре, фашистарҙың батальоны эскадрондың һөжүменә ҡаршы тора алмай артҡа табан һыпырта. Был һуғыш эпизоды тураһында яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев үҙенең “Генерал Кусимов” исемле китабында киңерәк итеп яҙып үтә. Тик эскадрон командирына Еңеү көнөн һуғыш майҙанында ишетергә тура килмәй. Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа Кусимов кавалеристары рәткә ауыр хәлдәрҙә ҡалғылай, ләкин һәр саҡ ҡотолоу юлын табып торалар. Бер ваҡыт Бәҙри Мәмбәтҡоловтың эскадроны тулы ҡамау эсендә ҡала һәм өс сәғәт буйына ҡаршы һуғыш алып бара. Ошо алышта Бәҙри Мәмбәтҡолов яралана, иҫтән яҙа һәм оҙаҡ ваҡыт үлектәр араһында ҡарҙа ята. Шул ваҡытта һуғыш яланы буйлап немец ғәскәре алға китә, ә бер-ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң кире сигенә. Яралы эскадрон командирын үлгән тип уйлап дошман атып китмәй. Был эпизод тураһында Бөйөк Ватан һуғышы, Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һәи күп миҙалдар менән наградланған һуғыш ветераны Мәмбәтҡолов былай тип иҫкә алып һөйләр ине:
- Был хәл 1942 йылдың 21 ноябрендә булды. Беҙҙең эскадрон Блиновский утарын һуғышып баҫып алды, артабан Обливная станцияһын алыу бурысы ҡуйылды. Был станция тирә-яҡты тимер юл менән бәйләүсе мөһим стратегик үҙәк булып һанала ине. Әле көн яҡтыһы китмәгән. Беҙ теҙелдек тә алға ынтылдыҡ. Беҙгә полк командиры Таһир Кусимов үҙенең комиссары һәм ярҙамсылары, һаҡсылары менән килгәйне. Немецтәр дәррәү ут астылар. Һуңынан асыҡланыуынса утарҙа румындарҙың беренсе танк армияһының бер өлөшө торған икән. Беҙҙең полк командиры, бер-нигә ҡарамай, алға барырға ҡушты. Ә миңә шундай бойороҡ бирҙе: ,,Бәҙри! Сая һуғышсыларҙы һайлап ал да утарҙың һул яғынан үтеп анау ҡалҡыулыҡтың аръяғына барып нығын! Бына картаға күҙ һал: һеҙ ошонда, дошмандар бынауында урынлашҡан. Шуларҙы траншеяларынан алып ташлау бурысы ҡуйыла. Дошман сигенгәндән һуң ҡалҡыулыҡ артына урынлашығыҙ! Шунда нығынып тороғоҙ! Мин иң сая 120 яугирҙе һайлап алдым да күрһәтелгән урынға киттем. Унда йәшертен рәүештә барып еткәс тә шунда уҡ дошман траншеяларына гранаталар ташлап, автоматтарҙан ата-ата ояларынан ҡыуып сығарырға тырышып йәнтәслим һуғыштыҡ. Ләкин был алыш бик ҡиммәткә төштө: бер-бер артлы яралылар артты, һәләк булғандар күбәйә барҙы. Алыш кис буйына барҙы. Кис төнгә ауышты, тик төн уртаһында ғына дошмандың беренсе, шунан икенсе траншея һыҙығын көс-хәл менән яулап алдыҡ. Шунда нығынып алып бер аҙ ял итеп алырға туҡтап торҙоҡ. Алдан һөйләшкән буйынса күрше полк командиры Ф. Абдуллин егерме автоматсыһын беҙгә ярҙамға ебәрҙе. Өҫтәмә көс килгәндән һуң алышты артабан дауам иттек. Һуғыш төн буйына дауам итте. Таң атыуға полк командиры күрһәткән ҡалҡыулыҡты баҫып ала алдыҡ. Шуны белдем: минең төркөмдәге 120 яугирҙән тик 75-е генә сафта, хәрби припастар ҙа һанаулы ғына ҡалған. Көн яҡтыра башлаған ваҡытта беҙҙең ҡаршыла дошмандың дүрт танкыһы күренде. Улар араһынан пехота килә. Танктарға атырлыҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шуға күрә пехотаны сүпләргә тырыштыҡ, яҡынлаған танктарға ҡул гранаталарын ҡулландыҡ. Сигенделәр. Дощмандың атакаһы тағы һәм тағы ҡабатланды. Һуғыш барышында аяҡҡа ниҙер һуҡҡанын һиҙҙем һәм хәлдән тая башланым. Ҡуҙғалырлыҡ та көс ҡалманы, үлектәр һәм яралылар араһында ятырға тура килде. Атыш тауыштарын ишетеп ятам: дошман беҙҙең эргәнән алға, үтеп китте, тимәк, беҙҙекеләр сигенделәр. Мин һуғыш яланында ҡыбырлай алмайынса ун сәғәт ятҡанмын. Ике патроны ҡалған пистолетты күкрәгемә фуфайка эсенә йәшерҙем. Башымды көс-хәл менән йылы бейәләйҙәр өҫтөнә һалдым. Ныҡ өшөнөм. Бер аҙҙан иҫтән яҙғанмын, бер иҫкә килеү, бер иҫтән яҙыу бер-нисә тапҡыр дауам итте.. Атыш тауыштарынан дошманлың кире сигенә барыуын һиҙҙем. Тегеләр туптырҙашып эргәнән үтәләр. Берәүһе минең кәпәсте башымдан йолҡоп алды, портупеяны ҡырҡып тартып сығарҙы һәм үҙе менән алды. Әгәр минең тере икәнде һиҙһә - атып китә ине. Ярай - белмәне. Санэскадронда ятҡан яралы Кусимовтың приказы буйынса төндә мине санинструкторҙар эҙләргә сыҡҡан һәм ярты үлек кәүҙәмде табып алып ҡайтып, Кусимов эргәһенә һалғандар. Һуңыраҡ ишетеүемсә, полковой врач Хомяков “быныһының ун-ун биш минутлыҡ ғүмере ҡалған ҡалған”, - тип хәбәр һалған. Ләкин күреүегеҙсә мин теремен... (31)
Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүер улы дауалау курсы үтеп һуғыштан ҡайтҡас райкомда эшләп ала, Түбә мәктәбе директоры һәм оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһе директоры булып эшләй. Беҙ, уның студенттары булған саҡта уҡ, был ябай, оло йәштәрҙәге ағайыбыҙға ҙур хөрмәт менән ҡарай һәм уның һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай торғайныҡ. Вафаты 15 май 1999 йылда булды, 88 йәше саҡ ҡына тулмаған ине. Ауыр һуғыш осоронда бөтәһе лә ал да гөл булмаған, әлбиттә. Һуғыштың тәүге осоронда Совет армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ҡайһ бер дөйөм иҫәп буйынса үлгән бер немец һалдатына 3-4 ҡыҙылармеец тап килгән. Башкавдивизия ғына һуғышҡан осоронда 50 мең яугирен юғалта. Һуғыш тәжрибәһе шуны күрһәтә: танкыларға ҡаршы аттар менән ҡылыс болғап барыу бер ҙә үҙ-үҙен аҡламай. Шулай ҙа аттарҙы тәрән рейдтарға индереп әйләнеп ҡайтыу йәки сигенеп барыусы дошмандың артынан ат менән ҡыуа сығыу, сигенеүселәрҙең юлдарын ҡамап алыуҙар бик ыңғай эффект биргән, шул арҡала кавалерияның бәҫе һәм роле ныҡ күтәрелгән. Массовый батырлыҡ фонында ҡурҡаҡтар ҙа булған, һуғыштан ҡасыусылар ҙа, хеҙмәт фронтынан ҡасыусылар ҙа булған, ҡорал менән советтарға ҡаршы һуғышыусылар ҙа осраған. Берәүҙәре полиция хеҙмәтендә йөрөһә, икенселәре урмандарҙа йәшеренеп Ҡыҙыл Армияға ҡаршы ҡораллы көрәш алып барғандар. Бындай хәлдәр хатта тылда ла осраған. Был юҫыҡта бер генә хәл-ваҡиғаға иғтибар итеп китәйек. Мобилизацион план буйынса трудармияға алынған Петр Вайдер Өфө заводына эшкә ебәрелә. Һуғышҡа алыныр ваҡыт яҡынлай башлау менән 1942 йылдың апрелендә егет заводтан ҡаса һәм Ясная Поляна ауылы эргәһендәге урманда көн күрә башлай. Аҙыҡты уға әсәһе, ҡустылары, һеңлеләре килтереп тора уға. Тора биргәс уның янына һуғыштан ҡасҡан һалдаттар йыйыла башлай, яйлап ҡорал йыйып алалар. Шунан һуң отрядҡа уҡмашып оҙаҡ ваҡыт улар Башҡортостандың Иглин һәм Нуриман райондарында урындағы власть органдарына ҡаршы көрәш алып баралар, террор менән шөғөлләнәләр. Улар тарафынан һигеҙ активист үлтерелә, шул тиклем үк яралана, ауыл советтарына ҡораллы һөжүмдәр ойошторола. Еңеү көнө үткәндән һуң был урман отряды НКВД-ның Иглин район бүлегенә һөжүм итә. Уларҙы ҡамап тотоу өсөн милицияның ҙөр төркөмө йәлеп ителә һәм айырым хәрби операция үткәрергә тура килә. Ҡулға алынған Вайдер атаһын репрессия ҡорбаны иткән совет власын һәм уның етәкселәрен, активистарын, власта торғандарҙы күрә алмауын асыҡтан-асыҡ әйтеп бирә. Көнъяҡ Урал округы хәрби трибуналы 1946 йылдың яҙында Петр Иванович Вайдерҙы енәйәт кодексының 58-се статьяһына ярашлы рәүештә атыуға хөкөм итә һәи ул бойомға ашырыла. Отрядтың ҡалған ағзалары атыш ваҡытында үлеп бөтә, шулай итеп улар хөкөмгә тарттырылыуҙан ҡотолоп ҡала. Тылһыҙ бер оҙайлы һуғышты ла уңышлы алып барып булмай, әлбиттә. Билдәле булыуынса тылдағы халыҡҡа һуғыш ваҡытында бөтә ауырлыҡтар ҙа төшә. Аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, бабайҙар елкәһендә була. Бөтә ил күләмендәге кеүек Башҡортостанда ла һуғыш башланыу менән хәрби сәнәғәт системаһы булдырыла, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән лозунг ташлана. Башҡортостан еренә илдең көнбайыш өлөшөндәге 172 сәнәғәт предприятияһы күсеп килә, күп өлөшө Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Баймаҡ, Ишембай, Благовещенск, Дәүләкән кеүек индустриаль үҙәктәрҙә урынлаша. Башҡортостан һуғышта иң кәрәк булған хәрби продукция: снаряд, мина, бомба кеүек әйберҙәрҙе сығарырға өйрәнә. Нефтселәр юғары актанлы бензин, кәрәсин, автол етештереүҙең күләмен арттыралар. Белорет заводы тимер сым, авиация өсөн трос, Тирлән прокат заводы фронт өсөн ҡорос етештерә. Ете эвакозавод танк, хәрби корабль, самолеттар өсөн электроприборҙар, электроакустик аппаратура, аккумулятор батареялары сығара, һабын, фаянс эшләү, ширпотреб әйберҙәре сығарыу яйға һалына. Баймаҡ заводы фронтҡа төҫлө металл етештереүҙе ҡырҡа арттыра. Ошо райондың Темәс һәм Юлыҡ ауылдары промартелдәре кавалеристар өсөн итек, һалдаттар өсөн быйма, тун, ҡышҡы кәпәстәр тегә, аттар өсөн эйәр-өпсөн, арба әҙерләй. Баймаҡ ерендә урынлашҡан “Башзолото” тресты 1943 йылда ғына фронтҡа 496 кг алтын, 27 630 кг көмөш тапшыра. Түбә руда идаралығы 1943-1945 йылдарҙа 12 878 кг алтын, Симән - 4 817 кг алтын тапшыра (31). Өфө моторҙар эшләү заводы егерме өс тапҡыр ГКО-ның күсермә Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ була, “Ленин”, “Ҡыҙыл Байраҡ” ордендары менән наградлана. Өфө нефть эшкәртеү заводы, Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводы “Ленин” ордены менән наградлана. Эш көнө 12 сәғәт дауамында һуҙыла, үҙе һәм фронтҡа киткән иптәше өсөн эшләү ысулы ғәҙәткә керә. Күп ваҡыт эшселәр аҙналар, хатта айҙар буйына цехта йоҡларға ҡалып эшләп йөрөйҙәр. Бындай шарттарҙа кейем алмаштырыуға ла, мунса төшөүгә лә бер-ниндәй мөмкинлек булмай. Баймаҡтың 46-сы номерлы ат заводы РККА-ға (Рабоче-крестьянская Красная Армия) меңдән ашыу ат үҫтереп, тәрбиәләп, өйрәтеп тапшыра. 5559 Баймаҡ тыловигы “За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945гг.” миҙалы менән наградлана (32). Совет хөкүмәте тыловиктарҙың хеҙмәт батырлығын юғары баһалай, героик хеҙмәттәре өсөн ордендар менән 920 сәнәғәт эшсеһе наградлана, миҙал менән бер-нисә тиҫтә мең тыл кешеһе бүләкләнә. Һуғыш осоронда ауыл хужалығы ҙур ауырлыҡтар кисерә. Ауылға дәүләт тә, ҡала сәнәғәте лә ярҙам итмәй, киреһенсә бөтәһе лә унан аҙыҡ-түлек көтә. Эшкә яраҡлы ирҙәр һәм аттар һуғышҡа китеп бөтә. Аттарҙың күп өлөшө Башкавдивизияға тапшырыла. Бөтә йөк машиналары, еңел машиналар, тракторҙар фронтҡа ебәрелә. 1941 йылдың июль айынан алып 1944 йылдың беренсе июненә тиклем 72 464 ат, 4 878 йөк машинаһы, 181 еңел машина, 743 трактор фронтҡа тапшырыла. Ат урынына үгеҙ, һыйыр егеп, йәки үҙҙәре егелеп һабан, тырма тартҡан ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән 1941-1945 йылдарҙа бөтә төр хужалыҡтар тарафынан хөкүмәткә 160 млн. бот иген, 783 мең тонна картуф, 960 мең ц ит, 55 мең тонна йәшелсә, бик күп миҡдарҙа сало, һөт-май, йомортҡа, бал тапшырыла. Ауыл эшсәндәренең эше ҙур ауырлыҡтар менән бара, әлбиттә. Ас-яланғас ҡатын-ҡыҙ, бала-саға хәлдәре еткәнсә эшләгәндәр, армияға күберәк ярҙам итергә тырышҡандар, ләкин төрлө ауырлыҡтар бәкәлгә һуҡҡан. Һуғыш ваҡытындағы ауыл хужалығының, торошон билдәләүсе бер документ-справканы миҫал өсөн килтереп китәйек. Һүҙ Йомағужа районындағы Хоҙайбирҙе исемендәге колхоздың эшмәкәрлеге тураһында бара. Күренеүенсә, был колхоздың эшмәкәрлеге хөртәйгәндән-хөртәйә бара. Справка заведующего оргинструкторским отделом обкома ВКП(б) Х. Л. Курбангулова
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 71; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.016 с.) |