Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Ер мәсьәләһе. БАССР сигенең киңәйтелеүеСодержание книги
Поиск на нашем сайте 11. Ер мәсьәләһе. БАССР сигенең киңәйтелеүе һәм артабанғы ҡайһы бер эштәр Большевиктар ер мәсьәләһен хәл итеүҙә үҙенсәлекле юл һәм ысул тапҡандар, бер һүҙ менән әйткәндә, уны - дәүләтләштергәндәр йәки национализациялағандар. Тимәк, бөтә ергә хәҙер дәүләт хужа була инде, йәиһә - урындағы Совет органы. Шулай итеп, бер һелтәүҙә башҡорттоң ергә аҫабалыҡ хоҡуғы юҡҡа сыҡҡан. Бындай шарттарҙа ер өсөн артабан бәхәсләшеүҙең бер-ниндәй ҙә файҙаһы булмаған, әлбиттә. Башҡорттар бер ваҡытта ла үҙ ерен юғалтыу менән килешә алмағандар, һәр ваҡыт үҙ территорияһын ҡайтарыу теләге менән йәшәгән улар. Рус революцияларын да ул ошондай өмөт менән ҡаршылаған. Автономиялы Башҡортостан төҙөлгәс, Башревком 1914 йылдан күскән халыҡты кире ҡайтарырға тырышҡан. Ләкин киреһенсә ерҙәрҙе талау ҙур тулҡын булып таралған. Баҫып алған ерҙәрҙе бирмәҫ өсөн рус колонизаторҙары башҡортҡа ҡаршы ҡанлы террор көсәйткән. Эш асылына төшөнмәйенсә, рус, татар зыялылары араһында ерҙе тигеҙ итеп бүлеү ынтылышы таралған. Ғәмәлдә башҡорттар күптән инде эре ер хужаһы булмаған, күскенселәр аҫаба башҡорт менән сағыштырғанда күберәк ер биләгән, уларҙың йән башына 6, 01 дисәтинә, башҡортҡа 2,98 дисәтина ер тура килгән. Булған ерҙе артабан тартып алыу дауам иткән. Уның ысулдары түбәндәгесә булған: а) осһоҙ хаҡҡа һатып алыу; б) осһоҙ хаҡҡа ҡуртымға алыу; в) ерҙәрҙе ҡорал менән тартып алыу; г) берәүгә дә әйтмәйенсә башҡорт ерендә ҡыҙыл комунна, товарищестовалар ойоштороу; Ҡаршылышҡан башҡортто күпләп үлтергәндәр. Былар бөтәһе лә большевиктарҙың власть органдары тарафынан хупланған. Биишев үҙ ваҡытында яңы һайланған РКП(б) өлкә комитеты үҙ белдеге менән ер баҫып алғандарҙың ерен, ҡаралтыларын конфискациялау тураһында ҡарар сығарыуға өлгәшә. Ләкин уны яуаплы вазифаларынан йәһәтләп бушаталар. Уның урынына РКП(б ) өлкә комитеты һәм БашЦИК председателе вазифаһына килеп ултырған Шәһит Хоҙайбирҙин Биишев ваҡытындағы ҡарарҙы үтәргә тырышып ҡарай, ләкин ул да вазифаларынан бушатыла. Яңы власть икенсе төрлө уйлағандарҙы яратмай, нисек тә булһа уларҙан йәһәтләп ҡотолоу сараһын күрә. Ахырҙа Мәскәҙәге ВЦИК ер талашына нөктә ҡуйырға була. Ул БАССР-ҙың яңы ер кодексын 1922 йылдың 20 июлендә ҡабул иткән. Яңы кодекс РСФСР-ҙың ер кодексын ҡабатлаған. Бынын һуң башҡорттар үҙ ерҙәрен кире ҡайтарыу мөмкинлегенән тулыһынса мәхрүм ителгәндәр. Ер мәсьәләһе Башҡортостан сиктәре менән дә туранан-тура бәйле булған. Башҡорт етәкселәре бер туҡтауһыҙ Башҡортостан ерен киңәйтеү мәсьәләһен ҡуя килгәндәр. Ул ваҡыттағы республика ере тик Ырымбур ерҙәрен генә үҙ эсенә алған булған, шуға күрә “Бәләкәй Башҡортостан” тип атап йөрөткәндәр. Тәүге Башревком иткәндән һуң да Республика сиген үҙгәртеп ҙуратыу онотолмаған. Башҡортостанға инмәгән Өфө губернияһында бик күп башҡорт йәшәгән, улар ҙа Башҡортостан эсенә ингеләре килгән һәм үҙ теләктәрен белдереп Үҙәккә күпләп ялыу яҙғандар. Ниһәйәт, эшкә үрләтелгән башҡорт етәкселәренең инициативаһы менән 1921 йылдың 10 майында БашЦИК президиумы менән РКП(б) өлкә комитетының берләшкән ултырышы Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советының рәйесе Муллаян Халиков доклады буйынса Өфө губернияһын Өфө ҡалаһы менән, Татарстанға бирелгән Минзәлә өйәҙенең башҡорттар йәшәгән олоҫтарын, Златоуст ҡалаһын һәм заводын Бәләкәй Башҡортостанға ҡушыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ләкин был ҡарар Үҙәк Совет хөкүмәте раҫламайынса закон көсөнә эйә булмаған. Өҫтәгеләр бер ҙә ашығып бармаған. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәндән һуң Башҡортостанды бер бөтөн хужалыҡ системаһына әйләндереү маҡсатында 1922 йылдың 14 июнендә ВЦИК “Автономиялы БашҡортСовет Социалистик Республикаһының сиген киңәйтеү хаҡында” декрет сығырған. Был декрет буйынса Өфө губернияһы бөтөрөлөп, уға ингән Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Башҡортостанға индерелгән, Миәс ҡалаһының өс өйәҙе Миәс ҡалаһы менән, Магнит тауы янындағы райондар шулай уҡ бирелгән.ТикБашҡорт республикаһының ялан кантоны Силәбе губернияһына күсерелгән, Минзәлә өйәҙе был декретта бөтөнләй телгә алынмаған. Аҙаҡтан уны Татарстанға биргәндәр. Шулай итеп, Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгән, уның үҙәге итеп Өфө ҡалаһы күрһәтелгән. Был декретҡа ҡаршы урыҫтар күтәрелеп сыҡҡан. Шуларҙың талабы буйынса элекке заводлы Тамъян-Ҡатай кантоны менән Белорет ҡалаһын Силәбе губернияһына күсереп, яңы декрет ҡабул ителгән. Башҡорт руспубликаһы сиген билдәләү бының менән генә бөтмәгән. Утыҙынсы йылдарҙа ул сик төрлөсә дөрөҫләнгән. Ахырҙа, сик боронғо башҡорт еренең биштән бер өлөшөн генә эсенә алған бер териториаль берәмек килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Белорет районы һәм ҡалаһы урындағы халыҡтың һәм етәкселәрҙең даими мөрәжәттәре арҡаһында Башҡортостанға кире ҡайтарылған. Өфө губернияһы ҡушылғас, яңы власть органдары төҙөлгән, тик ул органдарға һанаулы башҡорттар ғына һайланған. Мәҫәлән, РКП(б) өлкә комитеты призидумындағы туғыҙ ағзанан - бер башҡорт, БашЦИК президиумының ун ағзаһынан - дүрт башҡорт, ун бер халыҡ комиссариатында бөтәһе өс башҡорт булған. Үҙәк диктатураһы көсәйә барған ваҡытта ла улар үҙҙәре теләгәнде барыбер эшләй алмағандар, ураған һайын ҡаршы тороусылар табылып торған. Булған ҡаршылыҡтарҙы кәметеү, экономиканы аяҡҡа баҫтырыу эштәрен тикшереү өсөн 1921 йылдың мартында РКП(б)-ның X съезд йыйылышы булып үтә. Съезда резолюция ҡабул ителгән һәм унда ошондай ҙа пункттар булған: а) бөйөк рус милләтенә инмәгән халыҡтарға үҙ милли көнкүреш шарттарына ярашлы итеп совет дәүләтселеген үҫтерергә һәм нығытырға; б) урындағы халыҡтың тормошон һәм психологияһын белгән үҙ кешеләренән туған телдә эшләнгән суд, администрация, хужалыҡ һәм власть органдары төҙөп үҫтерергә һәм нығытырға; в) туған телдә матбуғат, мәктәп театр, клуб һәм ғөмүмән культура-ағартыу ойошмаларын төҙөп үҫтерергә; г) урындағы халыҡтан тиҙләтелгән рәүештә квалификациялы эшселәр, бөтә идара өлкәһендә эшләрлек совет һәм партия эшмәкәрҙәре һәм иң элек мәғариф хеҙмәткәрҙәре әҙерләр өсөн туған телдә дөйөм һәм профессионал-техник белем биреү курстары һәм мәктәптәре асып,мәғариф селтәр үҫтерергә ярҙам итергә; Ләкин был бурыстарҙы үтәр өсөн Башҡортостанда реаль мөмкинлектәр булмаған: башҡортса һөйләшкәндәр, ә яҙма башҡорт теле булмаған. Яҙыу төрки телдә алып барылған, шуға ла ул татарсанан ныҡлап айырылып та бармаған һымаҡ булған. Бер үк төрки телдә яҙғанға күрә татар зыялылары “башҡорт тигән милләт юҡ, ул тау-таш араһында ятып ҡалған татар,” тип яҙғандар, сөнки был мәсьәлә тағы ер мәсьәләһенә барып тоташҡан. Шуға күрә лә яҙыуҙы башҡорттоң үҙ теленә күсереү мәсьәләһе ҡалҡып сыҡҡан. Граждандар һуғышынан яңы ғына арынған илдә быны атҡарыу еңелдән булмаған. Иң тәүҙә алфавит төҙөү, орфографияны башҡорт теленә ҡулайлаштырыу, унан һуң башҡорт телендә дәреслектәр, гәзит-журналдар сығарыу, балаларҙы башҡорт телендә уҡытыу мөһим эштәрҙең төп тармаҡтары булып ҡала биргән. Бөтә ошо эштәрҙе башҡарыу өсөн 1922 йылдың көҙөндә Мәғариф комиссариаты янында Ғилми мәркәз (үҙәк) ойошторола, һәр эш өлкәһе буйынса комиссиялар төҙөлә. Эш ҡағыҙҙарын башҡорт телендә алып барыу ынтылышы рустарҙың ҡаты ҡаршылығына осраған. Ғәрәп алфавитына нигеҙләнгән башҡорт алфавиты һәм орфографияһы (дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре) 1922 йылдың аҙағына тамамлана. Тик бәхәстәр ҡыҙып китә: ҡайһы диалектты төп нигеҙ итеп алырға? Әммә башҡорттоң үҫешкән һөйләү теле булыу арҡаһында эпик фольклор телдәренә иғтибар итеп, бер ҡарарға килгәндәр. Хәҙер инде уҡытыусылар кадры әҙерләү мәсьәләһе беренсе сиратҡа ҡалҡып сыҡҡан. Рус шовинистарының бойкоты арҡаһында башҡорт теле эш итеү теле булып китә алмаған, эш ҡағыҙҙары рус телендә алып барыла. Был өлкәлә X съездың ҡарары үтәлмәгән, уны тикшереүсе лә булмаған. Хәҙер ҙә шулай. Егерменсе йылдар башынан илдә мәҙәниәт революцияһы үткәрелгән, тик үткән заман мәҙәниәтен инҡар итеү ҙур юғалтыуҙарға килтергән. Гел генә етәкселәр ҙә насар булып тормаған. Утыҙынсы йылдар башында ВКП(б) өлкә комитеты секретары булып торған йәһүд Я.Б. Быкин һәм икенсе секретарь А. Р. Иҫәнсурин, ниһәйәт, башҡорт проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтә башлайҙар. Быкин татар шовинизмы тураһында һүҙ йөрөткән, Башҡортостанда башҡорттар - төп милләт тип, асыҡлыҡ индереү яғында булған, башҡорт хеҙмәткәрҙәрен уҡытып, уларҙы төрлө яуаплы эштәргә йәлеп иткән, башҡорт кадрҙарын үҫтерергә тырышҡан. Уларҙың тырышлыҡтары бушҡа китмәгән, бигерәк тә мәғариф, мәҙәниәт йылдам үҫкән. Ошо осорҙа мәктәп йәшендәге бөтә балалар башланғыс мәктәпкә йәлеп ителгән, китап нәшриәте һәм матбуғат барлыҡҡа килгән, сәнғәт үҫкән. Тик утыҙынсы йылдар башында ғәрәп алфавитынан латинға күсеү күп мәшәҡәттәр тыуҙыра, элеккегә кәртә ҡуя. Һуңыраҡ башҡорт яҙыуын кириллицаға күсеү буйынса компания башлана. Обкомдың башҡорттарға ярҙам итеүе кемгәлер оҡшамаған, күрәһең. Партия контроль комитеты ағзаһы Сахьянова яҙған ялыуҙы тикшерер өсөн А.А. Жданов килә. Ул өлкә комитеты пленумын йыйып алдан әҙерләнгән ҡарарҙы уҡый, Быкин менән Иҫәнсурин эштән бушатыла һәм ҡулға алына. Бер-нисә айҙан һуң улар, төрлө язалауҙар аша үтеп, атыуға хөкөм ителә (4,305) Граждандар һуғышы тамамланыу менән һуғыш арҡаһында емерелгән экономиканы аяҡҡа баҫтырыу бурысы беренсе планға күсә. Совет дәүләте яңы экономик курс йәки үҙгәртеүҙәр юлына баҫырға мәжбүр була, сөнки элеккесә дауам итеү һәләкәткә килтереүе бик мөмкин ине. Әгәр ҙә артабан да һуғыш ваҡытындағы кеүек крәҫтиәндең игенен, мал-тыуарын ҡырып-һепереп көслөк менән алыу дауам итһә, билдәле, ул яңы ҡаршы торошҡа килтерер ине. Ас кешенең асыуы ҙур була, тигәндәй, ерҙә эшләүселәр йәш совет власына ҡаршы күтәрелерҙәр ине.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 58; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.008 с.) |