Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Экономик курстың өс йүнәлешеСодержание книги
Поиск на нашем сайте Беренсе йүнәлеш: НЭП - яңы экономик политика (1921-1928 йй.) Граждандар һуғышы осоронда Башҡортостандың экономикаһы бөтөнләй емерелә. Заводтар, рудниктар, домналар эштән туҡтай. Өфө, Белорет, Баймаҡ-Таналыҡ заводтарының эш ҡоралдары, станоктары ҡыҙылдар тарафынан да, аҡтар тарафынан да урлана, талана һәм ватыла. Бөтә ерҙә емереклек, бушлыҡ һәм аслыҡ һәм яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Аслыҡ менән ҡуша холера, тиф ауырыуҙары таралып, меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Крәҫтиәндәр нисек кенә ауыр булмаһын “продразверстка”, ”Хәрби коммунизм” сәйәсәтен хөкүмәт тарафынан һуғыш барғанға ғына үткәрелә, шуға күрә ваҡытлыса түҙеп торорға кәрәк, тип иҫәпләй. Һуғыш бөттө, ә дәүләткә тип аҙыҡ-түлекте талап алыу һаман дауам итә. Крәҫтиәндәр бындай политиканы үҙ итмәйҙәр, ризаһыҙлыҡ артҡандан-арта бара. Унда-бында сыуалыштар башлана. Бекетово ауылы крәҫтиәндәре артабанғы илдәге сәйәсәтте белеп ҡайтыр өсөн үҙҙәренән вәкил итеп бер-ике кешене юлбашсы Ленин менән осрашыуға ебәрергә булалар. 1921 йылдың яҙында Өфө губернияһының Бекетово ауылы крәҫтиәндәре: Кондров һәм ағалы-энеле Шапошниковтар башҡалаға ҡарай юллана. Мәскәүҙә улар большевиктарҙың етәкселәре В.И. Ленин, М.И. Калинин, А.Д. Цюрупа менән осраша. Бигерәк тә Халыҡ Комиссарҙар Советы рәйесе Ленин крәҫтиәндәргә күп һорауҙар бирә, ауыл тормошон һораша, булып үткән ауырлыҡтар тураһында белешә, сәбәптәрен асыҡларға тырыша. Ленин менән күберәк Шапошниковтарҙың өлкәне иркенләп һөйләшә. Әңгәмә ваҡытынла экономик политиканы үҙгәртергә ваҡыт еткәнен аңғарта, артабан бәләкәйерәк миҡдарҙағы аҙыҡ-түлек налогы индереүҙе тәҡдим итә. - Һеҙҙеңсә, Алексей Романович, продразвестка урынына проднолог индерһәк, уның миҡдары күпме булырға тейеш? - Мин, Владимир Ильич, дөйөм рәүештә генә әйтәм: продналог продразвестканан ике-өс тапҡыр кәм булһа - ерҙә эшләүселәр риза булырҙар ине, тип уйлайым. Продналог миҡдары урожайға ҡарап, мәҫәлән, ун-ун ике проценты кимәлендә, шул уҡ ваҡытта ғаиләнең ҙурлығынан, эшсе көстәренән сығып билдәләнһен ине . - Ярай, шулай булһын, ти. Ә ҡалғанын ҡайҙа итер инегеҙ, хөрмәтле Алексей Романович? Ҡалғаны ашарға һәм орлоҡҡа китә, унан ҡалғаны баҙарға сығарыла, унда ниндәй хаҡ - шул хаҡҡа һатыла. - Әгәр совет власы ауыл хужалығы инвентарҙарына алмаштырһа - буламы? - Була, әлбиттә, Владимир Ильич, тик улар артыҡ ҡиммәт булмаһын ине. - Әгәр налогтан тыш ҡалып баҙарға сығарыла торғанын баҙар хаҡы менән хөкүмәт алһа - нисек була? - Баҙар хаҡы менән кем алһа ла ярай. Хөкүмәт күмәртәләп ала икән - беҙҙең бер мәшәҡәтебеҙ кәмейәсәк. Күрһәтелгән урынға алып бара ла ауҙарабыҙ, тик аҡсаһы шунда уҡ бирелергә тейеш! Вот шулай. Тағы хөкүмәт ауыл хужалығы хеҙмәт ҡорамалдары менән ярҙам итһен ине, әйтәйек, һабан, тырма, башҡа ҡорамалдарҙы йә игенгә алмаштырып, йә ныҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатып алып булһа - бик шәп килеп сығыр ине. - Эйе, бик дөрөҫ һүҙҙәр, беҙҙең промышленность быларҙы етерлек дәрәжәлә сығара алыр тип уйлайым, ул ғына ла түгел ваҡыты еткәс тракторҙар, сәскестәр, механик веялкалар, косилкалар, молотилкалар етерлек дәрәжәлә булыр тип уйлайым. Әгәр ауыл хужалығына йөҙ мең трактор бирә алһаҡ, Алексей Романович, Рәсәй иле көрсөктән сығасаҡ. Тын алырлыҡ бер аҙ ваҡыт ҡына кәрәк, ике-өс йыл да үтмәҫ беҙ үткәргән ҡот осҡос аслыҡтар артта ҡалыр, тип уйлайым. Ләкин был ауырлыҡтарҙы оноторға ярамай, киләсәк быуын ил тарихын, уның ауыр һәм еңел осорҙарҙағы үҫешен, алға табан йүнәлгән ынтылышын белеп үҫергә тейеш. Шунһыҙ совет власы һуғышһыҙ көйө юҡҡа сығасаҡ. Крәҫтиәндәр менән осрашыуҙың иртәгәһенә Владимир Ильич Рәсәйҙең ауыл хужалығы тураһында оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Һүҙ юҡ, аслыҡтан сығып та өлгөрмәгән халыҡты туйындырыр өсөн яңы экономик политика кәрәк. Алыш-биреш иткәндә крәҫтиәнде нимәлер менәндер мәтди ҡыҙыҡһындырып, дәүләт уны экономик ысулдар аша үҙенә йәлеп итергә тейеш. Иң тәүҙә крәҫтиәндәргә асыҡ итеп яҙылған мөрәжәғәт кәрәк! Мөрәжәғәт крәҫтиәнгә аңлайышлы телдә яҙылырға тейеш! Һәм ул, Халыҡ Комиссарҙар Советы рәйесе, шунда уҡ ашыға-ашыға яҙа башланы: Ко всему крестьянству Обращение ВЦИК 23 марта 1921 года Зачем нужна была разверстка? Трехлетняя тяжелая и разорительная война, которую вела Советская власть с царскими генералами. Помещиками, с русскими и иностранными капиталистами, закончилась победой рабочих и крестьян... Война стоила больших расходов и требовала больших жертв от рабочих и крестьян. Особенно тяжелой была для крестьянства разверстка на продукты сельского хозяйства, которую должна была ввести Советская власть, чтобы прокормить многомиллионную армию, рабочих железных дорог и важнейших промышленных предприятий. Разверстка отменяется
Теперь, когда натиск капиталистов и помещиков на Советскую Россию отбит, когда Россия отстояла в войне свою независимость от власти иностранного капитала.. .- теперь настал момент уменьшить тяготы крестьянства без риска потерять наиболее ценные завоевания рабоче-крестьянской революции. Отныне постановлением Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета и Совета Народных Комиссаров разверстка отменяется и вместо нее вводится натуральный налог на продукты сельского хозяйства. Налог - облегчение крестьянству
Этот налог должен быть меньше, чем хлебная разверстка. Он должен назначаться еще до весеннего посева, чтобы каждый крестьянин мог заранее учесть, какую часть урожая он должен отдать государству и сколько останется вего полном распоряжении. Налог должен взиматься без круговой поруки, т.е. должен падать на отдельного домохозяина, чтобы старательному и трудолюбивому хозяину не пришлось платить за неаккуратного односельчанина. По выполнению налога, остающиеся у крестьян излишки поступают в его распоряжение. Он имеет право обменять их на продукты и инвентарь... Он может использовать их для обмена на нужные ему продукты через кооперативы на местных рынках и базарах. Налог - мера временная
Отмена хлебной разверстки и введение вместо нее налога является большим облегчением для крестьянского населения... Но крестьянство должно помнить, что эта мера является временной. Лишь страшная нищета неналаженность торговли с заграницей вынуждают Советскую власть брать часть продуктов крестьянского хозяйства в виде налога, т.е. без возмещения... В дальнейшем в строительстве социалистического хозяйства мы достигнем такого успеха, когда за каждый пуд крестьянского хлеба Советское государство будет давать равноценный и нужный в деревне продукт. Дружно за работу. Приближается время весенного посева. Всероссийский Центральный Исполнительный Комитет и Совет Народных Комиссаров призывает земледельцев России напрячь все силы к тому, чтобы ни одна десятина пашен не осталось не засеянной. Каждый крестьянмн должен теперь знать и твердо помнить, что, чем больше он земли засеет, тем больше будет тот излишек хлеба, который останется в его полном распоряжении. ... Настоящее обращение должно быть прочитано во всех селах, деревнях, станциях, на фабриках, заводах и в красноармейских частях РСФСР. Председатель ВЦИК М. Калинин Председатель Совеа Народных Комиссаров В. Ульянов-Ленин Секретарь ВЦИК А. Енукидзе Яңы экономик политика ысынбарлыҡта ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелгән ине. Ошо курс эстәрендә ғәмәлгә инде:
- продразверстка ике тапҡыр бәләкәй размерҙа булған продналог менән алмашыныу; - шәхси предприятия асыу мөмкинлеге; - кооперацияға ойошоу; - Дәүләт контроле аҫтында ирекле баҙар экономикаһына кире ҡайтыу;
Бындай яңы экономик политика шарттарында Башҡортостанда ла ауыл хужалығы кооперативтары барлыҡҡа килде һәм киңәйә барҙы. Крәҫтиән үҙе уйлағанса техниканы, орлоҡто, инвентарҙы тотонорға мөмкинлек алды. Хөкүмәт ер эшкәртеүсегә ссуда, натураль ярҙам, налог политикаһы аша тәьҫир итергә тырышты һәм был эште даими башҡарыу ғәмәлгә керҙе, налогтан ҡалған аҙыҡ-түлекте баҙарҙа ирекле хаҡ менән һатырға йәки нимәгәлер алмаштырырға мөмкинлек бирҙе, орлоҡ менән ярҙам итеү фондтары булдырҙы. Былар бөтәһе лә ауыл хужалығы үҫешенә ыңғай тәьҫир итте: сәселгән майҙандар күбәйә барҙы, алынған уңыш күбәйҙе, мал һаны ипләп-яйлап артты. Аслыҡ үтте, тормош бер аҙ йәнләгәндәй булды. 1925 йылға ҡарай ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу тамам булды, артабан уны үҫтереү бурысы алғы планда ҡала бирҙе. Шулай итеп, 1927 йылдың көҙөнә ҡарата колхоз - 217, коммуна - 22, мелиоратив товарищество - 219, орлоҡ товариществоһы - 22, башҡа төрлө ойошмалар - 56 берәмек барлыҡҡа килгән. Был һандар 1927 йылдың ноябрендә үткән РКП(б)-ның XII Башҡорт өлкә конференцияһында әйтелә (16, 205). Күренеүенсә, әлегә коммуналар һәм колхоздар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай ҙа беренсе йомғаҡтар ыңғай үҫеш башланып, артабан дауам итеүен күрһәтә.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 47; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.007 с.) |