Революция тулҡындарында 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Революция тулҡындарында

Поиск

Билдәле булыуынса, XX быуат башында Рәсәйҙә өс революция булып үтеп, шуның беренсеһе (1905-1907) еңелеүгә дусар була. Халыҡ ризаһыҙлығының революцион болғанышҡа барып етеүенең политик-экономик сәбәптәре билдәле: экономик яҡтан эшселәр һәм капиталистар араһындағы, крәҫтиәндәр һәм помещик - алпауыттар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ торһа, политик яҡтан илдә шәхси иректең булмауы, батша власының абсалют булыуы, буржуазия менән дворяндарҙың власть вәкилдәре булыуы тора.

1905 йылдың 9 ғинуарында Петербургта эшселәрҙе атыу бөтә ил буйынса халыҡтың ҙур нәфрәтен тыуҙыра. РСДРП-ның Урал комитеты “Бөтә Урал эшселәренә” тигән прокламацияһында батшалыҡҡа ҡаршы үлемесле көрәшкә саҡырып мөрәжәғәт иткән.

9 ғинуар менән бәйле рәүештә Башҡортостанда большевиктар ойошторған байтаҡ ҡына сығыштар булған.

12 ғинуар: Өфөлә ике йөҙ кеше ҡатнашлығында митинг үтә;

19 ғинуар: Өфө тимер юл мастерскойҙары алдында ике мең кеше ҡатнашлығында митинг. Большевик И.А. Воронин сығыш яһай; 

16март: Өфөлә “Мосолмандарға” тигән прокламациялар таратылған. Ул мосолман эшселәрен баш күтәреүгә саҡырған. Унда былай тип әйтелгән була:

“Мосолмандар, һеҙ ниндәй заман килгәнен һәм Рәсәйҙә нимә эшләнгәнен беләһегеҙме икән? Барлыҡ рустар, поляктар йоҡлап ятмайҙар, хәрәкәт итәләр, хөкүмәт менән алышалар һәм төрлө талаптар ҡуялар. Мосолман эшселәр, һеҙ ҙә шулай баш күтәрегеҙ, рус эшселәренә ҡушылығыҙ, хәлегеҙҙе яҡшыртыу тураһында шул уҡ талаптарҙы ҡуйығыҙ. Уянығыҙ йоҡонан, ҡыбырлағыҙ!...Халыҡ файҙаһына тырышығыҙ, мосолмандар! Рус илендә ялғанлыҡ бөтһөн һәм хәҡиҡәт вә ғәҙеллек тантана итһен!” (1).

1май: Өфөлә, Тирләндә, Белоретта, Ҡатау-Иванда байрам демонстрациялары үткәрелгән.

Йәй буйы көрәш дауам иткән. Май менән август араһында Өфө һәм Ырымбур губерналарында эшселәрҙең 31 забастовкаһы булған.

Эшселәр хәрәкәтенең күтәрелеше йоғонтоһонда крәҫтиәндәр ҙә ҡуҙғалған. Башҡорттар араһында аграр хәрәкәт “Тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарырға” тигән лозунг аҫтында барған. Мәҫәлән, Бөрө өйәҙе, Үрге Тәтешле, Әсән олоҫоноң башҡорттары ҡаҙна һәм дворяндар алған ерҙәрҙе башҡорттарға ҡайтарыуҙы талап иткәндәр. Стәрлетамаҡ, Бәләбәй өйәҙендә “ер болалары” йоҙороҡ һуғышы һәм жандармдарға ҡаршы тороу менән тамамланған. Урманлы райондарҙа урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡып алып ҡайтыу киң ҡолас алған.

Революция һулышы армияла ла беленгән. Башҡортостандың хәрби частарында сыуалыштар башланған. Мәҫәлән, 18 июлдә Златоуст станцияһында һуғыштан ҡайтып килгән 214-се Мокшан полкы вокзал бинаһын баҫып алған. Август айында башҡорттар хеҙмәт иткән 750-се запас полкта бола күтәрелгән. Шулай уҡ Силәбе запас полкында ла революцион сығыштар булған. Артабанғы йылда ла ошондай сығыштар күпләп күҙәтелгән.

Рус-япон һуғышы (1904-1905 йылдар) революцияны тиҙләтеүгә тағы бер сәбәпсе була. 1904 йылдың 4 ғинуарында Япония, һуғыш иғлан итеп тормайынса һуғыш башлай, хәрби ғәмәлде атҡарыу өсөн Порт-Артурҙа рейдта торған эскадраны  Япон флоты утҡа тота. Улар тарафынан рустарҙың ,,Варяг” крейсеры һәм ,,Кореец” канонеркаһы, матростарҙың батырҙарса ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, һыуға батырыла. Был алышта япондарҙың да бер корабле һыу аҫтына китеп юғала. Был ваҡиғалар тураһында Рәсәй хөкүмәте, генераль штаб документтары  һәм архивтарҙа һаҡланған   мәғлүмәттәр бихисап.  

Рус-япон һуғышында башҡорт милләтенән булған һалдаттарҙың да ҡатнашыуы билдәле. Бер төркөм башҡорт халыҡ йырҙары бына ошо турала бәйән итә лә инде. Был һуғышҡа ҡағылған һәм билдәле булған йырҙар әллә ни күп тә түгел, улар эсенә, әйтәйек, ,,Манжур,” ,,Порт-Артур”, ,,Ғайса”, ,,Илсе Ғайса” йырҙары инә.

Шулай итеп, 1905-1907 йылдарҙағы революция осоронда Башҡортостан да ситтә ҡалмаған.

1914 йылдың 1 авгусында (19 июлдә) Беренсе донъя һуғышы башланып киткән. Рәсәй иле һуғышҡа әҙерләнеп бөтмәгән көйө фронтҡа барып инә. Был империалистик һуғыш ауыр йөк булып хнҙмәтсәндәр елкәһенә ятҡан. Унар меңләгән эшсе-крәҫтиән һуғышҡа алынған. Заводтарҙа һәм фабрикаларҙа эш көнө оҙайтылған, эш хаҡы кәмегәндән-кәмегән, штрафтар үҫкән. Ауыл хужалығы бөлгөнлөккә төшкән. Аттар күпләп фронтҡа оҙатылған, шул арҡала сәсеүлек майҙаны һәм малдар һаны ҡыҫҡарған, халыҡтың ризаһыҙлығы артҡан. Шул уҡ ваҡытта капиталистар был һуғышта байыған. Мәҫәлән, Белорет акционер йәиғиәтенең килеме 1913 йыл менән сағыштырғанда 5 тапҡырға, Эҫем заводыныҡы 3 тапҡырға артҡан.

1916 йылдың аҙағында Рәсәйҙә революцион ситуация өлгөрөп еткән. Путилов заводында 1 февралдә башланған забастовка бөтә Рәсәйҙә революцион тулҡын барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән.

Ә 27 февралдә Рәсәйҙә буржуаз-демократик революция еңгән. Уның төп үҙенсәлеге илдә ике властлылыҡ урынлаштырыуҙан ғибәрәт булған. Башҡортостанда ла ике властлылыҡ барлыҡҡа килгән.

2 мартта Рәсәйҙә Ваҡытлы хөкүмәт ойошторола. Унда күпселек урынды кадеттар, йәки конституцион-демократик партия ағзалары ала. Николай II тәхеттән баш тартҡандан һуң, В.И. Ленин-Ульянов етәкселегендәге Россия социаль-демократик эшселәр партияһы йәшерен хәл-тороштан сығып, февраль революцияһы менән мөһәтһенмәйенсә, уны социалистик революцияға әйләндереп, власты ҡулға алыу өсөн көрәш башлай.

Февраль революцияһын һәм батшаның төшөрөлөүен башҡорттар шатланып ҡаршы ала, сөнки һуғыш башланыу менән халыҡтың, бигерәк тә эшселәрҙең йәшәү кимәле ҡырҡа аҫҡа тәгәрәй. Һуғыш осоронда эш көнө оҙайтыла, эш хаҡтары кәмей, эштән тыш бушлай эшләү тәртибе индерелә, штрафтар системаһы килер эш хаҡының ҙур өлөшөн юҡҡа сығара.

Большевиктарҙың пропагандаһы менән һуғарылған ябай һалдаттар германға ҡаршы һуғышырға теләмәйҙәр. Миҫал өсөн 1917 йылдың ғинуар айында батша армияһына алынып, урыҫ-герман һуғышына оҙатылған Икенсе Этҡол ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы) егете Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың ,,Кем өсөн” тигән шиғырын килтерергә була:

 

...Инде килдек беҙ бында:

Ҡайҙа ҡыуалар шунда,

Дошманыбыҙ кем унда,

Ни үсебеҙ бар унда?

Был һуғышты батша, байҙар

Кәсеп өсөн ҡуҙғыта.

Улар файҙаһы өсөн

Һалдат ҡырылып ята.

Беҙ түгәбеҙ ҡандарҙы,

Улар йыя малдарҙы...(2)

Фронтта рус офицерҙары араһында патриотик (ватанлылыҡ) рух таралған булһа ла, һалдаттарҙа ул юҡ, улар һуғышырға теләмәйҙәр, шул арҡала дезиртирлыҡ факттары көн һайын тиерлек булып тора. Ҡаршы торған дошман яғы ла һуғыш алып барыуҙа әрһеҙлек күрһәтмәй.

Ваҡытлы хөкүмәт властҡа килеп ултырып, ирек һәм халыҡтар тиңлеге тураһындағы белдереүе башҡортта яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр уятҡан, сөнки халыҡ тыныслыҡ, демократия һәм ергә ҡағылған мәсьәләләрҙе тиҙ арала ҡаралып, хәл итерен көткән.

Батшаның тәхеттән баш тартыуының иртәгәһенә Ваҡытлы хөкүмәт ошондай манифест сығара:



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 55; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.006 с.)