Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Башревкомдың эшмәкәрлеге һәм уға ҡаршы көрәшСодержание книги
Поиск на нашем сайте Башревком, 1919 йыдың авгусында ҡыҙылдар менән бергә кире ҡайтып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына урынлашҡан. Уның рәйесе булып Вәлидов урынына май айында һайланып ҡуйылған Харис Йомағолов яңы урында эш башлаған. Зәки Вәлиди үҙе рәйеслектән бушатыуҙы һораған һәм хәрби комиссар булып ҡалған. Йомағолов автономияны Килешеү шарттарынан сығып ғәмәлгә керетеү буйынса тырышып эш башлаған. Башревкомдың Стәрлегә килеүе башҡорт халҡын активлаштырып ебәргән, ябай кешеләр уның ҡушҡан бойроҡтарын бер һүҙһеҙ үтәгәндәр, шул уҡ ваҡытта параллель губерния властарының бойороҡтарын атҡарырға теләмәйенсә, күрмәмеш-белмәмеш булып аша үткәреп ебәргәндәр. Колчак яғында йөрөгән башҡорттар берәмләп йәки төркөм-төркөм булып үҙ хөкүмәте яғына сыға башлаған. Башревком Башҡортостан республикаһына күсә торған территорияны, мөлкәтте, эштәрҙе ҡабул итер өсөн Ырымбур, Пермь, Өфө губревкомкомдары менән бәйләнешкә ингән, тик тегеләр яғынан ныҡ ҡаршылыҡҡа осраған. Губревкомдар башҡорт автономияһын танырға бөтөнләй теләмәгәндәр. Стәрлетамаҡҡа коммунистар фракцияһы председателе итеп ебәрелгән Ғәли Шәмиғулов (сығышы - мишәр, башҡорт булып яҙылған) башҡорт эштәренә төрлөсә аяҡ салып, тегеләргә әүҙем ярҙам иткән. Урыҫтар һәм татарҙар Совет власы менән Килешеүҙән һуң да башҡорт автономияһын танырға теләмәгәндәр. Килешеүҙе Үҙәктең хата аҙымы тип һанағандар. Ни тиклем аяҡ салһалар ҙа, Башревком ҙур тырышлыҡ менән үҙ эштәрен башҡарған: үҙ бүлектәрен һәм комиссариаттарын төҙөгән, кантондарҙа милиция органдары, ревкомдар булдырыуҙы йәһәтләгән. Башҡортостанда һуғыш һәм тәбиғәт ҡырыҫлығы арҡаһында аслыҡ башланғас, Халыҡ комиссарҙарының ҡарары менән ас кешеләргә, балаларға ярҙам итер өсөн “Башкирпомощь” тигән ойошма төҙөлгән. Ул гел урыҫ халҡынан торған, улар ас башҡортто түгел, туҡ ҡарынлы рустарҙы ҡайғыртып, бөтә ярҙамды шуларға тотонған. Мәҫәлән, Кананикольск балалар йортона аҙыҡ-түлек артығы менән килтерелгән саҡта, Миндеғол балалар йортонда аҙыҡ үтә наҡыҫ булыу сәбәпле, утыҙҙан ашыу бала астан үлә. 1921 йылдың яҙына аяҡ баҫҡас та аслыҡ бөтмәгән. Аслыҡ ҡорбандары тураһында, мәҫәлән, Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылының арҙаҡлы шәхесе, ауылдашым Шәһәрғәзи сәсән Ғәбдиев әсенеп, үҙ күҙе менән күргән фәжиғәләрҙе, былай тип яҙып ҡалдырған: “1921 йыл - Икенсе Этҡол ауылына килгән иң ауыр, фәжиғәле йыл булды. Егерменсе лә үк ҡурҡыныс янаны. Ҡыш бик ҡаты килде, ҡара һыуыҡ булды. Ҡар бөтөнләй яуманы, һыуыҡ, көслө ел ер өҫтөндәге уңдырышлы тупраҡты, сәселгән ужым арышын осороп алып китеп бөттө. Яҙ үтә һуңлап, һыуыҡ килде... Оҙаҡҡа һуҙылған империалистик һәм граждандар һуғышы күп ирҙәрҙе һәм аттарҙы һәләк итте. Күптәр әле лә һуғыштарҙа ине. Ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ғына ҡалды. Ауыл халҡы 1920 йылғы сәсеүҙе көс-хәл менән үткәрҙе. Әммә бөтә йәй буйына тамсы ла ямғыр яуманы. Ҡояш ҡыҙҙыра, сәсеүлектәр, үләндәр, ағас япраҡтары эҫелектән янып-көйөп бөттө. Мал ашарлыҡ үлән ҡалманы, малдар ҡырылып үлә башланы. Ашарға икмәк етешмәне. Аслыҡ көндән-көн яҡынлашты. Ә 1921 йылға инеү менән фажиғәле көндәр башланды. Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ас кешеләргә ярҙам итә алмағаныма ҡайһы саҡ ултырып илаған көндәрем дә булды. Үтә ҡыҙғаныс хәлдәр ине. Аслыҡҡа интеккән кешеләрҙән мал-тыуар ҡалманы, эт, бесәй, ҡара ергә аяҡ баҫыу менән йоморан, алйырҙан, кеҫәртке, хатта йылан тотоп ашарға, ҡырағай ҡоштарҙы ауға эләктерергә, уларҙың йомортҡаларын йыйып алырға мәжбүр булдылар. Бигерәк тә 1921йылдың ҡышы, яҙы ҡот осҡос булды. Ауыл халҡының яртыһынан күберәге аслыҡтан һәләк булды. Күбеһе бар ғаиләләре менән гүр эйәһе булды. Хатта уларҙың нәҫел ебе лә өҙөлдө. Икенсе Этҡол ауылында 1914-1918 йылдарҙағы һуғышта 19 кеше ятып ҡалды, 1919-1920 йылдарҙағы һуғышта ҡыҙылдар һәм аҡтар тарафынан 31 кеше үлтерелде. 1921 йылғы аслыҡта тик мин белгән Таулы урамынан ғына 336 кеше һәләк булды. Мәйеттәрҙе Хафиз бабайҙың келәтенә һәм һарайына утын һымаҡ өйөп ҡуйҙылар һәм һаҡ ҡуйҙылар, сөнки ас кешеләр ашар өсөн йә ботон, йә ҡулын ҡырҡып алып китәләр ине. Хафиз бабай үҙе лә, ҡатыны ла, бала-сағалары ла үлгән ине. Яҙ еткәс мәйеттәрҙе иллешәрләп-йөҙәрләп тәрән соҡорҙарға күмделәр... Аслыҡтан интеккән кешеләр иҫке тиреләрҙе, йылдар буйы туҙып ятҡан һөйәктәрҙе онтап ашанылар, хатта Аҡбалсыҡ соҡоронан аҡ балсыҡты, он икән тип күреп ашап ҡараусылар ҙа булды... “Аслыҡ йылы алабута - аш ҡына, алтын-көмөш - таш ҡына” тигән мәҡәл тап шул осорҙа тыуғандыр ҙа. Эйе, ас кешеләр өйҙәрендәге иң ҡиммәтле әйберҙәрен бер телем икмәккә алытырҙылар. Алтын-көмөштөң астар өсөн бер баһаһы ла юҡ ине... Кешеләрҙең астан шешенеүе уларҙы көр һымаҡ итеп күрһәтә, ә үҙҙәре бер хәлһеҙ, атлай ҙа алмайҙар ине. Ҡыш көнө ҡайҙа ҡарама, бигерәк тә юл буйҙарында, астан үлгәндәрҙең мәйеттәре иҫәпһеҙ һанһыҙ ине. Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарында кеше ашаусылар ҙа булды. Уларҙы судһыҙ-ниһеҙ төрлөсә язалап үлтерҙеләр. Шундай язалаусыларҙың береһе, батша армияһының аҡ офицеры Әхмәров Әхмәткәрим ауыл халҡына үтә ҡанһыҙлыҡ күрһәтте. Әхмәткәрим мал алды, Мал алмаһа йән алды. Милиция итеп ҡуйҙы Үҙ ҡустыһы Камалды Тарихта ла күренмәгән Бигерәк яман йот булды. Әхмәровтар ҡулында Ярты ауыл эт булды. Мин 1911йылғы йотлоҡто күрҙем. Атайымдың 1891 йылғы аслыҡ тураһында ла һөйләүҙәрен хәтерләйем. Әммә ул йылдарҙа халыҡ ҡара көндәргә тип һаҡлаған аҙыҡ запастары, мал-тыуарҙары булды, кешеләр аслыҡҡа улай бирешмәне, 1921 йылдағы һымаҡ бөтөнләй бөлгөнлөккә төшмәне. Ә 21-се йылда аҡтар килде - тананылар, ҡыҙылдар килде - таланылар, булған мал-тыуарҙы ҡыуып алып китеп бөттөләр, һәр төрлө көс етмәҫлек яһаҡтар һалдылар, барлы-юҡлы аҙыҡты тартып алып, халыҡты тамам бөлдөрҙөләр... Ошо ауыр, фәжиғәле аслыҡ йылында Америка Ҡушма штаттары беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар үҙ ҡорамалдарын, аҙыҡтарын алып килеп, ауылда ашхана асты, халыҡты төрлө дарыуҙар менән тәьмин итте. Беҙ был ашхананы АРА (Американ Рельеф Администрацион - Б.Х) ашханаһы тип йөрөттөк. Бында туҡланған йөҙәрләгән бала ас үлемдән ҡотолоп ҡалды” (2,18-20). Егерменсе йылдың башында уҡ политик йүнәлештәге эштәр ҡырҡыулашып киткән. Татар төркөмөнөң авантюраһына түҙә алмайынса Башревком үҙенең 1920 йылдың 14 ғинуар ултырышы ҡарары менән Шамиғоловты, тағы уның өс кешеһен ҡулға алған. Был хәбәр Самойлов менән Артемды ярһытып ебәргән, улар бөтә күрше губернияларға, Үҙәккә телеграммалар ебәреп, бында восстание башланырға тора тип хәбәр һалған. РКП(б) Үҙәк Комитеты өлкә комитетына Башревкомды яңынан төҙөргә күрһәтмә биргән. Партия өлкә комитеты үҙенең ултырышында үҙҙәренең кешеләренән торған яңы Башревком тәғәйенләгән, Йомағолов һәм башҡалар партиянан сығарылған. Халҡынан айырыу өсөн Йомағоловты Мәскәүгә ебәргәндәр, ә Раҡайҙы ултырыш бер тауыштан атырға хөкөм иткән. Апрель аҙағында Вәлидов Мәскәүгә алынып, шунда эшләп йөрөгән сағында башҡалала башҡорт эштәре буйынса махсус комиссия эшләй башлаған. Ул башҡорт автономияһы буйынса яңы положение төҙөү менән шөғөлләнгән. 1920 йылдың 19 майында РСФСР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙар Советы “Автономлы Башҡортостан Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо хаҡында” тигән ҡарар ҡабул иткән. Бының буйынса бөтә экономик, политик органдар Үҙәккә бойһондоролған. Асыҡ һәм ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, автономия тик йырлап-бейеүгә, әҙәбиәткә генә ҡағылышлы булып ҡалған. Был ҡарар ҡабул ителгәндән ете көн алда, 12 майҙа, Мәскәүҙән Вәлидов Мәскәүгә эшкә алыныу сәбәпле, Башревком рәйесе вазифаһынан бушатыла, тигән телеграмма алынды. Шул арала өлкә комитет ашағып үҙ пленумына йыйылды һәм араларында “Вәлиди кешеһе” тип аталып йөрөтөлгән, Башҡортостан коммунистары тарафынан һайлап ҡуйылған өлкә комитет ағзаһы, сәйәси сәрҡәтип Әхмәткамал Каспранскийҙы вазифаһынан алып ташланы. Уның урынына Үҙәктән ебәрелгән “интернацианалсы” Викман ҡуйылды. Шунан һуң партия һәм хөкүмәт учреждениеларын унда эшләүсе “валидовсыларҙан” таҙартыу башланды. Бындай шарттарҙа Башревкомсылар ҡаушап ҡалды. Шулай ҙа башҡорт мәсьәләһен киренән ҡарарға, Әхмәтзәки Вәлидовты Башҡортостанға кире ҡайтарыуҙы талап итеп Владимир Ильичҡа телеграмма һуҡтылар. Мәскәүҙән бер яуап та булманы. Шулай ҡаңғырышҡан ваҡытта ышаныслы кеше аша Әхмәтзәки Вәлидинән хат килеп төштө. Хатты уҡыр өсөн Башревком рәйесе вазифаһын башҡарыусы Таһир Имаков кисен ревком ағзаларын үҙ фатирына йәшертен рәүештә йыйып алды һәм хатты асып уҡый башланы: “...Хәҙерге ваҡытта Үҙәк бәләкәй халыҡтар автономияһына ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Республикаға тәҡдим яңы автономиялары Николай Икенсе һәм Столыпин автономияһынан да насарыраҡ. Татарҙар лидеры Сәйетғәлиев Татар автономияһы хаҡында Сталинға хат яҙып биргәйне. Сталин иптәш уны йыйылышта, бөтә халыҡ алдында, йыртып ташланы. Сәйетғәлиев хәҙер коммунистар фирҡәһенән бөтөнләйгә китергә йөрөй... Күптән түгел профсоюздарҙың III съезы булды. Әммә уның ҡарарҙарында милли автономиялар хаҡында бер һүҙ юҡ. Мәскәүҙә шовинистар арта бара... Татарҙарға ла Ҡазан эргәһенән “автономия”бирергә булдылар. Исеме “Татар Совет Республикаһы” тип аталһа ла, унда урыҫ килмешәктәре һәм шовинистар хакимлек итәсәк. Ошондай “автономия”ны Башҡортостанда ла үткәрмәкселәр: иҡдисади, сәйәси, хәрби мәсьәләләр барыһы ла Мәскәү ҡулында буласаҡ. Бына ниндәй “үҙаллылыҡ”әҙерләйҙәр шәреҡ халыҡтарына... Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм тулы автономияға ирешеү өсөн беҙҙең тарафтан бындағы Төркөстан, Татарстан һәм Ҡырғыҙстан етәкселәре менән берлектә ҡабул ителгән түбәндәге сараларҙы үтәргә тейешһегеҙ. 1.Үҙәк беҙгә тик мәҙәни автономия һымаҡ нәмә ҡалдырып, Башҡортостандың бөтә иҡдисади байлығын тартып алмаҡсы, сәйәси органдарын үҙенә бойһонормаҡсы. Шуға ла Башҡортостан байлыҡтарын үҙебеҙҙең ҡулда ҡалдырырға тырышырға кәрәк. Мине һәм Йомағоловты аҙыҡ-түлек органдарына һайлағыҙ. 2. Бик тиҙ арала кантон съездарын үткәрегеҙ һәм урындағы хәкимиәтте һайлағыҙ. Мине һәм Йомағоловты ҡайтарыуҙы талап итегеҙ. Ошо хаҡта Үҙәккә телеграммалар ебәрегеҙ. 3. Әгәр съезд саҡырыуға ҡаршы килһәләр, коммунист башҡорттар һәм шайка (ҡораллы баш күтәреүселәр)исеменән протест белдерегеҙ һәм беҙҙе сънзға саҡырып, Мәскәүгә телеграмма һуғығыҙ. 4. Әгәр телеграф һәм башҡа юлдар аша тапшырылған талаптарығыҙ үтәлмәһә, РКП-нан айырылығыҙ һәм шәреҡ коммунистары менән “Көнсығыштың бөтә халыҡтарына азатлыҡ!” тигән саҡырыу аҫтында берләшегеҙ. Азияның шәреҡ коммунистары партияһын төҙөгөҙ. Был йүнәлештә бөтә көстө һалып, бик ныҡ эшләргә тура киләсәк. Ошондай эштәр Башҡортостанда ғына түгел, беҙ төҙөгән план буйынса шәреҡтең бөтә өлкәләрендә - Төркөстанда, Ҡырғыҙстанда, Татарстанда бер юлы үткәреләсәк. 5. Әле һеҙҙең менән булған бөтә коммунист хеҙмәткәрҙәр эш урындарынан китергә тейеш. Ғәскәрҙе һәм ғәскәри курстарҙы, дезертирлыҡ рәүеше биреп, берәм- берәм ҡоралдары менән өйҙәренә таратығыҙ. 6. Көрәште дауам итеү өсөн шәреҡҡә, мосолмандар күп булған төбәктәргә китегеҙ. Урыҫ шовинистарының ҡойроҡ аҫты булырҙай йәки үҙҙәренең абруйы менән башҡорт халҡын әүрәтерҙәй бер генә башҡортто ла Башҡортостан етәкселегендә ҡалдырмағыҙ. Башҡаларҙың таралып бөтөүен талап итеп, Үҙәктә Исхаков Ибраһим етәкселегендә Йәғәфәровты һәм Ғүмәр әҡеүәтовты ҡалдырығыҙ, уларға иң ауыр һәм яуаплы эштәрҙе йөкмәтегеҙ. 7. Кантондарҙа тик аҙ билдәле, халыҡта танылыу тапмаған, абруйыбулмаған кешеләр генә, мәҫәлән, Үҫәргәндә Юныстың атаһы Бикбулатты, Бөрйәндә Әхмәҙей Ғүмәровты ҡалдырығыҙ. 8. Орскиҙа, Ырымбурҙа Башҡортостан үҙәге һәм кантондар менән бәйләнеш тотоу өсөн берәр кеше билдәләгеҙ.” Тынлыҡ урынлашты. - Йә, ниндәй фекерҙәрегеҙ бар, асыҡтан-асыҡ әйтегеҙ, боҫоп ҡына ултырып ҡалырлыҡ мәл түгел! - тип Имаков ғәскәр башлығына ҡарай күҙ йүгертте. Әүхәҙи Ишмырҙин тороп баҫты һәм һөйләй башланы: - Әхмәтзәки ағай минең өсөн юлбашсы һәм һаман да хөкүмәт башлығы. Уның әйткәндәре менән тулыһынса килешәм. Бөгөндән ғәскәрҙе таратып ташлап дала яғына сығып китергә әҙермен. Хәрбиҙәрҙе ҡоралдары менән таратасаҡмын. - Беҙ таянысһыҙ ҡалмаҫбыҙмы икән? - Юҡ, ҡалмаҫһығыҙ! Кәрәк ваҡытта кире йыйып алырбыҙ. Әгәр бөгөн булған ғәскәрҙе күрһәтеп ары-бире йөрөһәк - һуғыш сығып китеүе бар. Урыҫтар әллә ҡасанан бирле сей эҙләп табып, ғәскәрҙе дөрөргә самалап йөрөйҙәр, тик башлай алғандары юҡ. Ә тирә-яҡ урыҫ нығытмалары менән тулы - ябрылыуҙарын көт тә тор! Һуғышырға өйрәнеп алдылар бит инде. Илдархан Мутин үҙенең сығышында Башревком да, ғәскәр ҙә таралырға тейеш тигән фекерҙе тәҡдим итте, быға ҡаршы сығыусылар булманы. Башҡа төрлө сара ҡалманы, шикелле. Улар 1920 йылдың 16 июнендә эш урынын ҡалдырып, ситкә таралыштылар. Иртәгәһе көнө Яңы Усман ауылында йыйылып декларация ҡабул итәләр. Унда: “Милли әҙселектең үҫешенә аяҡ салған бөйөк рус дәүләтселек тенденцияһы һәм Үҙәктең башҡорт коммунистарына ышанмауы сәбәпле яуаплы башҡорт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанды ташлап китә... Китеүҙең маҡсаты - һис тә халыҡ ялпыһын совет власына ҡаршы күтәреү түгел, ә эш ҡалдырып, рус шовинизмына ҡаршылыҡ белдереү” - тип әйтелгән. Был ваҡиғанан һуң большевиктар власы, талаш сәбәптәрен асып, конфликтты хәл итә торған урынға, Башҡортостандағы һәм уның күрше өлкәләрендәге хәрби көстәрҙе әҙерлек хәленә килтерә. Башревкомдың “ҡасыуын” ишеткән РКП(б) өлкә комитеты ағзалары “берәй этлек эшләп ҡуймаһындар былар” тип башта ҡурҡыуға төшкәндәр, һуңыраҡ ревкомдың ысынлап та Стәрленән китеп эҙһеҙ юғалыуҙарына инанғас, ҡыуаныстан ни эшләргә белмәгәндәр. 23 июндә һигеҙ генә ағза йыйылып, тик үҙ кешеләренән торған яңы Башревком тәғәйенләгәндәр һәм уға бойһоноу тураһында күпләп хаттар таратҡандар. Яңы ревком башҡорт хәлен бөтөнләй аңламаған, уның тормошон һәм тарихын белмәгән, тик урыҫтарҙан һәм татарҙарҙан ғына торған. Уның рәйесе итеп татар Ф. Мансуров тәғәйенләнгән, дөйөм һайлауҙар үткәреү тураһында берәү ҙә уйламаған. Әйткәндәй, шул ваҡытта идара иткән БашЦИК һәм Башсовнаркомда ла бер башҡорт та булмаған. Яңы Башревком эште элекке Башревкомды ғәйепләүҙән башлаған. Шуға күрә урындағы кантком ағзалары, халыҡ менән берлектә, Мансыровтың “ояһын” танырға теләмәгәндәр, протестарын күрһәтер өсөн эштәрен ташлағандар. Ундайҙарҙы ҡулға алып төрмәгә ташлағандар, ҡайһыларын судһыҙ-ниһеҙ атҡандар. Мәҫәлән, Үҫәргән кантонының рәйесе Сабирйән Усаров протест йөҙөнән рәйеслектән баш тартҡан. Бер-нисә көндән һуң уны ҡулға алғандар һәм “контра” тип атап бер-ниндәй судһыҙ-ниһеҙ атып үлтергәндәр. Бындай башбашлыҡтар төрлө урындарҙа төрлө вариантта ҡабатланып торған. Бөрйән-Түңгәүер ерендә Советтар съезы 25 июнгә тәғәйенләнгәйне, тик уйламағанда бындағы хәлдәр ҡуйыра башланы. Тәүҙә ҡапыл ғына Темәс урамдарында башҡорт хөкүмәте ҡарамағындағы башҡорт атлылары хасил булды. Күренекле коммунист, ойоштороу комиссияһы рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙин аптырап ҡуйҙы: бында Вәлидов әтрәте нишләп йөрөй икән? Йылғыр аттар егелгән ике тачанкала берәр пулемет ултыртылған, ҡалғандары һыбайлылар. Хоҙайбирҙиндың һорауын төркөм етәксеһе “аҙыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн” килгәндәрен әйттеләр һәм бындағыларға бер-нисек тә ҡамасау яһамаясаҡтарын әйттеләр, бик йомшаҡ мөғәмәләлә булдылар. Кантком рәйесе тынысланғандай булды. Ысынлап та эре һөйәкле һәм ҡалҡыу кәүҙәле егеттәрҙән торған отряд унда-бында арҡыс-торҡос үткеләп йөрөнө, әммә кантком рәйесенең эшенә бер ҙә ҡыҫылманы, кешеләр аша уларҙың халыҡтан аттар һатып алып йөрөүҙәре генә билдәле булды. Халыҡ съездға алдан уҡ йыйыла башлағайны, ана, делегаттар һәм уларҙың аттары менән Темәс урамдары тулған, хәҙер йыйылыштың башланыр ваҡытын да үҙгәртеп булмай бит әле! Тағы РКП(б) өлкә комитеты вәкиле килеп етмәгән, ул булмаһа - ҡайһылай итергә? Баштан-аяҡ ҡоралланған Вәлидов әтрәтенә бында нимә бар? Бына шуныһы аңлашылмай, шуныһы хафаға һала. Бөтәһе 136 делегат саҡырылған, шуларҙың 27-е генә партия ағзаһы, ҡалғандары - фирҡәһеҙҙәр. Милләт яғынан 45 урыҫ, 84 башҡорт ҡатнаша. Коммунистар фракцияһында башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, фракцияны бай урыҫтар ғына яҡлай. Күпселек халыҡ коммунистарҙы яратмай, делегаттарҙың күбеһе - партияһыҙҙар яғында. Дмитриев та килеп етмәне, әлегә Вәлидов әтрәте эшкә ҡамасауламай, шикелле, Хоҙайбирҙин съезды үҙ ваҡытында асырға булды. Ғауға-фәләнһеҙ генә президиум һайланды. Кантондағы хәл-торош тураһында Шәһит доклад уҡып сыҡты. Башҡалар ҙа сығыш яһаны. Һорауҙарға яуап биргәндән һуң беренсе көнгә йомғаҡ яһалды. Икенсе көндө эш башламаҫ элек обкомдан телеграмма килеп төштө: “Милләтселәрҙең эше Башревкомдың ҡасыуы менән тамамланды. Ун көн буйы Башҡортостан етәкселекһеҙ торҙо. Валидовсылар фетнә күтәрергә самалай. Обком уларҙы енәйәтсе тип һанай. Яңы Башревком составын еткерәбеҙ: Мансыров - рәйес, Викман - ярҙамсыһы, Уразаев - сәркәтибе, ағзалары: Ахлов, Семякин, Зудов, Баталов, Лобов, Хөснетдинов.” Артынса яңы Башревком исеменән яҙылған фарман тотторҙолар. Хоҙайбирҙин был телеграммаларҙы халыҡҡа еткермәй торорға уйлағайны - килеп сыҡманы, ҡайҙандыр ишеткәндәр. Йыйылышты асыуы булды делегаттар ҡорт күселәй шаулаша башланы: - Ниндәй яңы Башревком ул? Ҡайҙа телеграмма, уҡы шуны! Йыйылыш рәйесенә телеграмманы уҡырға тура килде. - Элекке Башревком ҡасҡас - ҡайҙа булғандар? Моғайын барыһын да атып йыҡҡандарҙыр әле! - Беҙгә коммунистарһыҙ советтар кәрәк! - Башҡортһыҙ Башревком буламы! - Гел урыҫтан һәм татарҙан торған Башревком беҙгә кәрәкмәй. - Кәрәге бер тин был ревкомдың, яңынан ревком һайларға кәрәк! Ошонда уҡ! Шау-шоу, ығы-зығы китте, делегаттар ҡысҡырышты, кемделер һүкте, съезд ҡулдан ысҡына башланы. Тап ошо ваҡытта Дмитриев килеп инде, ул шаулашҡан халыҡҡа ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла һаман да бер ни төшөнмәйенсә төпкә, президиум ултырған ергә үтте. - Тынысланығыҙ әле, халыҡ! Тыңлағыҙ мине, ағай-эне! Бына Дмитриев иптәш килде, барыһын да шул аңлатыр! Хоҙайбирҙин Дмитриевҡа ышанғайны, ләкин уныһы бер нәмә лә белмәй булып сыҡты, ни әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ итеп тик тора.“Бер ни ҙә белмәйем, миңә берәү ҙә был турала белгертмәне” тигән һүҙҙәрҙән ары китмәне.- Беҙгә ниндәйҙер ғәскәр яҡынлай, тиҙәр, кемдәр улар? - Кемдәр икәне билдәле, Мансыровтыҡылар беҙҙе ҡулға алырға самалап ебәргән әтрәттер! Ҡысҡырыш тынманы, делегаттар рөхсәтһеҙ-ниһеҙ йыйылышты ташлап ҡайта башланылар. Уларҙы тотоп тынысландырырлыҡ рәйестә көс булмай сыҡты. Ул арала 60-70-ләгән ҡораллы рус һыбайлыларынан торған отряд Темәскә килеп инде. Хоҙайбирҙиндың һорауына уларҙың командиры дезертирҙар эҙләүен, Преображенский хәрби нығытманан килгәндәрен әйтте. Әгәр ике отряд үҙ-ара һуғыш ойошторһа - оло бәлә буласаҡ бит! Аҙаҡтан канткомды көсһөҙлөктә ғәйепләп язаға тартырасаҡтар. Кантком рәйесе съезд исеменән ике отрядҡа ла Темәсте ташлап китергә ҡушты. Преображенский отряды ҡарарҙы шунда уҡ үтәне, Баймаҡҡа ҡарай юл тотто, ә башҡорт һыбайлылары, эштәре бөтмәгәнгә һылтанып, бында ҡалыуын дауам итте. Кантком хеҙмәткәре барып, башҡорт атлылары командирына ҡағыҙ тотторған ваҡытта тегеһе ҡығыҙҙы алырға теләмәгән, әйткән: “беҙҙең эштәр бөтмәне әле, шуларҙы тамамлаһаҡ - китербеҙ. Ә һин, ағай, бәлшәүиктарға һатылған Шәһиттең йомошсоһо булып йөрөгәнсә, йүнлерәк бер эш менән шөғөллән! Беҙгә ҡамасаулап был тирәлә йөрөмә! Күҙҙән юғал!” Ә бер-ике көн үткәс, тегеләй -былай сабып йөрөгән буйсан һәм өндәшмәҫ башҡорт һыбайлылары, ҡомға һеңгән һыуҙай, юҡҡа сыҡты, ҡасан ҡайҙа киткәндәрен берәү ҙә аңғармаған һәм күреүсе лә булманы. Темәстә һәм тирә яҡта береһенән-икенсеһе ҡурҡынысыраҡ булған хәбәрҙәр таралды, имеш, урыҫтарҙан торған ниндәйҙер ҡораллы отряд шул ауылды, был ауылды баҫып алған, талаған, ҡатын-ҡыҙҙарын мыҫҡыл иткән, ғәйепһеҙ башҡорттарҙы атып киткән һәм башҡалар. Темәс, ҙур ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, тыныслана алмайынса геүләне. Тырыша торғас кантком рәйесе Стәрле менән бәйләнешкә кереп Йәғәфәров менән һәйләшә алды. Ул элекке ревком ағзаларының эш ташлап ҡайһылыр тарафта юғалыуы, уларҙың урынына яңы кешеләр тәғәйенләнеүен әйтте, яңы хөкүмәттең ағзаларын берәмләп атап сыҡты. Кискеһен штыктарын алға һоноп, тулҡын-тулҡын булып, күп һанлы һалдаттар пәйҙә булды. Бер ни ҙә аңламаған кешеләр ихаталарға, өйҙәргә йәшенеү сараһын күрҙеләр. Кантон башҡарма комитеты бинаһында өҫтәл артында ултырған Шәһит Хоҙайбирҙин ниндәйҙер шау-шоу ишеткәс торҙо, тышҡа сығырға булғайны бүлмәгә атылып хәрбиҙәр килеп инде. Араһында бер офицер күренә. - Руки вверх! Ҡулдарҙы күтәрергә тура килде. Йүгерешеп килделәр ҙә тентей башланылар. - Егеттәр! Мин коммунист, урындағы власть башлығы... - Молчать! Иначе получишь пулю! Руки назад! Ауыҙҙы йоморға тура килде. Елкәгә төртөп, штыктар менән этеп ишеккә ыңғайлаттылар. Сыҡтылар. Кантком идараһы бинаһы һалдаттар менән уратып алынған, ике пулемет ултыртҡандар. Бында торған милиция, камендант командаһы ҡоралһыҙландырылған. Бөтәһен дә арестанттар камераһына индереп яптылар. Көслө ҡарауыл ҡуйҙылар. Кемдер ишек аша ризаһыҙлығын ҡысҡырып әйтеп ишеттергән ыңғайы дүрт һалдат инеп типкеләп уны туҡмап сыҡты, береһе судһыҙ-ниһеҙ атыу менән янаны, тегенең ауыҙына штыгын тығып шаҡарҙы. Бисараның ауыҙынан ҡан китте, бер-ни тиклем ваҡыт ҡанын туҡтата алмай яфаландылар. Бынан һуң ҡулға алыныусылар сарсаһалар ҙа һыу һорап алырға ла ҡыйманы. Хәлдең етди икәнлеге ахырҙа бөтәһенең дә башына барып етте. Уларҙы ике юл көтә: төрмә йәки сығарып атыу. Икенсеһе башҡарыусы өсөн - сығымһыҙ һәм еңел юл, ғүмерҙе өҙөр өсөн бер-нисә грамм түңәрәк тимер киҫәге етә... Аҙна ваҡыт үткәс кенә ҡулға алынғандарҙы сығарҙылар. Хоҙайбирҙин шуны ишетеп белде: шундай хәбәр тартҡандар икән, йәнәһе, башҡорт наркомдары Темәстә йыйылып фетнә башларға тора, улар ҡулында өс мең һыбайлы һәм башҡалар. Бына шул “баш күтәреүселәр”ҙе юҡ итергә тигән фарман менән килгән Преображенский отряды булып сыҡты былар. Ярай әле эш боҙолоп өлгөрмәне, ҡан ҡойошоуға барып етмәнеләр. Большевик Шәһиткә тағы бер яңылыҡ килеп етте: элекке Башревком ағзалары Усман ауылында йыйылып йәшерен кәңәшмә үткәргәндәр һәм шунан һуң ҡайһылары ҡаҙаҡ далаларына инеп юғалғандар, бәғзеләре йәшерен эш алып барыу өсөн үҙ илендә ҡалған. Был хәбәр дөрөҫмө-юҡмы тағы берәү ҙә белмәй. Бик буталсыҡ ваҡыт бит, ҡайҙан барыһын да белеп бөтәһең. Етмәһә, бер көн бер хәбәр алһаң, икенсе көн шул хәбәрҙең киреһен ишетәһең. Шундай ваҡыт. Тимәк, тип уйлап алды Шәһит Хоҙайбирҙин, башҡорт атлылары Башревкомды ҡурсылыусы төркөм булһа, Преображенский отряды шул наркомдарҙы эҙләп йөрөүселәр булған икән! Тик эҙҙәренә төшә алмаған. Һуңыраҡ, тыныс ҡына йәшәп ятҡан көндәрҙең береһендә яңы Башревком Стәрленән Темәстә булған хәлдәрҙе тикшереү өсөн ҡораллы отряд ебәрҙе. Отряд командиры Поленов кантон етәкселегенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп башҡорттарҙы атып, аҫып, ҡатын-ҡыҙҙы йәберләп, вәхшилек ҡылып йөрөй башланы. Ул тәртип урынлаштырып тыныслыҡты һаҡлай торған урынға кантонда “хәрби хәл” иғлан иткән. Поленов кантон съезында һайланған башҡарма комитетты ҡыуып таратҡан, ҡайһы берҙәрен атҡан, ҡалған ағзалары ҡасып ҡотолған. Ошонан һуң карателдәр сәбәпһеҙ-ниһеҙ, башҡорт булған өсөн генә, уларҙы һуя башлаған. Халыҡты талау һәм ҡырыу киң ҡолас алған. Шундай хәлдә башҡортҡа ойошоп карателдәргә ҡаршы тороуҙан башҡа сара ҡалмаған. Сараһыҙҙан ҡулына ҡорал тоторҙай башҡорттарҙан унда-бында Поленовҡа ҡаршы тороусы отрядтар төҙөлә башлаған. Башҡорттарҙың берләшкән көсөнә элекке Башревком рәйесе Сөләймән Мырҙабулатов етәкселекте үҙ өҫтөнә алған. Уның тураһында Йыһат Солтановтың китабында ентекле яҙылған (18). Мырҙабулатов етәкселегендәге баш күтәреүселәр янына, Зәки Вәлиди яҙыуынса, йәш үҫмерҙәрҙән алып аҡ һаҡаллы ҡарттарға тиклем ағыла (21). Советтарға ярҙам ҡылыу өсөн Темәс яғынан Шәһит Хоҙайбирҙин доброволецтар йыя. Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг Мортазин, отряд ойоштороп урындағы боласыларға ҡаршы сыға. Икегә бүленгән башҡорт яугирҙәре бер-береһен йәһәннәмгә ебәрә башлайҙар. Бына шулай башҡорт башын башҡорт ҡыя, үҙ милләттәштәре араһында ҡаршы торош килеп сыға. Ябай халыҡтың күбеһе ни булғанын да аңламай аҙаплана, ни эшләргә лә белмәй, күбеһе аҡты ҡыҙылдан, ҡыҙылды аҡтан айыра алмай аҙаплана. Репрессиянан ҡасып тау-таш араһына киткән төркөмдәрҙең береһенә Хәжиәхмәт Унасов етәкселек итә. Эш башы былай була: Һарыбил урыҫтары (хәҙерге совхоз-техникум үҙәге урынлашҡан ерҙәге утар,) беҙҙең ергә керҙе тип һылтаулап Байыш ауылының яланында утлап йөрөгән йылҡы өйөрөн ҡыуып алып китәләр һәм һеңдерергә уйлайҙар. Вәлидов хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы, һуғыш уттары аша үткән Хәжиәхмәт Унасов бындай хәлгә түҙмәй, бер-нисә иптәше менән барып өйөрөн сығарып ала, шул ыңғайҙан бер-нисә урыҫ атын да эйәртә. Урыҫтар был “ат ҡарағы” эшен кантон миицияһына еткерәләр. Милиция начальнигы, ҡайҙандыр ҡырҙан килгән әҙәм - А.С. Насиров, тикшереп тә тормайынса, Унасовты Темәс төрмәһенә яба. Ә ул, бәһлеүән тоҡомо заты, бура мөйөшөн күтәреп асып, сығып ҡаса. Хәҙер инде ул урыҫтар өсөн “ат ҡарағы,” ауылдаштары һәм башҡорттар өсөн “Хәжиәхмәт батыр” булып китә, сөнки ул Поленовтың террорист-карателдәрҙән торған отрядына ҡаршы көрәш башлар өсөн төркөм йыя һәм аҫып-киҫеп йөрөгән был отрядҡа үҙе башлап һөжүм итә, яҡын-тирәләге башҡорт ауылдарын һаҡ аҫтвна ала. Тәүҙә ете кешенән торған Унасовсылар партизанса ысулдарҙы ҡулланырға мәжбүр була. Был отряд ҡырғынсыларҙың ваҡ төркөмдәренә ҡаршы сығып, улар тарафынан таланған малдарҙы кире халыҡҡа ҡайтара. Шулай итеп, Хәжиәхмәт батырға әйләнә. Унасовсыларҙың һәм унан башҡа ойошҡан ябай халыҡтың көрәше ун бер кантондың һигеҙендә тоҡанып дөрлап яна. Улар, винтовкалар етмәү сәбәпле суҡмар, һөңгө, балта, һәнәк, булмаһа оҙон сыбыртҡы менән ҡоралланған булалар һәм хәләдренән килгәнсе ҡырғынсы отрядтарына ҡаршы торалар. Республика хөкүмәте был сығыштарҙы ут менән баҫтытырға теләп ҡыҙыл частарҙы республика эсендә туплай башлаған. Ысын һуғышҡа әйләнеп ҡыҙып барған бындағы ҡырҡыу хәлде Үҙәк хөкүмәт ишетеп ҡала. В. И. Ленин Шәмиғоловты, Республика эсендә йәшәгән Үҙәк вәкиле Мостовенконы саҡыртып ала, отчет талап итә һәм хәрәкәтте килешеү юлы менән кисекмәҫтән бөтөрөргә ҡуша. Башҡортостан эсендә үтә ауыр һәм ҡатмарлы ваҡыт. Поленовтың эҙәрләүенән ҡасып ябай кешеләр элекке БашЧК рәйесе Сөләймән Мырҙабулатов ойошторған “халыҡ армияһы”на барып ҡушыла. Был армиянан башҡа Урал аръяғында башҡа отрядтар ҙа хәрәкәт итә: Хәжиәхмәт Унасов, Фәтхулла Мәғәсумов, казак офицеры Выдрин, Лапин төркөмдәре. Бер ваҡыт Унасов, Лапин, Зәйнуллин Күсем ауылында урынлашҡан Мырҙабулатовҡа киләләр һәм көстәрҙе бергә ҡушырға тәҡдим яһайҙар. Кем ҡаршы бындай берләшеү эшенә? Берәү ҙә ҡаршы түгел, ҡушылышыу - кәрәк эш, көс күбәйә. “Тик Советтарға ҡаршы түгел, ә Поленовтың язалау командаһына ҡаршы көрәшәсәкбеҙ, - тип аңғартты халыҡ армияһы командиры, минең уй шулай: Шәмиғолов диктатураһы дөмөккәндең иртәгәһенә башҡорт хөкүмәте менән килешеү төҙөйәсәкмен. Ике меңдән ашып киткән армия ике дивизияға бүленде. Башҡортостандағы хәлдең артабан киҫкенләшеүенә сәбәпсе булған Ғәли Шәмиғолов эшенән алынғас, Каширин отряды, Мәскәүҙең бойороғо нигеҙендә, башҡортто атып-аҫып йөрөгән Поленов менән Руденко отрядтарын ҡамай, Поленов, Руденко Верхнеуралськиҙә ҡулға алына һәм атыуға хөкөм ителә... 1920 йылдың аҙағында Үҙәк Совет власы вәкиле Мостовенко Муса Мортазинды саҡырып ала һәм баш күтәреүселәр менән килешеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнен әйтә һәм был ауыр йомошто, башҡа ҡулай кеше таба алмағас, комбригҡа йөкмәтә. Мостовенко һәйбәт ҡоралланған тулы полк оҙатыуында барырға кәңәш бирә Мортазинға. - Ярай, ризамын, тик мин осрашыуға илле кешелек һаҡ командаһын ғына алам, ҙур отрядһыҙ барырға уйлайым, - тип хәбәр һала комбриг, - шулай иң уңайы булыр. Меңләгән кешенән торған полкты ашатып-эсереп, саң туҙҙырып йөрөтөргә кәрәк - мәшәҡәте күп. Тағы мырҙабулатовсылар беҙҙе аңламаҫ. Уйламағандан тағы ҡан ҡойош китеүе мөмкин. - Ай-һай, яңылыш булмаҫмы икән улай, - тип шик белдерә Мостовенко, - башһыҙ ҡалыуың бар бит. - Мырҙабулатов намыҫлы башҡорт, совет власы өсөн ныҡ бирелгән кеше. Белеүемсә, уның отряды Күсем ауылында туҡталған, уныҡылар халыҡты таламаған, ғәскәрҙе ашатыу өсөн аҙыҡ-түлекте тик байҙарҙан алғандар. - Уның отрядында бандит шайкалары ла бар, бына шулар эште боҙмаҫмы икән, иптәш комбриг? - Боҙмаҫ тип уйлайым, иптәш Мостовенко. Әгәр ҡорал һалырға теләмәһәләр - ошо көс менән дә ҡыйратасаҡмын! Минең һүҙ ҡыҫҡа булыр. Муса Мортазиндың яҡынлауын ишеткән Мырҙабулатов үҙе комбригты эҙләп тапты. Ике яҡ ярҙа торған ике эре етәксе, аулаҡ өйгә инеп, таңға тиклем һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырҙылар, тиҙ уртаҡ тел таптылар. Шул арала Унасов, килешеүгә риза булмайынса, үҙ төркөмө менән ҡайҙалыр китеп юҡҡа сыҡты. Мортазиндың дөрөҫ эш итеүе арҡаһында килешеү уңышлы тамамланды. Хәҙер Әбйәлил - Учалы яҡтарында тупланған Выдрин менән Звездиндың “йәшел” бандаларына, Унасов отрядына ҡаршы көрәште дауам итеп, уларҙы ҡоралһыҙландырыу ғына ҡала. Берләшкән башҡорт отрядтары менән һөйләшкәндән һуң, 1920 йылдың 26 ноябрендә килешеү төҙөлдө. Килешеү шарттары:
• элекке Башревком ағзаларын кире эшкә ҡайтарырға; • карателдәрҙең мал-мөлкәткә килтергән зыянын ҡапларға һәм талаусыларҙы яуапҡа тарттырырға; • яуаплы эштәргә башҡорт милләтенән булғандарҙы ла ҡуйырға; • Башҡорт республикаһына, халҡына ҡаршы эш алып барғандарҙы республиканан ҡыуырға һәм Ревтрибунал судына бирергә; Был шарттар, әлбиттә, тулыһынса үтәлмәй ҡалған. Мостовенко үҙе Йомағолов, Алкин, Вәлидовтың кире ҡайтыуына риза булмаған, килтерелгән зыян да кире ҡайтарылмаған, ләкин совет хакимдәре башҡорттарға хөрмәт менән ҡарарға, һағыраҡ һәм йомшағыраҡ политика үткәрергә мәжбүр булғандар. Килешеү шарттарын өлөшләтә үтәргә тырышып, РКП(б) өлкә комитеты үҙ составына өс башҡортто кереткән. Шуларҙың береһе Әхмәҙулла Биишев, элекке Башревкомдың, Вәлидовтың политикаһы дөрөҫ тип һанаған башҡорт. Һүҙгә маһир, һәр теманы нигеҙле итеп һөйләй белеүсе был шәхесте Башҡортостандың халыҡ комиссарҙары рәйесе итеп ҡуйғандар. Юғары вазифанан файҙаланып, бащҡорт хөкүмәте башлығы Биишев шунда уҡ РСФСР-ҙың Милли Халыҡ комиссариаты - Наркомнац алдына 19 майҙа ҡабул ителгән “Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” тигән декретын яңынан ҡарау, республика территорияһын, республиканың экономик, политик хоҡуғын киңәйтеү мәсьәләләрен ҡуйған. Ул декрет совет ҡоролошоноң алға китеүенә ҡамасаулай тип әйтелгән. Ысынбарлыҡта был талапта тәүге Башревком талаптарын яңынан ҡабатлаған. Шуныһы үкенесле: үрҙә был талаптарҙы үтәргә берәү ҙә атлығып тормаған. Рустар менән ҡаршылыҡтың көсәйә барыу арҡаһында башҡорттар тағы ҡораллы отрядтар төҙөй башлаған. Был юлы милли хәрәкәткә Ғабдулла Амантаев етәкселек иткән. Баш күтәреүселәр республика хөкүмәтенә элекке башҡорттарҙы ҡайтарыуҙы талап итеп ҡуйған. Ғабдулла Амантаев тураһында Берйән Байымов әсенеп былай тип яҙҙы: “Утыҙ йәше лә тулмаҫ элек тормошта һәм ижадта оло бейеклектәр яуларға, туған халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҙур фиҙәҡәрлек өлгөһө күрһәтергә өлгөрә ул. Йәнә әллә ниндәй үрҙәргә үрләр, әллә ни тиклем ғилми һәм әҙәби хеҙмәттәр яҙыр, әллә күпме ғалим һәм әҙиптәр тәрбиәләр ине Амантай. Әммә 1937 йылда “халыҡ дошманы”, “буржуаз милләтсе”тигән нахаҡ ғәйептәргә дусар ителеп, ...атылып үлтерелә” (20). Был ҡаршы торошто хәл итергә РКП(б) өлкә комитеты һәләтһеҙ булып сыға. Шуға күрә 27 июнь пленумында өлкә комитет президиумы яңынан һайланған һәм уның беренсе (политик) секретары итеп Әхмәҙулла Биишев ҡуйылған. Ул баш күтәреүселәр менән килешеүгә өлгәшкән. Биишев республикалағы хәл-торошто ҡаты тәнҡит аҫтына алып, башҡорттарҙы совет һәм хужалыҡ эштәренә ылыҡтырырға, башҡорт телен, рус теле менән бер ҡатарҙан, дәүләт теле итеп ҡабул итергә йүнәлеш тотҡан. Ошо юҫыҡта әүҙем эш алып барыуы арҡаһында 1921 йылдың аҙағында Биишев бөтә яуаплы эштәрҙән алып ташлана. Шәһит Хоҙайбирҙин дә ошондай яҙмышҡа дусар булған. Тап ошо ваҡытта “вәлидовсылыҡҡа” ҡаршы компания башланған. Был компания Мәскәүҙә тотолған Вәлидовтың күҙәтеү аҫтынан ҡасып, Урта Азиялағы баҫҡынсылар хәрәкәтенә ҡушылғандан һуң, кинәт көсәйеп киткән (21).
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 59; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.019 с.) |