Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Дина. Мин һиңә күп итеп балалар табып бирермен. Майне либе (Һөйгәнем минең. )Поиск на нашем сайте Ут һүнә XV КҮРЕНЕШ Мәрҙән йортоноң алды. Мәрҙән, Диана, Алекс. Мәрҙән.Архивтан хәбәр килдеме? Алекс. Әйе, электрон почтаға: “Эҙҙәре юҡ”, - тигән яуап килде. Диана. Ҡыҙғаныс. Алекс. Өләсәйем, атайым борсолорҙар инде. Мәрҙән. Өмөттө бер ҡасан да юғалтырға ярамай. Алекс. Мин һеҙҙә ҡыҫҡа ғына ваҡытта күп нәмәне аңланым. Диана. Әйт, нимә аңланың? Алекс. Бында кешеләр һүҙ аша түгел, флюидтар аша,йөрәктәре аша аңлашалар. Диана. Ә һеҙҙә? Алекс. Беҙҙә кешеләр гел йылмайып торалар. Бер-береһенә күңелдәрен асырға теләмәйҙәр. Беҙҙә -битлек! Бөтә нәмә лә аҡса менән үлсәнә. Мәрҙән.Һеҙҙең ил ғәрәсәттәр аша үтмәгән. Беҙҙең илдә бер быуат эсендә генә нисәмә һуғыш булған. Алекс. Һеҙгә олатай, тип өндәшһәм яраймы? Ә ниндәй көс һеҙҙе алға, еңеүгә этәрҙе? Мәрҙән. Еңеүгә... Ышаныу һәм мөхәббәт! Диана.(Диананың кеҫә телефоны шалтырай. Ул ситтә һөйләшә.)Олатай,олатай! Мәрҙән.Нимә булды? Диана. Ғәфү ит, тик мин һинең рөхсәттән башҡа Фәрхәт бабайҙы өйгә саҡырҙым. Мәрҙән. Нисек? Ниңә? Диана. Ул миңә телефон номерын ҡалдырған ине “Бик кәрәк һөйләшеү был. Бик кәрәк. Хәҙҙер һөйләшмәһәк, һуң булыуы ихтимал”, - тине. Ул килгән. Фәрхәт керә Фәрхәт таяҡҡа таянған, ауырлыҡ менән, көс-хәл туплап, саҡ-саҡ атлап йөрөй. Фәрхәт.Һаумыһығыҙ! Мәрҙән. Тағын һин! Фәрхәт. Ҡорҙаш, һөйләшәйек. Быныһы һуңғы килеүем. Башҡа йөрөй алмам. Мәрҙән. Ултыр! Фәрхәт. Рәхмәт! (Ултыра) Мәрҙән.Балалар, һеҙ сығып тороғоҙ. Фәрхәт. Юҡ, ҡорҙаш! Был тарих уларға ла һабаҡ булһын. Диана. Олатай Алекс. Кәен ай стей? Мәрҙән. Нимә? Диана. “Уға ла ҡалырға мөмкинме”, - ти. (Мәрҙән башын ҡаға) Мәрҙән. Мин белмәгән ниндәй тарих ҡалған? Тыңлайым. Фәрхәт.Мәрҙән, минең ыҙан баҡса кәртәһенә терәлде. Мәрҙән. Беҙ икебеҙ ҙә баҫыу ҡапҡаһы алдында түгел инде. Фәрхәт. Шуға ла әйтәһе һүҙемде, еткерәһе аманатымды еткерәһем килә. Мәрҙән. Ниндәй аманат? Фәрхәт. Элеккенән... Мәрҙән. Ниңә инде улар хәҙер? Фәрхәт. Күрәһегеҙме, әнә теге аҡ ҡайындар араһынан ул ҡарап тора! (Барыһы ла боролоп ҡарайҙар) Диана. Бабай, унда бер кем дә юҡ бит! Алекс. Был – һаташыу. Мәрҙән. Нимә һөйләйҙең һин? Кем ҡарап торһон унда? Фәрхәт. Фәйрүзә... Мәрҙән. Кәрәкмәй, ҡуҙғалтма йәнемде. Фәрхәт. Юҡ, тыңла! Мин һөйләргә тейеш... Мин Фйрүзәгә һүҙ бирҙем. Был – аманат! Бер ай өйрәнеүҙәр үткәндән һуң, беҙҙе фронтҡа ебәрҙеләр, тик юлда ул эшелонды бомбаға тоттолар. Беренсе бәрелештә үк тубыҡҡа снаряд ярсығы эләкте. Артабан үҙең беләһең. (Тубығына һуғып күрһәтә) Бер ҡара эсле бәндә ҡайтыу менән “Самострел”, - тип мөһөр һуҡты. Ҡалғаны аңлашыла инде. Күптәр ҡырылды ул эшелондан. Бергә үҫкән дуҫтар, ауылдаштар... Дөрөҫөн әйткәндә, ысын батырҙар һуғыш яланында ятып ҡалды, тупраҡҡа әйләнде. Ҡайтҡандары: кемгәлер уңай тура килгән, кемделер Хоҙай һаҡлаған, кемдер үҙен үҙе... Мәрҙән. Һин ысын тамуҡ эсендә булмағанһың, ә иҫән ҡалғандар тураһында... Ҡағылмайыҡ! Шаһит киткәндәргә... Мин был ғүмеремде ятып ҡалған йәштәштәрем өсөн дә, утта янған йәшлегем өсөн дә өҫтәмә бүләк итеп ҡабул итәм. Диана. Шунан, шунан, Фәрхәт бабай? Фәрхәт. Ауылға ҡайтып йығылдым. Яралар төҙәлмәҫ борон, колхозды иңемә йөкмәттеләр. Алекс. Йөкмәттеләр? Диана. Босс итеп билдәләгәндәр. Алекс. Аа-ааа! Ес! Фәрхәт. Фронт! Фронтта дошмандың кемлеге билдәле, асыҡ, ә тылда... Тылда дошман – аслыҡ. Ул атмай ҙа, аҫтыртын ғына елегеңде һура. Ә бит фронтҡа ла ярҙам итергә, план үтәргә, налог түләргә. Кешеләрҙе, ауылды һаҡлап ҡалырға ла кәрәк. Мәрҙән. Үҙең генә ауылды һаҡлап ҡалдым, тип иҫәпләйһеңме? Фәрхәт. Ҡайттым, өйләндем. Ул үҙе миңә сығырға теләне. Тик арала хистәр юҡ ине. Мәрҙән. Һөйләп бөтөр. Фәрхәт. Әйтер һүҙем шул: Фәйрүзә һинең алдыңда ғәйепле түгел. Ул йылды балалар араһында дифтерит ҡоторҙо. Ярты ауыл балаһын ҡырҙы. Улың ҡаты ауырып киткәс, Фәйрүзә миңә килде. Илап, үтенеп ярҙам һораны. Төн уртаһында, буранда, ат егеп, район үҙәгендәге дауаханаға юлландыҡ. Ҡатыным “ыҫылдап“ ҡалды. Аҙаштыҡ, таңда улың үлде. Барып етеп булманы, ҡотҡара алманыҡ. Минең ғәйебем шунда. Ҡайтҡас, ауылда ғәйбәт сыҡты. Ҡатын таратты. Шуға ла мин уны үлгәнсе ғәфү итә алманым. Мәрҙән. Ә Фәйрүзә? Фәрхәт. Күп тә тормай, ул да ауырып китте. Ярҙам тәҡдим иттем. Кире ҡаҡты, ярҙамымды ҡабул итмәне. Һин ҡайтып осрашҡас, уны тыңларға ла, аңларға ла, ышанырға ла теләмәгәс, үлер алдынан, һин килеп киткәндән һуң, беҙгә килде. “Фәрхәт, үҙең үлгәнсе, аңлат, белһен, аманатым шул”, - тине. Ҡалғанын беләһең инде... Мәрҙән. Ниңә барыһын да шунда уҡ һөйләмәнең? Фәрхәт. Һин тыңларға ла, ишетергә лә теләмәнең, тыңларлыҡ хәлдә түгел инең... Һуғыштан һуң ауылға ҡайтып ҡына күрендең дә, юҡҡа сыҡтың... Мәрҙән. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай. Фәрхәт. Әйе, һин шулай уйланың. Бына булды!.. Хәҙер инде юлға йыйынһам да ярай. Әнә, күрәһегеҙме, Фәйрүзә йылмайып, тынысланып, ҡул болғап, ҡайындар араһына кереп юғалды. Мин дә ҡуҙғалайым, булмаһа. Барыһы ла уйланып ултыралар. Мәрҙән ҡулдары менән башын тотҡан. Фәрхәт.Ярай, хушығыҙ! Хуш, ҡорҙаш. (Сығып китә) Мәрҙән. Ғафу ит, Фәйрүзә, ғафу ит! Ут һүнә XVI КҮРЕНЕШ Иогандың ишек алды. Йәй айы. Мәрҙән менән Иоган. Мәрҙән.Нисек унда? Иоган. Йоҡлайҙар. Мәрҙән. Ауырымаймы? Иоган. Юҡ! Мәрҙән. Тағын? Иоган. Йылмая. Мәрҙән. Дина нисек? Иоган. Ул да яҡшы. Мәрҙән. Сыҡһын әле бында. Иоган. Кәрәкмәй, был хәүефле. Күрерҙәр, ошаҡларҙар. Мәрҙән. Ярай әтеү. Кисен килермен. Бына ошонда ашарға, кәрәк-яраҡ. (Төйөнсөк ташыра) Иоган. Мәрҙән?! Мәрҙән. Нимә, Иоган? Иоган. Хәҙер нимә? Мәрҙән. Белмәйем... Комендатураға барып, барыһын да аңлатырға тырышырмын. Рөхсәт һораясаҡмын. Иоган. Өмөт итмә, рөхсәт итмәясәктәр, киреһенсә килеп сығыуы бар. Мәрҙән. Мин бер-бер яйын табырға тырышырмын. Иоган. Бар, кит! Яҡшы түгел, йортобоҙға бәлә-ҡаҙа саҡырма! Кит, гер солдат! Иоган өйөнә кереп китә. Вася инә Вася.Нимә, брат, аптыраштамы? Мәрҙән. Нормально. Вася. Хәлеңде аңлайым. Бер үк ваҡытта шатлыҡ та, борсолоу ҙа... Фрау Клара: “Кейәүебеҙ күрше хуторҙа”, - тип һүҙ сығарған инде. Ышанһалар... Мәрҙән. Миңә унан еңелерәк түгел. Вася. Зато ҡурҡынысһыҙыраҡ. Мәрҙән. Вася, һин аңламайһың... Вася. Аңлайым, бит тә яҡшы аңлайым. Һуғышта ундай хәлдәр булғалай инде ул. Мәрҙән. (Мәрҙән Васяның яғаһынан ала) Был “Ундай” хәл түгел! Вася.Бөттө-бөттө! Мин шаярып ҡына. Ишеттеңме, тиҙҙән димобилизация, тигән хәбәр йөрөй. Мәрҙән. Һуғыш мәңгелек түгел. Вася. Дөрөҫ, һәр нәмәнең аҙағы була. Дина коляска менән керә Вася.Фрейлин! (Сыға) Мәрҙән.Дина! Дина. Мәрҙән! Мәрдән. Ҡәҙерлем минең (ҡосаҡлашалар) Һағындым һине. (Коляска янына килә, ҡарай) О, баһадир! Искәндәр! Дина. Александр Македонский! Мәрҙән. Беҙҙеңсә Искәндәр. Ул миңә оҡшаған. Дина. (Кинәт илап, Мәрдәндең күкрәгенә ҡаплана) Нимә булыр беҙҙең менән? Верфе мир нихьт! (Ташлама мине!) Мәрҙән.Илама, мин һеҙҙе үҙем менән алып китәм. Һин ризамы? Дина. Был мөмкинме һуң? Мәрҙән. Комендатураға барып, барыһын да һөйләп бирәм. Унда ла кешеләр ултыра, аңларҙар! Дина. Әйе, әйе! Тик унда, алыҫ илеңдә һин мине яратырһыңмы? Рәнйетмәҫһеңме? Ташламаҫһыңмы? Мәрҙән. Иҫәркәй, бер ваҡытта ла... Юғалтыуҙың нимә икәнен яҡшы беләм мин... Минең өсөн һин, һалҡын ҡышта сәскә атҡан гөл шикелле. Мин бындай хистәрҙе инде ҡабат кисермәм кеүек инем. Тимәк, мин бар! Мин иҫән! Мин йәшәйем! (Динаны тотоп әйләндерә) Дина. Мин яҡшы ҡатын булырмын. Телде тағы ла яҡшыраҡ өрәнермен. Мәрҙән. Яңы йорт һалып керербеҙ, мин эшләрмен. Мәрҙән.Ә һыйыр? Дина. Нимә? Мәрҙән. Дик ку! (Һыйыр) Дина.Аҫырарбыҙ. Һыйырын да аҫырарбыҙ. Уның исеме “Ынйы” буласаҡ. Мәрҙән. Барыһы ла шәп буласаҡ. Дина. Һуғыш та, аслыҡ та булмаясаҡ, донъяла гел яҡшылыҡ ҡына хөкөм һөрәсәк. Мәрҙән. Әйе, әйе! Дина. Хәлемдән килһә, мин бөтә ер шарындағы һуғыштарҙы туҡтатыр инем. Мәрҙән. Ә мин үҙ ҡулдарым менән яһап, һәр өйгә бишек элер инем. Дина. “Ғашиҡтар, ғаилә ҡороғоҙ, бәхетле буығыҙ”, - тигән фарман сығарыр инем. Мәрҙән. Тыңларҙар инеме икән? Дина. Әйе, әлбиттә, сөнки был донъяла ҡатын-ҡыҙ ниндәй милләттән булһа ла, ниндәй телдә генә һөйләшһә лә, ниндәй дин тотһа ла, тыныс, йылы ғаиләлә, бала үҫтереп, ир ҡатыны булып, тыныс илдә йәшәргә хыяллана. Мәрҙән. Аҡыллым минең. Дина. Нисек? Мәрҙән. Ду бист ферштендинг! Дина. Из ферштее дихь (Аңлайым һине)Тик өләсәйем менән олатайым беҙҙе һағынырҙар. Улар Александарҙы бик яраталар. Мәрҙән. Донъялар үҙгәрер, һуғыш бөткәс, барыһы ла башҡаса булыр. Ә хәҙер фотоға төшәйек. Иҫтәлеккә ҡалдырырбыҙ. Дина. (Ҡул сабып) Гут, зер гут! Мәрҙән.Мин хәҙер! (Сыға) Дина.Рөхсәт итһәләр генә ярар ине. Мин ниндәй бәхетле. Атай менән әсәйем генә күрмәйҙәр бәхетемде. Мәрҙән менән Вася керә. Мәрҙәндең ҡулында фотоаппарат. Мәрҙән.Вася, дуҫҡай, төшөр әле беҙҙе! Вася. Момент! Баҫығыҙ. Фрейлин Дина, карапуз! (Мәрҙән колясканан улын ала 6-7 айлыҡ бала. Өсөһө фото төшөргә баҫалар. Артҡы фонда ҡаралы-аҡлы өсөһөнөң фотоһүрәте күренә.) Дина. Тағын-тағын! Вася фотоға төшөрә. Дина ҡапыл үҙгәреп китә. Васяның ҡулынан фотоаппаратты ала. Дина.Ҡайҙан был фотоаппарат? Мәрҙән. Һуғыш ҡырынан трофейный. Дина. Һин быны ҡайҙан алдың? Вася. Фашистыҡы... Дина. О-о-о! Май готт! Был... был... Минең атайымдың фотоаппараты. Мәрҙән, һин... һин үлтерҙеңме уны? Мәрҙән. Дина... Дина. Әйт, һин үлтерҙеңме атайымды? (Бала илай башлай) Вася. Тынысланығыҙ! Дина, ҡысҡырма, ишетерҙәр. Дина. Мне плевать! Һин – киллер! Һин минең атайымды үлтереүсе! Вася. Ул булмаһа, башҡалар үлтерер ине. Дина. Башҡалар үлтерһә, миңә был тиклем ауыр булмаҫ ине. Вася. Беҙҙең эргәлә генә снаряд шартланы, тупраҡ ҡапланы. (Дина Мәрҙәндең ҡулынан балаһын тартып ала) Дина. Был дөрөҫ түгелдер, төштөр был! О! Май готт! Мәрҙән. Дина, улыбыҙ хаҡына... Дина. Ул минең улым! Мәрҙән. Минеке лә... Дина. Юҡ, яҡын килмә! Мәрҙән. Дина, Дина! Дина. Уның атаһы – һуғыш! Ҡәһәр һуҡһын был һуғышты. Музыка, сәхнә ҡараңғылана XVII КҮРЕНЕШ Перрон. Һуғышсылар вагондарға тейәлергә әҙерләнә. Ығы-зығы. Күтәренке кәйеф. Музыка, йыр. “Валенки-валенки”, “Землянка”, “Герман көйө”, “Көҙгө әсе елдәрҙә” ишетелеп ҡала.
Ҡатнашыусылар: – Урра! Туған яҡҡа! – Ниһәйәт! – Йәнкәйем, бәғерем ҡуйынына. – Әсәй, ҡаршы ал геройыңды! – Дуҫҡай, (Эсеп алған) ә мине көткән кешем юҡ. Аслыҡтан ҡырылғандар. – Минең ҡыҙыма 5 йәш! – Онотма, яҙ, брат! – Беҙҙе лә ҡайтаралар. Һалдат ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәктә бейеп китәләр, ир-егеттәр менән вальс әйләнәләр. (Шаярышыу-көлөшөү) – Минең ҡулдар танк түгел, трактор рычагын наҙлаясаҡ. – Ә минеке Машамдың ҡайнар ҡосағын. – Ха-ха-хааа-ха! – Эх-ма! Күпме дуҫтар ятып ҡалды... – Улар үлмәне, улар беҙҙең хәтерҙә... – Хуш, Лейтенант Семенов! – Хуш, рядовой Тимербулатов! – “Хуш бул, Хайбулла! Бейегән кеше бай була...“ – “Калинка-калинка... Калинка моя!“ Һәм башҡалар... Ығы-зығы.Сәхнә алдына Мәрҙән менән Вася килә. Мәрҙән тапана, көтә. Вася.Ну, дуҫҡай, хәйерле юл! Яҙ! Адресымды беләһең. Мәрҙән. Ҡайҙа һуң ул? Вася. Алда тыныс тормош көтә... Мәрҙән. Вася, нимә тине? Ҡайҙа ул? Аңлаттыңмы? Вася. Барыһын да өр-яңынан башларһығыҙ. Килерҙәр, ҡайғырма. Мәрҙән. Бигерәк көтөлмәгәндә булды был ҡуҙғалыу. Әҙерләнергә бер генә сәғәт тә бирмәнеләр. Вася. Был үткенсе состав ҡына. Беҙҙе лә тиҙҙән ҡайтарырҙар инде. Приказ көтәм. (Мәрҙән унда-бында йөрөй) Мәрҙән. Тиҙерәк-тиҙерәк, ҡайҙа һуң һеҙ? Вася. Ниңә шул тиклем өҙгөләнәһең? Өс ай элек үк “отворот поворот” бирҙе бит инде. Һинең менән һөйләшергә лә теләмәй. Һин бер нимә лә эшләй алмайһың. Мәрҙән. Мин уларҙы үҙем менән алып китәм. Вася. Комендатурала нимә тинеләр? “Немка менән сыуалған өсөн трибунал теләйһеңме?”, - тип әйттеләрме һиңә? Ярай әле миһырбанлы кеше тура килде. Эште ҙурға ебәрмәнеләр. Шуға күрә бит инде һинең ҡайтыуыңды тиҙләттеләр, аңла шуны! Һуғыш бөткәс, кемдең “туҙан туҙҙыраһы” килә! Мәрҙән. Вася, ниндәй дошман булһын инде ул? Ябай ҡатын-ҡыҙ. Уның да, минең дә бәхетле булаһыбыҙ килә. Вася. Барыһын да яңынан башларһың. Онотоһоң, тыныслан. Мәрҙән. Йөрәктән алып ташлап буламы? Бында минең улым! Юҡ, алып китәм. Вагондан төшөрөп ҡалырмаҫтар әле. Вася. Ҡысҡырма. Ул трофейный әйбер түгел, етте! Һинең арҡала хәҙер миңә лә эләгергә мөмкин. Ни тиһәң дә, дуҫ! Улыңдан айырырҙар, Динаны лагерға оҙатырҙар. Аҡылыңа кил! Был һуғыш законы! Мәрҙән. Һин, ысынлап та, Динаны күрҙеңме? Паровоз ҡысҡырта, эшелонға тейәлә башлайҙар Вася.Фрау Клараны күрҙем, тик... Мәрҙән. Нимә? Вася. “Дина балаһы менән күрше хуторға, туғандарына китте, ҡайтҡас, әйтербеҙ”, - тине. Мәрҙән. Вася, ниңә шунда уҡ әйтмәнең? Үҙем йүгереп барып алып килер инем. Вася. “Дина уның менән китмәйәсәк! Баланы үҙебеҙ ҡарап үҫтерербеҙ. Онотһон!”, - тине фрау Клара. (Состав ҡуҙғала) Вася.Бар, дуҫҡай һуңлайһың!
Мәрҙән күҙ йәштәрен һөртөп ала. Һалдат ҡапсығынан фотоаппарат һәм фотография сығара. Мәрҙән.Динаға әйт: ғәфү итһен. Мин уларҙы барыбер эҙләп табырмын. Улымды һаҡлаһын, онотмаһын мине. Вася. Ярай, дуҫҡай! Мәрҙән. Ошоларҙы бир уға. (Фотоаппарат һәм бер фото бирә. Икенсе фотоны түш кеҫәһенә һала. Эшелон артынан сығып йүгерә)
Йүгереп Дина керә. Дина.Миша, Мәрҙән, ҡалдырма беҙҙе! Мәрҙән, Мәрҙән, ҡәҙерлем! (Ялт-йолт вагондар үтә. Бала күтәреп перрондан йүгерә. Динаның тауышы алыҫлашҡан паровоз тауышына ҡушылып юғала. Бер ситтә Вася тора. Дина перронға йығыла. Вася уға торорға ярҙам итә, ҡулына фото һәм фотоаппарат тоттора) Дина. Майне либе! Майне либе! Ҡәһәр һуҡһын һуғышты! XVIII КҮРЕНЕШ Мәрҙәндең өй алды. Алекс керә. Алекс.Серле урын. Китәһе лә килмәй. Күңелдә ниндәйҙер һағыш. Диана чудная! Уның күңел күҙе күк түбәһенә асыла. Тирмә кеүек. Эскерһеҙ һәм ихлас. Ә олатай – просто класс! Алекстың кеҫә телефоны шалтырай АлексЕст, Грандфаза, яҡшы, яҡшы. Бында классный кешеләр. Икенсе донъя. Беҙ йәйләүҙән ҡайттыҡ. Вигвам ҡараныҡ. Диана шәп ҡыҙ. Юҡ, һин нимә, өләсәй. Уның егете бар. Ну, мин әле йәш, өлгөрөрмөн. Һиңә ейәндәр кәрәк? Яҡшы, былар тураһында ҡасанда булһа уйлармын. Ярай, бай-бай! Яратам. Сәләм барыһына ла, борсолма.
Мәрҙән керә. Мәрҙән.Өләсәйең? АлексЭйе, мине өйләндерә алмай яфалана. МәрҙәнБәлки ул хаҡлылыр? АлексҠатын-ҡыҙ барыһы ла бер төрлө. МәрҙәнБеләһеңме, егет, тәбиғәттә һәр гөл, һәр үлән һын турайтыу менән көслө, матур сағында тиҙерәк сәскә атып, емеш, орлоҡ биреп ҡалдырырға тырыша. АлексӘйтерһең был ашығыс МәрҙәнУлар ҙа һыуыҡ булһа бөрөшә, артыҡ ҡыҙыуҙан көйә. Һәр нимәнең үҙ ваҡыты, үҙ самаһы була. АлексМистер Мәрҙән! Һеҙҙең һуғыш мөхәббәте... Дина менән мөнәсәбәтегеҙ, нимә ине ул? Мауығыумы? Әллә яулап алыусының яҙылмаған законлы хоҡуғымы? МәрҙәнУҫал һорау! Ә һин нисек уйлайһың Америка егете? АлексҺеҙҙә буталсыҡ, серле. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла асыҡ, аңлайышлы. МәрҙәнБарыһыла мы? АлексАтай-әсәй, өләсәйем Марлен, һуғышта үлгән олатайым, әсәйемдең атаһы...Архивтан документтарын ғына тапһаҡ... МәрҙәнАсыҡ булғас яҡшы, һин бәхетле. Миңә ғүмер буйы йөрәгемдә йөк йөрөтөргә тура килде. АлексБәхетле... Белмәем... Мәрҙән Тимәк, күңелеңде ниҙер ҡырып тора. Алекс Эйе, ниндәйҙер аңлайышһыҙ шом. Цунами, дауыл көтәм кеүек. МәрҙәнМинең хикәйәт борсоно буғай һине, егет. Алекс Эйе, мин быға тиклем ер шарының гел ҡояшлы яғында ғына йәшәй инем кеүек. Ҡәҙерле бала, һөйгән йәр, бер һүҙ менән генә әйткәндә - уңышлы йәш кеше. Бөтә донъя – байрам. МәрҙәнНимә үҙгәрҙе? АлексҮткән һуғыштың күләгәһе минең күңелгә лә төшә кеүек. Быға саҡлы һуғыш миңә кинола күрһәткәнсә, китапта уҡығанса, ниндәйҙер бер үтә күренмәле быяла, экран аша күренгән ваҡиғалар теҙмәһе генә ине. Һәм мин үҙебеҙҙе, йәғни Америкалыларҙы ғына һуғыш геройҙары, еңеүселәр тип уйлай инем. МәрҙәнҺуғыш аяуһыҙ, уға башланыу өсөн бер һаҡһыҙ осҡон да етә. Унан инде ул бар илдәрҙе, яҙмыштарҙы ялмап, юҡ итә. Тик һуғыш та мәңгелек түгел, йәшәү бары бер еңә. Диана керә.
ДианаАлекс,ҡуҙғалаһың? Алекс. Рәхмәт һеҙгә. Мин бында үҙем өсөн яңы донъя астым. Диана. Беҙгә лә һинең менән аралашыу күңелле булды. Алекс. Олатай, һеҙҙең һөйләгән тарих мине терәндерҙе. Алекстың кеҫә телефоны шылтырай. Алекс. Хеллоу, свити! (Привет, милая!)Әйе, я еду. Тиҙҙән аэропортҡа. Сәсеңде зәңғәргә буятаһың? Ҡырҙыраһың? Это наверное шутка! (Мәрҙән менән Диана бер-береһенә ҡарашып алалар) Мне все в тебе нравится, бай-бай! Мәрҙән. Бына шулай! Диана. Мин беләм, был уның һиңә протесты. Алекс. Протест! Шулай шикеллее! Мәрҙән. Быны тыныс юл менән еңеп була. Солох төҙөргә кәрәк, солох! Алекс. Ысынлап та, идея! (Телефон номерын йыя) Привет, малышка! Был тағын мин. (Алғы планғараҡ килә) Мин һиңә бер сер әйтергә теләйем. Тыңлайһың? Яҡшы. Беләһеңме, мин бында күп нәмәгә төшөндөм. Тыңлайһыңмы? Шуны аңланым: мин һине яратам. Һине юғалтаһым килмәй... Һинең дә? Сыҡ миңә кейәүгә. Ҡайтыу менән туй хәстәрләй башлайбыҙ. Ризамы? Риза! Ай лав ю! Бай-бай! Диана. Ҡотлайым! Мәрҙән. Егеттәрсә! (Алекстың ҡулын ҡыҫа) Диана. Һин беҙҙең егеттәргә оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек. Алекс. Аңлат. Диана.Беләһеңме, мин бәләкәй саҡта өләсәйемдең һандығында һаҡланған сулпылар менән уйнарға ярата инем. Алекс. (Һүҙлек аса) Сулпы... (Эҙләй) Диана. Сулпы – сәс үргес. Боронғо көмөштән. Сәс толомонда сылтыр-сылтыр килеп сыңлайҙар. Алекс. Бик матур булғандыр улар. Диана. Элекке аҡсалар... Алекс. Безумно дорогие? Диана. Тик хикмәте унда түгел. Ҡарайып бөткән тәңкәләрҙе теш пастаһы менән ышҡыһаң, улар ап-аҡ булып, ялт итеп, ялтырап китәләр. Һин дә шундайыраҡ егет. Һинең менән танышыуыма бик шат. Алекс. Рәхмәт! Диана.Олатайҙарыңдың табылмауы ғына күңелде ҡырып тора. Алекс. Кеше булған, кеше юҡҡа сыҡҡан... Мәрҙән. Эҙе ҡалған. Һин дауам итеүсе. Алекс. Олатай, Диана, беҙ һеҙҙе туйға саҡырһаҡ, килерһегеҙме? Мәрҙән. Белмәйем. Олғайтты, телде лә белмәйем. Кеше һөйләшкәнгә ауыҙ асып ҡарап тороу уңайһыҙ булыр. Алекс. Мин һеҙгә бына ошо һүҙлекте ҡалдырам. Өйрәнерһегеҙ. (Китап һуҙа, китап араһынан фото төшә) Диана. (Фотоны ала) Кемдәр бында? Артҡы планда йәш Мәрҙән, Дина, Александрҙың фотоһүрәте Мәрҙән ҡатып ҡала. Түш кеҫәһенән шундай уҡ фото сығара. Артҡы планда ике фото. Мәрҙән.Кем? Кемдеке был? Алекс. Минең грандмазе, гранфазе һәм минең атай. (Барыһы ла ҡатып ҡала. Ут ҡараңғылана.) МәрҙәнАлександр?Искәндәр? АлексОлатай, олатай, һин– Миша ДианаУл – Мәрҙән. МәрҙәнУның исеме Дина ине. АлексСоюзниктар менән Америкага күскәндә артистка булырға хыялланған өләсәйем бөйөк актриса Марлен Дитрихтың исемен ала. МәрҙәнҺин, һин минең, ейәнем? ДианаКөтөлмәгәндә.Сиған ҡатын әйткәндәр ысын булдымы? МәрҙәнДүрт балаңдың өсөһөнөң ғүмере һинекенән оҙағыраҡ буласаҡ тигән ине. ДианаАлександр, минең атайым. Наилә түтәйем... АлексТимәк, минең ғаиләм дә ҙур. Беләһеңме, олатай, мин үҙемдең һорауға үҙем үк яуап бирәм. МәрҙәнТеге һорауғамы? АлексЙәйләүҙән ҡайтҡанда, беҙ Диана менән ҡоро, ярғыланып ятҡан ерҙә, таш өҫтөндә бер гөлдө осраттыҡ. Ул сәскә атҡан ине. ДианаРезеда, резеда сәскәһе. АлексҺеҙҙең мөхәббәт тураһында күп уйландым. Ул сәскә миңә һеҙҙең мөхәббәтте хәтерләтте.Ут эсендә сәскә атҡан бөйөк мөхәббәт тарихы булған ул. Мәрҙән Алексты ҡосаҡлай. МәрҙәнАңлағанһың. АлексНиңә һин уларҙы һуғыштан һуң эҙләмәнең? ДианаКүпме ғүмер үткән МәрҙәнБашта был хәүфһеҙ түгел ине. Бының өсөн нимә янағаны асыҡ ине, һуңынан.. Германияға яҙҙыҡ, өләсәйең менән. Ул «Яҙайыҡ, табайыҡ», - тине.Тик, Дина менән Александрҙың эҙем юғалған ине инде. АлексӨләсәйем һеҙҙе һәр саҡ һағынып, көтөп йәшәне МәрҙәнӘ атайың? Искәндәр? АлексО, атайым! Уның менән ғорурланабыҙ, ул художник (рәссам). Минең прадедҡа оҡшаған. Картиналары вернисажда, сит илдәрҙә ҡуйыла. ДианаКеше яҙмыштары...(Диананың кеҫә телефоны шылтырай.)Эйе, тыңлайым. Ҡайтаһығыҙ? Бик шәп, көтәбеҙ. Һағындыҡ. Көтәбеҙ. (Мәрҙән ултырғысҡа ултыра) Атай-әсәйем, туғандар тиҙҙән өйҙә буласаҡ. Самолет яҡынлаша. АлексӘ мине алып китә, йыраҡҡа... МәрҙәнТик күңелдәр яҡын ҡала, аралашыу кешеләрҙе яҡынайта, өҙөлгән ептәрҙе, яҙмыштарҙы ялғай. Диана менән Алекс сәхнә алдына киләләр. АлексМин бында килеп күп нимә таптым. Телде генә түгел, кешеләрҙе лә, үҙемдең күңел ишеген дә асырға өйрәндем. ДианаТимәк, өйләнәһең? Минең дә Булатым көҙгә ҡайта. АлексҺин яратҡан егет, шәп егеттер! ДианаКлассный! Көлөшәләр. Ҡулға-ҡул тотоношоп күккә ҡарайҙар. Самолет гүләүе. Шаршау ябыла.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 27; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.014 с.) |