Иоган. Клара, их варте дихь. (Клара, я жду тебя). 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Иоган. Клара, их варте дихь. (Клара, я жду тебя).

ИКЕНСЕ ШАРШАУ

VIII КҮРЕНЕШ

Беренсе шаршауҙағы сәхнә. Мәрҙән, Диана, Алекс.

Диана.Бәлки, был дөрөҫ түгелдер?

Алекс. Мин бер ҡайсан да өйләнмәйәсәкмен.

Диана. Һуңынан, олатай? Нимә менән бөттө?

Мәрҙән. Фәхрәтте осратып туҡманым. Атып ҡына үлетер инем, револьверҙы теге сиған ҡатыны алып ҡалған. Нисек һиҙҙермәй ала алған ул?

Алекс. Бәлки шулай яҡшыраҡ булғандыр. Ноу пробем.

Мәрҙән. Бәлки... Ата алыр инемме, белмәйем. Һуғышта бер хәл, ә бында, үҙ ауылыңда, бергә уйнап үҫкән кешене... Әйтә алмайым... Был гонаһтан азатмын

Алекс. Яҙмыштар, трагедиялар... Кинолағы кеүек...

Мәрҙән. Һуғыш кино түгел. Кеше кәүҙәләре өҫтөндә танктар, машиналар буксовать итә ине. Һуғыш башында биш һалдатҡа бер мылтыҡ. Атакаға барабыҙ... Бер йығылып  ҡалғандың мылтығы һинеке.

Диана. Ниңә кәрәк һуғыш кешеләргә?

Алекс. Для самоутверждения эго.

Мәрҙән. Һуғыш күҙҙәрҙе генә түгел, аңды ла томалай. Ул кеше генында серем иткән йыртҡысты уята, үҙе кеүек үк кешеләрҙә ҙә ауыртыу, яратыу хистәре бар икәнен уйлау, ғүмеренә сик ҡуйыу, юҡҡа сығарыуҙың булыуын оноттора. Кеше ысын барлыҡты күҙаллай алмай. Һуғыш хистәрҙе тупаҫландыра, йәки бик ныҡ көсәйтә, киҫкенләштерә.

Алекс. Шуға ла, көслө булырға кәрәк.

Мәрҙән. Һәр көскә ҡаршы көс табыла.

Диана. Нимә генә еңә ала яуыҙлыҡты?

Мәрҙән. Аҡыл һәм миһырбанлыҡ.

Алекс. Ә бит үҙең немец һалдатына атҡанһың. Ул мәрхәмәт һораған.

Мәрҙән. Шәфҡәтһеҙлектең башы кемдән?

Алекс. Тимәк, бумеранг.

Диана. Үс! Тимәк, яуыҙлыҡты үс тыуҙыра.

Мәрҙән. Шулай килеп сыға.

Диана. Тимәк, был ҡанунға әйләнә.

Алекс. Ҡыҙыҡ фәлсәфә.

Диана. Артабан, олатай, нимәләр булды?

Мәрҙән. Бер аҙнанан Фәйрүзәне ерләнем, фронтҡа ҡабат китер алдынан әсәйем гүр эйәһе булды. Күтәрә алманы...

Диана. Тағы ла фронтҡа?

Мәрҙән. Был юлы башты окоп ышығына тығып түгел, үлемдең үҙен юллап... Тик ундай ваҡытта пуля ла алмай икән. Һуғыш Германия ерҙәренә күскән ине инде. Еңеү яҡынлашҡан ине.

                                                                     IX КҮРЕНЕШ

Кенигсберг тирәһе. Иогандың йыйнаҡ өй алды. Йәйге өҫтәл, ултырғыстар. Алмағастар, яҙғы иртә. Мәрҙән менән Вася. Арҡаларында автомат, һуғыш кейемендәләр.

Вася.Бәхетле кешеләр әлеге ваҡытта Берлинды ала. Фашисты үҙ ояһында дөмөктөрә. Беҙҙе бында Кенигсберг янындағы немец фермаһында һыйыр начальниктары итеп ҡалырҙылар. Оят прямо! Мин үҙемдең Борисовкала ла һыйыр һаҡламаным. Ер һөрҙөм, комбайнда иген иктем. Нимәгә бындай тигеҙһеҙлек? Ниндәй гонаһтар өсөн? Һуғышта мин ҡурҡаҡ булдыммы, дошманға текәп атҡанда ҡулым ҡалтыранымы? Нимә өсөн, ниңә, Миша!..

Мәрҙән. Ошо уҡ һорауҙы мин дә бирә алам. Тик беҙҙе кем ишетә? Мин дә бер генә фашисты дөмөктөрмәнем. Штабҡа саҡырып: “Берлинды һеҙҙән башҡа ла алырҙар. Бойһондоролған немец тылында таралышып бөткән малдарҙы йыйып, емерелгән фермаларҙы төҙөкләндереп, немецтарҙың көндәлек хеҙмәтен ойоштороу – һеҙгә йөкмәтелә, тигәс, аптырап ҡалдым.

Вася. Был теге... Стратегический вопрос, тиҙәр бит әле етмәһә. Имеш, беҙҙең һуғышсыларҙы ғына түгел, шул дөмөктөрөлөп бөтмәгән фашист ҡалыдҡтарын да асҡа үлмәһендәр өсөн, беҙ аҙыҡ менән тәьмин итергә бурыслы.

Мәрҙән. Ҡаршы килеп ҡараныҡ бит инде. Командир: “Выполнять! Иначе – трибунал!”, - тип кенә екерҙе.

Вася. Тик ниңә беҙ?

Мәрҙән. Приказ есть приказ! Һеҙ ауыл малайҙары, малдарҙы беләһегеҙ, имеш.

Вася. Эх, ниңә пролитариат булып тыуманым икән. Беҙҙекеләр герой – Берлинды штурмлайҙар, ә беҙ... Ә беҙ...

Мәрҙән. Етәр, ҡояш сыға. Бар, немецтарыңды ҡуҙғат. Мин үҙемдекеләрҙе уятам.

Вася сыға.

Мәрҙән.(Ишек ҡаға) Әйҙә, фрицтар! Әйҙә, эшкә, арбайтен! Шнель! Шнель!

Өйҙән ашығып Иоган менән Клара сыға. Бөхтә эш кейемендәләр.

Иоган.Гутен морган, гер солдат!

Мәрҙән. Гут! Гут!

Клара.Зер гут, Иду.

    Вася бер нисә немец ҡарттарын-ҡарсыҡтарын, эшсләрҙе алып керә. Улар ҙа эш кейемендә. Немецтар үҙ ара һөйләшәләр:

- Фрау, Клара!

- Гутен морган!

- Зер гут!

- Фрау, Эльза, майн либе! (Эльза, моя дорогая!)

- Видгет эс? (Как дела? Как спалось?)

- Зер гут!

Вася.Цурих! Молчать! Шнель! Фашист тоҡомдары! Тиҙерәк булығыҙ. Һеҙҙең арҡала беҙ бында һөрөләбеҙ! Атып үлтерергә.

Мәрҙән. Ҡыҙма, Вася. Улар ҙа кеше, эшләйҙәр, файҙа килтерәләр.

Вася. Файҙаһы фашист ҡалдыҡтарының... Әнә Себастьяндар хуторында подвалда ҡасып ятҡан немецты тапҡандар. Хәҙер “За не проявление бдительности” беҙҙең һаладттарҙы комендатураға саҡырып, һорау алалар. Особистарҙы беләһең...

Мәрҙән. Ҡаршылашалар. Хәүеф китмәй.

Иоган керә.

Иоган.Гер, солдат, 18-се номерлы һыйыр табылды. Ул тирмән быуаһында һаҙлыҡҡа батҡан. Сығарырға кәрәк.

Вася. Хәҙер арҡандар алып киләм. (Сыға)

Иоган.Гер солдат! Малдар менән ҡайҙан шулай оҫта эш итә беләһегеҙ?

Мәрҙән. Мин ауыл малайы. Ә һеҙ урыҫ телен ҡайҙан яҡшы өйрәндегеҙ?

Иоган. Мин оҙаҡ ваҡыт Дрезден галереяһында гид булып эшләнем. Третьяковка галереяһын да, Рус музейҙарын, Пушкин музейын беләм. Һеҙ бөйөк рәссамдарға, яҙыусыларға бай.

Мәрҙән. Ә нисек бында килеп сыҡтығыҙ?

Иоган. Был беҙҙең фамилле нигеҙ. Мутер, Фатер үлгәс, бында ҡайттыҡ. Һуғыш башланғас, ҡалаларҙы союзниктар бомбаға тота башланылар.

Вася тауышы. Һыйырҙы ябып тороғоҙ, хәл алһын.

             Мәрҙән тауыш ишетелгән яҡҡа китә. Шул уҡ сәхнә. Клара керә.

Клара.Иоган! О, Иоган! Себастьяндарҙы өй эстәре менән ҡулға алғандар.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 25; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.009 с.)