Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Дина. Ә беҙ уларҙы ҡоштар кеүек осоп үтәйек, Мәрҙән! Их либэ дир! (Мин һине яратам!)Поиск на нашем сайте XII КҮРЕНЕШ Иогандың өй алды. Кис. Мәрҙән керә. Иоган өйҙән сыға. Иоган.Гер,солдат!(Күңелһеҙ генә) Битте! (Мәрҙәнгә ултырғыс тәҡдим итә) Клара өйҙән графин, ике рюмка, ҡабымлыҡтар сығара, кире йортҡа кереп китә. Мәрҙән.(Ултыра) Иоган, улдарығыҙ ниндәй ине? (Иоган рюмкаларға эсемлек ҡоя) Иоган. Битте! Шнапс. (Эсеп ҡуялар) Бик тәртипле, аҡыллы инеләр. Уҡырға тырыш, ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле булдылар. Оло улыбыҙ тарих фәнен, кесеһе – сәнғәт, әҙәбиәт, сит телдәрҙе өйрәнде. Дрезденда эшләгәндә, акварель, майлы буяуҙар менән эш итергә өйрәнде. Ғөмүмән, ул донъяға рәссам күҙлегенән баға ине. Динә лә - уның ҡыҙы, ейәнсәребеҙ – романтик күңелле бала, артистка булырға хыяллана. (Иоган ҡоя) Битте! (Эсәләр) Мәрҙән. Рәхмәт! Иоган.Хәтеремдә, малай сағында, үҫмерҙәр күргәҙрмәләрендә бер нисә йыл еңеүсе булды. Велосипед, фотоаппарат, кинокамера, хатта, Балтик диңгеҙендә ял итеү юлламалары менән бүләкләнде. Шәп егеттәр ине. Һуғыш булмаһа!.. Ҡәһәр һуҡһын ошо һуғышты! Мәрҙән. Бәлки иҫәндәрҙер... Һуғышта төрлө хәлдәр була. Иоган. Олоһо фронтҡа китеп, бар ай ҙа үтмәне, үлем ҡағыҙы алдыҡ. Кесеһе – хәбәрһеҙ юғалды... Дина, балаҡайым, көтә. Әсәһе бомбежкала һәләк булды... (Иоган шнапс һала, эсәләр) Мәрҙән. Мин дә әсәйҙе, улымды, ҡатынымды ерләп килдем. Иоган. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Мәрҙән. (Тороп баҫа) Ярай, Дина иртән эшкә сыҡһын. Йән иҫәбе алыу списогына инде. Ҡыҙыҡһынһалар, алыҫта, туғандарҙа булды, тиерһегеҙ. Документтары иртәгә әҙер була. Иоган.Рәхмәт, солдат! Мәрҙән сыға. Иоган тауышһыҙ ғына үкһеп өҫтәлгә ҡаплана. Клара, Дина сығып, Иоганды ҡосаҡлайҙар. Сәхнә ҡараңғылана.
XIII КҮРЕНЕШ Быуа буйы. Мәрҙән болоттарға ҡарап ята. Дина керә. Дина.Гутен таг! Мәрҙән. Гутен таг, фрейлин! Дина. Мин эште тамаланым. Мәрҙән. Зер гут! (Дина тамаҡ ҡыра) Нимә, фрейлейн? Дина. Тег-ди ку... (Һыйыр) Мәрҙән.Һыйыр! Дина. Әйе, һыйыр. Мәрҙән. Ынйымы? Динә. Кем? Мәрҙән. Оҙон мөгөҙлө һыйыр Ынйы! Дина. Һыйыр “Эндже” була алмай! Мәрҙән. Мин уны шулай йөрөтәм. Дина. Ул Драй унт цванцах! Мәрҙән. 23-сө номер! Әйе, 23-сө номерлы һыйырҙың исеме Ынйы. Беҙҙең яҡта һәр малдың үҙ исеме: “Иркә”, “Ҡарағат”, “Марта”, “Алмаҡай”. Дина. Һуң, ҡолағында 23 һанлы бирка бит! Мәрҙән. Биркала – һан! Йәнһеҙ нимәләргә генә һан һуғалар. Һәр тере йәндең исеме була. Дина. Ынйы! Матуур! Ә һинең исемең Мишамы? Мәрҙән. Минең исемем Мәрҙән! Дина. Мардан... Матур. Ә нимә аңлата ул? Мәрҙән. Ир-егет! Егет асылы тигәнде аңлата. Дина. О! Ә минеке – Дина! Мәрҙән. Ә мин һинең исемең нимә аңлатҡанын беләм. Беҙҙә лә ул исем бар. Динә! Дина. Мин – Дина! Мәрҙән. Бары бер. Дина. Әйт, улайһа, нимә аңлата? Мәрҙән. “Дин эйәһе”, “Изге”, “Дингә эйә”, тигәнде аңлата. Дина. А вот и дөрөҫ түгел! Дөрөҫлөк, ғәҙеллек, хаҡиҡәт, ихлас тигәнде аңлата. (Көлөшәләр) Мәрҙән. Тағын да яҡшыраҡ. Дина. Ә һеҙ ниндәй халыҡ? Һин бит урыҫ түгел. Мәрҙән. Беҙ Иҙел-Урал буйында йәшәүсе, борон-борондан тыныс тормош көтөп, иген игеп, урман-ҡырҙарҙан йәнлек аулап, балыҡ тотоп йәшәүсе, ирек һөйөүсе, тыныслыҡ яратыусы ғорур халыҡ. Дина. Ә һеҙҙең йорттарығыҙ ҙурмы? Мәрҙән. Улар ҡолас етмәҫ шыршы, ҡарағай бүрәнәләренән һалынған. Яҡты, ап-аҡ мейесле йорттар. Матсаға бишек эленгән. Ә ата-балаларыбыҙ элегерәк тирмәләрҙә далаларҙа, йәйләүҙәрҙә йәшәгәндәр. Дина. Тирмәләр матур булғанмы? Мәрҙән. Әйе, аҡ кейеҙҙән ҡоролған булған. Дина. Ә тәҙрәләре? Мәрҙән. Тәҙрәләреме? Ул йорттарҙың түбәләре йондоҙҙарға асылған. Төнөн йондоҙҙар бишектәге сабыйҙарға әкиәт һөйләгән. Дина. Ниндәй матур! Минең дә хыялым бар. МәрҙәнНиндәй? ДинаКешегә әйтмәҫһеңме? МәрҙәнБилләһи! ДинаМинең бик тә артистка булаһым килә. Сәхнәлә уйнағым, киноға төшәһем. МәрҙәнБик теләгәс булырһың. Фрейлин, бар, ҡайт, фроу Клара юғалтҡандыр, борсолалыр. Дина. Ауфидерзейн, Миша! Мәрҙән. Мәрҙән! Дина. Мәрҙән (Сыға) Мәрҙән.Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай! Беҙҙеңсә яҡшы ғына һөйләшә. Ҡыҙыҡһыныусан. Вася керә Вася.Нимә? Дина көлә-көлә кәзә бәрәсе кеүек һикергәләп сығып сапты? Мәрҙән. Кәйефе шәптер! Вася. Һин хәтерләп. Уйындан уймаҡ сыҡмаһын. Немкалар менән сыуалғандарҙың баштарынан һыпырмайҙар. Мәрҙән. Һин нимә?! Вася. Күҙҙәрең янып тора. Башыңды юғалтма. Мәрҙән. Юҡҡа хафаланма. Ул әле бик йәш. Бар ғүмере алда әле, ә минеке үтелгән инде. Икенсенән, ул – немка... Мин ҡабат йәшлектәге кеүек бер кемде лә яратмаясаҡмын. Ярата алмам да. Йөрәктәге ярам ямалмаған... Ут ҡараңғылана XIV КҮРЕНЕШ Быуы буйы. Күк күкрәй, ямғыр яуа. Иоган менән Клара ҡулсатыр тотоп керә. Иоган еүешләнгән. Иоган.О! Май готт! Икенсе көн туҡтамай яуа инде. Әллә күктең төбө тишелгәнме? Клара. Илдәге афәт кеүек, күктә лә тыныс түгел. Иоган. Бары бер ҡасан булһа ла туҡтар. Клара. Минеңсә, был һуғыш мәңгегә кеүек. Иоган. Тыныслан, ҡәҙерлем. Барыһы ла үтер, тик был ямғыр быуаны ғына алып китмәһен. Клара. Китһен, алып китһен! Иоган. Нимә һөйләйһең һин? Ә малдар? Һин уларҙы беләһең. Клара. Хәҙер белергә лә теләмәйем. Иоган. Бары бер был беҙҙең ер. Беҙ һинең менән ошонда иң матур мәлдәребеҙҙе үткәрҙек. Клара. Юҡ, был ер инде беҙҙеке түгел! Иоган. Тырыслан, Клара, тормош дауам итә. Клара. Миңә ауыр. Күңелемдә шом. Иоган. Клара, үтенеп һорайым, Дина хаҡына. Беҙҙең йәшәүгә маҡсат бар: бына буй еткерҙе, кейәүгә сығыр, ейәндәребеҙ тыуыр... Клара. Кемгә сығыр? Аҫыл ир-егеттәр, ысын арийцтар һуғыш яланында ятып ҡалды. Иоган. Клара, һин нимә? Ишетеп ҡалмаһындар, нацист һин, тиерҙәр. Динаға егет табылмай ҡалмаҫ, донъялар тынысланыр. Күрерһең – ошо быуа буйында ейәндәреңде коляскала йөрөтөрһөң әле. Бар, һин ҡайт, минең фермаға кереп сығаһым бар әле. Иоган менән Клара сыға. Ут ҡараңғыланып ала. Ямғыр тауышы. Йүгереп Вася керә. Вася.Быуа йырыла. Һыйырҙарҙы утарҙан сығарығыҙ, һарай ишектәрен асығыҙ, быҙауҙар бикле! (Тауыш, шау-шыу. Кемдер баҫҡыҫ, кемдер көрәк, һәнәктәр күтәреп йүгерешәләр. Электр бағанаһы ауа) Тауыштар: – Ферма ток ҡаршылығы аҫтында! – Рубильниктар... – Трансформаторҙар һыу аҫтында ҡала. Дина.Гросфатер! Олатайым, олатайым фермала, унда ток! Мәрҙән.(Бер немецҡа) Һал итегеңде! (Немец ҡарты аңламай тора) Вася. Резина итек! Һал тиҙәр! (Ҡарт итеген һала. Мәрҙән үҙ итеген һалып, резина итеген кейә) Мәрҙән, иҫеңә кил! (Вася ҡоро ҡолға алып, Мәрҙәнгә бирә) Дина. Миша, Миша! Абайлап ҡына йөрө! Һаҡлан! Мәрҙән сығып китә. Ут бер яна, бер һүнә, йәшен йәшнәй. Бер аҙҙан ут бөтөнләй һүнә. Бер аҙҙан Мәрҙән, Иоган ҡарт, кешеләр керә. Арығандар,еүешләнгәндәр. Иоган.Рәхмәт, Миша! Һин мине ҡотҡарҙың, рәхмәт! (Дина менән Клара, Иоганды ҡосаҡлап алалар.) Вася.Ну, һин, брааат – молоток! Рубильникты айырҙың. Ай-һай рисковыйһың! Малдарҙы йыйырға кәрәк. Ҡуҙғалайыҡ. Ямғыр баҫыла. Немец эшселәре: – Гут! – Зер гут! – Гер, солдат, һин батыр! – Ауфвидерзеен. (До завтра) – Гутен нахт (Спокойной ночи) Кешеләр сыға Мәрҙән менән Дина ҡала. Көн яҡтыра. Дина.Рәхмәт, Мардан! Һин булмаһаң... Мәрҙән. Кәрәкмәй, был ирҙәр эше! (Икеһе лә батҡаҡҡа буялып, батып бөткәндәр. Бер-береһенә ҡарап торалар ҙа, ҡысҡырып көлөп ебәрәләр.) Дина.Һин Хэллуэндағы өрәккә оҡшағанһың. Мәрҙән. Ә һин... Һин – пәри ҡыҙына. (Көлөшәләр) Мәрҙән. Мин һыу инеп сығам. Дина. Минең дә һыу ингем килә, тик минең купальник юҡ. Мәрҙән. Ә һин ошолай ғына һыуға төш тә ҡуй! (Көлөшә-көлөшә артҡы планға китәләр, һыу сәсрәткән, көлөшкән тауыштар. Һыуҙан сығып, алғы планға киләләр.) Мәрҙән.Дина! Дина.Мәрҙән! (Мәрҙәнгә һыйына) Мәрҙән.Дина, юҡ, юҡ. Ярамай! Дина. Ниңә? Мәрҙән. Юҡ, юҡ! Дина. Мин һиңә оҡшамайыммы? Мәрҙән. Араларҙа сик! Дина. Миңә сиктәр кәрәкмәй. Емер уларҙы! Мәрҙән. Был ябай ғына үтеп сығырлыҡ сиктәр түгел шул... Мәрҙән.Һин әле йәш, һинең ғүмерен башлана ғына, ә минеке үткән, үтелгән... Дина. Һинән башҡа миңә ул ғүмер кәрәк түгел. Аңлайһыңмы шуны! Мәрҙән. Был икебеҙгә лә бәхет килтермәйәсәк. Уятма күңелдәге тулҡынды! Онот мине! (Сығып китә)
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 28; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.53 (0.008 с.) |