Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Алекс. Если про войну, миңә лә ҡыҙыҡ. Мин артыҡ персона на грата. Кәсн ай стей (можно мне остаться) эндлисен. (послушать)Поиск на нашем сайте Алекс.(Мәрҙәнгә ярҙам итергә тырыша. Мәрҙәндең кеҫәһенән алып дарыуын ҡаптыра.) Мистер, мистер! Кам даун! (Спокойно!) Диана.Бер нимә лә аңламайым. (Фәрхәтте ҡапҡаға оҙата, ул да йөрәген тотҡан.) Фәрхәт.Ҡыҙым! Һөйләшеп бөтөп булманы. Олатайың тынысланғас, аңлатып ҡара. Беҙгә һөйләшергә кәрәк. Мотлаҡ! Бик кәрәк. Бына телефон номеры (Яҙыу бирә, сығып китә.) Бик кәрәк! Алекс.Уот а синң, вот номер! Ике бизон. Диана.Олатай, ниндәй бәхәс, ниндәй дауыл булды был? Кем был бабай? Мәрҙән. Үткәндәрҙән ул... Ялағай... Һуғыш дауылы... Йәшене йәшнәгән, ә гөрһөлдәүе һаман йөрәктә яңғырай. Диана.Кереп яты тор, бар! Мәрҙән.Юҡ, ҡыҙым. Был гөрһөлдәү баҫылмай, туҡтамай тороп, миңә тынғылыҡ булмаясаҡ. Диана.Нимә борсой һине? Өләсәйем үлгәндән һуң һин бик үҙгәрҙең. Беҙгә лә ауыр, беҙ ҙә уны һағынабыҙ. Атайым да, Наилә түтәй ҙә юҡһына, тик ни эшләйһең? Мәрҙән. Өләсәйең иҫән саҡта йөрәгемдә янған ялҡынды баҫа, йән яраларын йылы, наҙлы ҡулы менән дауалап тынысландыра ине. Ул киткәс, күкрәгемдәге вулканды тыйыр әмәл юҡ. Үкенеү ҙә, юҡһыныу ҙа, һағыныу ҙа, әрнеүҙәр ҙә, барыһы ла килеп өҫтөмә ауҙы. Етмәһә, был Фәрхәте лә йөрөй! Диана.Һөйлә,олатай, еңелерәк булыр. Бәлки, ярҙам итәрмен... итә алырмын. Алекс.Если про войну, миңә лә ҡыҙыҡ. Мин артыҡ персона на грата? Кәсн ай стей (Можно мне остаться) эндлисен? (послушать) Диана.“Миңә ҡалырға мөмкинме?”, - ти. Мәрҙән.Хәҙер инде былар тураһында һөйләһәң дә ярайҙыр. Һәр сер ҡайсан булһа ла бер асылырға тейеш. Алекс блокнотына яҙырға әҙерләнә. Диана.(Блокнотын төртөп) Беҙ стенограмм! Алекс.Андестенд! (Аңланым). Мәрҙән.1940-сы йылдың һабан туйы ине. II КҮРЕНЕШ Ауыл сите. Алыҫтараҡ, һабантуй яланында, һуғышҡа тиклем йырланған йырҙар, гармун көйләре яңғырап китә. Шишмә буйы. Ҡояшлы, эҫе көн. Һөлгө-яулыҡтар бәйләнгән ҡолғалар күтәреп, йәштәр үтеп китә. Йырлай-йырлай бер төркөм ҡыҙҙар керә. “Һабантуй”йыр 1-се ҡыҙ.Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, бағана башына үрмәләп, әтәсте минең ҡустым алды. 2-се ҡыҙ.Әйе, күрҙем. Үәт, йылғыр малай, афарин! 1-се ҡыҙ.Әтәсе ҙур! 3-сө ҡыҙ.Бик ҙур түгел! Ғәфифә әбейҙең көҙгө әтәсе генә. Персидатель бер пот тары ярмаһы биреп алған, тинеләр. 1-се ҡыҙ.Ҙуур, ныҡ ҙур! Атай әйтә: “Файҙа килтерҙе был малай: ҡайтыу менән һуйып, һурпа бешереп ашарбыҙ”, ти. 3-сө ҡыҙ.Көҙгө әтәстең һурпаһы инде, шунса ғына... 2-се ҡыҙ.Күрҙегеҙме, табаҡтағы ҡатыҡтан тәңкәләрҙе Фәтих ағай бите менән сумып, эҙләп, йыйып алды. 3-сө ҡыҙ.Нажия апай тетмәһен тетте: “Өс тинлек ҡуян, биш тинлек зыян килетереп, нимә тип шул ҡатыҡҡа сумаһың? Салбарыңды ҡатыҡҡа буяп әрәм иттең, ҡарт ишәк”,-тип бөтөрҙө генә үҙен. (Көләләр) 2-се ҡыҙ.Ә Фәтих ағай: “Бисәкәй, уның кәзәһе түгел - мәҙәге!”, - тип көлә. 1-се ҡыҙ.Нажия апай үҙен белһен: йомортҡа һалынған ҡалаҡ тешләп йүгерешкәндә, ҡолап, яңы алъяпҡысын йыртты. (Көлөшәләр) 3-сө ҡыҙ.Быйыл да һабантуй батыры булып Мәрҙән ҡалды. 1-се ҡыҙ.Барыһын да араҡаһына сөйөп кенә һала, бер кемгә лә бил бирмәй. 2-се ҡыҙ. Ә нисек итеп тәкә йөкмәп, көрәш майҙанын ураған була!.. Уф, үләм!... 1-се ҡыҙ. Мин көрәш ҡарарға ҡурҡам, “Лас” итеп барып төшәләр! Һөйәктәре һындымы, тиһәң, тағы ла тороп йәбешәләр. 3-сө ҡыҙ. Бына, исмаһам, егет ул Мәрҙән! Их, шуның йәре булырға!.. 1-се ҡыҙ. Ҡурыҡмайса... Бер ҡосаҡлаһа, ҡабырғаларыңды һындырыр. 3-сө ҡыҙ. Һынһа һуң, уның ҡарауы, ниндәй егет! (Көлөшәләр) 2-се ҡыҙ.Ҡыҙыҡма, ул күптән инде Фәйрүзәгә ғашиҡ. Шулай бит, Фәйрүзә. Фәйрүзә.Белмәйем дә, оялтмағыҙ әле, ҡыҙҙар. 1-се ҡыҙ.Ярай-ярай, ҡыланма, бөтәһе лә белә. Фәйрүзә.Минең егеттәр тураһында уйлағаным да юҡ әле. 3-сө ҡыҙ.Йәшерә! Һиңә Фәрхәт тә күҙ атып йөрөй. Әйт, ҡайһыһына сығаһың? Фәрүзә.Фәрхәт? Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Кем һүҙе был? 3-сө ҡыҙ.Фәрхәттең әсәһе – Мәҙинәттәй әсәйемә һөйләгәнен үҙем ишеттем: “Етемлеккә - етем инде, әсәһе генә. Тормоштары ла етеш түгел, түгеллеккә, уның ҡарауы, бик уңған, тиҙәр. Фәрхәтем дә Фәйрүзә тип йән атып тора. Алһа, алыр...”, – тип әйтте. 2-се ҡыҙ.Ну, телеңде! Фәйрүзә.Юҡты һөйләмәгеҙ әле, ҡыҙҙар. Мин кейәүгә сығырға йыйынмайым. 1-се ҡыҙ.Яҙмышыңа яҙһа... 2-се ҡыҙ.Беҙ Шамил менән тиҙҙән яҙылышабыҙ. Трактористҡа уҡып ҡына ҡайта ла... 1-се ҡыҙ.Ысынмы? Уй! Һин ниндәй бәхетле! 3-сө ҡыҙ.Ә миңә бөгөн күрше ауыл егете оҡшаны. Гер күтәрә, ә үҙе миңә күҙ ҡыҫа. 1-се ҡыҙ.Миңә лә... 2-се ҡыҙ.Уның күҙе бит гер күтәргәнгә бер йомола, бер асыла. (Көлөшәләр) 3-сө егет.Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, киттек! Ат сабышы башлана. 2-се ҡыҙ.Мин беренсе килгән аттың башына тағырға шундай матур һөлгө сиктем. 1-се ҡыҙ.Минеке матурыраҡ. 3-сө ҡыҙ.Юҡ, минеке! Әйҙәгеҙ, Фәйрүзә, һуңлап ҡуймайыҡ. Фәйрүззә.Хәҙер, битемде, ҡулымды сылатам да... Һеҙ бара тороғоҙ, ҡыуып етермен. Көлөшә-көлөлшә ҡыҙҙар сыға. Фәйрүзә.Шул тиклем уңайһыҙ, әллә ниндәй һүҙҙәр йөрөй. Ҡайҙа булдың һуң һин? “Шишмә буйында көт”, - тине лә, үҙе юҡ. Юҡ, көтмәйем, “Килгән, көткән икән”, - тиер, уңайһыҙ. Фәхрәт керә. Фәрхәт.Һаумы, Фәйрүзә! Фәйрүзә.Һаумы, Фәрхәт! Фәрхәт.Һабантуй гөрләп бара. Фәйрүзә.Һабантуйҙар күңелле инде. Фәрхәт.Ниңә ат сабышына бармайһың? Хәҙер башлана бит. Фәйрүзә.Мин көрәш ҡараным, хәҙер барам. Фәрхәт.Көрәштең бер ҡыҙығын да күрмәйем. Бил бирмәй алышалар,юҡҡа көс түгәләр. Кәрәкле эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Фәйрүзә.Кәрәкле эш нисек була ул? Фәрхәт.Донъя көтөү. Фәйрүзә.Ир-егет һабантуйҙа булдыҡлылығын күрһәтһә, күңелле. Фәрхәт.Мәрҙән булдыҡлымы? Ә мин үҙ һәләттәремде башҡаса күрһәтәсәкмен. Фәйрүзә.Нисек итеп? Фәрхәт.Йорт һалып, донъя күтәреп. Фәйрүзә, сыҡ миңә кейәүгә! Тиҙҙән еҙнәм мине “Завсклад итеп ҡуям”, - тине. Балда-майҙа ғына йөҙөрһөң! Фәйрүзә.Фәрхәт, минең һиндә бер ниндәй ҙә уйым юҡ! Фәрхәт.Мин һине яратам! Һин дә өйрәнерһең, яратырһың. Фәйрүзә.Өйрәнеп яратып буламы һуң? Фәрхәт.Шул малсылыҡта эшләгән Мәрҙән, тип, мине кире ҡағаһыңмы? Фәйрүзә.Көсләп, тырышып яратып булмай, ғәфү ит! Фәрхәт.Фәйрүзә, уйла. Мин һинең өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Ҡаршы килмә! (Ҡосаҡларға тырыша. Тартышалар) Фәйрүзә.Фәрхәт, юҡ! Юҡ! Мәрҙән керә. Мәрҙән.Фәрхәт, кит! Ебәр Фәйрүзәне, ҡағылма! (Барып яғаһынан ала.) Фәрхәт.Нимәң бар һинең? Нимә бирә алаһың һин уға? Мәрҙән.Унда һинең эшең юҡ, юғал күҙ алдымдан. (Тартышалар) Фәйрүзә.Нишләүегеҙ был? Егеттәр, туҡтағыҙ, етте! Кешеләр килә. Йүгерешеп егеттәр, ҡыҙҙар керә. Мәрҙән менән Фәрхәтте аралайҙар. 1-се егет.Нимә булды? 2-се егет.Көрәш дауам итә! 3-сө егет.Ике тәкә һөҙөшә. 1-се егет.Егеттәр нимә бүлешә алмайһығыҙ? 2-се егет.Мәрҙән, яңы ғына һабантуй батыры булдың. Тағы нимә етмәй һиңә? 3-сө егет.Егеттәр, егеттәр, туҡтағыҙ әле. Һабантуйҙың йәмен ебәрмәгеҙ. 1-се егет.Фәрхәт, туҡта, ҡыҙма! Нимә булды? 1-се ҡыҙ.Аңлашыла иинде. 3-сө ҡыҙ.Их! Минең өсөн дә шулай һуғышһалар икән. 2-се ҡыҙ.Ашыҡма, өйләнешһәгеҙ, һуғышырһығыҙ әле. 2-се егет.Фәрхәт! Һине еҙнәң әҙләй. Һин бит һабантуй комиссияһында, бүләкләү тантанаһы башланырға тора. Бар, йүгер! Фәрхәт.Ну, Мәрҙән... Әле һөйләшербеҙ. Һин бөтә донъяның батыры түгел! Фәрхәт сыға Мәрҙән.Бар-бар, юлыңда бул! 1-се егет.Янай, прсидатель ҡәйнеше! 3-се егет.Ысынлап та, уйы Фәйрүзәлә икән! 3-се ҡыҙ.Булһа һуң! Ҡыҙҙарҙың егете берәү генә буламы? 2-се егет.Нимә? Ҡабатла әле! 2-се ҡыҙ.Шаярттым-шаярттым. Шамил, тиҙерәк уҡып ҡайт инде, юғиһә... Күрәһең, ҡыҙҙар тирәһендә ҡоҙғондар (Ҡылансыҡлана) 2-се егет.Ярай, йәнем, һин тигәндә, мин иҙәндә. Бирнәңде әҙерлә. 1-се егет.Бар, Ильяс, Шәмсиямал әбейгә йүгер! “Яусы килә, тиҙҙән туй, әҙерләнһен”, - тип әйт! 3-сө ҡыҙ.Хәҙерге заманда яусы йөрөмәй инде. 2-се егет.Комсомол туйы үткәрәбеҙ. Мәрҙән.Һөйләштек, егеттәр – көҙгә. Көҙгә туй! Фәйрүзәкәй-гөлкәй! (Битенән үбеп ала) Көлөшә-көлөшә, йырлай-йырлай сығып китәләр.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 27; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.53 (0.007 с.) |