Совет һуғышсылары, немец эшселәре. 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Совет һуғышсылары, немец эшселәре.

Автор:Халися Мударисова

тел.8-905-353-36-56

эл.адрес: xali53@mail.ru

ҺУҢҒЫ СЕР

ДРАМА

Ҡатнашалар:

Мәрҙән – һуғыш ветераны.

Йәш Мәрҙән – ауыл егете.

Фәйрүзә – йәш Мәрҙәндең ҡатыны.

Фәрхәт – һуғыш ветераны.

Йәш Фәрхәт – ауыл егете.

Диана – студентка.

Алекс – АҠШ-нан студент.

Дина - немец ҡыҙы.

Иоган – немец ҡарты.

Клара – немец ҡарсығы.

Әсә - Мәрҙәндең әсәһе.

Вася – совет һалдаты, Мәрҙәндең дуҫы.

Сиған ҡатыны.

Беларус ҡатыны.

1-се ҡыҙ.

2-се ҡыҙ.

3-се ҡыҙ.

1-се егет.

2-се егет.

3-се егет.

1-се немец һалдаты.

2-се немец һалдаты

3-се немец һалдаты.

Лейтенант.

Совет һуғышсылары, немец эшселәре.

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Ҡала ситендә йорт, баҡса, ишек алдында йәйге өҫтәл, ултырғыстар. Яҙ. Еңеү музыкаһы яңғырай. Мәрҙән инә, күкрәгендә орден-миҙалдар, таяҡҡа таянған, ҡулында сәскә гөлләмәһе. Ҡоштар һайрай.

Мәрҙән(ҡоштар һайрауын тыңлап тора) Бына тағы бер йыл үтеп китте. Тағы ла яҙ. Тағы ла бер еңеү яҙы... (Ултырғысҡа ултыра, гөлләмәне ҡуя) Ғәжәп, олғайған һайын, үткәндәр күҙ алдына асығыраҡ булып килеп баҫа. Ваҡиғалар, йәнгә яҡын кешеләр, йәшлек... (Күҙҙәрен йомоп, уйланып ултыра.)

(Музыка көсәйә, көлөшә-көлөшә Диана менән Алекс керә. Алекс заманса, йәштәрсә кейенгән, Диана Мәрҙәнде ҡосаҡлап ала.)

Диана.Олатай, ҡотлайым! Яҡшы итеп сығыш яһаның. Ололар илап, студенттар ауыҙҙарын асып, ҡыҙыҡһынып, тыңлап ултырҙылар. Мин эстән генә һинең менән маҡтанып: “Күрегеҙ, тыңлағыҙ, һуғыш утын үтеп, еңеү яулап ҡайтҡан – минең олатайым был”, тип ғорурланып ултырҙым. Хатта сит ил студенттары ла, аңлағандары ғәжәпләнеп, аңламағандары тәржемәселәренән һорашып йөҙәтеп бөттөләр.

МәрҙәнРәхмәт, ҡыҙым! Ниндәй студенттар тиһең?

Диана.Сит илдән, Американан килгән студенттар. Әйткәндәй, таныш бул! Был – Алекс – Гарвард университетынан.

Алекс.Алекс!

Диана.Был минең олатайым. Грандфаза!

Мәрҙән.Гутт! Мәрҙән! (Ҡул бирә.)

Алекс.Һеҙ немецса ферштейн? (Ҡулын ҡыҫа)

Мәрҙән.Бер аҙ ғына шпрейх. Ете йыл һуғыш ҡырында. Шуның ике йылы Германия ерендә. Икмәклек-тоҙлоҡ белә инем. “Хенде хох!”, “Гитлер капут!”, “Шнапс”, “Их либе дир”, йәғни мин һине яратам.

Алекс.О! Май готт! Германия минең дә тарихи Ватаным. Грандмазе һәм Грандфазе шул ерҙән булғандар. Мин Американец! Америка бөйөк ил. Ер шарында иң көслө дәүләт! Беҙҙә демократия! Без фашизмды ҡыйраттыҡ.

Мәрҙән.Ҡайҙан килеп һеҙ ҡыйраттығыҙ ти ул фашизмды?

Алекс.Нормандия – Неман!

Мәрҙән.“Янғындан һуң насос нимәгә кәрәк?”, - ти, халыҡ мәҡәле.

Алекс.Ниндәй насос? (Һүҙлектән ҡарай.)

Диана.Күсмә мәғәнәлә...Төпсөнөп, башыңды ватма! Лейтэ (Позже)лейтэ.

Алекс.Беҙ бит Европаны азат итеп, Японияны еңдек.

Мәрҙән.Биш йыл буйы йәйәү атлап, күкрәктәрҙә шыуышып, күпме кеше ғүмерен ҡорбан килтереп, кем азат итте Европаны?

Диана.Олатай, тыныслан, еңеүгә уларҙың үҙ ҡарашы.

Мәрҙән.“Нормандия-Неман” имеш. Атылған айыу тиреһен тунарға оҫталар күбәя, уның өсөн батырлыҡ кәрәкмәй.

Алекс.Янғын, насос, айыу тиреһе? (Һүҙлеген аҡтара. Дианаға аптырап ҡарай.)



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 27; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.006 с.)