Иоган. Клара, шым, ҡысҡырма. Рус нихть до лаут, бите. (потише, успокойся. ) 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Иоган. Клара, шым, ҡысҡырма. Рус нихть до лаут, бите. (потише, успокойся. )

Иоган. Клара, шым, ҡысҡырма! Рус нихть до лаут, бите! (Потише, успокойся!)

Клара.О, май готт! Бер-бер хәл булһа, мин йәшәй алмам. Аллам, ярҙам ит!

Иоган. Клара!

Мәрҙән. Бөгөнгә планды үтәнегеҙ. Гут!

Иоган. Тырышабыҙ.

Мәрҙән. Былай барһа, поёктарығыҙҙы ла арттырырҙар.

Иоган. Яҡшы булыр ине.

Клара. Гер офицер!

Марҙан. Һалдат.

Клара. Гафу, гер солдат! Һорарға мөмкинме?

Мәрҙән. Битте, фрау Клара.

Клара. Себастьяндарҙы ҡулға алыуҙары дөрөҫмө?

Мәрҙән. Әйе.

Клара.Ул уларҙың ҡустылары, инвалид, һуғышҡа яраҡһыҙ.

Мәрҙән. Ярамай. Ниңә уны йәшереп тотҡандар, комендатураға белдермәгәндәр? Бәлки ул диверсанттыр!

Клара. Хәҙер улар менән нимә була?

Мәрҙән. Бының өсөн закон ҡаты. Һәр хәлдә тикшерерҙәр.

Клара. О! Май-май готт!

Сәхнә ҡараңғылана

                                                                   X КҮРЕНЕШ

Шул уҡ сәхнә. Таң ата. Мәрҙән керә. Ҡоштар һайрай.

Мәрҙән.Хәс та беҙҙәгесә һайрайҙар. Ҡыҙыҡ, улар беҙҙең ҡоштарҙың телен аңлай микән? (Көлә) Иҫәр, ҡоштарға тәржемәсе кәрәкмәй. Улар ҡанатлы, уларға сиктәр юҡ. Улар ирекле. Ҡош булһам, мин дә тыуған яғыма осор инем. Әсәйемдең ҡәбере, улымдың һалҡын тупрағы, меҫкен, бәхетһеҙ Фәйрүзәм... Кем көтә мине унда? ...Хәҙер беҙҙә сәсеү өҫтө. Эх, итектәрҙе һалып ташлаһы ла, йылы, йомошаҡ тупраҡҡа аяҡ баҫып: “Но, малҡай, бураҙна!”, - тип ҡулдарҙа һалҡын һабан һабының наҙын тойоп, баҫыуҙы бер урарға ине... Ҡайсан ғына ҡайтарырҙар тыуған илдәргә?

Йыр

Ҡойма аша һикереп күтәрмәгә менә, ишек шаҡырға үрелә, кинәт ишек асыла. Ишектән ашығып Дина сыға һәм көтмәгәндә Мәрҙәндең ҡосағында ҡала.

Дина.О, май готт! Найн, найт, хилфе! (Ҡотҡарығыҙ!)Зимер вите! (Зинһар! Зинһар!)Мәрҙән артҡа сигенә, автоматын ҡора.

Мәрҙән.Стоять, цурих! Хинде хох!

Өйҙән ашығып Иоган менән Клара сыға. Клара йүгереп килеп, Мәрҙәндең аяғына һырыла.

Клара.Нихьт! Гер солдат! Атма, зинһар, атма! Бите, бите! Харап итмә, гер солдат! (Дина Иоганға һыйына)

Дина.Гросфатер!

Иоган. Үтенеп һорайым, зинһар, кисер!

Мәрҙән. Встать, молчать! Кем был?

Иоган. Гар, солдат! Зинһар, үлтермә, үтенеп һорайбыҙ, харап итмә. Ейәнсәребеҙ Дина.

Мәрҙән. Ҡайҙан ул? Нишләп списокта юҡ? Документтары ҡайҙа, нишләй ул бында? Шпион? Диверсант?

Иоган. Юҡ, юҡ ул йәш әле. Беҙ уны әрәм итерҙәр, рәнйетерҙәр, тип, ҡурҡып, йәшереп торҙоҡ. Уның бер ғәйебе лә юҡ. Зинһар!..

Мәрҙән. Киттек комендатураға!

Клара. О-о-о! Ғәфү ит, ғәфу ит! Беҙҙе ат, ейәнсәребеҙгә теймә! Ул берәү генә, нәҫелебеҙҙән берәү генә... (Мәрҙәндең аяҡтарын ҡосаҡлап ала. Ебәрмәй)

Дина.Найн, найн! (Өләсәһен ҡосаҡлай) Мине үлтер, солдат. Мин уларһыҙ йәшәй алмайым, тик комендатураға бармайым. Бармайым, унда лагерға оҙаталар. Нехьт! (Мәрҙән ни эшләргә лә белмәй.)

Мәрҙән.Етте! (Автоматын арҡаһына аҫа) Тороғоҙ! Динә өйгә керһен. Һеҙ тиҙерәк эшкә сығығыҙ.

Иоган,Клара, Дина өйгә кереп китәләр

Мәрҙән.Нишләргә? Комендатураға тапшырһаң, бөттө быларға. Лагерға оҙатыуҙары бар, йәшереп ҡалдырһаң, миңә трибунал. Юҡ, әйтергә кәрәк! Хәҙер үк!

Вася керә

Вася.Ниндәй шау-шыу бында?

Мәрҙән. Йыйыналар.

Вася. Әәәә. Себостьяндарҙы лагерға оҙатҡандар. Тентеү ваҡытында подвалдағы тайниктан вентовка тапҡандар. Хан заманынан. Беренсе донъя һуғышынан ҡалған, күгәреп бөткән, ти. “Белмәнек,” – тип әйтәләр, ти. Тик, ҡорал есть ҡорал. Бер атмаһа, бер атырға мөмкин.

Мәрҙән. Вася!

Вася. Нимә?

Мәрҙән. Юҡ... Бер нимә лә түгел...

Вася. Һин нимә. Дуҫҡай? Ҡурҡыныс төш күрҙеңме әллә?

Мәрҙән. Юҡ! Былай ғына. (Өйҙән Иоган менән Клара сыға)

Иоган.Гер, солдат!

Мәрҙән. Шнель, шнель! (Сығып китәләр)

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 26; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.008 с.)