Диана. Алекс. Һуңынан, лейтэ ай толд лейтэ (я сказала позже). 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Диана. Алекс. Һуңынан, лейтэ ай толд лейтэ (я сказала позже).

Мәрҙән.Ҡыҙым, был ниндәй ”ҡош” һуң ул, ә? Күктән төшкәнме әллә?

Алекс. Мин ҡош түгел! Мин (Һүҙлеген аса ла...) джигит!

Мәрҙән.Егет? Оҡшауын бер аҙ оҡшағанһың да кеүек.

Диана. Улар практикала. Беҙҙең телде тәрән өйрәнеү һәм шымартыу маҡсатында алмаш практикаға килгәндәр. Бөгөн улар беҙҙә, һуңынан беҙ уларға инглиз теле буйынса барасаҡбыҙ. Һуңғы ваҡытта Бөйөк Дала телдәре – төрки телдәр менән ҡыҙыҡһыныу көсәйҙе.

Алекс. Пардон, мистер! Һеҙ ветеранмы? Һеҙҙең опион эбаут минең өсөн дә, беҙҙәге йәштәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр ине. Бәлки интервью бирерһегеҙ? Мин журналистикала ла эшләйем.

ДианаҺуғыш һәм солохҡа ҡарата мөнәсәбәтегеҙ ҡыҙыҡһындыра уны.

Мәрҙән.“Өмөтһөҙ шайтан ғына”.

Алекс.Өмөтһөҙ нимә? (Һүҙлек аҡтара.)

Диана.Чёрт.

Алекс.Ди, ә ниңә мистер мине чёртҡа послал?

Диана.Был фигураль әйткәндә! Олатай һуғыш тураһында һөйләргә яратмай.

                                               (Кеҫә телефоны шылтырай)

Алекс.Хеллоу, свити (Привет, милая). Да, малышка. Всё О’кей! Ниңә йәшелгә? Һин бит блондинка. Мне всё равно. Как хочешь! Йәшел так, йәшел! Бай-бай! Мин һиңә шылтыратырмын. Чао! Бай-бааай!

Диана.Матурмы ул?

Алекс.Кем?

Диана.(Телефонға ымлап) Йәшел сәс!

Алекс.(Елкәләрен һикертә.) Вроде. Матур буғай.

Диана.Көтәме? Ҡасан туй?

АлексНимәгә ул?

Диана.Ну, бергә тора башлайһығыҙмы?

Алекс.Мне и так хорошо.

Диана.Ә ғаилә?

Алекс.О! Это так скучно! Тормош унһыҙ ҙа шундай ҡыҙыҡлы!

Мәрҙән. Сәсен йәшелгә буяғанмы әле? Тимәк, былай булғас, зәңгәргә манһа ла мөмкин инде.

Алекс.А можно спросить? Диана,ә һинең бойфренд бармы?

Мәрҙән.Бар, бар!

Диана.Олатай!..

Алекс. Ә ҡайҙа ул?

Мәрҙән. Армияла.

Диана.Олатааай!!!

Алекс. Көтәһеңме?

Мәрҙән.Көтә, көтә, көҙгә ҡайтыры билдәле.

Диана. Олатай!!!

Мәрҙән.Ҡайтыуы менән, туй үткәрәбеҙ, Аллаһ бирһә. Бына ата-әсәләре, туғандары оҙаҡламай диңгеҙҙән,  ялдан ҡайтырға тейештәр.

Алекс.Ҙур ғаиләме?

Диана.Беҙ – татыу ғаилә.

Алекс. Ә беҙ аҙ: Грандмаза, Фазе, Мазе.

Мәрҙән.Ә олатайың?

Алекс.Ул һуғыштан ҡайтмаған. Грандмаза – Марлен уны бик һағына, ярата ине. Ә грейтграндфазе (прадед ) – Восточный фронтта, 45-се йылда хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙы беҙ Германиянан да, Союздан да эҙләттек, таба алманыҡ. Бында килергә булғас, ғаиләм миңә яңынан уларҙы ныҡлап эҙләргә ҡушты. Мәскәүгә хәрби  архивҡа яҙҙым, хәбәр көтәм.. Грандмаза: “Нисек тә булһа белергә тырыш, билдәһеҙлек ауыр”, тине. Бәлки, ҡайтып киткәнсе берәй нимә белеп булыр (Телефонына күрһәтә.)

Диана.Уңыштар һиңә, бәлки табылыр.

Мәрҙән.Мин бер аҙ ятып, ял итеп алайым әле.

Өйгә кереп китә.

Алекс. Был таунхаус һеҙҙекеме?

Диана.Әйе, олатайым һалған йорт.

Алекс.Ә, вигвам ҡайҙа?

Диана.Вигвам һеҙҙә ул, ә беҙҙә – тирмә!

Алекс.Уныһы нисек була?

Диана.Тирмә ҡырҙа, киң далала урынлаштырыла! Ата-бабаларыбыҙҙың, төрки халҡының бай тарихының нигеҙе!

Алекс.Тарих!.. Ҡыҙыҡ. Аңлат!

Диана.Уның эсе үҙе айырым бер донъя. Тирмәлә күңел күҙе күк түбәһенә асыла. Күңел серле моң менән тула.

Йыр.

Алекс.Класс! Күрһәтерһеңме?

Диана.Әйе. Тәбиғәткә, йәйләүгә алып барырмын.

Ҡапҡанан Фәрхәт керә. Уның да күкрәгендә миҙалдар, таяҡҡа таянған.

Фәрхәт.Мөмкинме?

Диана.Керегеҙ.

Фәрхәт.Һаумыһығыҙ!

Алекс.Хауду юду!

Фәрхәт.Бөгөн ҡыҙҙыра. Ямғыр яуыр, моғайын. Бөркөү.

Алекс.Ҡыҙҙыра, бөркөү. (Блокнотына яҙа.)

Фәрхәт. Был ниндәй ҡош?

Алекс.Мин не ҡош! Мин джигит!

Фәрхәт.Ә, егетме ни? Ярай.

Диана.Һеҙгә олатайым кәрәкме, бабай?

Фәрхәт.Әйе, ҡыҙым, ҡорҙаш кәрәк ине.

Диана.Һеҙ фронтташмы?

Фәрхәт.Ауылдаш. Бергә уйнап үҫтек, йәшлек йылдары бергә үтте.

Диана.Ул осрашыуҙан ҡайтҡас, бер аҙ ял итеп алам, тигән ине.

Фәрхәт.Әйе, ҡарт почётта.

Диана.Еңеү көнө!Һеҙ ҙә барҙығыҙмы? Йәштәр менән хәтирәләрегеҙҙе бүлештегеҙме?

Фәрхәт.Мин матур һөйләй белмәйем.

Алекс.Һеҙ ранен булдығыҙ?

Фәрхәт.Әйе.

Диана.Һеҙҙең дә яҡындарығыҙ бармы?

Фәрхәт.Әбей зыяратта, балалар алыҫта. Оҙон аҡса артынан Себер елен киҫәләр.

Диана.Яңғыҙығыҙғаауырҙыр бит.

Фәрхәт.Беҙ ауырлыҡтарға өйрәнгән, ҡыҙым.

Алекс.Һеҙ Мистер Мәрҙән менән фронт, һуғыш тураһында һөйләшергә килдегеҙме? Мин дә тыңларға теләйем. Яҙып алыр инем. (Блокнотын әҙерләй.)

Фәрхәт.Һөйләшер һүҙем фронт тураһында түгел.

Алекс.О чём, если не секрет?

Фәрхәт.Сер!

Диана.Бөтә донъя сер менән тулған.

Фәрхәт.Әйе. Үҙең генә белгән серҙәр була. Кешегә һөйләр серҙәр ҙә була, ә ҡайһы береһен ике кеше сисергә тейешле...

Диана.Ҡыҙыҡ. Йомаҡ кеүек.

Фәрхәт.Ҡайһы бер серҙең ике сиселеше була.

Алекс.Не понял.

Фәрхәт.Йәғни, бер үк серҙең асыҡысы ике кешелә. Тик ул асҡыстың ярай торғаны, ысынлап та серҙе аса торғаны берәү генә. Һәр ике кеше ысын асҡыс уның ҡулында, тип уйлай.

Диана.Бабай, һин беҙҙе бутап бөттөң. Аңлап булмай, тик ҡыҙыҡ. Белгебеҙ килә.

Өйҙән Мәрҙән сыға.

Мәрҙән.Кем унда?

Диана.Ҡунаҡ бар, олатай.

Фәрхәт.Һаумы, Мәрҙән!

Мәрҙән.Кем һин?

Фәрхәт.Танымайһыңмы ни? Был мин!

Мәрҙән.Кем?

Фәрхәт.Фәрхәт!

Мәрҙән.Фәрхәт, һин? Нимә кәрәк һиңә?

Алекс.Он фронтовик, ветеран. Бергә һуғыштығыҙмы?

Мәрҙән.Ҡапма-ҡаршы фронттарҙа.

Диана.Нисек?

Фәрхәт.Ул шаярта, ҡыҙым. Һинең олатайың йәштән үк шаян булды.

Мәрҙән.Нисек эҙләп таптың? Нимә кәрәк һиңә?

Фәрхәт.Ветерандар менән осрашыуҙа мин дә бар инем. Сығышыңды тыңлап ултырҙым. Һәйбәт һөйләнең. Ҡыуып етермен тип, артыңдан килә инем, таяҡ ебәрмәй. Һораша торғас, килеп таптым. Матур урында йәшәйһең икән.

Мәрҙән.Һүҙеңдеҡыҫҡараҡ тот.

Фәрхәт.Үҙгәргәнһең, олғайғанһың.

Мәрҙән.Һин дә йәшәреү яғына түгел.

Фәрхәт.Әйе, ғүмер өлөштәрен үҙләштереп бөтөп барабыҙ.

Мәрҙән.Һин шуны әйтергә килдеңме?

Фәрхәт. Ыҙан араһына ҡаҙыҡ дөрөҫ ҡағылмаған, бәхәсле урындар бар, асыҡлайһы, тәртипкә килтерәһе ине.

Мәрҙән.Минең өсөн барыһы ла асыҡ.

Фәрхәт. Бәлки һиңә шулай еңелерәктер. Тик миңә...

Мәрҙән.Үҙ выжданыңды еңеләйтергә теләйһеңме?

Фәрхәт.Һинекен дә...

Мәрҙән.Минең йәнемдә булғандар башҡаларға ҡағылмай.

Фәрхәт.Мәрҙән! Был төйөн сиселмәй ҡалырға тейеш түгел!

Мәрҙән.Кит! Етте!

Диана.Олатай, һүҙ нимә хаҡында бара?

Алекс.Что за скандал? Какие импульсивные старики!

Диана. Олатай, һеҙ бит ветерандар, фронт кискән, яраланған һалдаттар! Ҡан ҡойған...

Мәрҙән.Ҡан ҡойған? Улмы? Ҡайҙа? Нисек?

Фәрхәт.Һин һорау алма! Һәр кемдең үҙ яраһы.

Мәрҙән.Самострел?!.

Фәрхәт.Быныһы инде саманан тыш. Төпсөнә ҡалһаң, һине лә беләбеҙ – һөттән аҡ, һыуҙан паҡ түгелһең...

Мәрҙән.Нимә әйтергә теләйһең? Һин... Һин...

Фәрхәт.“Самостерл”ға яуап итеп ҡабул ит!

Мәрҙән.Сығып кит, яҡшы саҡта. (Өҫтөнә бара). Теге ваҡытта юҡҡа мин һине... Юҡҡа, юҡааа... (Йөрәген тотоп ултырғысҡа ултыра, кеҫәһенән дарыу әҙләй.)

Диана.(Фәрхәткә) Бабай, бар, кит, ғафу ит!



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 24; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.01 с.)