Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Беларус ҡатыны балһы менән баҫа. Бала илай.Поиск на нашем сайте III КҮРЕНЕШ Станция, перронда һуғышҡа оҙатыу күренеше. Күңелһеҙ, халыҡ ҡайғылы. Вагондар көтөп тора. Айырым-айырым ғаиләләр. Кемдер атаһын, кемдер улын, кемдәрҙер ирен оҙата. Бер ситтә “Герман көйө” уйнайҙар. Йыр “Герман көйө” Сәхнә алдында Мәрҙән, бала күтәргән Фәйрүзә, Әсә. Әсә.Хуш, улым! Аллаға тапшырҙыҡ! Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө, ҡабаланма, атылып утҡа ташланма! Мәрҙән.Ярай, әсәй! Илама, ҡайтырмын, миңә нимә булһын. Беләһең бит: мин һинең йылғыр улың. Бирешмәм! Әсә.Бына был бөтөүҙе муйыныңа таҡ. Бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар. Бисмилла әйтеп, белгән доғаларыңды уҡып йөрө. Эй, Аллам, һаҡлап ҡына йөрөт балаҡайымды. (Фәйрүзәнең ҡулынан баланы алып ситкәрәк китә. Фәйрүзә илап Мәрҙәндең күкрәгенә ҡаплана. Мәрҙән.Илама, илама, зинһар! Фәйрүзәкәй-гөлкәй, ҡәҙерлем, илама! Фәйрүзә.Башҡа бер ҙә күрешмәбеҙ кеүек! Китмә, китмә, зинһар! Ниңә генә үҙең теләп тамуҡҡа ынтылаһың икән?!. Мәрҙән.Нимә һөйләйһең һин, Фәйрүзә! Бөтә ил менән халыҡ дошманға ҡаршы күтәрелгәндә, мин өйҙә ятайыммы? Тиҙҙән дошманды дөмөктөрөп ҡайтырбыҙ. Көҙгә көт! Дошман еңелер, бына күрерһең. Улыбыҙҙы һаҡла! (Мәрҙән әсәһе ҡулынан улын алып, йөҙөн асып йылмая.) Фәйрүзә.Әнә, ул да: “Атайым, китмә, китмә”, - тигән кеүек мөлдөрәп ҡарай. Мәрҙән.Ул миңә йылмайып: “Дошманды еңеп ҡайт, атай! Мин һине көтөрмөн, һин ҡайтыуға үҫеп торормон”, - ти. (Улын үбә) Фәйрүзә.Йөрәгем һыҡрай. Мин, беҙ... Һинһеҙ йәшәй алмабыҙ. Әсә.Килен, етте. Балауыҙ һығып, әллә нимәләр һөйләп торма. Юлға сыҡҡан, яуға киткән кешене доғалар менән оҙат. Насарға юрама. Ауыҙыңдан ел алһын. Мәрҙҙән.Онотма, йәнем: уйымда һәр саҡ һеҙ булырһығыҙ. Илем өсөн, һеҙҙең өсөн мин дошманды еңеп ҡайтырмын. Көт, көт кенә, бәғерем. Тауыш.Вагодарға! (Паровоз ҡысҡыра, халыҡ вагондарға тейәлә башлай, илау, хушлашыу, ҡайҙалыр бейеү бара) Тауыштар: – Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ! Илдә сәпсек үлмәҫ! – Беҙҙең өсөн дә дөмбәҫләгеҙ фашисты. – Иҫән йөрөп, һау ҡайт, улым! – Аллаһ һаҡлап йөрөтһөн! – Йәнем, йәнкәйем, онотма мине, көт, кейәүгә сыҡма. Ҡайтыу менән – туй! – Кәзәне бөтөрмәгеҙ, астан үлмәҫһегеҙ! – Бер кәзәгә инде бесәнде ҡул менән булһа ла йолҡоп ашатырмын! – Ниңә ҡул менән? - Уның ҡатыны иркә, бесән саба белмәй, ха-ха-ха! – Нужа ҡалас ашата, өйрәнер. – Йәһәтерәк вагондарға! – Беҙ ҡайтырбыҙ. – Хушығыҙ! Состав яйлап ҡына ҡуҙғала, Әсә баланы күтәреп сығып китә. Фәрхәт керә. Һалдат ҡапсығын арҡаһына аҫҡан. Фәрхәт.Хуш, Фәйрүзә! Фәйрүзә. Хушлаштыҡ бит инде, Фәрхәт. Бар, йүгер, поезд ҡуҙҡалды. Фәрхәт. Фәйрүзә, минең һиңә ҡарап туйғаным юҡ. Ҡабат күргем килде. Фәйрүзә. Фәрхәт, кәрәкмәй, мин ир ҡатыны. Фәрхәт. Әгәр Мәрҙән араға кермәһә, беҙ бергә булыр инек. Фәйрүзә. Мин һиңә вәғәҙә бирмәнем. Фәрхәт. Мин бары бер һине яратам! Фәйрүзә. Юҡ! Юҡ! (Йүгереп сығып китә) Фәрхәт. Мин өмөтөмдө өҙмәйем. Беҙ әле осрашырбыҙ. Бер йәш ҡатын-ҡыҙ йүгереп кереп Фәрхәткә кесет менән ҡулъяулыҡ бүләк итә. Фәрхәт.Рәхмәт, һылыуҡай. (Ҡыҙҙың битенән үбеп ала.) Теләктә бул! Поезд артынан йүгереп сығып китә. Поезд тауышы алыҫая) IV КҮРЕНЕШ Белоруссия ере. Йәй. Ауыл сите. Ағартылған өй алды. Ихатала, усаҡ өҫтөндә, суйында ашарға бешә. Өҫтәл, ултырғыстар. Өҫтәлдә ҙур шешәлә көмөшкә, стакандар, самауар, кабымлыҡтар. Өҫтәл янында ярым иҫерек 3 немец һалдаты. Береһе кителен һалып, ултырғыс артына элгән, өсөнсөһө - ысҡындырған. Беларус ҡатыны ашарға бешерә. Коляскала бала йоҡлай. Немецтар сәкәштереп эсәләр. 1-се немец һалдаты.Көмөшкәләре ҡаты. Эшләй беләләр, ҡәһәр һуҡҡырылары. 2-се немец һалдаты. Һуғышырға ла өйрәнеп алдылар. 3-сө немец һалдаты. Көтмәгәндә, үҙҙәрен аямайса утҡа ташланалар, фанатиктар. 1-се немец һалдты.Аҫтыртындар, партизандар, швайындар, нимә уйлағандарын белеп булмай. 2-се немец һалдаты. Беҙ улар ерендә, шуға ҡаршылашалар. 1-се немец һалдаты. Улар был доняла йәшәргә тейеш түгел, беҙ ҡушҡанды ғына үтәргә тейеш. Беҙгә хеҙмәт итергә тейеш. Беҙ Бөйөк милләт! 3-сө немец һалдаты. Әйҙәгеҙ, еңеү өсөн! (Эсәләр) 1-се немец һалдаты.Әй, фрау, эссен, шнель эссен! Ашарға! Белорус ҡатыны. Хәҙер, хәҙер бешә. (Үҙ алдына) Ҡаҙалғылары, хәсистәр! 1-се немец һалдаты. Советтар бөтә фронт буйынса һөжүм итә... 3-се немец һалдаты. Ҡой, Эрих! (1-се немец һалдаты көмөшкә һала.) Бөйөк, еңелмәҫ Фюрер өсөн. (Эсәләр) 1-се немец һалдаты.Ҡурыҡмайҙар, үлемгә ташланалар, ҡырағай Советтар! 3-сө немец һалдаты. Һин ҡурҡып ҡалдыңмы? Бала илай. Бер ситтә, ҡыуаҡтар артына шым ғына бер нисә совет һуғышсыһы йәшенеп килеп боҫа. Араларында Мәрҙән менән Вася ла бар. Һөжүмгә әҙерләнәләр. Летейнант.(Бышылдап) Отставить, командаһыҙ атмаҫҡа! 1-се немец һалдаты.Кем ҡурҡа? (Иҫерек 3-се һалдаттың иҙеүенән ала.) Ҡабатла! 2-се немец һалдаты. Тынысланығыҙ, фрицы! 1-е немец һалдаты. (2-се немец һалдатына). Һин, редакция ҡорто, дары еҫен иҫкәнеңме әле? Кемде өйрәтәһең? Фюрер өсөн мин утҡа керегә әҙер. 2-се немец һалдаты. Германия минең дә Ватаным. Уның яҙмышы мине лә борсой. Унда минең фамилиям башланғысы! Ғаиләм! Тынысланығыҙ. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе фотоға төшөрәм. Һуғыштан һуң ҡарап, иҫкә алырһығыҙ. 3-сө немец һалдаты. Фрау, битте! Баҫ беҙҙең менән. Ҡуй балаңды! Беларус ҡатыны. Юҡ, кәрәкмәй. Бала асыҡҡан, зинһар, имеҙергә рөхсәт итегеҙ. 1-се немец һалдаты. Ишетмәйһеңме ни, швайн, һиңә нимә тиҙәр?! Баҫ! 3-сө немец һалдаты.Илатма балаңды! Беларус ҡатыны. Ул асыҡҡан. 2-се немец һалдаты фотоға төшөрә. 1-се немец һалдаты. (Иҫерк) Илатма, сусҡа балаһын! (Ҡапыл ҡатындың ҡулынан баланы тартып ала ла, ҡойма аша ташлай. Бала тауышы тына.) Белорус ҡатыны.Балам! Хәсистәр! Йыртҡыстар! (Өҫтәлдәге бысаҡты алып, 1-се немец һалдатына ташлана. 3-се немец һалдаты автомат алып очередь бирә. Ҡатын ауа. Совет һалдаттары ата башлай. Йүгерешәләр, атышалар. Ут бер яна, бер һүнә. Сәхнә алдында 2-се немец һалдаты менән Мәрҙән ҡала. Атышалар. Патрондары бөтә.) Мәрҙән. Эх, һин, йыртҡыс! Фашист, бала үлтереүсе! 2-се немец һалдаты.Нехт, нехт, нет, юҡ, мин түгел. Эрих, ул Эрих ине. Ул, ул... Үлтермә, зинһар! Минең дә киндер бар, ғаиләм, мин нацист түгел! Мәрдҙән. Ә миңә наплевать! Һин минең илемә баҫып керҙең. (Өҫтөнә бара.) Һин үлтереүсе! (Затворын тарта, яҡында снаряд ярыла. Ут бер яна, бер һүнә. Вася йүгереп креә.) Вася. Тише, дуҫҡай! (Мәрҙәндең өҫтөнән тупраҡ, сүп-сарҙы алып ташлай). Бирешмә, хәҙер, хәҙер. (Яҡында ятҡан фотоаппаратты ала, Мәрҙәнде арҡаһына йөкмәп алып сығып китә.)
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 26; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.006 с.) |