Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
алмаҡ ҡына лейтмотивПоиск на нашем сайте Ут һүнә. V КҮРЕНЕШ Һуғыш үтеп киткән вокзал. Перрон. Эскәмиәлә Мәрҙән поезд көтә. Ара-тирә инеп-сығып йөрөгән һуғыш заманы пассажирҙары, яралы, сатанлаған һуғышсылар, насар кейенгән кешеләр күренгәләп ҡала. Күкрәк сабыйы күтәргән, ябыҡ, йонсоған сегән ҡатыны керә. Бер ҡулында төйөнсөк. Эскәмиәнең бер ситенә ултырып бала имеҙә. Ваҡыты-ваҡыты менән бала шыңшып ҡуя. Сегән ҡатыны үтенесле ҡарашын Мәрҙәндән алмай. Мәрҙән ҡапсығын сисеп, бер аҙ икмәк һәм сало киҫәген ҡатынға бирә. Ҡатын ҡалтыранған ҡулдары менән ризыҡты ала, күҙҙәрен йомоп еҫкәп ҡарай ҙа, ашай. Сиған ҡатыны.Рәхмәт, һалдат! Әллә нисә көн ризыҡ ҡапҡаным юҡ инде... Булғанын да юлда урланылар... (Көлөмһөрәп.) Хатта беҙҙән дә... Сегәндәрҙән дә... Күкрәгемдә һөтөм ҡалманы. Мәрҙән. Ҡайҙа юл тотаһығыҙ? Сиған ҡатыны. Сербиянан мин. Һуғыш йөрөтә. Белорусияла иремдең туғадары бар,булырға тейеш... “Шунда барырһығыҙ. Үҙ баҡсалары бар, аслыҡтан үлмәҫһегеҙ.”, - тигән ине Роман. Бында инде ерҙәр азат ителгән! Мәрҙән. Ә ирегеҙ – Роман ҡайҙа? Сиған ҡатыны. Ҡара ҡағыҙ алдыҡ. Ике балам астан үлде... Мәрҙән. Һуғышта төрлө хәлдәр була. Бәлки терелер әле... Мин дә бына госпиталдән-госпиталдә дауаланып йөрөгәндән һуң туған яҡҡа, хәбәр итмәй генә отпускыға ҡайтып барам. Сиған ҡатыны. Яҡындарығыҙ көтәме? Мәрҙән. Әсәйем, ҡатыным, улым! Сиған ҡатыны. Һеҙ бәхетле!.. (Тынлыҡ.) Һалдат, теләйһеңме, мин һиңә алдағы яҙмышыңды юрайым. Был икмәк биреп, аслыҡтан ҡотҡарғаның өсөн түгел. Күреп торам: яҡшы кеше һин... Мәрҙән. Мин юрауҙарға бик ышанып бармайым. Сиған ҡатыны. Минең күрәҙәлек уйын түгел. Был һәләт әсәйемдән, өләсәйҙәремдән күскән. Мәрҙән ҡулын һуҙа. Сиған ҡатыны йоҡлаған балаһын эскәмиәгә һалып, Мәрҙәндең усына текәлә. Мәрҙән.Нимәләр бар унда? Сиған ҡатыны. Һалдат, һүҙ бар: нимә ҡушһам, шуны үтәрһең... Ай, бәхетле булаһың, ғүмерең оҙон була. Йөрәгең йылы, тик холҡоң киҫкен икән. Сабырыраҡ бул! Юғалтыуҙар аша табыштарға килерһең. Дүрт балаң була, шуларҙың өсөһөнөң ғүмере һинекенән оҙонораҡ буласаҡ. Мәрҙән. Бер улым бар, тимәк, тағын өсәү була, тиһең инде?! Яҡшы юрау. Сиған ҡатыны. Тик бер кәңәш һиңә: өйөңә револьверыңды алып ҡайтма, ташла! Йә миңә бир, үҙем берәр яры ҡуйырмын. Төҙәтеп булмаҫлыҡ хата яһама! Мәрҙән. Һин һаташаһың, ҡатын! Мин был ҡоралды һуғыш яланында таптым. Үлеп ҡалған офицерҙыҡы был. Тейешле урынға тапшырып өлгөрмәнем. Яраларҙы йүнәлтәм дә, кире фронтҡа барам. Револьвер кәрәк буласаҡ әле миңә. Сиған ҡатыны. Ял ит, һалдат! Йоҡлап ал, ваҡыт бар әле. Әйберҙәреңде һаҡлармын, борсолма! Матур төштәр күр! Мәрҙән һалдат ҡапсығын баш аҫтына һалып йоҡлап китә. Һалмаҡ ҡына музыка яңғырай, сәхнә ҡараңғылана. VI КҮРЕНЕШ Ауыл өйө. Кис. Лампа яна. Юрған-мендәрҙәр өйөлгән һандыҡ. Өҫтәл, бер нисә ултырғыс. Бер ситтә мейес. Һике өҫтөндә Әсә намаҙ уҡып ултыра. Мәрҙән керә, ултыра, намаҙ тамамланыуын көтә. Әсә доға ҡыла. Әсә.Кем унда? Әлтәф күрше, һинме? Мәрҙән. Был мин, әсәй. Әсә.Кем? Мәрҙән.Мин Мәрҙән – улың! Әсә.Ай, Аллам! Ҡолағыма ишетелә буғай, әстәғәфирулла! Бисмилләһир-рахманир-раһим. Мәрҙән. Мин, мин, әсәкәйем! Әсәй. И, Хоҙайым, һаташам икән. Илай-илай күҙҙәрем дә томалана, ҡалаҡтарым да ишетмәй башланы. Мәрҙән. (Барып әсәһен ҡосаҡлап ала). Әсәй, бына, ышанмаһаң күҙҙәрем, танауым, ҡолаҡтарым. (Әсә улының битен ҡапшап ҡарай). Әсә. Йә, Алла! Улым! Өнөмдәме, ысынмы был? Ҡара ҡағыҙ килән ине бит... Мәрҙән. Мин ҡайттым, мин иҫән! Әсә. Хоҙайым, ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде ишетән икән бит, шөкөр үҙекәйенә! Күҙ нурым, улым! Ошо көндәрҙе лә күрәһем булған икән, Инша-Аллаһ! Мәрҙән. Тыныслан, әсәй! (Һәкегә ултыра) Әсә. Аллаға шөкөр, ҡулдарың, аяҡтарың теүәл, бер аҙ аҡһайһың ғына! Үтер, үләндәрем бар, дауалармын. “Батырҙарса”, – тигән хат алған инем. (Илай) Мәрҙән. Яраландым. Бына һауығырға ҡайтарҙылар. Әсә. Хоҙайҙың рәхмәте! Нимә эшләп, донъямды онотоп ултырам һуң әле. Мә, аяҡтарыңа йылы башай. (Һандыҡтан алып бирә.) Хәҙер ҡаҙан аҫтына яғып, умас ыуып, ҡайнар аш әҙерләйем, кәзә ҡатығы менән үтә тәмле, шифалы була ул. Мунса ла булдырған булыр инем, белмәнем шул ҡайтырыңды, белмәнем. Мәрҙән. Ашыҡма, өлгөрөрбөҙ. Әсәй, минекеләр ҡайҙа? Әсә. “Ашыҡма”, – тип, юлдан булғас, арығанһыңдыр... Мәрҙән. Әсәй, ҡайҙа Фәйрүзә менән улым? Өй бикле, тәҙрәләр ҡағылған. Мин уларҙы бындалыр тип уйлаған инем. Әсә. И, Алла, балаҡайым, ултыр әле.Кишер сәйемде ҡайҙа тыҡтымһана? Мәрҙән. Әсәй, нимә булды? Минекеләр ҡайҙа? Әсә. Ашап ал әле, улым, ашау эш ҡалдырмай. Мәрҙән. (Әсәһе янына ултырып) Әсәй, нимә булды? (Борсолоп) Нимә? Ниңә өндәшмәйһең? Әсә.Улым, туҡта әле, сабыр бул! Мәрҙән. Әсәй!!! Әсә. Улың юҡ инде, балам!.. Мәрҙән. Нимә? Әсә. Улың вафат. Мәрҙән. Нисек? Ҡасан? Әсә. Ике йәше тулғанда, ҡаты ауырып, үлеп китте. Өшкөрөп тә, имләп тә ҡараныҡ, файҙаһы булманы. Бер нисә көн эсендә һулыны ла ҡуйҙы. Шәм кеүек иреп бөттө, күҙ нурым. Мәрҙән. (Юғалып ултыра) Фәйрүзә ҡайҙа? Әсә.Әсәһенәҡайтып китте. Мәрҙән. Мин уның янына барам. Әсә. Мәрҙән... Туҡта әле! Һөйләшәйек. Мәрҙән. Нимә булды? Әсә. Йөрөмә һин унда... Мәрҙән. Ниңә? Әсә. Тиң түгел ул һиңә. Мәрҙән. Аңалтып һөйлә, нимә булды? Әсә. Һөйләгәс, һөйләйем инде. Сит кешенән ишеткәнсе, минән белгәнең хәйерлерәк булыр. Һуғыштан яраҡһыҙ, яраланып ҡайтҡан Фәрхәт менән сыуала, тип һөйләйҙәр уны. Мәрҙән. Ышанмайым. Әсә. Мин дә ышанмаған инем. Тик, ауыл өҫтөндә “Утһыҙ төтөн сыҡмай”. Фәрхәт персидәтель булып алғас, ас һалдаткаларҙы аҙыҡ-түлек менән алдата икән, тигән һүҙ йөрөй. Мәрҙән. Ялған, ғәйбәт! Кем һөйләй быларҙы? Әсә. Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың, Фәрхәттең ҡатыны үҙе һөйләй, тиҙәр. Әллә инде, әллә, белмәйем. Ҡатыны бик көнләшә. “Кеше һүҙе кеше үлтерә”. Ғәйбәт күмер кеүек: көйҙөрмәһә лә буяй. Ашыҡма, төбөнә төш, дөрөҫөн белеш, улым! Мәрҙән. Әгәр һөйләгәндәре дөрөҫкә сыҡһа, үлтерәм мин уларҙы! Икеһен дә!.. Ашығып сығып китә Әсә.И, Аллам! Ярҙамыңдан ташлама! Улым, улыҡайым, туҡта, ҡыҙма! Ниңә генә әйттем икән?! Раббым, һаҡла баламды бәлә-ҡазанан. Ут ҡараңғылана VII КҮРЕНЕШ Фәйрүҙәнең өй алды. (Мәрҙән керә). Мәрҙән.Нисә тапҡыр ошо ҡапҡа төбөндә осршып, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, бер-беребеҙҙән айырыла алмай инек. Йондоҙҙар серҙәш, вәғәҙәләребеҙгә ай шаһит ине. Улар хәҙер ҡайғынан йөҙҙәрен болот менән ҡаплаған. (Ишек шаҡый. Тәрәҙәлә ут ҡабына) Тауыш.Кем унда? Мәрҙән. Мин! Асығыҙ! (Өй эсендә шыш-пыш илау ишетелә) Асығыҙ, юғиһә, өйөгөҙҙө төртөп ауҙарам. Тауыш. Хәҙер-хәҙер, кейәү! Өйгә үт кейәү! Ай Аллам. Ҡунаҡ бар икән. Мәрҙән. Ҡунаҡ булған саҡтар бар ине. Фәйрүзә сыҡһын. (Аҡ күлдәкле, сәстәре иңдәренә таралған, ап-аҡ йөҙлө ялан аяҡ Фәйрүзә сыға, (Йүткерә. Мәрҙән асыу менән иңдәренән тоторға теләй, тик Фәйрүзәнең йөҙөн күргәс, артҡа сигенә) Мәрҙән.Фәйрүзә?! Фәйрүзә. Мәрҙән?! Мәрҙән. Һинме был? Фәйрүзә. Мәрҙән! (Илап күкрәгенә ҡаплана), йәнем. Мәрҙән. (Ситкә төртөп) Нимә? Көтмәгән инеңме? Фәйрүзә.Көткән инем... Мәрҙән. Үлде, бөттө, тигән инеңме? Фәйрүзә. (Илай) Йәнем, йәнкәйем! Мәрҙән.Ҡайҙа ҡуйҙың минең улымды! Фәйрүзә. Ғәфү ит! Ғәфү ит мине! Мәрҙән. Ҡайтыр был, тип башыңа ла килтермәнеңме? Фәйрүзә. Мәрҙән, тыңласы мине... Мәрҙән. Нимә тыңлайым? Нимә? Беҙ иҫән, ә улыбыҙ – юҡ! Фәйрүзә. Мәрҙән, былтырғы ҡыш аяуһыҙ һыуыҡ булды. Мәрҙән. Фәрхәт ҡуйыны һине йылытманымы ни? Фәйрүзә. Мәрҙән, һин хаҡлы түгел. Мәрҙән. Их, Фәйрүзә! Үлем менән күҙгә күҙ ҡарашҡанда ла, һеҙ, тип, ғазраил тырнағынан ысҡынып, үлемде үҙем боғаҙланым. Һеҙгә ҡайтам, һеҙҙе ҡосам, тип мең йәһәннәмдән ҡотолоп ҡалдым. Һеҙгә булған өмөт, ышаныс йөрөттө мине. Нишләттең һин мине? Нишләттең?! Фәйрүзә. Улыбыҙҙың үлемендә минең ғәйебем юҡ, Мәрҙән. Мин һине көтөүҙән бер ваҡытта ла туҡтаманым. Ҡайтырһың, ҡотҡарырһың, тип өмөтләндем. Мәрҙән. Арҡаға бысаҡ ҡаҙаның, һин минең йәнемде үлтерҙең! Фәйрүзә. Ҡара ҡағыҙың килде, улымды юғалттым, хәҙер инде мин үҙемде лә юғалттым. Ә Фәрхәт... Мәрҙән. Етте! Әйтмә ул исемде! Үлтерәм мин уны. (Гимнастеркаһы артындағы револьверын ҡапшап ҡарай, Фәйрүзәнең сәстәрен йомарлап усына ҡыҫа, ҡатын сайҡалып китә, аҡ ҡулъяулығында ҡан эҙе ҡала. Мәрҙән ҡурҡып сәстәрен ебәрә) Фәйрүзә. Борсолма, һин ғәйепле түгел. Йүткергәндә шулай тамағымдан ҡан килә. Табиптар: “Бөтөр”, тиҙәр. Бөтмәҫ, мин беләм. Ҡәһәр һуҡһын был һуғышты! Тауыш. Нишләүең был? Хәл эсендә ятҡан балама ҡул күтәрәһе булма! Ғәйепле түгел ҡыҙым. Тыныслап йән бирергә ирек бир. Һеҙ генә түгел, бында беҙ ҙә тамуҡ эсендә. (Фәйрүзәне өй эсенә тартып ала. Шалтырап ишек келәләре төшә)
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 30; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.53 (0.009 с.) |