Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Хыянат. Ауылымда таң ата.. Төштә күрәм.. Төштә күрәм.-2. айрылыкүл. Сер тотмаған кем була?Содержание книги
Поиск на нашем сайте Хыянат (поезда китеп барғанда, юлда тыуған шиғыр) Эргәмдә килә бер йәш егет Уйҙарға батҡан, ҡарашы алыҫ. Тәҙрәгә баҡҡан, күҙҙәре моңһоу Тәбиғәт матур, ниңә моңһоу ул? Ә, поезд елә, тиҙлеген ала, Әйтерһең егеттең уйҙарын белә. Ул күҙен йома, әммә йоҡламай, Күңеле уның уйҙарға сума. Йөрәк йоҡламай, хистәр уяна. Ә поезд елә, аңламай һис тә. Егет уйлана, һамман уйлана Күңеле менән һөйгәне янында. Ниндәй ҡыуаныс, осрашыу татлы. Матур уйҙарға сумған тағы ла. Ә поезд елә, ҡайҙа ашыға? Туҡтаһаңсы ошонда бер аҙға. Ә, егет уйлана Сумған ул татлы хыялға. Белмәй ине шул, татлы хыялдың Юҡҡа сығыуын күреп һөйгәнен. Ә, поезд һамман алға ашыға, Әйтерһең уның күҙен асырға. Поезд яйланы, егет ашыҡты. Күрергә йәрен. Килеп етте ул , тәҙрә төбөнә. Һөйгәнен күреп тетрәнде ҡапыл. Һөйгәне күптән башҡа ҡосаҡта. Күп уйлап тормай, егет хушлашты, Зәңгәр томанға инеп юғалды. Шул саҡ аңланы, саф мөхәбәттең, Була икәнен татлы хыялда. Поезд туҡтаны, һуңғы туҡталыш. Кемде ни көтә, бер хоҙай белә. Оҙатыу Яңғыҙ үҫтергән өс улын ана. Ниндәй оло шатлыҡ, Бәхетле ана. Төпсөк улын ул Хеҙмәткә оҙата. Уйлана ана, Күңеле төбөндә Шатлығы аша Моңһоулыҡ ята. Шатлана ана Сөнки улының Хеҙмәткә, һаулығы барға. Уйлана ана Донъялар тыныс Булмағанға ла. Һау-сәләмәт булып, Бурысың үтәп, Ҡайт беҙҙең янға.
Һеңлемә. Һеңлекәйем, япа-яңғыҙ көйө Үҫтерәһең өс улыңды нисек?! Үҙ юлдарын улар тапһын өсөн Йәшәйһең бит уттар, һыуҙар кисеп. Әсә бөйөклөгө шундалыр ул: Ил һағына баҫты улдарың. Ғорурландың улар үткәнендә Намыҫ менән хеҙмәт юлдарын. Һеңлекәйем, изге йөрәккәйең, Тик тыныслыҡ ергә теләне. Ябай ғына ауыл ҡатыны һин Ниндәй бөйөк бурыс үтәнең.
Изге ғәмәлдәр биҙәй. Ете тажлы ҡырлы ҡурай Халҡымдың ғорурлығы. Татлы балы донъя кимәлендә Хайрандар ҡалмаҫһыңмы?! Башҡортомдоң милли кейемен Нурлы тәңкәләр биҙәй. Халҡымдың йомарт күңелен Изге ғәмәлдәр биләй. Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы Һаҡлау изге ғәмәл. Беҙ данлыҡлы шулар менән Һоғлана бар ғәләм!
Ауылымда таң ата. Таң алдынан Әрәмәлә Өҙҙөрөп тә һайрай һандуғас. Сәләмләй ул ауылымды Таң йондоҙо ҡабынғас. Һандуғастың моңон хуплап, Көйгә ҡушыла әтәс. Әйтерһең ул иҫкәртә Ауылымдың алһыу таңын Күрмәй ҡалма уянғас. Иртә таңда ауылымда Бар тауыштар ҡушыла: Көтөү үтә Бишул туғайына, Йылҡы кешнәй ауыл яңғыратып. Тракторсы егет ҡырға сыға Тимер атын ғорур уйнатып. Ә, мин тыңлап торам Ошо тауыштарҙы Оҡшатып бер серинадаға. Бына ниндәй хозур донъя Ауылымда таң ата. Мин бәхетле: ошо тауыштарға Минең дә бит йырым ҡушыла. **************************
Төштә күрәм. Төштә күрәм ауылдарҙы, Ҡалаларҙы, киң даланы. Үҙем эшләп киткән фермаларҙы, Эш урыным-клубтарҙы. Йәшел болон, урмандарҙы. Барыһын да күрәм: Балаларҙы, дуҫтар, әрүәхтәрҙе. Ферма ни ҙә, клуб ни ҙә Эшкә тотонам. Ауам-түнәм, һикереп торам, Төрлө хәлгә түнәм. Ә, шулай ҙа бер сифатым Ҡалған изге күңелемдә. Төшөмдә лә, өнөмдә лә Иңемә төшкән бурысты Күңел һалып башҡарыуҙа. Төштә күрәм.-2 Төштә күрәм ауылымды Йомранымды, Ҡыҙылғымды. Оноталмайым бала саҡты, Бик кес кенә ҡыҙ сағымды. Көнө буйы һыу ҡойонам, Туғайында сәскә йыйам. Аҙмы ғүмер-бала сағым Бер төшөмә нисек һыя? Назасымды төштә күрәм, Ауылыма илтер юлды. Гелән генә бер төҫлө төш- Әсәйемә һуҙам ҡулды. Инде генә тоттом тиһәм, Уянам да күҙем асам. Һағындым мин ауылымды Шуға төштә күңел баҫам...
Ҡайрылыкүл Ауылымды йәмләп , ҡап уртала Йәйрәп ята йәмле яҡты күл. Уның исемдәре беҙгә яҡын, Бик ҡәҙерле беҙгә Ҡайр(ылы)күл. Ата-баба белеп ҡушҡан уға Исемдәрҙең дә бит ниндәйен! Ул үҙенә йыйып алған төҫлө, Яҙ – йәйҙәрҙең, ахры, бар йәмен. Ағиҙелкәй ҡултығынан күлем, Ҡайрылып ингән ауылыма. Мул һыуҙарың менән һуғараһың, Рәхмәт күлем татлы һыуыңа! Йәш килендәр һиңә һыуға килә, Керен сайҡай көмөш һыуыңда. Бала-саға сыр-сыу килеп ҡойона, Саф һыуыңда көнө буына. Төн пәрҙәһе япҡас ауылымды, Ҡайыркүлдә йөҙә ай үҙе. Зөһрә ҡыҙҙың нурланамы йөҙө. Күреп туймаҫлыҡ бит һыуыңды.
Таң атҡанда, күрсе, Ҡайыркүлдә Күтәрелә сихри күк томан. Йәм өҫтөнә тағы бер нур өҫтәп, Монарлана һылыу Ҡарлыман. Тәбиғәттең сихри тамашаһын Күҙәтәмен тын да алмайса. Гүзәллегең күреп тыуған яғым, Түҙәлмәйем йырҙар яҙмайса. Мөхәббәт. Айлы кистә бер-беребеҙгә Һоҡланышып, ҡарап туйманыҡ. Айҙың күҙе тейер тиеп, Ғәмәлгә лә һалып ҡуйманыҡ. Ҡапҡа төбө, тыныс төндәр Ғашиҡтарҙың серен һаҡланы. Һаҡлайым тип ике мөхәбәтте Юҡҡамы ни уяу баҡманы. Кинәт кенә юҡҡа сыҡты Ҡайнар һөйөү урманы. Һиҙмәй ҡалдыҡ мөхәббәтте Кемдәр генә икән урланы. ****************************** Һөйөү тулы, ялҡынлы, йөрәктәренә Тулған ай ҙа ҡуҙын өҫтәне. Тылсымлы, тулған ай төшөп, Ғашиҡтарҙың мөхәбәтен урланы. Ихласлыҡта аралашып, Сер бүлешәбеҙ. Ситтәргә сер сисмәҫкә Вәғәҙә-иман тибеҙ. Ҡай берәүҙәр сер тотмай, Еткерә дуҫ тигәнгә. Аптырама шул серең Донъялар әйләнгәнгә. ********************************* Һүҙ ҡуйышабыҙ. Ҡай берәүҙәр сер тотмай, Еткерә дуҫҡа, дошманға. Сер тота белмәгән дуҫың Әйләнер ул дошманға.
Фекер Әйтеләһе фекеремде, Берәүҙәр көтөп ала. Шул фекерҙе үҙенеке тип, Донъяға һөрән һала. Уйланыуым, фекерләүем Булыр үҙемсә генә. Бикләнәм ҡай саҡ донъяма Мин тыштан һүҙсән генә. Бар булмышым был донъяла Үҙ булып, ҡалыуымда.
*****************************
Ҡайтып киләм Төн уртаһы, айлы төндә Ҡайтамын атым менән. Тын да алмай бер яңғыҙым Ҡатын-ҡыҙ башым менән. Ат елдерә, алға саба, Әйтерһең дә яуға бара. Шомло тынлыҡ йөрәгемә, Хәнйәрҙәй һала яра. Көн дә шулай һуңлап ҡайтам, Бөтәме донъя эше. Һаҡлай әсәм доғалары Юҡ миңә ҡурҡыр кеше. Күңел шөрләй , белмәй ниҙән Әйтә кеүек үҙеңде һин Ҡулға ал –йәһәт кенә. Ауыл менән ауыл араһы, Ете саҡырым ғына бараһы. Юл ситендә кесерткәне, Ала-бота боҫоп ҡына Йөрәгемде шомға һала. Күңелемә рәхмәт, ул иҫкәртә: Уйлама һин юҡты-барҙы Изге доғалары менән Әсәйең бит көтөп тора.
********************************** Һуң булмаҫ. Әхирәтем әйтә: “Һүҙгә маһир, ҡулдарыңда Гармуның уйнап тора, Моңло йырың һоҡландыра, Шиғыр ҙа яҙып ҡара!...» Әхирәтем, әйткән һүҙең Уйынлы-ысынлымы?! Йөрәгемде яулап алды, Ах, шиғырҙың тылсымы. Күңелкәйем күптән инде Шиғриәт донъяһында. Бөтмәҫ наҙҙар кисерәмен, Юҡ моңдан туяһым да. Яҙыҡ булмаҫ һис ҡасан да Әхирәтем әйтә: Һүҙгә маһир, һәр һүҙең хаҡ Булмышыңа туры килә. Шиғыр яҙып мауыҡмауың Тик шуныһы уйға һала. Яуап бирәм: Әллә инде уйҙарымды Күрәһең үтә. Шиғыр яҙһам, һуңлап ҡына Яҙыҡ булмаҫ, һис ҡайсан да. Тал ағасы бөрөләнеп, Иртә яҙҙа япраҡ ярһа, Башҡа ағастар ҙа Ҡалмайҙар бит Япраҡ ярмайынса. Йәшлегемдә баҙнатсылыҡ Итмәһәм дә, Күңелкәйем күптән инде Шиғриәт донъяһында.
Әсәйемә бағышлап. Хәтер Ҡыҙ балаға Тыуған ерҙән Төшкән ер ҡәҙерле тип, Йәшләй генә тол ҡалһаң да Ата-баба нигеҙенә Тоғро ҡалып, Килен булып төшкән нигеҙеңде Хөрмәт итеп һаҡланың. Ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, Беҙҙе , балаларыңды һәм Намыҫыңды һатманың. Алтындан ҡиммәтерәк күреп, Ауылдаштар, күрше-күлән, Туғандар, беҙ ғәзиздәреңде Ихласлығың менән арбаның. Алсаҡ йөҙөң менән ҡаршы алһаң, Изге доғаларың менән оҙаттың. Бына шулай, әсәкәйем бәғеркәйем Үҙең дә һин яҡты бер нур булып, Балҡып тораһың беҙҙең күңелдә. Бер- береһен ҡыуа-ҡыуа Көн артынан көндәр үтеп, Айҙар, йылдар үтһәләр ҙә Һиңә булған һөйөүебеҙ Һүрелмәҫ быуаттар үтһәләр ҙә. Тыныс йоҡла, гүрең яҡты булһын, Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә. Тулы ай. Бүлмәгә көмөш ай Алтын нурҙарын һибә. Ай нурҙарына һоҡланып, Күңелемә илһам килә. Йоҡлап ятма , яныма сыҡ! Серҙәр һүтәйек бергә. Бөтә тәбиғәтте нурға мансып Көсөмдө бирәм, йәлләмәйсә. Маҡтап йырҙар йырлаһаң Фәҡәт, һин, минең хаҡта. Өлөшһөҙ ҡалмаҫһың Йөҙкәйеңде нурлармын. Ҡосаҡлап алырмын үҙеңде Керпектәреңдән үбеп. Шулай тине лә ай Сыҡты ул юҡҡа. Өнөммө был, төшөммө Тәҙрәгә бағам. Баҡ тиһәң беҙҙән көнләшеп, Тулған айҙы Болот ҡосаҡлап алған. Өлгөрмәнем айым һиңә Туйғансы ҡарарға ла. Алтын айым, көмөш нурым Тиеп маҡтарға ла.
Шул ваҡыт моңайып, Тәрән уйҙарға батам. Айым нисек ҡотолор? Борсолоп, башым ватам. Уйҙарымды белгән кеүек Бүлмәмә ай нуры тула. Ҡара болот ҡосағынан Айым ҡасҡан да баһа. Сыҡ тине ай, таңға саҡлы Йөҙәйек икәү генә. Ғәфү ит ай, мөмкин түгел Нурҙарыңа иҙерәп, Татлы төшөн күреп, Йәрем йоҡлай эргәмдә. Фәһимә Абдрафикова, Бишауыл-Уңғар ауылы 14.08.2016 (айлы кистә тыуған шиғыр)
Яҙҙарға тиң көҙҙәрем. Ямғырлы, илаҡ йәйҙән кире Ҡояшлы Көҙ һылыуҡай, Яҙҙар булып, серле генә Урын алды күңлемдә. Көҙгө елдәр ипләп кенә Ҡағылалар йөҙкәйемә. Сорналамын хистәремә Көҙҙөң эҫе елдәрендә. Илтегеҙсе , көҙгө елдәр Сәләмемде йәшлегемә. Йәшлегем бит моңло йыр булып, Уйылып ҡалған күңлемдә. Йөрәгемде өлөштәргә Бүлһәләр ҙә үткән йылдар Бирешмәмен, көс алырмын Яҙҙарға тиң көҙҙәремдән. 17.09.2018
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 52; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.008 с.) |