Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Тормошобоҙ бушҡа үтмәгәнСодержание книги
Поиск на нашем сайте Тормошобоҙ бушҡа үтмәгән Күренекле яҙыусы Рәшит ағай Низамовтың тыуған көнөнә арнап, барлыҡ ауылдаштары исеменән Салиха Султангилдина Һалҡын ҡыштарҙан һуң йылы көтә, Бәхет яҙын көтә күңелең. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Ҡайтты йәшлегең бөгөн. Һыуҙар аға,йылдар аға Рәшит ағай, Һанай кәкүк ғүмерҙәрҙең үткәнен. Үтһә лә был ғүмер белә йөрәгең Тормошоңдоң бушҡа үтмәгәнен. Бер ҙә үкенмәҫ йөрәгең Күпме йылдар үтһә лә. Шул йылдарҙы һағынырһың Йәшең һикһәндән үтһә лә. Мин бәхетле Мин бәхетле бөгөн Ерҙә йәшәү өсөн. Ҡайғы-шатлыҡтарымды таратыусы Дуҫтарым булған өсөн. Мин бәхетле балаларым әсәй тиеп, Өҙөлөп торған өсөн. Ҡыҙым иҫән ҡалып балаларын Ҡуйынында ҡыҫып , һөйгән өсөн. Эй, хоҙайым, сабырлыҡ бир. Бала ҡайғылары күрһәтмә. Ҙур рәхмәтемде әйтәһе килә Аҡ халатлы, шәфҡәтле туташҡа. Ғәфү ит ауылым Һағындым һине, тыуған яҡтарым, Киткәндән бирле бер ҙә ҡайтманым. Ғәфү ит мине, тыуған яҡҡайым Һиндә ҡалды бала саҡтарым. Бер ҡайтмаһам, бер ҡайтырмын Йөрәгемдә һине һаҡланым. Әле лә иҫтә, Ағиҙел буйында Сылтрап аҡҡан шишмә һыуҙарың. Яҡты ҡояш нур сәсә Минең юлымда, Һағынып ҡайтам төштәремдә Ауылым һинең яныңа. Ғәфү ит мине ,Тыуған ауылым Һәр саҡ уйҙарымда югереп ҡайта Бала саҡтарым. Аҡҡоштар ҡайтты. Йәйҙең матур таңында Һандуғастар һайрай баҡсамда. Хистәр ташһа күңелдәрҙә Шиғыр аша еткерәм. Йәйҙең матурлығын, ҡоштар моңон, Яҙмайса сыҙап ҡара. Күл өҫтөнә аҡҡоштар ҡайтҡан, Шул матурлыҡты сығып ҡара. Пар ҡоштарым улар, айрылмаҫ дуҫтарым. Күлдең матурлығын күреп, Һыуҙа йөҙә аҡҡоштарым. Шул ҡоштарға ҡараһам, Һалдат рухы күренә күҙемә. Һуғышта үлгән бабаҙарым Ҡайттымы !ллә тыуған күленә. Һыу кергән ерҙәрен Ҡамышлы күл буйҙарын, Иҫкә алалыр улар. Һөйгәне менән үткән йылдарын. Күпме йылдар үтһә лә, Осораштылар улар тағын да. Һөйләп һүҙҙәр бөтмәне, күҙҙән-күҙҙәр китмәне. Төш менән өн буталды Һалдат батырлығы күҙ алдынан китмәнен.
Тол ҡатындар. Күргәнем бар нуры бөткән күҙҙе. Тол ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы. Йыуатырлыҡ бер һүҙ табалманым Йөрәккәйем янып әрнене. Барыһына түҙҙе ҡатын. Тешен ҡыҫып уртын сәйнәне. Һөйгәнем ҡайтыр тип, Баҫыу юлын көн дә ураны. Мыжыманылар бер ҙә , бахырҡайҙар. Башын баҫып ҡына эшләйләр.
Арып ҡайтып йығылһа ла Өмөт менән йәшәйҙәр. Өмөт менән йәшәмәһәк, Нисек еңәр инек һуғышты. Аңларһыҙ, яңғыҙ үткәрһәгеҙ Ҡышҡы һалҡын, оҙон кистәрҙе. Ҡатын-ҡыҙға иламаҫҡа тиеп, Кем мөһөр һуҡҡан? Йөрәгемде телгән һағыш Йөҙөңә сыҡҡан. Аналар һағышы. Эй, әсәләр, һеҙ түккән йәштәр Диңгеҙ булып аҡтылар. Фашист тигән яуызды Тыуған илдән сығарып аттылар. Тышта буран ҡотора, Ана көтә улын. Ел һыҙғырһа ла, әсә сыға урамға. Ҡарлы-бурынды яра-яра Әсә йөрөй урамда. әсе ел йөрәгенә үтә әсә һаман да улын көтә. Яҙҙар етте, әсә улын көттө. Ҡыр ҡаҙҙары осоп үтте, Үҙе лә ҡартайып бөттө. Эй, әсәләр, һеҙ көткән улдар Беҙгә бәхет китерҙе. Йәшле күҙҙәре менән әсә Һаман да балаларын көттө.
Тағы ла бер шиғыр яратҡан һәүәҫкәребеҙ Райхана Загидуллина булыр.
Ҡарлы буран Ҡарлы буран, эй ҡотора Томалай ул күҙҙәрҙе. Үтеп керә үҙәккә, Йөрәктәрҙе туҙҙыра. Эх, шул буран эстәренә Килә кереп китәһем. Мәңгелеккә юғалырға Һине шунда тиһәләр. Юҡ түҙәр хәлдәрем Һөйөүҙәрем көслө, яманһыу Бирсе яуап тиҙерәк Ҡарлы буран эй ҡотора Белмәйсә һөйөү көсөн. Һинең ярһыу буран тымар. Тымар микән мөхәббәт. Январь 2015 Ҡайрылды ҡанаттарым Яңғыҙ аҡҡош кемгә кәрәк? Ҡайрылғас ҡанаттары. Минең ғүмер шулай булды Ҡайрылды ҡанаттарым. Һин булғанда талпындыҡ Бейек тау биттәренә. Яҙмыш беҙҙе бәреп йыҡты Менгәс тау биттәренә. Уйламайса аҡҡош булып , Остоҡ та остоҡ икәү. Хәҙер ҡыҙығы юҡ осоуҙарҙың Күгәргән яҙмыш булып, Бейек тау биттәренә. Күгәргән яҙмыш булып, Ҡалдыҡ тау биттәрендә. Май 2013 Әта-әсәмә Ниҙәр генә уйлаһам да Китмәйһеҙ йөрәк түремдән. Кемгә баҡһам, кемде күрһәм, Уйлайым гел һеҙҙе генә. Күҙ алдымда гүйә тораһыҙ, Балҡыған ҡояш кеүек. Тик булмаҫ хәҙер инде Шатланып йылмайыуҙар. Ҡалды улар йыраҡ, Әкиәт донъяһында. Үтте-китте сапҡан аттай Ғүмерҙең ҡайғыһыҙ сағы. Ата-әсәм һеҙҙең менән Үткән яҡты ғүмерем. Әллә инде булды тик, Ҡыҫҡа татлы бер төш кенә. Ҡайғы-хәсрәт килгән саҡта Күтәрҙек барын бергә. Хәҙер инде ҡара ,шомло ҡайғы менән Ҡаламын яңғыҙ ғына. Рухығыҙ шат булһын, Мәңгелек йортоғоҙҙа. Ямғыр яуа Һибелеп ямғыр яуа, Тамсыһы ергә һеңә. Алда ғүмер булһын әле Йәшәһе ине һибелеп, Шифалы ямғыр кеүек. Ямғыр яуа,эс боша, Яумаһа донъя ҡорой. Кешегә бер нисек ярап булмай, Яу ямғырым, яу. Һиндә йәшәү өмөтө! Яуһаң үләндәр үҫә. Донъя йәшеллеккә күмелә. Ҡәҙерен белеп йәшәйек Үкенмәй үткәндәргә. Ямғырҙар яуып торһон, Ғүмерҙәр ямғыр кеүек Һибелеп сәскә атһын! Бағыр инем бер генә, күҙҙәрең төпкөлөнә. Ыжырып буранлы ҡыш килә Күңелемдә ҡайғы бураны. Тракторҙар юлдар яра, Өйөрөлтөп һалған ҡарҙарҙан. Йөрәк һыҡырана, яна Күмә улар һинең эҙҙәрҙе. Ауыр дуҫтар, ҡышҡы буранда Япа-яңғыҙ юлдан барыуы. Тик бер генә ҡарар инем
Ҡүҙҙәрең төпкөлөнә. Ләкин буран алып китте һине Буйым етмәҫ алыҫ йыһанға.
Рәшит Зыяфетдин улы Низамовҡа Ауылымдың уҙаманы, егеттең аҫылҡайы Уңған, мөләйем,серле ҡарашы. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән бөгөн. Исеме есеменә килешеп тора Ул бит Рәшит ағайым. Хисле йөрәк, күңеле киң Баҫыу башаҡтары һаны шикелле. Уның яҙған уй-хистәре, Бала сағы, йәшлек йылдары Үткән һуғыш шауҡымында Юғалып ҡалманы, алға атланы, Еңеп ауыр юлдарҙы. Эй, Раббым, бирҙең көс-ҡеүәт Шәхес булып, дан яуларға. Бирешмәйсә ауыр тормошҡа. Һәр саҡ ҡеүәт бирһен һиңә Алған батыр исемең. Киләсәккә мираҫ булып, Әҫәрҙәрең быуаттарға етерлек. Ҡотло булһын тыуған көнөң. Тулы булһын илһам шишмәгеҙ! Бушамаһын һеҙҙең киң күңелдәр, Һәр саҡ тоғро дуҫтар Сиртһен йөрәк ҡылдарын! Ҡартайырға иртә әле, Ҡартайырға ваҡыт юҡ. Йәшәйек дуҫтар бергә-бергә Иҫкә алып йәшлек йылдарын!
Яңы йыл теләктәре. Яңы йыл килә Сәғәт теле алға саба Яҡынайта Яңы йыл таңдарын Кил ,һин , Яңы йыл! Яңы уйҙар, яңы шатлыҡтар. Һәр йыл үҙ мәшәҡәте, Көйөнөсө, һөйөнөсө, төрлө хәбәре. Үтте сағып, йылан йылы. Үҙәктәрҙе үртәне утлы ағыуы. Аттар йылы сабып аҡты, Ҡалдырып алһыу гөлдәр баҡсаһы. Килә маймыл йылы, ҡар-буранын туҙҙырып. Яңы йылда ҡарҙар яуа, Гүйә ҡойола ап-аҡ мамыҡ. Кешеләргә бирһен бәхет, Булмаһын яман һуғыш! Йәш елкенсәк оя ҡорһон Йондоҙло сәскәләр шәлкеменән. Бирешмәйек , дуҫтар, Йылға бағып, Беҙ түгел маймыл нәҫеленән. Яралғанбыҙ Мөхәммәт өммәтенән. Яңы йылдар килеп торһон, Аҡһын һыуҙар, яуһын ҡарҙар, Айырмаһын таҙалыҡтан, балалар барлығынан. Кеше үҙе төҙөй яҙмышты, Барыбыҙҙың бар үҙ сәғәте. Эй, дуҫтарым, теләйем һеҙгә Ап-аҡ ҡарҙай бәхеттәр. Үрмәгөлдәй оҙон йылдар Өҙөлмәһен ғүмерҙең Дәфтәр биттәре. Инде, барыбыҙға бирһен Раббым 27.12.2015йыл
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлана.
Бөгөн илемдә ҙур байрам Сикһеҙ киң күңелле Атайҙар, ағайҙар, егеттәр көнө. Донъяларыбыҙ теүәл беҙҙең Ир заттары булғанда. Иҫән булһындар берүк Рәхмәтлебеҙ уларға. Уралтау бөркөтөләй Тора улар ил һағында, Изге бурысын үтәп. Күп егеттәр ятып ҡалды «Ватан, Афған, Чичня» тигән яуыз һуғышта. Онотмай илем батыр егеттәрҙе Бүләк итә алтын мидалдар. Илем данлай уларҙы Һибеп юлдарына сәсәк бәйләмен. Ҡосағына ҡыҫып, әсә үбә улын Оҙата уны илен һаҡларға. Ир-егеттәр һүҙ бирә Илгә тоғро ҡалып, Уның тыныслығын һаҡларға. Рәсәй бөйөк держава Кемдәр ҡыҙмай уны тапарға? Беҙҙең тоғро улдарыбыҙ Марат, Зөфәр, Ильдус, Динар, Рафаэльдәр Бирмәҫ беҙҙең тыуған илде Бысыраҡ, яуыз, юнһеҙ дошманға. Булһын илдәр тыныс, Ирҙәр иҫән-һау. Һеҙ булғанға донъя йәмле Киләсәгебеҙ яҡты Нурлы булыр байрамдар.
Улар беҙҙең хәтерҙә. Бөгөн таңда шомло хәбәр Уятты донъя халҡын. Гүйә ер тетерәй күсәренән ысҡынған. Немец тигән яуыз илебеҙҙе Ҡан ҡоярға юлға саҡырған. Күпме ир-егеттәр,ҡыҙҙар Башын һалды, Юғалды хәбәрһеҙ атайҙар. Йәтим ҡалды йәш сабыйҙар, Һабан тартты ғәзиз әсәйҙәр. Әбей-бабай иген һуҡты, Ҡарғай-ҡарғай яуыз дошманды. Илем халҡы көслө булып сыҡты. Еңде улар утлы дауылды. Йылдар ағып, күпме ғүмер үтеп, Юғалманы бер кем хәбәрһеҙ. Барыһы ла беҙҙең хәтерҙә. Ҡуябыҙ мәрмәр һәйкәлдәр. Исемегеҙ алтын хәрефтән. Балҡы ,һин Рәсәй халҡы Килмәһен башҡа һуғыш. Йәшәйек атай-бабайҙар, апайҙар өсөн. Еңеү яулаған тыныс илемдә.
Яҙғы моң Тағы ергә яҙҙар килде, Алып килде һайрар ҡоштарын. Таңдар атҡан саҡта Һыҙҙырып күңел ҡылдарын. Һайрап моңдар һуҙа Һары һандуғас. Эй, һайрай ул, Һанамай минуттарҙы. Өҙҙөрөп тә үҙәктәрҙе Һуҙа үҙенең көйҙәрен. Эх, аңлаһам ине, һинең телеңде. Кемдәр өсөн өҙөлә үҙәккәйең Һәр бер ҡоштоң үҙ моңо. Туҡран көйләй-көйләй туҡылдай, Сыйырсыҡтар һайрай, Үҙе бер ғибрәт тамаша. Гүйә сылтыр-сылтыр шишмә аға! Туған яҡтың сырҡылдыҡ турғайы Ниндәй ҡоя йырҙарын. Өйрәктәре килде осоп, Әйләнәләр күлдең өҫтөндә. Эй хоҙайым, мәхрүм итмә, яҙҙарҙың Тағын киләһеһен күрергә. Аҡҡоштары килде теҙелешеп, Хатта улар ун биштәр. Ярата улар беҙҙең күлдле. Үҙе яҙҙың йәме, бер моңо. Ниндәй ҡупшы бит улар. Эй, кешеләр! Һаҡлайыҡ шул сибәрлекте, Бөтөрмәйек был моңдарҙы, Йәшәтәйек быуаттарға, киләһе быуындарға.
Йәйге серенада Көн дә иртә уянамын, Аллаһына рәхмәт әйтеп, Булһын тиеп, матур көн. Донъяларға бир тыныслыҡ. Таң һыҙыла, ҡояш сыға, Уяна кәртәмдәге сәскәләр. Елферҙәшеп япраҡтары Сәләм гүйә улар бирәләр. Эй, ауылым таңдары Уята йәшлек хистәрен. Эх, матур йәй айҙары, Күкрәп үҫә бесәндәре. Ефәктәй елферҙәй Арышым башаҡтары. Сикһеҙ ҡырҙар-урмандар, Зәңгәр күк көмбәҙҙәре. Көмөштәй ялтырай күлдәрем. Төнгө ай яҡтыһында Йөҙә тын ғына тулҡындары. Ғорур тотоп башын аҡҡоштар Күл өҫтөндә сайҡала. Һөйләй-һөйләй бер-берһенә Мөхәббәт кәртәһенә. Һүҙ ҡуйыша ташлашмаҫҡа, Балалар үҫтерергә. Йәйҙең ғүмере ҡыҫҡа, Булмаһын беҙҙең ғүмерҙәр Йәй кеүек ҡыҫҡа.
Үҙем Фәһимә Абдрафикова. Шиғырҙар уҡырға һәм тыңларға яратам. Илһам килгәндә күңелемдә яралған шиғырҙарҙы ҡуйын дәфтәренә теркәп барам. Шуларҙың бер шәлкемен ошо аҡ ҡағыҙға төшөрәм.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 56; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.009 с.) |