Халыҡ ижады - төпһөҙ хазина!              2018 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Халыҡ ижады - төпһөҙ хазина!              2018

Поиск

Бишауыл-Уңғар ауылы Башҡортостандың гүзәл төбәктәренең береһе, Нәрәш ҡаяһы ҡаршыһында урынлашҡан. Ауылыбыҙға йәм өҫтәп, уны ҡап уртаға бүлеп , көмөштәй һыулы Ҡайрылыкүл, бер аҙ ситтәрәк гүзәл Ташлыкүл күлдәре йәйрәп ята. Ә ҡуйы Әрәмәлек хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап торған һалдаттай ауылыбыҙҙы ҡуйынына һыйындырған.

Ошо ерҙәрҙе батша ғәли йәнәптәре ХVII быуатта Малай Янбахтиндың аҫаба ерен тартып алып, Бишауыл кешеләренә тапшыра. ХVII быуат уртаһынан алып, Уңғар исемле ошо өйәҙҙең бер аҫабаһы исеменә бәйле, ауылды Уңғар тип исемләйҙәр. Артабан был ауыл ике исем аталышы менән Бишауыл-Уңғар булып китә.

Бишауыл-Уңғар халҡы бик тырыш, етеш йәшәй. Һәр өлкәлә улар өлгөрҙәр. Ауыл хужалығы булһынмы, фәнме - береһендә лә үҙҙәрен һынатмайҙар.

Бишауыл-Уңғар - күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Низамов Зыяфетдин улының тыуған төйәге.

Ауылдан ике филология фәндәре кандидаттары: Рим Искандаров һәм Фәнзил Саньяровтар сыҡҡан.

Уҡытыусы-ветеран Файза Дилмөхәмәтова, Минибай Вәлиев, Нәсимә Ҡаһарманова, Мөшәрифә Ҡорбанғәлиева, Ишназар Кидрасов, Суфия Батыршина, Сәбирйән Ҡоҙаҡайев, Фәүзи Кучумов, Мансаф Фатыхов, Зәкиә Низамовалар ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлай.

Ике уҡытыусы, Рим Исхаков һәм Флүрә Загидуллиналар “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында президент грантына лайыҡ булдылар, Рим Исхаков Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, юғары категориялы уҡытыусы.

Ауылдан ике партия комитеты секретаре сыҡҡан. Хөснетдинов Ғәйнетдин Шәрәфетдин улы Илеш районында, Мырҙагилдина Тәнзилә Сәләхетдин ҡыҙы Нуриман районында партия комитеты секретары булып эшләгән.

Хәрби табип  Вәлиев Фәрит Миниғәли улы һәм табибә Венера Исхакова апайҙар менән ғорурланабыҙ. Ауыр йылдарҙа ауыл советы рәйесе булып эшләгән Валиева Мәүлетбикә апайға рәхмәтлебеҙ. Атҡаҙанған колхозсы исеменә лайыҡ булған Кәшифә Төхвәтуллина һәм Лилиә Мөхәмәтйәновалар ҙур хөрмәткә лайыҡтар. Ауылыбыҙҙа һанап бөткөһөҙ хеҙмәт ветерандары. Уларға хөрмәтебеҙ сикһеҙ, ауыл клубында үткәрелгән сараларҙан, кисәләрҙән, байрамдарҙан ҡалдырмайбыҙ.

Ауылыбыҙҙан ситкә китеп, танылыу алмаған , үҙҙәренең ижат иткән шиғырҙары, йырҙары менән халыҡ күңеленә рухи байлыҡ өҫтәп йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ хаҡында булыр артабанғы һүҙем. Бына улар: Рим Исхаков, Әлфиә Хайретдинова, Динә апай Мулкаманова-Өмөтбаева, Султангильдина Салиха, Загидуллина Райханалар ,Сәхибгәрәева Факиһа Сөләймән ҡыҙы һәм үҙем Фәһимә Ғаяз ҡыҙы Абдрафикова.

 

 

Рим Риф улы Исхаков ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай һәм ул бөгөнгө көндә лә Бишауыл-Уңғар урта белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәрен уҡыта. “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында президент грантына лайыҡ, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, юғары категориялы уҡытыусы.

Рим Риф улы етәкләгән фольклор төркөм район, төбәк-ара, республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа һәр ваҡыт призлы урындарҙы яулап киләләр. Бынан тыш ауыл клубында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2011 йыл «Театр яҙы” конкурсында ҡатнашып «иң яҡшы ирҙәр роле башҡарыусы” исеменә лайыҡ булһа, 2014йыл «Нәфис һүҙ оҫтаһы» конкурсында 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Бай йөкмәткеле сценарийҙары район, республика күләменә киң билдәле. Оло йөрәкле Рим Риф улы ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай , беҙҙең үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай, ауыл клубында үткәрелгән сараларға тиҙ ваҡыт эсендә сценарийҙар яҙып бирә. Шуның эсендә ҡайнап, сәхнәләштереп бергәләп халыҡҡа сығарабыҙ. Оҫта алып барыусы ла ул. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Бынан тыш район, республика гәзит һәм журналдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Халыҡты публицистик һәм тәнҡит әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп тора.

Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса 2014 йыл йәй бесән әҙерләү йолаһын әҙерләп , район сараһы итеп үткәреү бурысы алға килеп баҫты.

Әлеге баяғы Рим Риф улына мөрәжәғәт иттек. Сценарийҙы һә тигәнсе әҙерләп тә бирҙе.

Рим Исхаков шиғырҙары.

Бесән тураһында

Бесән өҫтө сиратта.

Йәйҙең бер көнө тигән боронғолар,

Тотош йылды туйҙырыр.

Иртә таңдан тороп эш башлаһаң,

Ҡылған ғәмәлдәрең уң булыр.

Йәйҙең аяҙ был көндәре

Үтер ҙә китер –һиҙмәҫһең.

Эшләр эштәреңде ҡалһаң эшләп,

Тыныс булыр ҡышын көндәрең.

Һабанда һайрашимаһаң тигән халыҡ,

Ыңғырашырһың бит ындырҙа.

Ыңғырашмаҫ өсөн ындырҙа

Тырышайыҡ барыбыҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә.

Бесән өҫтө бына хәҙер сиратта.

Ағай-эне, апай-һеңлеләр,

Изге сәғәттәрҙә башлап ебәрәйек

Сауаплы эшебеҙҙе бергәләп.

Беләккә көс, тәнгә сихәт

Хоҙай бирһен барыбыҙға мул итеп.

Йыйнап алһаҡ ине бесәнде,

Малыбыҙға ҡыш буйына етерлек.

Бесән йолаһына таҡмаҡтар.

Әйҙәгеҙ әле , дуҫтар,

Алайыҡ салғы-һәнәк.

Талпаҡ атауына бесәнгә

Юлланайыҡ күмәкләп.

А-а-а-а Алайыҡ салғы-һәнәк,

А-а-а-а Юлланайыҡ күмәкләп.

Йырлап барабыҙ эшкә,

Йыр күңелде күтәрә.

Йыр һәм хеҙмәт кешегә

Тик бәхеттәр китерә.

А-а-а-а Йыр күңелде күтәрә,

А-а-а-а Тик бәхеттәр китерә.

Бесән саба егеттәр

Ҡайырып бакойҙарҙы.

Ҡыҙҙар ярата беҙҙә

Егеттәрҙең шундайын.

  А-а-а-а Бесән саба егеттәр,

  А-а-а-а Ҡайырып бакойҙарҙы.

Бесән йыйған ҡыҙҙарҙың

Күҙ эйәрмәй ҡулына.

Белһәң ине шул һылыуҙың

Кем икән уйҙарында.

   А-а-а-а Күҙ эйәрмәй ҡулына,

   А-а-а-а Кем икән уйҙарында.

Егет һала сүмәлә,

Ҡойоп ҡуя кәбәнен.

Күҙе менән оҙата

Һөйгәненә сәләмен.

   А-а-а-а Егет һала сүмәлә.

   А-а-а-а Ҡойоп ҡуя кәбәнен.

Талпаҡ атауы тулы

Теҙелешкән кәбәндәр.

Күмәк эшкә ни етә

Һай, маладес икәндәр.

   А-а-а-а Теҙелешкән кәбндәр,

   А-а-а-а Һай, маладис икәндәр.

Бесәнебеҙ мул булды,

Малдарыбыҙ туҡ булыр.

Малдарыбыҙ туҡ булһа,

Йортобоҙҙа ҡот булыр.

   А-а-а-а Малдарыбыҙ туҡ булыр,

   А-а-а-а Йортобоҙҙа ҡот булыр.

Өҫтәлдәрҙә ризыҡтар

Торор әле һығылып.

Уйнап-көлөп йәшәрбеҙ

Үҙ-ара ҡунаҡ булып.

   А-а-а-а Уйнап-көлөп йәшәрбеҙ.

   А-а-а-а Үҙ-ара ҡунаҡ булып.

 

Еңеү байрамына сценариға шиғыр юлдары

1-се ҡатын:

Һуғышҡа киткәндә әйтелә торған һүҙҙәр.

Борон замандарҙан яугир булған

Ҡыйыу булған ата-бабалар.

Тыуған еркәйҙәрен һаҡлап,

Күпме улар яуҙар сапҡандар.

Илгә дошман ябрылғанда

Баш эймәгән халҡыбыҙ һис ҡасан.

Бөтөнөһө бергә тупланып.

Дошманына дәррәү ташланған.

Шундай һынау төштө бына

Бөгөн тағы беҙҙең баштарға.

Еребеҙгә афәт килгән

Ил саҡыра изге яуҙарға.

Илде һаҡлау ир-егеттең

Бик борондан изге бурысы.

Һеҙҙең иңгә төшә балаҡайҙар,

Атҡараһы ошо бурысты.

 

 

2-се ҡатын:

Аямаған йәнен, түккән ҡанын

Хаҡ яуҙарҙа ысын ир-егет.

Дошмандарын һис аямаған,

Ҡырып һалған ер итеп.

Тыуған ерҙең һәр ҡарышын

Күҙ ҡараһылай һаҡлаған

Батыр булып, ҡыйыу булып,

Ир-егеттәр дан алған.

Намыҫ тигән нәмәне.

Алға ҡуйған ир-егет.

Батырлыҡтар ҡылған ул

Намыҫ ҡушҡан эш итеп.

3 –сө ҡатын:

Яуға китәһегеҙ балалар

Имен йөрөгөҙ берүк.

Батыр булығыҙ яуҙа,

Ҡурҡып ҡалмағыҙ берүк.

Халыҡ ышана һеҙгә

Еңеп ҡайтығыҙ берүк.

Ил ышана һеҙгә

Намыҫлы булығыҙ берүк.

Биргән анттарға

Тоғоро булығыҙ берүк.

Дошмандарҙы ҡыйратып,

Еребеҙҙе таҙартып,

Азат итеп илебеҙҙе

Йөрөп ҡайтығыҙ берүк,

Имен ҡайтығыҙ берүк.

Еүеп ҡайтығыҙ берүк.

4-се ҡатын:

Был тупраҡ һеҙҙе

Үлемдәрҙән һаҡлаһын.

Ауыр хәлдәр тыуғанда

Ҡурсалаһын, яҡлаһын.

Тартып торһон изге ер

Һеҙҙе тыуған яҡтарға.

Теләп торһон һәр ваҡыт

Еңеү менән ҡайтырға.

Хәйерле юл һеҙгә

Изге теләктәр һеҙгә.

     Рим Риф улының тормош иптәше Әлфиә Баязит ҡыҙы ла үҙенең уңғанлығы, булдыҡлылығы, маһирлығы ,ихласлығы менән айырылып тора.

Тормошта ҡайнап йәшәй тиҙәр уның кеүек кешеләрҙе. Ысынлап та шулай ҙа. Һәр нимәне маҡсатлы, үлсәп, уйлап эшләргә өйрәнгән ул.

Өйөндә алсаҡ, уңған хужабикә булһа, эшендә маҡтаулы эшсе булды. Эйе-эйе күп ауырлыҡтар күргән уңған хатын Әлфиә бөгөнгөһө көнгә тиклем күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ , ауылыбыҙҙа социаль хеҙмәткәр булып эшләне. Ә хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда. Бынан тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба, мәсеттә йөроргә лә өлгөрә. Әлфиәнең тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар. Китаптар уҡырға ярата, шиғырҙар яҙа. Бишауыл-Уңғар ауыл клубында ойошторолған әҙәбиәт сәғәте «Илһам» түңәрәгенең әүҙем ағзаһы ла ул. Һеҙгә бер-нисә шиғырын тәҡдим итәм.

 

Һөйөү уты

Ҡағылма миңә

Йөрәгем ялҡын.

Бешерһең утҡа,

Килмә һин яҡын.

Мөхәббәт уты йөрәкте йәлмәгән,

Башҡа хистәргә

Урын ҡалмаған.

Яуапһыҙ һөйөү

Өтә йөрәкте.

Өмөтһөҙ һөйөү

Өҙә үҙәкте.

Ҡошсоҡ зары

Килде лә бер ҡошсоҡ

Тәҙрәмә ҡунды.

Ниҙер әйтергә теләп

Суҡышын һондо.

Аңланым ҡошсоҡтоң

Хәсрәте барын.

Баҫҡыс китереп

Ояһын ҡараным,

Меҫкен был ҡошсоҡ

Парын юғалтҡан,

Моңло сырҡылдап,

Зарын аңлатҡан.

Йәшәү йәме

Һәр йыл килгән яҙҙар һайын

Өмөтләнеп ниҙер көтәһең

Үткән ғүмереңде уйлай-уйлай

Хәтер йомғаҡтарын һүтәһең

Шул уҡ яҙ...Һәр йылдағыса

Ҡәҙимгәсә үтә көндәре

Өмөт-хыялдарың булмаһа

Ни ҡыҙығы, тимен, йәшәүҙең.

Ғәйбәтсегә

Ҡыҙыҡ та һуң был донъя

Яҡшылыҡты бер ҙә күрмәйҙәр,

Тырнаҡ осо ғәйеп булһа,

Күккә алғаштырып һөйләйҙәр

Сүп өҫтөнә сүпте өйәләр.

Хаҡ өҫтөнә нахаҡ өҫтәлә.

Ғәйбәт һөйләп ҡайһы берәүҙәр

Арабыҙҙа ғүмер итәләр.

Рәнетмәгеҙ кеше күңелен,

Нахаҡ һүҙ бит йөрәк әрнетә.

Ышанмағыҙ ғәйбәт һүҙгә,

Ашыҡмағыҙ хөкөм итергә.

 

Иптәш иттем айҙы үҙемә.

Төнгә табан... Ҡаранғы.

Емелдәшә күктә йондоҙҙар.

Йөрәк тулы әсе һағыш,

Башта ҡайнай төрлө тойғолар.

Яңғыҙлыҡтың хәле ауыр, тиеп

Ай-ҡыҙ миңә һүҙ ҡуша.

Бирешмә, тиеп йыуатҡандай

Етегән йондоҙ күҙ ҡыҫа.

Яңғыҙлыҡты һин аңлайһың тиеп

Иптәш иттем айҙы үҙемә.

Икебеҙҙән ҡурҡып ҡасыр,

Яңғыҙлыҡтың, тимен, үҙе лә.

Яҙмыш

Һис үпкәм юҡ яҙмышыма.

Өлөшөмә төшкән көмөшөм.

Күтәргеһеҙ ауыр ваҡытта ла

Сабыр итә-итә йәшәнем.

Көнләшмәнем ситтәр бәхетенән,

Ҡыҙыҡманым кеше малына.

Тик һарыуым ҡайнай,

Күреп ҡайһы берәүҙәрҙең

Әйләнгәнен аҡса ҡолона.

Тормош әсе булды миңә

Сыҙамлыҡҡа мине өйрәтте.

Иҫем китмәй донъя малына.

Күңел байлыҡҡынам бөтмәһен.

Ғүмер буйы көткән һөйөү

Кисереү ҙә һөйөүҙер ул,

Һөйә белгән генә кисерә,

Кисерә ул әсе һағыштарҙы

Татлы шараптарҙан иҫерә.

Ярты ғүмер һинһеҙ уҙҙы,

Белмәгәнмен һинең барлыҡты

Һуңлап килгән ошо һөйөү

Хис-тойғомдо ҡабат яңыртты.

     Күңелеңә шиктәр алып,

     Эҙләмә һин мине үткәндән.

     Хүмер буйы көткән һөйөү

     Төшкән кеүек булды күктәрҙән.

         Һуңлап килгән бәхетемә

         Шөкөрәнә тимен хоҙайға.

         Айырма тимен бәхетемдән

         Һөйөү бирһен оҙаҡ йылдарға.

                                     Бирешмә

Ярҙарынан ташҡан йылға кеүек

Сеү, ярһыма һин, йөрәк.

Һәр нәмәнең сиге була,

Сабыр итергә кәрәк.

Өмөтләнеп көткән хыялыңды

Селпәрәмә итеп ваттылар.

Дуҫ тигәнең дошман булып,

Өй бөрөнсө ғәйбәт һаттылар.

Ә шулай ҙа һин бирешмә,

Ташҡан йылға ҡайта ярына.

Ялған һүҙҙе ваҡыт юя

Ғәйбәттрҙән күңел арына.

Умырзая

Яҙ сәскәһе- умырзая

Ерем биҙәге.

Умырзая күргән һайын

Өҙөлә үҙәгем.

Иҫеңдәме: умырзая

Бүләк иткәнең.

Әллә шуға ҡыҫҡа булды

Һөйөү хистәрең.

Матур булһа ла умырзая

Ҡыҫҡа ғүмере.

Умырзаялай булмаһын

Һөйөү гөлдәре.

Яҙғы тамаша

Яратам мин яҙҙар килеүен.

Гөрләп-шаулап һыуҙар ағыуын.

Бөрөләргә талдар тулышып,

Сәскәләрҙең сағыу балҡыуын.

Һағынышып ҡайтҡан ҡоштар ҙа

Шуға ла бит моңло һайраша.

Тәбиғәттең йәнле бер мәле.

Ҡарап торһаң , үҙе тамаша.

Яҙмыштан-уҙмыш

Маңлайыңа яҙылғанды,

Күрмәйенсә юҡ сара,тип

Үҙ һынауҙарын ҡуйғанда

Икебеҙҙе ике ярға

Атып бәргән беҙҙе яҙмыш.

Урау-урау юлдар үтеп

Ауырлыҡҡа бирешмәйсә,

Бәхетеңде үҙең эҙләп,

Тик үҙең табырға тырыш.

Һикәлтәле юлдар буйлап,

Барам әле бәхет эҙләп,

Осораған бер кәртәләрҙе.

Еңә-еңә алға бармыш.

Оҙон-оҙаҡ йылдар үтеп,

Ғүмер уртаһына еткәндә

Таптым һине, килеп таптым.

Яҙмыштарҙан бар бит уҙмыш.

Илаһи мәл

Тәбиғәттең илаһи мәле

Яҙ һауаһы өрә һулышын.

Күҙгә күренеп ағастар ҙа
Бөрөләргә килә тулышып.

Ер өҫтәрен йәмгә күмеп

Баш ҡалҡытыр хәтфә үләндәр.

Һағынышып тыуған яҡтарын,

Күлдәренә ҡайтыр селәндәр.

Ҡоштар моңдарына күмелеп,

Урман-ҡырҙар,ялан-туғайҙар

Һайрар әле зәңгәр күктәрҙә

Өҙөп-өҙөп һабан турғайҙар.

Талпынма күңел!

Һыу буйҙарына төшөп киттем

Йөрәк ярһыуына сыҙамай.

Яңғыҙыңды ташлап китмәйем тип

Йәнәш йөҙә күктә тулған ай.

Йәш саҡтағы үҫмер ҡыҙҙай

Йөрәк тулай, күңел талпына.

Ярты ғүмерең инде үтте тиеп,

Моңһоу ғына ай йылмая.

Сеү, талпынма күңел,

Инде һин йәш түгел

Үткәндәрҙе ура йомғаҡҡа!

Хыялыңда шулай,

 Йәш саҡтарға ҡайтыу

Бер ҡайсан да һуң булмай.

Хыянат

Ишетмәҫкә һүҙҙәреңде,

Күрмәҫ өсөн күҙҙәреңде

Оноторға теләп күҙем йомам

Һинең менән үткән көндәремде.

Хыянатың тетрәндерҙе,

Селпәрәмә итте һөйөүҙе.

Йөрәгемдә һинең өлөш

Бушлыҡ булып тороп ҡалды.

Оноторға, барыһын оноторға,-тиеп

Йөрәгемә бойорам.

Һинең менән кискә бергә ятам хыялымда

Йоҡоларҙан бергә уянам.

Күпме теләһәм дә оноторға

Мөмкин түгел икән онотоу.

Хыянатты хәфү итә беләү

Үҙе булмаймы икән яратыу.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 68; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.156 (0.007 с.)