Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Мәрхүм Рәфис ейәнемә арнап.Содержание книги
Поиск на нашем сайте Онотмайым Онот тиһең, нисек онотайым, Бергә булған айлы кистәрҙе Нисек кенә итеп таратайым, Тик икебеҙ тойған хистәрҙе. Онот тиһең, һис тә онотмайым, Һин бит минең тере шатлығым. Һин бит минең күңелем күгендә, Яҡты йондоҙ булып балҡының.
Йондоҙ бит ул үҙе бик бейектә, Үрелеп тә буйҙар етмәҫлек. Шул йондоҙҙан мин дә нурҙар алам, Яңғыҙлыҡтан һүнеп китмәҫлек.
Онотмайым һис тә, әле, булһа уҙам, Икәү атлап барған юлдарҙы. Онотмайым, сөнки айырылғанда, Айырылманыҡ биреп ҡулдарҙы.
Күҙалмам Йыр
Йылмайып бер ҡараның да әсир иттең үҙеңә. Нурлы йөҙөң, татлы һүҙең, млдөрәмә күҙеңә.
Үҙең мине тилерттең дә, шашындырып яндырҙың. Һөйөп-һәйәлөп өлгөрмәнем, утҡа һалып ҡалдырҙың.
Һин бәхетем, мөхәбәтем, берҙән-берем, күҙ алмам, Һине һөймәй, һине көтмәй, һине күрмәй түҙә алмам.
Таҡмаҡтар Аҡ яулығым ситтәрендә, Ал ебәк суҡтары бар. Һине һағынып һағышланып Бик көткән саҡтарым бар. Офоҡ бигерәк матур була Ҡыҙарып таң атҡанда. Күптәрҙең йөрәге яна, Мин һине яратҡанға.
Абау, бәғрем, күҙҙәрең дә Һоҡланырлыҡ үҙҙәре. Мин һөйгәнгә көнләшәләр, Һөйә белмәй үҙҙәре.
Аҡлы ситса күлдәгемде Кейһәм килешерме икән Шул егетте өҙөлөп-өҙөлөп, Һөйһәм килешер микән.
Әгәр үҙеңде мин тапмаһам Йыр Йырҙарымды кемгә йырлар инем, Бәғеркәйем һине тапмаһам. Кемдең күҙҙәренә ҡарар инем, Һинең күҙҙәреңде тапмаһам, Әгәр үҙеңде мин тапмаһам.
Башҡынамды кемдең күкрәгенә, Һалыр инем әгәр булмаһаң. Һөйәм тиеп кемгә әйтер инем, Әгәр һөйәр кеше тапмаһам, Әгәр үҙеңде мин тапмаһам.
Онотма һин мине күҙ нурҡайым, Күҙ һалғылап тор һин алыҫтан. Йөрәк йылыңды һин биреп торһаң Бәлки арынырмын һағыштан Йөрәгем тойһон һине йәнәштән! Тормош юлын бергә үтмәһәк тә, Бергә бармаһаҡ та йәнәштән Ошо бәхеткә лә мин ризамын, Мәхрүм итмә ошо бәхеттән. Йөрәгем тойһон һине йәнәштән. 15.09.1989 й.
Һары һандуғас ебәрҙем Белергә хәлегеҙҙе. Баҡсағыҙҙа һайрап ҡайтҡан, Күрмәгән үҙегеҙҙе. Ҡара костюмың килешә Йыр
Ҡара костюмың килешә, килешмәһә кеймә һин. Һөйһәң һөй ялындырмайса, ялындырһаң һөймә һин.
Ҡара костюмың килешә, кейһәң һылыу кәүҙәңә, Кеше әллә ни һөйләһен, ҡарама берәүгә лә.
Ҡара костюмыңды кейһәң, килешә буй һыныңа, Янам, көйәм, өҙөлөп һөйәм, үҙемә булһаң ғына.
Май, 1988 й.
Алһыу ғына йөҙөм һары баҫты, Һағыштарым һыймай күкрәккә. Ғәзиз генә ғүмерем үтә зая, Ҡара ҡандар һауҙы йөрәккә.
Үтә ғүмер әрнеп, ыңғырашып, Һөйөлмәй һәм һөймәй янып, шашып. Күпме ғазап сикте ғәзиз йәнем, Ытырғынып һәм сирҡанып тәнем.
Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам, Пар күгәрсен оса ҡаршыма. Йәшләй генә сығып ҡарт кейәүгә, Үҙекәйем еттем башыма.
06.01.1998 й.
Алһыуланып ҡояш сыҡҡан саҡта, Болоттарға нурҙар һарыла. Икәүләшеп таңдар ҡаршылаған, Йәшлегемде өҙөлөп һағынам.
Беҙ йәш инек һәм дә һылыу инек, Һылыулыҡҡа хайран инеләр. Яңғыратып йырлап ебәргәндә, Һандуғасҡа тиң һин тинеләр.
Барыһы ла үтеп китте инде, Һаулыҡ китте, һылыулыҡ бөттө. Йөрәгем дә илке-һалҡы тибә, Алһыу йөҙөм һарғайып кипте.
2000 й. Ҡушайыҡ йөрәктәрҙе. Йыр Гармунсының бармаҡтары Гармун телдәрен һанай. Гармунсы ҡулында гармун Һандуғас булып һайрай. Ҡ-та: Гармун, гармун, гармун, гармун Күтәрә күңелдәрҙе. Моңһоҙҙар ҙа моң тибрәтә Дәртләндермәй кемдәрҙе? Гармун теле алтын икән, Гармуны ялтыр икән. Күҙҙәренән нур бөркөлә Ҡарашы ялҡын икән.
Гармун теле нисәү икән Һанағаның бар микән? Бел әле, шул гармунсының Һөйгән йәре бар микән?
Үҙең гармунсы икән дә, Ҡулыңда гармун икән. Эх, белергә серҙәреңде Күңелеңдә кем икән?
Өҙҙөрөп гармун уйнауың Өҙә бит үҙәктәрҙе. Яңғыҙ йөрәккә бик ауыр Ҡушайыҡ йөрәктәрҙе. Йырсы шишмә. Шишмәгә һыуға төшәмен Силәктәремде алып, Сайпылдырып һыуҙар алам Көмөш тәңкәләр һалып. Ҡ-та: Эх, шишмә тауышы Матур шишмә ағышы. Шишмәнең йырын тыңлаһам Баҫыла йөрәк һағышы.
Сылтыр-сылтыр йырлай шишмә Күңелдәргә дәрт биреп. Һөйөү йыры йырлай төҫлө Иркәм яныма килеп.
Бөҙрә талдар сер һөйләйҙәр Ҡолаҡтарымдан үбеп. Гүйә иркәм яндарымда Тора иркәләп, һөйөп.
Тәңкә ҡарҙар Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа Сафлана бара һауа. Ҡарҙар яуа әйлән-бәйлән Ергә яуа сәйлән-сәйлән. Ҡуш: Әйлән-бәйлән уйнай ҡарҙар, Табышҡндар яңы йәрҙәр. Тәңкә-тәңкә ҡар аҫтында Әйләнәләр яңы парҙар. Шаян елдәр аҡ ҡарҙарҙы Ҡайындарға һипкәләй. Ап-аҡ ҡарҙар йомшаҡ шәл булып Ҡайындарҙы иркәләй.
Тәңкә ҡарҙар емелдәшеп, Нурҙар һибә һауаға. Гүйә ынйы бөртөктәре Һибелгәндәр далаға.
Ауылым Бишунғарым. Ауылҡайым Бишунғарым Бигрәк яҡын күңелгә. Һинән айырылалманым Ауылҡайым ғүмергә. Ауылҡайым бик матурһың Уттарың балҡып тора. Туҡай түбәһенә еткәс, Һоҡланып ҡарап торам. Уртаһында Ҡайрылы күлең Ауылыма йәм бирә. Һыуын эсһәм Ҡайрылыкүлдең Йөрәгемә дәрт бирә. Һыуын эсһәм Ҡайрылыкүлдең Беләгемә көс бирә. Ауылымдың ҡырҙары, Ҡайрылыкүлем һыуҙары. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә Һиңә ҡайта уйҙарым. Һиңә тарта уйҙарым Ауылым Бишунғарым.
Балаларым-бәғерҙәрем.
Балаларым-бәғерҙәрем, Йөрәгем емештәре. Һеҙ барында кәрәк түгел Алтыны, көмөштәре. Балаларым-бәғерҙәрем Һеҙ минең бәпкәләрем, Тормошомдо биҙәнегеҙ Йәшлегем сәскәләре. Балаларым-бәғерҙәрем, Йөрәгем тибештәре. Хоҙай миңә бүләк иткән, Өлөшөм-көмөштәре. Кәрәк түгел байлыҡтары Балаларым барында. Шатлыҡ була икән ҡартлыҡ Балалар ҡосағында. Балаларым күҙ алмам Һеҙҙе күрмәй түҙалмам. Балаларым-байлыҡтарым Һеҙҙән башҡа торалмам. Һағыныу. Һандуғасҡай таңда ,эй,өҙөлөп һайрай Ҡунған талы эйелә-бөгөлә. Һандуғаслы таңда һин генә юҡ янымда Өҙөлә лә үҙәгем өҙөлә. Һағындыраһың да, эй, һарғайтаһың Күңелемдән сыҡмайһың бер ҙә. Әгәр мөмкин булһа Һинең менән , мәңгегә Ғүмер кисерер инем бергә. Һандуғасым таңда өҙөлөп һайрайһың Аңлаһамсы һинең телкәйең. Яндарыңа баҫып, йырҙарыңа һинең Ҡеүәт бирер инем йәнкәйем.
Елдәр-елдәр. Ебәк сәстәреңде елберҙәтеп, Яҙғы наҙлы елдәр иҫәләр. Елдәр-елдәр яҙғы наҙлы елдәр, Сәстәреңдән иркәләйҙәр. Биттәреңдән һинең, күҙҙәреңдән, Иркә елдәр һөйөп үбәләр. Елдәр, елдәр, елдәр йылы, йомшаҡ елдәр Иркәләп һине һөйәләр. Мин дә керер инем, ҡуйыныңа Яҙғы шаян елдәр булалһам. Мин дә һине ҡосоп һөйөп, наҙлар инем, Шаян елдәр була ҡалһам.
Һуғыш Һуғыш тигән оран, тиҙ арала Илем киңлектәрен иңләне. Әсе ҡайғы менн күҙ йәштәре Ил өҫтөндә ауыр иңрәне. Арыҫландай батыр, матур ирҙәр Юлға төйөнсөктәр төйнәне. Дошман яуын ҡырып ҡайтырбыҙ тип, Мылтыҡтарын сәпкә көйләне.
Әсәләре ғәзиз улҡайҙарын, Яуға оҙатты, уҡып доғаһын. Белмәйҙәр ине шул, тик һуңынан Елдәр генә ҡапҡа ҡағаһын. Утлы ямғыр булып, ил өҫтөнә Дошман пулялары яуҙылар. Аяманы һуғыш һис бер кемде, Бәһлүәндәй ирҙәр ауҙылар. Ҡайтманылар яуҙан ҡатындарҙың Һөйгәндәре,өҙөлөп көткәне. Яуҙа ятып ҡалды балаларҙың Аталары өмөт, терәге. Шаярмағыҙ, илдең хужалары. Һуғыш менән уйнаш итмәгеҙ! Аҫыл егеттәрҙе яу ҡырында Ятып ҡалырға мәжбүр итмәгеҙ! 2015 йыл. Еңеүҙең 70 йыллығына арнап. Башҡортостан илем Башҡортостан ер шарында Бер япраҡ саҡлы ғына. М. Кәрим Башҡортостан ер шарында Япраҡ ҡына түгел ул, Рәсәй илдең күкрәгендә Ярһып типкән йөрәк ул. Тамырында урғыла Газы, ҡара алтыны. Йәшәргә көс, илһам бирә Шул йө!рәктең ялҡыны. Башҡортостан Уралымдың Бәҫе һәм ғорурлығы. Был донъяға һибәләгән Башҡортомдоң орлоғон. Башҡортомдо данлай һәр саҡ Ҡурайы һәм ҡумыҙы, Йөрәктәргә дәрттәр бирә Башҡортостан ҡымыҙы. Һутлы ерҙең сәскә-гөлдәренән Балдар йыя уңған бал ҡорто. Кескәй йөрәгенә һыйындырған Күп милләтте илдең баш йорто. Тирә-юнгә киң билдәле Башҡорт атының ҡото. Бигерәк уңған илем халҡы Әйтерһең дә бал ҡорто. Һанап бөткөһөҙ матурлыҡ, Гүзәлдәрҙән -гүзәл тыуған ил, Ышанмаһаң минең һөйләгәнгә Гүзәл ил күрергә үҙең кил. Күҙҙәрем күреп туялмаҫ, Тау-урманың, йылға-күлдәрең, Һис бер илгә һине алыштырмам Япраҡ саҡлы ғына илемде. Һыу ҡыҙы Бар тәбиғәт нурға сумған Йәй көнөндә, Ай нурҙары һикереп уйнай Һыу өҫтөндә. Ай нурында ҡойоноп Баҫма өҫтөндә, Алтын тараҡ менән Сәсен тарай Оҙон сәсле, һылыу Һыу ҡыҙы. Төнгө гүзәллектән ләззәт алып, Күл буйында йөрөй бер егет. Һылыу ҡыҙҙы ҡапыл күреп ҡалып, Бармаҡ була янына югереп. Ә, Һыу ҡыҙы һаман йыраҡлаша, Егет югерә ҡыҙҙың артынан. Бара-бара мираж юҡҡа сыға Таж ҡойола айҙың нурынан.
Фаягөлгә Фаягөл-Фаягөл, Ҡайҙа үҫкән матур гөл. Йөҙөң һағыш ҡапламаһын Һәр ваҡытта йылмай-көл. Йылмайыуың ай төҫлҡ Көлөүең ҡояш төҫлө. Радикка булған һөйөүең Һүнмәҫ-һүрелмәҫ төҫлө. Пар күгәрсендәрем кеүек дуҫтарым бар, Дуҫтарҙың да әле ниндәйе. Күңелемә һеҙҙән йыуаныс табам, Көстәр ала һеҙҙән иңдәрем. Ысын дуҫтар булыу бик яҡшы, Дуҫтарыңдың ҡәҙерен бел. Кәрәк саҡта таяныс бул Кәрәк икән терәк бул. 07.11.2007 Күрше Зөбәржәткә Ынйы, мәрен, Зөбәржәт, Аҫыл таш исемдәре. Аҫыл таш исемдәренә Лайыҡмы исемдәре? Зөбәржәтем, аҫыл ташым, Һин бит минең йөҙөк ҡашым. Һин ташлаһаң Зөбәржәтем, Ҡайҙа барыр яңғыҙ башым? Зөбәржәттең ҡыйғас ҡашы, Ҡарлуғас ҡанатына тиң. Зөбәржәттең күңеле киң, Сикһеҙ йыһандарға тиң. Татыу ғына йәшәйексе күршем! Татыу йәшәүҙәргә ни етә? Нисек кенә итеп йәшәһәк тә, Был донъянан барыбыҙ ҙа китә. Нисек кенә итеп йәшәһәк тә, Ғүмер барыбер үҙенекен итә. Шундай ауыр, бормалы юлдарҙан, Һиҙҙермәйсә үтә лә үтә. Яңы йыл тәләктәре Яңы ғына тыуған ай нурында Яңы яуған аҡ ҡар емелдәй. Яңы яуған аҡ ҡар сафлығына Тиң булһындар беҙҙең күңелдәр. Яңы йылдың яңы ал таңдары Яңы шатлыҡ, бәхет өләшһен. Шатлыҡтарҙан һәм дә бәхеттәрҙән Ҡалмаһын бер кем өлөшһөҙ. Әсәләрҙең һәм дә балаларҙың Керпегенә йәштәр ҡунмаһын. Күктәрегеҙ аяҙ, көндәрегеҙ сыуаҡ Күҙегеҙҙән шатлыҡ һүнмәһен. Мин теләйем һеҙгә Яңы йылда Аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмерҙәр. Шуның менән теләктәрем тамам, Күп һөйләһәм минән көлөрҙәр. Сихри төн Һуңлап ҡайтып киләм йәйге төндә, Оло юлдан атлап, бер үҙем. Ә төн шундай матур, аяҙ, саф һауалы Шат йондоҙҙар ҡыҫалар күҙен. Етегән йондоҙ миңә ҡаршы килә, Тимерҡаҙыҡ тора һулдараҡ. Емелдәшеп гүйә өндәшәләр «Ҡалғанһың»-тип бераҙ һуңғараҡ.
Ай йылмая миңә ҡаш аҫтынан Һыңар күҙен ҡыҫып, мут ҡына. Көмөш нурын юлдарыма һибеп, Оҙата килә мине һаҡ ҡына. Нисек итеп инде һоҡланмайһың Ай, йондоҙло был төнгә. Улар төнгө тыныслыҡты һаҡлап, Алып сыға, яңы бер көнгә. Йәйге төн Йәйге төндөң матурлығын Кем күргәне бар? Сихри төндөң наҙлылығын Кем һиҙгәне бар? Ҡояш инде күптән батҡан, Ә.офоҡ яна. Ҡыҙыл офоҡ, зәңгәр болот, Урманы ҡара. Баҡһаң Ҡайрылыкүл өҫтөнә Күҙҙәр ҡамаша. Ай нурҙарын күлгә ҡоя Ғәжәп тамаша. Йәйге төндә тирә-юн Сихри баҡса һымаҡ Шул баҡсаға йәм өҫтәп, Ай тора ҡарап. Тирә юндә һүлпән генә Аҡ томан ҡалҡа. Ауылым ҡырҙарында тағын Матурлыҡ арта. Мин бәләкәй саҡтарҙа Ап-аҡ сәстәремде елпеп, Югереп йөрөгән саҡтарҙа. Донъя бигерәк матур ине, Мин бәләкәй саҡтарҙа. Әсәйемдең ҡосағында, Иркәләнгән саҡтарҙа. Бар донъям әсәйем ине, Мин бәләкәй саҡтарҙа. Йәшел хәтфә үләндәрҙә Тәгәрләгән саҡтарҙа. Үлән бигерәк йомошаҡ ине, Мин бәләкәй саҡтарҙа. Көндәр буйы Артмаҡ күлдә Һыуҙар кергән саҡтарҙа. Ҡояш бигерәк ҡыҙыу ине, Мин бәләкәй саҡтарҙа. Ҡыҙҙар менән күмәкләшеп, Көртмә йыйған саҡтарҙа. Көртмә бигерәк тәмле ине. Мин бәләкәй саҡтарҙа. Тирләп-бешеп,күләгәлә Хәлдәр йыйған саҡтарҙа. Талдар бигерәк бейек ине, Мин бәләкәй саҡтарҙа. Төпһөҙ зәңгәр күккә ҡарап, Күҙ ҡамашҡан саҡтарҙа. Күктәр бигерәк зәңгәр ине Мин бәләкәй саҡтарҙа. Үтһен әйҙә! Ғүмер үтә, тип ҡайғырмайыҡ, Үтһен әйҙә, үтһен ғүмерҙәр. Был донъяла һәр бер нәмәнән дә Ҡала бит тик көлдәр, күмерҙәр. Үткән ғүмер, әйҙә, үтә бирһен, Беҙҙән генә донъя ҡалмаған. Һәр дәүерҙең үҙ миҙгеле үтеп, Бар донъяны ялҡын ялмаған. Һәр дәүерҙең үҙ ямғыры яуып, Үҙ бураны ерҙә дулаған. Алһыу таңда һандуғасы һайрап, Ҡара төндә бүреһе олоған. Үтһен әйҙә, беҙ йәшәйбеҙ әле, Усаҡтарҙы дөрләтеп, яндырып. Беҙ китмәйбеҙ әле баҡыйлыҡҡа Фани донъяларҙы ҡалдырып. Октябрь 2014 йыл Шәреҡ донъяһында (Шәреҡ радиоһаның 20 йыллыҡ юбилейына арнап) Башҡортостан-Шәреҡ иле, Башҡортостан –Шәреҡ теле. Шәреҡ радиоһын тыңлайым, Арымай-талмай көнө-төнө. Ал бирмәйҙәр, ял белмәйҙәр, Телдәрен сарлап ҡуйған. Илдар Ислами туғанды Тыңлауҙан кемдәр туйған. Барыһы ла белдеклеләр, Барыһы ла булған уңған. Исемдәре күңелемдә Алтын менән яҙылған. Егерме йыл инде бына Шәреҡ һөйләй түремдә. Йондоҙҙар менән сигелгән Шәреҡ һүҙе күңлемдә. Һәр саҡ Шәреҡте тыңлайым Күңлемә илһам алып. Йырлап сәләмдәр юллайым, Күңлемде асып һалып. Матур бейеү көйҙәренә Бейеп китәм өҙҙөрөп. Күңелдә ташҡан хистәрҙе Була меней түҙҙереп? Рәхмәт ,һеҙгә Шәреҡлеләр, Рәхмәт «Раксана »әхирәт, Юлдарығыҙ оҙон булһын Минән һеҙгә шул теләк. Әсәйем күмәстәре Әсәйем күмәс бешергән, Ашап туйырлыҡ түгел. Ҡаластарың ары торһон, Улар күмәскә тиң түгел. Бешә күмәстәр ҡабарып, Алһыуланып, ҡыҙарып. Аша-аша тип ымһындырып, Торалар күҙ ҡыҙҙырып. Әсәйем ҡамырҙан, гүйә, Күмәсте ҡойоп ҡуя. Үҙем бешереп ҡарайым, Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Усаҡ яғылған, өй йылынған, Өҫтәлдә ҡайнар самауыр. Шул миҙгелдәр иҫкә төшкәндә Күңелемә ауыр, бик ауыр.
Әсәйемдең сал сәстәре Әсәйемдең сәстәренә Сал бурандар һарылған. Маңлайына тәрән-тәрән Бураҙналар һалынған. Ҡуш: Ғәфү ит әсәкәйем Миндер шулар сәбәбе. Алыҫта ҡалған күләгәңә Елдәр илтер сәләмем. Әсәйемдең алһыу йөҙҙәре Ел-дауылда һурылған. Ап-аҡ ҡына йомшаҡ ҡулдары Утта –һыуҙа ҡурылған. Ҡуш: Ғәфү ит әсәкәйем Миндер шулар сәбәбе. Алыҫта ҡалған күләгәңә Елдәр илтер сәләмем.
Диплом, маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнгән саҡтары ла булды. Ә хаҡлы ялға киткәндә “намыҫлы эше өсөн” тигән билдә менән баһалана. Ләкин бүләк өсөн түгел, үҙенең нескә, һиҙгер йөрәге ҡушыуы буйынса ижат итә ул. 2011 йылдың йәйҙең йәмле июнь айында уға 65 йәш тулды. Ауыл клубында юбилей кисәһен үткәрҙек. Халыҡ күп йыйылды, клубтың һәүәҫкәр төркөмө, ауыл биләмәһе хәҡимиәт башлығы Тәлғәт Ниғмәт улы Вахитов, район мәҙәниәт йорто етәксеһе Хәниф Фәлит улы Батталов, Өфөнән саҡырылған махсус ҡунаҡтар: Фәнзил Бүләк улы Саньяров, Фәрит Валиев, Тәнзилә Мырҙагилдина, Рәшит Зыяфетдин улы Низамовтар ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. 70 йәшен дә матур итеп билдәләп киттек. Артабанғы һүҙем, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәберләүҙәргә ҡарамай, тормошто үҙе йәмләп йәшәүсе Оло йәнле апайыбыҙ Факиһа Сөләймән ҡыҙы Сәхипгәрәйева булыр. Күл аръяғындағы урамға инеү менән семәрләп-биҙәп эшләнгән, буяулы йорт күҙгә ташлана. Кәртә-ҡураһы ла бөтөн, бөхтә. Нәҡ ошо йортта Факиһа инәй үҙе йәшәй. Ул тыныс холоҡло, һөйкөмлө кеше. Һөйләшкәндә лә йомшаҡ ҡына итеп өндәшә, һүҙҙәре лә мәғәнәле, фәһемле. Ете бала әсәһе.
Факиһа апайҙың бала сағы, үҫмер йылдары бик ауырлыҡта, фәҡирлектә, ас-яланғас үтә. Ата-олаталарын ғәйепһеҙгә һөргөнгә ебәрәләр. Етмәһә, Факиһа апайға 6 ай тигәндә әсәһе ауыр ҡайғынан вафат була. Үҫеп буй еткергәс, һайланып тормай, беренсе һоратҡан кешеһенә, үҙе кеүек етем егет Нариман Исмәғил улына тормошҡа сыға. Тормош иптәше уңған, бик оҫта ҡуллы кеше була. Нариман ағайҙың өс бертуғанын да улар ҡарап үҫтергән. Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Йорто тирәләп күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур сәскәләр ҙә үҫтерә ул.
Йәш сағында клубта уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып йөрөгән, әле иһә кисә-концерттарҙа үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп ишеттерә. Бына шулай беҙҙең Факиһа апайыбыҙ, тормош елдәренә бирешмәй, бәләкәй генә шатлыҡтан да ҡеүәт, ҡөҙрәт алып илһамланып йәшәп ята. Изге доғалары менән илгә балаларына тыныслыҡ теләй. Бер- нисә шиғырын теркәп үтәм.
Үткән ғүмер. Етмеш дүрткә еткәс кенә белдем, Ғүмеремдең көҙө еткәнен. Күҙ асып та йомған араларҙа Күрмәй ҡалдым уның үткәнен. Йылдар үтә, үткән ғүмерҙәрем, Ниндәй үлсәмдәрҙә үлсәнә? Сәстәремә сал ҡырауҙар һалған Бормалы ла юлдар үлсәме. Уйланғанда уйылып та китәм, Һағыштарҙан күңел тулыша. Йәштәремә ирек ҡуям, беләм- Ғүмер көҙөм ҡышҡа ауыша. Алда тағын күпме йәшәйһем бар? Бер Хоҙайым үҙең беләһең. Яҡшылығым,яманлығым-барыһын, Эй, Хоҙайым, үҙең күрәһең. Көн артынан –көндәр үтәләр, Төн артынан-төндәр юл ала. Бәхетемде ҡыуып етә алмай Офоҡтарға инеп юғалам... Ә шулай ҙа мин бик рәхмәтлемен Ошо ғүмер көҙөн күргәнгә. Йәшәү бит ул-үҙе оло бәхет, Үкенмәйем һис тә үткәнгә.
Ҡайҙа минең бала саҡ. Беҙ өс бала үкһеҙ етем тороп ҡалдыҡ Тормош упҡынының сатында. Олоһона булһа биш йәш кенә, Икенсеһе булған өс йәштә, Миңә булған бары ярты йәш. Бала сағым минең, булмаған шул Инәй-атай тигән Татлы һүҙҙе әйтеүҙәрҙән Мәхрүм булғанмын. Ярты ғына йәшлек саҡтарымда Ташлап киткән беҙҙе әсәйем. Күкрәк һөтөн һорап илағанмын Күрше ҡатын кереп имеҙгән. Асығыуҙан илағанбыҙ, Ләкин сыҙағанбыҙ. Беҙгә ҡушылып Ер-һыу илаған. Аҡҡан һыу ҙа хатта туҡтаған. Үҙ-үҙемде белгән сағымда мин Сабый ғына инем-фәрештә. Ас-яланғас һәм дә фәҡирлектең Аяуһыҙ донъяһы менән Көс һынаштым көрәштә. Әсәкәйем күкрәк кенә һөтөн Имеп кенә үҫер сағымда, Әсәкәйем фани донъяларҙан киткән Күкрәп кенә йәшәр сағында. Атам-әсәм менән барыһын да Кулак итеп һөргөндәргә һөргәндәр. Туғандарҙың ҡайһыһы үлеп ҡалған Ҡайһылары шунда тынғандар. Ҡара тайғаларҙың уртаһына Кулактарҙы илтеп тыҡҡандар. Шахталарға улар төшкәндәр ҙә Шунда үлеп ҡалғандар. Халыҡ дошманы тип яла яғып, Атайыма мөһөр һуҡҡандар. Репрессия ҡорбанына тағып, Атайымды илтеп атҡандар. Инәкәйем ауыр ҡайғы менән Вафат булды Апайыбыҙ китеп юҡ булды. Ике йәш бала тороп ҡалдыҡ Бөлгән өләсәйем ҡулында. Аслыҡ-яланғаслыҡ эҙәрлекләй, Аяҡ баҫҡан һайын һағалай. Тапҡан ризыҡтарын үҙе ашамайса Өләсәйем беҙҙең өсөн һаҡлай. Ағайым менән етәкләшеп, Хәйер һорашырға йөрөйбөҙ. Үҙәк өҙгөс һалҡын елдәр иҫә, Дер-дер ҡалтырашып өшөйбөҙ. Етәкләшеп сығып китә инек Алабута үҫкән баҫыуға. Алабута араһында үткән йылдан ҡалған Кипкән бәшмәктәрҙе ашарға. Уйынсыҡтар менән уйнар саҡта Тоҡсай тотоп юлға сыҡтым мин. Кемдәр генә ризыҡ бирер, кем ашатыр тиеп, Хоҙайҡайым, үҙең генә белдең һин. Аслыҡтарға түҙмәй, ағайым үлеп китте. Инде ҡалдым япа-яңғыҙым. Эй, Хоҙайым, үтермәсе мине тиеп, Хоҙайымдан ярҙам һораным. Көндәр үтте, төндәр килде, Төн артынан таң атты. Сеү, илама, сабыр бул тип, Фәрештәләр мине йыуатты. Рәхмәтлемен өләсәйемә Миңә дөрөҫ тәрбиә биргәнгә. Намыҫ,тәүфиҡ менән Ошо тормоштарға биргәнгә. Рәхмәтлемен мин Хоҙайыма Ошо тормоштарҙы бүләк иткәнгә. Ҙур һынауҙар үтеп, Ете балама ғүмер бүләк иткәнгә. Мин ҡартайҙым, хәлдән тайҙым, Йөрәгем һаман ҡайнаша. Ҡылыс тотһам ҡулым ҡылтырана. Дошман күрһәм күҙем ҡан баҫа. Кем ғәйепле минең әсе яҙмышыма? Табалмайым шуға һамман яуапты.
Яҙғы баҡа. Яҙғы баҡа һайрай таң алдында Төнбойоҡло күлдең һаҙында. Иртәһен дә һайрай, кис тә һайрай Ниндәй һағыш төшкән икән башына. Ошо моңһоу, яҙғы тауыш Ҡояш нурҙарына сағыла. Артта ҡалған ауыр яҙмышымдың Алып китә бала сағына. Яҙҙар,йәйҙәр йәмле ине. Йәмле ине хатта ҡышы ла. Сыр-сыу килеп сана шыуа инек тауҙа Аяҡта сабата, тамаҡтар ас, Күңелдәр көр ине шулай ҙа. Хәҙер инде беҙ ҡартайҙыҡ, Беҙҙең заман һалҡын елдәр булып үттеләр. Ни өсәнгә беҙҙең дауам балалары Бик тәртипһеҙ булып үҫтеләр. Көҙҙәр етте. Ағас япраҡ ҡойҙо, Ҡоштар китте йылы яҡтарға. Һин дә киттең, балам, ҡоштар кеүек- Мәңгелеккә кире ҡайтмаҫҡа. Бүләк итеп яулыҡ биргән инең, Кире алдың биргән яулығың. Алманың да инде, һай яулығың, Алып киттең йөрәгем һаулығын. Яҙҙар етер, тағы ҡоштар ҡайтыр, Тауҙар,күлдәр үтеп даланан. Ҡоштар ҡайтыр, балам, Һин ҡайтмаҫһың инде, Һин киттең шул беҙҙең аранан. Йылдар үтер, аҡҡан һыуҙар кеүек, Эҙҙәреңә үҫер үләндәр. Был ҡәҙәрле ауыр ҡайғыларҙы Күрмәһендәр башҡа бүтәндәр. Хушлашмай ҙа, балам, китеп барҙың, Айрылышыуҙар бигерәк ауыр бит. Йомшаҡ һүҙҙәреңде йөрәгемә алып, Китмә, китмә, балам, сабыр ит. Балаҡайым, Рәфис, ғәзиз йәнем, Менә алманың шул үрҙәргә. Һине һағынып, илап, йырлап Инермен мин ҡара гүрҙәргә. Эйелә ҡайын, бөгөлә ҡайын, Ел тирбәтә, балам, ҡайынды. Ниндәй генә шатлыҡтар булһа ла, Баҫа алмайым, балам, ҡайғымды. Таңдар ҙа атыр инде, Ҡоштар уяныр инде. Һин булмағас,балам.күңелемде Кемдәр йыуатыр инде. Күтәргеһеҙ ҡайғы, һағыштарҙы Күтәрә шул йөрәк менән иң. Бөгөлһәң дә, һығылһаң да - Һына күрмә, Рәйлә, балам һин. Султангильдина Салиха апай 5 бала әсәһе. Уңған хужабикә. Клубта уҙғарылған сараларҙа үҙе яҙған шиғырҙарын тамашасыларға һөйләп ишеттерә. Яратҡан шөғөлө уның шиғыр яҙыу. Күңелгә илһам килһә төнлә тороп утырып та шиғырҙарымды аҡ ҡағыҙ битенә теркәп ҡуям ти ул. Салиха апайҙың бер нисә шиғырын теркәп китәм.
Серле сәскә Исемеңде лә белмәйем, Төҫөңдө лә белмәйем. Хыялымда ғына өндәшәмен Кисен күҙен йомоп, Иртән керпектәрен Аса торған серле сәсәгем. Таңға ҡаршы сығып, Күпме йылдар һине Табыу уйы менән йәшәнем. Ысыҡлы иртәне эҙләп, Табырмын да һине Исемең менән һөйөп өндәшермен. Юҡ, мин өҙмәм һине Серле сәсәгем. Елдәр тиҙермәйсә Ғүмерем буйы Наҙлап йәшәрмен. Серле сәсәгем.
Ил батырҙары Торам урам уртаһында, Ә күҙем ҡапҡаларҙа. Һәр өйҙән һуғышҡа киткән Кемеҙер ҡайтмаған да. Кемдең ире, кемдең улы, Кемдеңдер һөйгән йәре. Исемдәре ҡапҡаларҙа, Йөрәктәрҙә яраһы. Һәр өй юҡһына улдарын, Һәр нигеҙ һыҙланалыр. Батырҙарҙың рухы ҡайтып, Ҡабыҙа йондоҙҙарын. Ҡайтмай ҡалғандар сафылай Йондоҙҙар ҡапҡаларҙа. Билгеһеҙ түгел ил улдары Ҡайҙарҙа ятһалар ҙа.
Үкенесле бала һағышы.
Ал сәскәләр ҡаҙар инем Әнкәй түштәреңә. Хәҙер һуң инде Керҙең гүр эстәренә. Ниңә тыңламаным икән Әңкәйемдең һүҙҙәрен. Ҡабат ҡайтмаҫҡа китте, Белмәнем ҡәҙерҙәрен Эх, дуҫтарым һеҙгә әйтәм, Эсмәгеҙ йылан ағыуҙарын. Белегеҙ әнейҙәрҙең бәғерен. Гүргә кергәс кенә беләбеҙ Әнейләрҙең ҡәҙерен. Әңкәй мине тапҡас та, Аҡ биләүгә биләгән. Бәхет теләгәндә Эсмә балам! тимәгән. Яңы йыл төнө Бөгөн Яңы йыл, иң бәхетле көнөбөҙ. Йырлашып та бейешеп тә, Күңел асып ҡалығыҙ! Туйғансы бейеп ҡалығыҙ, Туйғансы йырлашығыҙ! Бәхетле ҡартлыҡҡа илтһен Бөгөнгө йыл башыбыҙ. Йәш саҡтарҙың уҙғанын да Һиҙмәй ҡалырбыҙ әле, Һөйгән йәрҙәребеҙҙе, һағынып, Иҫкә алырһыҙ әле. Ҡартайырға ашыҡма тип, Йәшлегем арттан саба. Ҡартайһам да йөрәгемдә Йәшлегем уты яна. Мөхәббәт сере. Күңелдәге мөхәббәт ҡылының Ишетелмәй ине тауышы. Һин ҡағылдың уға алһыу гөлөм Әллә белеп, әллә яңлышып. Ялған татлы, ләкин сын-дөрөҫөн Мең ғазаптар китерһә лә әйт! Йоҙороҡ саҡлы ғына йөрәгемә Нисек һыйыр һинең хыянат. Кисер мине тимә Нескә күңелемдә мөхәббәтеңде һаҡланым. Миңә үпкәләмә, күпме үтенһәң дә Һин башҡаны һөйә башланың
Һағындыра бесән өҫтәре Йылдар үткән һайын ҡәҙерләнә Туғайымда бесән сапҡан саҡтарым. Шул тиклем яҡын миңә Туғайымдың һәр бер һуҡмағы. Әллә ҡайҙан югереп сығалар Бесәнселәр-бала –сағалар. Бесән сабыу шундай күңелле ине, Хәҙер онотола бара шундый йолалар. Бесән тиеп ауылыма йүгереп ҡайта инем, Ата-әсәйемә ярҙамға. Бесән сабыу күңелле ине Бөтөп бара хәҙер улар ҙа. Бесән сабыу йолалары тороп ҡалды Йыраҡ-йыраҡ арала. Ә шулай ҙа күңелдә бесән сабыу йолаһы Ҡабаттан ярала. Бесән өҫтө етһә, салғы тотоп, Югерермен төҫлө яланға.
1939 йылдың йәйендә әнием Ленинград ҡалаһына торф сығарырға китә. Ике йыл үтеүгә ҡәһәрле һуғыш башлана. Әсәйем Ленинград блокадаһына эләгә. Ул осорҙа баракта урын булмау сәбәпле ҡыш көнөндә тышта ҡунып йөрөгәндәр.Аслыҡ,яланғаслыҡты тәтеп, тамам хәлдән тайып, ауырып, 1943 йылдың йәйендә Өфө госпителенә ҡайтарыла. Башҡортостандан әсәйем генә түгел, байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙҙар эшкә китеп һуғыш михнәттәрен ситтә тәтегәндәр. Улай ғына ла түгел, күптәре шунда һәләк булып ҡалғандар. Әсәйемдең ауыр һуғыш ваҡиғаларын һөйләүен иҫкә алып, күңелемдә ошо шиғыр тыуҙы тип яҙған шиғырын һөйләп ишеттерҙе Салиха апай. «Яраларың ҡуҙғалтма!» Күл ситендә үҫкән төнбойоҡтай Күңелкәйең һинең ник бойоҡ Ах, ни булды һиңә,Әсәйем Ленинградта блокада ҡамауында Үткән йылдарыңды Әллә һағышланып, иҫкә алдыңмы. Күҙ йәшеңде йәшер йөрәгеңә, Керфегеңде зинһар сылатма! Һағыштан зар илап, үткән яуҙы уйлап, Ауыр яраңды, һин, һис тә ҡуҙғалтма. Бәхет гөлө атһын юлдарыңа, Рәхәт йәшә ерҙә , ҡабат һуғыш күрмә, Яҡты аяҙ булһын көндәрең.
Һағыныу Йылдар үткән һайын ҡәҙерләнә Бала саҡтың ғәмһеҙ йылдары. Шул тиклем яҡын миңә Ауылымдың һәр бер һуҡмағы. Әллә ҡайҙан күреп туғандар Ҡаршы сыға ҡапҡа асырға. Бәхет шулдыр, яҡындарым иҫән Ҡыҫып ҡосағыма алырға. Бала сағым мине солғап ала. Һаумы инәй тиеп өндәшә. Күпме йәштәр оя ҡорған Әллә инде йөрәк көнләшә. Егет һағышы. Үҫеп етте егет, Иҙелем буйында Ғашиҡ итеп,ҡыҙҙы алды уйынға Теләнеләр туй итергә улар. Ҡыш та яҙҙы көттө, Тик булманы, кемдер килеп, Ҡыҙҙы алып китте. Үкһеп илай,егет, йәш ҡойола Һөйгәнем ҡайтыр тиеп, Ҡарай баҫыу юлына. Егет , һине, нисек була йыуатып, Һағыш утында янаһың Һөйгәнеңде юғалтып. Бер генәм тип тилмерәм. Бейек тауҙың баштарында, Үҫә икән бөрлөгән. Бөрлөгәндәй матур саҡтар Тороп ҡалды бергенәм. Бөрлөгәнем бер генәм Һине һағынып, йылдар буйы Табырға тип тилмерәм.
Бөрлөгәнем сәскәһеләй Иң матуры һин генә. Бөрлөгәнем,бер генәм, Ҡайтсы иркәм бер генәм. Бөрлөгәндең сәскәһе Сәнестерә икән, Һағыныуым сиктән ашты Ҡайтырһың быйыл иркәм. Сит ерҙәрҙә күп йөрөнөң Һағынғанһыңдыр иркәм. Туғаныма
Был донъяла йәшәү бигерәк ауыр, Борсоуҙары йөрөй мең килеп, Һөйөүҙәре һаулыҡ бирә, Сәләмәтлек килһен иң элек. Байлығы ла ситтә өйөлөп ҡала. Хоҙай биргән һаулыҡ булмаһа. Һөйөү уты булып, Ҡырыңда йән һөйгәнең булмаһа. Үҙәктәргә үткән сирҙән , Көслөләр ҙә ҡайсаҡ бер һына. Туғаным, ғүмер буйы Янып йәшәү өсөн Сәләмәтлек теләйем мин һиңә. Ҡарт тирәктәр
Ҡарт тирәктәр төн йоҡламай, Ни уйлайһың ти балам. Мин үҙем дә белмәйем, Нимә булды? Ниҙәр уйлай Минең анам. Ҡарт тирәктәр әйтә: Йондоҙ һүнер, йоҡла балам! Һинең өсөн йондоҙ балыр Әсәңдең һүнмәҫ йөрәге. Ҡарт тирәктәр йоҡлай , Хәйерле төн һиңә балам. Әнием уфтана, һуғыш яралары Тынғы бирмәй һаман. Иҙелдә лә, диңгеҙҙә лә Тулҡындар тыныс аҡһын! Әниемдең йөрәгендә таңдар Имен, тыныс булып атһын.
Егеттәр саба бесән. Әгәр һеҙ ир-егет икән, Салғы тотһон ҡулығыҙ. Ҡулығыҙҙан эш килгән һайын, Изгелектәр ҡылығыҙ! Һәммәгеҙ ҙә бесән сабығыҙ Теләгемдән уңығыҙ! Бәхетле ҡартлыҡҡа илтһен Һеҙҙең йөрөгән юлығыҙ! Онотмаһын ауылымды Кесегеҙ һәм олоғоҙ, Оҙон ғүмер итегеҙ, Бесән сабып китегеҙ! Арағыҙҙа зинһәр өсөн, Булмаһын ялҡауҙар. Уңған булһын, батыр булһын Ҡыҙығыҙ һәм улығыҙ! Ҡыуаныстар , бәхеттәр Һыймай күңелгә. Бәсән сапмай утырырға Беҙ ялҡау егет түгел дә. Талпағым киң, юлдар оҙон Иге-сиге юҡ юлдарҙың Теләйем һәр кемдең Бәхетле булғанын!
Онотолмаҫ бер яра. Зәп-зәңгәр ҡара диңгеҙҙә Һалдаттар йөҙәләр. Һыуҙа күренеп, эркелеп аға ҡандар. Йәйҙең аяҙ күгендә Яҡты ҡояш күренә. Ә фашист ут яуҙыра Туған илем еренә. Ҡая ғына аяҡ атлаһа ла, Һалдат күңеле һыҙлана. Үтер тимәйем, бәлки сигенер ул Онотолмаҫ барыбер яра. Күпме һалдат башын һалды. Сит илдәрҙең сигендә. Батыр булып ҡайтты Рухы тыуған еремә. Ил улдарын онотмабыҙ! Ҡайындар ҡайғылы тиҙәр, Ҡайындар утыртмағыҙ! Тыуған илдән ситтә ҡалған Ил улдарын онотмағыҙ! Улар утыртҡан ҡайындар Ауылымда гөрләп үҫте. Һеҙ ҡайтырһыҙ тип Әсәләр улдарын көттө. Ауылыма ҡайтҡан һайын Шул ҡайынға барам. Һуғышта булған ауыр ҡайғыһы Һөйләгән бит атам. Ҡайындарҙың япрағы Елферҙәй елгә Һәр бер әсәнең йөрәге Тыныс типһен илдә. Ҡыңғыраулы мәктәп юлдары. Теҙелешеп ҡыр ҡаҙҙары китә. Йәйҙәр үтеп көҙ еткәс. Теҙелешеп осҡан ҡаҙҙар кеүек Таралышабыҙ үҫеп еткәс. Мәктәп йылдары артта ҡалды. Һағынып иҫкә алһаҡ та. Шул йылдарға ҡайтаһы ине Ғүмер һуҡмағынан үткәндә. Күңелдәрең үткәндәрҙе Һағынмаҫ тигән инем. Ҡыңғыраулы мәктәп юлы Ҡалды йөрәк түрендә. Үтелгән мәктәп юлдары Өҙөлөр тигән инем, Һағынып ҡайттым мәктәбемә, Мәктәп йылдары кире ҡайтмаҫ. Ҡалды йыраҡ юлдарҙа. Ямғыр керҙе беҙҙең араға. Көндәр буйы ямғыр яуа, Яуа ямғыр һалып моңдарға. Нимә булды иркәм, Ямғыр керҙе беҙҙең араға. Тәҙрәгә бәреп ямғыр яуа, Көйләй һинең исемде. Сыҡ һин салауат күпереләй Нурға күмеп күңелем күктәрен. Әйт һин миңә һөйөү һүҙен. Йәшлегебеҙ ҡайтһын бөгөн. Иҫкә алайыҡ күл буйын Гармун моңон, шоморттарҙың сихри иҫен. Миңә кәрәк йылы һүҙең, Таң ата ла кис була Үткәндәрҙе уйлай-уйлай Ҡай ваҡыт күңел тула.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 58; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.013 с.) |