Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
сәйемдең тыуған ауылы Йомранды данлап.Содержание книги
Поиск на нашем сайте Аҡ әбейҙәр булып ҡалайыҡ Яңғыҙ ҡалһам, уйға сумам, Бала саҡтар төшә хәтергә. Эх, шул мәлдәргә бер аҙға Булһа икән ҡайтып килергә. …Ҡарҙар иреп, сиҙәм ҡалҡҡас, Көндәр киткәс йылыға, Ҡойма буйҙарына сығып Ултыра ине күрше әбейҙәр, Аҡ яулыҡтар башҡа ябынып, Бәйләм тотоп ҡулдарына, Йөҙҙәренән нурҙар балҡытып. Өй янындағы бүрәнәгә Ҡунаҡлайҙар шуҡ малайҙар, Әкрен генә гәп һаталар Түбәтәйле аҡ һаҡаллы бабайҙар… Шулай ине… Эй, замандар!.. Хәҙер үҙем урта йәштә, Һағынамын шул саҡты. Ҡайҙа икән аҡ әбейҙәр, Аҡ бабайҙар ҡайҙа юғалды? Балама теләктәрем Ҡошсоҡҡайым ҡанат нығытҡас, Мин осорҙом иркен далаға. Йә, Хоҙайым, бәхеттәрең йәлләмә Күҙ ҡараһылай ғәзиз балама. Осор юлҡайҙары яҡты булһын, Ҡапламаһын ҡара болоттар. Юлдаштары булһын мәрхәмәтле, Урап уҙһын хәйлә-мутлыҡтар. Ҡыҙыҡмаһын балам харам малға, Әйләнмәһен нәфсе ҡолона. Яуыз уйлы бәндәләрҙән, Хоҙайғынам, үҙең арала. Хоҙайғынам биргән ғүмерен Намыҫ менән матур йәшәһен. Быҫҡып түгел, балҡып янһын, Баҫҡан ерҙә йәшен йәшнәтһен. Йәшә, Башҡортостан! Йәшәү тамырҙарым минең Үҫеш ала Башҡорт илендә. Башҡортомдоң ҡурай моңо Сыңлай минең ҡолаҡ төбөндә. Һис ҡасан да башҡортом Ғорур башын эймәгән. Ҡыйыулыҡта, сәмлелектә Һис кем уға етмәгән. Балы менән башҡортом Бар донъяны данлаған. Ҡымыҙынан батшалар ҙа Тәнгә сихәт, дауа алған. Төрлө милләт халҡын Ҡосағыңа алдың һин. Бүлеп бирҙең ауыр саҡта Бер телемен икмәктең. Ҡунаҡсыл һин, башҡортом, Күңелдәрең сикһеҙ киң. Башҡортостан тигән илеңдә Күкрәк киреп йәшә һин. Ер йөҙөндә, илгенәм, Йондоҙ булып балҡының. Мәңге янһын, дөрләһен, Һис һүнмәһен ялҡының. Әсәйем иҫтәлегенә Нимә булған был донъяға, Әллә ҡаплаған һөрөм? Инәйемде юғалтыуҙан Томаланғанмы күҙем? Ҡояштың да бөгөн нуры юҡ, Сәскәләр ҙә бойоҡтар. Болоҡһотоп ямғыр яуа, Фәрештәләр әллә илайҙар? Яҡты булды йөҙөң гел генә, Нурың сәстең һәр кемгә. Күңел йылың йәлләмәнең Мохтаж булған кешегә. Бәхил бул. Рәнйеп китмә… Булдыңмы риза беҙҙән? Әйткән һүҙең иҫкә төшә, Ҡайнар йәш тама күҙҙән. Ҡылдан нәҙек сират күперен Насип булһын елдәй елеп үтергә. Сөьәл һорауҙары еңел булһын, Тел асҡысы бирһен Хоҙай үҙеңә. Ятҡан урындарың тыныс булһын, Йәнең булһын мәңге йәннәттә. Барып етһен һиңә сәләм булып, Беҙ уҡыған изге доға-аяттар. Әсәйемә Сәстәремдән һыйпап әсәй Уята иртәләрен. Һәр саҡ шулай әсәйемдең Теләйем иркәләүен. Маңлайымдан үбеп әсәй Яратып һөйә мине. Гел генә яндарымда Әсәйем булһа ине. Был донъяла бер кем юҡтыр Һинән дә ҡәҙерлерәк. Һис кем юҡтыр донъяла Минән дә бәхетлерәк. Әсәйемдең ҡул йылыһы Иретә йәндәремде. Әйтеп бөткөһөҙ әсәмә Мәрхәмәт һүҙҙәремде. Ҡайҙа һин, йәшлегем? Ҡалдырма, йәшлегем, Ете юл сатында. Нишләрмен һинһеҙ Ете ят янында. Йәшлегем һин минең, Юғалдың ҡайҙарҙа? Ҡалдыңмы һин әллә Томандар артында? Йәшлегем, йәшлегем, Керәһең төштәргә. Зарығып саҡырам, Килмәһәң, нишләргә? Юҡһынам мин һине, Һағынам үҙеңде. Үтелгән юлдарҙан Эҙләйем эҙеңде… Һағынам үҙеңде… Мөнәжәт Йәш ғүмерҙе бер ҙә үтмәҫ тинек, Үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Хоҙай ҡаршыһында яуап тотор өсөн Ниндәй изгелектәр ҡылғанбыҙ? Йәш саҡтарҙа ғәмһеҙ инек: Күңел астыҡ, уйнап көлдөк етерлек. Ҡартлыҡ баҫҡас үксәбеҙгә, Үткән ғүмерҙәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Баҫҡан саҡта ут сәсрәткән Аҙымдар ҙа хәҙер муртайған. Иңде ҡаплап ятҡан сәстәр ҙә Берәм-берәм килеп ағарған. Осҡон сәскән ҡара күҙҙәр Бойоғошоп төпкә батҡандар. Ерле юҡтан ҡыҙыҡ тапҡан Күңелдәр ҙә инде ҡатҡандар. Фани донъяларҙа һәр эшеңә Ай һуңында хисап бирәһең. Баҡыйлыҡҡа күсеп киткәс тә, Алда тора беҙҙең яуап бирәһе. “Ниҙәр ҡылдың фанилыҡта,” – тип Һәр беребеҙҙән һорау алырҙар. Яуаптарың теүәл бирә алмаһаң, Ҡаты язаларға тартырҙар. Ғонаһһыҙҙар юҡ донъяларҙа, Ҡылғаныбыҙ беҙҙең бихисап. Изге ғәмәлебеҙ ҡурсыр беҙҙе Мәңгелектә тотҡан саҡта һүҙ- яуап. Уйҙарыңдан китерһең уйылып, Үткән ғүмерҙәрҙе тороп иҫләһәң. Терһәктәрҙе булмай тешләп, Йәшлегеңдә йүләрлектәр эшләһәң. Намаҙ уҡып, ураҙалар тотоп, Тәүбә-истиғьфар ҡылһаҡ барыбыҙ, Ишетер Хоҙай Тәғәлә, ишетер, Ҡабул булыр беҙҙең доғабыҙ. Онотмайыҡ мәрхүмдәрҙең рухын, Уҡытайыҡ атап ҡөрьәндәр. Саҙаҡалар бирһәк мохтаждарға, Хоҙай ҡылыр беҙгә сауаптар. Пәйғәмбәребеҙҙең рухына Күп иттереп әйтһәк салауат, Ҡиәмәт килгән көндәрҙә Булыр ул һәммәбеҙгә шәфәғәт. Бик ҡурҡамын, Хоҙайым, Һинең ҡаршыға баҫырға. Ҡылған ғонаһтарым өсөн Алдарыңда яуап тоторға. Аллаһының ризалығын һәммәбеҙ Үҙебеҙ иҫән саҡта алайыҡ. Тәүбәләргә киләйек ваҡытында, Һуңлап ҡына бер үк ҡуймайыҡ. Сағылыш Төҫөң булып ҡалған күлдәгеңде кейҙем, Яулығыңды һалдым башыма. Һағыныуҙан, юҡһыныуҙан, инәй, Баҫтым тағы көҙгө ҡаршыһына. Һинең һының, ҡараштарың һинең Сағылғандай була көҙгөлә. Йылдар үткән һайын һыҙаттарың Ята бара минең йөҙөмә. Һинең күлдәгеңде кейһәм, инәй, Тоям кеүек һинең йылыңды. Иҫән саҡтағылай һаман да Ҡурсаласы, инәй, ҡыҙыңды. Сәскәләр (Туҡай менән Ғафуриға эйәреп) Ҡыҙыҡ итеп ҡарап торам болон уртаһында туҡталып, Мең төрлө сәскәләргә ҡараш һалам һоҡланып. Ниндәйе генә юҡ сәскәнең: бар ҡыҙылы, күге, һарыһы, Ал төҫлөһө лә, зәңгәре лә – донъялағы төҫтөң барыһы. Танауҙарҙы ҡытыҡлай сәскәләрҙең хуш еҫе, Хушбуйҙарың ары торһон булған саҡта болон сәскәһе. Тулы ҡанлы тормош бара гөл-сәскәләр эсендә, Бал ҡорттары һут йыя иртә таңдан кискәсә. Күбәләктәр осоп ҡуна сәскәләрҙән сәскәгә, Әйтерһең дә, бейеүселәр килеп сыға сәхнәгә. Сиңерткә лә ҡалышмай: ҡунаҡлаған бер гөлгә, Скрипка ҡылын көйләй үҙе белгән бер көйгә. Түҙмәйенсә, өҙмәк булып, бер сәскәгә эйелдем, Әйтте төҫлә сәскә шунда: “Өҙөп ҡуйма мине һин”. Өҙмәйем мин сәскәләрҙе, бары наҙлап һыйпайым, Еребеҙҙең нуры, ҡото булып, үҫһен улар йыл һайын! Төштәремә керһәңсе Юҡһынам да һине, инәй, Тиҫбеләрең алам ҡулыма. Ҡулҡайҙарың йылылары Шул тиҫбеләрҙән урғыла. Доға ауаздары яңғыраһа, Хәтерләйем һинең тауышты. Айҙар үткән һайын юҡһыныуым Әрнеү-һағыш булып тулышты. Изге доғаларҙан һин беҙҙе Ташламаның һис ҡасан. Сыҡҡан һайын юл-сәфәргә Фатихалар биреп оҙаттың. Юҡһыныуҙан күңел әрнегәндә Ҡарар инем күҙҙәреңә тултырып. Элеккесә, икәү генә көңгөр-ҡаңғыр Һөйләшәһе ине бергә ултырып. Хәлдәреңде һөйләр өсөн, инәй, Төштәремә берәй керһәңсе. Элеккесә сәстәремдән һыйпап, Ҡосағыңа алып һөйһәңсе, Төштәремә, инәй, керһәңсе. Уйлан, әҙәм балаһы (нәсихәт) Кеше килә был донъяға, Белмәй әле күпме йәшәрен. Мәңгелеккә тыуғанмы ни: Тыя алмай аҙғын нәфсеһен. Байлыҡ артынан ҡыуып. Һуғышалар, ҡанға туҙалар. Донъя малын бүлә-бүлә Араларҙы хатта боҙалар. Ата малы өсөн ҡай саҡ Йән туғандар хаслаша. Бер-береһен дошман күреп, Ғүмерлеккә улар ташлаша. Бер туғандар хәл белешмәй, Йөрөшмәйҙәр ҡунаҡҡа. (Ниңә кәрәк ярлы туған Табынғанда береһе байлыҡҡа?). …Килә бер көн. Бай туғандың Хәлгенәһе бик тә хөртәйгән. Бай дуҫтары түгел, ярлы туған Хәл белешеп инә ишектән. Фани донъяны ҡыуа торғас, Үлеп киткән бай туған. Изгелеккә яҙмайынса, Тороп ҡалған бар йыйған. ------------ Һис кем фани донъяларҙан Алып китә алмай байлығын. Аҡ кәфендә барыһы тигеҙ, Хоҙай бирһен иман байлығын. Иҫән саҡта йән туғандар Ҡәҙерләһен бер-берен. Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына, Ебәрмәһен тормош йәмдәрен. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә: Ҡыҙыҡмайыҡ артыҡ байлыҡҡа. Тауыҡ ҡына һуйып булһа Уйланайыҡ саҡ ҡына! (мөнәжәт) Беҙҙең ғүмер – үҙе бер юл, Үҙебеҙ – бер үткенсе. Шул юлдарҙыартылғанда Үкенерлек итеп үтмәсе. Ҡыл доғалар, ҡыл изгелек, Сауап һауытың тулһын. Мизандарҙа* үлсәнгәндә Яҡшылығың күп булһын. Оҙон тиһәк тә юлыбыҙ, Килеп етер ахыры. Яуап бирер мәлдәр етһә, Булып тормайыҡ бахыр. Ярҙам итмәҫ беҙгә һис кем: Яҡын дуҫтар, туғандар. Яуаптарын теүәл бирер Тик изге ғәмәл ҡылғандар. Уйланығыҙ, ҡәрҙәштәрем: Был донъя ҡунаҡ ҡына. Мәңгелек йортобоҙ алда – Уйланайыҡ саҡ ҡына. Харам ашап, хәмер эсеп, Әйләнмәйек маңҡортҡа. Ғибәҙәттәр ҡылып, намаҙ уҡыу Лазымдыр ул һәр йортҡа. Үкенербеҙ бер заман, Яман ҡылыҡтар эшләп. Һуң булыр уйланырға, Терһәкте булмаҫ тешләп. Һорағанды, ялбарғанды Ишетер Хоҙай Тәғәләм. Раббымдың мәрхәмәте киң, Ярлыҡар ул, теләһәң. Әлфиә Хәйретдинова, Бишауыл -Уңғар ауылы. Мизандарҙа* - үлсәү (весы
Динә апай Мулкаманова 1946 йылдың 10 июнендә донъяға килә. Ауылыбыҙҙың иң уңған, булдыҡлы кешеһе ул Динә апай Мулкаманова. Һуғыш осоро балаһы тиһәң дә була уның тураһында. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙы үҙенең бала сағын күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Шулай булһа ла күңелендә уйылып ҡалған бәхетле минуттары ла күп уның. Әйтәйек, Рауиә һәм Мәҙинә апаларының эйәртеп аулаҡҡа алып барыуҙарын, шәм яҡтыһында ҡыҙҙарҙың төрлө ҡул эштәре башҡарғанын ҡыҙыҡһынып ҡарап тороуын, төрлө эштәргә өйрәтеүҙәрен кинәнеп һәйләй. Аулаҡҡа йыйылған егеттәр һәм ҡыҙҙар мине өҫтәл өҫтөнә баҫтырып йырлатҡанда үҙемде бик шәп артист итеп тоя инем, тип хәтерләй. Ысынлап та, йырға моңға һөйөү, сәнғәткә ынтылыш Динә апайҙың йөрәгендә кесе йәштән үк уяна , ә ҡулдары һәр төрлө эшкә маһир. Кейем-һалым тегеү тиһеңме, бәйләм бәйләү, сигеү, селтәр бәйләү оҫтаһы ла ул. Юғары йәки махсус уҡыу йорто тамамламаһа ла, һәләттәре һанап бөткөһөҙ. Баҡ тиһәң, бөйөк яҡташыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бүләсәре икән. Клубта үткәрелгән бер генә сара ла Динә апай ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ул үҙе шиғырҙар яҙа, концертта үҙенең шиғырҙарын халыҡҡа ишеттерә, етмәһә, йыш ҡына уларҙы көйгә һалып сәхнәләштереп тә ҡуя. Заманында ауылыбыҙҙа, тирә-яҡ ауылдарҙа оҫта тегеүе менән дан тотҡан кеше ул. Оҫта ҡуллы Динә апай ауыл клубына бөтәһе түгел сәхнә костюмдары ла тегеп бирҙе.
Оло йәнле Динә апай донъяның төрлө һынауҙарын, ауырлыҡтарын күрә, әммә иң аяныслыһы бөгөнгөһө көндө күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм булыу. Ләкин көслө рухлы Динә апай тормоштоң ауырлыҡтарына бирешмәй, шиғырҙар яҙыуын дауам итә. «Башҡортостан-илгенәм» шиғырына көйҙө лә үҙе яҙа. Һәм был йыр халыҡ араһында һөйөү яулай. Төрлө район сараларында йырлана. Һәүәҫкәр компазитор Фәрит Яҡшығолов та уның бер – нисә шиғырына көй яҙып, моңло йырҙар тыуҙырҙы.
Уның бер шәлкем шиғырҙарын теркәп китәм.
Легендар геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың 110 йыллығына арнап: Шайморатов генерал.
Үлмәҫ даны менән йәшәй Шайморатов генерал. Байрамға ҡунаҡтар йыйҙы, Улын данлап сал Урал.
Тантана итәбеҙ бөгөн, Данлап батырыбыҙҙы. Үҙе үлһә лә даны ҡайтты, Ҙурлап башҡортобоҙҙо.
Данлы улыбыҙ булғанға Бөгөн ғорурланабыҙ. Донъялар тыныс торһон тип, Беҙ доғалар ҡылабыҙ.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арнап.
Һаман да һаҡта. Салауаттың мөһабәт һәйкәле Тора Ағиҙел ярында Юлай улы батыр Салауат Тора тыныслыҡ һағында.
Салауаттың һыны. Бөркөт һыны Ҡараштары байҡай йыраҡтан. Үҙ башҡортон дошмандан һаҡлар өсөн Көрәшә ул ысын йөрәктән.
Салауатты ҡыуып. Һөргөнгә Уйланылар уны бөгөргә. Бөгөлмәне батыр Салауат, Тура ҡараны ул үлемгә.
Балтиканың һалҡын таш ҡаяһы, Әсе еле үҙәк өҙөрлөк. Үҙе үлде, ләкин даны ҡалды, Салауатты үлемһеҙ итерлек.
Өлкәндәрҙе хөрмәтләп.
Байрамға йыйылдыҡ бөгөн Ҡотларға өлкәндәрҙе. Байрам сәйе ойошторҙоҡ, Хөрмәтләп өлкәндәрҙе.
Һәр ҡайһыһы яһанышып, Матур итеп килгәндәр. Бөгөн беҙҙең байрам тиеп, Ваҡыттарын бүлгәндәр.
Беҙҙе хөрмәтләп һәм ҙурлап Көҙөн атҡан гөлдәрҙәй, Йәшәргә дәрт, илһам биреп, Илем байрам көнөн билдәләй.
Яҙыусы.
Шиғыр яҙырға тип уйлап, Эҙләп ҡарайым һүҙҙәр. Миңә бер һүҙ ҙә ҡалмаған, Яҙып бөткәндәр күптән.
Ниҙән яҙа башлайым һуң, Башларғамы әллә айҙан? Айҙы ла яҙып ҡуйғандар, Башына килгән ҡайҙан.
Һандуғастарҙы һайратып, Ҡундырыр инем талға. Кемдәрҙер күптән һайратып, Ҡундырған инде талға.
Күбәләктәрҙе утыртып, Гөлдәр үҫтерер инем. Кемдер күптән шиғырында Үҫтергән инде гөлөн.
Һыуҙа балыҡтар уйнатып, Караблдәр йөҙҙөртөп, Һыҙҙыртып гармун уйнатып, Йыр йырлатҡан өҙҙөрөп.
Юҡ инде, юҡ, һис кенә лә Һүҙҙәр булманы табып. Шиғырҙы яҙып бөткәндәр, Тыуғанмын һуңға ҡалып.
Кеше була беләйексе.
Кеше була беләйексе, Һаулыҡтар һорашайыҡ. Бер-беребеҙгә иғтибарлы Булырға тырышайыҡ.
Ғәзиз балаларыбыҙға Яғымлы өндәшәйек. Кеше була беләйексе, Дошмандан көнләшмәйек.
Кеше була беләйексе, Һөйәйек еребеҙҙе. Иртән торғас белешәйек, Күршеләр, хәлебеҙҙе.
Дуҫ-туғандың хәл белеүе Була күңелгә дарыу. Кеше булып ҡалайыҡсы, Сәсмәйек зәһәр ағыу.
Йомран иле. Йомран тигән илем бар, Йылға-күлгә ерем бай. Урмандары емешле, Баҫыуҙары уңышлы. Кешеләре уңғандар, Үҙҙәре бик дәртлеләр. Йырға-моңға маһирҙар, Һәр икеһе шағирҙыр. Шағир тәржемәсе, мәғрифәтсе, Мөхәмәтсәлим минең олатай. Башҡортоноң данын күтәреүсе Шәхес булған минең олатай. Бар донъяға сағыу йондоҙ булып. Рауилә апай данлай Йомранын. Бейей- бейей нисә урағандыр Ер шарының барлыҡ ҡитғаһын. Профессор тигән данға лайыҡ, Тимерғәле атлы уланы. Һәр береһен наҙлы әсәһеләй, Йомран әсә ихлас хупланы. Данлы Йомран иле баҫыуында. Күкрәп үҫте татлы тамырҙар. Сөгөлдөр баҫыуын дер һелкетеп, Дан ҡаҙанды беҙҙең батырҙар. Йомраным бар һинең йырсыларың, Рассамың һәм дә гармунсың. Кәйелеп осҡан ҡыйыу аҡсарлағың, Һәм Ҡыҙылғың тулы балығың. Ғорурланам. Мин дә шул Йомрандың, Бер ярсығы булғаным өсөн. Йомранда тыуып үҫмәһәм дә Тамырым шунан булғаны өсөн. Йомраным- данлы илем. Мин дә һинең бер тамсың.
Яңы йылға теләктәр.
Яңы йыл менән ҡотлайым Туғандар барығыҙҙы. Дуҫтарымды ла ҡотлайым Барҙыр бит арағыҙҙа. Айҙай балҡып, нурҙар сәсеп, Йылмайығыҙ, көлөгөҙ. Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙай Сафланһын күңелегеҙ. Яңы йылда шатланышып, Байрам итәйек бергә. Һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер Теләйем бөтәгеҙгә. Парлап бейергә төшөгөҙ Парлы үтһен Яңы йыл. Һәр берегеҙ йәрен тапһын Яңғыҙ ҡалмағыҙ быйыл.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 57; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.176 (0.01 с.) |