Ейәнем каникулда. Тимурға 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Ейәнем каникулда. Тимурға

Поиск

Ейәнем каникулда. Тимурға

Каникулдар еткәс тә мин,

Ҡайтам ауылға ялға.

Мин ҡайтҡас күңелле була,

Нәнәйгә, ҡартатайға.

 

Эй йүгерәм, эй һикерәм,

Ауылда урам иркен.

Һыу керергә барып киләм,

Уйнап туйғас бер килке.

 

Ҡартатайға ер һөрөшәм,

Тракторға ултырып.

Һыуһап килеп айран эсәм,

Ҙур кәсәне тултырып.

 

Эй күңелле йәй көнө,

Ауылда каникулда.

Трактор тигән ҡорос ат,

Һәр ваҡыт минең ҡулда.

 

Өләсәйем йөн иләй. Маратҡа

Өләсәйем йөн иләй,

Бейей ҡулында орсоҡ.

Һикергеләй, тыпырҙай,

Йә китә осоп-осоп.

 

«Кемгә ойоҡ бәйләйһең» - тип,

Тәтелдәй кескәй Марат.

«Миңә бәйлә йәме» -тей.

Өләсәһенә ҡарап.

 

«Бәйләрмен, бәпесем» - ти

Өләсәһе иркәләп.

«Урра, миңә ойоҡ бәйләй» - ти

 Марат һикергеләп.

 

«Өләсәйгә рәхмәт,

Ойоҡтар йылы булды.

Инде хәҙер яҙға ҡәҙәр,

Йылытһа ине ҡулды».

18.08.95.

 

Һағынамын бала сағымды

Туп-туп итеп тупылдатып,

Йүгереп йөрөгән сағымды.

Күбәктәй аҡ сәстәремде елпеп,

Йүгереп йөрөгән сағымды.

 

Ҡыҙҙар менән йүгерә-йүгерә,

Уйнап йөрөгән сағымды.

Инәйемдең йылы ҡосағында

Мышнап йоҡлап ятҡан сағымды

Һағынамын бала сағымды.

 

Ҡыҙым Диләгә 35 йәш

 

Ҡотло булһын ҡыҙым тыуған көнөң,

Бүләк итәм гөлдәр бәйләмен.

Һандуғастар һайрап оҙата килһен,

Оҙон-оҙаҡ ғүмер юлдарың.

 

Теләйем мин һиңә изге күңел,

Саф мөхәббәт, аяҙ зәңгәр күк.

Оҙон ғүмер, ҡорос сәләмәтлек,

Ошоларҙан ҡиммәт нәмә юҡ.

 

Август, 2002 й.

 

Альмираға

Ҡотлап һинең тыуған көнөңдө,

Һандуғастар һайрай таллыҡта.

Күгең аяҙ, ҡояш сағыу булһын,

Килер көнөң үтһен муллыҡта.

 

25.03.2002 й.

 

Зилә ҡыҙыма 35 йәш

Ҡотло булһын ҡыҙым тыуған көнөң,

Оҙон булһын барыр юлдарың.

Яҡты булһын килер иртәләрең,

Шатлыҡ менән тулһын көндәрең.

 

Аҡ сәскәләр маяҡ булһын һиңә,

Һандуғастар юлдаш булһындар.

Һинең оҙон ғүмер юлдарың,

Сәләмәтлек менән уҙһындар.

Май, 2000 й.

 

Рәйсә дуҫыма

Тыуған көнөң менән ҡайнар ҡотлап,

Теләйем мин һиңә иң элек

Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек,

Ер йөҙөндә булһын именлек.

 

Сәскә шәлкемдәре бүләк итәм,

Нәфис йөҙөң айҙай балҡыһын.

Тыуған көнөң, дуҫым, ҡотло булһын,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ балҡыһын.

 

50 йәшең һиңә тулһа ла,

Бик матурһың, һылыу, сибәрһең.

Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ,

Ун алтыла ғына тиәрһең.

Июль, 1997 й.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 50; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.176 (0.005 с.)