Бәхетһеҙ иттем баламды 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Бәхетһеҙ иттем баламды

Поиск

Закуан ҡартыма

Бергә-бергә ғүмер юлын үттек,

Ҡул тотошоп, иңгә-иң терәп.

Һикәлтәле тормош һуҡмағынан,

Шулай бергә барыу бик кәрәк.

60 йәшең ҡотло булһын ҡартым,

60 йәш ул килә бер ҡабат.

Ғүмереңдең бер яртыһы булып,

Атлармын мин тағы бик оҙаҡ.

 

Йәшлек ваҡыт нисек үтһә лә,

Ел-дауылдар үҙәк өҙһә лә,

Бер-беребеҙгә терәк була белдек,

Еттек алтын ғүмер юлына.

 

Ҡотло булһын ҡартым тыуған көнөң,

Болон сәскәләре бүләгем.

Барыбыҙға ла һин бик кәрәкһең

Оҙон-оҙаҡ типһен йөрәгең.

 

***

Әжәл килә, әжәл яҡыная,

Ҡотолорға юҡ бит бер сара.

Ваҡытһыҙ гүргә индерә,

Әжәл менән көрәшеп ҡара.

 

Сентябрь, 1997 й.

 

Бәхетһеҙ иттем баламды

Бәхетһеҙ иттем баламды,

Ҡатынынан айырҙым.

Ҡанат ҡағып осар саҡта,

Ҡанатын мин ҡайырҙым.

 

Ниңә балама мин шундай,

Яҙмыштарҙы эҙләнем.

Килен, ҡабат ҡабул ит, тип

Барыр инем теҙләнеп.

 

Улым ситтә саҡтарында,

Йыраҡ тиеп иланым.

Йөрөй хәҙер яңғыҙ башы,

Инде шуға илайым.

 

Ғәфү итмәҫлек хаталар,

Эшләнем, ни хәл итәйем.

Уны кире ҡайтарырға,

Ниндәй саралар күрәйем.

 

Улым эргәмдә лә бит ни,

Миңә унан ни файҙа?

Уның шатлыҡлы көндәре,

Ҡалдылар әллә ҡайҙа.

 

Ҡайт та ҡайт тип йәндәр аттым,

Уның баштарын ҡайнаттым.

Үҙемдең йүләрлегемә,

Һуңынан ғына шаҡ ҡаттым.

1989 й.

Туйға ҡотлау

Ләйлә һеңлем, Фәнүз кейәү!

Һеҙгә бар әйтер һүҙҙәрем.

Татыу ғына йәшәгеҙ һеҙ,

Күҙҙән китмәһен күҙегеҙ.

Йәмле булһын өйҙәрегеҙ,

Тәмле булһын сәйегеҙ.

Шул тәмле сәйҙәрегеҙҙән,

Ҡалмаһын әсәйҙәрегәҙ.

Бер-бер артлы балаларың,

Тәгәрәшеп тыуһындар.

Һау-сәләмәт булып улар,

Тәгәрләшеп үҫһендәр.

Күктәрегеҙ аяҙ булһын,

Көндәрегеҙ сыуаҡ булһын,

Йөҙҙәрегеҙ яҡты булһын,

Күңелдәрегеҙ саф булһын.

 

Бик күп теләктәр теләнем,

Йәлләмәнем һүҙемде.

Ҡунаҡ-фәлән саҡырғанда,

Ҡалдырмағыҙ үҙемде.

 

12.02.1992 й.

Йөрәк гөлө

Йыр

 

Мөхәббәт тигән гөл үҫә һәр бер йөрәктә.

Бөрөләнеп тажын асһа,

Һәр тарафҡа нурын тарата.

 

Әгәр тамыр ала алмаһа ул мәңгегә

Һулый-һулый йөрәк менән

Йөрәк менән бергә шиңә.

 

Һәр йөрәктә үҫә бит ул, төрлө-төрлөрәк.

Йә ул бик ҡыҫҡа ғүмерле,

Йә ул мәңғелек.

 

Һаҡ булығыҙ, шиңдермәгеҙ йөрәк гөлөн

Һәр йөрәктә була бит ул

Берәү генә.

 

Мөхәббәт тигән гөл үҫә һәр бер йөрәктә.

Һәр йөрәктең үҙ гөлө бар

Балҡый үҙенсә.

 

Йөрәк гөлө керпегеңде бер генә ҡаҡ

Саф мөхәббәт килә бит ул

Бер генә ҡат.

 

2006 й.

 

***

Турғайҙар сыр-сыр,

Осалар пыр-пыр.

Талдарға ҡунып,

Йырлай матур йыр.

***

Татыу ғына йәшәйексе, күршем,

Татыу йәшәүҙәргә ни етә?

Нисек кенә итеп йәшәһәк тә

Был донъянан барыбыҙ ҙа китә.

***

Дуҫтарҙың да була төрлөләре

Алдарыңда көлөп торғаны,

Ә артыңда ҡара ағыу сәсеп,

Аңламаҫтан сағып алғаны.

***

***

 

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 53; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.005 с.)