Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһеПоиск на нашем сайте 2. Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһе Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы яҡшы ғаилә башлығы ине. Ҡатыны Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылында һатыусы булып хеҙмәт итә. Аталары кеуек физик яҡтан сыҙамлы, утҡа-һыуға кисергә әҙер торған ике улы ла әрме һурпаһын татыйҙар. Икеһе лә хәҙер ғаиләлеләр. Фәрүәз бабайымдың үҙенә генә оҡшаған һылыу ҡыҙы Илвина Магнит ҡалаһында уҡый, ул медицина өлкәһен һайлаған. Оло улы Илмир өйләнгәне бирле Межозерный ҡасабаһында шахтер булып эшләй. Кесе улы Илдар Фәрүәз улы, үҙенә оҡшаған аҫыл егеттәребеҙҙең береһе, полицияға эшкә бара - атаһының юлын һайлай. Армияла сынығыу алған, бер нимәнән дә ҡурҡмаған егетте патруль-пост хеҙмәтенә беркетәләр. Атаһы шикелле белемгә ынтылған егет Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының юридик факультетында ситтән тороп уҡый. Ул - ғаилә династияһын дауам итеүсе шәхес. Әммә ғаилә башлығына киләсәктә лә улының ҡаҙаныштарын күреп йәшәргә Хоҙай насип итмәй, уйламаған ерҙә яҡындарын тәрән ҡайғыға һалып, Фәрүәз Сәлмән улы 2017 йылдың 13 апрелендә мәрхүм була. 50 йәшен туйларға бер айға яҡын ғына ваҡыт ҡала, яҡты донъя менән йөрәк сиренән бик иртә хушлаша. Ә бит хаҡлы ялҡа сыҡҡас та ул рәхәтләнеп ял итергә, ғаиләһе өсөн тырышып йәшәргә өмөтләнә ине. Шуға күрә тынғыһыҙ эше араһында ҙур итеп йорт та һалып керҙе. Бик матур йәшәйҙәр ине. Һуңғы көндәрендә көн дә балыҡҡа йөрөнө. Халҡы өсөн йәшәгән егет, хатта тотҡан балығын да өйгә алып ҡайтмай, шунда уҡ иптәштәренә таратып ҡайтыр булған. Ғаиләһен ныҡ яратҡан Фәрүәз Сәлмән улы һәр ваҡыт кемгә булһа ла, ҡайҙа булһа ла ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә өйрәтә. Ҡылған изгелектәрен ауыл халҡы онотмай телгә ала. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре уның ҡәберенә килеп тора.
Йомғаҡлау Шулай итеп, Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин 50 йыл ғүмере эсендә генә «Ватанға хеҙмәт итеү» мәктәбен үтте. Ул үҙе һайлаған яҙмыш менән ҡәнәғәтләнеп йәшәне, сөнки ундай тормош мәктәбе күптәргә эләкмәй. Ул Тыуған иленә 25 йыл хеҙмәт итте. Ә был йылдар күҙ асып йомғансы ғына үтеп тә китте. Беҙ - уның балалары, ҡустылары, ейәндәре, Фәрүәз Сәлмән улына рәхмәтлебеҙ. Ҙур рәхмәт яугир-интернационалистарҙың балалары исеменән, ҙур рәхмәт Афған балалары исеменән, ҙур рәхмәт олатай-өләсәйҙәргә батыр атайҙар тәрбиәләгәнгә, ҙур рәхмәт киләсәк быуын балаларының тыныс тормошта йәшәүҙәренә. Тыныс йоҡла, Фәрүәз Сәлмән улы, беҙ һине бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, һин - ысын Ир аҫылы!
Ҡулланылған әҙәбиәт 1. «Учалинцы в Афганистане» Время выбрало нас…» А.Сафина, Б.Кагарманова. г.Уфа, 2014. 2. Гәзиттән алынған мәҡәләләр. 3. Ғаилә архивынан материалдар.
Ҡушымта
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 35; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.005 с.) |