Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдарыПоиск на нашем сайте 2. Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдары Үзбәкстанда хәрби хеҙмәт алымдарын дүрт ай буйы үҙләштерә. 1985 йылдың октябрь айында интернациональ бурысын үтәргә Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз Сәлмән улы, башҡорт егеттәренә хас булғанса, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Тәүҙә сержант, элемтәсе, һуңынан Р-409 радиореле станцияһы начальнигы бурысы йөкмәтелә уға. Фәрүәз бабайым ысын һуғышты күрә: дуҫтарының үлеме, цинк табуттары бик оҙаҡ йылдар күҙ алдынан китмәй ҡаңғырта. Көтөлмәгән хәл бабайым хеҙмәт иткән часты ла урап үтмәй – бер төндө дошмандар баҫып инә. Ул бысаҡ яраһын ала һәм Тыуған илгә оҙатыла. Һауыҡҡандан һуң Фәрүәз Сәлмән улы 1986 йылдың октябрь айында Төркмәнстанға Ашхабад ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз бабайым өҫтөндә был юлы Афғанстанға китәсәк һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү эше ята. Был ваҡытта ауылдан тағы бер егет Афған һуғышында була. Ул - уның класташы Наил Надир улы Ғатауллин. Ауыл халҡы уларҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын көн дә теләп көтәләр. Уларға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һиҙиәт бабайҙың улы Фәрмүт Шәһәрғазин Афғанстан һуғышын күреп ҡайта. Шуға күрә, нимә ул Афғанстан, ауыл халҡы белә ине. Улар үҙҙәренең Ватан һаҡлаусылары менән ныҡ ғорурланалар. 1987 йылда Фәрүәз Сәлмән улы әрменән өлкән сержант званиеһы менән ҡайтып төшә.
3. Фәрүәз Сәлмән улы – герой, наградалары Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы элекке СССР Юғары Советы Президиумының Хөрмәт грамоталары, “СССР Ҡораллы көстәренә – 70 йыл” (1988 йыл), “Яугир-интернационалистҡа мәрхәмәтле Афған халҡынан” (1988 йыл) миҙалдары менән наградлана. “Совет Армияһының отличнигы”, «Урындағы һуғышта ҡатнашыусы» миҙалы, «Һуғыш хәрәкәттәре ветераны» (2001йыл, 2007 йыл) миҙалы, “Бурысына тоғро булғаны өсөн” күкрәк билдәһен (2001 йыл), “Төнъяҡ Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалын (2007 йыл), “Афғанстанда һуғыш хәрәкәттәре тамамланыу иҫтәлегенә – 25 йыл ” юбилей миҙалдарын (2013 йыл) ҡулына ала. Ауылына ҡайтҡас, тыңғыһыҙ һәм эшһеҙ ултыра алмаған егет Силәбе өлкәһе Үрге Урал ҡалаһына водителдәр курсына уҡырға керә. Уҡып бөткәс, 1988 йылда шунда уҡ Үрге Урал ҡалаһында эшкә ҡала. Фәрүәз Сәлмән улын тыуған ауылы ҡайҙа ғына булһа ла тартып, саҡырып тора. Сөнки бәләкәй сағынан ағаларына эйәреп, ауылдың быҙау көтөүен көтөп, эш менән үҫә ул. Йәйҙәрен ана шулай аҡса эшләп, ата-әсәһенә ярҙамлашып, мал ҡарап, Яйыҡ йылғаһында һыу инеп, еләк-емештәрен ашап үҫкән егеттең ауылын ташлап китмәүе билдәле була. 1989 йылда ул «Байрамғол» совхозына эшкә ҡайта. Ул водитель-машинист эшен үҙләштерә. Тыуған совхозында тыныс хеҙмәт юлы үтә. Үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп башҡара ул. 1991 йылда автогаражда водитель булып эшләй. Шофер булып эшләүсе Фәрүәз бабайымды ауылдаштары гел маҡтап телгә ала. Ул һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итергә әҙер генә торған. Машина ла ул ваҡытта ныҡ кәрәк булған. Кеше барыр еренә барып килгән, йә йомоштарын әйтеп ебәргәндәр. Ғаилә ҡорғас, Фәрүәз Сәлмән улына совхоз өй бирә. Был өйҙә матур ғаиләһе менән береһенән-береһе теремек малайҙар һәм һылыу ҡыҙ үҫтерә Фәрүәз бабайым.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 34; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.009 с.) |