Тикшеренеү эшенең бурыстары. 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Тикшеренеү эшенең бурыстары.

Тикшеренеү эшенең бурыстары.

1. Афғанстан еренә ни өсөн ебәрелгәндәр – яуап эҙләү.

2. Егет  Афған һуғышына ниндәй өлөш индергән – материалдар йыйыу.

3. Яугирҙың һуғыштан һуңғы тормош хәлен күҙәтеү.

4. Геройҙың тормош юлы өлгөһөндә үҫеп килгән быуында патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү.

Тикшеренеү мәсьәләһе.Хәҙерге йәштәрҙең Афған һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынмауы һәм һуғышта булған яугирҙәрҙе белмәүе.

Тикшеренеү эшенең гипотезаһы.Әгәр мәктәптә Афғанстан һуғышы яугирҙәре тураһында материалдар йыйып эш алып барһаң, уҡыусылар Афғанстан һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм үҙенең яугир-интернационалистары тураһында күп беләсәктәр, яҡташтары менән ғорурланасаҡтар.

Эҙләнеү эшенең методтары.

1. Һуғышта ҡатнашыусы батыр  тураһында мәғлүмәттәр йыйыу.

2. Гәзиттән мәҡәләләр йыйыу.

3. Ғаилә архивын өйрәнеү.

 

I бүлек. Тыуған илде һаҡлау – ул профессия

Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән һәм уға тоғро хеҙмәт иткән Фәрүәз Заһиҙуллин тураһында һөйләмәксемен. Ни өсөн тиерҙәр, бәлки. Сөнки ул хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе. Ул минең иң яҡын бабайым була.

 

1. Фәрүәз Сәлмән улының биографияһы

Бабайым, Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, Учалы районы Мәҫкәү ауылында 1967 йылдың 15 майында күп балалы ғаиләлә тыуа. Өләсәйем менән олатайым һәр балаһына яҡты ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп донъя ҡуялар. Ул ваҡытта ете балаһы ла үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан булалар. Олатайымдың нәҫелен дауам итеп, алты малайы үҫә: Сөләймән, Нариман, Фәнис, Фәрүәз, Фәрит һәм Нияз. Бөтә малайҙары ла әрмелә хеҙмәт итә. Өләсәйемә иптәш булып, ике бөртөк Сәбилә һәм Нурия исемле ҡыҙҙары үҫә. Сәбилә әбейем, өләсәйем һымаҡ, һауынсы һөнәрен һайлай. Әлеге көндә Баттал ауылында бәхетле өләсәй булып ғүмер итә. Нурия әбейем, оҙаҡ йылдар Миндәк ҡасабаһында йәшәп, бер нисә йыл элек яҡты

 донъянан китте.

Олатайымдың алты малайы ла шофер һәм тракторсы эшен һайланылар. Оло улы Сөләймән бабайым ғына ситтә йәшәне. Ул, ҡаты ауырыу сәбәпле, өс балаһын ҡалдырып, бик иртә китте. Ә ҡалған биш малайы ауылында ҡалып, ғаилә ҡороп, тырышып эшләнеләр. Бөгөнгө көндә ауылда ике малайы ғына көн итә. Дүрт малайы ауыр эштәрендә алған ауырыуҙарынан яфаланып донъя ҡуйҙылар. Шуларҙың береһе - Афған ерендә хеҙмәт иткән бабайым Фәрүәз Сәлмән улы бөгөн эргәбеҙҙә юҡ.

Фәрүәз Сәлмән улы 1974 йылда Мәҫкәү башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Уның тәүге уҡытыусыһы Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы була. Кластарында бөтәһе 27 бала уҡый. Ул тәүге уҡытыусыһына яҡшы белем һәм тәрбиә биргәне өсөн гел рәхмәтле була. 1982 йылда, Мәҫкәү һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Наурыҙ урта мәктәбенә уҡырға бара. Фәрүәз Сәлмән улын класташтары тырышлығы, эшсәнлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн ихтирам итәләр.

Фәрүәз бабайым мәктәптә уҡыған сағында тракторист йә шофер һөнәренә эйә булырға хыяллана. Һәм ул һөнәрҙәрҙе үҙләштерә лә. 1985 йылда Совет Армияһы сафына алына.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 38; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.006 с.)