II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү

II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү

Бала сағынан ауылына хеҙмәт итеп үҫкән егеткә законға хеҙмәт итеүе лә бер ни тормай. 1994 йылда Учалы эске эштәр бүлегенә эшкә саҡырыла. Яҡшы эше өсөн 2000 йылда Наурыҙ ауылы советына милицияның ышаныслы участковый инспекторы итеп ҡайтарыла.

 

1. Милицияның участка инспекторы – өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин, наградалары

2001 йылдың көҙөндә Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллинды, участка инспекторы булараҡ, өс айға Чечня Республикаһына командировкаға ебәрәләр. Яҙмыш тағы берҙе уны Тыуған иле алдында булған бурысын үтәргә ҡуша. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн “Кавказдағы хеҙмәте өсөн” (2001 йыл) күкрәк миҙалы менән наградлана. Шул уҡ йылдың декабрь айында,

 милиция прапорщигы булараҡ, Фәрүәз Сәлмән улы “Һуғыш хәрәкәттәре

 ҡатнашыусыһы” (2001 йыл) күкрәк билдәһе ала. Шул айҙың аҙағында тағы «Бурысына тоғро булғаны өсөн» күкрәк билдәһе менән наградлана. Беҙ, уның туғандары, Фәрүәз Сәлмән улының Чечня еренән һау ҡайтҡаны өсөн Хоҙайға рәхмәтлебеҙ, унда хеҙмәт иткәне өсөн бик шатбыҙ.

Наурыҙ ауыл биләмәһендә милиция участка инспекторы булып 13 йыл эшләгәс, бабайыма тағы бер бәхет йылмайҙы. РФ Эске Эштәр Министрлығының матди-техник базаһын нығытыу буйынса федераль программа сиктәрендә Башҡортостанға 153 өр-яңы ВАЗ 21214 («Нива») автомобиле ҡайтарылды. Учалы эске эштәр бүлегенә биш дана эләкте. Барыһы ла милицияның участка инспекторҙарына беркетелде, шул иҫәптән өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин яңы “Нива”ға “атланыу” бәхетенә иреште. Был машинаһында көн дә Наурыҙ ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарға, Учалы ҡалаһына эшкә йөрөнө. Ауылының тәртибе өсөн көйҙө, тыныслыҡ һәм тынлыҡ булдырҙы.

Законға, халҡына хеҙмәт иткән Фәрүәз Сәлмән улы хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары эшендә лә хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелде генә. Милиция капитаны булараҡ, ул «Хеҙмәтендә айырмалыҡ күрһәткәне өсөн» күкрәк билдәһе менән бүләкләнә. 2008 йылда «Башҡорттарҙың үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл» юбилей күкрәк билдәһе менән наградлана. «Рәсәйҙең милиция эске эштәр эшмәкәрлеге участка инспекторы хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Иң яҡшы участка милиционеры» (2009 йыл) күкрәк билдәһе тағы уға бирелә. Милицияның өлкән лейтенанты булараҡ, Фәрүәз Сәлмән улы 2009 йылда «Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә айырмалыҡ күрһәткәне өсөн» күкрәк билдәһен алып ҡыуана.

Фәрүәз Заһиҙуллинды хәрби-патриотик айлығы ваҡытында тыуған мәктәбе уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып торҙо. Ул Тыуған алдында үтәгән бурыстары тураһында һәр ваҡыт ғорурланып һөйләне.

Мәктәптә яугир-интернационалистарға бағышланған мөйөш тә бар. Район гәзитендә уны маҡтап яҙған мәҡәләләр көн күрҙе. 1992 йылда Фәрүәз Заһиҙуллиндың класташы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова уның тураһында мәҡәлә баҫып сығарҙы. Был да, бәлки, уның артабанғы тормошонда этәргес көс булып торғандыр. Мин бабайым менән ғорурланам, уға оҡшарға тырышам.

2013 йылдың ноябрь айынан Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, полиция майоры исемен алып, хаҡлы ялға китә.

Афғанстандан Совет ғәскәрен сығарыуға 25 йыл тулыуға арнап башҡорт һәм урыҫ телендә «Учалинцы - в Афганистане. Время выбрало нас…» китабы сыға. Китаптың авторҙары Әҡлимә Сафина, Баныу Ҡаһарманова, Фәрит Хәсәнов, Алһыу Хәйруллина Афған утын кисергәндәрҙең барыһын да данлап яҙа, уларға рәхмәттәр белдерә. Китаптың 51-се битендә Фәрүәз Сәлмән улы тураһында яҙылған да инде.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 33; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.006 с.)