Яңғыҙлыҡтың тойҙом һалҡынын 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Яңғыҙлыҡтың тойҙом һалҡынын

Поиск

Март бураны


Ялпылдатып ҡар толомон,
Ҡотора яҙғы буран.
Яҙҙар йылыһын һүрелтеп,
Уянды аҡман-тоҡман.

Йылы наҙҙар көткән күңел,
Аҙашты бурандарҙа.
Һырынтыларҙы ярып мин,
Ынтыламын, яҙҙарға.

Буран һалған бураҙнанан
Ҡар йырып, юлдар һалам.
Аҙаштырма, мине буран,
Мин бит яҙыма барам!

Ҡотороп ҡал, аҡман-тоҡман,
Марттың ажғыр бураны.
Нисек кенә ҡоторһаң да,
Һайрап килер яҙҙарым.

 

Йән – тән түгел,
Тик һыҙлай ул нығыраҡ.
Ҡағылһағыҙ йәнемә –
Ҡағылығыҙ һағыраҡ.
Яралағыҙ тәнемде,
Ҡағылмағыҙ, йәнемә!
Уңалмай йән яраһы -
Тән яраһы төҙәлә.

 

 

Миҙгел генә был ғүмер

Миҙгелдәрҙе-миҙгел алмаштыра,
Әкрен генә йылдар үтәләр.
Миҙгел генә икән был ғүмерҙәр,
Килә-китә, ерҙән кешеләр.

Эй, Хоҙайым ғүмер бүләк иткәс,
Бир һаулығын бер үк ҡыҙғанма.
Йәшәт әле яҡты донъяларҙа,
Алып китергә һин ашыҡма.

Ишек асып - ябыу ғына икән,
Был донъяға килеп - китеүҙәр.
Яҙҙарҙан һуң йәйҙәр ҡабатлана,
Ҡабатланмай ниңә ғүмерҙәр?

Миҙгелдәрҙе – миҙгел алмаштыра,
Китә ерҙән яҡын кешеләр.
Мәңгелеккә туҡтап торһа ине,
Беҙҙе алып китер миҙгелдәр.

 

 

Бүреләр олой!
Олой улар, ауыр яҙмыштан.
Олой улар, асығып, табалмағас,
Ҡабым ризыҡ, һирәк ҡалған урмандан.
Бүреләр олой! Оломайҙар, улар, илайҙар!
Тыуып үҫкән ерҙәрен бит көпә-көндөҙ талайҙар!

 

 

Ваҡыт еткәс һуң булыр

Форсат табып тыуған яҡҡа,
Ҡайтығыҙ һеҙ, яҡташтар.
Ҡаҙан аҫып һеҙҙе көткән
Бар саҡта ауылдаштар!
Көтөр әле, ҡаҫмаҫ ауыл,
Бер ҡайтырбыҙ, тимәгеҙ.
Атай йорто ишегенә
Ҙур йоҙаҡтар элмәгеҙ.
Тыуған яҡҡа юлдар төшмәй,
Бушап булмай тимәгеҙ.
Ваҡыт еткәс һуң булыр ул –
Бер үк шуны иҫләгеҙ.
Ситтә солтан булһағыҙ ҙа,
Онотмағыҙ, белегеҙ:
Тыуған ергә һеңер өсөн.
Ҡайтыр йәнһеҙ тәнегеҙ!

 

Хыялдағы сәйәхәт

Атланып ағас атыма,
Тотоноп ялдарына.
Сыҡтым юлға, оҙон юлға,
Бала саҡ донъяһына.
Йәйғор буйлап үтеп барам,
Болоттар менән уйнап.
Саҡ-саҡ йоҡлап китмәгәнмен,
Бишек йырҙарын тыңлап.
Ярай әле ҡояш апай
Юлыма нурҙар һипте,
Ағастан булған атым да,
Кинәт юртаҡлап китте.
Мин сабам тип, атым саба,
Хыялдар болононан.
Ялан тәпәй үтеп киттек
Күләүек һыуҙарынан.
Йәшел бесән уртлай атым,
Тулайым мин үләндә.
Зәңгәр күккә ҡаоайым да,
Ашҡынамын үрҙәргә.
Сәңгелдәктә бәүеләм дә,
Менеп китәмен үргә.
Болоттарҙы ҡосаҡлап мин,
Ҡабат төшәмен ергә.
Ысыҡ кисеп йөрөнөк беҙ
Уйнаҡлап “толпар”ымда.
Ҡолон саҡҡа барып ҡайттым,
Бары тик хыялымда.

 

Һағындыра икән хатта,
Тыуған яҡтың еле лә.
Ә, елдәре, ҡай саҡ иркә,
Ҡай саҡ үтә елле лә.

Һағындыра тыуған яҡтың,
Ҡарға мул бурандары,
Елеҡ майына үтерлек,
Раштыуа һалҡындары.

Һағынам мин йәй селләһен,
Ҡан эскес күгәүенен.
Бесәнлек тә, ут эсендә
Ҡойған бесән күбәһен.

Хәҙер инде ҡайтып ҡына,
Китәбеҙ беҙ ауылға.
Ауылдағы туғандарҙан,
Ит, бәрәңғе алырға.

Ҡайтабыҙ ҙа яңыртабыҙ,
Йөрәктәге һағышты.
Төҙәтептәр ҡарайымсы,
Йәшлектәге яңлышты.

Бөгөн ҡайтһам алырһыңмы,
Ҡосағыңа ауылым?!
Тыуып үҫкән Ҡыҫындымды,
Һағындым, мин, һағындым!

 

 

Өләсәйгә


Ойоҡбаштар бәйләй миңә,
Бәйләй йылы бейәләй.
Өйөбөҙҙең йәме булып,
Беҙҙә өләсәй йәшәй.

Тыныс йоҡо теләп миңә,
һәр кис әкиәт һөйләй.
Әкиәттән ойоп китһәм,
Бишек йырҙарын көйләй.

Өйөбөҙҙең нуры булып,
Мең йәшә һин өләсәй.
Һин булғанда яныбыҙҙа,
Өйөбөҙ эсе гөрләй.

Ғүмер кеүек бәйләмеңдең,
Йомғаҡтары тәгәрәй.
Өләсәйле өйҙә генә.
Ейәндәр татыу йәшәй.

Өйөбөҙҙең йәме булып
Беҙҙә өләсәй йәшәй.
Өләсәй бит өйрәткән,
Мине баҫырға "тәпәй"!

Өләсәйем- өләсәй,
Бар микән башҡа һиндәй!?
Һинең биргән һабаҡтарың,
Беҙҙе яҡшыға өндәй.

 

Ғүмерҙәр фани ғына

Әле генә ҡоторонған,
Дауыл ине йәшлегем.
Йүләр саҡҡа ҡайтыр өсөн
Асалманым ишеген.

Йәшлеккә ҡайтыр юлдар юҡ,
Ҡалды улар бикләнеп.
Булғанына шөҡөр итеп,
Йәшәйексе гөрләшеп.

Ике тапҡыр ҡабатланмай,
Бала саҡ, гүзәл йәшлек.
Ғүмерҙәр бит фани ғына,
Бирелмәгән мәңгелек.

Ҡунаҡ булып килгәнбеҙ беҙ,
Булайыҡ сабыр – тыйныҡ.
Оло бәхет, үҙеңдән һуң,
Ҡалдырып китһәң “ҡунаҡ”!

 

Әсәйемдең сәй табыны,
Күҙ алдым да әле лә.
Ниҙәр генә юҡ өҫтәлдә,
Бар ҡоштарҙың теле лә.

Өҫтәл тулы һый-ниғмәттәр -
Ҡайнар ҡоймаҡ, бауырһаҡ.
Өҫтәленән өҙөлмәне,
Ҡорт балы, ҡорот, ҡаймаҡ.

Ҡайнатманың нидәйе юҡ,
Их, ҡалаҡлап ҡап ҡына.
Сырхауҙарың сығып ҡаса,
Кәрәкмәй дарыухана.

Йылмайып ҡуйыр ине ул,
Һимеҙ һурпа табынға.
Ҡаҙ түшкәһен тигеҙ бүлеп,
Килгән һәр ҡунағына.

Әсәй кеүек табын ҡорам,
Ризыҡ тулы өҫтәлем.
Табын түрен йәмләр ине -
Иҫән булһа әсәйем!

 

Мөхәббәт - серле сәнғәт

Таныштырҙы, ҡауыштырҙы,
Икебеҙҙе мөхәббәт.
Мәхәббәттең ялҡынында,
Янып йәшәүе ләззәт!

Һөйөп-һөйөлөп йәшәүе,
Ғәжәйеп серле сәнғәт.
Икебеҙҙе ҡауыштырған,
Яҙмышыма мең рәхмәт!

"Яратам"- тигән һүҙеңдән,
Алып йәшәйем кеүәт.
Уртаҡ хистәрҙән яралды,
Ғаилә тигән дәүләт.

Икәү ҡорған был дәүләттән,
Китмәҫ ҡот һәм бәрәкәт.
Мөхәббәт емештәребеҙ
Булһалар һау-сәләмәт!

 

Хыянат

Парлашып киләгеҙ иркәм,
Тик яныңда мин түгел.
Ят ҡуйынға һыйынғанһың,
Әрней бит шуға күңел.

“Яратам”, тип, тыш күңелдән,
Йөрөнөң мине алдап.
Минең ҡосаҡ та булып та,
Ситтәр наҙына һыуһап.

Мөхәббәт уйынсыҡ тиеп,
Һаман туйманың уйнап.
Хәҙер килеп, ишек ҡаҡма,
Ғәфү итеүҙе һорап.

Нәфселәрең тыя алмай,
Һин башҡаны һайланың.
Бергә булыу мөмкин түгел,
Бөгөн шуны аңланым.

 

Атай нигеҙе

Ир-егеттәр имән ҡырҡа,
Йортҡа нигеҙ һалырға.
Теләҡтәре, йорттар һалып,
Ул үҫтереп ҡалырға.

Үҫеп инде буй еткергән
Ағастар ҙур булғандар.
Атай нигеҙен һыуытмаҫ,
Һеҙ үҫтергән уландар.

Атай йорто нигеҙенең
Серегән имәндәре.
Имән кеүек ирҙәрҙе лә
Йыға ваҡыт елдәре.

Ғүмер үтә, заман башҡа,
Таштан хәҙер нигеҙҙәр.
Атайҙар юҡ яныбыҙҙа
Үкенесле ғүмерҙәр.

 

Атайым йүкәләре

Етем ҡалған икән был урам, тип
Ҡарамағыҙ зинһар үпкәләп.
Яҙҙар һайын шаулап япраҡ яра,
Атайым ултыртҡан йүкәләр.

Яҙҙар һайын ҡайтып һыйынабыҙ.
Наҙлы йүкәләр ышығына.
Ни тиклем рәхәт улар янында,
Гүйә беҙ атай ҡосағында.

Нурһыҙ ҡалған икән был урам, тип
Һөйләмәгеҙ бер үк юҡ хәбәр.
Йәйҙәр һайын гөрләп сәскә ата
Атайым ултыртҡан йүкәләр.

Йәйҙәр һайын ҡайтып һоҡланабыҙ,
Атай, йүкәләрең тажына.
Шундай рәхәт уларҙың янында,
Гүйә беҙ атай ҡосағында.

Ҡотһоҙ ҡалған иҡән был урам, тип
Әйтер кеүек бары йүләрҙәр,
Көҙҙәр һайын алтынлана бит ул,
Урамдағы баллы йүкәләр.

Шул мәлдәрҙә ҡайтып ҡойонабыҙ,
Алтын япраҡтарҙың наҙына.
Әйтерлектә түгел, һыуһағанбыҙ,
Ләззәтле атай ҡосағына.

 

Тыуған яҡҡа юл алам

Аҡ таҫмалай, ҡышҡы юлдарҙан,
Тыуған яҡҡа таба юл алам.
Хәйерле юлдар һорап та,
Изге юлсылар теләп тә,
Хоҙайыма ғына ялбарам.

Оҙон булһа ла ҡайтыр юлдар,
Үтермен, мин, уны арымай.
Әйтегеҙсе, кемегеҙ һуң,
Әйтегеҙсе, кемегеҙ һуң,
Тыуған яҡҡайҙарын һағынмай?

"Китәм", тиеп сығам юлдарга,
Тулмаған шул һаман күңелдәр.
Киткән сағым булғансы ла,
Китер көнөм булғансы ла,
Булһа, икән ҡайтып килеүҙәр.

 

Әсәй


Ҡайнар сәйең, тәмле аштарыңды,
Һағынам мин, әсәй, һағынам.
Матур һының килһә күҙ алдыма,
Уйым менән һиңә һыйынам.

Киттең әсәй, мәңге ҡайтмаҫ ергә,
Ҡаршы торалманың тәҡдиргә.
"Ваҡыт инде миңә китергә" - тип,
Өндәнең һин, беҙҙе түҙергә.

Күҙҙҙәр һалам, әсәй, һүрәтеңә,
Йөҙҙәреңдән нурҙар бөркөлә.
Һин бит әсәй, китмәгән дә кеүек,
Йөрөйһөңҙер беҙҙең эргәлә.

Юҡ! Китмәнең, әсәй, мәңгелеккә,
Йәшәйһең һин беҙҙең йөрәктә.
Ҡәҙерләп, хөрмәтләп йәшәү кәрәк,
Ҡалғансы әсәйҙәр һүрәттә.

 

 

Онотолған мөхәббәт

Йыуатып түгел, илатып,
Китеп барҙың һин иркәм.
Һин онотһаң, оноторһоң,
Мин онотормон микән?

Онотолмай тәүге һөйөү,
Онталһа ла туҙанға.
Ҡабатлайым , “яратам” - тип,
Оран һалып йыһанға.

Онот тинең, онотоуҙар,
Мөмкин түгел һиндәйҙе.
Донъяларым түңкәрелде,
Тоймайым миҙгелдәрҙе.

Һөйөү уты ла һүрелә,
Онотола үпкәләр.
Һин оноттоң, мин оноттом,
Ҡалды тик хәтирәләр.

Икәү ҡабыҙған усаҡты,
Китеп барҙың һүндереп.
Һүнгән усаҡ көлдәренә,
Ултырмайым баш эйеп.

 

 

Атайға


Ғаиләнең башлығы һин, атай,
Йорт-ҡураның семәре һин, атай.
Һиңә оҡшап та ҡарайбыҙ,
Һинән үрнәк тә алабыҙ,
Атайҙай булып булмай.

Йорт-ҡураның йоҙағы һин, атай,
Тормош йөгөн тартҡан “ат” та, атай.
Һиңә ҡарап һоҡланабыҙ,
Йөгөн дә тартып ҡарайбыҙ,
Тарталмайбыҙ ҡолондай.

Йортобоҙҙоң нигеҙе һин, атай,
Балаларың терәге һин, атай.
Байрамың менән ҡотлайбыҙ,
Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ,
Иҫәнлек бирһен Хоҙай!

 

 

Балалар тип йәшәйҙәр әсәйҙәр,
Һуңғы һулышына ҡәҙәрле.
Бәхилләшеп китер мәлендә лә,
Ғүмер түгел, бала ҡәҙерле.

Әсәйҙәрҙе иҫән саҡтарында,
Ай менән ҡояшҡа тиңләйек.
Ҡайғыларҙан бер үк аралайыҡ,
Күңелдәрен киртә күрмәйек.

Балалар тип - әсәйҙәр төндәрен,
Йоҡламаған, яҡты ай кеүек.
Ҡояш кеүек, изгелек нурҙарын,
Әсәйҙәр бөркөгән ғүмерлек.

Әсәйҙәрең йылы ҡосағында
"Әсәй!" - тиеп, телдәр асыла
Мәңгелеккә киткәндә әсәнең,
Иң һуңғы һүҙе - "балам!"була.

Буран


Буранай ҙа түгел тышта,
Ә ниңә һуң буранлай?
Ғинуарҙың был бураны,
Донъяны аҡҡа сорнай.

Тынып тормай һис кенә лә,
Буран саба ҡолондай.
Уның менән уйнарға тик,
Бер кем янына сыҡмай.

Туҙҙырып ҡарҙар туҙанын,
Буран баҫыуҙар буйлай.
Мул уңыштар теләп беҙгә,
Ерҙе ҡар менән һыйлай.

 

 

Шәмдәлдәрҙә янып-һүндне шәмдәр,
Тик һүнмәгән әле өмөттәр.
Мин янғансы, янһын, тиеп улар,
Шәмдәлдәргә ҡуям мин шәмдәр.

Һүнгән шәмдәй кинәт һуҡырайһам,
Мин барыбер һине эҙләрмен.
Кисерҙем мин һинең хыянатты,
Тик һин генә ҡабат килмәнең.

Хәтерләтеп ҡайнар күҙ йәштәрен,
Иреп яна, һүнә, шәмдәрем.
Яңғыҙлыҡтың ҡара шәүләһенән,
Томаланды яҡты хистәрем.

Шәмдәремдең күрмәйем яҡтыһын,
Тоймайым мин улар йылыһын.
Миңә булған һөйөүең һүрелгәс,
Яңғыҙлыҡтың тойҙом һалҡынын.

 

Атай йортон бер туғандар,
Бүлештеләр бик оҙаҡ.
Был алыштың сиге булып,
Эленде йортҡа йоҙаҡ.
Бәхәс тамам, тынып ҡалды,
Атайҙың моңло йорто.
Балҡып торған был өйҙән
Китте ҡот, һүнде уты.
Бер туғандар дошман булып,
Хушлашмай таралышты.
Бары суд хәл итер тиеп,
Мәғәнәһеҙ алышты.
Һирәк – мирәк балалары,
Йортҡа ҡайтҡылап китә.
Тик эсенә инәлмәйҙәр,
Йоҙаҡ бит эттәй өрә.
Күпме дауам итер ине,
Йорт бүлешеү ғауғаһы.
Туғандарын бер көн йыйҙы,
Буласаҡ йорт хужаһы.
“Атай йорто борондан ти -
Төпсөк малайға ҡалған.
Атай йорто бәлеш түгел,
Бүлешмәйек, беҙ, туған”.
Был һүҙҙәрҙән туғандарҙың,
Туң йөҙҙәре үҙгәрҙе.
Мыш-мыш килеп илауҙары,
Телгеләне бәғерҙе.
“Рәхим итегеҙ !” - тиеп мин,
Астым тутыҡ йоҙаҡты.
Балҡып китте атай йорто,
Ҡайтты өйөбөҙ ҡото.
Берҙәм булһа бер туғандар,
Кәрәк булмаҫ йоҙаҡтар.
Биләп алмаҫ күңелдәрҙе,
Юйылмаҫлыҡ тутыҡтар!.

 

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-27; просмотров: 65; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.008 с.)