Туғанымды барып күрҙем әле
Еңеү яҙы – май айы
Яҙҙар етһә ҡанатланып, Көтөп алам май айын. Байрам итә уңған халҡым, Яҙ һәм хеҙмәт байрамын.
Май айы шуға ҡәҙерле, Илгә еңеү килтергән. Ҡаһармандар йән аямай, Яуыҙ дошманды еңгән.
Батырҙарға салют булып, Аллана тыныс таңдар. Ҡорбандарҙы иҫкә алып, Сәскә ата баҡсалар.
Хәтерләтеп һалдат хатын, Ҡоштар ҡайта өсмөйөш. Һайрар өсөн тыуған ерҙә, Булмаһын тиеп һуғыш.
Дан йырлайбыҙ батырҙарға, Дан! Һеҙгә, ҡаһармандар! Онотманыҡ, хәтерҙә һеҙ, Яуҙа ауған һалдаттар!
Көтөп ала бөйөк халҡым, Еңеү яҙын - май айын! Баш эйеп иҫкә алырға, Ҡорбан булған һәр улын.
Тыуған ер ҙә мин ҡалам
Гәлсәр тамсы нурҙарында Тал да бөрө уяна. Шаулып –ғөрләп яҙҙар килә, Тағы тыуған яғыма. Миҙгел һайын тыуған ерем, Алмаштыра келәмен. Әле генә аҡ кейеҙгә, Яҙ өҫтәне биҙәген. Йәшел, хәтфә болондарҙан, Ғорур атлап мин барам. Асыл таштар кәрәк түгел, Тыуған ерҙә мин ҡалам. Әсәм һуҡҡан балаҫ төҫлө, Гөл-сәскәле тыуған ер. Йәшнәтеп йәйҙәр килер ҙә, Йәштәр һуҙыр моңло йыр. Көҙҙәре лә тыуған ерҙең. Мул уңышҡа бай миҙгел. Ожмахҡа тиң төйәгеңдең, Ҡәҙерҙәрен икән бел. Яратам мин аҡ буранлы, Ҡарлы –һалҡын ҡыштарын. Ашыҡмағыҙ һүндерергә, Атай йорто усағын. Тыуған ер шуға ҡәҙерле, Унда атайым йорто. Атай йорто, түрҙә бишек. Йәшәйештең ул ҡото.
Әсәм теле – туған тел
Туған телде һаҡлайыҡ, тип, Саң ҡағабыҙ бер тынмай. Мин һөйләшәм саф башҡортса, Бер кемдән дә оялмай.
Ҡоштарҙың да балалары, Үҙ телендә һайрайҙар. Тик ниңәҙер башҡорттарҙан, Тыуа урыҫ балалар?!
Ишеткән юҡ, ҡоҙғондарҙың, Сәпсек булып һайрауын. Башҡорт йырын оҙон итеп Берәй урыҫ йырлауын.
Туған телем беҙҙең ҡанда, Һеңғән ул беҙҙең генға. Ә ниңә һуң Иван тиеп, Исем ҡушаң балаға?
Оят булып китә миңә, Үҙ милләтем алдында. Минең улым Иван тиеп, Атай күкрәк һуҡҡанда.
Кем гәйепле тел үлгәнгә, Беҙ үҙебеҙ түгелме. Башҡорттарҙан тыуған бала, Урыҫ булып үлерме?!
Әсә-атаһы башҡорттар, Өндәшәм бөгөн һеҙгә. Өйрәтегеҙ балаларҙы, Тел ҡәҙерен белергә!
Мама, папа, тимәһендәр, Атай-әсәй тиһендәр. Уларға ҡарап башҡалар, Был бит башҡорт тиһендәр!
Ниңә, һуң шулай!?
Йылғалар аға, берҙә туҡтамай, Ике яр шуға ҡушыла алмай. Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде нисә ай, Ике ярҙар ҙа, бергә булалмай.
Ҡояш байыһа, балҡый яҡты ай, Ай менән ҡояш бергә яналмай. Ниңә тормошта була һуң шулай, Өҙөлөп һөйгәндәр бергә булалмай?
Күңелем һаман тынғы табалмай, Йөрәгем нисек һинһеҙ туҡтамай? Ҡушыла алмай ҡалған ярҙарҙай, Беҙҙе айырап тулкындар уйнай.
Сәскә лә яңгыҙ орлоҡ ҡоялмай, Ай ҙа ҡояшһыҙ яҡты балҡымай. Ғашиҡ йөрәктәр һөймәй яналмай, Зинһар, уларҙы ҡауыштыр, Хоҙай!
Уйланырға урын бар
Бер-бер артлы китә-бара, Быуын-быуын кешеләр. Бөтөп бара аҡһаҡалдар, Аҙайҙылар әбейҙәр Китәләр! Хәмер һемереп, Имәндәй ныҡлы ирҙәр. “Бәхил бул!” тип, хәйер һала, Шуны һатҡан бәндәләр. Китә, йәп-йәш, һылыу ҡыҙҙар, Яратмай тип егеттәр. Китә, көндәре бөткәндәр Һәм әлбиттә сирлеләр. Аңһыҙ үлем алып китә, Йәндәрҙең бер керһеҙен. Ә берәүҙәр үҙе теләп, Ҡыйнай гәзиз ғүмерен. Зыярат эсе тула бит, Уйырлыҡ ер ҡалманы. Иҫән килеш бик состары, Ҡуйыр урын һайланы. Ер ҡуйыны киң ҡосаҡ ул, Ашыҡмайыҡ, китергә. Иртә киткән йәндәр өсөн, Беҙ тейешбеҙ йәшәргә. Урын бар бит уйланырға, Кисерегеҙ, мәрхүмдәр. Тыныс ята күрегеҙ һеҙ, Китмәй торһон иҫәндәр.
Ҡайтып киләм
Төнгө юлдан ҡайтып киләм Ашҡынып ауылыма. Ай нурҙары йондоҙ булып, Һибелгәндәр юлыма. Аҡ нурҙарға ҡойонғандар Һыу буйы ҡамыштары. Һаумы, тип зифа ҡайындар Серле эйгән баштарын. Сут-сут килә һандуғастар, Юл буйында тирәктәр. Ауылыма ҡайтҡан һайын, Йыр ярала йөрәктә! Алға табан әйҙәп мине Йондоҙ ямғыры яуа. Тыуған ергә тоғро улдар Фәҡәт ауылда тыуа.
Бер туғандар беҙ
Беҙ туғандар, бер таҡта ла, Һөйөп туралған туҡмас . Ҙур ҡаҙанда берҙәм ҡайнау, Бер туғандар өсөн хас.
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа, Байрам һайын беҙ бергә. Эркелешеп ҡайтағыҙ һеҙ, Хәл-әһеүәл белергә.
Ҡайталмай ҡалһа берегеҙ Китекле табыныбыҙ. Алла бирһә осрашырбыҙ, Иҫән бул туғаныбыҙ.
Туғандар менән бергә тиҙ, Ауырлыҡтар еңелә. Туғандарҙан айырмаһын, Бәләләр бер кемде лә!
Сәскәләргә һине тиңләрҙәр
Сәстәреңә сәскәләр ҡаҙама, Сәскәләргә һине тиңләрҙәр. Яҡын барма зинһар, сәскәләргә, Матур сәскә – өҙәм, тиерҙәр. Сәстәреңә сәскәләр ҡаҙама, Миләүшәгә һине тиңләрҙәр. Шундай гүзәл сәскә ҡосағына, Аҫыл күбәләктәр эйәләр. Сәстәреңә сәскәләр ҡаҙама, Һин үҙең дә сәскә, тиерҙәр. Яндарымдан, иркәм, китә күрһәң, Сит-ят ҡулдар һине һөйөрҙәр. Сәстәреңә сәскәләр ҡаҙама, Сәскәләргә һине тиңләрҙәр. Бүтән сәскәләргә күҙ тейһә лә, Һиңә “сәскәм”, теймәһен күҙҙәр.
Башҡорт балы
Ҡунаҡ килһә, башҡорт балы Һәр саҡ табын түрендә. Бал ҡортондай уңған халыҡ Йәшәй башҡорт ерендә. Башҡорт иле гөл - сәскәле, Сәскә һайын - бал ҡорто. Бар милләттәр - татыу, берҙәм, Һин үҙең - дуҫлыҡ йорто.
Яҙ һулышы
Нур һибелә һәр тамсынан, Йырлай-йырлай тамғанда. Донъя моңһоҙ ҡала алмай, Тәбиғәт уянғанда. Бөрөләр ҙә тулышҡандар, Яҙ һулышын тоялар. Морон төртөп, япраҡ яра, Ағастар һәм ҡыуаҡтар. Кемдәр йоҡлап ятһын инде Уянғанда тәбиғәт? Бар тереклек уянған бит, Ҡышҡы йоҡонан кинәт! Һәр нәмәлә яңы һулыш, Ярҙан ашҡан йылғалар. Әле унда, әле бында, Йырын һуҙа ҡошсоҡтар. Иркен итеп һулыш алды, Иген үҫер баҫыуҙар. Көҙөн ғөрләп торһон өсөн, Ырҙындар һәм табындар. Ҡара ергә баҫтыҡ тиеп, Иркен саба мал-тыуар. Йәшелеккә күмелерҙәр, Уйнап үҫкән болондар. Һәр нәмәлә яңы һулыш, Яҙ һулышы елдәрҙә. Ауырлыҡҡа һылтанһаҡ та, Йәшәүе рәхәт ерҙә!
Башҡортостан
Тыуған илем, дан тотаһың Уңдырышлы ер менән. Күпереп бешкән йылы икмәк, Бал, ҡымыҙ һәм йыр менән. Оркестрҙар тынып тыңлай Оҙон көйлө моңдарың. Бал ҡорттары иңләп оса Урал тауҙың буйҙарын. Йылҡы тулы болондарың, Гөл – сәскәле ҡырҙарың. Мең сырхауҙан дауа, тиҙәр, Башҡорт балын, ҡымыҙын. Ҡунаҡсыл һин! Йомартлығың, Мохтаж түгел маҡтауға. Ауыр саҡта теркә тә һин, Серҙәш тә һин дуҫтарға. Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән Көслөһөң һин, илгенәм! Сәскә ат һин, мәңгә йәшә Рәсәй тигән ил менән!
Беҙ туғандар бер тәлгәш
Бушап ҡалған өй ҡаршында, Алланып бешкән миләш. Тыуған йортҡа ҡайтайыҡсы, Беҙ туғандар бер тәлгәш.
Ҡоялар әсе елдәрҙә Емештәрен миләштәр. Тәлгәшенән емеш түгел, Ҡойола ҡанлы йәштәр.
Тәлгәшенең һәр бөртөгө Миләш өсөн ҡәҙерле. Туғандарым аралашып, Йәшәйексе бәхетле.
Осрашайыҡ, күрешәйек, Беҙ туғандар бер тәлгәш. Миләш хәлендә ҡалмайыҡ, Булайыҡ һәр саҡ серҙәш.
Туғанымды барып күрҙем әле, Уҙе бер ҙә килеп күрмәгәс. Тыялманым мин дә хистәремде, Күҙҙәренә йәштәр төйөлгәс.
Һыҡтап ҡына илашып та алдыҡ, Һағындырған оҙаҡ ҡүрмәгәс. Олоғайып киткән туғанҡайым, Сәстәренә салдар һибелгәс.
Туғанымдың хәлен белдем әле, Үҙе бер ҙә килеп белмәгәс. Туған хәлен туғандарҙан башҡа, Сит кешеләр белеп йөрөмәҫ.
Туғандарым юҡ тип, илай берәү, Бар туғанын юғалтҡан күптәр. Иҫән саҡ та күрешеп ҡалайыҡ, Онотмайыҡ, ҡыҫҡа ғүмерҙәр!
Туғанымды барып күрҙем әле, Һөйләшеп тә бөтмәне һүҙҙәр. Бөгөн тыуа көтөп алған йәндәр, Бер кем белмәй иртән кем китәр...
Ҡарап торһаң һигеҙ һанына. Оҡшап тора һигеҙ һаны Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һынына. Мин оҡшатам һигеҙ һанын Шәл ябынған әсәйгә. Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан Бишектәге бәпәйгә. Мин теләйем ошо көндә Әсәйҙәргә ҙур шатлыҡ. Бишектәге бәпәйгә Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ. Һигеҙенсе март көнө Йылмайһын ҡатын-ҡыҙҙар, Минең изге теләктәрҙе Еткерһен һеҙгә яҙҙар.
|