Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Кәрим Хәкимов ғаиләһенең тарихыПоиск на нашем сайте
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы «Башҡорт гимназияһы» Муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеһы
«Кәрим Хәкимов-Көнсығыштың тыныслыҡ илсеһе» онлайн-конкурсына
«Кәрим Хәкимовтың ғаилә тарихы» темаһына ғилми-тикшеренеү эше
Камалов Рәмил Рәсим улы, Ағиҙел ҡалаһы Тыныслыҡ урамы 12-се йорт 86-сы фатир, 17.03.2007 й., VII класс уҡыусыһы
Ғилми етәксе: Зыязитдинова Фирүзә Бәҙретдин ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ағиҙел 2020 Йөкмәткеһе I.Инеш II.Төп өлөш 2.1.Тикшеренеү эшенең төп маҡсаттары 2.2.Тикшеренеү эшенең бурыстары 2.3. Эҙләнеү эшенең актуаллеге: 2.4. Ғилми эштең теоретик һәм практик әһәмиәте: 2.5.Кәрим Хәкимов ғаиләһенең тарихы. III. Йомғаҡлау IV.Ҡулланылған әҙәбиәт
I.Инеш Кәрим Хәкимов - беренсе совет дипломаты, күренекле шәхес, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр. Ябай ауыл малайының ғәйәт ҙур үрҙәр яулауы, Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле булып китеүе, Ирандың Мешһед, Персияның Реште ҡалаларының генераль консулы дәрәжәһенә күтәрелеүе- үҙ-үҙенә иҫ киткес талапсан, тырыш, эшлекле кеше булыуы тураһында һөйләй. 1917 йылғы Октябрь Революцияһынан һуңғы йылдарҙа Сәүд Ғәрәбстаны һәм Йемен илдәре менән дипломатик бәйләнештәр булдырыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнаған шәхестәрҙең береһе. Ярлы крәҫтиән ғаиләһенән сығып, тамаҡ хаҡына байҙарға ялланып эшләргә мәжбүр булған ябай ауыл малайы үҙ көсө менән мәҙрәсә, һуңынан гимназия тамамлай, революционер, дәүләт , партия эшмәкәре, СССР-ҙың яуаплы дипломаты дәрәжәһенә етә. Уның ҡаҙаныштары күп быуын халыҡтарына үрнәк булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмышы аяныслы. Сәйәси золом ҡорбаны булып, уның тормошо, хеҙмәте тураһындағы мәғлүмәттәр киң халыҡ ҡатламына оҙаҡ йылдар ябыҡ булып килде. Һуңғы йылдарҙа уның күрһәткән хеҙмәтенә дөрөҫ баһа бирелеп, яулаған үрҙәре тураһында китаптар, биографик белешмәләр төҙөлөп, исеме халыҡҡа ҡайтарылды. Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән. II.Төп өлөш 2.1.Тикшеренеү эшенең төп маҡсаттары: а) күренекле совет дипломаты, ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовтың тормош юлын һәм хеҙмәтен тәрәнерәк өйрәнеү; б) уның «шәхес культы»ҡорбаны булыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу, күберәк белергә ынтылыу; в) төрлө сығанаҡтарҙан йыйылған мәғлүмәттәрҙе барлау, архив материалдарын ҡулланыу; г) илем, ерем тип күп хеҙмәт һалған тарихи шәхестәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү; 2.2.Бурыстар: Халыҡтың яҡты киләсәге өсөн ҡорбан булған билдәле шәхестәрҙең исемен кире ҡайтарыу , уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр йыйыу өҫтөндә системалы эшләү, 2.3.Эҙләнеү эшенең актуаллеге: Репрессия йылдарының утлы өйөрмәһенә эләгеп һәләк булған, нахаҡҡа рәнйетелгән дәүләт эшмәкәрҙәренең, яҙыусылар, шағирҙар, полководецтарҙың һ.б.исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу, улар тураһында мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплау актуаль. 2.4. Ғилми эштең теоретик һәм практик әһәмиәте: Илдә булған репрессия, «шәхес культы» йылдарының ҡорбандар исемлеген тулыландырыу, улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйып, архивлаштырыу; һәләк булған, нахаҡҡа рәнйетелгән дәүләт эшмәкәрҙәренең, яҙыусылар, шағирҙар, полководецтарҙың һ.б.исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу, улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплау- ғилми эштең теоретик һәм практик әһәмиәтен тәшкил итә; Архив материалдары етәрлек кимәлдә өйрәнелмәгән, уны йыйыу, тикшереү, өйрәнеү башҡорт әҙәбиәте, тарих ғилемендә, кешелек хәтерендә кәрәкле, йәмғиәттә, киләсәктә дөрөҫлөктө асыҡлау юлдары актуаль.. Шуға күрә, был хеҙмәт халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын өйрәнеүҙә, махсус курстарҙы уҡытыуҙа, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, китапхана хеҙмәткәрҙәренә тәрбиә эшендә файҙалы булыр. Башҡорт ере данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарға бай ер.Уларҙың исем-шәрифтәрен һанай китһәң, дәфтәр биттәре тулыр ине. Һәр кеше был ерҙә үҙенә хас яҡты эҙ ҡалдыра. Донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташыбыҙ Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың исеме айырыуса данға, хөрмәткә лайыҡ.Ул 1890 йылдың 28 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дүсән ауылында донъяға килә. Кәрим исеме Ҡөрьәндә «маҡтауға лайыҡ» «үрнәк булырлыҡ» тигәнде аңлата. Ысынлап та, исеме есеменә тура килә Кәримдең. Донъя кимәлендә данға , шөһрәткә күмелә. Ул Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, Йемен короллегендә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, Персияның Мәшһәд, Решт ҡалаларында РСФСР-ҙың генераль консулы, дипломат булып китә. Ҡартатаһы Ғәбделхәким Ғәбделфаиз улы һәм уның улы -Кәримдең атаһы - Әбдрәүеф Абдулхәкимович Файзуллин 1850 йылғы ревизия буйынса Дүсән ауылы башҡорттары исемлегендә булғандар. Әсәһе- Хәмиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Зәйнибәширова үҙ дәүеренең билдәле, уҡымышлы кешеһе була. Кешеләргә, үҙ-үҙенә талапсан, көслө ихтиярлы ҡатынды тирә-яҡта күрәҙәсе итеп тә беләләр.Тиккәме ни, ире ғаиләгә икенсе ҡатын алып ҡайтҡас, уны кире сығып китергә мәжбүр итә. 8 балалы ғаиләлә Кәрим өсөнсө бала булып донъяға килә.Ул замандарҙа балалар йыш үлеп тороу сәбәпле, ғаиләлә 4 малай һәм 1ҡыҙ үҫәләр.Ҡалғандары оло ҡайғы килтереп баҡыйлыҡҡа күскән. Балаларының исемдәрен ҡабаттан иҫкә төшөрөп тороуҙы кәрәкле һанамағандыр ата-әсәһе, шунлыҡтан үлгән туғандарының исемдәре хәтергә алынмаған.Үҙенең автобиографияһында ғаиләһе тураһында Кәрим Хәкимов былай тип яҙа: «Миңә 6-7 йәштәр самаһында оло ағайым Ташкент тимер юлына эшкә сығып китте, шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтманы». Күп тә тормай икенсе ағаһы ла тимер юлына эшкә китә, ә Кәримде ер эшенә ҡушалар. Улар ғаиләһе, башҡаларға ҡарағанда, сағыштырмаса урта хәлле була.Хужалыҡта бер ат, бер һыйыр була. Ғаиләнең үҙ ере булып, унда иген сәсәләр, күмәкләп йыйып алалар. Олатаһы иҫән сағында , һәр яҡлап терәк була Кәримдәр ғаиләһенә. Ләкин ҡарт олатаһын байҙар, еренә ҡыҙығып, үлтерәләр, ә кәүҙәһен Саҙыҡ йылғаһына ташлайҙар. Был фәжиғә ғаиләгә ныҡ тәьҫир итә. Тормошта ла үҙгәрештәр булып тора. Үҫтергән игендәре ғинуар-февраль айҙарына ғына етә. Тормошта көнкүреш әйберҙәре лә кәрәккәнлектән, көҙҙән Абдулла ауылына барып, бойҙайҙы кәрәк-яраҡҡа алмаштыралар, ә яҙға шул икмәкте икеләтә-өсләтә хаҡҡа байҙарҙан һатып алалар.Урта хәлле тип иҫәпләнһә лә, ризыҡты осон-осҡа ялғап йәшәйҙәр. Атаһы ялланып, кулак баҫыуҙарында ла эшләй, көндәрен батраклыкта үткәрә. Ил өҫтөнә килгән ауырлыҡты бар ауылдаштары менән бергә сабыр ғына күтәрә улар. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, Кәрим бәләкәй саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ, алсаҡ, күңелсәк, әүҙем малай булып үҫә.Үҙенә скрипка эшләп алып, музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә,ҡумыҙҙа уйнап бейетә, үҙе лә оҫта бейеп китә. Ошо алсаҡлығы, тормош һөйөүе, ауырлыҡтарға бирешмәүе, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмауы илдәр буйлап гиҙгәндә, төрлө кешеләр менән аралашҡанда бик тә ярҙам итә. 10 йәшенән атта һыбай йөрөй, ярыштарҙа ҡатнаша, алдынғылыҡты бирмәй, үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә. Бәләкәйҙән сынығып үҫеүе киләсәктә ҙур үрҙәр яулауға этәргес булғандыр. Бер ваҡыт Кәрим аҡса йыйып, үҙенә коньки һатып ала.Атаһы конькийын тартып алып, 40 тингә һаттыра. Был ваҡиға бала күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Бәлки балалыҡ хәтирәһе, үпкәһе йылдар ағымында онотолмағандыр. Шуғалыр ҙа, көндәлектәрендә атаһы тураһында иҫкә алмай. Ә бына , киреһенсә, ҡустыһы Халиҡты хөрмәтләй, ярата. Һәр саҡ кәңәштәре менән дә, матди яҡтан да ярҙам итә, ғаиләһен хәстәрләй. Ағаһына оҡшап, Халиҡ та бик уңған, тырыш, йүнсел була, Хәкимовтар нәҫеленә оятсылыҡ килтермәй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, һуғыштан һуң тыныс тормош ҡороуҙа әүҙем була, бөтә белемен, көсөн һала. Билдәле инженер, техник фәндәр докторы, профессор дәрәжәһенә өлгәшә.. Һалҡын ноябрь аҙаҡтарында тыуғанғамы, яҙмышы Кәримде үҙенең «әсе елдәре» «һалҡын бурандары» менән өҙгөләй. Аслыҡ булыу, иген үҫмәү сәбәпле, нисек тә тамаҡ туйҙырыу, аҡса эшләү ниәте менән 1905 йылдың 3 авгусында, 15 йәше лә тулмаған көйө, Ырымбурға эшкә сығып китергә мәжбүр була.Тау промышленносы эшсеһе булып эшләй. Нисек тә булһа аҙыраҡ аҡса йыйыу, уҡырға кереү, белем алыу тураһындағы уйҙар йәш егеткә тынғылыҡ бирмәй. Белем алыу теләге тик хыял ғына булып ҡала килә..1906 йылдың көҙөндә Ҡарғалы ауылындағы “Саҙыҡ” мәҙрәсәһенә уҡырға керә, 1907йылдың апреленә тиклем уҡый.Урыҫ телен ныҡлы үҙләштереү, өйрәнеү теләге менән ит һатыусы магазинына эшкә керә, ләкин хужаның ҡатыны: “Урыҫса насар белә”,- тип эштән сығарта. Ырымбурҙа урам һепереүсе булып эшләй, һуңынан мәҙрәсәлә уҡытҡан һуҡыр ҡазый менән танышып китә. Уға өй эштәрендә ярҙам итә, уның янында Ҡөръән аяттарын, хәҙистәр ятлай. Йәйҙәрен ҡырғыҙҙар ауылында балалар уҡытып, бер ни тиклем аҡса йыйғас, 1908 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙендә урынлашҡан Ҡарғалы мәҙрәсәһенә уҡырға керә. Ҡөръән сүрәләрен генә ятлау менән сикләнмәй, ғәрәп телен иң яҡшы яҡтан өйрәнеп, аңларға тырыша. Белемен камиллаштырыу, урта белем алыу теләге уны тағы ла ҡырғыҙ ауылдарына барып, балалар уҡытып, аҡса йыйырға мәжбүр итә. 1909 йылда ҡаҙаҡтар араһына бара. Хәҙер инде йәш егет думбырала ла уйнай, йырлай, хатта бейеп тә ебәрә. Ул үҙенең эргәһенә йәштәрҙе туплап, төрлө ҡыҙыҡлы саралар ҙа, уйындар ҙа үткәрә. Ниһайәт, батша хөкүмәте мосолмандарға милли мәктәптәр асырға ризалыҡ бирә. Ырымбурҙа ун ике йыллыҡ “Хөсәйениә”, “Ғосмания” , Өфөлә алты йыллыҡ «Ғәлиә» мәҙрәсәләре асыла. Йәш, ныҡышмал егет 1910-1911йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Мәҙрәсәгә 15 йәштән 45-кә тиклемге шәкерттәр экзамен биреп керә. Кәрим дә һынауҙы үтеп, теләгән уҡыу йортона керә. Ғәрәп, фарсы,француз телдәрен, ислам тәғлимәттәрен өйрәнә, математика, химия, психология, педагогика, дидактика, әҙәбиәт кеүек предметтар уҡый.Үҙ-үҙенә шул тиклем талапсан, тырыш, зирәк, ныҡышмал егет сит ил телдәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә шул телдәрҙә иркен һөйләшергә ынтыла. Уҡыуҙан буш ваҡыттарҙа үҙ ауылына ҡайтып, әсәһенең хәлен белеп килергә лә өлгөрә. Әсәһен бик ярата, хөрмәт итә ул. Һәр саҡ нисек тә булһа ярҙам итергә, хәлен белергә ваҡыт таба. Уның яҙмаларында атаһы тураһындағы хәтирәләр бик аҙ, бөтөнләй юҡ тиерлек. Бер йылдан бай малайҙарының һауалылығына түҙмәй, «Ғәлиә» мәҙрәсәһенән китә. 1911-1915 йылдарҙа бөтә Урта Азияны йөрөп сыға -Ташкент, Коканд, Канибадам ҡалаларында йәшәй. Оло тормош “мәктәбен ” үтеп, билдәле шәхестәр менән осрашып, тәжрибә туплай. 1913йылдың көҙөнән хәрби хеҙмәттә була, 1914 йылдың авгусында сирләү арҡаһында хеҙмәттән ҡайтарыла. 1917 йылда Томск ҡалаһының 2-се һанлы гимназияһына экстерн экзамен бирә, яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлағас, өлгөргәнлек аттестацияһы алып, Кәрим Хәкимов революция хәрәкәтенә ҡушыла. Ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй генә яуаплы эштәрҙә эшләмәһен, үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡарыуы менән ул совет иле халыҡтарының ғына түгел, сит илдәр вәкилдәре араһында ла билдәлелек яулай, дан ҡаҙана, үҙ идеяларына, үҙ намыҫына тоғро ҡала .Уның исеме халыҡ, дөйөм ил мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы, намыҫлы, милләттең киләсәге тураһында уйланыусы шәхес булып тарихта һаҡлана. Һәр эштә лә ғаиләһе , туғандары терәк була Кәрим Хәкимовҡа. Һеңлеһе - Мәғниә Әбдрәүеф ҡыҙы Хәкимова (Ғәҙелова) Кәрим тураһындағы хәтирәләре менән бүлешә, ире Лотфи Закир улы Ғәҙелов менән берлектә башҡорт һәм рус телдәрендә китаптар яҙа. Шәхестең тыуған ауылында, Башҡортостандың хәҙерге Бижбүләк районы Дүсән ауылында, йорт-музейын булдырыуҙа, материалдар йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Һеңлеһе Мәғниә 1900 йылда тыуған. Ул Өфөнөң ауыл хужалығы институтының зоотехниктар эҙерләү бүлеген тамамлай. Алдынғы уҡыусы булараҡ, ошо институтта эшкә ҡалдырыла,оҙаҡ йылдар студенттарға белем бирә. Ҡатыны Хәҙисә Ғәйнетдиновна Хәкимова (Нуғаева)ны Кәрим Хәкимов Төркөстанда осрата. Сибәр татар ҡыҙы концерт бригадаһы менән сығыштар яһап йөрөй. Бик матур йырлай, бейей. Улар1920 йылда Ташкентта ҡабаттан осрашалар. Кәримде Бохараға ебәргәс, Хәҙисә уның артынан Бохараға юл ала. Улар өйләнешеп, ғаилә ҡороп ебәрәләр.1921 йылдың июнендә улдары Шамил тыуа. Улы -Кәримдең ғорурлығы, күптән көткән шатлығы, йыуанысы була. 1924 йылдың июнендә ул ҡатыны Хәҙисә, улы Шамил менән Хиджазға юл тота. 8 июлдә пароходта Римгә килеп етәләр. Кәрим ғаиләһе менән Италия буйлап сәйәхәт итә, Неаполде ҡарай, һоҡланыуын йәшерә алмай. Сит илдәрҙән күсенеүселәр(паломниктар) күп булыуы арҡаһында, Кәрим Хәкимов малярия сире менән сирләп китә. Ғаиләһен Асмера ҡалаһына ебәрә. 7 ноябрҙә Халиҡ ҡустыһына, улы Шамил менән ғорурланыуы тураһында яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1924 йылдың 14ноябрендә, врачтарҙың дөрөҫ дауаламауы арҡаһында, дизентерия сиренән Шамил мәрхүм була. Әлбиттә, был ҡайғы Кәримдең теҙ быуындарын ҡаҡшата. Ғаиләгә ауыр көндәр килә. Хәҙисә ханым Мәскәүгә ҡайтыуҙы үтенә. 1927 йылда ҡыҙҙары Флора тыуғас ҡына ғаиләгә тыныслыҡ ҡайта. Флора бик билдәле .музыка белгесе, йырсы булып китә. Флора Кәрим ҡыҙы Хәкимованың ҡыҙы Марина Хәкимова Мәскәүҙә йәшәй.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флора Кәримовна ла , уның ҡыҙы Марина ла мәрхүмдәр инде. Кәрим Хәкимовтың ғаиләһе илебеҙ тормошонда булған ваҡиғаларҙың шаһиты. Барлыҡ булған ауырлыҡтарҙы улар ил менән бергә кисергән. Уларҙың бай тарихлы ғаилә шәжәрәһе Дүсән ауылының музейында,нәҫелен дауам итеүсе туғандарында һаҡлана. Киләсәк быуындарға өлгө улар.
III.Йомғаҡлау Һуңғы йылдарҙа үҙ асылыбыҙға ҡайтыу, булмышыбыҙҙы, үҙенсәлектәребеҙҙе барлау йәһәтенән күп нәмәләр эшләнә. Бөгөнгө көндә йәш быуын алдында торған иң мөһим бурыс- тарихты барлау, репрессия йылдарының утлы өйөрмәһенә эләгеп һәләк булған дәүләт эшмәкәрҙәренең, әҙиптәрҙең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, уҡытыусылар, полководецтар, ябай колхозсы, барлыҡ нахаҡҡа рәнйетелгән, көсләп онотторолған кешеләрҙең исемдәрен ҡайтарыу.. Шул ваҡытта ғына уларҙың атылған, аҫылған рухтары тынысланыр, изге исемдәре халыҡҡа әйләнеп ҡайтыр.Шуларҙың араһында йән әрнеткес, күңел бошондорорлоҡ ваҡиғаларҙың шаһиты- Кәрим Хәкимов образы ла бар. Ул замандаштарын яңы үрҙәргә, сит илдәр менән бәйләнешкә әйҙәй, тормошто яҡшыртыу, үҙгәртеү тураһында уйлай, яңы мул тормошта яңыса йәшәү тураһында хыяллана. Әүҙем дәүләт эшмәкәре, уҡымышлы, йәне-тәне менән ғәҙеллеккә , сафлыҡҡа ынтылған, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға ҙур көс һалған, ниндәй генә сетерекле мәсьәләләр килеп сыҡмаһын- уларҙы еңел еңеп сыҡҡан талантлы дипломат. Яҙмышы өйөрмә уртаһында ҡалһа ла, хаҡлыҡ еңер тип ышанған. Тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, йәшәүҙе ҡайнар һөйгән, илгә, халыҡҡа күберәк хеҙмәт күрһәтеү уйы менән янған Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов исеме мәңге йәшәр.Уның эше, уның ҡаҙаныштары хәҙерге көн күҙлегенән юғары баһалана. Ул дипломат эшен башҡарып, илдәр, бәйләнештәр, кешеләр яҙмышы менән йәшәй, былар тураһында уйлана, борсола, уяу булырға саҡыра. Кешеләрҙе мәғәнәле итеп йәшәргә, тормоштағы яҡшылыҡты яманлыҡтан, матурлыҡты йәмһеҙлектән айырырға өйрәтә.
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт 1. Озеров.Б.О. Кәрим Хәкимов:тормош йылъяҙмаһы(Рәсәйҙең ислам һәм коммунизм яҙмышы тураһында) Уҡыу ҡулланмаһы.- Мәскәү:Ғилми баҫмалар төркөмө, 2020. 2. Е.Васильева. «Королдең дуҫы, совет дипломаты...» статьяһы,«Башҡортостан Республикаһы» гәзите. №126, 30октябрь 2020. 3. Ғәҙилов Л.З., Ғүмәров Ф.Х. «Революционер-дипломат. К.Ә.Хәкимов».Тарихи-биографик очерк.-Өфө,1977. 4. Кәрим Хәкимов тураһында иҫтәлектәр.-Өфө, 1982. 5. Әсфәндийәров Ә.З. Башҡортостандың ауылдар тарихы. Белешмә материал.-Өфө,Китап,1997,7-се баҫма.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 45; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.128 (0.009 с.) |