Башҡортостандың халыҡ шағирҙары 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары

 

 

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл –Уңғар ауылы мәктәбе

ХӘБӘРҘӘР- һәр өйгә

мәғлүмәт бите

12 ноябрь, 2021 йыл                                                                                                                № 29 (70)                                                                                                                                   

Мәктәп хәбәрҙәре

· Дистанцион форматта үткәрелгән VII Республика асыҡ математика турнирында мәктәбебеҙ уҡыусылары ла актив ҡатнашты. Улар өлкән (9- 10 класс), урта (7- 8 класс), кесе (5- 6 класс) йәш төркөмдәре буйынса көс һынашты.

· Каникул осорон уҡыусылар бик тә файҙалы үткәрҙе. Етмәһә, ялдар тағы ла бер аҙнаға оҙайтылды. Кемдер үҙенең яратҡан шөғөлө менән кинәнеп булышһа, икенселәр йорт-хужалыҡ эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итеште. Саф һауала туйғансы уйнап та рәхәтләнде берәүҙәр. Бик мәслихәт: һанаулы ғына каникул көндәре үтә лә китә ул, тағы ла уҡыуҙар башлана. Шуға күрә бик һирәк тейгән ялдарҙың ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк, ти бынау һүрәттәрҙәге ҡыҙҙар, малайҙар.

 

 

· VI Халыҡ –ара “Оло этнографик диктант” яҙыуҙа мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла актив ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы нисә балл йыйыуын билдәләгән сертификат алды.

 

 

· Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы башлана. Мәктәп этабында еңеүселәр хәҙер район кимәлендә тиҫтерҙәре менән көс һынашасаҡ. Уларға уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Ҡасандыр ноябрь айында...

 

· 1982 йылдың 12 ноябрендә КПСС Үҙәк Комитеты Генераль Секретары итеп Юрий Андропов һайлана.

· 1932 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина институты асыла. 1995 йылдан ул университет статусында. Бында 65 кафедрала 550 уҡытыусы эшләй.

· 1869 йылдың 17 ноябрендә Суэц каналы (Египетта) рәсми рәүештә асыла. Караптарға Һинд океанына сығыу өсөн уңайлыҡ тыуа.

· 1941 йылдың 22 ноябрендә Ленинград дошман тарафынан блокадаға алынғас, Ладога күле аша боҙ трассаһы асыла. Ул ҡаланың ил менән бәйләнеш тотоуы өсөн берҙән-бер юл була. Трасса “Тереклек юлы” тигән исем ала.

Хәтер һандығына

Был маҡтаулы исем Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән 1939 йылдың 22 октябрендә булдырыла

1. Мәжит Ғафури -       1923 йыл.     Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы.

2. Рәшит Ниғмәти -      1959 йыл. Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылы.

3. Мостай Кәрим -        1963 йыл. Шишмә районы Келәш ауылы.

4. Сәйфи Ҡудаш -        1964 йыл. Шишмә районы Келәш ауылы.

5. Рәми Ғарипов -        1992 йыл. Салауат районы Арҡауыл ауылы.

6. Рауил Бикбаев -       1993 йыл. Ырымбур өлкәһенең Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылы.

7. Назар Нәжми -         1993 йыл.  Дүртөйлө районы Миңеште ауылы.

8. Әнғәм Атнабаев -      1997 йыл. Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылы.

9. Тимер Йосопов -       2003 йыл. Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылы.

10. Марат Кәримов -       2003 йыл. Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы.

  1. Александр Филиппов - 2004 йыл.  Күгәрсен районы Йомағужа ауылы.
  2. Абдулхаҡ Игебаев -   2010 йыл. Баймаҡ районы Күсей ауылы.
  3. Ҡәҙим Аралбаев -    2011 йыл.     Хәйбулла районы Таңатар ауылы.
  4. Факиһа Туғыҙбаева - 2014 йыл. Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылы.
  5. Гөлфиә Юнысова - 2015 йыл. Әлшәй районы Һарыш ауылы.
  6. Хәсән Назар -    2017 йыл.  Ейәнсура районы Таулыҡай ауылы.
  7. Тамара Ғәниева -  2019 йыл.   Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы.
  8.  Рәшит Шәкүр    -   2021 йыл.   Әлшәй районы Яңы Абдрахман ауылы.


Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 53; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.006 с.)