Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” драмаһында
Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы “2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе” Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” драмаһында Хәкимов Кәрим образының сағылышы Ғаянова Ынйы Раил ҡыҙы Ағиҙел ҡалаһы, Йәштәр урамы 10- сы йорт, 56-сы фатир 03.04.2007 й., VII а класс уҡыусыһы
Ғилми етәксеһе: Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Ағиҙел ҡалаһы-2020 Йөкмәткеһе 1. Инеш…………………………………………………………………….5 2. Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов кем ул?………………..……................5 3.Кәрим Хәкимовтың образы әҙәбиәттә………………………………......7 4.Төп өлөш. Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” әҫәренең яҙылыу тарихы……………………………………………………………………….8 4.1.Драмала Кәрим Хәкимов образы сағылышы ………………………...8 4.2. Кәрим Хәкимов образы театр сәнғәтендә………………………......10 5. Йомғаҡлау…………………………………………………………........12 6. Әҙәбиәт исемлеге……………………………………………………….13
Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” драмаһында Хәкимов Кәрим образының сағылышы Ғаянова Ынйы, Ағиҙел ҡалаһы , 2- се һанлы мәктәптең VII а класс уҡыусыһы Етәксеһе: Ямалова Ш.М. Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы сәйәси золом ҡорбаны. Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР- ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән. Эҙләнеү эшенең актуаллеге: Был ғилми- эҙләнеү эшенең актуаллеге бөгөнгө көндә Башҡортостан тарихын, унда тыуып- үҫкән билдәле шәхестәрҙең тормошон, илебеҙҙең үҫешенә үҙ өлөштәрен индергән яҡташтарҙы өйрәнеү, белеү теләге арта барыуҙа. Эштең маҡсаты:Билдәле илсе Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың тормош юлын, эшмәкәрлеген өйрәнеү; Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” драмаһы менән танышып сығыу, төп геройҙың драмала сағылышын тикшереү; Ошондай яҡты шәхес образының киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен асыҡлау. Тикшереү обьекты:Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың биографияһы тураһында белешмәләр, Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” драмаһы. Тикшереү предметы:Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” әҫәрендә Кәрим Хәкимов образы. Практик әһәмиәте: тикшеренеү һөҙөмтәләрен класс сәғәттәрендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа, үҙ белемемде күтәреү маҡсатында файҙаланырға мөмкин буласаҡ. 1.Инеш Ирмен, тип кем әйтмәҫ, әммә халыҡ, хаҡлыҡ, ғәҙеллек, именлек өсөн көрәшеүсе кешене генә шәхес, ысын ир тип атап була.Тик йомғаҡ кеүек сыуалған тарихты һүткәндә шул асыҡлана: күренекле шәхестәрҙең күбеһенең яҙмышы аяныслы. Бына шундайҙарҙың береһе – утыҙынсы йылдар аҙағында шәхес культы ҡорбаны булған бөйөк кеше – Кәрим Хәкимов. 2. Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов кем ул? Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы 1890 йылдың 28 ноябрендә хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районында тыуған. Сығышы менән Һарайлы-Мең ырыуы башҡорто. 1917 йылғы белешмәләр буйынса, Кәримдең атаһы Ғәбделрәүеф Ғәбделхәким улы һәм әсәһе — Хәмиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы үҙҙәренең милләте башҡорт булыуын белдергәндәр. Шулай уҡ, 1917 йылда Томск ҡалаһының 2-се һанлы гимназияһын тамамлау тураһындағы таныҡлығында Кәрим Хәкимов үҙенең милләте башҡорт булыуын күрһәткән. Кәрим Хәкимов 1908 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙендә урынлашҡан Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡый. Белем алыуын «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә дауам итә. Ул фарсы, ғәрәп һәм Европа телдәрен өйрәнә. Ун дүрт йәшендә үк ауылын ташлап, эш эҙләп, Ырымбур ҡалаһына килә. Эш эҙләп Ырымбур далалары буйлап ҡайҙарға ғына бармай ул. Кем генә булып эшләмәй ул был йылдарҙа: дворник, һуҡыр йырсыны етәкләп йөрөүсе… Ҡаҙаҡтар араһында балалар ҙа уҡыта, Орск ҡалаһында тимер юл станцияларында һәм Фирғәнә эргәһендәге шахталарҙа ла эшләй. Октябрь революцияһы еңгәс, ул тағы Ырымбурға килә. Хәрби-революцион комитет ағзаһы була, 20 йәшендә губерна халыҡ мәғарифы комиссары итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың апрелендә Хәкимов большевиктар партияһы сафына инә. Әммә, граждандар һуғышы башланып китеү сәбәпле, уға ҡулына ҡорал алырға тура килә. Уны татар-башҡорт легионы командиры итеп ҡуялар. 1920 йылдың башында Кәрим Хәкимов Төркөстан фронтының агитация-пропаганда бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй башлай. Кәримовтың сәйәси лидер булып үҫеүендә Куйбышев ҙур роль уйнай. Куйбышев Хәкимовты бик ихтирам итә. 1921 йылда, РСФСР-ҙың Бохаралағы тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе В.В. Куйбышевты Мәскәүгә саҡырып алғас, уның урынына Кәрим Хәкимов килә. Ошо ваҡыттан уның илсе карьераһы башлана ла инде. Хәкимов үҙ эшенең ни тиклем яуаплы һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы аңлай. Дипломат Европаның иң мөһим телдәрен, хәҙерге халыҡ-ара хәлде яҡшы белергә һәм юғары эрудициялы кеше булырға тейешлеген төшөнөп, ғәрәп һәм француз телдәрен, ғәрәп халҡы тарихын ныҡышмалы үҙләштерә. Бер нисә ай эсендә ғәрәпсә иркен һөйләшергә һәм яҙырға өйрәнә. Ул бит 9 телдә һөйләшә, аралаша белгән. Кәрим Хәкимовтың белемгә ынтылышы, зирәклеге, уртаҡ тел таба белеүе уны батшалар кимәлендә эшләрлек дәрәжәгә күтәрә. Совет дипломаты, ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсе. Кәрим Хәкимов Сәғүд дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша һәм ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә, ярымутрау халҡының ышанысын яулай. Кәрим Хәкимов ғәрәп илдәрендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе, он, кәрәсин, һабын һымаҡ совет тауарҙарын һатыуҙы ойоштора, сауҙа хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һала. Ғәрәптәр әле лә юғары сортлы онды "Московский" тип йөрөтә. Ә Кәрим Хәкимовты оло хөрмәт менән иҫкә алалар. Дәүләт хакимы уның вәкәләттәре тамамланғандан һуң башҡа кешене был вазифала күрергә теләмәй, Советтар Союзы менән дә бәйләнештәр өҙөлә. Хеҙмәттәшлек ил тарҡалғандан һуң, 90-сы йылдарҙа ғына яңынан тергеҙелә. Тарихсылар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Кәрим Хәкимовтың шәхесенә иғтибар арта, әммә дипломматтың тормош юлы тейешле кимәлдә өйрәнелгән тип әйтеп булмай, уның биографияһында асылмаған биттәр күп. 3. Кәрим Хәкимовтың образы әҙәбиәттә Һуңғы осорҙа Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеген, биографияһын өйрәнеүселәр күбәйҙе. Интернет селтәрҙәрендә лә төрлө белешмәләр менән танышырға була. Уға бағышланган документаль фильмдар бар, яңылары ла төшөрөлөп тора. Өфө тарихсыһы Руслан Хәйретдинов Кәрим Хәкимов тураһында кандидатлык диссертацияһы яклап сыҡҡан. Уның “Кәрим Хәкимов — дипломат” исемле хеҙмәте лә бар. Сәғүд Ғәрәбстанында РФ илсеһе булып эшләп, күптән түгел ҡайтҡан Олег Озеров Кәрим Хәкимов тураһында хезмәт яҙып сығара. Иң беренсе был биографик хеҙмәттең бер нисә бүлеге Өфөләге "Бельские просторы" журналында баҫылып сыҡты. Был китап быйыл, 2020 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителде, уның исем туйы ла үткәрелде. Ул китап «Кәрим Хәкимов: тормош йылъяҙмаһы» тип атала. Шулай уҡ уның тураһында Лотфый Ғәҙилев һәм Фәрит Ғүмәровтың Кәрим Хәкимов исемле китабы ла нәшер ителгән. Бик күптәр ошо авторҙарҙың эштәренә таянып билдәле дипломат, илсенең тормош юлы, эшмәкәрлеге менән танышалар. Шулай ҙа, әҙәбиәттә Кәрим Хәкимовтың образын сағыу итеп Нәжиб Асанбаев ябай уҡыусыларға еткерә ала. «Ҡыҙыл паша» — Нәжиб Асанбаевтың Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы тураһындағы әҫәр. 4. Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” әҫәренең яҙылыу тарихы Бер ваҡыт Нәжиб Асанбаевтың кабинетына Кәрим Хәкимовтың тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнеүсе, хәбәрсе Лотфый Ғәҙилев килеп инә. Ул ҡасандыр ғәрәп илдәрендә яҡташыбыҙ, күренекле дипломаттың эшләүе тураһында һөйләп китә. Шул осрашыуҙан һуң Нәжиб Асанбаевтың күңелендә ғәрәп иленә сәйәхәткә барыу теләге уяна. “Ҡыҙыл паша” пьесаһын яҙыу планын ун йыллап күңелендә йөрөтһә лә, яҙырға 5 ай ваҡыт етә. Кәрим Хәкимовтың яҡташы – КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов ярҙамында Йеменгә командировкаға барыу бәхете эләгә. Автор Кәрим Хәкимов йөрөгән юлдарҙы үтә, илсене күреп белеүсе өлкәндәр менән осраша. Мәскәү ҡалаһына барып, Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә Ғәйнетдин ҡыҙы һәм ҡыҙы Флора менән дә аралаша. Нәжиб Асанбаев дипломаттарҙың эске донъяһын, эш үҙенсәлектәрен һәм нескәлектәрен ныҡлап белергә, өйрәнергә тырыша. Драматург күңелендә илсе образы тыуа башлай. Н. Асанбаев әҙиптәрҙән Кәрим Хәкимов образына мөрәжәғәт итеүселәрҙең беренсеһе. 4.1. Драмала Кәрим Хәкимов образы сағылышы Нәжиб Асанбаев Кәрим Хәкимов образын тыуҙырыу өсөн уның биографияһын ентекле өйрәнә. Автор күңелдән уның менән һөйләшә. Хәкимовтың яҡты образын халыҡҡа ҡайтарыу өҫтөндә ҡанатланып эшләй. Кәрим Хәкимов әҫәр башында уҡ, беренсе бүлектә, үҙен тотоуы, ипле һөйләшеүе, белеме, әҙәплелеге мен ән Ғәрәп имаматының короле Йәғәфәрҙең ихтирамын яулап ала. Мосолмандарға хас тотанаҡлыҡ, кейемдәге бөхтәлек тә ҙур роль уйнай. Ул бер ваҡытта ла ашығып, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итмәй. Пьессала был Насир менән аралашҡан арала ла күренә. Насир ҡатынын врачтарға күрһәтергә ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыға. Совет врачын ғәйепләй, ғауға сығара. Кәрим Хәкимов уға “Тәүбә” сүрәһенән ата- әсәләр тураһында аятты иҫенә төшөрә. Насир илсенең был миҫалынан һуң тыныслана төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Насир бик һуң үҙенең хатаһын аңлай, яратҡан ҡатыны үлеп китә. Сит ил министры Әбүбәкир “ярҙамы менән” быға тиклем буш булған кибеттәр Европанан, Азиянан килгән тауарҙар менән тула. Ул тауарҙарҙың сифаты насарыраҡ булһа ла, биҙәлеше яғынан матурыраҡ булып сыға. Урындағы сауҙагәрҙәр шуға алдана ла инде. Кәрим Хәкимовтың ярҙамсыһы Солтан тауар хаҡын төшөрөргә тәҡдим итә. Тик Кәрим Хәкимов уны туҡтата: “Һин инде ул”Полундра!” тип ҡысҡырырға ғына тораһың!”[1]. Сауҙа эшен яйға һалыу уйы менән, Кәрим Солтанды вағыраҡ сауҙагәрҙәр менән танышырға ебәрә. Был осраҡта ла, пашаның уйлап эш итә белеүе, сауҙагәрҙәрҙе Совет иленән килгән тауарҙарҙы алыу күпкә отошло икәненә инандырыуы асыҡ күренә. Ул тауарҙарға хаҡ төшөрөүҙән ҡырҡа баш тарта, тик иң беренсе килгән сауҙагәрҙәрҙе икмәкләп, баллап сәй эсерә. Шунан инде, - “Тауарҙарҙы көтөргә биреп торорға мөмкин тип иҫәпләйем...”[2]- тигән ҡарар сығара. Солтан бер аҙ аптырап: Кәрим абзый, көтөргә бирергә рөхсәт бар инеме,әллә үҙең генә хәл иттеңме?[3]- тип һорай. Ошо күренештә Хәкимовтың тәүәкәллеген дә, батырсыллығын да автор бик оҫта күрһәтә. Сит ерҙәрҙә тыуған яҡты һағыныу хисе лә пьесала асыҡ күренә. Яҡташы Кәримгә туғандары менән бәйләнешкә инергә ярҙам итә. Бер осрашыуҙа ул Ғүмәргә: “...Беҙ ҙә бында Тыуған илебеҙҙе бик һағындыҡ! Солтан теге көйөңдө һыҙҙыр әле!”[4]- тей һәм тыуған ил тураһында йырлап ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Ғүмәргә тыуған иленә ҡайтып, туғандарын, балаларын ҡосаҡлап һөйөргә насип булмай. Тыуған илен, ата – бабалар ерен һағыныу хисе һәр әҙәм балаһына хас. Ниндәй генә иҫ киткес матур, ожмахтай сит тарафтарҙа йөрөһә лә, кешене ғәзиз тыуған тупрағы, тарихи тамырҙары тарта... Кәрим Хәкимовтың үҙ эшен еренә еткереп эшләй белеүен дә автор оҫта күрһәтә. Король Йәғәфәрҙең улы, буласаҡ тәхет вариҫы Әхмәтте лә әкренләп Совет иле менән ҡыҙыҡһындырыуға ирешә. Кәрим: Йәмәғәт! Бына “Правда” газетаһы килде. Унда король Йәғәфәр уғлы әмир Әхмәттең СССР-ға дуҫлыҡ визиты менән барасағы яҙылған![5]. Ошондай яңылыҡтарҙы ишеткән Әхмәт: - Юҡ, атай, ул ҡоро паша ғына түгел, ә...Ҡыҙыл паша![6]- тип әйтә. Шулай итеп, Совет Социалистик Республикалары Союзы һәм Ғәрәп имаматы араһында “Дуҫлыҡ һәм сауҙа итеү тураһындағы договор” раҫлана.Авторҙың теләге тормошҡа аша, ул Кәрим Хәкимов образын, халыҡҡа ҡайтарып бирә. 4.2. Кәрим Хәкимов образы театр сәнғәтендә Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» тарихи драмаһы бәхетле яҙмышлы була, сөнки уны талантлы режиссер Лек Вәлиев сәхнәгә сығара. Сығарып ҡына ҡалмай, ә юғары уңышҡа өлгәшә. Режиссер Лек Вәлиевтың башҡа спектаклдәре араһында «Ҡыҙыл паша» драмаһы айырым урын алып тора. Формаһы һәм йөкмәткеһе менән ғәҙәти булмаған был әҫәрҙәрҙә режиссерҙың бай фантазияһы, профессиональ мөмкинлектәре һәм юғары мәҙәнилеге асыҡ сағыла. Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарыуында ул спектакль Мәскәү Бөтә Союз Үҙәк телевидениеһы аша СССР тамашасыларына күрһәтелде. 1982 йылда Башҡорт дәүләт академия театрында Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле спектакльдең премьераһы була. Унда төп ролде — Кәрим Хәкимов ролен актёр Әхтәм Абушахманов башҡара. Спектакль данға ҡаҙана һәм уның телевизион варианты төшөрөлә. 1987 йылда пьеса айырым китап булып нәшер ителгән. Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡыҙыл паша» менән Сирия Ғәрәп Республикаһы баш ҡалаһы Дамаскта үткән Х Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты һәм ҙур уңыш ҡаҙанды. Ошо әҫәр буйынса эшләнгән фильм-спектаклде 20-нән ашыу ғәрәп иле һатып алды. Эҙләнеүҙәр барышында мин Әхмәт Әбушахмановтың пьеса премьераһынан һуң биргән интервьюһының яҙмаһына тап булдым. Тормошобоҙҙа ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бик күп бит ул. Ә. Әбушахманов актерҙар йортонда осраҡлы ғына Кәрим Хәкимовтың йыраҡ туғаны Рәмзил Вәлиев менән осраша. Ул илсегә арнап кисә әҙерләп йөрөгән була һәм Әхмәт Әбушахмановҡа үҙе сығарған шиғырҙы һөйләргә ҡуша. Актер шиғырҙы уҡый, Кәрим Хәкимов яҙмышы бик мауыҡтырғыс тойола. Пьеса буйынса Лик Вәлиев спектакль ҡуйырға булғас, режиссерға барып: “Кәрим Хәкимовты мин уйнарға тейеш. Мин уның тураһында беләм”- тинем тип һөйләне. Шулай итеп, Әхмәт Әбушахманов ошо ролде башҡара. Был бәхетле осрашыу була. Фидан Ғафаров менән бергә Лик Вәлиев тураһында тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә алалар. Уны режиссер ғына түгел, педагог- режиссер тип һанайҙар. Уға рәхмәтле булыуҙарын әйтеп үтәләр. 1983 йылда әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы пьесаның авторы, драматург Н.В.Асанбаевҡа, төп ролде (Кәрим Хәкимов) башҡарыусы артист Әхтәм Абушахмановҡа, спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы-режиссер Лек Вәлиевҡа бирелде. «Паша» һүҙе — ғәрәп һәм төрки донъяһында ололау билдәһе, ихтирам яулаған кешегә генә әйтелер дәрәжә. Драматург Нәжиб Асанбаев — үҙенең оло ижад юлында, сәхнә сәнғәтенә тоғро һәм емешле хеҙмәт итеү юлында, дәрәжәле хөрмәтләүгә лайыҡ уҙаман, башҡорт драматургияһының «пашаһы». Йомғаҡлау Башҡорт халҡының данлыҡлы улы, бөйөк шәхес Кәрим Хәкимовтың тормош юлын, эшмәкәрлеген өйрәнеү, тикшереү ваҡытында мин үҙем өсөн бик асыштар яһаным. Уның менән һоҡланмау мөмкин түгел. Аҡылы, тырышлығы, белемлелеге, тәрбиәлелеге менән юғары баҫҡыстарға күтәрелгән. Кәрим Хәкимов ғәрәп дәүләттәре араһындағы мөнәсәббәттәргә нигеҙ һалған легендар шәхес. Был ғилми-эҙләнеү эшемде башҡарып сығыр өсөн мин иң беренсе Кәрим Хәкимов тураһында мәғлүмәттәр менән таныштым, Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһын уҡып сыҡтым, әҫәр буйынса ҡуйылған спектакльде лә ҡараным. Кәрим Хәкимов тураһында яҙылған белешмәләрҙәге һәм пьесала һүрәтләнгән образдың да оҡшаш һыҙаттарын билдәләнем. Мин үҙем өсөн бик күп асыштар эшләнем. Алда әле мине яңы асыштар көтә тип уйлайым. Ошо асыштарым тураһында башҡаларға ла еткергем килә.
Әҙәбиәт исемлеге 1.Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. 2.Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе/Баш мөхәррир Р.З. Шәкүров.-Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ҡилми нәшриәте, 1997.-696 бит, һүрәттәре менән. 3. Воспоминания о Кариме Хакимове. Составитель Гадилов Л. З., Г. Г. Амири. Уфа, 1982. 4. Озеров О.Б. Карим Хакимов: летопись жизни (о судьбах ислама и коммунизма в России). — Москва: Издательство научных изданий КМК, 2020. — 232 с. 5.Асфандияров А.3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа, Китап, 2009. — 744 с. С.461 6..https://ba.wikipedia.org/wiki/. 7. https://yandex.ru/efir 8. https://yandex.ru/video/
[1] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. [2] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. [3] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. [4] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. [5] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит. [6] Асанбаев Нәжиб. Сәхнә әҫәрҙәре. Драмалар һәм комедиялар.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. -576 бит.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 57; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.156 (0.009 с.) |