Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Эльза Йәғәфәрова, 9 класс.Поиск на нашем сайте Эльза Йәғәфәрова, 9 класс. Уҡыусылар яҙа Ауыл кешеһенең бер көнө Йәй көнө сәғәт алтыла тороп көтөү ҡыуабыҙ. Аҙаҡ тауыҡтарҙы ашатып, ҡаҙҙарҙы ырҙын артындағы һыуға төшөрәбеҙ. Уларға даими күҙ-ҡолаҡ булып тороу кәрәк. Атайым бесән әҙерләү менән мәшғүл. Өләсәйем менән әсәйем үҙҙәренең йорт мәшәҡәттәре менән мәж килә. Минең бурыс - кискә табан көтөүгә барып һыйырҙарҙы ҡаршылау. Уларҙы әсәйем һауғас, ауыл осона сығарып, көтөп ашатам. Был үҙе бер ял минең өсөн. Линар Мусин, 8 класс.
Улар- халыҡ хәтерендә Ошо рубрика аҫтында 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһында Бишауыл-Уңғар ауылынан ҡатнашыусы яугирҙәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы мәғлүмәт Хәйрулла Әхмәтов хаҡында. Хәйрулла Әхмәтов (1904-1986) Хәйрулла Нурғәле улы Әхмәтов 1904 йылда Ҡырыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Үҙ ауылындағы земство мәктәбендә белем алған. 1926- 1929 йылдарҙа Рәсәй эшсе-крәҫтиән армияһында хеҙмәт итә. 1935-1936 йылдарҙа коммунистик университетта уҡый, ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетында инструктор бкулып эшләй. 1936 йылда Ҡабаҡ МТС-ы директорының сәйәси яҡтан урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1938 йылда - партияның Ҡырмыҫҡалы район комитетының икенсе секретары. 1939 йылда- партияның Маҡар район комитетының беренсе секретары. 1941 йылда Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғанда 294-се кавалерия полкы комиссары итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың 4 июлендәОлым йылғаһы буйындағы Олешки ауылы янындағы алышта полк яугирҙәре дошмандың 200 һалдатын ҡыйрата. Ошо алышта дошмандың һөжүме туҡтатыла һәм яуланған позиция 1943 йылдың февраленә тиклем ҡулда тотола. Хәрби батырлыҡтары өсөн майор Хәйрулла Әхмәтов офицерҙарҙан тәүге булып Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Артабан Мәскәү, Сталинград өсөн алыштарҙа ҡатнаша, 1-се дәрәжә “Ватан һуғышы” орденына лайыҡ була. 1944 йылда яраланып, һуғыштан ҡайтарылғас, ВКП(б) –ның Башҡортостан Өлкә комитетының хәрби бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Һуғыш тамамланғас, партияның Маҡар, Йылайыр, Йомағужа райкомдары секретары булып эшләй. 1947 йылда БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1986 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылында вафат була. Хәйрулла Әхмәтов хаҡында яҙыусы Рәшит Низамов “Немецтәрҙең мәкеренә алданманы” тигән очерк яҙа («Республика Башкортостан» гәзите, 2008 йылдың 7 авгусы).
Былар ҡыҙыҡлы Ҡасан? Күпме? Бишауыл –Уңғар ауылы XVIII быуатта “Башауыл” тип аталған. 1795 йылда 75 өйҙә 172 ир һәм 189 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1816 йылғы иҫәп 227 аҫаба һәм 10 ситтән килеүсене сағылдырған. 1834 йылдағы иҫәп буйынса 549 кеше йәшәгәне билдәле. 1866- 1919 йылдарҙа Бишауыл –Уңғар 14 ауылды берләштереп, 9225 кеше йәшәгән олоҫ (волость) үҙәге булған. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, йәйен йәйләүгә сыҡҡан. Ете һыу тирмәне, тимерлек, ике бакалея лавкаһы эшләгән. Халыҡтың 388 умартаһы, 300 солоғо булған. Артабан олоҫ үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылына күсерелгән. Совет власы алған тәүге иҫәп Бишауыл –Уңғарҙы 219 хужалыҡта 1113 башҡорт донъя көткән ауыл тип күҙ алдына баҫтыра. Һуңғы халыҡ иҫәбендә (2010 йыл) 672 төп халыҡ вәкиле күрһәтелә. (“Ағиҙел” журналынан алынды. 2021 йыл, 1-се һан, 170-се бит).
Ҡасандыр март айында...
· 1905 йылдың 5 мартында күренекле башҡорт әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшина тыуған. · 1946 йылдың 5 мартында АҠШ-тың Фултон ҡалаһында Бөйөк Британияның элекке премьер –министры Уинстон Черчилль: “Европа өҫтөнә тимер шаршау төштө,” –тип белдерә. Ошонан “һалҡын һуғыш” сәйәсәте башлана. · 1989 йылдың 7 мартында беҙҙең экрандарҙа “Ҡол ҡатын Изаура” исемле Бразилия сериалы тамамлана. Ул ярты йыл дауам итә. · 1975 йылдың 7 мартында Тымыҡ океанда ядро ракеталы ПЛ-574 совет һыу аҫты кәмәһе бата. Бортында 89 моряк була. · 1985 йылдың 10 мартында КПСС Үҙәк Комитетының Генераль Секретары Константин Черненко вафат була. Уның урынына килгән Михаил Горбачев үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен башлап ебәрә.
Ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Миңнур Миңлеғәле ҡыҙы Сәйетгәрәева тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан уға киләсәктә ҡыуаныслы, шатлыҡлы, бәрәкәтле, бәхетле, уңышлы көндәр, ныҡлы сәләмәтлек, ҡояш ғүмере теләйбеҙ.
© Мәғлүмәттәрҙе Рим Исхаҡов етәкселегендәге матбуғат хеҙмәте әҙерләне. © Мәғлүмәт бите 2019 йылдың апреленән айына ике тапҡыр донъя күрә.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-07-06; просмотров: 33; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.198 (0.01 с.) |