Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Рәми Ғарипов «Урал урманы»
Тема:Әхмәт Лотфуллиндың “Хушлашыу” картинаһы буйынса иншаға яҙыу. Маҡсат:Рәссам Ә.Лотфуллиндың ижады менән таныштырыу; Әхмәт Лотфуллиндың «Хушлашыу» картинаһының йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларға тыуған яҡҡа, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Планлаштырылған һөҙөмтәләр: 1) үҙ аллы эшләй белеү оҫталығын арттырыу; 2) һығымталар, йомғаҡлауҙар, анализ яһарға өйрәнеү; 3) бәйләнешле телмәр үҫтереү. Хайран ҡалып ҡарап торор инең Ҡарағайҙың һәр бер быуынын, Һәр бер быуынында ҡарағайҙың Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын… Тик болоттар уйымынан беҙгә Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар. Быуын- быуын булып тарих ҡарай- Ҡанлы- данлы халыҡ тарихы. Рәми Ғарипов «Урал урманы» ( Әхмәт Лотфуллинға арналған, 1971й.)
Дәрес барышы. I.Ойоштороу мәле II. Инеш һүҙ. Уҡытыусы һүҙе: Ҡайһы һүрәттәре рәссамдың ошо шиғыр юлдарына тап килә? Бөгөнгө дәрестә беҙ рәссамдың «Хушлашыу» картинаһын өйрәнәсәкбеҙ. Тыуған халҡы, иле, уның киләсәге өсөн янып- көйөп йәшәгән көслө рухлы кешеләр араһында Башҡортостандың халыҡ рәссамы айырым бер урын биләй. Бөгөн дәрестә беҙ Әхмәт Лотфуллиндың тормош юлына, ижадына байҡау яһарбыҙ, уның ижады менән танышып китербеҙ, телмәр үҫтереү күнекмәләрен үткәрербеҙ, ижади эштәр эшләйәсәкбеҙ. Әбйәлил районының Ҡырҡты тауы итәгендәге бер ауылда Фәтҡулла исемле мулла менән Нәфисә исемле ҡатын йәшәгән. Фәтҡулла мулла заманының уҡымышлы кешеһе булған. Уларҙың бер- береһенән матур ике ҡыҙы, биш малайы тыуған. Әсәләре балаларын, иркәләтеп: «Йәйғорҙарым минең!”- тиеп һөйә икән. Ете балаһын йәйғорҙың ете төҫөнә тиңләгәндер инде Нәфисә инәй. Әхмәт әсәһенә оҡшап сабыр холоҡло, шиғри йәнле булып үҫкән. Бер саҡ атаһы уның тыуған көнөнә ҡәләм, дәфтәр бүләк итә. Иртә таңда малай дәфтәренә һүрәт төшөрә башлай. Күктәге тылсымлы йәйғор Әхмәтте офоҡтар артына әйҙәй. Һүрәттәрен алып, ауыл малайы ҙур ҡалаға юллана. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Уның йәш йылдары Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Һуғыш башланғас, йәш егет Магнитогорск ҡалаһына йәйәү бара, унда училищеға инеп токарь һөнәрен үҙләштерә башлай. Һуғыштан һуң ул Ленинград ҡалаһында архитектура һәм һынлы сәнғәт, Өфөлә театр һәм һынлы сәнғәт училищеларын тамамлай, Литва республикаһындағы дәүләт һынлы сәнғәт институтында уҡый.Ленинград художество- һөнәрселек училищеһында, Өфө сәнғәт училищеһында белем ала, һуңынан Литва ССР- ының Дәүләт художество институтында уҡый. Талантлы рәссамдың үҙенең дә һүрәттәре донъяның төрлө музейҙарынан урын ала. СССР-ҙың, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, академик Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Уҡытыусы.Уның картиналары төрлө жанрҙарҙа башҡарылған. Картинаның идея- тематик йөкмәткеһен дөрөҫ аңлау өсөн, һынлы сәнғәт әҫәренең жанрын дөрөҫ билдәләй белергә кәрәк. Пейзаж- тәбиғәт күренештәре; натюрморт- төрлө предметтарҙы, сәскәләрҙе, йәшелсәләрҙе һ.б. һүрәтләү; портреттаһүрәтләү объекты- кеше; графика- ҡағыҙға ҡәләм, тушь, күмер йәки акварель бумалаһы ярҙамында һүрәт төшөрөү; төҫлө һүрәт(живопись)- буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте, һынлы сәнғәт. III. Картина өҫтөндә эш. Уҡытыусы: “Хушлашыу” картинаһы ниндәй жанрҙа башҡарылған? ( “Хушлашыу” - һынлы сәнғәт әҫәре, «төҫлө һүрәт»
1. Терминдар өҫтөндә эш. – Беҙҙең алда картинаның репродукцияһы. Ә нимә ул репродукция? «Репродукция – күсермә картина, рәссамдың картинаһынан күсермә, картинаның кесерәйтелгән копияһы» 2. Тема һәм идеяһын асыҡлау. - Һәр бер әҙәби әҫәрҙең темаһы һәм идеяһы булған кеүек, һынлы сәнғәт әҫәренең дә темаһы һәм идеяһы була. Һеҙҙеңсә, был картинаның темаһы ниндәй? (һуғыш темаһы. Һуғышҡа оҙатыу күренеше. Йәш ҡатын- ҡыҙҙың хушлашыуы) - Әҫәрҙең идеяһы ниндәй? Был әҫәре менән автор ни әйтергә теләгән? (айырылышыу ҡайғыһының ауырлығы күрһәтелә, һуғыштың ниндәй ауырлыҡтар килтереүен, һуғышҡа ҡарата нәфрәт уята) - Картинаның композицияһы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ ?(картинала предметтарҙың урынлашыу тәртибе) 3. Картинаның йөкмәткеһе өҫтөндә эш. - Картинала һеҙ нимә күрәһегеҙ?(беренсе планда бала тотоп тороусы йәш ҡатын йәш ир кешене һуғышҡа оҙатыуы, картинаның күберәк өлөшөн артҡы план ала:яланғас таулы пейзажға барып тоташҡан бейек,болотло күк йөҙө тәшкил итә. - Картинаның фоны тураһында һеҙ ни әйтерһегеҙ? (Был фон айырылышыуҙың ауырлығын, алда ниндәй һынауҙар көтәсәген, айырылышыу бик оҙаҡҡа, хатта мәңгегә булыуы тураһындағы тойғоно тәрәнәйтә) - Картинаға тағы ниндәй исем бирер инегеҙ?(Еңеү менән ҡайт, һөйөклөм. Беҙ һине көтөрбөҙ). - Уҡытыусы:(башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары һуғышҡа оҙатҡанда күҙ йәше сығармағандар, һәр ваҡыт әйтер булғандар: Еңеү менән ҡайт, илде һаҡла.) - М.Кәрим һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп( «300 егет» шиғырынан өҙөк) Йәш күрһәтмәй ҡатып ҡалды әсәйҙәр Сөнки шундай йола йәшәй Рәсәйҙә: Егет китһә ,яуҙарға хаҡ эш менән Сылатмайҙар уның юлын йәш менән. - Картинаның иң мөһим деталдәрен әйтеп сығығыҙ.(ҡатын- ҡыҙ оҙон һоро төҫлө күлдәк, камзул, башына шул уҡ төҫтәге шәл ябынған, аяғында кәлүш.Бала ҡорамыш биләүгә төрөлгән. Ир кеше өҫтөндә фуфайка, ҡайыш, ҡулында баш кейеме, һоро салбар, аяғында кирзе итек, арҡаһында биштәр тоҡ, юл, йәшел үлән, тау теҙмәһе, аҡ күк йөҙөн ҡаплаған ҡара болоттар) - Картинала бирелгән ҡатын- ҡыҙ һәм ир кеше образын һүрәтләгеҙ(Ҡатындың йөҙөндә ҡайғы- хәсрәт күрәбеҙ, ләкин күҙ йәшенә ирек бирмәй, рухи яҡтан көслө икәнен күрәбеҙ.Йәш ҡатын ҡулындағы сабыйын үҙенә ҡыҫып тора, бал а- бында ғүмер дауамын иҫбатлай . Ир кеше ҡатынына ҡайғылы күҙҙәре менән ҡарай). - Ни өсөн ир кеше баш кейемен ҡулына тотҡан? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Баш кейемен сисеү –ул хөрмәтләү тигән һүҙ). - Ниндәй йыл миҙгеле һүрәтләнгән? - Ни өсөн тәбиғәт күренеше артҡы планда?(был картинаның темаһы кеше яҙмышы менән бәйләнгән). - Картинаның төп фекере ниндәй?(картинала , әйтерһең дә һауа киҫәтеп тора, алда юғалтыуҙар, ауырлыҡтар , бәлә-ҡаза, бигерәк тә ҡатын ҡыҙ яҙмышына тура килә.) - Картина ниндәй хистәр уята?(һуғышты ҡәһәрләү) - Картинала рәссам ниндәй төҫтәр ҡулланған?( ҡара, күк, һоро, тимәк ҡара төҫтәр) IV. Иншаға әҙерлек. Уҡытыусы.Әхмәт Лотфуллин: «Картина тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар», -ти. Ә беҙ картина буйынса инша яҙырға ла әҙерләнәбеҙ. Күргәнебеҙҙе, тойғаныбыҙҙы, уйлағаныбыҙҙы өйҙә яҙасаҡ иншаларҙа сағылдырырһығыҙ. Текст төрҙәре: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү. Тел стилдәре : йәнле һөйләү, матур әҙәбиәт стиле, хаттар стиле, публицистик, рәсми, фәнни. Инша планы. 1. Рәссам тураһында һүҙ. 2. «Хушлашыу» картинаһының идея- тематик йөкмәткеһе (ҡатын- ҡыҙ образы, тәбиғәт,) 3. Әҫәрҙең төп идеяһын асыуҙа автор тарафынан ҡулланылған төҫтәрҙең роле. Терәк һүҙҙәр: Һәр кешенең бурыс, ҡайғынан ҡатҡан һын, үҙ балаһына берҙән- бер терәк булып ҡалыусы, бар ауырлыҡ ҡатын – ҡыҙға төшә, Ҡайғы килтереүсе ҡәһәрле һуғыш. V. Йомғаҡлау. Рәссамдең картиналары Нестеров музейында ғына түгел , Санк- Петербургтың Рус музейында «Хушлашыу » картинаһы, «Өс ҡатын» картинаһы Мәскәүҙә Третьяковский музейында. Күңелдәрҙә урын алырлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәр ижад итер өсөн, иң элек күңелеңдә халыҡҡа, тыуған илеңә ҡарата оло һөйөү йөрөтөргә кәрәк. Мостай Кәрим юҡҡа ғына ошо һүҙҙәрҙе әйтмәгән: “Әхмәт Лотфуллин бөйөк рәссам һуғыш темаһына бағышланған картиналарында һуғыш эпизодтары күрмәйбеҙ, тик ул ғына үҙенең халҡының тарихи аша, милләт намыҫын күрһәтә“. VI. Өй эше.Инша яҙып ебәрергә.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-27; просмотров: 62; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.014 с.) |