Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Оҫта – бауырһаҡ бешереүсе, йырға, бейеүгә, телгә лә оҫта, шаян ҡатын.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Сәрүәр Сурина
БАУЫРҺАҠ
Халыҡ тамашаһы өсөн сценарий
Пролог, алты күренештә, эпилог
Ғәмәли төркөм (иғлан ителә):
АБ-1(егет), АБ-2 (ҡыҙ), АБ-3 (ҡыҙ) - байрамды алып барыусылар. Улар – тарихты бәйән итеүсе, ваҡыты менән тасуирлаусы, аңлатыусы булараҡ, тамаша буйына актив ҡатнаша. Әгәр улар музыкант, йәғни тере оркестр булһа – баянсы, ҡурайсы, думбрасы, мандолинасы булараҡ, музыкаль биҙәлеште хәл итһә, ифрат уңайлы буласаҡ. Оҫта – бауырһаҡ бешереүсе, йырға, бейеүгә, телгә лә оҫта, шаян ҡатын. Хан ҡыҙы - әкиәти матур йырсы ҡыҙ. Бауырһаҡ-Батыр егет - әкиәти матур, шаян, баҙыҡ, мөхәббәтле, йырсы егет. Бауырһаҡ-Дим-дим – костюмлы, дәрәжәле ҡиәфәтле, тәкәббер, һауалы ир. Сәксәк – ефәккә уранған, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, гел йылмайыусан, көйәҙ ҡыҙ. Урама–Кәкүртке – ҡат-ҡат итәкле, капризлы, илаҡ, ҡыйпысыҡ бисә. Ҡош теле–Йыуаса - үҙенә ышана, ныҡ баҫып йөрөй, йыуантаҡ ҡатын.
Ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр – 7 йәштән 70 йәшкә хәтле.
Сәхнәлә - Алтын көҙ. Бесән күбәләре, һары ҡайындар, ҡыҙыл миләштәр анһат ҡына бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле өйөм-оялары булып үҙгәреп тә китеүе ихтимал. Күңелле халыҡсан көйҙәр. Уртала өҫтәл, уны тирәләп эскәмйә-ширлектәр теҙелә.
Өфө 2015 йыл
Пролог
Байрамды алып барыусы өсәү - АБ-1(егет), АБ-2 (ҡыҙ), АБ-3 (ҡыҙ) инә. АБ-1. Йәмәғәт, ауылдаштар, хәйерле көн! АБ-2. Алтын көҙҙөң түрендә, мул уңыштың үрендә - әүәл Аллаға, хәйерле сәғәттә Бауырһаҡ байрамы башлана! АБ-3. Бауырһаҡты кем белмәй, кем ашамай, кем күрмәй?! Йә, кем белмәй?!!
ЙЫР-ХУПЛАУ: (Алып барыусылар хуплау йырын берәмләп йырлаһын йәки кемеһе асыҡ, матур йырлай, шул башҡара, ҡалғаны бейешеп тора… Башҡорт халыҡ йыры “Миңә ҡарап-ҡарап ала...” көйөнә йырлана.) Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, хатта яҡын күрәбеҙ, Бауыр-бауыр-бауырһаҡ тип, талымһаҡ та ҡабымһаҡ тип, танһыҡ аш тип һөйәбеҙ, табын түрен йәмләп торған тәмле аш, тип беләбеҙ.
АБ-1. Бауырһаҡ – башҡорт халыҡ милли ашамлығы! АБ-2. Бауырһаҡ - тыныс тормош, етеш тормош ризығы. АБ-3. Бауырһаҡ – ул беҙҙең өсөн бөгөн байрам ҡыҙығы! Шулай бит?!
ЙЫР-ХУПЛАУ: Бауырһаҡ – ул мул табындың, бай тормоштоң ризығы, Бауыр-бауыр-бауырым, тип елеп йөрөп әҙерләгән, һәр бөртөгөн ҡәҙерләгән, өҫтәлдәрҙе һығылдырған аш-һыуҙарҙың ҡыҙығы.
АБ-1. Ауылыбыҙҙың оҫталары – залда! АБ-2. Һөнәрселәр ҙә өйрәнсектәр ҙә бында. АБ-3. Бауырһаҡты бешереүселәр ҙә ашап бөтөрөүселәр ҙа бында!!!.
ЙЫР-ХУПЛАУ: Бары ла бар булмаһа, оно-майы булмаһа, ҡулы-яйы булмаһа, Бауыр-бауыр-бауырһаҡ, тип Туй-байрамдар булмаһа, Бешмәҫ ине бауырһағым – бешереүсе булмаһа, Бөтмәҫ ине бауырһағым – бөтөрөүсе булмаһа.
АБ-1. Йәмәғәт, ауылдаштар, байрам ҡунаҡтар - Фәлән-Фәләнәләр... (ауыл оҫталарын барлау-һанау) килгән! АБ-2. Бауырһаҡ байрамы башлана! АБ-3. Беҙҙең ауылда Бауырһаҡ байрамы булыр алдынан ғына, ғәжәп матур бер көндә ғәжәп бер ваҡиға булған, ти. Ул ауылыбыҙҙың бауырһаҡ оҫталарының береһенең өйөндә башланған, ти. Көн буйы йорттан-йортҡа күсеп йөрөгән дә әле беҙҙең байрам кисәһенә килеп кергән, ти. Ҡарайыҡ эле шул – ни мажара, ни тарих булды икән ул?!
Алып барыусылар артҡы пландағы ҡайын, күбә, сәксәк өйөмө янына китә.
Музыка
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 49; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.10 (0.009 с.) |