Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Донъя бизмӘне бӘҮелӘ шул. . .“Ай тотолған төндә” трагедияһы - алыҫ быуаттар аръяғында булған хәлдәр, дала риүәйәте буйынса яҙылған әҫәр, уның тәрән фәлсәфәһе боронғоно, бөгөнгөнө һәм киләсәкте үтәнән-үтә теккән еп кеүек – дәүерҙәр алмашыныр, әммә әҙәм балаһының тәҡдир менән ярышыуы үҙгәрмәҫ... Алла ҡоло итеп яратылған әҙәм күңеленә шайтан ҡотҡоһо булып әллә нисә төрлө сүрәттәге идеялар, йолалар, тәғлимәттәр уралған. Ысынында иһә улар араһында кешегә кеше булып йәшәр өсөн иң кәрәклеләре күренмәй ҙә, йәмғиәт ялған инаныуҙар менән ҡапланып, мүкләнеп китә. Башҡорт халыҡ ижады донъяуи ҡанундарҙы өйрәткән һәм һаҡлаған эпик әҫәрҙәргә бай, башҡорт театры тигән сәнғәти феномен да иң беренсе спектаклдәренән үк эпик тонда булыуы менән үҙенсәлекле, башҡорт актеры тигән уникаль сәхнәүи маһирлыҡ та тап ошо эпик тәрәнлеккә һәм бейеклеккә ынтылыуы менән совет иле театр киңлектәрендә башҡаларҙан ныҡ айырылып торған һәм әле лә шул йүнәлештән тайпылмай. Ләкин башҡорт сәнғәтендә һәм мәҙәниәтендә халыҡсан эпик тәрәнлекте үҙенә-үҙе самалап үлсәү, үҙҙәрен-үҙҙәре эпик әҫәр тарафынан һынап ҡараусылар барыбер бик һирәк. Йыр, бейеү сәнғәте был йәһәттән алдараҡ бара, һуңғы йылдарҙа нәфис һүҙ сәнғәте лә эпик теманы йотлоғоп тыңлаған тамашасыһын йыя. Башҡорт академия драма театры иһә һуңғы осорҙа тап ошо эпик үлсәмдәр менән яраш сәхнә әҫәрҙәре ҡора. Айрат Абушахманов, Олег Хановтың режиссерлыҡ эшмәкәрлегендә тап шундай ынтылыш, теманы эпик ҡараш менән асыу ярылып ята. Һәм, әйтергә кәрәк, эпик “асҡыстар” менән башҡорт халыҡ фәлсәфәһе айырыуса уңышлы “асыла”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән 2020 йылдың башында Өфөлә “Йәш ҡалалар театры” проекты ойошторолдо. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Яҡут-Саха иленән килгән күренекле режиссер, “Алтын битлек” театр премияһы лауреаты Сергей Потапов ҡуйған спектакль – “Ай тотолған төндө” трагедияһы менән сығыш яһаны. Беренсенән, беҙ Стәрлетамаҡ труппаһын яңы әҫәр менән ҡотланыҡ, ниһайәт, “үҙегеҙҙең Тәңкәбикә, Дәрүиш, Диуана, Аҡъегет менән Шәфәгегеҙ бар”, тинек. Икенсенән, классик трагедия, егерменсе быуаттың икенсе яртыһында башҡорт сәхнәһендә тыуған иң көслө әҫәрҙәрҙең береһе, ул бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда нисегерәк уйнала, уның шиғранә теле, халыҡсан фәлсәфәһе нисек яңғырай? Быны күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы ине. Стәрлеләрҙең яңы спектакле баштан уҡ ҡыҙыҡһыныу менән ҡаралды, “Нур” театрының ҙур залында тәрән һәм көсөргәнешле тынлыҡ хөкөм һөрҙө, сәхнәнән трагедияның һәр кемгә яҡшы таныш, хрестоматик тексы ағылды. Һәм текст ҡына ла түгел!.. Сәхнәлә бик һаран һәм баҙыҡ штрихтар менән донъя көмбәҙе түңкәрелеп тора. Юҡ, ул көмбәҙ ҡыҙған торомбаштар кеүек ҡып-ҡыҙыл тирмә таяуҙары рәүешендә ырыу өҫтөнә ҡапланған... Гүйә уны бәләләрҙән ҡурсырға теләй, юғиһә һәр ауыр хәбәр һәм һынау тирмә һайғау-таяуҙарын ҡайҙалыр алып китә, тирмәне ҡаҡшата, ә унда бит кешеләр йәшәй, унда өмөт һәм мөхәббәт көнгә үрелә... Улар донъяға хөр йәшәр өсөн тыуғандыр бит? Хәйер, был бит эпос, тарих, риүәйәт, унда шиғранә телле аҡын тауышы, әсә моңо ағыла, ябай һәм мыҡты, ышаныслы итеп донъя көткән ҡатын – бейбисә Тәңкәбикәнең биләмәһе. Ҡоро тауышлы, ҡаты ҡуллы булып күренгән ҡамсылы бейбисәнең күңеле йомшаҡ, йөрәге изгелер, юғиһә уны урап алған балалары һәм яҡындары үҙҙәрен ғәмһеҙ һәм иркен тоя, уның илендә иркә һәм ирекле самими заттар йәшәй төҫлө (ҡуйыусы рәссам Сулпан Азаматова, балетмейстер Альмира Дорн, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов). Эпик киңлеккә бөтөнләй тап килмәҫтәй көнкүреш тондарҙан спектакль азат, һәм шул уҡ ваҡытта эпос схема рәүешендә генә бирелмәй, төрлө ваҡиғаларға бәйле нәмәләр төрлө юлдар менән асыла. Мәҫәлән, яуҙан ҡайтырға тейешле Юлмырҙаны көтөү шундай ғорур өмөт менән тулы. Илгә тыныс бәхетле тормош эйәләре – ир-егеттәр кире ҡайта. О, кешелек үҙе ғазапланып тыуҙырған һәм тағы ла нығыраҡ аһ-хәсрәттәр менән инанып йәшәгән тәғлимәт бит был: ил-йорт хужаһы – ир-егет!.. Ошо өмөт өҙөлһә, ғаилә, ырыу, ил тотош бер упҡын алдында ҡала, улар йә имен ҡала, йә юҡ, барыһын да сабырлыҡ һәм ваҡыт хәл итәсәк. Ил хужаһы Юлмырҙа ҡайталманы. Уның ҡәбер тупрағы гүйә һауанан осоп төшкән ҡәһәр ташы кеүек яҡындарының алдына килеп төшә. Тәүге тетрәндергес образ бейеклеге спектаклдәге бөтә яҡшылыҡ-яманлыҡ бизмәндәрен әйләндереп-түңкәреп ташлай. Бейбисә Тәңкәбикә өҫтөнә ябырылған һынауҙарҙың башы ғына була был, үҙе таянған һәм ышанған боронғо йолаларҙың әҙәм үтә алмаҫлыҡ кәртә-упҡын булырын ул әлегә уйына ла килтермәй... Ниндәйҙер әҙәми эгоизм, үҙ-ара кәмһетеү арҡаһында ике йәш кеше араһындағы мөхәббәтте ҡорбан итеү һәр заманда ла бик күп аһ-зар, рәнйеү һәм күҙ йәштәренә сәбәп була. Иң анһаты – ул мөхәббәтте ашатлап үтеү, тип һанаған бәндәләр аҙаҡ үҙҙәре шул әрнештән хасил булған әсе һабаҡтарҙы татый. “Ай тотолған төндә” спектакленең программкаһын (дизайнер Ләйсән Шибанова) төп героиня Тәңкәбикәнең йыһан төпкөлөнән атылып килгән тупты тотоп алғандай, тулған айҙы ҡосаҡлап уйға сумған бик тәрән йөкмәткеле һүрәте биҙәй. Баҡһаң, уның ҡосағындағы ай – уға тормош биргән бөтә форсат-мөмкинлектәр, уның йәшләй генә ҡылған яңылышлығы ла мөхәббәт арҡаһында була. Шул мөхәббәт бәхетен ул үҙе өсөн ҡайғыға әйләндереүе арҡаһында “илай белмәгән ғәрип” бала тыуа. Әлмисаҡтан кешегә бирелгән һөйөү хисен ниндәйҙер йолалар хаҡына ҡорбан итеүе өсөн ул ауыр хаҡ түләй. Ләкин ире вафат булып, ырыу башлығы ҡамытын кейгәс тә Тәңкәбикә үҙе өсөн ифрат ауыр һәм ғәҙелһеҙ булған йола ҡыҫымынан ҡотолорға ынтылмай. Иң яратҡан улы Аҡъегетте һәм буласаҡ килене Зөбәржәтте лә ул баяғы йола аҫтына һала. Башҡортостандың халыҡ артисы Физалиә Рәхимова башҡарыуында беҙ боронғо һәм “яңы” Тәңкәбикәне күрҙек – йәғни бығаса беҙгә билдәле классик, трагик образ ҡотолғоһоҙ йола ауына эләгеп, бөтә ғүмере буйы ғазапланған ҡатын кеше хәлен сағылдыра. Нимәһе менән “яңы” ул? Йола ыңғайына йәшәгән бейбисә гүйә уға үс итеп уныңса эшләй, ул кешелек бәхетенән дә төңөлгән, йола ҡулында мөхәббәтле йәндәрҙе ҡыйратыусы бер йәнһеҙ сүкешкә әйләнгән. Сүкеш-бейбисә гүйә күктәге айҙы урталай яра, һуҡыр фанатик әҙәмдәр ҡулындағы күҫәк-ҡылыстарға әүерелә һәм үҙенең йәндәй күргән ғәзиз балаларын тураҡлап ташлай. Әммә йыһандар аша осоп, ниҙәндер өркөп үҙенең ҡосағына килеп ингән айҙы ул иркәләп тынысландыра ала ине, йәғни үҙенең аяғына йығылып ялбарған балаларының инәлеүен ишетһә, ул үҙе өсөн һәм бөтә донъя өсөн иң беренсе күңел тыныслығы, мөхәббәт ҡурсалауы таба алыр ине. Физәлиә Рәхимованың Тәңкәбикәһе – робот, ҡысҡыра-илай-һыҡтай, ләкин үҙенең кешелек бәхетен һәм мөхәббәтен йолҡоп-йолҡоп аяуһыҙ мәскәй – йола тамағына тығырға мәжбүр. Был сараһыҙлыҡ һәм тәҡдири ҡоллоҡ уның тирәһендәге бөтә нәмәне һәләк итә. Шиғранә күңелле Аҡъегет образы халыҡта бер хыял һәм бәхет йондоҙо булып йәшәгән күңел сафлығы, ирек һөйөү, мөхәббәткә тоғролоҡ хистәренән туҡылған. Шундай улдары һәр халыҡты таҙарта һәм яҡтырта. Ләкин был образды сәхнә киңлегенән айырмау өсөн, патетик тон биреп яһалмалыҡ күгенә осороп ебәрмәҫ өсөн актер Фәнил Ҡарасуринға бөтә оҫталығын һалырға тура килә, уның хәле Аҡбуҙатты тотоп менгән Урал батырҙың халәтенә оҡшаш. Эпик батырыбыҙ ҙа идеал сафлыҡ һәм батырлыҡ, тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө булған ҡанатлы толпарҙы тотоп менер өсөн ул талап иткән бөтә сифаттарға ирешергә ынтыла һәм шулай булып ҡала. Мостай Кәрим ижад иткән трагедияла балалар кикрәнсүге, хатта күктәр ергә төшөргән үлсәүҙең ике яғына, ике табағына ултырып уны сайҡап бәүеткән, дер һелкеткән ике образ бар. Бер яҡта – Диуана, икенсе табаҡта – Дәрүиш. Донъя бизмәнен кинәт тайшандырып, уйнатып ебәрә торған көс тап шул образдарҙа. Диуана менән Дәрүиш ролдәре аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе бутап-болғап ебәрә алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булырға тейеш. Бына Стәрлетамаҡ башҡорт театрында беренсе мәртәбә “тыуған” һәм күптән көтөп алынған “бала” - Диуана килеп сыға. Ул дцп ауырыуына хас ым-хәрәкәттәр менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Ләкин классик роль өсөн был ғына етмәй, тамашасы Диуананың “бизмәнде һелкетерлек” ҡөҙрәтен көтә. Һәм уның антогонисы – уны уятырлыҡ һәм ҡаршы аяҡландырырлыҡ Диуана образы сәхнәгә сыҡҡас, көсөргәнешлек тағы ла арта. Диуана (Марат Зөбәйеров) менән Дәрүиш (Илһам Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) араһында күҙгә күренмәгән алыш башлана, Тәңкәбикә менән Аҡъегетте мәңгегә айыра торған упҡын аша өҙөлөргө торған ҡыл тартыла. Диуананың феноменаль тәҡдиренә спектаклдең программкаһындағы ғәжәп фотоһүрәт ишара яһай: ай тотолған мәл уның күҙ ҡараһында сағыла! Диуана донъялағы бөтә ғәҙелһеҙлекте татыр өсөн, аҡ-ҡара көстәрҙең мәңгелек көрәшенә шаһит булыр өсөн тыуҙы микән ни, уның йәне йыһан бизмәненә аҡ көстәрҙе ҡотҡарыр өсөн һалынды микән ни? Хәйер, Диуана бизмән табағында яңғыҙ түгел. Шәфәҡ образы бар бит әле. Ул - бәхетле ҡатын һәм әсә булып йәшәргә бөтә хоҡуғы булған, әммә шәфәҡ нуры кеүек һүнгән шат һәм саф йөрәк, өмөт шәмен ҡабыҙған һәм мөхәббәтте яҡлап-ҡурсып ауаз һалған берҙән-бер самими йән. Шәфәҡ – трагедияла бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алған, башҡалар өсөн ҡорбан булырға әҙер берҙән-бер персонаж. Ләкин... ул үҙен ғәйепһеҙ килеш ғәйепле һанай, ә йола хаҡына оло фажиғәләрҙе ҡуҙғатҡандар һис тә һис ғәйепһеҙ булып сығалар. Хәҙер килеп тамашасы Шәфәҡ яҙмышы өсөн үҙен ғәйепле һанай. Аҙмы һуң беҙҙең арала шәфәҡтәр? Уларҙы илдәге аяуһыҙ закондар тыуҙыра һәм ташҡындай ағыҙып алып китеп тора. Ләкин ниндәйҙер йыһани мөғжизә менән шәфәҡтәр – өмөт шәме һаҡсылары һаман тыуа тора... Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында иҫ киткес һығылмалы, йәне-тәне менән үҙ бәхете өсөн көрәшсе булып ҡалған һылыу һәм ҡыйыу Шәфәҡ образы тыуҙы (актриса Әлиә Зарипова). Уның үҙенең йәшәү һәм һөйөлөү бәхетен – ирен икенсе ҡатын менән ҡалдырып, артына дуғалай шаҡарылып сәхнәнән сығып китеүе – ғәжәп тәрән мәғәнәле күренеш: һуңғы һулышына хәтле көрәшә, бәхете өсөн айҡаша ҡатын-ҡыҙ. Спектаклдәге ҡатын-ҡыҙҙар роле шәлкемендә сағыу сәскә – Зөбәржәт роле (актриса Гөлйемеш Ибраһимова). Ҡыйғыр ҡоштай ирекле дала ҡыҙы, йөрәгендә ғорур мөхәббәт утын дөрләткән Зөбәржәт һөйгәненең тоғролоғон һәм һөйөүҙең хаҡлығын күрә. Ошо бәхете уға ифрат ауыр һынауҙы үтәргә көс бирә, башы юғары, рухы сатнамаҫ булып ҡала. Аҡъегет образының илаһи ныҡлығы, шиғранә аҡылы бөтә спектаклдең таянысына әйләнгән. Актер Фәнил Ҡарасурин башҡарған был образдың республика сәхнә сәнғәтендә үҙ урыны буласаҡ. Классик әҫәрҙә уйнау – ҙур мәктәп. Шулай уҡ һынау һәм шәп форсат, йәғни үҙеңде күрһәтергә мөмкинлек. Стәрлетамаҡ башҡорт театры актеры Ырыҫҡол бей образын да яңыса күрһәтте (Илфир Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы). Баҙыҡ һәм һеңдереп уйнаусы актерҙың һәр бер хәрәкәте был сәхнәләрҙә күҙ алдында ҡалырлыҡ картиналар тыуҙырҙы. Ул сос һәм тос хәрәкәтле, ләкин сәбәләнмәй һәм ҡабаланмай ғына уйнауы бөтә ваҡиғаларҙы дөрләтеп урынынан ҡуптара. Ырыҫҡол бейҙе - ауыр саҡта башҡаларҙы һаман упҡынға этәргән был яуапһыҙ һәм яһил әҙәмде - Тәңкәбикә һис тә генә ғәфү итмәй. Улы өсөн бер бәхет һәм йыуаныс булған Зөбәржәтте ырыуҙа ҡалдырыу Тәңкәбикәгә лә бер таяныс, батҡан саҡта йәбешерлек һалам булып та тойолғандыр, ләкин... Зөбәржәт үҙенең һөйгәне Аҡъегеттең бөйөк һәм бейек йондоҙонан күҙ яҙлыҡтырмай, һөйгәненән баш тартмай һәм аҡ көстәр бизмәнендә лайыҡлы тос булып ҡала. Тәңкәбикәнең кесе улы Ишмырҙа роле (актриса Сәлимә Солтангәрәева) әҫәрҙә ырыуҙы киләсәктә етәкләр ир-егет булырҙаймы-юҡмы, тигән һуңғы һорауҙы ҡуйҙыра. Ғәмһеҙ баласағы аяныслы фажиғәләр менән осланған ир бала йөрәге ҡанһырап мәжнүн булған үҙ әсәһенә ни күрһәтер? Ялғанлыҡ һәм тәкәббәрлек битлектәрен кейеп, бер иш ҡиәфәтле ҡарттар – ҡатып ҡалған йолалар - был илде ниндәй “яҡшылыҡ юлына” илтер? Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын ҡуйыр өсөн режиссер Сергей Потапов Яҡут-Саха иленән саҡырылған. Саха яғында эпик жанрҙы сәхнәләштереү генә түгел, “тереләй” башҡарыу йолаһы һаҡланған. Яҡуттарҙың батырҙар тураһында эпостарын көйләп һөйләүселәре – олонхосуттары егерменсе быуаттағы утыҙынсы йылдар мәшхәрендә, сәйәси репрессияларҙа мөғжизә менән иҫән ҡала. Шул иҫән ҡалған өс олонхосут арҡаһында улар олонхоны башҡарыу мәктәптәрен тергеҙә һәм республиканың олонхо институты Юнесконың материаль булмаған мәҙәни байлыҡтар исемлегенә инә. Мостай Кәрим трагедияһында бәйән ителгән дала риүәйәте лә шундай уҡ сәсәндәр һәм аҡындар тарафынан ижад ителгән халыҡ ижадына ауаздаш. Тик эпик әҫәрҙе башҡарыусылары ғына сүпләп юҡ ителгән. Бары тик шағир-фәйләсүф Мостай Кәрим менән гениаль режиссер Шәүрә Мортазинаның бер булып тергеҙеүе арҡаһында был тарих бөтә илде уятырлыҡ фәлсәфи оран, ҡоллоҡҡа ләғнәт булып сәхнәгә сыға. Сергей Потапов үҙ илендәге тере эпосҡа тере мөнәсәбәтте, эпик әҫәрҙең саф һәм ҡеүәтле ҡылыстай үткер көсөн ҡулланып башҡорт сәхнәһендә “Ай тотолған төндө” яңыса яҡтырта алған. Трагедия яңы сәхнәлә яңы образдар, яңы сағыу ролдәр менән иркен киң һулыш ала. Ана, уның биҙәлеше иҫ киткес ябай һәм күркәм (сәхнә мөдире Илгиз Ҡашҡаров). Сәхнә төбөндә күктәге ҙур ай уртаға ярылды, ләкин кителеп осоп төшмәне... Бәлки, ул ай ярсыҡтары бер заман киренән ялғаныр. Кешенең күҙ асып йомғандай ғына ойолған ғүмер арауығында ай яңынан терелеүен ул күреп тә өлгөрмәҫ, ләкин донъя бизмәненең аҡ табағын тултырған көстәр йәшәй бит әле. “Сергей Потапов был трагедияны бөтөнләй икенсе төрлө юл менән сәхнәләштерергә тәҡдим иткәйне, әммә беҙ классик спектакль ҡуйыуын һораныҡ. Классик юл менән тыуған спектаклебеҙ бар, беҙҙең актерҙар ҙа, бөтә театр ҙа быға бик шат. Ләкин... данлыҡлы режиссер, эпик олонхо иле егете беҙҙең тыныслыҡты алып ҡайтып китте: беҙ “бығаса булмаған яңы ысул менән “Ай тотолған төндө” күрергә хыялланабыҙ”, – шулай тиҙәр Стәрлетамаҡ театрында. Донъя бизмәне йәнә бәүелеп китте! Беҙҙең дә шундай “айҙы” күрге килә. Тиҙерәк насип булһын! Сәрүәр Сурина.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 67; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.01 с.) |