Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Авторы: Әбсәләмова Ынйы Урал ҡыҙыӘкиәт Ялҡау тейен балаһы Авторы: Әбсәләмова Ынйы Урал ҡыҙы (Абсалямова Энже Ураловна) 5 йәш (22.12.2015) Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы «Сулпылар» балалар баҡсаһы муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүсеһе Телефон 8 999-132-49 98 guzel.abs@mail.ru Етәксеһе: Әбсәләмова Гүзәл Азамат ҡыҙы Ялҡау тейен балаһы
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, тейен. Уның ике ҡыҙы булған. Тейен көн дә иртә менән урманға эшкә киткән, ә ҡыҙҙары донъя көтөп ҡалыр булған. Ләкин уның ике ҡыҙы ике төрлө булған – береһе уңған, ә бәләкәс ҡыҙы иҫ киткес ялҡау икән, ти. Бер көндө тейен тағы ла эшкә йыйына икән. Ул ҡыҙҙарына: - Мин эшкә барам ,ә һеҙ өйөгөҙҙө йыйып ултырығыҙ. Аҙаҡ урманға сығып, ҡышҡылыҡҡа бәшмәк йыйығыҙ, тигән. Әсәләре сығып китеү менән, өлкән ҡыҙы йүгереп йөрөп өйҙө йыйған – иҙәнде һепергән, һауыт-һабаны йыуған. Шунан урманға сығып, күп итеп бәшмәк алып ҡайтып, киптерергә элгән. Ә бәләкәс тейен бер нәмә лә эшләмәгән, телевизор ҡарап тик ултырған. Кис еткән. Ҡыҙҙарҙың әсәләре ҡайтҡан: - Йә, ҡыҙҙарым, мин булмағанда нимәләр эшләнегеҙ? – тип һораған ул ҡыҙҙарынан. - Әсәй, әсәй, мин өйҙә йыйҙым, күп итеп бәшмәк йыйҙым, - тигән өлкән ҡыҙы. - Үҫкәнем, аҡыллым минең, ярҙамсым минең, - тигән әсәһе. – Бына һиңә шуның өсөн - бүләк! – тигән дә әсәһе, күҙҙең яуын алып торған ҡып-ҡыҙыл күлдәк сығарып биргән ҡыҙына. Быны күреү менән, тейендең бәләкәс ҡыҙы: - Ә миңә күлдәк ҡайҙа? – тип ҡысҡырып илап ебәргән. - Ялҡауҙарға бүләк булмай инде, - тигән әсәһе. Бәләкәс тейен балаһы күпме генә иламаһын, уға күлдәк булмаған. Икенсе көндө тейен тағы ла эшкә киткән. Әсәһе өйҙән сығып китеү менән, бәләкәс тейен балаһы йүгереп йөрөп өйөн йыйған. Шунан апаһы менән бергә урманға барып бәшмәк, сәтләүек йыйған, ти. Кис еткән. Әсәләре өйгә килеп инеү менән, бәләкәс ҡыҙы уның эргәһенә йүгереп барған да: - Әсәй, әсәй, мин бөгөн өйҙө йыйыштырҙым, апайым менән урманда бәшмәк, сәтләүек йыйҙыҡ, - тигән. - Эй, ҡалай уңған минең ҡыҙым, ярҙамсы булып киткән икән дә. Бына һиңә шуның өсөн бүләк, - тигән дә әсәһе, ҡыҙына иҫ киткес йәм-йәшел күлдәк биргән. Тейен ҡыҙы шул тиклем ҡыуанған! Күлдәген кейеп алып, көҙгө төбөндә өйрөлгән дә, әсәһенә рәхмәттәрен әйтеп, иптәштәре янына сығып киткән.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 61; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.007 с.) |