Вәлиева, М. Тажетдинов мәғлүмәттәре һәм фотолары. 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Вәлиева, М. Тажетдинов мәғлүмәттәре һәм фотолары.

Поиск

 

 

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл –Уңғар ауылы мәктәбе

ХӘБӘРҘӘР- һәр өйгә

мәғлүмәт бите

Март, 2021 йыл                                                                                                                                                        № 6 (47)

Мәғариф хәбәрҙәре

  

 Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең ҡабул итеү имтихандарын булдырмаҡсы. Был осраҡта берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре формаль рәүештә генә буласаҡ.

Мәктәп хәбәрҙәре

   

  • 1 мартта Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан кластарҙа асыҡ дәрестәр үткәрелде. Төрлө киҫкен мәлдәрҙә һаҡланыу саралары хаҡында уҡыусылар файҙалы мәғлүмәттәр менән танышты.
  • Милли кейемдәр - халҡыбыҙҙың эске булмышы сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейем  аша асып бирергә ынтылған һымаҡ, милләттең эске донъяһы ла кейемендә сағыла. 2 класс уҡыусылары “Милли кейем - халҡыбыҙҙың мираҫы” тип аталған матур флеш-моб үткәрҙе.
  • 4 мартта Район спорт-үҫмерҙәр мәктәбенең Олокүл ауылы филиалында грек -рим көрәше буйынса мәктәп уҡыусыларының XXIII спартакиадаһы үтте. Унда мәктәбебеҙҙең 8 класы уҡыусылары Артур Әминов, Альберт Сәлимгәрәев, 6 кластан Айнур Ғәлиев, Радмир Йәғәфәров, Вадим Насировтар  ҡатнашып, матур һөҙөмтәләргә өлгәште.

 Һүрәттәрҙә ошо сараларҙан күренештәр.

          

                                                                                                                                                       

 

  • 8 март байрамы алдынан 6 һәм 7 кластар уҡыусылары араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр, ҡыҙҙар!” конкурсы үтте. Малайҙар үҙ командаһын “Ҡояштар”, ә ҡыҙҙар “Йондоҙҙар” тип атаны. Командалар бер-береһен кейендереү, биҙәндереү, мәҡәлдәр әйтешеү, ҡотлауҙар әйтеү кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Был шарттарҙың барыһы ла - көндәлек тормошта ир-егеттәргә лә, ҡыҙҙарға ла кәрәкле булған нәмәләр. Шуға күрә әлеге конкурс уҡыусыларға бик тә файҙалы булды. Ә  еңеүселәр- “Йондоҙҙар” !

 Һүрәттәрҙә ошо саранан күренештәр.

 

            



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 61; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.176 (0.006 с.)