Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Хыялдарҙы ысын итербеҙ !Содержание книги Поиск на нашем сайте
Хыялдарҙы ысын итербеҙ !
№4 2021 йыл
Буранғол урта мәктәбенең мәктәп газетаһы
14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына- 190 йыл.
ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. М. Аҡмулла үҙенең мәғрифәтселек ҡараштарын, кешенең әхлаҡ-этик сифаттарын образлы итеп асыу өсөн ҡобайыр стилен файҙалана. Уның «Аттың ниһен маҡтайһың?..», «Бәхет» ҡобайырҙарында тәрән мәғәнәле философик фекер ята. Шиғри ҡобайырҙың һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы Аҡмулла шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтә, шағирҙың ысынбарлыҡты тойомлау ҡеүәһенең, уның гражданлыҡ пафосы, халыҡтың тормош фәлсәфәһе менән ни тиклем ауаздаш булыуын раҫлауы дәлил.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 49; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.008 с.) |