Учалылағы мәғариф: кисә, бөгөн, иртәгә» 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Учалылағы мәғариф: кисә, бөгөн, иртәгә»

 

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль  районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

«Учалылағы мәғариф: кисә, бөгөн, иртәгә»

исемле

 муниципаль фәнни-практик конференция конкурсына

«Мәктәбем тарихы»

тикшеренеү эше

                                 Башҡарҙы:   Мәҫкәү урта мәктәбенең

3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Арина

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

 

                                                 2016 йыл

Йөкмәткеһе

Инеш ...............................................................................2- 3- се биттәр

I бүлек. Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр ..........4-6- сы биттәр

II бүлек. Яңы мәктәп төҙөлә..........................................6-9- сы бит

III бүлек. Мәктәптең бөгөнгөһө....................................9-10 -сы биттәр

Йомғаҡлау.......................................................................11-се бит

Ҡулланылған әҙәбиәт.....................................................12-се бит

Ҡушымта..........................................................................9-      биттәр

 

 

Инеш

Мин  Әбйәлилова Арина  булам. Учалы  районының  Мәҫкәү урта мәктәбендә белем алам.

Минең эшемдең темаһы: “Мәктәбем тарихы”, йәғни мәктәбемдең үткәне һәм бөгөнгөһө. «Һәр кеше үҙенең ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш»,– тигән боронғолар, ә инде белем алған мәктәбеңдең тарихын белеү ауылыңдың данын тағы арттыралыр, тип уйлайым.

Мәҫкәү ауылында ҡасан мәктәп булдырылғанын белеү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы миңә. Сөнки уҡыған мәктәбем өсөн заманында янып-көйөп йөрөгән олатайым ул турала бик яҡшы белә. Олатайым, Ғайсин Ҡадир Закир улы, ауылда мәктәп булғаны өсөн әле булһа ғорурланып йәшәй.

Борон мәктәп кеше өйөндә булған. 1922 йылда  (хәҙерге медпункт эргәһендә була) мәктәп бинаһы төҙөлә. Ә 1976 йылда төҙөлгән яңы мәктәп әле лә йәшәп, белем биреп килә.

Ошо тарихты өйрәнеү – эҙләнеү эшемдең маҡсаты булып тора. Үҙеңдең мәктәбеңдең үткәнен, тормошон өйрәнеү – бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш. Маҡсатыма ирешер өсөн түбәндәге бурысты үтәнем: мәктәп тарихы буйынса факттарҙы табыу, өйрәнеү һәм башҡаларға еткереү.

Эҙләнеү обьекты: боронғонан алып бөгөнгө көнгә тиклемге мәктәп тарихы.

Эҙләнеү предметы: белем алыу өсөн шарттар булдырылған Мәҫкәү мәктәбе.

Эҙләнеү эшенең методтары:

· Мәктәп музейынан кәрәкле материал ҡулланыу: эште башҡарғанда,  мәктәп тураһында сығарылған альбом ҡулланылды. Уны 1980 йылдарҙа уҡыусылар төҙөгән.

· Әңгәмә. Материал туплағанда олатайым һәм уҡытыусы-ветеран менән һөйләшеү булды.

· Эҙләнеү. Материалдарҙы (төрлө мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр)  уҡытыусым  ярҙамында  йыйыу  һәм  өйрәнеү.

· Анализлау. Эҙләнеү нигеҙендә мәктәптең йәшәргә, үҫергә, йәшәрергә тырышлығы  тураһында  һығымта яһалды.

Эҙләнеү эше бер нисә этаптан торҙо:

1. Тема буйынса материалдар туплау(гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр)

3. Уҡытыусы-ветерандар, ауыл кешеләре менән әңгәмә үткәреү.

4. Материалды системаға һалыу.

5. Эҙләнеү эше буйынса папка, фотоальбом булдырыу.

6. Эҙләнеү эше буйынса презентация төҙөү.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

Йыйылған материалдар артабан мәктәптең тарихын өйрәнеү менән бергә, уҡытыусылар, уҡыусылар тормошон өйрәнеүгә, йәғни шәхестәрҙе белергә мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Эшемдең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

  Эҙләнеү эшемдең гипотезаһы: Әгәр мәктәбеңдең тарихын яҡшы белһәң, мәктәпкә барып ҡына ҡайтмайһың, мәктәбеңә хөрмәт йөҙөнән - тырышып уҡыйһың, уны һаҡлайһың, үҫтерәһең, шәхес булып йәшәйһең. 

 

I бүлек. Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр

 Мәҫкәү ауылының тәүге уҡытыусыһы Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улыбула (ҡушымта 1). Ул 1890 йылда ошо ауылда тыуған. Үрге Урал (Верхнеуральск) мәҙрәсәһен 1910 йылда тамамлай һәм шунда хәлфә була. 1915 йылда һуғышҡа алынып, пленға эләгә. 1919 йылда әйләнеп ҡайтып, 29 йәшендә яңы тормош төҙөргә тотона. Кеше өйөндә балалар уҡыта башлай. Уны халыҡ яратып Ишми хәлфә тип йөрөтә. 1922 йылда ауылда бәләкәй генә булһа ла мәктәп бинаһы төҙөлә. Ишмөхәмәт Хәмит улы Хәбетдинов Мөхәмәҙи бабай менән бергә уҡыта башлай. Бәлки, кеше өйөндә уҡытҡанда уҡ бергә эшләгәндәрҙер. Ишми хәлфә, беҙҙең ауылда 1935 йылға тиклем эшләп, күрше Йәндек ауылында биш йыл белем бирә. Һуңынан кире Мәҫкәүгә ҡайта. Мөхәмәҙи бабай ауылдың хәлле кешеләренең береһе була, ул үҙ ирке менән  йәшәгән йортон ауылға мәктәп итеп бүләк итә. Ишми хәлфә шунда уҡыта башлай. Был йорт теге мәктәптән ҙурыраҡ булһа ла, балалар бында ла һыймай хатта. Ишмийәров Сабирйәндең өйөндә ике класс уҡый. Унда Сораман ауылынан Шакирова Фая уҡытыусы була: бик актив комсомолка ликбездар ойоштора, йәғни ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүгә бик күп көс һала. Уҡыуға, яңы тормошҡа өндәп гәзиткә мәҡәләләр яҙа.

Ишмөхәмәт Хәмит улы халыҡ мәғарифын үҫтереүҙә хеҙмәттәре өсөн 1944 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.Хәлфә 1948 йылдың 18 ғинуарында үпкә ауырыуынан үлә.

 Ул ауыр йылдарҙа эшләгән Мәҫкәү мәктәбе уҡытыусылары исемлеге:

Хәбетдинов Мөхәмәҙи Хөббетдин улы

Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улы

Ғәниева Хәҙисә (Сораман)

Йыһаншина Мәрйәм (Сораман)

Мәхмүтов (Сораман)

Шакирова Фая (Сораман)

Дауытова Фәриҙә

Ваһапов Йосоп (Үрге Урал ҡалаһы)

Вәлитова Мәрхәбә Хәҙис  ҡыҙы

Вәлиев Нәжип Хәлит улы

............ Мәфтуха

Ниғәмәтуллина Вәсилә Әхмәт ҡыҙы(ҡушымта 2)

Латыпова Әнүзә (Наурыҙ ауылы) – 1951йыл

Лоҡманова Хәсибә Хәҙис ҡыҙы(ҡушымта 3)

Мирасова Зилиә Закир ҡыҙы

Хисбуллина Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы (ҡушымта 4)

Бапанина (Нажарова) Хәснә Усман ҡыҙы (Сәнсәр ауылы)

Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы (ҡушымта 5)

                            Төҙөүсеһе Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы

 (Мәҫкәү урта мәктәбенең уҡытыусы-ветераны),

уға ярҙам итеүсе

Камалова Мәфрүзә Хәмит ҡыҙы (Наурыҙ ауылы),

15-17 август 2015 йыл.

   Мәҫкәүҙә шул йылдарҙаВәлитова Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙыэшләй (ҡушымта 6). Ул 1914 йылдың 10 июнендә Ҡаҙаҡҡол ауылында бай ғаиләлә тыуған. Биш балалы ғаиләлә Мәрхәбә апай иң кесеһе була. Мәктәпте тамамлағас уҡ уҡыта башлай, ликбезда эшләй. 1930 йылда Сермәндә 8 айлыҡ уҡытыусылар  курсын тамамлай. 16 ғына йәшенән төрлө ауылдарҙа эшләй. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә 1930 йылда техникумда ситтән тороп уҡый. Ата-әсәһен ҡулға алыу ваҡытында Себергә ебәрәләр. Шул йылдарҙа Мәҫкәүгә эшкә килеп, Билалов Шамилға тормошҡа сыға. Улар оҙаҡ, бәхетле тормош көтә. 1938 йылда Фәрит, 1914 йылда Камил тыуа.

Мәрхәбә апай Мәҫкәү мәктәбендә 1940-1953 йылдарҙа уҡытып, II төркөм инвалиды булып, 1960 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның күп уҡыусылары – билдәле шәхестәр: Бүләков Рафиҡ, Бүләков Илдус, Байназаров Наил, Йәһүҙин Туғаҙаҡ, һ.б.

Олатайым, Ҡадир Закир улы ла ошо 4 йыллыҡ мәктәптә белем алған. 

2 һәм 4 кластарҙа -   Нәжип Хәмит улы Вәлиев, 1 һәм 3 класта Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы Вәлитова уҡытты тип хәтерләй олатайым. Үрге Урал ҡалаһынан Ваһапов Йосоп тигән ир кеше Мөхәмәҙи бабайҙың өйөндә уҡытыуын да белә ул.

4-се  кластан һуң балалар уҡыуҙы Наурыҙ урта мәктәбендә дауам итәләр ине. Ул заманда 9-10 йәшлек бала-саға интернатта йәшәп, үҙ көндәрен үҙҙәре хәл итергә тейеш булғандар. Артабан минең һүҙем ошо Мәҫкәү мәктәбенә нисек нигеҙ һалыныуы, нисек төҙөлөүе хаҡында.

II бүлек. Яңы мәктәп төҙөлә

1976 йылдың 1 сентябре Мәҫкәү ауылы балаларына, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ҙур ҡыуаныс килтерә. Ауылда белем алыу өсөн бөтә шарттары, йыһаздары булған 8 йыллыҡ яңы мәктәп асылып, файҙаланырға тапшырыла. Шулай итеп, беҙҙең әлеге мәктәп 1976 йылдан бирле эшләп килә (ҡушымта 7). 

 Ул осорҙа Фәрит Закир улы Ғайсин ауылда управляющий булып эшләй ине. 150-нән ашыу баланы Наурыҙ мәктәбенә йөрөтөп уҡытыуы ауыр була. Техника насар, юл юҡ. Фәрит Закир улы бына шунда  үҙенә бурыс ала: нисек кенә булмаһын, ошо йылда Мәҫкәүҙә һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөтөргә. Райсовет рәйесе Барый Кәлимулла улы Әлимсурин бер аҙ аҡса бүлеп, бура һалдыртыу өсөн ағас бирә. 1976 йыл яҙғы эштәр бөтөр алдынан ауыл Советы рәйесе бура буралыуы хаҡында хәбәр итә. Бураны барып алғас, ауыл халҡы көсө менән,  өмә  һалып мәктәпте күтәрәләр. Йорт әҙер булғас, мәктәпте уҡыу йыһаздары менән тәьмин итеүҙе, уҡытыусылар йәлеп итеүҙе, башынан-аҙағына тиклем башланғыс мәктәп мөдире Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы Хисбуллина үҙ өҫтөнә ала(ҡушымта 8). Төҙөлөш эшен һуңғы ҡаҙағына тиклем Вәлит Шакиров етәкселегендә ауылдың балта оҫталары өс ай эсендә тамамлап ҡуялар.

Йәш уҡытыусылар торлаҡ булмауға ҡарамаҫтан, ярым емерек өйҙәрҙә йәшәп тороуға ла риза булып уҡытырға киләләр. Бына улар,

яңы мәктәпкә эшкә килгән уҡытыусылар:

Ғәлина Фәниә Шакир ҡыҙы

Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы (Мәҫкәү ауылы)

   Бүләков Риман Шаймарҙан улы – мәктәп директоры

Бүләкова Оксана Шакирйән ҡыҙы(ҡушымта 9) 

Ғәйнуллин Фәтих Вәли улы (Ҡобағош)

Ғәйнуллина Гүзәл Әнүәр ҡыҙы

Ғарипов Рәсүл Абдрахман улы(ҡушымта 10) 

Ғарипова Гөлсирә Ғаҡыл ҡыҙы (Миндәк)

  Дауытов Ғамир Хәсән улы – мәктәп директоры

  Дауытова (Мансурова) Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы

Хасанов Фәрит Радик улы (Өргөн)

  Йәһүҙин Данияр Халидар улы

  Бүләкова (Шакирова) Алмасара Вәлит ҡыҙы

  Ишмийәрова Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы (Байрамғол)

  Шайбакова (Насибуллина) Гөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы (Рысай) – 1982-2012

Мәктәп асылыу менән директор булып эшкә Бүләков Риман Шаймарҙан улы килә (ҡушымта 11).  Беҙҙә ике йыл эшләгәс, Сәфәр мәктәбенә эшкә китә. Һәйтәк мәктәбендә эшләгәндә ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә, фажиғәле вафат була.

 Эшкә килгән  уҡытыусылар ҙа, яңы мәктәптә бер нисә йыл эшләгәндән һуң, төрлө сәбәптәр менән икенсе мәктәптәргә эшкә китәләр.

1978 йылда Мәҫкәү мәктәбе директоры булып Дауытов Ғамир Хәсән улы тәғәйенләнә (ҡушымта 12).  Ул 1941 йылдың 13 ғинуарында Рафиҡ ауылында донъяға килә. Миндәк ҡасабаһында ун класс тамамлай. Ҡолош башланғыс мәктәбендә 1958-1959 йылдарҙа белем бирә. 1959-1962 йылдарҙа Белорет металлургия техникумында уҡый, 1965 йылға тиклем әрмелә хеҙмәт итә. 1966 йылдан алып география дәрестәрен уҡыта. 1967-1972 йылдарҙа Силәбе педагогия институтында ситтән тороп уҡый.  

 Әлбиттә, өс бүлмәле бинала 8 класты уҡытыуы мөмкин түгел. Ғамир Хәсән улы мәктәп бинаһын  ҙурайтыуға өлгәшә. Ғамир ағай, 2005 йылға тиклем Мәҫкәү урта мәктәбендә директор вазифаһын үтәп, хаҡлы ялға сыға.

Дауытова Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы (ҡушымта 13) 1939 йылдың

1 сентябрендә тыуа. 1958 йылда Миндәк ҡасабаһында ун класс бөтә. 1961 йылда Бөрө педагогик институтына уҡырға керә һәм ауыл хужалығы производство нигеҙҙәре факультетын тамамлай. Химия-биология буйынса уҡытыусы булып сыға. Ул бер нисә ауылда уҡыта: 1972 йылға тиклем – Мулдаҡайҙа, 1975 йылға тиклем – Наурыҙҙа, 1978 йылға тиклем – Озерныйҙа, 2000 йылдарға тиклем Мәҫкәүҙә белем бирә.

1965 йылда Дауытов Ғамир Хәсән улына тормошҡа сыға. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Икәүләп Мәҫкәү мәктәбе үҫеше өсөн ҙур көс һалалар.

Әсмә апайҙы Мәҫкәүҙә “мәктәп Мичурины” тип йөрөтәләр. 1978 йылда ул мәктәп баҡсаһы үҫтерә башлай. Ул ваҡытта Мәҫкәү халҡы ла баҡса үҫтерә белмәгән икән. Әсмә апай халыҡҡа йәшел һуған, кишер үҫтерергә өйрәтә. Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы үҫтергән баҡса Өфөлә уҙған күргәҙмәлә беренсе урын ала. Район буйынса бер нисә тапҡыр тәүге урынға сыға. Башҡа мәктәптәр унан тәжрибә туплай (ҡушымта 14). 

Рәсәй Федерацияһы отличнигы Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Мәҫкәү мәктәбенә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес биреүсе Фәниә һәм Жәүҙәт Ғәлиндар (ҡушымта 15) мәктәп асыласағын ишетеп, Мәҫкәүгә, Жәүҙәт ағайҙың тыуған ауылына, күсеп киләләр. Жәүҙәт Лоҡман улы БДУ-ның филология факультетында белем ала. Ә Фәниә Шакир ҡыҙы университетты ситтән тороп тамамлай.

Ауылда икәүләшеп йорт һалып инәләр. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, икеһе лә ата-әсә юлын һайлаған.

 Яңы һалынған һигеҙ йыллыҡ мәктәптә улар дәртләнеп эш башлай.  Жәүҙәт ағай немец телен дә, тарих фәнен дә уҡыта. Хатта башҡорттарҙың боронғо кейемен, көнкүреш әйберҙәрен, йыһаздарын, хеҙмәт ҡоралдарын

йыйып, мәктәптә музей мөйөшө ойоштора. Жәүҙәт Лоҡман улы ҡурай түңәрәге асып, теләге булған уҡыусыларҙы ҡурай тартырға өйрәтә. Фәниә Шакир ҡыҙы тураһында ла ошоно әйтергә мөмкин. Улар икеһе лә уҡыусылар өсөн яҡшы өлгө булалар.

Хәснә Усман ҡыҙы, (ҡушымта 16) уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, Мәҫкәү ауылында эшләй башлай һәм бер-ике йылдан инде тәүге ҡошсоҡтарын осора. Бала йәнле Хәснә апайҙы балалар ярата, хөрмәт итә. Бөгөн уның уҡыусылары уҡытыусы, медицина хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм башҡа һөнәр эйәләре.

Хәснә апай мәктәптә профсоюз рәйесе, ауылда иптәштәр суды рәйесе сәркәтибе эштәрен башҡара, агитатор булып та йөрөй, концерт, спектаклдәрҙә актив ҡатнаша. Ул моңло итеп йырлай ҙа, дәртле итеп бейей ҙә. 

Бер үк ваҡытта уҡытып та, коцерттар ҡуйып, башҡа яуаплы урындарҙа эшләп өлгөрөүе – мәктәптең данын күтәрә генә.

Мәҫкәү урта мәктәбе 1996 йылға тиклем төп белем биреү учреждениеһы була. 1996 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләндерелә, йәғни 11 йыллыҡ уҡытыу программаһы индерелә. Уҡытыу  ике сменала ойошторола.

III бүлек. Мәктәптең бөгөнгөһө

Уҡытыусылар коллективы ла йәшәрә. Үҙебеҙҙең мәктәптә белем алған уҡыусыларыбыҙ мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә ҡайтты. Улар:

 Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова,

Тәлғәт Талип улы Садыҡов, 

Ләйзә Әсғәт ҡыҙы Әхмәҙиева,

 Әлмирә Мөғәлим ҡыҙы Бүләкова,

 Наил Фәләх улы Бүләков, 

Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы Лоҡманова.

 Алмасара Вәлит ҡыҙы Бүләкова ошо мәктәпкә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен бирҙе, бөгөнгө көндә ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.  

Мәҫкәү ауылына килеп төпләнгән уҡытыусыларыбыҙ абруйлы эшләйҙәр, матур донъя көтәләр. Улар:

      Садыҡова (Ғәниева) Гөлсинә Мидаҡ ҡыҙы (Уральск)

      Рәхмәтуллина (Сөләймәнова) Фәнүзә Ғабдулхай ҡыҙы (Иҫтамғол)

      Шакирова (Әһлиуллина) Ләлә Ишмөхәмәт ҡыҙы (Миндәк)

      Шәһәрғәзина Гөлназ Урал ҡыҙы

      Ғайсина (Мөхәмәҙиева) Гүзәл Алмас ҡыҙы (Уральск)

Мәктәптең берҙәм һәм татыу коллективы уҡыусыларҙың белеме һәм һаулығы өсөн ҙур көс һала. Егерменсе йыл инде 11 йыллыҡ мәктәп булғанға! Бигерәк тә 11 йыллыҡҡа әйләндерелгәс, уҡытыусылар эш һөҙөмтәләрен күрә башланылар. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына кереп ҡыуаналар. 

Мәктәпте 11 класс итер өсөн олатайым тырышып йөрөгән. Ата-әсәләрҙән, ауыл халҡынан ҡултамға йыйып Өфөгә хат ебәрә. Учалы хакимиәт йортона Мәғариф министрлығынан кәңәшмәгә килгән түрәләр алдына сығып баҫа олатайым. Фирҙәүес Хисаметдиноваға балалар һанын әйтеп, ыңғай уҡыусыларға йөрөп уҡыуы ауыр булыуын аңлатып, олатайым мәктәпте ун бер йыллыҡ итеүгә ирешә. Мәктәп директоры Ғамир Хәсән улына олатайымдың да тел ярҙамы тейә.

2005  йылда Наил Фәләх улын директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул мәктәптә 1997 йылдан бирле хеҙмәт итә, тарих дәрестәрен алып бара. Наил Бүләков  40 йәшлек һәм тарихҡа бай мәктәбебеҙҙе буяу-ағартыу эштәре менән булһа ла тәрбиәләп тора,  яйлап кабинеттарҙы заманса технологиялар менән йыһазландыра.  Компьютер бүлмәһе бар, Wi-Fi  ҙа үткәрелгән. Элекке кеүек һәр класта мейестәр ултырмай, мәктәп айырым ҡаҙанлыҡтан йылытыла, ҡышын балаларға өшөп ултырырға тура килмәй. Белем усағы өсөн ҡойо ҡаҙылған, мәктәпкә һыу ингән. Йылы һыуын файҙаланып ҡыуанабыҙ.

 Быйылғы йылдан бер сменала ғына уҡыйбыҙ. Төштән һуң мәктәптә түңәрәктәр эшләй. Шулай ғүмер дауам итә.

 

Йомғаҡлау

Ауыл халҡы көсө менән эшләнгән мәктәбебеҙ әле булһа йәшәһен, мәктәптә балалар тауышы тынмаһын ине. Тикшеренеү эшемдән мәктәбем тураһында күп нәмә белдем.   Мәктәбем тарихы ошо мәктәбемде ҡәҙерләргә, тырышып уҡырға, төплө белем алырға өйрәтә. Хөкүмәтебеҙ элек ауылда балалар күп булһа ла ҙур һәм ике ҡатлы мәктәп һалырға тырышмаған.    Бөгөнгө көндә, алтмыш балаға, етмәһә оптимизацияға һылтанып, беҙгә ундай мәктәп эләкмәй инде. Бай тарихлы мәктәбемде яратам. Уҡытыусыларымдың  ҡәҙерен беләм, рәхмәт уҡыйым.  Олатайымдың әйткән һүҙҙәренә яйлап төшөнәм, ул йыш ҡына: “Балам, беҙ һалған мәктәптең ҡәҙерен белеп уҡы, беҙ заманында тырышмаһаҡ, ҡайҙа уҡыр инегеҙ”, тип ҡабатлай. Рәхмәт һиңә, олатай!

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. “Мәктәп нисек төҙөлдө“ мәҡәләһе, Фәрит Ғайсин, Мәҫкәү ауылы, “Яйыҡ” гәзите, 22.01.2000йыл

2. “Оҙаҡ йылдар мәктәптә“ мәҡәләһе, Лилиә Мәүлитова, Ташҡыя ауылы, “Яйыҡ” гәзите, 11.07.2002йыл

3. “Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр”  мәҡәләһе, Жәүҙәт Лоҡман улы Ғәлин яҙмаларынан

4. “Яйыҡ” гәзите биттәрендә мәктәп тураһында сыҡҡан мәҡәләләр юлдары файҙаланылды

5. Мәктәп тураһында йыйған мәғлүмәттәр, Ғайсин Ҡадир Закир улы яҙмаларынан

 

Ҡушымта 1.

Ҡушымта 2.

 

 Ҡушымта 3.

 Ҡушымта 4.

Ҡушымта 5.

 Ҡушымта 6.

Ҡушымта 7.

 Ҡушымта 8.

Ҡушымта 9.

 

Ҡушымта 10.

 

Ҡушымта 11.

 Ҡушымта 12.

Ҡушымта 13.

 Ҡушымта 14.

Ҡушымта 15.

    

 Ҡушымта 16.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 54; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.011 с.)