Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Бәшмәк йыйыу (урыҫ. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны.Содержание книги
Поиск на нашем сайте Бәшмәк йыйыу (урыҫ. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны. Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла. уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға. Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.
Кем алда өлгөрә? (урыҫ. Кто успеет опередить?)— башҡорт милли балалар уйыны. Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла. Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға.
Кикрикүк – балалар уйыны. Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыр, күктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” – тип ҡысҡыра. Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә.
Төлкө һәм тауыҡтар — балалар уйыны. Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә. Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 48; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.217.21 (0.007 с.) |