Ниҙәр күрмәй эскесе башы 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Ниҙәр күрмәй эскесе башы

Скетч

 

Ҡ а т н а ш а л а р:

М ә р ғ и ә

Ш ә ү р ә

Ш ә м с е т д и н

Беренсе күренеш

 

Ауыл өйөнөң ыҡсым ғына аш бүлмәһе. Мәрғиә менән Шәүрә инә. Мәрғиәнең ҡулында һөт биҙрәһе, Шәүрәнекендә – фельдшер сумаҙаны.

 

Мәрғиә. Эй, килен, рәхмәт төшкөрө! Бөгөнгә мәшәҡәтләнмәһәң дә ярар ине!

Шәүрә. Юҡ, инәй, ниндәй мәшәҡәт булһын, бер минутлыҡ эш!

Мәрғиә. Медпунктҡа үҙем генә барыр инем, тим инде. Бик тә файҙаһы тейҙе уколыңдың! Бына, һәүкәшкәйемде лә үҙем һауҙым әле бөгөн!

Шәүрә. Шулай була күрһен! Миңә ни һис ауырлығы юҡ уның. Элеккесә шприц ҡайнатып ыҙаланаһы түгел: разовый шприц менән яһайым бит. Көтөүҙе ҡыуғас, барыбер ҡабат ятмайым. Һин ни, ауырыу аяҡтарың менән бер остан икенсе осҡа ҡасан барып ҡайтыр инең әле!

Мәрғиә. Шулай булмаған ҡайҙа ул! Медпункты ла бигерәк йыраҡ бит. Элегерәк, һин юҡта, әле тегеһе, әле быныһы менән туҡтап һөйләшә-һөйләшә, ял итә-итә барып ҡайтҡансы, төш етә лә китә ине…

Шәүрә. Үҙеңдең изгелегең дә әҙ теймәй инде, инәй. Беҙ эштә саҡта балаға ла, донъяға ла күҙ-ҡолаҡ булып тораһың.

Мәрғиә. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тип боронғолар бушҡа әйтмәгән бит. Күрше йәшәп, бер-береңә шул тиклем дә ярҙам итмәһәң, булмай инде ул!

Шәүрә (укол яһай). Шулай шул. Бына, булды ла!

Мәрғиә. Эй, балаҡайым, ҡулыңдан һөйөнгер! Һиҙмәй ҙә ҡалдым, шул тиклем еңел булыр икән ҡулың, күҙ генә тейә күрмәһен!

Шәүрә (әйберҙәрен йыя). Йоҡоң нисек һуң, инәй, рәтләнәме?

Мәрғиә (ҡул һелтәп). Ҡуй, һорама ла инде, ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән шул... Аяҡтарым һыҙлап, ҡояштан алда уянам. Бөгөн дә, йоҡлай алмай йонсоп яттым-яттым да, исмаһам, эшкә әүрәйем тип, ҡоймаҡ ҡойоп алдым. Әйҙә, икәүләп рәхәтләнеп сәй эсеп алайыҡ! Самауырым хәҙер ҡайнап сыға!

Шәүрә (сығырға ыңғайлап). Ҡуй, инәй, мәшәҡәтләнмә.

Мәрғиә. Атаҡ-атаҡ! Ҡайнар аштан баш тартмай инде кеше! Минең дә бер үҙемә күңелһеҙ сәй эсеүе…

Шәүрә. Бәй, ә ниңә бер үҙең? Шәмсетдин олатай өйҙә юҡмы ни?

Мәрғиә. Өйҙә лә... Ул ҡарт ни, был арала әллә сырхабыраҡ тора, төш еткәнсе бөгәрләнеп йоҡлап тик ятасы! Күп ваҡыт бергәләп ултырып иртәнге сәйҙе лә эсмәй...

Шәүрә. Берәй ерем ауырта, тип әйткәне юҡмы һуң?

Мәрғиә. Юҡ, улай-былай зарланғаны юҡ та ул... (Өҫтәл әҙерләп.) Әйҙә, ултыр, килен, үпкәләтмә!

Шәүрә. Ярай, инәй, улайһа, ҡайҙа, нимәләр ҡуяйым.

Шәүрә өҫтәлгә сынаяҡтар ҡуя. Мәрғиә мейес артынан ҡоймаҡ өйөлгән тәрилкә тотоп килеп сыға. Ҡапыл нимәлер «гөмп» итеп шартлай. Мәрғиә, ҡоймаҡлы тәрилкәһен ике ҡуллап ҡосаҡлап, иҙәнгә ултыра төшә. Шәүрә лә, ныҡ тертләп, урындыҡҡа ултыра.

 

Мәрғиә (бер ҡулы менән тәрилкәһен ҡосаҡлаған, икенсеһе менән билен ыуып, бышылдай). Әстәғәфирулла тәүбә! Нимә булды ул!? Әллә атышалар инде!?

Шәүрә (Мәрғиәгә торорға ярҙамлашып). Белмәйемсе… Нимә булыр икән!?

Мәрғиә (билен ыуып). Уф-уф! Харап ҡына булды билем! (Ҡурҡа-ҡурҡа ғына тәҙрәнән тышҡа ҡарап). Бер нимә лә күренмәйсе!

Шәүрә (тирә-яғына ҡаранып). Юҡ, инәй, өй эсендә, мейес артында шартланы шикелле ул!

Мәрғиә. Ысынмы!? Был ни ғәжәп эш тағы!?

 

Икәүләп эҙләнәләр. Шәүрә, ташып буялған банка тотоп, мейес артынан килеп сыға.

 

Шәүрә. Инәй, бынау сирегеңдең ҡапҡасы атылған бит! Ташып, донъя буяған!

Мәрғиә (бот сабып). Эй, хәтерең ҡороғор! Кисә күпсеп сыҡҡан ҡайнатмаға пакмай менән һыу өҫтәп ҡуйғайным бит! Шул атҡан инде ҡәһәрең!  Быйыл ни, ғүмере булмағанды, һис эшкиндерә алмайым был ҡайнатмаларҙы... Бер-бер артлы күпсей ҙә сығаларсы!

Шәүрә. Кит, инәй, ағартылған шәкәр һалғаһыңдыр ул!? Уныһының шәрбәте түбәнерәк була, тиҙәр бит!

Мәрғиә. Кем генә белһен инде уны!? Шәкәр, тип һатып алған инем инде...

Шәүрә. Был шәкәр заводында ла оҫтарып алдылар хәҙер.

Мәрғиә. Кит, әстәғәфирулла тәүбә, әйтмә лә! Әҙәм алдарға нимә генә уйлап сығармайҙар хәҙер! Ҙурыраҡ һауытҡа бушатырмын, тип тора инем дә, бөтөнләй хәтерҙән сығып киткән шул!

Шәүрә. Ә ниңә бушатып торорға? Мин банкаға резина бирсәткә кейҙерәм дә ҡуям ул: еҫе лә сыҡмай, ҡеүәте лә кәмемәй!

Мәрғиә. Нисек инде бирсәткә кейҙерәһең!? Бирсәткәгә банка һыялыр шул!?

Шәүрә. Банка үҙе һыймай инде ул. Бирсәткәнең еңен банка ауыҙына ҡапҡас кеүек кейҙерәһең дә ҡуяһың!

Мәрғиә. Ул эрезинкә бирсәткә тигән нәмәне ғүмере тотоноп ҡарағаным булмағас ни...

Шәүрә. Ярай, эштән берәй пар бирсәткә алып ҡайтып, кис көнө үҙем кейҙереп китермен.

Мәрғиә. Ярай, әйҙә, ултыр, сәйем һыуынып китер әле.

Сәй эсергә ултыралар.

Шәүрә (Сынаяҡтарҙы йыйып). Ҙур рәхмәт, инәй, бик тәмле булды! Оҙаҡлап киттем, ҡайта һалайым.

Мәрғиә (уға эйәреп). Ярай, хуш, ҡыҙым! Мин дә сепейҙәремә ем һалып, безәүкәйемде сығарып инәйем.

 

Сығалар. Йоҡо бүлмәһенән яҡ-яғына ҡарана-ҡарана Шәмсетдин инә.

 

Шәмсетдин. Вәт бит әй, был бисәләр!.. Сығып киткәндәрен көтөп ята торғас, бахмурҙан башым сатнай яҙҙы! (Эҙләнә.) Бәй, ҡайҙа булған был банка?! (Мейес артынын банка күтәреп килеп инә, асып еҫкәй.) Әһә-һә!.. Шәп бит әй! Әҙер, шикелле. Вәт баш та һуң үҙемдә! (Һалып эсә. Ҡорһағын һыйпап.) Май булып ята, әй! (Мейес артынын тағы бер банка алып сыға. Асып еҫкәй. Танауын сыйырып.) Фу-у-у! Быныһы бигерәк шәп ҡайнай! Ҡарсыҡ шәкәрҙе яманлай торһон. Ҡылайым ҡылыҡты! («Пакмай» әсеткеһе өҫтәп, болғатып ҡуя.) Тегеһе бөтөүгә, быныһы әҙер булыр, хоҙай ҡушһа! Тамағымдың бәхете асылды бит, ә! Һалып эсә. (Банканы ҡосаҡлап, бейей-бейей таҡмаҡлай.)

                

                   Һары май, аҡ май

                 Булмай һыйыр баҡмай.

                 Ҡайнатмалар күпсеп сыға,

                 Һалып ебәрһәң «Пакмай»!

                        

Ут һүнеп яна. Шул уҡ бүлмә. Мәрғиә бәйләм бәйләп ултыра. Шәүрә инә.

 

Шәүрә. Әле иҫәнмеһегеҙ!

Мәрғиә. Һауғынабыҙ, аллаға шөкөр! Ҡайттыңмы, балам?

Шәүрә. Эйе. Бына, инәй, бирсәтәкәләр алып килдем. Килтер, ҡайһы сирегеңә кейҙерәйем?

Мәрғиә (бәйләмен ҡуя, мейес артынын банка алып килә). Э-э-эй, рәхмәт төшкөрө! Онотмаған бит әле уны! Бына, килен! Ҡайҙа, үҙем дә өйрәнеп торайым.

Шәүрә (банка ауҙына бирсәткә кейҙереп). Бына, әҙер ҙә! (Кеҫәһенән тағы һыңар бирсәткә сығарып.) Тағы бармы?

Мәрғиә. Тағы бер банка бар ҙа, уныһы эшләп туҡтаны инде, хәҙер атмаҫ. Картуф сәсеүселәргә ҡуйырмын тим. Ә быныһының әҙерлеген нисек белергә һуң?

Шәүрә (ҡулындағы бирсәткәгә һауа өрөп, бармаҡтары тарбайып торорлоҡ итеп, ҡабарта). Иртәгә үк бирсәткә бына ошолай ҡабарып сығыр ҙа, уйнап бөткәнсе, тарбайып торор. (Бирсәткәне һелкетә.) Бына ошолай һәлберәп төшһә - эшләп бөткән була – эсемлегең әҙер! (Бирсәткәләге һауаны сығарып, банка ситенән һәлберәтеп күрһәтә.)

Мәрғиә (бот сабып көлә). Кит, гонаһ шомлоғо! Әҙәм балаһы нимәләр генә уйлап сығармай бит, ә!

 Мәрғиә (йоҡо бүлмәһенә инеп китә). Туҡта, йәшереберәк ҡуяйым әле, теге ҡарт күреп ҡалһа!..

 

Икенсе күренеш

 

Һүрән генә яҡтыртылған йоҡо бүлмәһе. Шәмсетдин, ыңғыраша-ыңғыраша, һаташып йоҡлай. Ут һүнеп, һүрән генә яҡтылыҡ хасил була. Шәмсетдин төш күрә. Кәштәләргә банкалар теҙелгән. Шәмсетдин уларҙы бер-бер артлы асып, баяғы таҡмағын йырлай-бейей, «Пакмай» һалып сыға ла, ҙур ҡалаҡ менән бутай. Ишек асылып китә. Зәңгәрһыу яҡтылыҡта өрәк ҡиәфәтендәге Мәрғиә күренә. Оҙонайтылған бармаҡлы ҡулдарын Шәмсетдиндең муйынына һона.

 

Өрәк Мәрғиә. Әһә! Ҡаптыңмы!? Бына ни өсөн ҡайнатмаларым күпсеп сыға икән! (Шәмсетдинде быуа башлай.)

Шәмсетдин (Тыпырсына. Ут яна. Уянып, күренмәгән ҡулдар менән көрәшә). А-а-а! Ҡотҡарығыҙ! Үлтерәһең бит, убырлы ҡарсыҡ! (Һикереп тора, күҙҙәрен ыуа.) Уф!.. Төш кенә икән! Тотолдом тип торам! (Башын устары менән ҡыҫап.) Уф! Шартлай, ярыла бит башым! Ҡайнай бит мейегенәм! (Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй йөрөп, эҙләнә.) Тағы йәшергән! Барыбер табам бит инде! (Бер теге, бер был ишектән инеп сыға, мүкәйләп еҫкәнә.) Исмаһам, еҫе лә сыҡмай бит! Әллә теге ҡарсыҡ, эште һиҙеп ҡалып, түгеп харап иттеме ризыҡты!? (Йоҡо бүлмәһендәге шкафты ҡутара башлай. Одеялды күтәрһә, баҫылып торған бирсәткә «йәлп» итеп тырпайып баҫа. Шәмсетдин, ҡото осоп, ҡолап китә.) А-а-а! Ҡотҡарығыҙ!..

Ут һүнә.

Рәмзәнә Абуталипова

 

Фотоһүрәттәр интернеттан алынды: https://www.google.com/search?q

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 58; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.196 (0.01 с.)